Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение liliya1993 » 08 фев 2016, 10:41

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы уҡыу йортонда 8 февраль көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Лариса Абдуллина менән осрашыу үткәрҙе.Сара бик фәһемле һәм файҙалы үтте. Ойоштороусоларға ҙур рәхмәт!
liliya1993
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:01

Re: Новости

Сообщение Нурзиля Аслямовна » 08 фев 2016, 10:23

Бөгөн Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса курс тынлаусыларынын башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллина менән осрашыуы булды. Осрашыу бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булды. Бик матур шиғырҙар тынланыҡ. Шағирәгә ижади уныштар теләйбеҙ!
Нурзиля Аслямовна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:03

Re: Новости

Сообщение Гүзәл Илдар ҡыҙы » 08 фев 2016, 10:20

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн 1 февралдә башланған квалификация үҫтереү курстары аҙағына ла етеп килә. Курстар бик күнелле булды, беҙҙен өсөн төрлө саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙолар. Үҙебеҙҙен күп һорауҙарға яуаптар алдыҡ, фекерҙәребеҙ менән бүлештек. Кураторыбыҙ Ҡыуатова Гөлсиә Диасовнаға, уҡытыусыларға, осрашыуға килгән яҙыусыларға, журналистарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!!!
Гүзәл Илдар ҡыҙы
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:01

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 08 фев 2016, 05:34

Өфө ҡалаһының 22- се дөйөм белем биреү ойошмаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, йәш педагог Әлфинә Таһир ҡыҙы Шәмиғолова "Башҡорт халҡының традицион өҫ, аяҡ кейемдәре һәм биҙәнеү әйберҙәре лексикаһы" темаһына БДУ - ның докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса махсуслашҡан советында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы.Ғилми етәксеһе, БДУ - ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина. Рәсми оппоненттары татар телсеһе, филология фәндәре докторы Айнур Әхәт улы Тимерханов (Ҡаҙан), ф.ф. к., доцент Фәнзил Саньяров. Сығыш яһаусы ғалимдар диссертацияның бик актуль булыуын, практик әһәмиәте барлығын билдәләне. Әйткәндәй, Әлфинә Шәмиғолова республика гранты ярҙамында ҙур күләмле һүҙлек нәшер итте. Оҙаҡламай монографияһы донъя күрәсәк."Башҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2016" конкурсында ла ҡатнашып, йәш ғалимә үҙенең оҫта һәм һәләтле уҡытысы булыуын иҫбатланы. Ошондай йәштәребеҙ булғанда туған телебеҙ һәм фәнебеҙ киләсәге яҡты өмөттәр уята. Фәнзил Саньяров.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Акманова Фархана » 06 фев 2016, 08:57

Хөрмәтле коллегалар! ФДББс талаптарына ярашлы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү өсөн 5-се синыф "Башҡорт теле" дәреслектәре сыҡтымы?
Акманова Фархана
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 06 фев 2016, 08:28

Re: Новости

Сообщение ильгизГ » 06 фев 2016, 08:18

Хөрмәтле Зәкиә Муллагалеевна! Электрон вариантта уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар киләсәктә булырмы икән?
ильгизГ
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 06 фев 2016, 08:00

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 04 фев 2016, 11:49

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафераһы 4 февралдә уҡыу йортонда курстар үтеүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм республикабыҙҙың йәш яҙыусылары, шағирҙары менән ижади осрашыу ойоштоҙо. Шағирәләр , БР Яҙыусылар ағзалары Зарема Бағышаева, Олеся Әхмәтрәхимова, Руслан Сөләймәнов, прозаиктар, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, Венер Исхаковтар үҙ әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Белорет районының Инйәр мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Саматова үҙенең "Кәкүк" хикәйәһе менән таныштырҙы. Ижадсылар һәм әҙәбиәт уҡытыусылары бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте, уҡыусы балар араһында әҙәби ижадҡа ынтылыш тәрбиәләү хаҡында фекер алышты. Осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Фанзиль Булякович » 04 фев 2016, 11:37

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы уҡыу йортонда һөнәри квалификацияһын үҫтерергә килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы коллективы менән ижади осрашыу үткәрҙе. Баҫманың баш редакторы Салауат Кәримов 95 йәщлек журналдың тарихы, үҫеш йылдары һәм мөхәририәттең бөгөнгө эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.Ырымбур өлкәһенән, Хәйбулла , Белорет, Дүрөйлө, Иглин,Өфө, Октябрск, Благовещен ҡалаларынан килгән уҡтыусылар күп һанлы һорауҙар бирҙе, теләктәрен белдерҙе. Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды.
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 01 фев 2016, 09:13

О наборе на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на бюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы по теме: «Теоретические и методические особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС».

Сроки проведения курсов: с 28 января по 13 февраля 2016 г., 72 часа.

По окончании курса обучения выдается удостоверение о повышении квалификации.

Для участия просим Вас до 26 января 2016 г. зарегистрироваться на сайте irorb.ru по ссылке http://irorb.ru/dist/main_dist.php.

Контактный телефон: 8 (347) 2282504, доп. 2-41.

Руководитель курсов: Рахматуллина Загида Аюповна.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 01 фев 2016, 09:11

Институт развития образования Республики Башкортостан объявляет набор группы на внебюджетные дистанционные курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы по теме: «Использование информационно-коммуникационных технологий в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС основного общего образования».

Сроки проведения курсов: с 8.02.2016 г. по 20.02.2016 г., 72 часа.

По окончании курса обучения выдается удостоверение о повышении квалификации.

Для участия на дистанционных курсах просим Вас оставить заявку на сайте irorb.ru по ссылке http://www.irorb.ru/dist/main_dist.php.

Ведущий и руководитель курса – Ильмухаметов Ахат Галимович, тел.: 8 (347) 228-25-04 (внутренний 2-41), e-mail: achat71@mail.ru.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 3

cron