Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:49
8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы
(6 сәғәт)
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһын үткәндә бер-береңде ҡотлау, йылы һүҙҙәр әйтергә өйрәнеү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү, ҡатын-ҡыҙ яғынан туғанлыҡ терминологияһын белеү, класта бер-береңә, уҡытыусыларға, ҡатын-ҡыҙ туғандарҙы телефон аша, СМС хәбәрҙәр ебәреү, электрон почта аша ҡотлауҙар яҙыу. Уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә ҡуллана белеү төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыу күнекмәләренә өйрәтеү. Тексты анализлай, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү юлдарын дөрөҫ итеп башҡорт телендә һөйләй белеү.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса тәҡдим ителгән текстарҙы үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һөйләшеү, һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү өҫтөндә эшләү дауам ителә.
Был бүлектә “Антонимдар” темаһы үтелә.
Был бүлектә грамматик-лексик темалар түбәндәгесә бүленә:
1. Ф.Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем”. Антонимдар……………………..1 сәғәт
2. Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн”. Синонимдар……………………..1 сәғәт
3. Конторль диктант…………………………………………………1 сәғәт
4. Ә.Ихсан. “Әсә рәхмәте” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…………1 сәғәт
5. Т.ү. Һүрәт буйынса эш……………………………………………1 сәғәт
1-се дәрес
Ф.Мөхәмәтйәнов “Әсәйем”. Антонимдар.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2.Антонимдар темаһын үҙләштереү, уны ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнеү.
3. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ф. Мөхәмәтйәновтың “Әсәйем” шиғырын тасуири уҡыу. Ф.Мөхәмәтйәновтың ижады менән танышыу. Уның шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереп, әсәйҙәрҙең бөйөклөгө тураһында әңгәмә ойоштороу. Әсәйҙәр тураһында йырҙар, шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Бер-береһе менән әңгәмәләшеү, бер-береһенең фекерен тыңлау, хаталарын төҙәтеү, үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтеү өҫтөндә эшләү. Бер-береһенең эшен баһаларға һәм хаталарҙы дөрөҫ итеп төҙәтеү.
Грамматика буйынса антоним темаһын үҙләштереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ,
Ҡотлайбыҙ өләсәйҙе.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Артикуляцион күнегеүҙә һүҙ нимә тураһында барыуы, әсәй тураһында әңгәмә ойоштороу.
2. Артикуляцион күнегеүҙән сығып, яңы теманы билдәләү.
III. Яңы тема.
1. Донъяла иң ҡәҙерле кеше әсәй икәнлеген, әсәйҙәрҙе яратырға, уларға ярҙам итергә, уларҙы бер ваҡытта лаборсомаҫҡа кәрәклекте аңлатыу, әңгәмә ойоштороу. Яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар иң күркәм әҫәрҙәрен үҙҙәренең әсәләренә бағышлай. Шул әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәрен һанап китеү. Ф. Мөхәмәтйәнов үҙенең шиғырын әсәһенә бағышлаған.
2. Ф.Мөхәмәтйәнов “Әсәйемә” шиғырының йөкмәткеһе менән танышыу:
1) Автор тураһында белешмә:
Файыҡ Тимерйән улы Мөхәмәтйәнов 1921 йылдың 10 мартында Борай районының Ҙур Баҙраҡ ауылында тыуа.
Файыҡ Мөхәмәтйәнов күп кенә очерктар яҙған. Ул балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙылған ун шиғыр китабы авторы.
1) Һүҙлек эше: намыҫ, данлы, күркәм, бөйөк;
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Үҙ аллы уҡыу;
4) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуы;
5) Һорауҙарға яуап биреү.
3. Төркөмдә эш: 2.1., 2.2.
4. Парҙар менән эш: электрон почтаға дуҫ ҡыҙыңа байрам менән ҡотлау яҙыу.
5. Үҙ аллы эш: һәр кем бирелгән һүҙҙәр ярҙамында шиғыр юлдары яҙа, бер-береһен тыңлыйҙар.
6. 6-сы күнегеү. 3 төркөмгә уҡыусыларҙы бүләбеҙ һәм һәр төркөм бер шиғыр строфаһында нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр өҫтәп яҙыу;
1) һуңынан уҡытыусы экранға дөрөҫ вариантты сығара һәм шиғырҙы тасуири уҡыу ойошторола;
2) нөктәләр урынына ҡуйылған һүҙҙәр тураһында һөйләше, йомғаҡлау.
3) Антоним тураһында һөйләшеү һәм теманы нығытыу:
1) 112-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу;
2) Экранда һүҙҙәр, уҡыусылар антонимын әйтәләр: ҡыҫҡа, тырыш, йүгерә, аҫта, кил.
7. Теманы нығытыу.
1) 7-се күнегеү.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 5-се күнегеү.
1. Һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу.
2. Тәржемә итеү.
3. Үҙегеҙгә оҡшаған һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлап яҙығыҙ.