Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 29 фев 2016, 05:50

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының сираттағы һаны донъя күрҙе. Һеҙҙең иғтибарға ф.ф.д, профессор Р.Ә.Абуталипова "Тәүге башҡорт теле дәреслегенә -90 йыл", ф.ф.к, доцент Санъяров Ф.Б. "Бер телдән дә телем кәм түгел...", БР Мәғариф министры урынбаҫары В.Ф. Вәлиеваның "Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифы: бөгөнгө торошо һәм перспективалары", Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2015" республика конкурсы еңеүсеһе Риянова З.Х., "Алмашлык төркемчәләре. Зат алмашлыклары" дәрес эшкәртмәләре, Рауил Шаммасҡа - 85 йәш тулыу айҡанлы уның шиғырҙар шәлкеме һ.б. бай йөкмәткеле, кәрәкле мәҡәләләр тәҡдим ителгән.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 05:45

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре профессор Зәкиә Ғәбитова, доценттар Әхәт Илмөхәмәтов һәм Фәнзил Саньяров Дурөйлө районы уҡытыусылары өсөн файҙалы курстар ойошторҙо.Был курстар тәрән уйланғанлығы, йөкмәткеһе менән айырылып торҙо. Мәҫәлән, Ф.Б. Саньяров 5 -се ҡала мәктәбенең 6 - сы класс уҡыусылары менән З. Биишеваның "Башҡорт теле" темаһына асыҡ дәрес бирҙе.Уҡытыусылар дәресте юғары баһаланы, ББФДС ҡуйған талаптарҙың ни рәүешле ғәмәлләштерелеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Бер төркөм уҡытыусылар (И.М. Фәтхетдинова, Ғ.Ә. Камалова, М.Х. Савченко һәм Ф.Б. Саньяров) Назар Нәжмиҙең тыуған ауылында булды, халыҡ шағирының йорт музейы менән танышты.Ф.Б. Саньяров үҙ тәъҫораттары менән уртаҡлашты, Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын һөйләне. Музей методисы Жәлил Сабировҡа ҡайһы бер кәңәштәрен әйтте. Назар Нәжми ижадын өйрәнеүселәр бында йыш була икән. Шағир: "Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым..." , - тип яҙһа ла, яҡташтары бынамын тигән һәйкәл ҡуйған бөйөк һүҙ оҫтаһына!
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 05:26

2016 йылдың 28 февралендә филология фәндәре кандидаты, Рәсәй федерацияһының һәм БАССР - ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР мәғариф отличнигы, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, ярты быуат Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып фиҙакәр хеҙмәт иткән Рим Сәйетбаттал улы Искәндәровтың тыуыуына 85 йыл тулды.Ул 1980 йылда "Сәғит Ағиш әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре" темаһына диссертация яҡланы, бер нисә методик хеҙмәттәр, күп һанлы мәҡәләләр авторы булды."Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының яҡын дуҫы ине, баҫманың йыл лауреаты. Утәгән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә крайҙы өйрәнеү музейы булдырып, уның эшен республика кимәлендә таратты. Республикала иң тәүге тел һәм әҙәбиәт кабинеты ойошторҙо. Ғүмере буйы илһамланып, әсә телебеҙҙе уҡытты.Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл халҡы уны имам - хатип итеп һайланы.Тиҙ арала изге китапты өйрәнеп, матур мәҡам менән доға - аяттар уҡыны, район халҡына иман нуры сәсте. 6 айлыҡ сағында ағайыбыҙ етем ҡала (олатайым фажиғәле һәләк була(1930й.)) Бабайыбыҙ Усман Абдуллиндан балыҡсы һөнәренә өйрәнеп, аслыҡ йылдарында иҫән ҡала. Мин ғүмерем буйы Рим ағайымдан өлгө алдым, уға оҡшарға тырыштым, уҡытыусы һәм етәксе булырға өйрәндем. Ул өс тиҫәтәнән ашыу тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы әҙерләне. Район методик берекмәһен бик оҙаҡ йылдар етәкләне. Бындай заттар халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана.
Фәнзил Саньяров.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Люция Рифовна » 28 фев 2016, 12:52

Эйе, курстар ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Үҙебеҙгә кәрәкле бик күп мәғлүмәт алдыҡ, кәйефтәр күтәрелеп китте. Уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт!!!!
Люция Рифовна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 28 фев 2016, 12:39

Re: Новости

Сообщение Камалова Галима » 26 фев 2016, 14:50

Дүртөйлө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ойошторолған курстар бөгөн дә дауам итте.Бөгөн беҙҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, ф.ф.к., Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ,РБ мәғариф алдынғыһы, М. Өмөтбаев премияһы лауреаты Ф.Б.Саньяров сығыш яһаны.
Камалова Галима
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 фев 2016, 05:11

Re: Новости

Сообщение Камалова Галима » 26 фев 2016, 14:48

Дүртөйлө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ойошторолған курстар бөгөн дә дауам итте.Бөгөн беҙҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, ф.ф.к., Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ,РБ мәғариф алдынғыһы, М. Өмөтбаев премияһы лауреаты Ф.Б.Саньяров сығыш яһаны.
Камалова Галима
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 фев 2016, 05:11

Re: Новости

Сообщение эльнара газизова » 25 фев 2016, 18:29

2016 йылдың 24 - 27 февралендә Дүртөйлө ҡалаһының 5 -се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы һөнәри оҫталыҡ үҫтереү курстары ойошторҙо. Мөһим сара сиктәрендә теоретик материал бирелә, оҫталыҡ - кластары үткәрелә. Иртәгә 6 класта асыҡ дәрес үткәреү көтөлә. Кафедра мөдире профессор З.М. Ғәбитова, доценттар Ә.Ғ. Илмөхәмәтов һәм Ф.Б. Саньяров бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы сығыштар яһайҙар.Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ!
эльнара газизова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 25 фев 2016, 16:28

Re: Новости

Сообщение Камалова Галима » 25 фев 2016, 05:17

Беҙ Дүртөйлөлә курстар үтеп йөрөйбөҙ!!! Курстар бик мәғлүмәтле! Рәхмәт Һеҙгә!!!
Камалова Галима
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 фев 2016, 05:11

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 24 фев 2016, 04:50

"Башҡортостан уҡытыусыһы" (№ 2, 2016. - 5 - 10 б.б.) журналында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, ф.ф.к., Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ,РБ мәғариф алдынғыһы, М. Өмөтбаев премияһы лауреаты Фәнзил Саньяровтың "Бер телдән дә телем кәм түгел" исемле мәҡәләһе донъя күрҙе. Автор, Халыҡ - ара туған тел көнө уңайы менән, башҡорт теленең бөгөнгө булмышы, милли мәғариф мәсьәләренә ҡағылышлы проблемалар күтәрә. Республикабыҙҙың туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашһа ине.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 20 фев 2016, 08:51

2016 йылдың 24 - 27 февралендә Дүртөйлө ҡалаһы һәм уҡытыусылары өсөн Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы һөнәри оҫталыҡ үҫтереү курстары үткәрә. Мөһим сара сиктәрендә теоретик материал бирелә, оҫталыҡ - кластары, асыҡ дәрестәр үткәреү көтөлә. Кафедра мөдире профессор З.М. Ғәбитова, доценттар Ә.Ғ. Илмөхәмәтов һәм Ф.Б. Саньяровтың ҡатнашыуы көтөлә. Курстарға рәхим итегеҙ, коллегалар!
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2