Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:57

Мөстәкыйль сүз төркемнәре (мөстәкыйль сүзләр) чынбарлыкта булган әйберләрнең, күренешләрнең безнең аңда булган төшенчәләрен белдерәләр. Шул төшенчәләрне үзара бәйләүдән фикер туа. Төшенчә сүздән башка булмаган кебек үк, фикер сөйләмнән башка булмый һәм киресенчә. Димәк, төшенчәләрне белдерә торган сүзләр, фикер әйтү процессында бергә берегеп, сөйләм барлыкка китерәләр. Шулай итеп, мөстәкыйль мәгънәле сүзләр сөйләм оештыруда төп рольләрнең берсен уйныйлар. Аларга исемнәр, фигыльләр, саннар, алмашлыклар, сыйфатлар, рәвешләр, ияртемнәр һәм хәбәрлек сүзләр керәләр.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Хабибов Л.Г. » 25 янв 2016, 05:53

Бүгенге көндә татар тел белемендә сүз төркемнәренең составы, аларның классификациясе буенча төрле карашлар бар. Укытучыларга методик ярдәм буларак телебездәге сүз төркемнәренең яңача бүленешен тәкъдим итәбез.
Сүзләрнең морфологик төркемнәре. Сүзләрнең сөйләм оештырудагы рольләреннән чыгып, сүз төркемнәрен иң элек түбәндәге ике зур төркемгә аералар: 1) мөстәкыйль сүз төркемнәре, 2) ярдәмлек сүз төркемнәре. Ярдәмлек сүз төркемнәре, башкарган функцияләре буенча, үзләре икегә бүленә: 1) модаль сүз төркемнәре, 2) бәйләгеч сүз төркемнәре.
Хабибов Л.Г.
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 05:37

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 21 янв 2016, 09:51

Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! Һеҙгә Габитова З.М., Усманова М.Г. “Башҡорт теле- 5” (рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу) буйынса дәрестәрҙең бүленешен тәҡдим итәбеҙ.

Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)
1. Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2. Ғ.Рамазанов. Йәшә, тыуған ерем! Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре.
3. Ф.Ғөбәйҙуллина. Рәйфә мәктәпкә бара. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
4. А. Игебаев. Һау булығыҙ, аҡҡоштар! Исемдең күплек ялғауы.
5. Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
6. Экскурсия. Көҙгө тәбиғәт.
7. Т.ү. Изложение.
Үҙем тураһында (11 сәғәт)
1. Минең мәктәбем. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
2. Алтын көҙ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
3. Беҙҙең ғаилә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
4. Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
5. Контроль диктант.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. Минең көн режимым. Ҡылым.
8. Й.Солтанов. Башҡортостан флагы. Сифат.
9. Артурҙың бер көнө. Зат алмаштары.
10. Минең шәжәрәм. Эйәлек алмаштары.
Йыл миҙгелдәре (10 сәғәт)
1. Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары.
2. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Күрһәтеү алмаштары.
3. К.Ушинский. Дүрт теләк. Күрһәтеү алмаштары.
4. Ф. Рәхимғолова. Ҡайҙан белдең. Билдәһеҙлек алмаштары.
5. Ҡыш яҡынлаша. Билдәләү алмаштары.
6. Т.ү. Инша. Йыл миҙгелдәре.
7. Хаталар өҫтөндә эш.
8. Л.Толстой. Бабай менән һыу инәһе. Юҡлыҡ алмаштары.
9. С. Әлибаев. Матур көн. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡортостаныңды беләһеңме? (8 сәғәт)
1. С.Әлибаев. Тыуған ерем.
2. Башҡортостан. Ҡушма исемдәр.
3. Т.ү. В.Э.Меос. “З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары”.
4. Республикабыҙҙың тыуған көнө. Һан.
5. Конторль диктант.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. Ф.Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы. Исем.
8. С.Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
9. Өфө ҡалаһы. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. (4 сәғәт)
1. И.Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ. Сифат.
2. Шәхси гигиена. Исем.
3. Һүҙлек диктанты.
Яңы йыл менән! (5 сәғәт)
1. Ҡ.Даян. Шыршы. Исемдең күплек ялғауҙары.
2. Т.ү. Ҡышҡы уйындар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
3. Т.ү. Инша. Ҡышҡы уйындар.
4. Хаталар өҫтөндә эш.
5. М.Ғәли. Беҙҙең елка. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.(3 сәғәт)
1. Г.Ғәлиева. Икмәк. .
2. Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. Синонимдар.
3. Р.Шәкүр. Эшһөйәрҙәр иле. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы (5 сәғәт)
1. Ф.Мөхәмәтйәнов. Әсәйем. Антонимдар.
2. Ф.Туғыҙбаева. Тыуған көн. Синонимдар.
3. Конторль диктант.
4. Хаталар өҫтөндә эш.
5. Ә.Ихсан. Әсә рәхмәте. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
6. Т.ү. Һүрәт буйынса эш.
Яҙ етте (6 сәғәт)
1. Ә.Ихсан. Яҙ. Омонимдар.
2. В.Осеева. Әбей. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр (ҡабатлау).
3. Ф.Ғөбәйҙуллина. Минең дуҫым компьютер. Алмаш (ҡабатлау).
4. Ф. Рәхимғолова. Еңеү көнө. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
5. Т.ү. Изложение.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. В.Исхаков. Миҙал һәм малай. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Яҙғы эштәр (4 сәғәт)
1. К.Ушинский. Баҡсасы һәм уның улдары.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
2. С.Агиш. Суфия. Исем.
3. Т.ү. Р.Нурмөхәмәтов. “Эштән һуң”.
4. Ә.Әсәҙуллина. Өмәлә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ (6 сәғәт)
1. С.Әлибаев. Һаумы, йәй! Сифат.
2. Ә.Чаныш. Ҡоштоң ғүмере-йырында. Ҡылым.
3. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ. Алмаш.
4. Т.ү. Урманда.
5. А.Игебаев. Тыуған ер. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
6. Контроль диктант.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 24 дек 2015, 05:40

"Башҡорт теле-5" дәреслегендәге темаларҙың бүленешен тәҡдим итәбеҙ:
Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)
1. Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2. Ғ.Рамазанов. Йәшә, тыуған ерем! Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре.
3. Ф.Ғөбәйҙуллина. Рәйфә мәктәпкә бара. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
4. А. Игебаев. Һау булығыҙ, аҡҡоштар! Исемдең күплек ялғауы.
5. Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
6. Экскурсия. Көҙгө тәбиғәт.
7. Т.ү. Изложение.
Үҙем тураһында (11 сәғәт)
1. Минең мәктәбем. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
2. Алтын көҙ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
3. Беҙҙең ғаилә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
4. Башҡортостан йылғалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
5. Контроль диктант.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. Минең көн режимым. Ҡылым.
8. Й.Солтанов. Башҡортостан флагы. Сифат.
9. Артурҙың бер көнө. Зат алмаштары.
10. Минең шәжәрәм. Эйәлек алмаштары.
Йыл миҙгелдәре (10 сәғәт)
1. Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары.
2. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Күрһәтеү алмаштары.
3. К.Ушинский. Дүрт теләк. Күрһәтеү алмаштары.
4. Ф. Рәхимғолова. Ҡайҙан белдең. Билдәһеҙлек алмаштары.
5. Ҡыш яҡынлаша. Билдәләү алмаштары.
6. Т.ү. Инша. Йыл миҙгелдәре.
7. Хаталар өҫтөндә эш.
8. Л.Толстой. Бабай менән һыу инәһе. Юҡлыҡ алмаштары.
9. С. Әлибаев. Матур көн. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡортостаныңды беләһеңме? (8 сәғәт)
1. С.Әлибаев. Тыуған ерем.
2. Башҡортостан. Ҡушма исемдәр.
3. Т.ү. В.Э.Меос. “З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары”.
4. Республикабыҙҙың тыуған көнө. Һан.
5. Конторль диктант.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. Ф.Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы. Исем.
8. С.Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
9. Өфө ҡалаһы. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. (4 сәғәт)
1. И.Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ. Сифат.
2. Шәхси гигиена. Исем.
3. Һүҙлек диктанты.
Яңы йыл менән! (5 сәғәт)
1. Ҡ.Даян. Шыршы. Исемдең күплек ялғауҙары.
2. Т.ү. Ҡышҡы уйындар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
3. Т.ү. Инша. Ҡышҡы уйындар.
4. Хаталар өҫтөндә эш.
5. М.Ғәли. Беҙҙең елка. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.(3 сәғәт)
1. Г.Ғәлиева. Икмәк. .
2. Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. Синонимдар.
3. Р.Шәкүр. Эшһөйәрҙәр иле. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы (5 сәғәт)
1. Ф.Мөхәмәтйәнов. Әсәйем. Антонимдар.
2. Ф.Туғыҙбаева. Тыуған көн. Синонимдар.
3. Конторль диктант.
4. Хаталар өҫтөндә эш.
5. Ә.Ихсан. Әсә рәхмәте. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
6. Т.ү. Һүрәт буйынса эш.
Яҙ етте (6 сәғәт)
1. Ә.Ихсан. Яҙ. Омонимдар.
2. В.Осеева. Әбей. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр (ҡабатлау).
3. Ф.Ғөбәйҙуллина. Минең дуҫым компьютер. Алмаш (ҡабатлау).
4. Ф. Рәхимғолова. Еңеү көнө. Яңғыҙлыҡ исемдәр.
5. Т.ү. Изложение.
6. Хаталар өҫтөндә эш.
7. В.Исхаков. Миҙал һәм малай. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Яҙғы эштәр (4 сәғәт)
1. К.Ушинский. Баҡсасы һәм уның улдары.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
2. С.Агиш. Суфия. Исем.
3. Т.ү. Р.Нурмөхәмәтов. “Эштән һуң”.
4. Ә.Әсәҙуллина. Өмәлә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ (6 сәғәт)
1. С.Әлибаев. Һаумы, йәй! Сифат.
2. Ә.Чаныш. Ҡоштоң ғүмере-йырында. Ҡылым.
3. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ. Алмаш.
4. Т.ү. Урманда.
5. А.Игебаев. Тыуған ер. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
6. Контроль диктант.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 24 дек 2015, 05:34

Һүҙлек эше
Дәреслектең мөһим өлөшөн һүҙлек эше алып тора. Бында һәр күнегеү тексынан һуң һүҙлек эше бирелә. Күнегеү һуңынан бирелгән һүҙҙәр –пассив үҙләштереү өсөн булһа, ә рамка эсендәге һүҙҙәр актив үҙләштереү өсөн.
Пассив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр тәғәйенләнгән контекста һүҙҙең лексик мәғәнәһен аңлау өсөн бирелгән. Ғәҙәттә, бындай һүҙҙәр рус теленә тәржемә ителә йә синоним һүҙҙәр ярҙамында аңлатыла. Ул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйлау – һүҙҙәрҙе ныҡлы хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә. Һүҙҙәрҙе аңлатыу күнегеү өҫтөндә эште башҡарыу алдынан ойошторола.
Актив һүҙҙәрҙе үҙләштереү өҫтөндә эште төрлө яҡлап, артабан һүҙҙе телмәрҙә иркен ҡуллана алыу маҡсатынан сығып ойошторорға кәрәк. Ундай үҙләштереү, беренсенән, һүҙ һәм, икенсенән, лексик һүҙҙәрҙең антоним, синонимдары булыуы, телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәре, һүҙҙең яҙылышы, дөрөҫ әйтелеше тураһында. Ошондай маҡсаттан сығып, һүҙҙәр менән һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөлә., һүҙ уҡыусыларҙың бәйләнешле коммуникатив йүнәлешле телмәренә индерелә. Һүҙҙәрҙе ошондай маҡсатлы ҡулланыу дәреслектә һүҙҙәр биреү методикаһын һәм дәрестә уның менән эшләү алымдары билдәләй.
Актив һүҙҙәр өҫтөндә эшләү алдағы кластарҙағы кеүек шундай уҡ эҙмә-эҙлелектә башҡарыла: һүҙ контекстан айырылып бирелә һәм уҡыусыларҙың ул һүҙҙең мәғәнәһен аңлау-аңламауы билдәләнә. Әгәр һүҙҙең мәғәнәһе аңлашылмаһа, билдәле ысул менән аңлатыла, башҡорт телендә аңлатыу, синоним, антонимдар һайлау, рус теленә тәржемә тиеү. Ҡайһы бер актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр уҡыусыларға билдәле булыуы ла ихтимал. Был һүҙ менән эшләмәҫкә лә мҡмкин тигәнде аңлатмай. Беренсенән, уҡыусыға һүҙҙең бөтә мәғәнәһе лә, икенсенән, һүҙҙе дөрөҫ әйтмәүе, шулай уҡ һүҙҙең башҡа һүҙҙәр менән бәйләнеше лә билдәле булмауы мөмкин.
Артабан һүҙҙе таҡтаға, уҡыусыларҙың һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙыу, дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эшләү, һүҙҙең яҙылышына комментарий, һүҙгә грамматик характеристика биреү, һүҙҙең антоним, синонимдары булһа, уларҙы билдәләү үткәрелә.
Дәреслектәге дидактик материалдарҙың тематик принцип менән тап килеүе, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү менән бер рәттән алда үтелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙы ла ойошторорға кәрәклекте аңлата.
Һүҙлек эшен дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙың актив һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр, таныш булған һүҙҙәрҙең яңы мәғәнәләре һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләре менән тулыландырыуға булышлыҡ итәсәк.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 24 дек 2015, 05:33

Дәреслектәге күргәҙмәлелек
Дәреслектәге күргәҙмәлелек күп кенә урын алған: таблицалар, схемалар, һүрәттәр, рәссамдарҙың картиналарынан репродукциялар. Таблица, схемалар – грамматик материалды үҙләштереүҙе еңеләйтә, һүрәттәр – күнегеүҙәргә иллюстрация булып хеҙмәт итә һәм уҡыусыға һөйләү предметын образлы күҙалларға ярҙам итә, картиналарҙың реппродукцияһы буйынса башҡарған эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерә. Тәҡдим ителгән күргәҙмәлелек дәреслекте матурлап, йәнләндереп тора һәм эш барышында уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра.
Картиналар тематика буйынса һайланылды. Унда илебеҙҙә билдәле булған Башҡортостан рәссамдары менән бер рәттән Рәсәй рәссамдарынынң да эштәре алынды. Р.Нурмөхәмәтов “Эштән һуң”, В.Э. Меос “З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары. Сермән”.
Картина буйынса эшләү уҡыусыларға эстетик тәрбиә һәм бәйләнешле телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 24 дек 2015, 05:32

Дәреслектә грамматик материалдың бирелеүе
Билдәле булыуынса, икенсе телде үҙләштереү өйрәнә торған телде ғәмәли эшләүҙе талап итә. Шул уҡ ваҡытта кәрәкле кимәлдә грамматик мәғлүмәтте еткереү телмәр практикаһын уңышлы ойоштороу өсөн булышлыҡ итә. Шуның өсөн дәреслектә тел факттарын тәрәнерәк ҡабул итеү һәм аңлы рәүештә ғәмәли күнекмәләрҙе үҙләштереүҙе тиҙләтеү йәһәтенән дидактик материал грамматик теорияға нигеҙләнеп бирелә. Аңлы ғәмәли үҙләштереү уҡытыу методына нигеҙләнеп, дәреслек авторҙары һәр бер тема буйынса грамматик тема менән телмәр күнекмәләрен берҙәм тигеҙлектә бирергә тырыштылар.
Дәреслектә теоретик материал уҡыусыларҙың туған тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып бирелде: башҡорт телендә дөрөҫ итеп һөйләм төҙөүҙе күҙ уңында тотоп, үтеләсәк тел күренештәренең билдәләре ике телдә, ҡағиҙәләр һәм аңлатмалар бирелә. Теоретик материал үтеләсәк темалар буйынса бер тигеҙ бирелмәй, ул грамматик теманы үҙләштереү ауырлығына ҡарап тәҡдим ителә – уҡыусыларҙың туған теле менән тап киләме, юҡмы, уҡыусылар уның менән танышмы, ғәмәли үҙләштереү яғынан был материал менән ниндәй кимәлдә таныш булыуын билдәләү. Теоретик материал рамка эсендә тәҡдим ителә, тимәк, уҡытыусы тәғәйенләнгән материал менән генә сикләнергә тейеш.
Дәреслектә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр айырм тел күренештәрен өйрәнеү һәм телмәр күнекмәләрен формалаштырыу өсөн һайланыла.
Күнегеүҙәрҙең күбеһе бер-нисә эш төрө тәҡдим итә. Уларҙы яҡынса ике төргә бүлеп була: 1) төп эш төрө текст алдынан бирелә; 2) өҫтәлмә эш төрө күнегеүҙә бирелгән текст һуңынан.
Төп эш төрө үтелгән теманы ғәмәли үҙләштереү өсөн бирелә һәм бөтә уҡыусыларға ла эшләү өсөн мөһим булып тора, ә өҫтәлмә эш төрө йөкмәткеһе буйынса төрлө – йөкмәткене ҡабул итеҙе тикшереү өсөн һорауҙар, фонетик, орфографик, орфоэпик, телмәр үҫтереү- бөтә уҡыусыларҙы ла йәлеп итергәме йә айырым уҡыусынан, төркәм, парҙарҙа, үҙ аллы эшләтергәме – уҡытыусы ҡарамағында. Фонетик эш төрө дәреслектә лә урын алған, шулай уҡ методик ҡулланмала ла һәр дәрес алдынан бирелә. Орфографиянан – төшөп ҡалған орфограммалар (хәрефтәр өҫтәп яҙыу) йә һайлап яҙыу (дөрөҫ һүҙҙе һайлап яҙыу). Бындай эш төрҙәре күп кенә бирелә һәм уларҙы үтәүгә ижади ҡарарға кәрәк; бөтә класҡа йә айырым уҡыусыға, төркөмгә, парҙарға күнегеүҙе тулы килеш йә һайлап ҡына эшләү.
Күп кенә күнегеүҙәр тәржемә итеү өсөн һайланылған. Тексты тәржемә итеү өсөн, иң беренсе сиратта, һүҙлек эшен башҡарырға кәңәш ителә. Тәржемә иткәндә һәр һүҙҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмде тәржемә итергә мөмкин. Шулай уҡ текстың уҡыусылар тарафынан ҡабул ителеүенә ҡарап, ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләргә лә мөмкин. Тәржемә итеү барышында уҡыусыларҙың тура тәржемәһенә түгел, ә дөрөҫ һөйләм, бәйләнешле текст итеп тәржемә итеүҙәренә өлгәшергә кәрәк.
Дәреслектә коммуникатив универсаль эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн күнегеүҙәр байтаҡ ҡына урын биләй. Бындай күнегеүҙәр: диалогты дауам ит, тәғәйенләнгән тема, һүрәттәр буйынса диалог төҙөү, текст буйынса уҡыусыларға бер-береһенә һорауҙар биреү, диалог уҡыу, коммуникатив биремдәр (методик күрһәтмәләрҙә лә бар) буйынса эшләү.
Грамматик теманы нығытыу өсөн һайланылған материал, шулай уҡ бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләрен булдырыу, төрлө төрҙәге телмәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Бындай эш төрҙәрен барлыҡ уҡыусыларға ла башҡарыу мөһим.
Бер үк күнегеүгә ҡарата күп төрлө эш төрҙәрен тәҡдим итеү, уны төрлө маҡсаттарҙа ҡулланыу мөмкинлектәрен булдырыу, уҡыу процесын шәхсиләштереү, өй эшен дифференцияциялау һ.б.
Дәреслектәге күп кенә күнегеүҙәргә бәйләнешле текст һайланылған, был үҙ сиратында, уҡыусыларҙың танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуға булышлыҡ итһә, шулай уҡ башҡорт телен уңышлы үҙләштереү өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа килтерә: йөкмәткеһе яғынан ҡыҙыҡлы һәм киң мәғлүмәт туплаған текстарға, ғөмүмән, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Дәреслек авторҙары текст өҫтөндә эшләү өсөн төрлө эш төрҙәре тәҡдим итә: кәрәкле мәғлүмәт алыу, һүҙлек эше, грамматик теманы нығытыу, коммуникатив мәсьәләне хәл итеү, һүрәтләү сараларын өйрәнеү, һорауҙарға яуап биреү, әңгәмә ойоштороу, диалог төҙөү, интерактив саралар ҡулланыу, өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү, төрлө ижади эш башҡарыу. Быларҙың барыһы ла бер маҡсатҡа ҡайтып ҡала – уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма формала бәйләнешле телмәрен үҫтереү.
Текстарға ҡарата бәйләнешле телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе эш төрҙәре дәреслектә күп төрлө. Улар һәр тема буйынса бирелгән күнегеүҙәргә бәйле башҡортса тыңлау һәм һөйләү, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Шулай итеп, күнегеүҙәр системаһында әҙер текст өҫтөндә эшләү, уҡыусыларҙың үҙҙәренә текст төҙөү ҡаралған. Күнегеүҙәрҙең бындай төрө уҡыусыларҙың һәр бер дәрестә телмәр күнекмәләрен үҙләштереү буйынса ниндәй аҙым эшләгәнен күҙәтеп барыу мөмкинлеген булдыра. Телмәр үҫтереү дәрестәре өсөн дә төрлө характерҙағы эш төрҙәре тәҡдим ителгән. Картина буйынса инша яҙыу, дәреслектәге һүрәттәр буйынса бәләкәй хикәйә төҙөү, һөйләү, тексты дауам итеү, ижади изложениелар, тәҡдим ителгән тема буйынса хикәйә төҙөү, (методик күрһәтмәлә күрһәтелгән өлгө буйынса шиғырҙар яҙып ҡарау) һ.б.
Дәреслектә бирелгән эш төрҙәре араһында уҡыусыларҙың регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн шундай эш төрҙәре тәҡдим ителә: үҙ-үҙеңдең һәм бер-береңдең эшен тикшереү һәм баһалау.
Дәреслектә тиҙәйткестәр, телкөрмәлдергестәр, ребустар, көләмәстәр ҙә бирелә, бындай күнегеүҙәр ял итеү, шулай уҡ грамматик материалды ҡыҙыҡлы формала үҙләштереү өсөн бик әһәмиәтле.
Дәреслектә уҡыусыларҙың күҙаллауын киңәйтеү өсөн һайлап алынған текст тематикалары төрлө: телдең кеше тормошондағы әһәмиәте, Тыуған Башҡортостаныбыҙ, тыуған ил һәм илһөйәрлек, Башҡортостан тәбиғәте, экология, үҫемлектәр, хайуандар донъяһы; Башҡортостандың күренекле шәхестәре, яҙыусылар, шағирҙар, сәнғәт кешеләре, башҡорт халҡының музыка ҡоралдары; ауыл, ҡала тормошо, байрамдар, халыҡ йолалары, халыҡтар дуҫлығы; төрлө һөнәр кешеләре һ.б.
Дәреслектәге дидактик материал уҡытыусыға уҡыусыны төрлө яҡлап үҫтереүгә һәм тәрбиәүи мәсьәләләрҙе хәл итергә киң мөмкинлектәр бирә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 24 дек 2015, 05:31

Хөрмәтле уҡытыусылар "Башҡорт теле-5" дәреслегенең үҙенсәлекле яҡтарын билдәләп үтәбеҙ:
Дәреслектең йөкмәткеһе һәм структураһы
5-се класс дәреслеге башланғыс класс дәреслектәре менән бәйләнештә һәм уларҙың дауамы булып тора. Дәреслектәрҙең төҙөлөшө күсәгилешлек принцибына нигеҙләнгән. Теоретик һәм өйрәнелә торған материалды биреү методикаһы ла һаҡлана.
Дәреслек тематик блоктарға бүленеп эшләнелгән. Тематик блоктар үҙ эсенә лексик һәм грамматик теманы ала. Дәреслек федераль дәүләт стандарттар талаптарын иҫәпкә алып, өйрәнелә торған материалдың йөкмәткеһе, биремдәр, шулай уҡ дәреслектәрҙең төҙөлөшөнә үҙгәрештәр индерелде. Һәр тема үҙ эсенә: а) теоретик материал, б) күнегеүҙәр, в) контроль һорауҙар һәм эш төрҙәрен ала. Темаларға ҡарата конкрет грамматик материалдар алынды. Дәреслектең аҙағында уҡыу өсөн текстар урын алды.
Һәр теманы асыу өсөн дәреслеккә индерелгән материалдар, текстар, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, уларҙың башҡорт телен белеү кимәлен иҫәпкә алып һайланылды. Дәреслеккә индерелгән текстар Башҡортостан Республикаһының яҙыусы һәм шағирҙары, шулай уҡ рус һәм башҡа милләт яҙыусыларҙың ә:әрҙәре лә бирелде.
Дәреслектә үҙаллы, парҙарҙа, төркөмдәрҙә эшләү өсөн күнегеүҙәр тәҡдим ителде. Уҡыусыларҙың өҫтәмә сығанаҡтар, һүҙлектәр менән эш итә белергә өйрәнеү маҡсатынан проект эштәре бирелде. Был эш төрө уҡыусылар өсөн яңылыҡ, уҡытыусыларға уны бик ентекле аңлатыу эше лә йөкмәтелә.
Текстарҙы тасуири уҡыу, текст буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп биреү, уның буйынса һорауҙар төҙөү, тәҡдим ителгән тема, һорауҙар буйынса диалог төҙөү, диалогты дуам итеү, тәржемә итеп диалог ҡороу кеүек эш төрҙәре уҡыусыларҙы бер-береһенә иғтибарлы, бер-береһен тыңларға өйрәнеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүгә әһәмиәтле эш төрҙәре булып иҫәпләнә.
Һайлап алынған текстар күләме яғынан бик ҙур түгел. Ятлау өсөн бирелгән шиғырҙар ҙа 5-се класс уҡыусыһы өсөн тейешле кимәлдә бирелде. Һәр текст, шиғырҙар авторына айырым иғтибар бүлергә тәҡдим ителә. Бының өсөн методик кәңәштәргә һәр яҙыусының ҡыҫҡаса биографик белешмәһе бирелә.
“Хәтерҙә ҡалдырығыҙ” рубрикаһы башҡорт теленең грамматикаһы менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Грамматика рус теле менән сағыштырмаса эшләнелгән һәм рус телендә яҙылған. Грамматиканы ятлатыу кәрәкмәй, ә тәҡдим ителгән грамматик материалды ғәмәлдә ҡуллана белергә өйрәтеү бурысы ҡуйыла.
Дәреслектә темаларҙы асыу өсөн тәҡдим ителгән күнегеүҙәр һаны күп кенә. Әлбиттә, ул күнегеүҙәрҙең барыһында башҡарыу маҡсат итеп ҡуйылмай, уҡытыусыға һайлап алып эшләтеү хоҡуғы бирелә.
Дәреслектең тәүге битендә шартлы тамғалар бирелде. Күнегеүҙәрҙең кимәле, төрө буйынса биремдәр алдында шартлы тамғалар ҡуйылды.
Дәреслектең форзацында уҡыусылар өсөн бик кәрәкле мәғлүмәттәр – алфавит, башҡорт телендә өн һәм хәрефтәрҙе төркөмләү, һүҙ төркөмдәре буйынса таблица урын алған.
Текстарҙы, шиғырҙарҙы тәржемә итергә ҡушылған эш төрҙәре йыш ҡына осрай, был үҙ йәһәтендә, шиғырҙы рифмаларға тап килтереп теүәл тәржемә итергә кәрәклекте белдермәй, ә шиғыр йөкмәткеһен рус телендә бала үҙе аңлағанса һөйләп биреү тип ҡарарға кәрәк. Дәреслектәрҙә өйрәнеү өсөн материал, төрлө күнегеүҙәр, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәрен һайлағанда, авторҙар башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәнеү методикаһының иң эффектлы принцибына нигеҙләнеп, уҡыусыларҙың яҙыу, телмәр күнекмәләрен үҫтерергә һәм тәрбиәүи уҡытыу идеяһын тормошҡа ашырырға тырыштылар.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 24 дек 2015, 05:27

Эш программаһын төҙөүгә талаптарҙың үҙгәреүе менән бәйле З.М. Ғәбитованың башҡорт теленән эш программаһын төҙөү буйынса методик кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ. Материал бер нисә өлөшкә бүлеп бирелде, иғтибар менән өйрәнегеҙ! Календар-тематик план таблица формаһында булырға тейеш булһа ла, бында таблицала урынлаштырып булманы. Формаһын скриншот итеп бирермен.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 330
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Re: Методические рекомендации

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 24 дек 2015, 05:18

Эш программаһын эшләү буйынса методик кәңәштәр
Ғәбитова З.М., БМҮИ-ның башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире

Эш программаһының структураһына 28.10.2015 йылда №08-1786 Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы предмет буйынса эш программаһын төҙөү структураһына үҙгәреш индерелде. Улар түбәндәгесә билдәләнгән:

Эш программалары түбәндәге структура буйынса эшкәртелә:

1. Уҡыу предметын (курсын) үҙләштереүҙә предмет һөҙөмтәләре;
2. Дәресте йоштороуҙың формаһын, уҡыу эшмәкәрлегенең төп эш төрҙәрен күрһәтеп, уҡыу предметының (курс) йөкмәткеһе;
3. Һәр темаға бүленгән сәғәт һандарын күрһәтеп, календарь- тематик планлаштырыу.

1. Эш программаһын эшкәртеүҙе титул битенән башлайбыҙ, ул үҙ эсенә:
- белем биреү учреждения атамаһы;
- эшкәртелгән программаны раҫлау;
- эшкәртелгән программа курсының исеме;
- курсты өйрәнеүсе класс;
- программаны төҙөүсе уҡытыусының исем-шәрифтәре;
- программаны эшкәртеү урыны һәм датаһы.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 330
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1