Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение зульфия ягафарова » 01 мар 2016, 18:41

[Рәшит Назаровҡа эйәреп]
Юлдар алып китә, тағы әйҙәй мине...
Донъя гиҙәм, ниндәй гүзәллек...
Ләкин ауылымдан күркәмерәк
Башҡа ерҙәр юҡтыр кеүек.
Бында ғына миңә тынысыраҡ,
Бында ғына тоям бәхетте,
Һөйөүемде тыуған илкәйемде
Әйтеп бирәм туған телкәйемдә.
Олатайҙар түккән күпме ҡанын
Ошо изге ерҙәр хаҡына.
Батырҙарын күпме юғалтһа ла
Тоғро ҡалған туған халҡына.
Эй, кешеләр, һеҙгә үтенесем:
Һаҡлайыҡ тим беҙ ҙә Уралды,
Һатмайыҡ, тим тыуған еребеҙҙе,
Ҡоротмайыҡ йылға-күлдәрҙе.
Туған телһеҙ ҡалыу- илһеҙ ҡалыу,
Онотмайыҡ изге һүҙҙәрҙе,
Бөтөрмәйек көнөн киләсәктең,
Киләсәкһеҙ халҡым бөтәсәк.
Өйрәнәйек изге йолаларҙы,
Үҫәйексе рухлы булып та.
Олатайҙарҙың оло аманатын
Юғалтмайыҡ һис бер ваҡыт та.
зульфия ягафарова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 01 мар 2016, 18:06

Re: Методические рекомендации

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 12 фев 2016, 09:45

Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, коллегалар! Халҡыбыҙҙың ифрат бай һәм тәрән йөкмәткеле ауыҙ – тел ижадын, сәсәнлек оҫталығын, ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен, яүгирлеген, боронғо һәм хәҙерге әҙәбиәтте уҡыусыларға рухиәт итеп тапшырыуҙа ролебеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы ваҡыт шуны уйлап йөрөйөм: беҙ интеллектуаль һәм методик үҫешкә нығыраҡ ихтибар итәбеҙ, ә уҡытыусыбыҙҙың үҙенең рүхиәтенә, мәҙәнилелегенә, кәрәк икән, сәсәнлек маһирлығына, һүҙ оҫталығына ҡараш йүнәлтмәйбеҙ. Ә был бик кәрәк. Хатта йыл уҡытыусыһы конкурсында сәсәнлек, шағирлыҡ оҫталығы айырым баһаланһын ине. Шул уҡ ББФДС уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ, художестволылыҡ формалаштырыуҙы талап итә. Һүҙем уҡытыусы һәм әҙәби ижад хаҡында. Үҙе ижад иткән, шиғыр серен, моңон аңлаған уҡытыусы ғына балала илһам уты ҡабыҙа ала. Ә ундайҙар, шөкөр, беҙҙә бар. Ишимбай гимназияһында Ғәлиә Кәлимуллина, Гөлнур Аҙнабаева, Ҡырмыҫҡалынан Рим Исхаҡов, Фирүзә Абдуллиналар уҡытыусы ғына түгел, шағир һәм яҙыусылар. Иманым камил, улар эшләгән мәктәптә ижад мөхите йәшәй! Рәмиҙең шағир булып китеүендә, минеңсә, Мәрйәм апай Ғималованың да роле ҙур. Рәми әҙәбиәт институтында яҙылған шиғырҙарын иң тәүҙә Мәрйәм апайға ебәрер булған, фекер алышҡан. Хәтеремдә: Мәрйәм апай миңә бер сәғәткә яҡын Рәмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләп торҙо! Ана, нисек бит ул. Әйҙәгеҙ, коллегалар, үҙебеҙ ҙә әҙәби ижадҡа тотонайыҡ, шиғриәт мәңгелек! Ошо хаҡта фекер алышайыҡ, тимәксемен. Буш хәбәр булмаһын өсөн үҙемдең яңы әйберҙәремде тәҡдим итәм.

Көлөү
Руслан Сөләймәновҡа

Ҡысҡырып та бер көл әле,
Бер көл әле, Руслан энекәш!
Күңелемә рәхәт булып ҡала,
Шатлыҡ ауаздарың ишеткәс.
Һин көлгәндә донъя балҡып китә,
Онотола кеүек ваҡлыҡтар.
Заман менән заңы башҡа , ахыры,
Көлөргә лә хәҙер ваҡыт тар.
Күңел ҡапҡалары ябыламы,
Онотоламы көлөү йолаһы?
Байығандар байый барған һайын,
Көлөү түгел, килә илайһы.
Донъя яңғыратып, көл һин, әйҙә,
Артҡа ташлап, шағир башыңды!
Уянһындар күңеле бикләнгәндәр,
Ишеткәндә ихлас тауышыңды.
Ҡысҡырып та көлөп ебәр, тиһәң,
Нәжми көлөүҙәрен һағынам.
Илар ғына саҡта ниңә көлә
Шағирҙарың, әйтсе, заманам?!

Нострадамус

Донъяларҙы
Күрәҙәсе баҫты,
Һәр кем таба үҙендә
Нострадамус.
Буталғанда заман
Ҡай берәүҙә
“Һәләт” асылды,
Әммә бөттө намыҫ...

Траур

Иң ҡараңғы көнөм бөгөн – траур,
Ғазапланам, миңә шундай ауыр:
Һалҡын кәрзин төбөндә тапты урын,
Нисәмә ай уйҙа йөрөткән шиғыр...
Ғазап
Тамуҡ түңәрәген үтәм ете тапҡыр,
Мин талымһыҙ, үтәм ҡабат - ҡабат.
Түҙермермен мин мең ғазапҡа оҙаҡ,
Һине күрер минут, сәғәт һанап.


Ҡурайсы

- Ниңә йәштән шиғыр яҙманың һуң,
Ҡарттар шөғөлөмө инде шиғыр?!
- Йәшел ҡурайҙа бит уйнамайҙар,
Ҡыу ҡурайҙан бары моң сығыр!

Ихтирам менән, Фәнзил Саньяров, БР һәм РФ йыл уҡытыусыһы, М. Өмөтбаев премияһы лауреаты.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 11 фев 2016, 07:43

Хөрмәтле татар теле һәм әдәбияты укытучылары, сезгә эшегездә файда булыр дип, кызыклы электрон ресурсларга сылтамалар бирәбез:
1. Нәни балалар өчен интерактив мультемедияле китапханә мультфильмнар һәм әкиятләр белән-http://balarf.ru/
2. “Сакла” электрон китапханәсе-http://sakla.ru
3. Татар китаплары фонды - http://www.tatknigafund.ru
4. Татар электрон китапханә - http://kitap.net.ru
5.Ана теле онлайн - http://anatele.ef.com/partner/anat/default.aspx
6.Татар телендә Интернет белемүзәге - http://belem.ru
7.Яңа татар мультфильмнарынкүрсәтүбуенча интернет канал - http://tatarcartoon.ru
8.Татармультфильм студиясе- http://tatarmultfilm.ru
9.Укучының мәдәникөндәлеге - http://diary-culture.ru
10.Татар иле - http://tatarile.org/ru
11.Гыйлем- http://giylem.pro
12.Марат Кәбиров сайты -http://maratkabirov.com
13.Роберт Миңнуллин сайты - http://robertminnullin.ru
14. РабитБатулла сайты - http://rabitbatulla.com
15Дилбәр Булатова сайты - http://dilbar-bulatova.narod.ru
16.Руслан Сөләйманов сайты - http://sulejmanow.ucoz.ru
17. Яңабуынҗыены - http://kalebtatar.ru/
18. “Кызыл таң” гәзите - http://ktrb.ru/
19. “Өмет” гәзите -http://www.omet-rb.ru/
20. “Башкортстанукытучысы” журналы- http://www.uchbash.ru/
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Фанзиль Булякович » 10 фев 2016, 10:42

Бөгөн башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен өйрәнгәндә, айырыуса өлкән кластарҙа, художестволы әҫәрҙең объектив ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыу формаһы булараҡ ҡабул итеүенә ынтылыу кәрәктер. Был - көн талабы,ББФДС ла ҡуған талап.Беҙгә мәктәптә балала һәр бер художестволы әҫәрҙең һүҙ сәнғәте булыуын әйтергә, аңлатырға тейешбеҙ. Халҡыбыҙ ауыҙ - тел әҫәрҙәрен юҡҡа ғына тәрән өйрәнмәгән, һүҙ сәнғәте нигеҙе шунда ята. Сәнғәтле кеше һәр яҡлап камил була. 45 минут эсендә барыһына ла ирешеүе еңел түгел, шулай ҙа һүҙ сәнғәтенә, художестволы картина, индивидуаль картина мәсьәләләренә ваҡыт табыу кәрәк. Ошо мәсьәләрҙе белеү өсөн Н.М. Шанский, В.Ш. Псәнчин, С.Ш. Поварисов хеҙмәттәре уҡытыусының өҫтәлендә ятһын ине. Фәнзил Саньяров
Фанзиль Булякович
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:59

Татар мәктәпләренең 5нче классларында морфология буенча үткән темалар киңәйтелеп кабатлана, 6 нчы класста морфология тулысынча системалаштырылып өйрәнелә һәм гомумиләштереп кабатлана. Уку рус телендә алып барылган мәктәпләрдә укучы татар балалары сүз төркемнәрен 6–7нче классларда өйрәнеп бетерәләр һәм 10нчы класста тирәнәйтеп кабатлыйлар.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:59

Сүз төркемнәренең мәктәп программаларында һәм дәреслекләрендә бирелеше
Мәктәп программаларында һәм дәреслекләрдә сүз төркемнәре турында мәгълүмат 1нче класстан ук бирелә башлый. Анда укучылар, кем? нәрсә? нинди? нишли? сорауларына җавап биргән сүзләр буларак, исем, сыйфат һәм фигыльләр белән танышалар. Алдагы классларда алар сүз төркемнәрен тулырак өйрәнәләр.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:59

Бәйләгеч сүзләр, исемнәреннән үк күренгәнчә, сөйләмдә мөстәкыйль мәгънәле сүзләрне һәм җөмләләрне үзара бәйлиләр. Аларга бәйлекләр һәм бәйлек сүзләр, теркәгеч һәм теркәгеч сүзләр карыйлар.
Менә шуларны да истә тоткан хәлдә, морфология фәнендә бер тәртип булсын дип, без татар телендәге сүз төркемнәренең бүленешен болай тәкъдим итәбез.

Мөстәкыйль сүз төркемнәре
Модаль сүз төркемнәре
Бәйләгеч сүз төркемнәре


ымлыклар

исем
сыйфат
сан
алмашлык
фигыль
рәвеш
ияртемнәр
хәбәрлек cүзләр

кисәкчә
модаль сүзләр

бәйлек
теркәгеч
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:58

Модаль сүзләр модаль мәгънә, ягъни сөйләүченең чынбарлыкка мөнәсәбәтен белдерәләр. Боларга модаль сүзләр һәм кисәкчәләр керә.
Ымлыклар үзләренең лексик-грамматик билгеләре буенча гаять үзенчәлекле сүз төркемен тәшкил итәләр. Алар сүз төркемнәре арасында аерым урында торалар, чөнки ымлыклар кешенең хис-тойгыларын, кичерешләрен турыдан-туры белдерәләр. Шуңа күрә ымлыклар аерым каралырга тиеш.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:58

Ияртемнәр турында берничә сүз. Аларны аерым сүз төркеменә туплау үзен аклады. Тик аны, номинатив функциясе юк дип, мөстәкыйль сүзләргә кертмәү, ымлыклар тирәсендә бутап йөртү традициясе һаман бетеп җитми әле. Әйе, аларның номинатив функцияләре юк, андый функция фигыльләрдә дә юк. Аның каравы ияртемнәр мөстәкыйль мәгънәле башка сүзләр кебек үк, чынбарлыктагы күренешләрне белдерәләр, тик башкалардан аермалы буларак, аваз составлары ягыннан шул күренешләрнең реаль чагылышына якынлаштырылган булалар. Бу соңгысы, билгеле, ияртемнәрне мөстәкыйль сүз төркемнәре рәтенә кертмәскә нигез була алмый. Соңгы елларда, бигрәк тә русча язылган академик «Татар грамматикасы» чыккач (1993), хәбәрлек сүзләр дә, сан ягыннан бик аз булсалар да, аерым сүз төркеме итеп танылдылар (бар, юк, тиеш, кирәк, мөмкин, ярый, ярар, әйе, шулай). Болар да мөстәкыйль сүз төркемнәре эчендә каралалар.
Шулай итеп, мөстәкыйль сүз төркемнәре 8 була: исем, фигыль, сыйфат, сан, алмашлык, рәвеш, ияртемнәр һәм хәбәрлек (предикатив) сүзләр.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:57

Мөстәкыйль мәгънәле сүзләр, алда әйтелгәнчә, барыннан да элек төшенчәләрне белдерәләр һәм, сөйләмдә бергә оешып, хәбәрлек (нәрсә булса да хәбәр итүне) барлыкка китерәләр. Хәбәрлек модальлексез була алмый, шуңа күрә бу сүзләр модальлеккә төренсеннәр өчен, алар я модальлек белдерә торган интонация белән әйтеләләр, я алар янында модальлек белдерә торган махсус чаралар килә.
Мөстәкыйль сүз төркемнәреннән исемне, фигыльне, санны, алмашлыкны аерып чыгару һәм билгеләүдә бәхәсләр күренми шикелле. Ияртемнәр, хәбәрлек сүзләр, сыйфатлар һәм рәвешләр турында болай әйтеп булмый.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1