MORATSOLTAN » 12 мар 2016, 08:19
8 класс (дәүләт теле) өсөн тест
Башҡорт теле
8 класс
Мәктәп этабы
1. «Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән...
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!»
Был өҙөк кемдең шиғырынан?
А) Р. Бикбай;
Б) Б. Бикбай;
В) Ә. Үтәбай;
Г) С. Әлибай.
2. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр «Көҙ» темаһына ҡарай?
А) ҡар ирей, көндәр йылы, ҡоштар килә;
Б) ҡоштар китә, япраҡтар һарғая, ямғыр яуа;
В) ҡар яуа, буран ҡотора, көн бик һалҡын;
Г) көн эҫе, ҡояш ҡыҙҙыра, күбәләктәр оса.
3. Ҡайһы һөйләмдә һорау билдәһе ҡуйыла?
А) Беҙҙең өй янында ҙур баҡса бар
Б) Бөгөн баҡсаға барығыҙ
В) Иртәгә баҡсаға бараһыңмы
Г) Әсәйем һуған, кишер, ҡыяр ултыртты
4. Ҡайһы һөйләмдә өндәү билдәһе ҡуйыла?
А) Һин бөгөн нимә эшләйһең
Б) Өй эшен эшлә
В) Мин Октябрьский ҡалаһында йәшәйем
Г) Әсәйем тәмле бутҡа бешерә
5. Ниндәй һөйләм дөрөҫ төҙөлгән?
А) Өфө ҡалаһы Ағиҙел урынлашҡан, бейек тауҙа буйында.
Б) Өфө ҡалаһы Ағиҙел буйында, бейек тауҙа урынлашҡан.
В) Ағиҙел буйында, Өфө ҡалаһы урынлашҡан бейек тауҙа.
Г) Ағиҙел ҡалаһы Өфө буйында, бейек тауҙа урынлашҡан.
6. Шиғырҙа ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?
«Ҡараһаң миңә,
Йылмайһаң миңә,
Һин дә бик матур,
... лә матур,
Бик матур донъя»
А) Кеше;
Б) Әсәй;
В) Өфө;
Г) Ватан.
7. Ҡайһы юлда ялғауҙар дөрөҫ ҡушылған?
А) ашлы тәрилкә, тоҙло ҡыяр, эшле кеше;
Б) һипкеллы ҡыҙыҡай, аҡылле кеше, тәртиплө малай;
В) балале ҡатын, балле торт, һөтле сәй;
Г) белемлы уҡыусы, аҡсале эш, башле егет.
8. «Әсә күңеле» шиғырының авторы кем?
А) Р. Ниғмәти;
Б) М. Ғафури;
В) А. Игебаев;
Г) Л. Абдуллина.
9. Ниндәй һөйләм бер составлы?
А) Был эште оҙаҡ эшләнем;
Б) Атайым эштән ҡайтты;
В) уҡытыусы килде;
Г) Баҡсала алма бешә.
10. Һөйләмдең баш киҫәктәре ниндәй?
А) эйә, аныҡлаусы;
Б) хәбәр, тултырыусы;
В) аныҡлаусы, хәл;
Г) эйә, хәбәр.