Уҡыусыларға кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һәр ваҡыт дәрестә генә биреп бөтөп булмай, шуға күрә уларҙың электрон адрестарына йәки социаль селтәрҙәге биттәренә ебәрергә мөмкин. Бында электрон журналдың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Хатта уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән дә бәйләнешкә инеп була.
Дөйөм алғанда, электрон уҡытыу уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү уята. Заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтеүегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт!