AlfinaGab » 24 янв 2020, 14:44
"Интерактив башҡорт теле" - киң мәғлүмәтле ҙур бер проект. Сағыу һүрәттәр, видеолар, интерактив күнегеүҙәр һәм тестар менән тулыландырған онлайн-дәрестәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, телдең лексикаһы һәм грамматикаһын өйрәнгәндә рәхәтләнеп ҡулланырға була.
"Башҡорт теленең тематик һүҙлеге" бүлеге үҙ төҙөлөшөнә 32 һүҙҙәр төркөмөнә тупланған.Һәр бер һүҙҙең дөрөҫ әйтелеш формаһы - фоно-яҙмаһы бирелгән. Был иһә, башҡорт телен башланғыс кимәлдә өйрәнеүсе уҡыусылылар өсөн бик уңайлы.
Бынан тыш, визуаль-һүҙлек тә бирелгән, йәғни уҡыусыларға төрлө предметтарҙың һүрәтен ҡарап уларҙың исемдәрен, атамаларын әйтеп ултырырға мөмкинлек бирә.
Башҡорт теленең төҙөлөшөн аңларға, үҙ аллы һөйләмдәр, текстар төҙөргә ярҙам итеүсе "Башҡорт теленең грамматикаһы" тип аталған бүлек тә бик ентекле өйрәнеп эшләнелгән бүлек. "Фонетика", "Морфология"-ның һәр бер тармағына туҡталып, терминдарға аңлатма биреп, миҫалдар менән дәлилләнгән.
"Интерактив башҡорт теле" проекты башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн дә, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу өсөн дә ҙур ярҙамсы булып тора.