Новости

Модераторы: Габитова З.Г., Сулейманов Р.Ф., Куватова Г.Д., Акьюлова Р.Р., Ильмухаметов А.Г.

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 04 фев 2016, 11:49

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафераһы 4 февралдә уҡыу йортонда курстар үтеүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм республикабыҙҙың йәш яҙыусылары, шағирҙары менән ижади осрашыу ойоштоҙо. Шағирәләр , БР Яҙыусылар ағзалары Зарема Бағышаева, Олеся Әхмәтрәхимова, Руслан Сөләймәнов, прозаиктар, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, Венер Исхаковтар үҙ әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Белорет районының Инйәр мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Саматова үҙенең "Кәкүк" хикәйәһе менән таныштырҙы. Ижадсылар һәм әҙәбиәт уҡытыусылары бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте, уҡыусы балар араһында әҙәби ижадҡа ынтылыш тәрбиәләү хаҡында фекер алышты. Осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 04 фев 2016, 11:37

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы уҡыу йортонда һөнәри квалификацияһын үҫтерергә килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы коллективы менән ижади осрашыу үткәрҙе. Баҫманың баш редакторы Салауат Кәримов 95 йәщлек журналдың тарихы, үҫеш йылдары һәм мөхәририәттең бөгөнгө эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.Ырымбур өлкәһенән, Хәйбулла , Белорет, Дүрөйлө, Иглин,Өфө, Октябрск, Благовещен ҡалаларынан килгән уҡтыусылар күп һанлы һорауҙар бирҙе, теләктәрен белдерҙе. Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 01 фев 2016, 09:13

О наборе на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы по теме: «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС».

Сроки проведения курсов: с 28 января по 13 февраля 2016 г., 72 часа.

По окончании курса обучения выдается удостоверение о повышении квалификации.

Для участия просим Вас до 26 января 2016 г. зарегистрироваться на сайте irorb.ru по ссылке http://irorb.ru/dist/main_dist.php.

Контактный телефон: 8 (347) 2282504, доп. 2-41.

Руководитель курсов: Рахматуллина Загида Аюповна.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 01 фев 2016, 09:11

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на внебюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы по теме: «Использование информационно-коммуникационных технологий в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС основного общего образования».

Сроки проведения курсов: с 8.02.2016 г. по 20.02.2016 г., 72 часа.

По окончании курса обучения выдается удостоверение о повышении квалификации.

Для участия на дистанционных курсах просим Вас оставить заявку на сайте irorb.ru по ссылке http://www.irorb.ru/dist/main_dist.php.

Ведущий и руководитель курса – Ильмухаметов Ахат Галимович, тел.: 8 (347) 228-25-04 (внутренний 2-41), e-mail: achat71@mail.ru.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 28 янв 2016, 11:56

Өфө ҡалаһында башҡала уҡытыусыларының "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2016" конкурсы үтте.Өфөлә 12 меңдән ашыу уҡытыусы эшләй, йыл һайын 3 мең педагог ведомтво наградалары менән бүләкләнә. Конкурстарҙа ҡатнашыу эҙһеҙ үтмәй.Быйыл конкурс 19 - сы ҡабат уҙғарыла, унда 66 уҡытыусы ҡатнаша, 17 педагог - йәш уҡытыусы. 27 уҡытыусы туған телдәрҙән уҡыта. Уҡытыусыларыбыҙҙың һөнәри оҫталығын ф.ф.к., доцент, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры Винер Шәйәхмәтов етәкләгән абруйлы жюри баһаланы.Йылдағыса, конкурс дәрес һәм уға үҙ анализ, "оҫталыҡ - класы", "белем биреү проекты" һәм "түңәрәк өҫтәл" кеүек этаптарҙан торҙо. Бөтә этаптар ҙа Өфө ҡала округының Дим муниципаль районы мәктәптәрендә барҙы.123, 101, 102 -се мәктәптәр коллективы конкурстың юғары кимәлдә үтеүенә һәр яҡлап булышлыҡ итте. Дим районы уҡыусыларының башҡорт теленә, уҡытыусыларға булған мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Һис шикһеҙ, конкурс уҡытыусыларыбыҙҙың һөнәри оҫталығын, аралашыу маһирлығын, баш ҡалабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу кимәлен яңы бейеклеккә күтәреүҙә ҙур роль уйнаны.Ҡатнашыусыларҙың һәм жюри ағзаларының ҡәнәғәтлек алыуы ошо хаҡта асыҡ һөйләй. Ә тиҙҙән Рус драма тетрында еңеүселәрҙең исеме фанфаралар тауышы аҫтында яңғыраясаҡ. Мәғарифты үҫтереү институты доценты Ф.Б. Саньяров.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 25 янв 2016, 04:42

Ғәбитова З.М., Усманова "Башҡорт теле" дәреслеге буйынса сәғәттәр бүленешен тәҡдим итәбеҙ.
Беҙҙең мәктәп! -10
1. Т.Ғәниева. Беренсе сентябрь. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2. Намыҫлы бул! Исем.
3. Ф.Фәткуллина. Ҡояш. Диалог.
4. Ҡоштар. Текст.
5. Экскурсия “Көҙгө тәбиғәтте күҙәтеү”
6. Көҙ күренештәре. Баҫым.
7. К.Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс. Синоним.
8. М.Горький. Китапты яратығыҙ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
9. Контроль диктант.
Башҡортостан ере буйлап -14
1. А.Филиппов. Ватан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2. Т.ү. В.Э.Меос “Тауҙарҙа томан. Белорет районы”.
3. Т.ү. Инша.
4. Р.Бикбаев. Салауат батыр һәйкәле. Антонимдар.
5. Г.Юнысова. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле. Омонимдар.
6. Изложение.
7. Хаталар өҫтөндә эш.
8. М.Кәрим. Ватаным. Һүҙлек менән эш.
9. Проект эше. “Башҡортостан – тыуған төйәгем”.
10. Башҡортостан ере буйлап. Ҡылым.
11. Ә.Әсәҙуллина. Хушлашыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
12. Диктант.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.-6
1. Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2. Дуҫлыҡ ауыр саҡта һанала. Исем.
3. Т.ү. Изложение.
4. Д.Фәтихова. Кем дуҫ? Уртаҡлыҡ исемдәр.
5. А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
6. Контроль диктант.
Ҡыш дауам итә-13
1. Ф.Мәҡсүтова. Ҡар бөртөктәре.
2. Ҡоштар донъяһы. Исемдәрҙең күплек ялғауы.
3. К.Шафиҡова. Ҡар яуа. Һөйләм.
4. Т.Сәғитов. Икмәк. Һөйләм төрҙәре.
5. Проект эше. “Икмәк – кешенең төп ризығы”.
6. Юл йөрөү ҡағиҙәләре. Ябай һөйләм.
7. Н.Нәжми. Ҡыш. Ҡылым.
8. Т.ү. И.И.Шишикин. Ҡарағай урманындағы иртә.
9. И.Кинйәбулатов. Хәйерле иртә. Ҡылым.
10. Экскурсия “Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтарыбыҙ”
11. Этикет ҡағиҙәләре. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
12. К.Кинйәбулатова. Аҡ нур булып балҡыны. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
13. Диктант.

Яҙ килә, яҙ! -14
1. Р.Янбулатова. Ҡоштар ҡайта. Һандар.
2. Г.Юнысова. Тәбиғәтте шулай яраталармы? Хәбәр һөйләм.
3. Р.Ҡужина-Латыпова. Күҙҙәреңдә әсәй – донъя…Өндәү һөйләм.
4. Изложение.
5. Хаталар өҫтөндә эш.
6. К.Кинйәбулатова. Ҡарғалар йыры. Һорау һөйләм.
7. Ҡарға бутҡаһы. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.
8. Экскурсия “Яҙғы байрамдар”.
9. Ф.Рәхимғолова. Апрель йылмая. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
10. Т.ү. Б.Домашников. “Май. Ҡайынлыҡ”. -2 сәғәт
11. Яҙ көндәрендә. Һандар. – 3 сәғәт


Йәмле йәй килә -14
1. Г.Фәйзи. Йәйҙе яратам. Ҡылым.
2. Р.Әхмәҙиев. Июнь һәм май. Һөйләм.
3. Ш.Янбаев. Һабантуй. Һөйләм төрҙәре.
4. Р.Ғабдрахманов. Ил төкөрһә, күл була. Һүҙлек менән эш
5. Т.ү. Инша. А.Тюлькин “Өфө ҡалаһындағы шихандар”.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып... Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
8. Проект эше. “Бал ҡорттары”
9. Г.Яҡупова. Июль. Сифат.
10. Экскурсия “Йәмле йәй көндәрендә”
11. С.Әлибай. Сал Урал. Сифат.
12. Й.солтанов. Тыуған еркәйем. Синонимдар.
13. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
14. Контроль диктант.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 25 янв 2016, 04:35

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы по теме: «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС».
Сроки проведения курсов: с 28 января по 13 февраля 2016 г., 72 часа.
По окончании курса обучения выдается удостоверение о повышении квалификации.
Для участия просим Вас до 26 января 2016 г. зарегистрироваться на сайте irorb.ru по ссылке http://irorb.ru/dist/main_dist.php.
Контактный телефон: 8 (347) 2282504, доп. 2-41.
Руководитель курсов: Рахматуллина Загида Аюповна.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 15 янв 2016, 09:34

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттр кафедраһы доценты, IV Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, институттың йәмәғәтселек һәм матбуғат саралары менән бәйләнеш белгесе Фәнзил Саньяров "Арҡадаш" башҡорт йәмәғәт ойошмалары берлеге үткәргән "түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Сараға күп кенә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне. Көн тәртибендә бер һорау ҡуйылды: Рәсәйҙә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың яңы концепцияһы. Билдәле булыуынса, яңы концепцияла Рәсәй Федерацияһындағы 43 мең белем биреү ойошмаларының 4 меңендә белем биреү туған телдәрҙә алып барыла, баҡ тиһәң, ошо хәл рус телен уҡытыуға ҡамасаулай икән.Һорау тыуа: ә ҡайҙа Рәсәй халыҡтарының туған телдә белем алыуға булған конституцион хоҡуҡтары?
Ошо мәсьәләләр буйынса доцент Ф.Б. Саньяров һәм ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғ.Х. Япаров 15 ғинуарҙа "Киске Өфө" гәзите ойошторған "түңәрәк өҫтәлдә" лә ҡатнашты. Полемик диалогты гәзиттең алдағы һандарында уҡый алаһығыҙ.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 15 янв 2016, 04:56

11-13 ғинуарҙа Өфө ҡалаһындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназияла мәктәп уҡыусыларының башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадаһы булып үтте. Өс көн барған көсөргәнешле бәйгелә өс йөҙҙән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән килгән 13 үҫмер, көс һынашты. Олимпиада өс турҙа уҙҙы: беренсе көндә уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап яҙҙылар, икенсе көнөндә ижади һәләттәрен күрһәттеләр - инша яҙҙылар, шиғыр һөйләнеләр. Ярыштар араһында яҙыусылар, ғалимдар, студенттар менән осраштылар, фекер алыштылар. Мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы менән осрашыу бик эшлекле үтте, уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙҙерен борсоған бик күп һорауҙарына аныҡ яуап алдылар. Еңеүселәр Мәҡариф министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтө донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов ҡатнаштылар, еңеүселәргә үҙ бүләктәрен тапшырҙылар. Шулай уҡ ЮНЕСКО вәкилдәре лә ҡотлау һүҙен еткерҙе.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 328
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 30 дек 2015, 07:22

Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар! Һеҙҙе Яңы йыл менән институт һәм кафедра исеменән ихлас ҡотлайым, сикһеҙ бәхет, ижади уңыштар теләйем!

Яңы йылды көтәм

Ҡосаҡ йәйеп, Яңы йылды көтәм,
Яҡты уйҙар ҡуйҙым әҙерләп.
Үткәне лә үтә яҡын булды,-
Оҙатаһы килмәй әҙерәк.
Ваҡыт - толпарҙарын туҡтатмайым,
Елһен, әйҙә, Ғаләм иңләтеп.
Яңы йылдың һәр көн, һәр сәғәте,
Бәрәкәттәр бирһен, илгә, тим!
Көндәребеҙ сыуағыраҡ килһен,
Бәхетлерәк атһын иртәләр!
Йәш ғаиләләр сикһеҙ һөйөү менән,
Сабыйҙарын наҙлар, иркәләр.
Кешеләрем ҙур ышаныс менән,
Өмөт менән баҡһын дәүергә.
Көтөлмәгән ерҙән бәхет яуһын
Ватаныма, Ғаләм, дәү Ергә!

Йылан йылында тыуҙым...

Тыуһам да мин
Йылан йылдарында,
Бер кем әйтмәҫ, йылан булманым!
Боҫоп ятып, кинәт саҡманым да,
Йылан булып, кеше быуманым...

Ихлас сәләмдәр менән Фәнзил Саньяров
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron