Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 22 ноя 2018, 03:40

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар

7 – Б - 2015
1. “Хеҙмәт” һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
2. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
3. Түбәндәге һүҙҙәрҙе төбәү килештә яҙығыҙ: повесть, Октябрьский, февраль, грипп, нефть.
4. Һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә торған фән … тип атала.
5. Ҡыш килде һөйләмен тарҡау һөйләмгә әйләндерегеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.
6. Нимә ул тарихи хикәйә?
7. Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Матросов яҙмышы ниндәй әҫәрҙә тасуирланған? Авторын яҙығыҙ.
8. “Любизар” йыры ниндәй тарихи ваҡиғалар менән бәйле?
9. Кемдәр улар?
Фәрит Иҙрисов –
Муса Мортазин –
Рәшиҙә Туйсина -
10. Б.Рафиҡовтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған әҫәрен атағыҙ.


8 – Б – 2015
1. Ҡоштар һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
2. Өйкөмөн, ваҡытындағы һүҙҙәрендә ниндәй ялғауҙар бар?
3. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ: балтаһы һыуға төшөү, эт һуғарыу, теле телгә йоҡмай, кәкре ҡайынға терәтеү, туҙға яҙмағанды һөйләү.
4. Хәбәр һөйкәлешенең ниндәй замандары бар? Миҫалдар килтерегеҙ.
5. Түбәндәге һөйләмдә ниндәй хаталар ебәрелгән: Тырышыуыма ҡарамаҫтан мәсъәләне сисә алманым. Хаталарҙы төҙәтегеҙ, һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.
6. Геройҙарының береһе Ҡонҡас сәсән булған күренекле әҫәрҙе, уның авторын атағыҙ.
7. Легенда менән риүәйәттең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын яҙығыҙ.
8. М.Кәримдең ниндәй драма әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
9. “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” картиналарының авторын яҙығыҙ.
10. Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһында башҡорт халыҡ ижадының ниндәй жанрҙары файҙаланылған?
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 14 ноя 2018, 04:17

Руководитель Рособрнадзора подвел предварительные итоги исследования компетенций учителей

Предварительные итоги исследования компетенций учителей подвел руководитель Федеральной службы по надзору в сфере образования и науки Сергей Кравцов в ходе общественно-профессионального обсуждения модели аттестации учителей на основе использования единых федеральных оценочных материалов (ЕФОМ), состоявшемся в Министерстве просвещения Российской Федерации.
Исследования компетенций учителей – часть программы Национальной системы учительского роста, которая вошла в указ президента Владимира Путина «О национальных целях и стратегических задачах развития РФ на период до 2024 года», одним из пунктов которого стало вхождение Российской Федерации в число 10 ведущих стран мира по качеству общего образования.
Исследования компетенций учителей в разных формах и по разным предметам проводились Рособрнадзором с 2015 года. В этом году в исследовании приняли участие 67 субъектов РФ и 22 тысячи учителей. Им пришлось не только проверить знание своего предмета, но и умение решать методические задачи, оценивать работы учащихся.
По результатам апробации ЕФОМ по таким предметным областям, как «математика и информатика» и «основы духовно-нравственной культуры народов России», не справились с работой почти половина участников исследования.
По истории, экономике, «России в мире», русскому языку и литературе получили неудовлетворительный результат почти четверть учителей. Наиболее успешно справились с «обществознанием» и «правом». Самый высокий уровень подготовки продемонстрировали преподаватели родного языка и родной литературы.
«Лучше объективная оценка, чем высокая и оторванная от реальности. Во время подготовки кадров Министерству просвещения и Рособрнадзору необходимо спокойно анализировать результаты исследования, помогать учителю, сделать соответствующие выводы для системы педагогического образования и повышения квалификации чтобы наша система подготовки педагогических кадров была одной из лучших в мире», - резюмировал Сергей Кравцов.
Исследование проводилось деперсонифицированно в режиме апробации, и его результаты никак не повлияют на работу участников исследования и школ. Исследование включало и сбор мнения учителей о содержании диагностической работы. До 2020 года перед Рособрнадзором стоит задача разработать единые федеральные оценочные материалы по всем школьным предметам. Результаты исследования будут учитывать условия работы педагогов: тип школы, населенного пункта, стаж и возраст учителя.

Пресс-служба Рособрнадзора
Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 13 ноя 2018, 04:20

Форум-диалог "Языковая политика: общероссийская экспертиза" пройдет 16 ноября в самом центре Москвы

16 ноября в Москве пройдет форум-диалог «Языковая политика: общероссийская экспертиза».
Его организует Федеральное агентство по делам национальностей.
По инициативе ФАДН России эксперты в области языкознания, филологи, преподаватели русского языка и языков народов России, руководители федеральных и региональных органов власти соберутся в Москве для выработки предложений по созданию оптимальных условий для сохранения и развития языков народов нашей страны, организации образовательного процесса, направленного на формирование общероссийской гражданской идентичности с учетом языковой ситуации в субъектах Российской Федерации и конституционного статуса языков народов России.
В рамках форума состоится пленарное заседание и будут организованы три секции: «Русский язык как инструмент надэтнической консолидации общества», «Родные языки народов России в контексте общероссийского языкового пространства» и секция для руководителей и специалистов органов исполнительной власти субъектов Российской Федерации «Актуальные вопросы языковой политики».
К участию в работе форума приглашены министр просвещения Российской Федерации Ольга Васильева, министр науки и высшего образования Российской Федерации Михаил Котюков, руководитель Рособрнадзора Сергей Кравцов, руководство регионов, депутаты Государственной Думы, члены Совета Федерации, ведущие эксперты в сфере языковой политики и образования.
Подробная информация о форуме размещена на сайте ФАДН России.
Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение ifira1972 » 09 ноя 2018, 17:05

Ә.Әминевтың “Әсикмәк” хикәйәһен өйрәнеү
Маҡсат: әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү,уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата фекереңде әйтергә өйрәтеү.Ветерандарға, Ватанды һаҡлаусыларға, әсәйҙәргә һөйөү, хөрмәт, ихтирам, ғорурланыу хистәре тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: бешерелгән икмәк, таҫтамал, дәреслек, интерактив таҡта, "Ағиҙел" журналы, карточкалар.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.Ултырығыҙ.
Мин Аҡсәйет урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурисламова Ифира Рәмзы ҡыҙы булам. Ә һеҙҙең менән, уҡыусылар, беҙ дәрес дауамында танышырбыҙ, бергәләп эшләрбеҙ, шулаймы?
2.Инеш әңгәмә.
- Уҡыусылар, минең ҡулда нимә?
- Икмәкте нисек бешерәләр?
- Әсәйҙәрегеҙҙең икмәк бешергәнен күргәнегеҙ бармы? Ҡайҙа бешерәләр?(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.)
Бөгөнгө көндә икмәкте мейестә бешереүселәр бик аҙҙыр ул, сөнки кемдер газ йә электр плитаһында бешерә, өйҙәге мейестәр һүтеп бөтөрөлөп бара.
3.Дәрестең темаһы һәм маҡсаты.
- Минең ҡулда әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк.Ни өсөн әсе тип атала?(Яуаптарын тыңлау.)
- Дәрестә бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
3.Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
Тимәк, балалар,дәрестең маҡсаты ниндәй була инде?
- Был әҫәрҙе яҙыусы Әмир Әминев ижад иткән.Яҙыусының бик күп китаптары донъя күргән.Әмир Әминев та, атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ кеүек , Ватаныбыҙҙы һаҡлап армия сафында хеҙмәт иткән. Ул әле “Ағиҙел” әҙәби журналының баш мөхәррире.(Журналды күрһәтеү.)
4.Һүҙлек эше.
-Текст менән танышҡанға тиклем, унда осраясаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ.
Хәбәрһеҙ юғалған - пропал без вести; төш юрау - толковать сон; эңер-ҡояш байыйған ваҡыт - сумерки; йыуатыу - утешать.
5. Китаптарығыҙҙың 261-се битен асабыҙ.Иғтибар менән ҡарап барығыҙ, башта әҫәрҙе мин уҡырмын, артабан һеҙ дауам итерһегеҙ. Тағы ла аңлашылмаған һүҙҙәр осраһа, аҫтарына ҡәләмдәр менән билгеләгеҙ.
“Әсикмәк” әҫәрен уҡытыусы ҡысҡырып уҡый. Әҫәрҙең йөкмәткеһе аңлашылдымы?
6. Текст йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
- Ни өсөн Сәрби әбей яңғыҙ йәшәй?
-Улы Тимерйәндең һуғыштан ҡайтмауына нисә йыл үткән?
- Әбей кемгә өмөтләнеп йәшәй? Уның йыуанысы нимәлә?
- Тимерйәндең хаты тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Тимерйәндең хатында әсәһенә яҙған һүҙҙәрен текстан табығыҙ. “Тимергә ни булыр?” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
- Сәрби әбейҙе тағы ла нимә борсой? Ни өсөн ул икмәкте бешерергә була?
– Тимерйән хатында икмәк тураһында нимә тип яҙа?
- Әҫәрҙә өс геройға ла хас булған ниндәй сифат бар?(Бурысты түләү:
әбей икмәк бурысын түләй, Тимерйән һәм һалдат илде һаҡлау бурысын үтәйҙәр.)
- Беҙҙең алда ниндәй бурыстар бар? (Яҡшы уҡыу, атай-әсәйҙәргә булышыу, тыуған илде яратыу, икмәкте ҡәҙерләү һ.б.)
– Әҫәр ни өсөн “Әсикмәк” тип атала?
7.Уҡыусыларҙың фекерен, дөйөмләштереп, йомғаҡлау.
8. Физкультминутка.
9. Ижади эш.
- Әҫәрҙә Сәрби әбей улы Тимерйәндең өсмөйөш хатын уҡыта ла уҡыта. Тимәк, ошо хаттар улар өсөн ҡәҙерле булғандар. Ә ни өсөн ошо хаттар өсмөйөшлө?
Һуғыш ваҡытында һалдаттар ошондай өскөл һалдат хаттары яҙғандар. Хәҙер һеҙгә шундай ижади эш тәҡдим ителә: 1-се төркөм һуғыш ветерандарына , 2-се төркөм бөгөнгө һалдаттарға хат яҙа,
3-сө төркөм икмәк тураһында мәҡәлдәрҙең аҙағын дауам итә.(Хаттарҙы уҡыу.) Ижади эштәргә һығымта яһау.
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ниндәй башҡорт батырҙарын беләһегеҙ? (М.Шайморатов, Т.Күсимов, Ш.Мөхәмәтйәнов, М.Гәрәев, М.Ғөбәйҙуллин һ.б.)
- Үҙегеҙҙең ауылдағы һуғыш ветерандарын беләһегеҙме? Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл кәмей бара, беҙ уларҙы хөрмәт һәм ихтирам итергә тейешбеҙ.Был беҙҙең улар алдындағы бурысыбыҙ.
10. Рефлексив баһалау.Йомғаҡлау.
-Бөгөнгө дәрестән ниндәй яңылыҡ,асыш эшләнегеҙ?Үҙегеҙ өсөн ниндәй һабаҡ алдығыҙ? Ниндәй яңы мәғлүмәт белдегеҙ?Дәрестә нимә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.)
11.Өй эше (өс кимәлле эш төрө).
1. Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.
2. Хикәйә буйынса һүрәт төшөрөргә.
3. Икмәк бешереүҙең серҙәрен өйрәнеп килергә.
12.Баһалау.
-Бөгөнгө дәрестә үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән ветерандарыбыҙға лайыҡлы алмаш булып үҫерһегеҙ, тип ышанам.Һау булығыҙ!
ifira1972
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 12:09

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 07 ноя 2018, 03:58

Состоялось заседание Учебно-методического Совета при Министерстве образования Республики Башкортостан

6 ноября состоялось заседание Учебно-методического Совета при Министерстве образования Республики Башкортостан, на котором были рассмотрены примерные образовательные программы по предметам «Родной язык (башкирский)», «Литературное чтение на родном языке (башкирском)», «Родная литература (башкирская)» для 1-4 и 5-9 классов общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения, «Родной (башкирский) язык», «Родная (башкирская) литература», «Башкирский язык как государственный язык Республики Башкортостан» для 1-4 и 5-9 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения.
После обсуждения программы под авторством З.Г. Нафиковой, В.И. Хажина, Ф.А. Аккужиной, М.С. Давлетшиной, З.М. Габитовой, М.Б. Юлмухаметова были одобрены и направлены на рассмотрение в Федеральное учебно-методическое объединение по общему образованию.
Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение davletovagz » 06 ноя 2018, 18:47

"Хаталарға ҡаршы яу асайыҡ" тип исемләнгән мәҡәләнең авторы бик урынлы фекер тәҡдим итә. Уның тәҡдиме менән мин тулыһынса килешәм. Ысынлап та, Өфө урамдары буйлап уҙған саҡта, алтаҡталарҙағы хаталарҙы күреп, йән әсей. Терминология комиссияһы составында булып, Шаҡша биҫтәһендәге алтаҡталарҙа осраған хаталарҙы фотоға төшөрөп, Администрацияға хәбәр иткәнем дә булды. Әммә бындай осраҡта ла хаталар күренә әле. Улар сауҙа селтәрҙәре өлкәһендә төҙәтелмәй ҡала. Ҡайһы бер үҙ эшенә яуаплы ҡараған етәкселәр булған иҫкәрмәләрҙе шунда уҡ иҫәпкә алды. Тик бындайҙар бик аҙ.
Ысынлап та, "Күмәкләгән - яу ҡайтарған", - тигәндәй, бергәләп тотонһаҡ, был мәсьәләне хәл итеүе ауыр булмаҫтыр, тип ышанам. Һәр кем ҡулынан килгәнсә тырышһа, һөҙөмтәләр ҙә ыңғай буласаҡ.
davletovagz
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 06 ноя 2018, 17:46

Re: Методические рекомендации

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 06 ноя 2018, 10:28

Хаталарға ҡаршы яу асайыҡ
06.11.2018 // Йәмғиәт
Әйҙәгеҙ әле, гәзиттә электән үк алтаҡталарҙағы хаталы яҙыуҙарға ҡаршы алып барылған эште дауам итәйек. Был мәсьәләне ҡуҙғатыуымдың төп сәбәбе – әле булһа урамдарҙа, юл саттарында хаталы яҙыуҙар кәмемәй. Улар хаҡында республикабыҙ матбуғаты аша даими сығыш яһаһаҡ, бәлки, хәл аҙ булһа ла үҙгәрер.

Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан һуң Ырымбур өлкәһенә боролған юл сатында “Оренбург”, “Ырымбург” тигән билдәләр күренә. Кем шулай хаталы яҙғандыр инде, бик күптән тора ошо юл күрһәт­кестәре.


Өфөнөң Орджоникидзе районын­дағы Тимашев ауылында “Остановка “Школа” тигәнде “Мактап” туҡта­лышы” тип тәржемә иткәндәр.
Бындай хаталар аҙым һайын тигәндәй осрай. Мәҫәлән, “ХозМир” сауҙа селтәре етәкселеге “Все для дома и дачи” тигән һүҙбәйләнеште “Барыһы өсөн йорт һәм дача” тип тәржемә иткән, һөҙөмтәлә ул бөтөнләй икенсе мәғәнә алған. “Аҙыҡ-түлек” тигәнде “у” хәрефе менән яҙыу осраҡтары ла – иң йыш осраған хаталарҙың береһе.

Бына ошоларҙан сығып, тәҡди­мемде еткергем килә: хаталы яҙыу­ҙарға ҡаршы бергәләп яу асайыҡ. Бөгөн һәр кемдең ҡулында сифатлы фото төшөрөү мөмкинлеген биргән телефон бар. Кем ҡайҙа ниндәй хаталы алтаҡта күрә, фотоға төшөрөп, гәзит редакцияларына ебәрһен, социаль селтәрҙәргә һалһын. Республикала махсус терминология комиссияһы булдырыл­ған, уның бәйләнеш координаттарын да киң йәмәғәтселеккә таратыу зарур, тип уйлайым.

Автор: Рәҡип УРАҠАЕВ
Район: Өфө ҡалаһы
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 06 ноя 2018, 10:25

Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы
12.10.2018 // Шәхестәр
Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тел ғилеме хаҡында лекция уҡыуы үҙе бер илаһи донъя ине. Аудитория ишеген шар асып, уң ҡулына һорғолт ҙур портфель тотҡан, аҡһаңҡырап атлаған уртаса ҡалын кәүҙәле, күҙлекле ағай килеп инә. Төрлө осрашыуҙарҙа күреп, юморлы ғына һүҙҙәренә унда-бында ҡолаҡ һалып йөрөгәс, был уҡытыусыны тәүге курстан уҡ белә инем инде.

Ул ваҡытта уҡ әле һәр тарафтарҙа билдәле, улай ғына түгел, күренекле тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы трибунаға менеп баҫа йә өҫтәл артына ултыра. Уның лекциялары тик башҡорт теле менән генә сикләнмәйенсә, тармаҡ-тармаҡ системалы төрки, фарсы, алтай, немец (әйткәндәй, немец телендә шыма һөйләшә ине), инглиз, грузин, ҡарағалпаҡ һәм башҡа халыҡ телдәре тарихын, төрлө үҙенсәлекле һәм хикмәтле хәлдәрен иҫ китмәле итеп һөйләүгә күсә. Әҙерәк тын алған арала беҙгә өндәшә:

— Мыртыйҙар, кәрәкле урындарын яҙғылап-һыҙғылап ултырығыҙ. Имтихан биргәндә, йә семинар дәрестәрендә билет һорауына яуапты мин һеҙҙән һорап та ултырмам, тик конспекттарығыҙҙы ғына күҙ алдына һалһағыҙ, шул еткән. Яҙып ҡуйылған — ташҡа баҫылған, тиҙәр аҡыллы кешеләр, шуны онотмағыҙ, — тип йылмайып та ҡуйыр.

“Лекцияла йоҡлап йә ауыҙ йырып, запискалар яҙышып ултырыу тыйыла” тигәнде аңлата ине был. Аңлаған кешегә ошо ла еткән бит инде, ойоп барған студентҡа тиргәшмәй генә әйткән һүҙҙәр шулай еткерелә уҡытыусыбыҙ тарафынан.

Яҙыусы һәм тел ғалимы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаев 1911 йылдың 25 ок­тябрендә Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1926 йылда Сәйетбаба ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә белем ала. 1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта “Аллаһыҙ” журналында яуаплы секретарь эшен алып бара. 1932 – 1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман фило­логияһы бүлеген уңышлы тамамлай. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләп алғас, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтында сит телдәр уҡытыусыһы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире вазифаһын йөкмәй.

1942 – 1945 йылдарҙа Ж.Ғ. Кейекбаев Сәйетбаба урта мәктәбе директоры, йылға яҡын “Китап” нәшриәтендә баш мөхәррир булғандан һуң, Мәскәүҙә Фәндәр ака­демияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый.

1946 – 1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. Ул 1948 йылда филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.

1949 йылдан алып тәүҙә Башҡорт педагогия институтында, һуңынан дәүләт университетында доцент, профессор, башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит телдәр факультеты деканы ул. 1957 йылдан 1961 йылға ҡәҙәр университеттың проректоры ла була. Ғилем үрҙәренә ынтылған Жәлил Ғиниәт улы 1960 йылда филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм башҡорт интелли­генцияһы вәкилдәре араһынан беренсе булып фән докторы була.

Ж.Ғ. Кейекбаев уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында шиғырҙары менән гәзит биттәрендә йыш күренә башлай. Уның бихисап шиғри шәлкемдәрен Ж. Табын имзаһы менән матбуғатта күрергә була. Мәскәүҙә уҡығанда немец теленән башҡортсаға тәржемә эшендә лә әүҙемлек күрһәтеп өлгөрә. Ул ике телдең дә нескәлектәрен белә, тел мәҙәниәте талаптарын һиҙгер тоя. Шуның өсөн дә тәржемә иткәндә әҫәрҙең төп нөсхәләге яңғырашына өлгәшә. Бөйөк Гейне ише шағирҙарҙың әҫәрҙәре, Э. Вайнерит, В. Бредель кеүек авторҙарҙың шиғыр һәм хикәйәләре, Ф. Вольфтың “Доктор Мамлюк” драмаһы, бер туған Гриммдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәре стиле, дөйөм эске донъя үҙенсәлектәре һаҡланыуы менән бермә-бер әһәмиәткә эйә. Был осорҙа дөйөм тәржемә эше йүнле юлға һалынмаған да ине, ә Ж. Ке­йекбаевтың маһир эшмәкәрлеге айырыуса халыҡ мәҙәниәтенең үргә ынтылыш яһауына төплө йүнәлеш бирҙе.

Ж.Ғ. Кейекбаевтың киң эрудицияһы әҙәбиәт үҫешенә лә ныҡ ҡына йоғонто яһай. Ул һуғыш йылдарында төрлө темаларға ҡобайырҙар, очерк һәм хикәйәләр ижад итә. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәт­йәнов) хаҡында шиғырҙар яҙып, уларҙы урыҫ телендә лә баҫтыра. Төп уҡытыу­сылыҡ, ғилми эше менән бергә балалар әҙәбиәтенә иғтибарын көсәйтә. Уның халыҡ әкиәттәре нигеҙендә (ерлегендә) ижад ителгән әҫәрҙәре айырым тупланып нәшерләнә. Ә инде һуңғараҡ яҙыусы-ғалимдың “Туғандар һәм таныштар” романы уҡыусыларҙың яратып уҡыған китабына әйләнә.

Әҙәби тәнҡиттә лә ыңғай фекерҙәр, күп кенә йылы һүҙҙәр әйтелә. Ж.Ғ. Кейекбаев — Башҡортостанда Н.К. Дмитриев башлап ебәргән башҡорт тел ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм өр-яңы үрҙәргә илтеүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек кимәлдә ойоштороусы ла.
“Башҡорт теленең фонетикаһы” исемле ҙур монографияһы ғалимдың докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға старт була. Унан һуң профессор Ж.Ғ. Кейекбаев янында башҡорт теле фәнен өйрәнеү йәһәтенән бик тә ныҡышмалы, һәләтле йәш ғалимдар (В.Ш. Псәнчин, Ә.М. Аҙнабаев, М.В. Зәй­нуллин, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Н.Х. Ишбулатов һәм башҡалар) туплана. Артабан улар етәкселегендә тел белгестәре әҙерләүҙә күп эштәр башҡарыла. Оҙаҡ та үтмәй Ж. Кейекбаев “Урал-Алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы” тигән ҙур хеҙмәтен яҙа. Ғалим-педагогтың йәмғеһе 50-нән ашыу ғилми хеҙмәте туп­лана. Шуларҙың унлағаны айырым йыйынтыҡ булып донъя күрә һәм өҫтәл китабына әйләнә. Ул — башҡорт теленән урта мәктәптәр, педагогия училищелары һәм юғары уҡыу йорттары ҡарамағына яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.
Ж.Ғ. Кейекбаев тиҫтәнән ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләй, республикалағы фән учреждениеларының ғилми эштәрендә туранан-тура ярҙам итә, Рәсәй киңлегендәге төрлө юғары уҡыу йорттары һорауы буйынса лекциялар уҡый, фәһемле фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа, форумдарҙа доклад менән сығыш яһай.

Тынғыһыҙ ғалим-педагог-яҙыусы йәмә­ғәт эштәренән ситтә ҡала белмәне. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлегенең совет комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты булып һайланды. Жәлил Ғиниәт улы үҙенең фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды, “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән исемгә лайыҡ булды. Ул – 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Һүҙемдең дауамында уҡытыусыбыҙҙың ижад баҫҡыстарына күтәргән хеҙмәттәренә күҙ һалайыҡ. “Зөбәй Үтәғолов” (Өфө, 1944, 1985), “Сталин тураһында ҡобайыр” (Өфө, 1944), “Урман әкиәттәре” (Өфө, 1954), “Әкиәттәр” (Өфө, 1960), “Две сказки” (Өфө, 1956), “Лесные сказки” (Өфө, 1966), “Башҡорт теленең фонетикаһы” (Өфө, 1958), “Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (Өфө, 1986), “Две сказки” (Өфө, 1971), “Введение в уральско-алтайское языкознание” (Өфө, 1972), “Туғандар һәм таныштар” романы (Өфө, 1975), “Родные и знакомые” романы (Өфө, 1961), бынан тыш йөҙләгән шиғыр, мәҡәлә, очерк, һүрәтләмә, сығыш, интервью уның киң ҡоласлы ғилемендә һәм әҙәби ижадында урын ала. Күренекле тел ғалимының хеҙмәттәренә төплө фекерҙәр әйтелә, анализ бирелә.

Шуларҙың береһенә генә иғтибар итке килә. Талантлы тел ғалимы Вәли Шәғәли улы Псәнчин бөйөк тел белгесе һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев хаҡында үҙенең “Исемдәре ҡалды илендә” мәҡәләһендә: “...Жәлил Кейекбаев һәр эштә тәүәккәл, киң һәм яңыса ҡарашлы, күп белемле, һәр саҡ яғымлы, алсаҡ, олоға ла, кесегә лә берҙәй мөләйем кеше, төрлө йүнәлештә эшләүсе арҙаҡлы ғалим ине. Ул минең хәтерҙә ана шулай кешеләрҙә һирәк була торған бөтә гүзәл сифаттарҙы үҙендә берләштереүсе, бер үк ваҡытта бөйөк тә, ябай ҙа шәхес булып ҡалды. Уның ябайлығына ла бөйөклөк хас ине шул”, — тип нарыҡлай үҙенең уҡытыусыһын. Йөрәк түренән әйтелгән был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ һәм оло ихтирам ярылып ята. Башҡа авторҙарҙың да Жәлил Кейекбаевтың ижады һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһындағы хеҙмәттәре бихисап.

Тынғыһыҙ ижади ғүмер менән солғанып, ҡайнап йәшәне бөйөк ғалим, педагог, күренекле яҙыусы. Туған тел бөйөклөгөн мәңгелеккә илтеүҙәге сикһеҙ ҙур роле уҡытыусыбыҙҙың үҙен дә халыҡ ихти­рамының иң юғары, яҡты һәм изге рух бейеклегенә илтә.

Автор: Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты

Баҫып сығарырға
12

Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 06 ноя 2018, 04:07

Хөрмәтле коллегалар! Татар теле һәм әҙәбиәтенән 2018/2019 уҡыу йылында район кимәлендә 7-11 класс уҡыусылары менән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн 2017/2018 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған олимпиаданың тест һорауҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Башкортстан республикасының Мәгариф министрлыгы

7 – Т − 2017
ТЕСТ

1. “Идегәй” әсәре нинди дастан?
а) Мәхәббәт дастаны
ә) Алыплар турында дастан
б) Тарихи дастан
2. “Ишеттем мин кичә: берәү җырлый,
Чын безнеңчә матур, милли көй;
Башка килә уйлар төрле-төрле, −
Әллә нинди, зарлы моңлы көй”. Бу юллар кемнең һәм нинди әсәреннән?
а) Н. Исәнбәт “Син сазыңда уйнадың”
ә) Г. Тукай “Милли моңнар”
б) Ш. Бабич “Язгы җыр”
в) Дәрдемәнд “Ятам кайчаклары моңлап”
3. Кем Дагестан педагогия техникумында укытучы булып эшли, ә аннан, энесе партия хезмәткәре Камил Тахтамышевның чакыруы буенча Самаркандка килеп, андагы педагогия институтында лекцияләр укый, тәрҗемәче булып эшли?
а) Һ. Такташ б) Х. Туфан
ә) Н. Думави в) Г. Тукай
4. Гариф белән Газизә образлары Ш. Камалның нинди әсәреннән?
а) “Сулган гөл” б) “Сукбай”
ә) “Буранда” в) “Акчарлаклар”
5. Әсәрдә сөйләнәчәк тарихтан бик күпкә элек булган вакыйгаларны ниндидер максат белән әсәр башында сөйләп кую нинди сюжет элементына хас?
а) Пролог б) Төенләнеш
ә) Эпилог в) Кульминация
6. Үзара хәбәрлекле мөнәсәбәттә торган сүзләрне билгеләгез.
а) китапны уку б) килдек, ләкин күрмәдек
ә) китап өстәлдә в) суык көн
7. Үзара тезүле бәйләнештә торган сүзләрне билгеләгез.
а) яңа смортфон б) килдем дә күрдем
ә) ярышлар үтте в) абыем армиядә
8. Түбәндәге сүзләр тезмәсе арасыннан сүзтезмәне билгеләгез.
а) мин укып утырам б) бу сүзлек
ә) ак һәм кара в) Башкортстан Республикасы
9. Хәбәрлек сүз сүзтезмәне билгеләгез.
а) хат кесәдә б) сезгә тиеш
ә) күп нәрсә в) безгә уңай
10. Боерык җөмләне билгеләгез.
а) Бик ашыгып барма, улым!
ә) Сүзнең көче искиткеч зур икән?!
б) Нәрсә, Дәрҗия апа?
в) Абый, керим инде, ә?!
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 06 ноя 2018, 04:07

Башкортстан республикасының Мәгариф министрлыгы

8 – Т − 2017
ТЕСТ
1. “Бакчада гөлләр ал икән,
Гөлдә былбыл бар икән?
Кашы кара, буе зифа,
Галиябану, сылуым иркәм,
Кемгә насыйп яр икән?” Бу юллар кемнең һәм нинди әсәреннән?
а) М. Фәйзи “Галиябану” б) Г. Исхакый “Зөләйха”
ә) Г. Бәширов “Намус” в) Ф. Әмирхан “Хәят”
2. Ш. Камалның туган ягын дөрес билгеләгез.
а) Мордва республикасы, Пешлә авылы;
б) Татарстан республикасы, Казан шәһәре;
г) Мордва республикасы, Сыркыды авылы.
3. Һ. Такташ “Алсу” поэмасында нинди образны түбәндәге сыйфатлар белән бизи ?
“Үзе көлә,
Үзе сөйкемле,
Үзе усал,
Үзе болай бер дә
Усал түгел кебек шикелле...”.
а) Алсуны б) Автор образын
ә) Газзәне в) Профессор образын
4. Әдәби әсәрдә сурәтләнгән вакыт һәм урын бөтенлеген нинди термин белән атыйлар?
а) Топос б) Хронотоп
ә) Тема в) Проблема
5. Кайсы әсәр Н. Фәттахныкы түгел?
а) “Сызгыра торган уклар” б) “Бала күңеле далада”
ә) “Итил суы ака торур” в) “Рәшә”
6. Нәрсә ул диалог?
а) кешенең ялгыз чактагы сөйләшүе б) ике яки берничә кешенең үзара сөйләшүе
ә) берничә кешенең үзара сөйләшүе в) аерым кешенең диалог эчендәге сүзләре
7. Нәрсә ул монолог?
а) аерым кешенең диалог эчендәге сүзләре б) берсе дә түгел
ә) кешенең ялгыз чактагы сөйләшүе в) кешенең күмәк сөйләшүдәге репликасы
8. Нәрсә ул туры сөйләм?
а) үзгәртелмичә кулланылган чит сөйләм б) үзгәртелеп кулланылган чит сөйләм
ә) сөйләүченең үз сүзләре в) автор сөйләме
9.Теркәгечле тезмә кушма җөмләләрдә гади җөмләләрне бәйләүче тезүче теркәгечләрдән кайсылары гына катнаша?
а) җыючы теркәгечләр генә б) бүлүче теркәгечләр генә
ә) каршы куючы теркәгечләр генә в) барысы да
10.Теркәгечсез тезмә кушма җөмләләрдә гади җөмләләрне бәйләүче чаралардан кайсылары гына катнаша?
а) санау интонациясе генә б) икесе дә
ә) каршы кую интонациясе генә в) көттерү паузасы гына
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2

cron