Новости

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:56

Яҙғы эштәр
(4 сәғәт)

“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса уҡыусыларға яҙғы көндөң һәр көнө ҡәҙерле булыуын, һәр эште ваҡытында башҡарыу мөһим булыуын уларға төшөндөрөү. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан да үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. “Яҙғы эштәр” темаһы буйынса уҡыусыларға өҫтәлмә материал туплау, проект эштәре ҡороу, презентацион материалдар әҙерләү йөкмәтелә. Тема буйынса ҡаралған материалдар буйынса парҙар, төркөмдәр менән, индивидуаль, үҙ аллы эштәр ойоштороу планлаштырыла. Һәр эшкә ваҡытты дөрөҫ бүлеү, планлаштыра белеү һәм эшмәкәрлектең маҡсат, бурыстарын билдәләү.
Грамматика буйынса “Һан” темаһын үҙләштереү ҡаралған.
“Яҙғы эштәр” бүлегендә грамматик һәм лексик материал яҡынса түбәндәгесә бүленә:
1. К.Ушинский “Баҡсасы һәм уның улдары”.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе………………………………………..1 сәғәт
2. С.Агиш “Суфия”. Исем…………………………………………..1 сәғәт
3. Телмәр үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтов “Эштән һуң”
картинаһы буйынса инша яҙыу………………………………….2 сәғәт


1- се дәрес
К.Ушинский “ Баҡсасы һәм уның улдары”. Алфавит.
Маҡсат: 1. Текст йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.
3. Алфавитты ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Яҙғы эштәр, хеҙмәт тураһында һөйләшеү. Мәҡәл, һынамыштар, шиғырҙар уҡыу, ребустар сисеү ҡаралған. Тасуири уҡыу күнекмәләрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре күп ваҡытты биләй. Ваҡытты рациональ файҙалана белеү маҡсатынан бирелгән ваҡыт эсендә эш төрҙәрен башҡарыу ойошторола.
Грамматика буйынса алфавитты ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Хеҙмәте барҙың – хөрмәте бар.
(Мәҡәл)
II. Белемде актуалләштереү.
1. Алдағы мәҡәл буйынса әңгәмә ойоштороу.
2. Сәйфи Кудаштың шиғыр юлдары экранға сыға:
Ҡыҫҡа ғына был ғүмерҙең ғүмерен бел һин,
Был һүҙҙәрҙе ҡолағыңа элеп ҡуй һин:
Кескәй йәштән ең һыҙғанып эшкә күн һин,
Тормошоңдо хеҙмәт йәме менән күм һин.
3. Хеҙмәт тураһында әңгәмәне йомғаҡлап, һәр миҙгелдең үҙенә генә хас эш төрҙәре булыуын иҫәпкә алып, яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема. Яҙғы эштәр.
1. Уҡытыусы:
- Әлбиттә, яҙғы эштәр илебеҙҙә баҫыу эштәре менән башланып китә. Ә һәр кем үҙ баҡсаһындағы эштәр менән башлап ебәрә.
2. К.Ушинский “Баҡсасы һәм уның улдары” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Һүҙлек эше;
2) Тасуири уҡыу күнекмәләре;
3) Һорауҙарға яуап биреү;
4) Уҡыусыларҙың текстың төп фекерен аңлай һәм аңламауҙарын тикшереү.
IV. Яңы теманы нығытыу.
1. 2-се күнегеү. Башҡорт алфавитын ҡабатлау. Үҙ аллы эш (тейешле ваҡыт билдәләнә) һәм уҡыусыларҙың эш дәфтәрҙәре йыйып алына.
2. 3-сө күнегеү күсереп яҙыу, бер-береһенең эшен тикшереү. Критерийҙар уҡытыусы тарафынан тәҡдим ителә. Уҡыусылар текст буйынса бер-береһенә һорау бирәләр һәм биремдәге һорауға яуап әҙерләйҙәр.
3. 4-се күнегеүҙәге шиғырҙы тасуири уҡыу һәм һорауҙарға яуап биреү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 8-се күнегеү. Һүҙлек диктантына әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:55

6-сы дәрес
В.Исхаков “Миҙал һәм малай”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Текст йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Иң күркәм байрамдарҙың береһе, һуғыш ветерандары тураһында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙ етте” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Уҡыусыларҙың үҙ хатаһын анализлай һәм төҙәтеү өҫтөндә эште ойоштороу. В.Исхаков “Миҙал һәм малай” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәрен башҡарыу. Текст йөкмәткеһен буйынса бер-береһенә һорауҙар биреү. Текста күтәрелгән төп проблеманы билдәләү һәм һәр уҡыусының күтәргән проблема буйынса үҙ фекерен аныҡ, дөрөҫ итеп әйтеү. Был проблема буйынса үтелгән текстарҙы иҫкә төшөрөү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
II. Өй эшен тикшереү.
Ф.Рәхимғолова “Еңеү көнө” шиғырын тасуири уҡыуҙарын тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 25-се күнегеү. Һорауҙар рус телендә яҙылған, башҡортса яуап биреү. Һуңғы һорауҙы иғтибар үҙәгендә тотоп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында әңгәмә, уларҙың батырлыҡтары бик күп миҙал һәм ордендар менән бүләкләнеүен хаҡында ла һөйләшеү ойоштороу.
2. Әңгәмәне йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. В.Исхаков “Миҙал һәм малай” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәре ойоштороу.
2. Төркөмдә эш: 26-27-се күнегеүҙәр һүрәттәр буйынса эш.
3. Тема буйынса тәҡдим ителгән (рамкалағы) һүҙҙәр буйынса эште ойоштороу.
4. 29-сы күнегеү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. 130-сы күнегеүҙәге һүҙлек һүҙҙәрен күсереп яҙыу.
2. Һүҙҙәре рус теленә тәржемә тиеү.
3. Бер-ике һүҙ менән һөйләм уйлап яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:55

5-се дәрес
Ф.Рәхимғолова “Еңеү көнө”. Хаталар өҫтөндә эш.
Маҡсат: 1. Яҙ миҙгеле тураһында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2. Ветерандарға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
3. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙ етте” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Изложение буйынса хаталар өҫтөндә эшләү. Уҡыусыларҙың үҙ хатаһын анализлау һәм төҙәтеү өҫтөндә эште ойоштороу. Ф.Рәхимғолова “Еңеү көнө” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, яҙыусының биографияһын, түбәнге кластарҙа үтелгән әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү. Ф.Рәхимғолова “Еңеү көнө” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереп, Еңеү байрамы, ветерандар тураһында фекер алышыу. Был тема буйынса өҫтәлмә мәғлүмәт туплау, тәғәйен темалар буйынса сығыштар яһарға әҙерләнеү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. 1. Уҡыусыларҙың эшен баһалау.
2. Хаталар өҫтөндә эш:
1) изложение һөҙөмтәләрен уҡыусыларға еткереү;
2) үҙ хаталарын төҙәтеү буйынса эш төрҙәрен башҡарыуҙары.
3) яҙма эш дәфтәрҙәрен йыйып алыу.
II. Өй эшен тикшереү.
Эш дәфтәрҙәре йыйып алына.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Дөрөҫ итеп экранда яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу: бүләк, байрам, сәскә, теләк, күңелле, күтәренке кәйеф, сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ, уңыш, тантана.
2. Уҡытыусы һорауы:
- Был һүҙҙәрҙе ниндәй тама берләштерә?
- Ә яҙ миҙгелендә уҙғарылған ниндәй байрамдарҙы беләһегеҙ?
- Еңеү байрамы. Был байрам ниндәй байрам ул?
3. Еңеү байрамы тураһында әңгәмә ойоштороу.
4. Әңгәмәне йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
1. Ф.Рәхимғолова “Еңеү көнө” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) автор тураһында белешмә үткән дәрестәрҙә бирелде;
2) һүҙлек эше: дошманды ҡырып, еңеү яулап, ҡәҙер-хөрмәт;
3) уҡытыусының тасуири уҡыуы;
4) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
5) шыбырлап уҡыу;
6) тасуири уҡыу:
7) һорауҙарға яуап биреү;
8) шиғыр йөкмәткеһе буйынса әңгәмә.
2. Парҙар менән эш: 20-се күнегеү (эш төрө өсөн тейешле ваҡыт билдәләнә).
1) эште башҡарыуҙы тикшереү.
2) уҡыусылар был эш төрөн уйнап күрһәтеүҙе ойоштороу.
3. 21-се күнегеү.
1) Уҡыусыларға һорау ҡуйыла: кем ул – Муса Гәрәев?
2) тексты уҡытыусы тасуири уҡый;
3) уҡыусылар үҙ аллы уҡый;
4) һорауҙарға яуап бирәләр;
5) текстың йөкмәткеһен һөйләү, йәғни һорауға тулы яуап биреү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: Ф.Рәхимғолова “Еңеү көнө” шиғырын тасуири уҡыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:54

4-се дәрес
Телмәр үҫтереү. Изложение яҙыу.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙын һөйләү һәм яҙыу күнекмәлрен үҫтереү һәм баһалау.
2. Изложение яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.
3. Уҡыусыларҙың логик фекерләү, хәтерен, күҙәтеүсәнлекте, иғтибарлыҡты үҫтереү.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле.
2. Дәрестен маҡсаты менән таныштырыу.
3. Яҙма эш дәфтәрҙәрен таратыу.
4. Дәфтәргә число, текстын атмаһын (йыйынтыҡтын 24-се бите “Әсә йыры” М.Ғ.Усманова “Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы”. –Уфа: “Китап”, 2002.), изложение һүҙен яҙыу.
Минең донъяла башлап күргән нәмәм, башлап тойған нәмәм – әсәйемдең йөҙө, уның йыры.
Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. Ҡалған башҡа йырҙар ҙа шул йырҙан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, башҡа йырҙар ҙа булмаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә, шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Беҙ әсә йырын оҙаҡ йылдар үткәс тә иҫкә төшөрәбеҙ. Тормошобоҙҙоң ауыр һәм бәхетле көндәрендә лә әсәй йыры беҙҙең менән. (Ғ.Рамазановтан).
5. Һүҙлек эше: урман төпкөлө, шырлыҡ, тәрән йырын, сенләп илау, ыйлғыр, һоҡланыу, ҡолап төшөү.
6. Инеш әнгәмә. Текст йөкмәткеһени енелләштереү маҡсатынан сығып, әнгәмә үткәреү.
7. Тексты тәүге ҡат уҡыу.
8. Текст йөкмәткеһен ҡабул итеүҙе тикшереү.
9. Һүҙлек эше: донъяла, тойған, сәңгелдәк, аңламаҫ ине, тормошобоҙ.
10. Текстын йөкмәткеһе өҫтөндә эш. (һорауҙар алдан таҡтаға яҙыла.):
11. Һорауҙарға яуап биреү:
1) донъяла башлап күргән, тойған нәмә нимә ул?
2) сәңгелдәк йырынан нимә башлана?
3) нимәне аңламаҫ ине?
4) әсә йыры ҡасан беҙҙең менән?
12. План төҙөү.
13. Һорауҙар буйынса йөкмәткене һөйләү.
14. Тексты ҡабатлап уҡыу.
15. Тексты яҙыу.
16. Дәресте йомғаҡлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:54

3-сө дәрес
Яҙ күренештәре. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
3. Компьютерҙың ыңғай һәм кире яҡтарын аңлатыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙ етте” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ф.Ғөбәйҙуллинаның биографияһы менән танышыу һәм уның “Минең дуҫым – компьютер” тексын уҡыу. Текст буйынса фекер алышыу, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү өсөн төркөмдәр, парҙар ҙа һәм үҙ аллы эшләү. Уртаҡ фекергә килеү өсөн бер-береһеңде тыңларға, үҙ фекереңде әйтергә һәм үҙ фекереңде дәллиләй белергә өйрәнеү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
16-сы күнегеү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Р.Ғарипов “Сыйырсығым” шиғырын яттан яҙыу. Уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереп баһалай.
Критерийҙар: 1-2 хата –“5”
2-3 хата –“4”
3-4 хата – “3”
2. “Ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ” темаһы буйынса проект эшен эшләүсе бер-ике уҡыусының эшен тыңлау.
3. Уҡыусыларҙың баһаһы.
4. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Экрандағы һүҙҙәрҙе уҡыу китап, баҡса, компьютер, класс, йәшелсә, өй, ваза, ҡоштар, ручка, байрам.
1) Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу һәм уҡыусылар һүҙҙәр теҙмәһендә рус теленән ингән һәм башҡорт һүҙҙәре яҙылғанын әйтә алыуҙарына ирешеү;
2) Китап, компьютер һүҙҙәре менән һөйләмдәр уйлау;
3) Китаптың һәм компьютерҙың әһәмиәте тураһында әңгәмә ойоштороу.
4) Китап һәм компьютер тураһындағы әңгәмәне йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
IV. Теманы нығытыу.
V. Ф.Ғөбәйҙуллина “Минең дуҫым – компьютер” тексы.
1. Ф.Ғөбәйҙуллина “Минең дуҫым – компьютер” тексының йөкмәткеһе менән танышыу һәм бирелгән эш төрҙәрен башҡарыу:
1) Автор тураһында белешмә алдағы дәрестәрҙә бирелде;
2) Текст буйынса бирелгән эш төрөн башҡарыу өсөн уҡыусыла бер-артлы һөйләмдәрҙе уҡыйҙар һәм алмашты тейешле формала ҡуйып уҡыйҙар;
3) Тексты тулы килеш уҡыу;
4) Дәреслек буйынса һорауҙарға яуап биреү.
2. 13-сө, 14 – се күнегеүҙәр буйынса эш.
3. Парҙарҙа эш: 17-се күнегеү яҙҙың бер көнөн тасуирлағыҙ (киләһе дәрестә изложение яҙыуға әҙерләнеү маҡсатынан).
4. 19-сы күнегеү буйынса эш:
1) Диалогты үҙ аллы уҡыу;
2) Ролләп уҡыу;
3) Һорауҙарға яуап биреү.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: 22-се күнегеү.
1. Һәр бағаналағы һүҙҙәр араһынан темаға тап килмәгән һүҙҙәрҙе алып күсереп яҙығыҙ.
2. Үҙегеҙгә оҡшаған һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлап яҙыу.
3. Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:53

2-се дәрес
В.Осеева “Әбей”. Омонимдар.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2. Омонимдар темаһын нығытыу, уны ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнеү.
3. Оло кешеләргә ҡарата иғтибарлы булыу һәм ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙ етте” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. В.Осеева “Әбей” тексын тасуири уҡыу. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереүТәржемә өҫтөндә эшләү. Йомаҡтарҙың яуабын табыу. Бер-береһе менән әңгәмәләшеү, бер-береһенең фекерен тыңлау, хаталарын төҙәтеү, үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтеү өҫтөндә эшләү. Бер-береһенең эшен баһалау.
Грамматика буйынса омоним темаһын нығытыу, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен экранға сығарып, дөрөҫ итеп әйттереү.
II. Өй эшен тикшереү.
Уҡытыусы уҡыусыларҙың эш дәфтәрҙәрен йыйып ала.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 6-сы күнегеүҙе яҙма эшләү. Уҡыусылар яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айырып яҙа.
2. Уҡытыусы һығымта эшләй:
- Уҡыусылар, тимәк, яңығыҙлыҡ исемдәргә кеше исемдәре лә инә. Һеҙ үҙегеҙҙҙең ғаилә ағзаларының исемдәрен әйтегеҙ әле?
- Хәҙер ғаилә ағзаларының исемдәрен әйттегеҙ, улар һеҙҙең өсөн кемдәр?
- Атай, әсәй, өлөсәй, апай, ағай, ҡусты, һылыу.
- Ә тағыла туғанлыҡ исемдәрен атап сығығыҙ?
- Бабай, инәй, еңгә, еҙнә.
- Ә урамда оло кеше осраһа, һеҙ уға нисек өндәшәһегеҙ?
- Әлбиттә, инәй.
- Ә оло кешеләрҙе беҙ нисек атайбыҙ?
- Бабай, әбей.
3. Уҡыусыларға олол кешеләргә ярҙам итеү, нисек ярҙам итергә кәрәклек тураһында һөйләшеү.
4. Уҡытыусы һығымта эшләп, В. Осееваның тексында уҡыусы малайҙың әбейгә нисек ярҙам итеүен уҡыйбыҙ.
IV. Яңы тема.
В.Осеева “Әбей” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Яҙыусы тураһында белешмә.
Осеева Валентина Александровна родилась 28 апреля 1902 года.
В юные годы Валентина Осеева мечтала стать актрисой и даже поступила на актерский факультет Института им. Н.В.Лысенко в Киеве. Однако все изменил переезд семьи в Москву, а затем в Солнечногорск. В 21 год юная Валя Осеева, придя однажды в трудовую коммуну для беспризорных детей, поняла, что ее настоящее призвание - воспитывать детей. Шестнадцать лет она отдала воспитанию детей-беспризорников и малолетних правонарушителей. Мать будущей писательницы была в числе организаторов в 1924 г. коммун и колоний для обездоленных детей.
Работая воспитательницей в детских учреждениях, на досуге Осеева сочиняла для ребят сказки, сама писала пьесы и ставила их вместе с детьми. Она любила придумывать игры, увлекаясь ими не меньше самих ребят. Именно по требованию своих воспитанников в 1937 г. Осеева отнесла в редакцию свой первый рассказ - «Гришка». А в 1940 году вышла его первая книжка “Рыжий кот”. А в 1940 году вышла его первая книжка “Рыжий кот”.
Осеева много писала для малышей - стихи, сказки, короткие рассказы. Ее произведения были отмечены живостью изложения и построены на близких детям сюжетах. Большую любовь у самых маленьких читателей завоевали сборники «Рыжий кот», «Отцовская куртка», «Мой товарищ» и др. Маленькие читатели особенно полюбили цикл рассказов «Волшебное слово», в котором в увлекательных историях, в живых характерах даются образцы человеческих отношений.
В 1946 г. Осеева начала работать над книгой «Васек Трубачев и его товарищи». Писательница показала, как в безмятежную жизнь мальчишек врывается война, как закаляет их характер, как они учатся дружить, как становятся участниками борьбы с захватчиками. Эта книга была отмечена
Государственнойпремией.
...Умерла писательница 5 июля 1969 г. в Москве.
2) Тексты тасуири уҡыу;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Хор менән уҡыу;
5) Ролләп уҡыу;
6) Текст йөкмәткеһен һөйләү;
7) Дәреслек буйынса һорауҙарға яуап биреү.
2. 7-се күнегеү. Омоним темаһын ҡабатлау.
3. Йомаҡтарҙың яуаптарын табыу:
1) Яҙын уйнай, йүгерә,
Ғолдор ҙа, ғолдор килә,
Ҡышын да лу беҙҙә ҡала,
Ҡар аҫтына ла инә.
2) Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрсөк,
Гөлкәй ҡыҙыл ситекле.
Яуаптары: ҡор, күгәрсен.
3) Йомаҡтарҙың яуаптарын һөйләшкәндән һуң, ҡор йә күгәрсен ҡошо тураһында һөйләшеү;
4) Уҡытыусы йомғаҡлап, ҡоштар тураһындағы күнегеүҙәргә күсә.
4. 10-сы күнегеү. Ҡоштарҙың ҡасан ҡайтыуы тураһында мәғлүмәт алғандан һуң, сыйырсыҡ тураһында һөйләшеүгә уҡыусыларҙы алып килергә кәрәк.
5. 9-сы күнегеүҙәр.
6. 9-сы күнегеүҙәге шиғырҙы яттан яҙыуға әҙерләү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. 9-сы күнегеү. Шиғырҙы яттан яҙырға әҙерләү.
2. “Ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ” темаһы буйынса проект эше ҡороуҙы бер-ике уҡыусыға биреү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:53

Яҙ етте
(6 сәғәт)

“Яҙ етте” темаһында тәбиғәттең үҙгәреүен сағылдырған бәйләнешле һөйләмдәр, бәләкәй текстар төҙөү менән бергә уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора.
Йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар тураһында әңгәмә ойоштороу. Яҙғы тәбиғәттең үҙгәреүен күҙәтеүҙән алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу, өҫтәлмә материал туплау. Тәҡдим ителгән өҫтәлмә материалдарҙан кәрәкле һәм кәрәкле булмаған мәғлүмәтте айырып ала белеү. Тәржемә итеү өсөн һүҙлектәр ҡулланыу. Тәбиғәттәге үҙгәреш тураһында һөйләргә өйрәтеүгә айырым иғтибар биреү. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү, уның буйынса фекер йөрөтөү, тексты ҡыҫҡартып, тулы килеш һөйләү. Һүҙ, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе төп иғтибар үҙәгендә тора. Өҫтәлмә материалдар менән эшләү һәр эшкә ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү.
Грамматик тема булып, “омоним” темаһы килә.
Туғыҙынсы бүлектә лексик һәм грамматик темалар түбәндәгесә бүленә:
1. Ә.Ихсан ”Яҙ”. Омонимдар……………………………………..1 сәғәт
2. В.Осеева “ Әбей” Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр………..1 сәғәт
3. Яҙ күренештәре.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………………………1 сәғәт
4. Т.ү. Изложение……………………………………………….....1 сәғәт
5. Ф. Рәхимғолова ” Еңеү көнө”. Хаталар өҫтөндә эш……….......1 сәғәт
6. В.Исхаков “ Миҙал һәм малай”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…….1 сәғәт

1-се дәрес
Ә.Ихсан “Яҙ”. Оомнимдар.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү.
2. Омонимдар темаһын нығытыу, уны ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнеү.
3. Яҙ шиғырының йөкмәткеһе менән танышыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙ етте” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ә.Ихсан “Яҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. Өҫтәлмә материалдар менән эшләү. Видеоматериалдар ҡулланыу. Индивидуаль һәм төркөмдәр менән эш төрҙәре ойоштороу. Бер-береһенең эшен баһалау.
Грамматика буйынса омоним темаһын нығытыу, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
4-се күнегеүҙәге тиҙәйткесте экранға сығарыу һәм уны тиҙ әйтеп өйрәнеү.
II. Белемде актуалләштереү.
Тиҙәйткестең йөкмәткеһенән сығып, яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема.
1. Яҙ тураһында әңгәмә ойоштороу.
2. Өҫтәлмә материалдар:
Март башы
Яҙ бишеген ҡыш тирбәтә,
Үҙе илай, үҙе көлә.
Әйтерһең, ул кешеләргә
Бәхет йылмайырын белә.

Тәбиғәттең бәхетенә
Ҡаршы тора алмай ҡыш та...
Тамсыларҙа нурҙар уйнай,
Ғәжәп хәлдәр бөгөн тышта.

Яҙ бишеген ҡыш тирбәтә,
Үҙе илай, үҙе көлә.
(Зөфәр Вәлит)
Яҙғы һыуҙар
Апрель ҡояшы ҡарҙы йылдам иретә. Сылтырап гөрләүектәр аға. Улар, бер-береһе менән ҡушылып, шашып аҡҡан ташҡындарға әйләнә. Халыҡ араһында шундай әйтем йөрөй: апрель башында һауа етегә төрләнә: ҡары ла яуа, ҡояшы ла ҡыҙҙыра, ямғыры ла яуып китә.
Апрелдә ҡар иреп бөтә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.
Ай башында беҙгә сыйырсыҡтар ҡайтып етә.
Йылғалар боҙҙан арына, һыуҙар таша. Йылғаларҙа боҙ киткәс, балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә башлай.
Апрелдә урмандарҙа, тау битләүҙәрендә ҡорҙар һәм һуйырҙар уйнай. Тейен, һуҫар, аҫ кеүек йәнлектәрҙең балалары донъяға килә.
Ауыл эшсәндәре, баҡсасылар өсөн апрель – ҡыҙыу осор. Яҙғы баҫыу эштәре башлана. (Е.Кучеровтан)
2. Ә.Ихсан “Яҙ” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) автор тураһында белешмә алдағы дәрестәрҙә тәҡдим ителде;
2) һүҙлек эше;
3) шиғырҙы тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү;
4) хор менән уҡыу һәм уҡыусылар менән бергә “Яҙ” шиғырына яҙылған йырҙы башҡарыу
IV. Теманы нығытыу.
1. 2-се күнегеү. С.Муллабаевтың “Олатай” шиғырын ятларға әҙерләнеү.
2. Индивидуаль эш: 3-сө күнегеү.
3. Төркөмдәр менән эш: 4-се күнегеү.
4. 4-се күнегеүҙәр омоним темаһын үҙләштереү һәм нығытыу өсөн иәҡдим ителгән эш төрҙәре.
5. Рефлексив анализ. Баһалау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:52

5-се дәрес.
Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса эш.

Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
2.Үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтеү.
3. Грамматика буйынса үҙләштергән белемдәрен ғәмәлдә ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Дәреслектәге һүррәттәр ярҙамында бәйләнешле текст уйлап яҙыу өҫтөндә эшләү. З.Әхмәтйәнованың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу һәм “Нәби менән әбей” шиғырын тасуири уҡыу. Шиғыр йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, диалог уйлап яҙыуҙы ойоштороу. Уҡыусыларҙың бер-береһен тыңларға, бер-береһенең фекере менән уртаҡлашырға өйрәтеү. Дәреслектәге һүрәттәр буйынса һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү. Уҡыусыларҙы матурлыҡты күрә белергә, уның буйынса матур, дөрөҫ итеп һөйләй белергә өйрәтеү маҡсатынан төрлө эш төрҙәре ойоштороу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
“Яратам мин илемде” йырын йырлау.
II. Өй эшен тикшереү.
1. З.Әхмәтйәнованың “Нәби менән әбей” шиғырын тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү:
1) Һүҙлек эше;
2) Автор тураһында мәғлүмәт:
Зарема Әхмәт ҡыҙы Әхмәтйәнова (1945-1992) Шаран районының Ерекле ауылында тыуа. Зарема Әхмәтйәнова – балалар һәм өлкәндәр өсөн бер нисә шиғри китап авторы. Ул “Сәңгелдәк” тигән проза китабы ла яҙған.
3) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуын тикшереү.
4) ролләп уҡыу;
5) Һорауҙарға яуап биреү.
III. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
1. 17-се күнегеү. Антоним, синоним һүҙҙәрҙе айырып яҙыу.
2. Төркөмдә эш:
1) 16-сы, 17-се күнегеүҙәр – һүрәттәр буйынса эш;
2) Индивидуаль эш төрө: Уҡыусылар төркөмдәр менән эшләгән ваҡытта бер уҡыусы таҡтала 20-се күнегеүҙе тикшерә. Уҡыусының эшен уҡытыусы үҙе тикшереп баһалай. Уҡыусы менән уҡытыусының эшмәкәрлеге ярты тауышта башҡарыла (башҡа уҡыусылар төркөмдә эшләй).
3) 20-се күнегеү буйынса һорауҙарға яуап биреү.
IV. Яңы тема.
1. 22-се күнегеүҙәге һүрәт буйынса эшләү.
2. Һүрәт буйынса терәк һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр тәҡдим итеү.
3. Һорауҙар ярҙамында һүрәт буйынса һөйләү.
4. Өҫтәлмә һорау: һүрәтте нисек атар инегеҙ?
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 21- се күнегеү буйынса эш:
1. Үҙегеҙгә оҡшаған һүҙҙәрҙе тәржемә итеп яҙыу.
2. 9 һүҙҙе тәржемә итеп яҙыу.
3. Барлыҡ һүҙҙәрҙе лә тәржемә итеп яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:52

4 -се дәрес.
Ә.Ихсан. “Әсә рәхмәте”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Текстың йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2. Изгелек, изгелек эшләү сифаттары тәрбиәләү.
3. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ә.Ихсандың “Әсә рәхмәте” тексын тасуири уҡыу. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү. Төркөмдәр, парҙар менән һәм үҙ аллы эшләү. Бер-береһе менән әңгәмәләшеү, бер-береһенең фекерен тыңларға, хаталарын төҙәтеү, үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтә белеү. Бер-береһенең эшен баһалау, анализ эшләү.
Грамматика буйынса антоним темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
12-се күнегеүҙе экранға сығарыу һәм һүҙҙәрҙе уҡыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Төркөмлдә эш: 12-се күнегеү һәр төркөм бирелгән һүҙҙәр ярҙамында ҡыҫҡа ғына текст уйлап яҙа.
2. Уҡытыусы яҙма эш дәфтәрҙәрен йыйып ала.
3. Уҡытыусы һүҙе:
- Уҡыусылар һеҙ әсәйегеҙгә нисек ярҙам итеүегеҙ тураһында текст яҙҙығыҙ, ә әсәй кеше һеҙҙең ярҙпмдан һуң һеҙгә нимә тип әйтә?
- Әлбиттә, рәхмәт һүҙҙәре әйтә.
4. Йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема.
1. Ә.Ихсан. “Әсә рәхмәте”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эщ:
1) Автор тураһында белешмә:
Әхтәм Ихсан (1908-1992) (Әхтәм Сөләймән улы Ихсанов) 1908 йылдың 24 декабрендә Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Аҡман-Ибрай ауылында тыуа. 1930 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлағас, республика газета һәм журналдарында, артабан Башҡортостан радиокомитетында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, “”Ҡыҙыл атлылар” тигән фронт газетаһында мөхәррир урынбаҫары була. Һуғыштан һуң республика радиокомитетында, “Башҡортостан ауыл хужалығы” журналы редакцияһында хеҙмәттәшлек итә.
Әхтәм Ихсандың “Элеватор” тигән тәүге шиғырҙар китабы 1930 йылда баҫылып сыға.
Шағирҙың 1960 йылда донъя күргән “утыҙ ыласын” тигән китабы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт атлы дивизияһы һалдаттары күрһәткән батырлыҡтар тураһында хикәйәләй. Бигерәк тә уның “Саҡматояҡ аттарҙа” исемле документаль повесы ошо темаға яҙылған күренекле әҫәрҙәренең берһе булып тора.
1935 йылдан Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы була.
2) Һүҙлек эше;
3) Текстың уҡытыусының уҡыуы;
4) Сылбырлы уҡыу;
5) Ролләп уҡыу;
6) Һорауҙарға яуап биреү;
7) Әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү.
3. Ғ.Байбурин һүҙҙәре, Р.Сәлмәнов музыкаһына яҙылған “Яратам мин илемде” йырын өйрәнеү (уҡыусыларға йыр таныш булырға тейеш):
1) Йыр буйынса яҙма тыңлау;
2) Йырҙың һүҙҙәрен тасуири уҡыу;
3) Шиғырҙы хор менән уҡыу;
4) Бер-нисә уҡыусының уҡыуы;
5) Йырлап өйрәнеү.
6) Уңғаным, үҫкәнем һүҙҙәренә антонимдар табып яҙыу. Матур һүҙенә синонимдарҙы иҫкә төшөрөү һәм һөйләм уйлап яҙыу.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 15-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Новости

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 03:51

3-сө дәрес
Контроль диктант.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
1. Яҙма эш дәфтәрҙәре таратып бирелә. Дәфтәргә көндө, текст исемен яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан “Көләс булһын әсәйҙәр!”(“Башҡорт теленән диктантттар һәм изложениелар йыйынтығы” -21-се бит) тигән текст тәҡдим ителә.
Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн борсола, беҙҙең уңыштарға шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар? (“Йәншишмә” газетаһынан)
2. Төп өлөш:
1) тексты тулы килеш уҡыу;
2) һүҙлек эше: көләс, уңыштар, аҡыллы.;
3) уҡытыусы һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыу;
4) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
5) уҡыусыларҙың тексты үҙ аллы тикшереүҙәре.
Өҫтәлмә эш:
1) матур, эшсән һүҙҙәренә антоним, синонидар һүҙҙәр туйлап яҙығыҙ.
2) Өйгә эш: үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron