Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение Райза » 14 мар 2016, 14:47

14 мартта Дәүләкән ҡалаһында райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн курстар башланды. Беренсе дәрестәрҙе Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов алып барҙы. Ул тыңлаусыларҙы бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы материалдар менән таныштырҙы. Курстарҙы үҙебеҙҙең ерлектә ойошторған өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына, методисыбыҙ Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ.
Райза
 
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Re: Новости

Сообщение Земфира Ириковна » 14 мар 2016, 14:32

Үҙебеҙҙең йондоҙсоҡ
Гөлүзә Әхмәҙиева Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында уҡый. Тырыш ҡыҙ VII синыфта «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. «Дим» берекмәһендә бик теләп шөғөлләнә. Хисләнеп китһә, шиғырҙар ҙа яҙа. Йыр, бейеүгә лә маһир. Уны белем усағыбыҙҙа «беҙҙең йондоҙсоҡ» тип тә йөрөтәләр.
Башҡорт телендә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2014 йылда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район бәйгеһендә еңеүсе булды. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр ярышынан да ҡалғаны юҡ, йыл һайын призлы урын яулау бәхетенә ирешә. Былтыр Әҙәбиәт йылына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында иң-иңе булып танылды.
Беҙ уны яратабыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
Земфира Ириковна
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:25

Re: Новости

Сообщение MORATSOLTAN » 12 мар 2016, 08:15

Октябрьский ҡалаһы уҡытыусылары исеменән Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улына һәм Санъяров Фәнзил Бүләк улына эшлекле һәм йөкмәткеле курстар үткәргәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! :D
MORATSOLTAN
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 12 мар 2016, 08:09

Re: Новости

Сообщение Гульнара 0809 » 10 мар 2016, 07:33

Һаумыһығыҙ! Курстар өсөн рәхмәт!
Гульнара 0809
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 10 мар 2016, 07:29

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 10 мар 2016, 04:50

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының сайтында ("Конкурсы" бүлегендә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы") конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт бирелә һәм һәр уҡытыусының сайтына инеү мөмкинлеге бирелә. Сайттарҙы ҡарарға тәҡдим итәм. Унда үҙегеҙ өсөн бик күп материал менән танышырһығыҙ. Икенсенән, коллегаларығыҙҙың сайты, уларҙың эше буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе (комментарий) яҙып ҡалдырып, конкурста ҡатнашыусы коллегаларығыҙға ярҙам итәсәкһегеҙ. Өсөнсөнән, беҙҙең берләшмәлә сайт буйынса, ундағы материалдар буйынса фекер алышыуҙы дауам итәйек! Һеҙҙән яҙмалар, аралашыуҙы көтәбеҙ.
Ихтирам менән, З.М.Ғәбитова.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение elvira maratovna » 01 мар 2016, 06:57

Второй день в Аургазинском районе Ильмухаметов Ахат Галимович проводит курсы для учителей башкирского языка и литературы.
elvira maratovna
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 01 мар 2016, 06:48

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 08:55

Өфө ҡалаһының 29 - сы дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Шәмиғолова "Баш ҡала йыл уҡытыусыһы - 2016" конкурсында ҡатнашып, "Педагогик өмөт" номинацияһында еңеү яуланы. Йәш уҡытыусының бындай баҫҡысҡа күтәрелеүе осраҡлы түгел. Йыл башында ул БДУ - ның Диссертациялар яҡлау советында филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә этнографик лексика буйынса диссертацияһын юғары кимәлдә яҡланы.Ул бик күп ғилми мәҡәләләр (шул иҫәптән ВАК) авторы. Конкурс ваҡытында мин уның дәрестәрен, сығыштарын иғтибар менән тыңлап барҙым, уңыштарына ҡыуанып йөрөнөм.Әлфинә, афарин, барлыҡ өмөттәрҙе аҡланың!

"Педагогик өмөт" - ҙур аванс,
Хеҙмәт юлың матур башлана.
Исемдәрең бер саҡ, йәнә балҡып,
Ғорурланыр әле баш ҡала! Халҡыбыҙ һәм телебеҙгә хеҙмәт ит, еңеүсе! Рәсми оппонентың Фәнзил Саньяров.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 08:30

26февральдә "Башкортстанның башкаласы укытучысы - 2016" педагогик осталык конкурсын ябу тантанасы үтте. Бу чарада конкурсның җиңүчеләре. призёрлары, башкалабызның киң педагогик җәмәгатьчелеге катнашты. Үзенчәлекле бу чарада конкурсның җиңүчеләре игълан ителде. Алар арасында шәһәребез мәктәпләренең башкорт һәм татар телләре укытучылары да бар иде. Бу куанычлы вакыйга булып тора. Башкалабыз ел укытучысы конкурсы җиңүчеләре республика күләмендә үткәреләчәк ел укытучысы конкурсында көчләрен сынаячаклар. Аларга уңышлар телибез.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 06:17

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы уҡытыусылары Ауырғазы районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн 29 февраль - 4 мартта һөнәри үҫтереү курстары ойоштора. Улар барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың яңылыҡлы алымдары, ИКТ буйынса теоретик материал бирелә, практикаға айырыуса иғтибар бүленәсәк. Курстарға рәхим итегеҙ, коллегалар!
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 06:04

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, Бөтә донъя башҡорттары IV ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Фәнзил Саньяров Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы эше менән танышты. Уны гимназия директоры, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәисе Хөсәйенова Гөлшат Нибиулла ҡыҙы оҙатып йөрөнө. Гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу юғары кимәлгә ҡуйылған. Н. Нәжми музейы эшләп килә.Әҙәби мөхит булдырылған.Зарипова Вероника, Камалова Руфина кеүек алдынғы уҡытыусылар ең һыҙғанып эшләй. Уҡыусыларҙың төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнашыуы, ҡобайыр, шиғыр ижад итеүҙәре - гимназияла региональ материалды, крайҙы өйрәнеү эшенең һәйбәт ҡуйылыуы хаҡында һөйләй. Шуға күрә ошо йүнәлеш буйынса ҡала гимназияһы МҮИ - ның стажер майҙансығы булараҡ эш башларға тора. Коллективҡа уңыштар теләйек!
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 4

cron