Синтаксис
1. Күкте ҡара болот ҡапланы һөйләменең составын билдәлә.
1. Бер составлы 2. Ике составлы
2. Иртә менән һалҡынайтып ебәрҙе Һөйләменең составын билдәлә.
1. Бер составлы 2. Ике составлы
3. Бар донъяны нурға манып, ал ҡояш ҡалҡты ике составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Ике составлы йыйнаҡ 2. Ике составлы тарҡау
4. Ҡояш ҡалҡты ике составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Ике составлы йыйнаҡ 2. Ике составлы тарҡау
5. Һәр эште үҙ ваҡытында үтә бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
6. Ағиҙел аша яңы күпер һалғандар бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
7. Бөгөн бик арытылды бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
8. Йәмле Ағиҙел буйҙары бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
9. Ҡайһы һөйләм тик эйә составынан ғына тора?
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
10.Хәбәре тик өсөнсө затта килгән ниндәй бер составлы һөйләм бар?
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
11.Ниндәй бер составлы һөйләмдең хәбәре тик беренсе һәм икенсе заттарҙа ғына килә?
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
12. -Ҡайҙа бараһығыҙ?
-Урманға.
Былар ниндәй һөйләмдәр?
1. Тулы һөйләм 2. Кәм һөйләм
13. -Һеҙ ҡаҙа бараһығыҙ?
-Беҙ урманға барабыҙ.
Былар ниндәй һөйләмдәр?
1. Тулы һөйләм 2. Кәм һөйләм
14. Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа походҡа сыҡтылар һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
15. Сабир бөгөн бейене, йырланы, күңел асты һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
16. Болон ал, ҡыҙыл, алһыу сәсксләргә күмелде һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
17. Тау битләүендә лә, йылға буйҙарында ла, баҫыуҙарҙа ла йәй үҙе хужа булып алған
һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
18. Йәштәр, бала-саға, хатта ололар ҙа бөтәһе лә байрамса кейенгән. Бөтәһе һүҙе алдынан ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылыр?
1. Ике нөктә 2. Һыҙыҡ
19. Бөтә мәктәп уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бөгөн етди һынау тота һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе етмәй.
1. Ике нөктә 2. Һыҙыҡ
20. Өндәш һүҙҙәр һөйләмдең ҡайһы урынында килергә мөмкин?
1. Башта. 2. Уртала 3. Аҙаҡта 4. Бөтә урында ла
21. Бәхеткә ҡаршы, көндәр йылы торҙо һөйләмендә инеш һүҙ нимәне аңлата?
1. Шатланыуҙы 2. Икеләнеүҙе 3. Ышаныуҙы 4. Ғәжәпләнеүҙе