Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 04:19

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәттән
инша темалары:

7-се кластар өсөн

1. Уралып ятҡан Уралда.
2. Тарихи йырҙар – халыҡ күңеленең көҙгөһө.
3. Ф.Иҫәнғолов әҫәрҙәрендә хеҙмәтте һәм кешене данлау.

8-се кластар өсөн
1. Кешене кеше итеүсе - хеҙмәт.
2. “Эйәрләнгән ат” әҫәрендә Аҡмал ҡарт һәм Салауаттың улдары образдарының сағылышы.
3. “Йәмле Ағиҙел буйҙарында”.

9-сы кластар өсөн
1. 2015 йылдың сағыу хәтирәләренән.
2. С.Юлаев шиғырҙарында Тыуған илдең матурлығын данлау.
3. Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы
4. “Төньяҡ Амурҙар” романында 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктары күрһәткән ҡаһарманлыҡ.
5. А.Игебаев ижадында илһөйәрлек темаһы.


10-сы кластар өсөн
1. Изгеләрҙән – изге аманат.
2. “Ер” поэмаһында халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше.
3. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәрендә хеҙмәт кешеһен данлау.
4. Ф.Туғыҙбаева шиғриәте миңә ни өсөн оҡшай?
5. Башҡортостанда сағыу саралар үтте…

11-се кластар өсөн
1. Мәртәбәле сара минең илемдә...
2. Ғ.Хөсәйенов әҫәрҙәре сикһеҙ даръя.
3. Сәсәндәр ижадында яугир ир-егет образы.
4. Ш.Бабич – шиғыр һәм һүҙ оҫтаһы.
5. Батыр рухы йәшәй күңелдә (Салауат Юлаев тураһында уйланыуҙар).
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 04:17

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары


Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

11 класс
1. Орфоэпия, орфография нимә өйрәнә?
2. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Уларҙы һорауҙары менән бергә яҙығыҙ һәм бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
3. Ниндәй һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр тип атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
4. Тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында , аҙағында килгән осраҡтарға берәр миҫал яҙығыҙ.
5. Әгәр рус һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең әйтелеше еңелләштереү өсөн һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул һүҙ нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
6. Составында һандар булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.
7. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен атағыҙ.
8. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.
9. Картиналарҙың авторҙарын билдәләгеҙ.
1) “Салауаттан һорау алыу” А.Лежнев
2) “Салауатты ҡулға алыу” Р.Нурмөхәмәтов
3) “Шәриғәт ҡорбандары” А.Кузнецов
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 6-8 һөйләм яҙығыҙ.
Китап - кешелектең хәтере, заманалар һулышы, заманалар теле…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 04:16

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары


Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары
10 класс

1. Башҡорт теле тураһындағы фәндең ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ?
2. Ялғауҙар нисә төргә бүленә? Һәр төрөнә миҫалдар яҙығыҙ.
3. Һүҙбәйләнеш төрҙәрен атап күрһәтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ.
4. Ябай һөйләм ҡушма һөйләмдән ни яғы менән айырыла?
5. Редукция тип ниндәй тел күренешен атайҙар? Миҫалдар килтерегеҙ.
6. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.
Ғ.Ибраһимов “Ер”, “Ҡаһым түрә”
З.Биишева “Кинйә”
М.Кәрим “Шоңҡар”
Ғ.Сәләм “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”
7. Салауат Юлаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
8. М.Ғафуриҙең ниндәй әҫәрендә үткән тормоштоң фажиғәле картиналары, дин әһелдәренең йәштәр яҙмышын хәл итеүе һүрәтләнә?
9. Башҡортостандың ете мөхжизәһен һанап сығығыҙ.
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 6-8 һөйләм яҙығыҙ.
“Әҙәбиәт йылы” үтеп бара…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 04:16

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

9 класс

1. Нимә ул һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе?
2. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
3. Сифат һүҙ төркөмөнә аңлатма бирегеҙ. Йылы сифатын барлыҡ дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.
4. Һөйләмдәр ниндәй киҫәктәрҙән тора? Миҫалдар яҙып аңлатығыҙ.
5. Һөйләмдә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:
Артабан ул Беүә Танып Әтәр Төй кеүек йылғаларҙы артта ҡалдырып Ирән буйҙарына килеп сыҡты. (К.Мәргән)
6. Нимә ул текст?
7. Ғ.Хөсәйеновтың кейек-хайуандарға, аттарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү темаһы күтәрелгән әҫәре нисек атала?
8. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.
М.Ғафури “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”
Ш.Бабич “Йәмле Ағиҙел буйҙарында”
Р.Ниғмәти “Мин ҡайҙа”, “Гөлдәр баҡсаһында”
9. “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналарының авторын яҙығыҙ.
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Ап-аҡ ҡар яуа…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 04:03

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

8 класс
1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?
2. Нимә ул ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.
4. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
5. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.
6. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?
7. “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.
8. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын ҡыш етте…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 03:46

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

7 класс

1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар? Яҙығыҙ.
2. Һүҙҙәрҙе төбәү килешкә ҡуйып яҙығыҙ.
Класс, артист, лагерь, повесть, поезд, металл.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Декабрь, ҡыш, каникул, уҡыусы, Яңы йыл, байрам.
4. Бер тамырҙан яҙылған һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
5. “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы кем? Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙығыҙ.
6. Әҫәрҙә алтын йыйыусыларҙың тормошон кәүҙәләндереү, унда төп геройҙар булып, Ғайзулла, уның атаһы Хәйретдин ҡарт , Хажисолтан бай булған романдың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.
7. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ:
Әҙәбиәт –
Тормош –
Берҙәмлек –
Ватандаш –
Дуҫлыҡ –
Тоғролоҡ –
8. Ике мәҡәл яҙығыҙ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 03:45

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн инша темалары:
7класс
1. Йырҙарҙа – ил тарихы.
2. Абдулхаҡ Игебаев ижадында илһөйәрлек темаһының сағылышы.
3. Минең яратҡан әҙәби геройым.


8 класс
1. Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй китап, баҡһам һиңә,
Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә! (Ш.Бабич.)
2. “Ер” поэмаһында халыҡ һәм тыуған ер образдарының сағылышы.
3. Әсәм теле – сәсән теле.


9 класс
1. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
2. Ҡобайырҙарҙа тыуған илде һөйөү һәм азатлыҡ өсөн көрәш темаларының сағылышы.
3. Сәсән һүҙе – аҡылдың үҙе.
4. Халҡыбыҙ ҡаһарманлығы. (Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата.)


10 класс
1. М.Буранғол әҫәрҙәрендә халыҡ ижады традицияларының сағылышы.
2. Д.Юлтыйҙың “Ҡан” романында империалистик һуғышты фашлау.
3. Аҡмулла –яҡтылыҡ йырсыһы.
4. Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы-данлы тарих яҙылған…


11 класс
1. Бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә заман проблемалары.
2. М.Кәрим трагедияларында кешенең рухи азатлығы идеяһының сағылышы.
3. Рәми Ғарипов шиғриәте миңә ни өсөн оҡшай?
4. Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 03:44

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар

11 – Б -2015
1. Һүҙҙең тамырына яһаусы ялғауҙар ҡушылыу, бер нисә тамырҙың бер ҡушма һүҙгә ойошоуы нигеҙендә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү ысулы … тип атала.
2. Саманан тыш көсөлө итеп һүрәтләү нисек атала? Ундай һүрәтләү ниндәй жанр әҫәрҙәрҙә йыш осрай? Миҫалдар килтерегеҙ.
3. Түбәндәге ҡылымдарҙан ҡайтым йүнәлеше формаларын яһағыҙ: ҡысҡыр, күр, ал, йыу, һөйлә.
4. Саҡырылды һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
5. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ:Ҡарҙар иреп, ерҙәр кипкәс кенә, тынып ҡала ярһыу йылғалар.
6. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен атағыҙ.
7. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.
8. М.Кәримдең халыҡ-ара тематиканы яҡтыртыусы шиғри циклдарын һанап сығығыҙ.
9. Түбәндә бирелгән өҙөк кемдең ҡайһы әҫәренән алынған?
Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн
Далаларың кеүек киң күңелле,
Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек мең балҡышлы,
Ҡаяларың кеүек бейек, серле
Булыу кәрәк,
Ерем – Башҡортостан!
10. Назар Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре кемгә бағышланған?
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 03:43

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар

10 – Б - 2015
1. Әҙәби телдең билдәләрен һанап сығығыҙ.
2. Әгәр һуҙынҡы өн һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйылһа, был күренеш … тип атала. Мәҫәлән, …
3. Метонимия күренешенә миҫалдар килтерегеҙ.
4. Һандуғастың йыры бик моңло. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән? Уға морфологик анализ яһағыҙ.
5. Был турала һүҙ булғаны юҡ, ләкин әсә һиҙенә: егет күңеле елкенә, ҡайҙалыр сит яҡтарға ынтыла һөйләмендәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.
6. Д.Юлтыйҙың “Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә” шиғырының идея-тематикаһы нимәнән ғибәрәт?
7. Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.
8. Автор теле менән персонаждар теленә билдәләмә бирегеҙ.
9. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында ниндәй әҙиптәр тураһында фекерҙәр әйтелә? Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.
10. Үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт драматургияһында музыкаль комедия жанрына нигеҙ һалына. Уның тыуыуы кемдең ниндәй әҫәре менән бәйле?
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 03:41

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар
9 – Б – 2015
1. Тәҙрә төбөн гөлдәр биҙәй. Мәктәпте тамамлағас, Гөлдәр БДУ-ға уҡырға инде. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Улар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?
2. Тәҡдим ителгән текст ниндәй стилгә ҡарай:
Рельеф – ер өҫтө формаларының төрлө һыҙатланышы, күләме, сығышы, йәше һәм үҫеше буйынса йыйылмаһы. Ул йыйылма ерҙең ҡалҡыулыҡтарынан һәм уяларынан барлыҡҡа килә. Ул тауҙар системаһынан, тигеҙлектәрҙән, океандарҙағы түбәнлектәрҙән, һырттарҙан, тау араларындағы уяҙҙарҙан, ҡырлаларҙан, уйпаттарҙан, ҡалҡыулыҡтарҙан, йырындарҙан һәм үҙәндәрҙән тора.

3. Күңелдәргә ап-аҡ нур тулһын тип,
Кешеләрем, һеҙгә өндәшәм (Й.Солтанов.) – шиғыр юлдарынан алмашты табып, уға морфологик анализ яһағыҙ.
4. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Үҙэшмәкәрлек халыҡ ижадын үҫтереүҙә төп таяныс булһын тип, тырышып, илһамланып эшләү – дөрөҫ йүнәлеш.
5. [ ( ) ] схемаһына яршалы һөйләм төҙөгөҙ.
6. Түбәндәге шиғри өҙөктән сағыштырыу һәм метафораға миҫалдар табып яҙығыҙ.
Гәүһәр шикелле таштары,
Тупрағы алтын ғына.
Тауҙары, еңгән батырҙай,
Маһайып баҫып тора.
7. “Кеше күңелендәге моңдо көйгә һалыр өсөн бер ҡыллы уйын ҡоралы” – думбыра уйлап табыусы геройҙың исемен, ҡайһы әҫәрҙән икәнлеген әйтегеҙ.

8. Түбәндәге дүрт юллыҡ ҡайһы әҫәрҙән алынған?
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булһа яҡшылыҡ.
9. Әҫәрҙәрҙең жанрын билдәләгеҙ:
“Ҡытай-город” –
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” –
“Ҡыңғырау” –
“Ҡаһым түрә” –
10. Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн ниндәй премиялар булдырылған?
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1