Яҙғы эштәр
(4 сәғәт)
“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса уҡыусыларға яҙғы көндөң һәр көнө ҡәҙерле булыуын, һәр эште ваҡытында башҡарыу мөһим булыуын уларға төшөндөрөү. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан да үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. “Яҙғы эштәр” темаһы буйынса уҡыусыларға өҫтәлмә материал туплау, проект эштәре ҡороу, презентацион материалдар әҙерләү йөкмәтелә. Тема буйынса ҡаралған материалдар буйынса парҙар, төркөмдәр менән, индивидуаль, үҙ аллы эштәр ойоштороу планлаштырыла. Һәр эшкә ваҡытты дөрөҫ бүлеү, планлаштыра белеү һәм эшмәкәрлектең маҡсат, бурыстарын билдәләү.
Грамматика буйынса “Һан” темаһын үҙләштереү ҡаралған.
“Яҙғы эштәр” бүлегендә грамматик һәм лексик материал яҡынса түбәндәгесә бүленә:
1. К.Ушинский “Баҡсасы һәм уның улдары”.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе………………………………………..1 сәғәт
2. С.Агиш “Суфия”. Исем…………………………………………..1 сәғәт
3. Телмәр үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтов “Эштән һуң”
картинаһы буйынса инша яҙыу………………………………….2 сәғәт
1- се дәрес
К.Ушинский “ Баҡсасы һәм уның улдары”. Алфавит.
Маҡсат: 1. Текст йөкмәткеһе менән танышыу.
2. Хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.
3. Алфавитты ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Яҙғы эштәр, хеҙмәт тураһында һөйләшеү. Мәҡәл, һынамыштар, шиғырҙар уҡыу, ребустар сисеү ҡаралған. Тасуири уҡыу күнекмәләрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәре күп ваҡытты биләй. Ваҡытты рациональ файҙалана белеү маҡсатынан бирелгән ваҡыт эсендә эш төрҙәрен башҡарыу ойошторола.
Грамматика буйынса алфавитты ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Хеҙмәте барҙың – хөрмәте бар.
(Мәҡәл)
II. Белемде актуалләштереү.
1. Алдағы мәҡәл буйынса әңгәмә ойоштороу.
2. Сәйфи Кудаштың шиғыр юлдары экранға сыға:
Ҡыҫҡа ғына был ғүмерҙең ғүмерен бел һин,
Был һүҙҙәрҙе ҡолағыңа элеп ҡуй һин:
Кескәй йәштән ең һыҙғанып эшкә күн һин,
Тормошоңдо хеҙмәт йәме менән күм һин.
3. Хеҙмәт тураһында әңгәмәне йомғаҡлап, һәр миҙгелдең үҙенә генә хас эш төрҙәре булыуын иҫәпкә алып, яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема. Яҙғы эштәр.
1. Уҡытыусы:
- Әлбиттә, яҙғы эштәр илебеҙҙә баҫыу эштәре менән башланып китә. Ә һәр кем үҙ баҡсаһындағы эштәр менән башлап ебәрә.
2. К.Ушинский “Баҡсасы һәм уның улдары” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Һүҙлек эше;
2) Тасуири уҡыу күнекмәләре;
3) Һорауҙарға яуап биреү;
4) Уҡыусыларҙың текстың төп фекерен аңлай һәм аңламауҙарын тикшереү.
IV. Яңы теманы нығытыу.
1. 2-се күнегеү. Башҡорт алфавитын ҡабатлау. Үҙ аллы эш (тейешле ваҡыт билдәләнә) һәм уҡыусыларҙың эш дәфтәрҙәре йыйып алына.
2. 3-сө күнегеү күсереп яҙыу, бер-береһенең эшен тикшереү. Критерийҙар уҡытыусы тарафынан тәҡдим ителә. Уҡыусылар текст буйынса бер-береһенә һорау бирәләр һәм биремдәге һорауға яуап әҙерләйҙәр.
3. 4-се күнегеүҙәге шиғырҙы тасуири уҡыу һәм һорауҙарға яуап биреү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 8-се күнегеү. Һүҙлек диктантына әҙерләнеү.