Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 20 фев 2016, 06:47

Дүртөйлө районының Исмәил урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә арнап, "Урал батыр" эпосы байрамын үткәрҙе. Сараның төп ойоштороусыһы- Гүзәлиә Урал ҡыҙы Закирова. Танылған уҡытыусы "Тирмәкәй" авторлыҡ программаһын төҙөгән, 220 бала уҡыған мәктәптә шуға ярашлы халыҡ традицияларын, ауыҙ - тел ижадын өйрәнәләр. Уҡыусылар эпосыбыҙҙы яттан һөйләй, республика конкурстарында актив ҡатнаша. 19 февралдә үткән байрамда ла башҡорт телен яҡшы белеүҙәрен, яратыуын күрһәтте белем алыусылар. "Урал батыр " буйынса үткән флешмоб ҙур йәнлелек менән үтте. Урамда ҡышҡы уйын йолалары үҙғарылды. Мәктәп көрәшселәре спорт таҫыллығы менән һоҡландырҙы.Уҡытыусылар Ғәлиә Әйүпова, , Айгөл Шәйниязова, китапханасылар Рәзилә Сәләхова,Земфира Хәкимовалар ҙур активлыҡ күрһәтте. Сәсәниә, профессор Розалия Солтангәрәева ҡобайыр әйтеп ҡыуандырҙы. Балалар һәр һүҙен ҡабатлап торҙо. Доцент Ф.Б. Саньяров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы, уҡыусыларҙың һорауы буйынса яңы шиғырҙарын уҡыны. Эпос хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Сара бик файҙалы булды.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 18 фев 2016, 05:20

Хөрмәтле туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары, коллегалар! Һеҙҙе Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры Р.Ғ. Мәжитов, кафедра мөдире З.М. Ғәбитова һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәр исеменән Халыҡ - ара туған телдәр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү БМО һәм ЮНЕКСО тарафынан халыҡ - ара хоҡуҡи - норматив база нигеҙендә алып барыла. Бөгөн донъяла 6 мең тел (диалекттар менән) бар. Белгестәр фаразлауынса, уларҙың ҡырҡа кәмей барыуы күҙәтелә. Әлбиттә, яҡын арала, мәҫәлән, башҡорт һәм татар телдәренә юҡҡа сығыу янамай, ә хәүеф бар. Беҙ, туған тел уҡытыусылары, ысын мәғәнәһендә, тел һағында тороусылар, көндәлек эшебеҙ, ғаиләлге һәм йәмғиәттәге ролебыҙ шуның менән бәйле. Яуаплы һәм ҡатмарлы хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ, ең һыҙғанып, туған телебеҙ һәм халҡыбыҙға хеҙмәт итәйек, коллегалар!
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 12 фев 2016, 06:19

2016 йылдың 11 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәбес мәҙәниәт йортонда районда яңы ғына ойошҡан "Илһам" әҙәби берекмәнең икенсе ултырышы үтте. Ул шиғриәт һәм йыр байрамына әүерелде. Уҡытыусы һәм шағирә Фирүзә Абдуллина әҙерләгән һәм алып барған сара бай йөкмәткеле булды. Мәктәп уҡыусылары йыр һәм бейеү менән ҡыуандырҙы. Ижадсылар илһамланып, яңы шиғырҙарын уҡыны.Һуңынан берекмәнең идара ултырышы булып үтте, киләсәккә эш пландары ҡабул ителде. Педагог - ғалим, үҙе лә журналист һәм шағир Фәнзил Саньяров әҙәби берекмәнең кураторы итеп һайланды."Әҙәбиәт йылы" тамамланһа ла бик күп яҙыусылар үҫтергән төбәктә илһам уты һәм ижад ҡомары һүнмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: ижадсылар араһында мәктәп уҡыусылары һәм ауыл уҡытыусылары күп. "Илһам" әҙәби берекмәһенә уңыштар теләйбеҙ!
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 04:00

6-сы дәрес
Хаталар өҫтөндә эш.
Маҡсат: Уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү, анализ яһау, етешһеҙлектәрен күрһәтеү.
Дәрес барышы
I. Конторль диктант буйынса хаталар өҫтөндә эш:
1. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратып биреү.
2. Диктант буйынса хаталар өҫтөндә эш үткәреү.
3. Бөтә уҡыусылар өсөн дөйөм хаталарға анализ яһау.
4. Һәр уҡыусының үҙенә генә хас хатаһын, етешһеҙлеген күрһәтеү.
5. “4”, “5” билдәләре алған уҡыусылар хаталы һүҙҙе йәки һөйләмде генә күсереп яҙа. Ҡалғандар тулы тексты һәм өҫтәлмә эште хатаһыҙ итеп күсерә.
6. Яҙма эш дәфтәрҙәрен йыйып алыу.
II. Йомғаҡлау өлөшө.
1. Уҡыусылар менән йәй айҙары, йәйге каникулдарҙы нисек үткәреү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләшеү.
2. Башҡортсотан республикаһында балалр ялын ойоштороу буйынса төрлө лагерҙар эшләүе, республиканың балалар ял йорттары эшләүҙәре, республиканың төрлө иҫтәлекле урындарына барыу мөмкинлеге тураһында фекер алышыу.
3. 22- се күнегеүҙәге А.Игебаев “Тыуған ер” шиғырын тасуири уҡыу һәм уның йөкмәткеһе буйынса әңгәмә ойоштороу.
4. Дәресте йомғаҡлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:59

4-се дәрес
Контроль диктант яҙыу.
Маҡсат: уҡыусыларҙың белемдәрен системалаштырыу, иғтибарлылыҡты, фонематик һәләттәрен үҫтереү.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратып биреү.
2. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу. (М.Ғ.Усманова “Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы”. –Уфа: “Китап”, 2002. 22-се бит)
Муйыл
Йәмле яҙ көндәрендә кешеләр хуш еҫле муйыл сәскәһен бер-береһенә бүләк итер өсөн ағасты йәлләмәй һындыра. Ә инде имен-аман һаҡланып ҡалғандары емеш бирһә, муйылға тағы ла бәлә килә. Ауыл кешеләре лә, ситтән килгән кешеләр ҙә ағас ботаҡтарын һындырып, уның емешен йыйып ала. Муйыл ағасына зыян итеүҙәре тураһында бер кем уйламай . (М.Кәримдән)
3. Һүҙлек эше: хуш еҫле, йәлләмәй, имен – аман, зыян.
4. Тексты уҡытыусының уҡыуы.
5. Тексты әйттереп яҙҙырыу.
6. Тексты үҙ аллы тикшереү.
7. Грамматик бирем өҫтөндә эш:
1) сифаттарҙы үҙҙәре асыҡлап килгән һүҙҙәр менән айырып яҙып алыу;
2) кешеләр һүҙен килеш менән үҙгәртеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:59

3- сө дәрес
Йәмле йәй айҙары. Грамматика буыйнса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Маҡсат: 1. Тема буыйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү.
2. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Йәйҙе ҡаршылайбыҙ” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Йәмле йәй айҙарының үҙенсәлектәрен билдәләү. Ййәге ял, йәйге эштәр, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында әңгәмәл үткәреү, фекер алышыу. Тема буйынса текстар уҡыу, һүрәттәр буйынса эшләү, күнегеүҙәр буйынса эш төрҙәрен ойоштороу. Индивидуаль эш төрҙәрен ойоштороу.
Грамматика буйынса сифат темаһын ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Ел иҫә,
Ел иҫә,
Иртән дә иҫә, кис тә.
Кемдең күргәне бар:
Ел була ниндәй төҫтә?
(Ш.Биҡҡол)
II. Өй эшен тикшереү.
1. 11-се күнегеүҙәр менән эш төрҙәрен башҡарыуҙы тикшереү.
2. Экскурсия тәьҫораттары менән уртаҡлашыу.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Йәй, тәбиғәт, ҡош, байрам һүҙҙәре менән һөйләмдәр уйлау.
2. Әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. Йәй миҙгеле, йәй айҙары, уларҙың үҙенсәлектәре, йәйге каникулдар тураһында һөйләшеү.
1) Июль – тәбиғәттең иң күркәм осоро. Шулай уҡ күп кенә еләк – емештәр һутҡа тулыша, ер еләге, ҡурай еләге, ҡара көртмәле, ҡарағат бешә. Йыйып ҡына өлгөр.
Был айҙа көндәр ғәҙәттә эҫе тора, йәшенле ямғырҙар йыш яуа. Июль – бал ҡоттарының иң көсөргәнешле эшләү мәле. Һауаларҙан бал еҫе аңҡый, ныҡ шәрбәтле ағастар һәм үләндәр: йүкә, көнбағыш, айыу ҡурайы тап ошо айҙа сәскә ата.
Июлде боронораҡ ураҡ айы тип тә атағандар, сөнки ай аҙағында арыш ура башлайҙар. Ә айҙың тәүге яртыһында иһә ауыл халҡы бесән сабыу менән мәшғүл була. (Видеояҙма булһа, ҡала балаларына бесән сабыуҙы һәм уны артабан эшкәртеүҙе күрһәтергә мөмкин).
2) Август – йәйҙең һуңғы айы. Көндәр аяҙ т орһа, ҡайһы берҙә бик ҡыҙыу була, шулай ҙа көҙ һулышы һиҙелә башлай.
Төндәр еләҫәйә, иртәләрҙә һалҡын ысыҡ төшә. Был айҙа, ғәҙәттә, көйҙөргөс эҫе лә, йонсотҡос ямғырҙар ҙа булмай. Һауа күбеһенсә йылы, ҡоро тора. Ай аҙаҡтарында ҡырауҙар төшкөләй.
Баҡсаларҙа ҡыяр, помидор өлгөрә, сейә, крыжовник, алмалар бешә. Август айында баҡсасылар еләк үҫентеләрен ултырта. Вмтаминдар хазинаһы һаналған гөлйемеш етешә. Ҡыуаҡтарҙа балан, миләш ҡыҙар, муйыл тәмләнә. Әрәмәлә сәтләүектәр өлгөрә. Бәшмәктәрҙең иң күп сағы.
(Е.Кучеровтан)
3) Һынамыштар:
Урман шаулаһа, көн алмашыныр.
Ямғырҙан һуң ямғыр йәшнәһә, көндәр аяҙ торор.
Йәйҙең бер көнө ҡышты туйындыра.
Елле көн – ямғырға.
2. 5 –се күнегеү. Ә.Чаныш. “Ҡоштоң ғүмере – йырында” тексы өҫтөндә эшләү.
V. Теманы нығытыу.
3. 6-сы күнегеүҙәр.
4. Төркөмдә эш: 7, 21-се күнегеүҙәр. “Ҡарға бутҡаһы”, “Һабантуй” байрамдары буйынса һөйләргә әҙерләнеү. Төркөм уҡыусыларының барыһыныңда ҡатнашыуына, йәғни тексты һөйләүҙәренә өлгәшеү кәрәк.
5. 8-10-се күнегеүҙәр.
6. 11-се күнегеү. “Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!” тексы буйынса диктант яҙырға әҙерләнеү (киләһе дәрестә контроль диктантҡа әҙерләнеү маҡсатынан):
1) Уҡытыусының уҡыуы;
2) Үҙ аллы уҡыу;
3) Хор менән уҡыу;
4) Дәреслектәрҙе ябып, әйттереп яҙҙырыу;
5) Дәреслектәрҙе асып, бер-береһенең эшен тикшереү (баһалауға уҡытыусы һәр уҡыусыға индивидуаль килә ала):
Критерийҙар:
1 хата –“5”;
2 хата – “4”
3 хата – “3”
7. Төркөмдә эш:12-се күнегеү. Проект эш темаларын бүлеп биреү. Тейешле ваҡыт бүленә.
8. 13-20 – се күнегеүҙәр ьуйынса эш төрҙәре.
9. 144-се биттәге рамкалағы һүҙҙәр менән һүҙлек эше үткәреү.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: контроль диктантҡа әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:58

2 - се дәрес
Экскурсия. Тәбиғәтте күҙәтеү.
Маҡсат: уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү.
Экскурсия барышы
1. Уҡыусыларға экскурсия тураһында хәбәр итеү.
2. Экскурсияның маҡсатын аңлатыу.
3. Экскурсия ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкәртеү.
4. Экскурсияға юлланыу:
1) Тәбиғәт үҙгәрештрен күҙәтеү;
2) Уҡыусылар менән әңгәмә ойоштороу. Әңгәмәлә һәр уҡыусы ҡатнашырға тейеш;
3) Уйындар ойоштороу, йыфрҙар йырлау;
4) Ҡоштар тауышын тыңлау;
5) Ағастарҙың исемдәре менән танышыу;
6) Уйындар ойоштороу. “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйынын уйнау. Был уйынды уйнау өсөн уҡытыусы алдан уҡ үҫемлектәр атамаһы яҙылған карточкалар әҙерләп ҡуя.
Уйындың барышы:
Уҡытыусы балаларҙы теҙеп ҡуя һәм карточкаларҙы таратып бирә. Һәр кем үҙенең һүҙен уҡып сыға. Уҡытыусы: “Бөгөн беҙ, балалар, урманға килдек. Көн ниндәй матур, бына бөҙрә ҡайын үҫеп ултыра”. Ул “ҡайын” карточкаһы тотҡан уҡыусының янына килә. Ә был бала: “Эйе, мин урманда үҫәм” – ти ҙә, уҡытыусының артынан эйәрә. Уҡытыусы: “Был урман ҡуйы икән, бында ҡылған үҫеп ултыра”, - ти. “Ҡылған” карточкаһы тотҡан уҡыусы янына килә. “Ҡылған” карточкаһы тотҡан уҡытыусы: “Юҡ, мин урманда үҫмәйем”, - тип урынында ҡала. Әгәр ҙә ул яңылыш: “Эйе, мин урманда үҫәм”, - тиһә, “яза” ала, йәғни бейе, йә йырлай, йә шиғыр һөйләй һ.б. Урманда үҫә торғандарҙан да яңылышыусылар осраһа, әйтәйек, “бөрлөгән” карточкаһы тотҡан бала: “Юҡ, мин урманда үҫмәйем”, - тиһә, шулай уҡ “яза” ала. Уйын шулай дауам итә.
7) Алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу.
5. Экскурсиянан ҡайтыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:58

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ
(6 сәғәт)
“Йәйҙе ҡаршылайбыҙ” темаһы уҡыусыларҙы йәй миҙгеленең үҙенсәлектәре, уҡыусыларҙың йәй айҙарын ниндәй уңыштар менән ҡаршылауҙары, йәйге ялдарын ойоштороуҙары, йәй айҙарындағы байрамдар, матур йолалар өйрәнеү маҡсатында бирелә. Тема буйынса һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү дауам ителә. Уҡытыусы тарафынан һөйләнелгән мәғлүмәтте тыңлап, аңлап һөйләргә өйрәнеү. Алған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланыу төп иғтибар үҙәгендә тора. Бишенсе кластарҙа үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, йомғаҡлау.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.
Был бүлектә грамматик һәм лексик темалар түбәндәгесә бүленә:
1. С.Әлибаев “Һаумы, йәй!” Сифат……………………………….1 сәғәт
2. Экскурсия “Тәбиғәтте күҙәтеү”…………………………………..1 сәғәт
3. Йәмле йәй айҙары. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………………………2 сәғәт
4. Контроль диктант…………………………………………………..1 сәғәт
5. Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау. ………………………………….1 сәғәт

1-се дәрес
С.Әлибаев “Һаумы, йәй!” Сифат.
Маҡсат: 1. Шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
3. Грамматика буйынса сифат темаһын ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Йәйҙе ҡаршылайбыҙ” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тема буйынса текстар уҡыу, һүрәттәр буйынса эшләү. С.Әлибаевтың тормош һәм ижад юлы менән танышыу. “Һаумы, йәй!” шиғырының йөкмәткеһе менән таныштырыу. Тема буйынса тәҡдим ителгән күнегеүҙәр буйынса төркөмдәрҙә, парҙарҙа эшләү. Уҡыусыларҙы бер-береһен аңларға, тыңларға, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтеү. Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтә, һорауҙарын дөрөҫ итеп бирә белеү.
Грамматика буйынса сифат темаһын ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Йәйҙең бөтә биҙәген
Йәй бергә йыя.
Иң яратҡан миҙгелем дә
Йәй бына шуға.
(Гөлгизәр Фәйзи)
II. Белемде актуалләштереү.
1. Шиғыр юлдарының буйынса әңгәмә.
2. Әңгәмәне йомғаҡлап яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема.
1. Йәй темаһы буйынса әңгәмә ойоштороу.
2. С.Әлибаевтың “һаумы, йәй!” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү;
1) автор тураһында белешмә:
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев Салауат районының Тирмән ауылында 1941 йылда тыуа. Урта белем алғандан һуң, колхозда тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була, Салауат районы газеты редакцияһына саҡырыла. Башҡорт дәүләт униеврситетын тамамлағас, Сафуан Әлибай оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры” газетаһы редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” газеты, “Ағиҙел” журналы редакцияһында, Башҡортостан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры булып эшләй. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булып та эшләй.
Сафуан Әлибай балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙа. Уның тәүге китаптары – “Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш”, “Йәйғор”, “Ҡойон” тигән китабы өсөн уға республиканың Ғ.Сәләм исемендәге премияһы бирелә.
Сафуан Әлибай – халыҡ араһында киң таралған күп йырҙарҙың авторы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. “Тылсымлы шар” тигән китабы 1996 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.
1973 йылдан Яҙыусылар ойошмаһы аҫзаһы.
2) һүҙлек эше;
3) һорауҙарға яуап биреү.
3. 2-4-се күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
Өйгә эш: 1. 11-се күнегеү. Тексты тасуири уҡығыҙ.
2. Тексты күсереп яҙығыҙ.
3. Текстың һорауҙарына яуап бирегеҙ.
4. Экскурсияға әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:57

3-4 - се дәрестәр
Телмәр үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтов “Эштән һуң”
картинаһы буйынса инша яҙыу
Маҡсат: 1. Картина йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе системалаштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтовтың ижады менән танышыу. Картинаны аңларға, уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү. Картина буйынса уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен әйтеүе. Картина тыуҙырған уй-хистәр, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Уҡыусыларҙың үҙ хатаһын анализлау һәм төҙәтеү өҫтөндә эшләү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
10-сы күнегеүҙәге К.Кинйәбулатованың шиғыры экранда сыға.
II. Өй эшен тикшереү:
1) Шиғырҙы тасуири уҡыу.
2) Уҡыусылар бер-береһен баһалай.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Экранда сәскә һүрәте. Уҡыусыларға сәскәнең ниндәй булыуын әйтәләр.
2. Уҡытыусы:
- эйе, сәскә бик матур булыуын әйттегеҙ, ә был ниндәй сәскә?
- Дөрөҫ. Умырзая сәскәһе? Умырзая сәскәһе ниндәй сәскә?
- Яҙҙың беренсе сәскәһе.
3. Әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. По Н.Надеждиной “Первый цветок весны” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү һәм текстың төп фекерен билдәләү:
1) Һүҙлек эше;
2) Тексты рус телендә уҡып сығыу, уҡыусылар үҙ аллы уҡый;
3) Төркөмдә эш: абзацлап, мәғәнәһе буйынса тәржемә итеү;
4) Текстың йөкмәткеһен башҡорт телендә һөйләү;
5) Һорауҙарға яуап биреү;
6) Төп фекерҙе билдәләү;
7) Бер уҡыусының йомғаҡлау һүҙе.
2. 14-се күнегеү. Һүрәттә буйынса эшләү (Р.Нурмөхәмәтовтың “Эштән һуң” картинаһы менән эшләүгә әҙерлек).
3. 136-сы биттәге актив үҙләштереү өсөн тәҡдим ителгән һүҙҙәр менән эшләү.
4. 15-се күнегеү. Ә.Әсәҙуллина “Өмәлә” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Авторҙың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу:
Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, 1982 йылда Башҡорт дәүләт униеврситетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә корректор булып эш башлай. 1992 йылдан балалар әҙәбиәте мөхәррире.
Башланғыс кластарҙа уҡығанда шиғырҙар яҙа башлай. Республика газета-журналдарында, район газеты редакцияһында “йәш көстәр” альманахтарын баҫтыра. “Шарлама” китабында, “Сайҡала сауҡалар” шиғри йыйынтығы, балалар өсөн “Күбәләк күлдәк ҡотлата” исемле китаптары донъя күрҙе.
2) Шиғырҙы тасуири уҡыу күнекмәлре;
3) Һорауҙарға яуаптар.
5. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе:
6. –Эйе, халыҡта өмәләр элек-электән үткәрелеп килгән бик матур йолаларҙың береһе. Халыҡ юҡҡа ғына “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” әйтем йөрөмәй бит. Бик күп эштәрҙе бергәләп, яҡшы, матур, тиҙ генә эшләп ҡуйып була.
Беҙ һеҙҙең менән танышҡан шиғырҙа өмә мәктәп баҡсаһында үтә. Беҙ һәр беребеҙ үҙ ғаиләбеҙҙе, үҙ баҡсаларыбыҙҙа ла бергәләшеп өмә үткәрә алабыҙ, ғаилә ағзалары бергәләшеп эшләп күп эштәрҙе башҡара алабыҙ. Шундай баҡса эштәренең береһе менән беҙ, һеҙҙең менән Р.Нурмөхәмәтовтың “Эштән һуң” картинаһында күрәбеҙ.
V. Р.Нурмөхәмәтовтың “Эштән һуң” картинаһы буйынса инша яҙыу:
1. Авторҙың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу:
Р.Нурмөхәмәтов бәләкәй саҡтан уҡ һүрәт төшөрөргә ярата. Атаһы ла, ағаһы лабыл эш менән мауығыр булған. Рәссам һөнәренә тәүге аҙымды Өфө ҡалаһы Пионерҙар йортоноң балалар художество мәктәбендә яһай. Унан һуң 1940 йылда Өфө театр художество училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамалағас, 1950 йылдан Мәскәү ҡалаһының Суриков исемендәге художество институтында уҡый. Уҡыған йылдарында уҡ ул рус рәссамдары М.В. Нестеров, И.И. Левитан, И.Е. Репин, В.М. Васнецов, И.И, Шишкин ижадтарын ныҡлап өйрәнә һәм әкренләп сәнғәттә үҙ темаһын таба. Был тема – Башҡортостан һәм уның эшһөйәр кешеләре. Р.Нурмөхәмәтовты күберәк нефтселәр тормошо ҡыҙыҡһындыра. Беҙ уларҙа нефтселәрҙең, колхозсыларҙың, тимер юлсыларҙың образдарын күрәбеҙ. Рәссамды тыуған яҡ темаһы ла ҡыҙыҡһындыра. Рәссам портрет өлкәһендә лә актив эшләй. Уның пейзаждары яҡтылыҡ, шатлыҡ, беҙ йәшәгән донъяға сикһеҙ һөйөү, һоҡланыу менән билдәләнә.
2) Инша яҙыу алдынан һүҙлек эше (дәреслектә белешмә һүҙҙәр тәҡдим ителә);
3) тәҡдим ителгән һүҙҙәргә әсәй, атай, ҡыҙ, малай эш-хәрәктте белдергән һүҙҙәр өҫтәп яҙырға;
4) түбәндәге һүҙҙәргә сифаттар табырға: өй, алмағас, түтәл, ер, күлдәк, яулыҡ;
5) тәржемә өсөн һүҙҙәр тәҡдим итергә була;
6) әсәйҙе һүрәтләү;
7) атайҙы һүрәтләү;
8) ҡыҙҙы, малайҙы һүрәтләү;
9) тирә-яҡты, һауа торошон һүрәтләү (уҡытыусы ҡарамаҫында);
10) картинаны һүрәтләүҙә ниндәй төҫ өҫтөнлөк иткән?
11) картиналағы геройҙарының кәйефтәре нисек?
2. Дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү.
3. План төҙөп, уны дәфтәргә һәм таҡтаға яҙыу.
1.Яҙҙың бер көнө.
2. Ғаиләнең баҡса эштәре.
3. Яҙғы баҡсалағы күренеш.
4. Эштән һуң.
4. План буйынса һөйләү барышында яуаптарҙы тулыландырыу, өҫтәлмәләр индереү мөһим.
5. Эште башҡарыу, башта ҡараламаға яҙыла, ә һуңынан дәфтәргә күсереп яҙыу ойошторола.
6. Тапшырылған иншалар уҡытыусы тарафынан ентекләп тикшерелә һәм баһалар киләһе дәрестәрҙә үе уҡыусыларға еткерелеп, эштәргә ентекле анализ яһала.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:57

2- се дәрес
С.Агиш “Суфия”. Исем.
Маҡсат: 1. Текст йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мәнәсәбәт тәрбиәләү.
3. Исем темаһын ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Һүҙлек диктанты яҙыу. Уҡытыусы тарафынан һөйләнелгән мәғлүмәтте тыңлап, аңлап һөйләргә өйрәнеү. Һүрәт буйынса эшләү. Уҡыусыларҙың үҙ хатаһын анализлау һәм төҙәтеү өҫтөндә эште ойоштороу.
Грамматика буйынса исем темаһын хәтергә төшөрөү, ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Тәбиғәттең беҙгә биргән бүләктәре хисапһыҙ.
Ә беҙҙән ул бер генә нәмә һорай – һөйөү.
(Шамил Анаҡ)
II. Өй эшен тикшереү.
1. Уҡыусыларға яҙма эштәр дәфтәре таратыла.
2. 8-се күнегеүҙәге һүҙҙәр әйттереп яҙҙырыла.
3. Уҡыусылар дәреслектәрҙе асмай, яҙғандарын тикшереп сығалар.
4. Дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Шамил Анаҡтың шиғыр юлдарында яҙылған фекерҙе дауам иттереп, тәбиғәт тураһында әңгәмә ойоштороу.
2. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, кеше тормошонда тәбиғәттең әһәмиәте тураһында һөйләшеп, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. С.Агиш “Суфия” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Автор тураһында белешмә:
2) Һүҙлек эше;
3) Текст йөкмәткеһен ҡабул итеү өҫтөндә эш төрҙәре.
4) Һорауҙарға яуап биреү.
5) Текстан исемдәрҙе күсереп яҙып алыу һәм исем темаһын ҡабатлау.
6) Текстың төп мәғәнәһен нимәлә булыуҙы аңлатыу.
V. Теманы нығытыу.
1. 6-сы күнегеү. Һүрәт буйынса эш.
2. 7-се күнегеү.Уҡытыусы яҙғы тәбиғәт тураһында уҡыусыларға һөйләй, уҡыусылар һөйләгәндәрҙе хәтерендә ҡалдырып, нимә тураһында һөйләгәндәрҙе ҡабатлауҙары. Уҡытыусы ике тапҡыр һөйләй. Кәрәк тип тапһа, терәк һүҙҙәр яҙып ҡуя ала.
Йәмле яҙ етте. Ҡояш көндән –көн нығыраҡ йылыта. Ҡарҙар ирей. Шаулап гөрләүектәр аға. Ҡыйыҡ баштарынан тамсылар тама. Йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайттылар. Уларҙың шат тауыштары ишетелә. Ағастарҙа тәүге бөрөләр күренә башланы.
VI. 9-сы, 11-се күнегеүҙәр буйынса эшләү.
VII. Рефлесив анализ. Баһалау.
VIII. Өйгә эш: 10-сы күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 3

cron