Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 09:02

10. Яҙғы эштәр
(4 сәғәт)

“Яҙғы эштәр” темаһы буйынса уҡыусыларға яҙғы көндөң һәр көнө ҡәҙерле булыуын, һәр эште ваҡытында башҡарыу мөһим булыуын уларға төшөндөрөү. “Яҙғы эштәр” темаһы буйынса уҡыусыларға өҫтәлмә материал туплау, проект эштәре ҡороу, презентацион материалдар әҙерләү йөкмәтелә. Тема буйынса ҡаралған материалдар буйынса парҙар, төркөмдәр менән, индивидуаль, үҙ аллы эштәр ойоштороу планлаштырыла. Һәр эшкә ваҡытты дөрөҫ бүлеү, планлаштыра белеү һәм эшмәкәрлектең маҡсат, бурыстарын билдәләү.
Грамматика буйынса “Һан” темаһын үҙләштереү ҡаралған.
“Яҙғы эштәр” бүлегендә грамматик һәм лексик материал яҡынса түбәндәгесә бүленә:
1. К.Ушинский “Баҡсасы һәм уның улдары”.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе………………………………………..1 сәғәт
2. С.Агиш “Суфия”. Исем…………………………………………..1 сәғәт
3. Телмәр үҫтереү. Р.Нурмөхәмәтов “Эштән һуң”
картинаһы буйынса инша яҙыу…………………………………..2 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 09:01

9. Яҙ етте
(6 сәғәт)
“Яҙ етте” темаһында тәбиғәттең үҙгәреүен сағылдырған бәйләнешле һөйләмдәр, бәләкәй текстар төҙөү менән бергә уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора.
Йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар тураһында әңгәмә ойоштороу. Яҙғы тәбиғәттең үҙгәреүен күҙәтеүҙән алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу, өҫтәлмә материал туплау. Тәҡдим ителгән өҫтәлмә материалдарҙан кәрәкле һәм кәрәкле булмаған мәғлүмәтте айырып ала белеү. Тәржемә итеү өсөн һүҙлектәр ҡулланыу. Тәбиғәттәге үҙгәреш тураһында һөйләргә өйрәтеүгә айырым иғтибар биреү. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү, уның буйынса фекер йөрөтөү, тексты ҡыҫҡартып, тулы килеш һөйләү. Һүҙ, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе төп иғтибар үҙәгендә тора. Грамматик тема булып, “омоним” темаһы килә.
Бүлектә лексик һәм грамматик темалар түбәндәгесә бүленә:
1. Ә.Ихсан ”Яҙ”. Омонимдар…………………………………………..1 сәғәт
2. В.Осеева “ Әбей” Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр………......1 сәғәт
3. Яҙ күренештәре.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…………………………1 сәғәт
4. Т.ү. Изложение…………………………………………….…............1 сәғәт
5. Ф. Рәхимғолова ” Еңеү көнө”. Хаталар өҫтөндә эш………........1 сәғәт
6. В.Исхаков “ Миҙал һәм малай”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 09:01

8. 8 МАРТ – ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР БАЙРАМЫ
(5 сәғәт)
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһын үткәндә бер-береңде ҡотлау, йылы һүҙҙәр әйтергә өйрәнеү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү, ҡатын-ҡыҙ яғынан туғанлыҡ терминологияһын белеү, класта бер-береңә, уҡытыусыларға, ҡатын-ҡыҙ туғандарҙы телефон аша, СМС хәбәрҙәр ебәреү, электрон почта аша ҡотлауҙар яҙыу. Уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә ҡуллана белеү төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыу күнекмәләренә өйрәтеү. Тексты анализлай, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү юлдарын дөрөҫ итеп башҡорт телендә һөйләй белеү.
“8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө” темаһы буйынса тәҡдим ителгән текстарҙы үҙләштереү аша уҡыусыларҙың һөйләшеү, һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү өҫтөндә эшләү дауам ителә.
Был бүлектә грамматик-лексик темалар түбәндәгесә бүленә:
1. Ф.Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем”. Антонимдар……………………………1 сәғәт
2. Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн”. Синонимдар……………………………1 сәғәт
3. Конторль диктант…………………………………………………………1 сәғәт
4. Ә.Ихсан. “Әсә рәхмәте” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…………………..1 сәғәт
5. Т.ү. Һүрәт буйынса эш…………………………………………………..1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 09:00

7.Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.
(3 сәғәт)
Беҙҙең тормошобоҙ туранан-тура эш, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, уларҙы эшләп табыу, һатып алыу һ.б. менән бәйләнгән. Һәр кем әйберҙе магазиндан, баҙарҙан һатып ала. Уҡыусылар менән төрлө уйындар ойоштороу, диалог ҡороу, экскурсиялар ойоштороу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусыларҙың үҙ аллы, парҙарҙа эшләүе төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусыларҙың бер-береһенә һорауҙар биреүен, текстарҙы тәржемә итеүен, һүрәттәр буйынса эшләүен ойоштороу ҙа ҡаралған. Тема буйынса тәҡдим ителгән текстарҙың төп фекерен билдәләү һәм унан иң кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү.
Шуға ла “Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар” темаһы телде ғәмәли үҙләштереү өсөн бик уңайлы темаларҙың береһе.
Синонимдарҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡуллана белеү иғтибар үҙәгендә тора.
Грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Г.Ғәлиева. Икмәк. Исемдең күплек ялғауҙары……………….1 сәғәт
2. Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. Синонимдар. ……………………..1 сәғәт
3. Р.Шәкүр. Эшһөйәрҙәр иле. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………….1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 09:00

6.Яңы йыл менән!
(5 сәғәт)
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса уҡыусылар ҡыш миҙгеле тураһында һөйләй, был миҙгелдең үҙенсәлектәрен билдәләй белергә тейеш. “Ҡыш”, “Яңы йыл” темаһына арналған әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр, кисәләр үткәреү ҙә ошо теманы үткәндә ҡаралған. Уҡыусыларҙы яңы йыл байрамы менән ата-әсәләрен, класташтарын, туғандарын ҡотларға, ҡотлау открыткаһын, электрон почтаға, смс хәбәрҙәрҙе башҡорт телендә яҙырға өйрәтеүҙе лә иғтибарҙан ситкә ебәрергә ярамай. Тема буйынса шиғырҙар хикәйәләр уҡыу, уҡылған материалдар буйынса һөйләргә өйрәнеү, дөрөҫ итеп аралаша белеү, яңы мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар табыу, фекер алышыу, сығыштар яһарға өйрәнеү.
Исемдәрҙең күплек ялғауҙарын, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен нығытыу, уларҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡуллана белеү ҙә иғтибар үҙәгендә тора.
Был блокта грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Ф.Иҫәнғолов “Алдаҡсы йондоҙҙар”.
Исемдәрҙең күплек ялғауҙары………………………………….1 сәғәт
2. З.Биишева. Ауырыуҙан ҡотолдо. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…1 сәғәт
3. М.Ғәли “Беҙҙең елка”. ………...…………………………………1 сәғәт
4. Т.ү. Ҡышҡы уйындар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе…………….2 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 08:59

5.Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена
( 4 сәғәт)
“Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена” темаһында кеше, кешенең тән ағзалары исемдәре, шәхси гигиена буйынса уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу һәм уларҙың иркен аралаша алыуҙарына өлгәшеү. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү, текст өҫтөндә эшләү күнекмәләренә эйә булыу. Текстан кәрәкле һәм кәрәк булмаған мәғлүмәтте айыра белеү. Өҫтәлмә сығанаҡтар, һүҙлек менән эшләүҙе дауам итеү. Тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү телмәре күнекмәләрен артабан үҫтереү. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алырға өйрәтеү маҡсатынан төрлө ижади күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу ҡаралған.
Тема буйынса лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә.
1. И.Ғүмәрова “Уңған ҡыҙ”. Сифат………………………………..1 сәғәт
2. Шәхси гигиена. Исем……………………………………………..1 сәғәт
3. Изложение яҙыу…………………………………………………...1 сәғәт
4. Шәхси гигиена. Хаталар өҫтөндә эш......................................1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 08:59

4.Башҡортостаныңды беләһеңме?
(8 сәғәт)
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса уҡыусыларға үҙҙәре йәшәгән төйәк – Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт биреү, республикабыҙ тураһында матур һәм тулы итеп һөйләй алыуҙарына, ирешеү, телмәр үҫтереү, темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатанаша алыу төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе табыу өсөн өҫтәлмә сығанаҡтарҙы ҡулланыуҙы ойоштороу. Ҡуйылған проблемалар аша уҡыусыларҙың дәрес темаһын, маҡсатты билдәләй белеүҙәренә өлгәшеү. Бер-береһе менән аралашыу, бер-береһенә иғтибарлы булыуҙы үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. Бер-береһен ихтирам итеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
Был бүлектә яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау, алмаш темаһы үҙләштереү ҡаралған.
Грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. С.Әлибаев “Тыуған ерем”. ……………………………………….1 сәғәт
2. Т.ү. В.Э.Меос. “З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары”……………..1 сәғәт
3. Тыуған ерем - Башҡортостан. Ҡушма исемдәр……………….1 сәғәт
4.Г. Ситдикова “Республикабыҙҙың тыуған көнө”. Ҡушма һан….1 сәғәт
5. Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы”. Исем………………..1 сәғәт
6. С.Юлаев “Уралым”. Яңғыҙлыҡ исемдәр…………………………1 сәғәт
7. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………………………………………………1 сәғәт
8. Диктант………………………………………………………………….1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 08:59

3.Йыл миҙгелдәре
(10 дәрес)
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре буйынса булған белемдәрен киңәйтеү. Бирелгән һүҙҙәр йыйылмаһынан, текстарҙың йөкмәткеһенә ҡарап, йыл миҙгелдәрен айырмаһын башҡорт телендә дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белеү, һәр миҙгел буйынса уҡыусыларҙың иркен һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланып, проект эше ҡора белеү. Үҙаллы, индивидуаль, төркөм, парҙарҙа дөрөҫ итеп эшмәкәрлекте ойоштороу. Тәҡдим ителгән текстарҙа күтәрелгән проблемалар буйынса уртаҡ фекергә килеү өсөн бер-береңде тыңларға, үҙ фекереңде аңлайышлы итеп әйтергә һәм үҙ фекереңдең дөрөҫлөгөн иҫбат итергә өйрәнеү.
Грамматика буйынса алмаштарҙы үҙләштереү ҡаралған.
1. Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары…………………1 сәғәт
2. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Күрһәтеү алмаштары…………1 сәғәт
3. К.Ушинский “Дүрт теләк”. Күрһәтеү алмаштары……………….1 сәғәт
4. Ф. Рәхимғолова “Ҡайҙан белдең”. Билдәһеҙлек алмаштары..1 сәғәт
5. Ҡыш яҡынлаша. Билдәләү алмаштары………………………….1 сәғәт
6. Т.ү. Инша. Йыл миҙгелдәре………………………………………..1 сәғәт
7. Хаталар өҫтөндә эш…………………………………………………1 сәғәт
8. Л.Толстой “Бабай менән һыу инәһе”. Юҡлыҡ алмаштары. ….1 сәғәт
9.С. Әлибаев “Матур көн”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау……………….1 сәғәт
10. Контроль диктант...…………………………………………………1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 08:58

2.Үҙем тураһында
(11 сәғәт)
“Үҙем тураһында” темаһы буйынса уҡыусыларҙың үҙҙәре тураһында һөйләй белеүҙәре, уларҙы үҙ фекерҙәрен иркен еткерә алырға өйрәтеү, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу һәм ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланыуҙарына ирешеү төп иғтибар үҙәгендә тора. Аралашыуҙа этикет ҡағиҙәләрен һаҡлай белеү, уларҙы урынлы ҡулланыу. Тәҡдим ителгән материалдар буйынса бер-береһе менән фекер алышыу, үҙ фекерененең дөрөҫлөгөн дәлилләй алыуҙары, бәхәс ҡора белеүҙәре.
Тема буйынса тәҡдим ителгән текстар буйынса фекер алышыу, текста күтәрелгән проблеманы хәл итеү өсөн төркөмдәр, парҙар ҙа эшләү. Уларҙы үҙаллы белем алырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың грамматика буйынса үҙләштергән материалдарҙы үҙ телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу, диалогтар төҙөй белеүгә ҙур әһәмиәт бирелә.
Лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше………..1 сәғәт
2. Минең мәктәбем. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……….1 сәғәт
3. Алтын көҙ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше……………….1 сәғәт
4. Беҙҙең ғаилә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. ……………...2 сәғәт
5. Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр..1 сәғәт
6. Минең көн режимым. Ҡылым……………………………………….1 сәғәт
7. Й.Солтанов. Башҡортостан флагы. Сифат………………………1 сәғәт
8. Артурҙың бер көнө. Зат алмаштары. ……………………………..1 сәғәт
9. Минең шәжәрәм. Эйәлек алмаштары…………………………….1 сәғәт
10. Контроль диктант………………………………………………1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 23 сен 2016, 08:57

Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Эш программаһының 2-се өлөшө "предметтың йөкмәткеһе"нә рус телле мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәргә темалар бүленеше 5-9 кластар өсөн (З.М.Ғәбитова "Башҡорт теле" уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар", Өфө, 2015) тәҡдим итәм.
5 класс

(68 сәғәт)
1. Һаумы, мәктәп!
(8 сәғәт)
5-се класта башҡорт теле дәрестәре алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, грамматик төшөнсәләрҙең тәғәйен атамалары менән танышыу, уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу маҡсаты менән башлана.
“Һаумы, мәктәп!” темаһы буйынса уҡыусыларҙың белгәндәрен иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Тема буйынса һүҙлек запасын байытыу, уларҙың телмәрен артабан үҫтереү, ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатнаша алыуы, үҙ фекерҙәрен әйтә һ.б. өлгәшеү. Тема буйынса уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. Текст йөкмәткеһен анализлай һәм һөйләй белеү күнекмәләрен үҙләштереү.
Уҡыусы үҙенең эшмәкәрлеген планлаштыра, маҡсаттарҙы билдәләй рефлексив анализ яһай белеүен тормошҡа ашырыу төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала.
Лексик һәм грамматик материал түбәндәгесә бүленә.
1. Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау……………. . ……………………..1 сәғәт
2. Ғ.Рамазанов “Йәшә, тыуған ерем!”
Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре…. …………………………………1 сәғәт
3. Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара”
Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар...…...………………………………………1 сәғәт
4. А. Игебаев “Һау булығыҙ, аҡҡоштар!”
Исемдең күплек ялғауы. ………………………………...…………………1 сәғәт
5. Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. ……………………………..2 сәғәт
6. Экскурсия “Көҙгө тәбиғәт” .…………………………………………………1 сәғәт
7. Т.ү. Изложение………………………………………………………………..1 сәғәт
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2

cron