Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, коллегалар! Халҡыбыҙҙың ифрат бай һәм тәрән йөкмәткеле ауыҙ – тел ижадын, сәсәнлек оҫталығын, ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен, яүгирлеген, боронғо һәм хәҙерге әҙәбиәтте уҡыусыларға рухиәт итеп тапшырыуҙа ролебеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы ваҡыт шуны уйлап йөрөйөм: беҙ интеллектуаль һәм методик үҫешкә нығыраҡ ихтибар итәбеҙ, ә уҡытыусыбыҙҙың үҙенең рүхиәтенә, мәҙәнилелегенә, кәрәк икән, сәсәнлек маһирлығына, һүҙ оҫталығына ҡараш йүнәлтмәйбеҙ. Ә был бик кәрәк. Хатта йыл уҡытыусыһы конкурсында сәсәнлек, шағирлыҡ оҫталығы айырым баһаланһын ине. Шул уҡ ББФДС уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ, художестволылыҡ формалаштырыуҙы талап итә. Һүҙем уҡытыусы һәм әҙәби ижад хаҡында. Үҙе ижад иткән, шиғыр серен, моңон аңлаған уҡытыусы ғына балала илһам уты ҡабыҙа ала. Ә ундайҙар, шөкөр, беҙҙә бар. Ишимбай гимназияһында Ғәлиә Кәлимуллина, Гөлнур Аҙнабаева, Ҡырмыҫҡалынан Рим Исхаҡов, Фирүзә Абдуллиналар уҡытыусы ғына түгел, шағир һәм яҙыусылар. Иманым камил, улар эшләгән мәктәптә ижад мөхите йәшәй! Рәмиҙең шағир булып китеүендә, минеңсә, Мәрйәм апай Ғималованың да роле ҙур. Рәми әҙәбиәт институтында яҙылған шиғырҙарын иң тәүҙә Мәрйәм апайға ебәрер булған, фекер алышҡан. Хәтеремдә: Мәрйәм апай миңә бер сәғәткә яҡын Рәмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләп торҙо! Ана, нисек бит ул. Әйҙәгеҙ, коллегалар, үҙебеҙ ҙә әҙәби ижадҡа тотонайыҡ, шиғриәт мәңгелек! Ошо хаҡта фекер алышайыҡ, тимәксемен. Буш хәбәр булмаһын өсөн үҙемдең яңы әйберҙәремде тәҡдим итәм.
Көлөү
Руслан Сөләймәновҡа
Ҡысҡырып та бер көл әле,
Бер көл әле, Руслан энекәш!
Күңелемә рәхәт булып ҡала,
Шатлыҡ ауаздарың ишеткәс.
Һин көлгәндә донъя балҡып китә,
Онотола кеүек ваҡлыҡтар.
Заман менән заңы башҡа , ахыры,
Көлөргә лә хәҙер ваҡыт тар.
Күңел ҡапҡалары ябыламы,
Онотоламы көлөү йолаһы?
Байығандар байый барған һайын,
Көлөү түгел, килә илайһы.
Донъя яңғыратып, көл һин, әйҙә,
Артҡа ташлап, шағир башыңды!
Уянһындар күңеле бикләнгәндәр,
Ишеткәндә ихлас тауышыңды.
Ҡысҡырып та көлөп ебәр, тиһәң,
Нәжми көлөүҙәрен һағынам.
Илар ғына саҡта ниңә көлә
Шағирҙарың, әйтсе, заманам?!
Нострадамус
Донъяларҙы
Күрәҙәсе баҫты,
Һәр кем таба үҙендә
Нострадамус.
Буталғанда заман
Ҡай берәүҙә
“Һәләт” асылды,
Әммә бөттө намыҫ...
Траур
Иң ҡараңғы көнөм бөгөн – траур,
Ғазапланам, миңә шундай ауыр:
Һалҡын кәрзин төбөндә тапты урын,
Нисәмә ай уйҙа йөрөткән шиғыр...
Ғазап
Тамуҡ түңәрәген үтәм ете тапҡыр,
Мин талымһыҙ, үтәм ҡабат - ҡабат.
Түҙермермен мин мең ғазапҡа оҙаҡ,
Һине күрер минут, сәғәт һанап.
Ҡурайсы
- Ниңә йәштән шиғыр яҙманың һуң,
Ҡарттар шөғөлөмө инде шиғыр?!
- Йәшел ҡурайҙа бит уйнамайҙар,
Ҡыу ҡурайҙан бары моң сығыр!
Ихтирам менән, Фәнзил Саньяров, БР һәм РФ йыл уҡытыусыһы, М. Өмөтбаев премияһы лауреаты.