Баймурзина А.Ф. » 10 фев 2013, 05:30
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа һәм Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстар, ижади бәйгеләр, ғилми-ғәмәли конференциялар уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да заман менән бергә атлауын талап итә. Фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороуҙың төп маҡсаты-уҡыусыларҙың ижади эшләү һәләтен, ихтыяр көсөн үҫтереү, һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу, эҙләнеү теләге булдырыу, мәктәптә уҡығанда уҡ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ менән шуға ынтылған, үҙ фекере булған, киләсәктә ниндәй ҙә булһа бер фән өлкәһендә ижади эшләй алған, хатта ил менән идара итә алырлыҡ таланттарҙы эҙләү, үҫтереү.
Фәнни-тикшеренеү эше-ижади эш. Кеше үҙен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләгә тотонғанда, үҙе теләп башҡарған эште эшләгәндә генә ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек таба ала. Шуға күрә фәнни эш менән күҙәтеүҙәр, тәжрибәләр үткәреүгә, бәләкәй генә булһа ла асыш яһауға ҡыҙыҡһыныуы булған уҡыусыларҙы йәлеп итеү ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Был йүнәлештә эш алып барыу маҡсатында, мин уҡыусыларыма өйгә эш биргәндә, өлкән быуын кешеләре менән аралашып, уларҙан халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихын һәм дә һәр баланың үҙенең шәжәрәһен һорап яҙып алып килеүҙәренә йүнәлеш бирәм. Ә иң уңышлы тип табылған уҡыусыларҙың эштәрен артабан байытып, тулыландырып, ул уҡыусылар менән төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, район күләмендә ойошторолған “Асыш” фәнни-ғәмәли конференцияһында “Халҡым күңеле-хазина” (Айгөл Ғиләжетдинова), “Биҙәктәрҙән моң тама” (Миңнур Баймырҙина), “Сал тарихлы шәжәрәм” (Айгөл һәм Данир Баймырҙиндар) темаларына уңышлы сығыш яһап, уҡыусыларыбыҙ район Мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар. Ә бөгөнгө көндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторасаҡ фәнни-ғәмәли конференцияға уҡыусыларымдың әҙерләнеп йөрөүе уларҙың фәнни эш менән яратып, ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүе тураһында һөйләй, тип уйлайым.
Мәктәптә фәнни-тикшеренең эштәрен ойоштороу уҡыусыларҙы белемле, фекер йөрөтөү һәләттәре юғары булырлыҡ итеп үҫтереү маҡсатынан сығып башҡарыла. Был ижади эш төплө белем алыу менән үрелеп барырға тейеш.
Уҡыусылар мәктәптә фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеү нигеҙҙәрен үҙләштерһә, юғары уҡыу йорттарында уларға курс эше, диплом эше яҙыу ҡыйын булмаясаҡ, иң мөһиме-шәхестең логик фекерләүе, үҙ ҡарашын яҡлай белеү ҡеүәһе үҫешәсәк.
Күреүебеҙсә, уҡыусыларҙың ижади һәләтлектәрен үҫтереү алымдары бик күп һәм төрлө-төрлө. Әлбиттә, һәр уҡытыусы үҙенең күңеленә оҡшаған йүнәлеште һайлап алып, шул алымдар менән йәш быуынды үҫтерергә тейеш.
Ә мин үҙемдең эш тәжрибәмдә уҡыусыларымды ижади йәһәттән үҫтереүемдең емештәрен уларҙың тырышлығы менән яуланған инша, шиғырҙарының матбуғат биттәрендә нәшер ителеүе, район һәм республика кимәлендәге иншалар конкурсында еңеүҙәре, шулай уҡ “Аҡмулла вариҫтары”, “Урал батыр”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурстарында һәм шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәре буйынса район һәм республика олимпиадаларында ҡатнашып, еңеү яулауҙарында күрәм.