Фанзиль Булякович » 30 дек 2015, 07:22
Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар! Һеҙҙе Яңы йыл менән институт һәм кафедра исеменән ихлас ҡотлайым, сикһеҙ бәхет, ижади уңыштар теләйем!
Яңы йылды көтәм
Ҡосаҡ йәйеп, Яңы йылды көтәм,
Яҡты уйҙар ҡуйҙым әҙерләп.
Үткәне лә үтә яҡын булды,-
Оҙатаһы килмәй әҙерәк.
Ваҡыт - толпарҙарын туҡтатмайым,
Елһен, әйҙә, Ғаләм иңләтеп.
Яңы йылдың һәр көн, һәр сәғәте,
Бәрәкәттәр бирһен, илгә, тим!
Көндәребеҙ сыуағыраҡ килһен,
Бәхетлерәк атһын иртәләр!
Йәш ғаиләләр сикһеҙ һөйөү менән,
Сабыйҙарын наҙлар, иркәләр.
Кешеләрем ҙур ышаныс менән,
Өмөт менән баҡһын дәүергә.
Көтөлмәгән ерҙән бәхет яуһын
Ватаныма, Ғаләм, дәү Ергә!
Йылан йылында тыуҙым...
Тыуһам да мин
Йылан йылдарында,
Бер кем әйтмәҫ, йылан булманым!
Боҫоп ятып, кинәт саҡманым да,
Йылан булып, кеше быуманым...
Ихлас сәләмдәр менән Фәнзил Саньяров