Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение Альфина Фаритовна » 24 мар 2016, 13:10

Хәерле кич, коллегалар!
24 март көне без ИРО РБда семинарда булдык.Семинар бик кызыклы булды,конкурсларның барлык турларын бик яхшылап аңлатып бирдегез!Зур рәхмәт Сезгә!!! ;)
Альфина Фаритовна
 
Сообщения: 13
Зарегистрирован: 05 мар 2012, 13:28

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 21 мар 2016, 13:56

Хөрмәтле туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! 2016 йылдың 18 мартында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел ғилеме һәм этно-мәҙәни белем биреү кафедраһы тарафынан педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Рафаил Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған "Хәҙерге белем биреү процесы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләре" Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференция уҙҙы. Конференцияның пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Мөхәмәтйәнова Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел ғилеме һәм этно-мәҙәни белем биреү кафедраһы ғалимдары, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһынан Ғәбитова З.М., Саньяров Ф.Б. һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сығыш яһаны. Конференция сиктәрендә төрлө проблемалар буйынса дүрт секция эшләне. Конференция эше бик йөкмәткеле һәм файҙалы булды.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Муфтахова » 19 мар 2016, 11:12

14 марттан 19 мартҡа тиклем Дәүләкән районы һәм ҡалаһы уҡытыусылары өсөн курстар үтте. Курсты ойошторғандары һәм юғары кимәлдә үткәргәндәре өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа туған телдәр кафедраһы етәкселегенә һәм шәхсән Ә.Ғ.Илмөхәмәтовҡа һәм Ф.Б.Санъяровҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Коллективҡа киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, ижади һәм һөнәри уңыштар теләйем. Ҙур рәхмәт!
Муфтахова
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 17:07

Re: Новости

Сообщение Галиябану » 19 мар 2016, 07:38

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер, тигәндәй, Дәүләкәндә 14 -19 мартта курстар үтте. Әхәт Ғәлим улы һәм Фәнзил Бүләк улы биргән йөкмәткеле, фәһемле һәм мауыҡтырғыс сығыштарҙан, айырыуса, Фәнзил Бүләк улы күрһәткән "Оҫталыҡ дәрестәр" енән уҡытыусыларыбыҙ бик ҡәнәғәт ҡалды. Уларға оло ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһына артабан яңынан-яңы үрҙәр яулап, уңышлы эшләүен теләйбеҙ. Дәүләкәндең бөтә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән Ғәлиә Дәүләтова.
Галиябану
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 18:00

Re: Новости

Сообщение Райза » 16 мар 2016, 18:11

Мәкәш мәктәбендә осрашыу
Башҡорт теле аҙналығы планына ярашлы, беҙҙә ҡунаҡта ошо мәктәпте тамамлап, БДУ-ла белем алған, бөгөнгө көндә “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосын өйрәнеүсе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Олеся Әхмәтрәхимова менән осрашыу үтте. Осрашыу, аҙналыҡтың һәр сараһы кеүек үк, Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын күмәкләп уҡыу менән башланып, “Түңәрәк өҫтәл” формаһында дауам итте. Уҡыусылар яҡташ шағирә Рәсимә Ураҡсина һүҙҙәренә яҙылған “Олатайым миҙалдары” йырын башҡарып, Олеся Әхмәтрәхимованың шиғырҙарын һөйләп ҡыуандырҙы. Олеся Вәкил ҡыҙы уҡыусыларға Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге йорт-музейы тураһында һөйләне, унда үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашырға, экскурсияларға килергә саҡырҙы, викторина үткәреп, башҡорт теле кабинетына китаптар, буклеттар бүләк итте. Күптән түгел үткән “Илһөйәрҙәр” конкурсында ҡатнашыусы уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе. Мәктәп директоры Айгөл Камил ҡыҙы уҡыусыларҙы әҙәби китаптарҙы күберәк уҡырға саҡырҙы. Яҡшы уҡыған кешенең һәр эшкә лә өлгәшә алыуын, ваҡытты дөрөҫ ҡулланырға һәм файҙалы эштәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген әйтеп үтте. Мәктәпте тамамлаусылар уҡыусылар менән йышыраҡ осрашһа бик яҡшы булыр ине тигән теләктә ҡалды уҡыусылар һәм уҡытыусылар
Райза
 
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Re: Новости

Сообщение Райза » 16 мар 2016, 14:50

Дәүләкәндә курстар дауам итә. Бөгөнгө дәрестәрҙе Фәнзил Бүләк улы Санъяров алып барҙы. Мәктәп, студент йылдарын хәтерләп, донъябыҙҙы онотоп эшләнек, барлыҡ һорауҙарыбыҙға яуаптар алдыҡ. Бер кешегә алла бабай талантты өйөп бирә лә ҡуя, тырышлыҡ һәм теләк тә өҫтәлһә, бигерәк тә... тигәнгә тағы ла бер тапҡыр ышанып ҡайттыҡ. Дәрес темаһына ҡыҙыҡһынып, арбалып кереп сумыу ғына түгел, ҡурай моңо һәм халыҡ йыры тыңлап та хайран булғайныҡ... Фәнзил Бүләк улы шиғырҙарын да бүләк иткәс, дәрестә эшләп арып түгел, ял кисәһендәгесә хисләнеп таралдыҡ бөгөнгө дәрестәрҙән. Ҙур рәхмәт әйтеп, ижади уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле Фәнзил Бүләкович!
Райза
 
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Re: Новости

Сообщение Ильсия » 16 мар 2016, 07:05

Бөгөн, 16 март көнө Мәғарифты үҫтереү институтында "ГИА по башкирскому языку" тигән курстар үтеп йөрөйбөҙ. Курс етәксебеҙ - Гөлсиә Дияс ҡыҙына , уҡытыусыларыбыҙ - Зәкиә Муллағәли ҡыҙына, Заһиҙә Әйүп ҡыҙына, Фәнзил Бүләковичҡа, Әхәт Ғәлимовичҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да һеҙгә эштәрегеҙҙә уныштар, һаулыҡ, бәхет, янынан-яны үрҙәр теләйбеҙ.
Изге теләктәр менән Өфө ҡалаһы Октябрь районы башҡорт теле уҡытыусылары
Ильсия
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 16 мар 2016, 06:51

Re: Новости

Сообщение Галиябану » 14 мар 2016, 18:17

Дәүләкән районы уҡытыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү интститутының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов бөгөн, 2016 йылдың 14 марты, курстар башлап ебәрҙе.Райондың бөтә башҡорт теле уҡытыусылары исеменән кафедра етәксеһе Зәкиә Муллағәли ҡыҙына, курстарҙың етәксеһе Гөлсиә Дияс ҡыҙына,шулай уҡ беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған Заһиҙә Әйүп ҡыҙына һәм башҡа кафедра хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Рәхмәттәребеҙҙе шулай уҡ Әхәт Ғалим улы һәм Фәнзил Бүләк улына еткерәбеҙ.
Галиябану
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 18:00

Re: Новости

Сообщение Муфтахова » 14 мар 2016, 17:21

Бөгөн, 14 мартта, Дәүләкән ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн курстар башланды. Әхәт Ғәлим улы электрон дәреслектәр менән эште ойоштороуға арналған бик ҡиммәтле кәңәштәрен бирҙе. Артабанғы эшебеҙ ҙә уңышлы булыр тигән ышаныс та ҡалам. Рәхмәт.
Муфтахова
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 17:07

Re: Новости

Сообщение Райза » 14 мар 2016, 14:52

3 март көндө Дәүләкән ҡалаһында һәм Ҡоръятмаҫ ауылында йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар үтте. Уҡыусылар ғына түгел, ололар ҙа авторҙан үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарға яуап алып ҡыуанды. Китапты һәр кемдең ихлас итеп, ҡыҙыҡһынып уҡыуы шатландырҙы.
Райза
 
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 14 мар 2016, 14:36

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 3