Сулейманов Р.Ф. » 29 фев 2016, 08:55
Өфө ҡалаһының 29 - сы дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Шәмиғолова "Баш ҡала йыл уҡытыусыһы - 2016" конкурсында ҡатнашып, "Педагогик өмөт" номинацияһында еңеү яуланы. Йәш уҡытыусының бындай баҫҡысҡа күтәрелеүе осраҡлы түгел. Йыл башында ул БДУ - ның Диссертациялар яҡлау советында филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә этнографик лексика буйынса диссертацияһын юғары кимәлдә яҡланы.Ул бик күп ғилми мәҡәләләр (шул иҫәптән ВАК) авторы. Конкурс ваҡытында мин уның дәрестәрен, сығыштарын иғтибар менән тыңлап барҙым, уңыштарына ҡыуанып йөрөнөм.Әлфинә, афарин, барлыҡ өмөттәрҙе аҡланың!
"Педагогик өмөт" - ҙур аванс,
Хеҙмәт юлың матур башлана.
Исемдәрең бер саҡ, йәнә балҡып,
Ғорурланыр әле баш ҡала! Халҡыбыҙ һәм телебеҙгә хеҙмәт ит, еңеүсе! Рәсми оппонентың Фәнзил Саньяров.