Габитова З.Г. » 07 сен 2016, 09:01
Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. "Башҡорт теле" (уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн) дәреслек нигеҙендә А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһын өйрәнеү һәм инша яҙыу буйынса үҙ кәңәштәребеҙҙе һәм дәрес эшкәртмәһе өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ:
Маҡсат:
1)Рәссам А Кузнецовтың ижады менән танышыу;
2) А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһын үҙләштереү;
3) уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы.
Дәрес барышы:
1. Картинаның ҡатмарлылығына ҡарап, уҡыусыларға картинаны күҙәтеү өсөн бер ни тиклем ваҡыт бүленә. (Үҙ аллы картина менән танышыу ваҡытында уларҙаң иғтибарын бүлергә ярамай). Картинаны ҡарап бөткәндән һуң һорауҙар ярҙамында әңгәмә ойошторола.Һорауҙар бәйләнешле булырға һәм бер-береһен тулыландырып килергә, билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтерергә һәм артабан хикәйә төҙөү өсөн план ролен үтәргә тейеш.
2. Картина менән эшләгәндә план төҙөү мөһим. Ул уй-фекерҙе тртипкә һала, әйтергә теләгән фекерҙе ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп офрмалаштырырға ярҙам итә. План уҡыусылар менән берлектә төҙөлә. План төҙөлгәс, телдән һөйләү этабына күселә.
3. Картина буйынса эш инша яҙыу менән тамамлана. Уҡыусылар дәрестә анализланған тексты дәфтәргә яҙалар. Инша яҙыубарышында уҡыусы яңы һүҙҙәргә иғтибар итә, аҙ ҡулланыла торған һүҙҙәр уның актив һүҙлегенә инә башлай.
4. Ижади яҙма эшкә тиклем өйрәтеү төрөндәге күнегеүҙәр эшләү бик мөһим. Баштараҡ иншаны хикәйәләү характерында, сюжетлы һүрәттәр буйынса яҙырға кәрәк. Уҡыусылар был осраҡта төп фекерҙе, әйҙәп барыусы идеяны тиҙ тотоп алалар. Улар түбәндәге күрһәтмәгә таянып эш итәләр:
1) бындай эш төрө инша яҙыуҙа эҙмә-эҙлелекте, үҙ фекереңде теүәл итеп биреүҙе талап итә;
2) иншаның исеме ҡыҫҡа һәм конкрет булырға тейеш;
3) картинала һүрәтләнгән ваҡиғаның ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа барыуын күрһәтеү мотлаҡ;
4) әҫәрҙәге образдарға исем бирелһен;
5) йөкмәткене хәҙерге замандан һөйләү отошло. Ваҡиғаны беҙҙең күҙ алдында барған кеүек һүрәтләү, хикәйәләүгә йәнлелек өҫтәй.
А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса инша яҙыу өлгөһө тәҡдим ителә.
уҡытыусы өсөн белешмә:
Башҡорт халҡының милли геройының образын бик күп рәссамдар һынландырҙы: А.Лежнев, Ғ.Мостафин, А.Кузнецов, Р.Ишбулатов, Р.Нурмөхәмәтов, Ә.Лутфуллин, П.Гаврилов, В.Мещеряков һәм башҡалар. Улар Салауатты бала сағында, ихтилал һәм каторгала ваҡытында һүрәтләне.
Шулар араһында иң яҡшыларҙан тип “Салауаттан һорау алыу” картинаһын әйтеп үтергә кәрәк. Был әҫәрҙе БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексеә кузнецов 1953-1955 йылдарҙа ижад итә. Картина бик көслө тәьҫир ҡалдыра.
Салауат ҡараңғы бүлмәлә үҙенән һорау алыусылар алдында ғорур баҫып тора. Уның рухы һынмаағн. Баш бирмәҫ, батырҙарса ҡарашыдошмандарын көйҙөрә. Үҙе өсөн уҡрҡмай, береһен дә һатмаясаҡ. Палачтар утта ҡыҙҙырып ҡурҡыныс ҡоралдарын әҙерләй. Уларға эштәрен башларға ым ғына кәрәк. Өҫтәл эргәһендә дүрт кеше, ләкин икәү генә һорау ала. Креслола бер оло түрә ултыра. Ул бер үк ваҡытта ҡыҙыҡһынып та, күрә ламаусанлыҡ менән дә Салауатты күҙәтә. Сөнки был кеше тураһында батшабикәгә, атаһы менән икәүһе “башҡорттарҙың иң баш юлбашсыһы” тип еткергәндәр. Уның эргәһендә тәржемәес ярамһаҡланып эйелгән, алға ынтылған. Уның йыртҡыстарса йөҙө асыу менән йыйырылған.
Улар хәҙер ҡәнәғәт. Ихтилал баҫтырылған. Баш күтәреүселәрҙе ҡаты яза көтә. Һәм, әлбиттә, теләһә ниндәй юлдар менән Салауатты һындырырға, тәүбә иттерергә кәрәк.
Ләкин улар бик яңылыша. Салауат үҙен батырҙарса тота. Яуҙаштарының береһен дә һатмай.
Салауат образы өҫтөндә А.Кузнецов 1950 йылдар башында эш башлай. Уның тураһында фәнни һәм художестволы әҙәбиәт менән таныша. Алексей Александровичҡа С.Злобиндың “Салауат Юлаев” романы бик оҡшай. Картинаның натураһын рәссам эҙләй. Ленинградҡа, Петропавловкс крепосына бара. Хатта үҙен камераға бикләүҙәрен үтенә. Алексеевск равелиндарының казематтарында ла була. Картинаның һуғыш вариантындағы таш аркалар тап шунан алынған да инде.
Салауат Юлаев образы – йыйылма образ. Рәссам үҙ геройын Арыҫлан Мөбәрәкһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Уның үҙе әйтеүенсә, Салауатында “Мөбәрәковтың һын-һыйпаты сағыла”. Рәссамға медицина институтының бер студенты, Киевтан килгән рәссам корей Коля Хан позировать итә.
Был картина 1955 ыйлда Мәскәүҙә үткән Башҡорт АССР-ының һынлы сәнғәт һәм халыҡ ижады күргәҙмәһендә юғары баһа ала. Һуңғараҡ ошо картина менән почта открыткаһы сығарыла. “Салауаттан һорау алыу” картинаһы күп тапҡыр төрлө күргәҙмәлә сығыш яһай.(В.В.Сидоров)
1)Инеш һүҙ аша уҡыусыларҙы картинаның йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү. Әңгәмәлә С.Юлаев образына яҙыусылар ғына түгел, рәссамдарҙың да мөрәжәғәт итеүе тураһында әйтеләһәм уҡыусыларҙың иғтибары картиналарға йүнәлтелә. Был әҫәрҙә Салауат азатлыҡ өсөн ҡыйыу һуғышсы, шул уҡ ваҡытта нескә йөрәкле шағир-импровизатор итеп һынландырыла. Уның ҡурҡыу белмәҫ батырлығы А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһында айырыуса асыҡ сағыла.
2) Инеш әңгәмәнән һуң картина ҡарала. Идея –йөкмәткеһен асыҡлау өсөн һорауҙарға яуаптар алына. (Картинала һүрәтләнгән күренеш С.Юлаев тормошоноң ҡайһы осорона тура килә? Салауат Юлаевтан һорау алған урынды һүрәтләгеҙ һ.б) Артабан картинаны ҡарауҙан тыуған тәүге тойғолар, фекерҙәр менән уртаҡлашып, анализға күсеп кителә.
1) Инша яҙыу алдынан һүҙлек эше үткәреү мөһим:
а) аңлашылмаған һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙыу: ғорур, ҡыйыу, үткер ҡараш, ялсылар, язалаусылар, баһадир, түрә, баһадир һ.б.
б) тәҡдим ителгән исемдәргә эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр өҫтәп яҙырға: Салауат Юлаев…(ныҡ баҫып тора, үҙен ҡыйыу тота, ҡулы артҡа шаҡырып бығауланған, ҡырын баҫып тора); батша ялсылары…( һорау лалар, әңгәмәләшәләр, асыуланалар, береһе урынына тороп киткән) һ.б.
в) түбәндәге һүҙҙәргә сифаттар табырға: Салауаттың кәүҙәһе (тура), Яурыны (киң), ҡарашы (үткер), ҡаштары (ҡара);
г) һүҙҙәрҙе тәржемә итергә: допрос, наказание, палач, писарь, цепь, одежда, взгляд, гордый һ.б.
2) Салауат Юлаевты һүрәтләү.
3) Һорау алыусыларҙы һүрәтләү.
4) С.Юлаевтың берәй шиғырынан (йәки башҡа әҫәренән) картина йөкмәткеһенә тап килерлек цитата һайлау.
5. План төҙөп, уны дәфтәргә һәм таҡтаға яҙыу.
1. Картинала һүрәтләнгән күренеш Салауат Юлаев тормошоноң ҡайһы осорона тап килә?
2. Салауаттан һорау алған урынды тасуирлағыҙ.
3. Һорау алыусы батша ялсыларының ҡиәфәттәре ниндәй?
4. Палачтар ни өсөн С.Юлаевты язаларға әҙерләнә.
5. Рәссам Салауаттың кәүҙәһен нисек һүрәтләй?
6. Салауатты ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
7. Салауаттың һорау алыуға тәүге тапҡыр килеүен нимәгә ҡарап белеп була?
8. Картинала геройҙы һүрәтләүгә ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?
9. Салауат Юлаев – мәңге тере шәхес.
6. План буйынса һөйләү барышында яуаптарҙы тулыландырыу, өҫтәлмәләр индереү шарт.
Яҙма эштәрҙе тикшергәндә уҡытыусыға түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк: эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап киләме? Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыламы? План буйынса өлөштәр тигеҙ бүленәме? Теманан ситкә китеүҙәр күҙәтелмәйме? Һөйләмдәр дөрөҫ төҙөлгәнме? Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камилмы? Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылғанмы? Орфографик хаталар артыҡ күп түгелме? Матур яҙыу, ҡыҙыл юл ҡалдырыу һаҡланамы?
Тапшырылған иншалар уҡытыусы тарафынан ентекләп тикшерелә һәм баһалар киләһе дәрестәрҙә үк уҡыусыларға еткерелеп, эштәргә ентекле анализ яһала.