Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:13

3-сө дәрес
Тыуған ерем - Башҡортостан. Ҡушма исемдәр.
Маҡсат: 1. Тема буйынса һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү.
2. Тыуған төйәккә ҡарата һөйөү һәи ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
3. Ҡушма исемдәр темаһын үҙләштереү һәм дөрөҫ яҙырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан, уның байлыҡтары, уның тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында мәғлүмәттәр үҙләштереү. “Башҡортостан” тексы йөкмәткеһе менән танышыу һәм уның йөкмәткеһен һөйләү. Башҡортостан Республикаһы, уның күренекле шәхестәре, байлыҡтары тураһында бәйләнешле текст төҙөп, һөйләргә өйрәнеү.
Ҡушма исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эшләү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа
Һайрай һары һандуғас
II. Өй эшен тикшереү.
1. Экранға ҡала исемдәрен һәм райондар атамаларын сығарыу.
2. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен тикшерәләр һәм баһалайҙар.
III. Белемде актулләштереү.
Ҡала һәм район исемдәренең яҙылышы тураһында уҡыусыларҙың фекерен тыңлау һәм яуаптарҙы йомғаҡлау.
IV. Яңы тема.
1. 68-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
2. Яҙма исемдәр теҙмәһен дауам итеү.
V. Теманы нығытыу.
1. Уҡытыусы һүҙе: уҡыусылар, кеше, ҡала, район исемдәренән башҡа тағы ла ниндәй исемдәр була?
3. Яуаптар: йылға, тау, күл исемдәре.
4. Теманы нығытыу 7-се күнегеүҙе эшләү.
2. Республикабыҙҙағы йылға, тау, күлдәр исемдәрен уҡыусыларҙан әйттереү.
3. Һөйләгәндәрҙең барыһы ла үҙ республикабыҙ – Башҡортостанда булыуы тураһында әңгәмә үткәреү.
4. “Башҡортостан” тексы темаһына күсеү.
5. Текст уҡыусыларға ҡабул итеү өсөн еңел. Текст өҫтөндә эш:
1) Тексты тасуири уҡыу;
2) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
3) Сылбырлы уҡыу;
4) Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
5) Йомғаҡлау.
6. 9.1. күнегеүҙе дәфтәргә яҙыу.
1) Күнегеү буйынса һорауҙарға яуап биреү.
2. 9.2. уҡыусылар үҙ аллы дәфтәрҙәренә яҙалар.
1) экранда һүрәт буйынса һөнәрҙәр яҙыла;
2) уҡыусылар бер-береһенең эштәрен алыштырып тикшерәләр.
VI. Өйгә эш: 1. 14-се күнегеү. Ф.Ғөбәйҙуллина яҙған тексты тасуири итеп уҡыу.
2.Һандар яҙылған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:13

2-се дәрес
Телмәр үҫтереү. В.Э.Меос. “З.Исмәғилевтең тыуған яҡтары” картинаһы.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү.
2.Үҙ уй-фекерҙәрен дөрөҫ, хатаһыҙ яҙырға өйрәтеү.
Дәрес барышы
I. В.Э.Меос. З.Исмәғилевтең тыуған яҡтары” картинаһының йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш:
1. Уҡыусыларҙы дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
2. Уҡыусыларҙың картинаны иғтибар менән ҡарауы.
3. Картинаның авторы менән таныштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. В.Э.Меос. “З.Исмәғилевтең тыуған яҡтары” картинаһы буйынса эшләү. Картинаны күрә, аңлай, һөйләй белеү. Картина яраҡлы цитата һайлау өҫтөндә эшләү. Терәк һүҙҙәр ярҙамында картина буйынса һөйләү. План төҙөү һәм уға яраҡлы һөйләү һәм яҙыу.
Рәссам Владислав Меос Силәбе ҡалаһында тыуған. Кесе йәштән үк ата-әсәһе менән Өфөгә күсеп килә. 25-се мәктәптә уҡый. 1957-1961 йылдарҙа Ленинград художество графика педагогия училищеһында белем ала.
1964 йылда рәссамдың картиналары тәүге тапҡыр М.В.Нестеров исемендәге Респәблика художетсво музейында ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйыла. Шунан һуңғы ижади эшмәкәрлек осоронда ул үҙ картиналары менән республика, зона, Рәсәй бөтә Союз күргәҙмәләрендә, Япония, германия, АҠШ, Финляндия һәм башҡа сит илдәрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Владислав Меос ижадының төп темаһы- тыуған яҡ тәбиғәте. Уның картиналарында республикабыҙҙың гүзәллеге, уның хеҙмәт һөйгән кешеләре, тарихи ҡомартҡылары һүрәтләнә. Уларҙан тыуған яҡтың күп төрлө тауыштыры моң булып ишетелгәндәй. (“Шоңҡар” журналынан)
4. Картинаның исеменә иғтибар итеү һәм З.Исмәғилев тураһында белешмәне уҡыусыларға еткереү.
Заһир Исмәғилев 1917 йылда Белорет районының Сермән ауылында тыуған.
1937-1941 йылдарҙа П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт бүлегендә уҡый, музыка һәм йыр серҙәрен өйрәнә, был бүлекте тамамлағас, Заһир Исмәғилев ошо консерваторияның композиторҙар әҙерләү факультетына инә һәм уны 1954 йылда тамамлай.
Уның „Салауат Юлаев“, „Шәүрә“, „Ағиҙел тулҡындары“, „Урал илселәре“ тигән опералары, „Ҡоҙаса“ исемле музыкаль комедияһы, хор һәм симфоник оркестр өсөн яҙылған әҫәрҙәрен, өс йөҙҙән ашыу йырҙарын бөгөн дә халыҡ яратып ҡабул итә.
5. Картина буйынса терәк һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланыу: ағастар, япраҡтар, һары, ҡыҙыл, йылға, төҫ, тау, алда, томан, аға, бейек, алыҫта, томан күтәрелә, ҡара ер, йылға яры, тыуған яҡ, алыҫта, күкһелләнеп, ялтырай.
6. Картина буйынса бирелгән һорауҙарға яуап биреү.
7. Уҡыусыларҙы картина буйынса һөйләргә өйрәтеү.
8. Картина буйынса уҡыусыларҙы инша яҙыу күнекмәләренә өйрәтеү.
II. Дәресте йомғаҡлау.
II. Өйгә эш. Инша яҙырға әҙерләнергә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:12

БАШҠОРТОСТАНЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
(8 сәғәт)
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса уҡыусыларға үҙҙәре йәшәгән төйәк – Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт биреү, республикабыҙ тураһында матур һәм тулы итеп һөйләй алыуҙарына, ирешеү, телмәр үҫтереү, темаға ҡағылышлы әңгәмәләрҙә иркен ҡатанаша алыу төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙе табыу өсөн өҫтәлмә сығанаҡтарҙы ҡулланыуҙы ойоштороу. Ҡуйылған проблемалар аша уҡыусыларҙың дәрес темаһын, маҡсатты билдәләй белеүҙәренә өлгәшеү. Бер-береһе менән аралашыу, бер-береһенә иғтибарлы булыуҙы үҫтереү төп иғтибар үҙәгендә тора. Бер-береһен ихтирам итеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
Был бүлектә яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау, алмаш темаһы үҙләштереү ҡаралған.
Грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. С.Әлибаев “Тыуған ерем”. ………………………………………1 сәғәт
2. Т.ү. В.Э.Меос. “З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары”……………1 сәғәт
3. Тыуған ерем - Башҡортостан. Ҡушма исемдәр……………….1 сәғәт
4.Г. Ситдикова “Республикабыҙҙың тыуған көнө”. Ҡушма һан….1 сәғәт
5. Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы”. Исем………………..1 сәғәт
6. С.Юлаев “Уралым”. Яңғыҙлыҡ исемдәр…………………………1 сәғәт
7. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау……………………………………………1 сәғәт
8. Диктант…………………………………………………………….1 сәғәт
1-се дәрес
С.Алибаев “Тыуған ерем”.
Маҡсат: 1. Шиғыр йөкмәткеһен үҙләштереү.
2. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышын нығытыу.
3. Тыуған төйәккә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. С.Алибаевтың “Тыуған ерем” шиғыры йөкмәткеһе менән танышыу. Шиғыр буйынса тыуған ерҙең матурлығы, уның ни ҡәҙәре ҡәҙерле булыуы тураһында һөйләү. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалогты ролдәргә бүлеп уҡыу. Ижади эш башҡарыу. Өҫтәлмә сығанаҡтарҙан кәрәкле һәм кәрәк булмаған мәғлүмәтте һайлай белеүҙәре. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды тыңлау һәм тәьҫораттар менән уртаҡлашыу.
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау, уны практикала ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡортостан, һин бит беҙҙең
Тыуған-үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән.
Һыуын эскән еребеҙ.
(Ғ.Ғүмәр)
II. 1. 1-се күнегеү һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм шыма итеп уҡыу.
2.Башҡортостан, тарих, Урал, дуҫлыҡ һүҙҙәре менән һөйләмдәр төҙөү. Ул һүҙҙәрҙең яҙылышы тураһында аңлатыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын ҡабатлау.
3. Айырым иғтибарҙы Башҡортостан һүҙенә бүләбеҙ.
4. Белемде актуалләштереү.
1. 2-се күнегеү, диалогта бирелгән һорауҙарға яуап бирәбеҙ.
2. Уҡытыусының Башҡортостан Республикаһының майҙаны 143, 6 мең квадрат километр, унда 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Баш ҡалаһы – Өфө. Административ яҡтан 54 районға, 21 ҡалаға бүленгән.
3. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды тыңлау.
4. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән мәғлүмәттәрҙән сығып, Башҡортостан Республикаһы, Урал –минең тыуған ерем, тигән һығымтаға алып килеп еткереү.
5. Тыуған ер, тыуған ил тураһында рәссамдарҙың һүрәт төшөрөүе, композиторҙарҙың йырҙар ижад итеүе, яҙыусыларҙың әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙыуы тураһында әңгәмә.
III. Яңы тема. С.Алибаев “Тыуған ерем” шиғыры өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) сылбырлы уҡыу;
4) уҡытыусы тарафынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
5) шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә;
6) һәр бер строфа буйынса анализ;
7) Һорауҙарға яуап биреү;
8) йомғаҡлау.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 1. 8-се күнгегеү. Башҡортостан ҡалалары исемдәрен яҙыу.
2. Башҡортостан райондары исемдәрен яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:12

10-сы дәрес
Үтелгәндәр буйынса диктант яҙҙырыу.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү һәм баһалау.
Дәрес барышы
1. Яҙма эш дәфтәрҙәре таратып бирелә. Дәфтәргә көндө, текст исемен яҙыу. Диктанттар йыйынтығынан “Көҙгө урман” тигән текст тәҡдим ителә.
2. Төп өлөш:
1) тексты тулы килеш уҡыу;
2) һүҙлек эше: биҙәктәр, һоҡланыу, иркәләй;
3) уҡытыусы һәр һөйләмде әйттереп яҙҙырыу;
4) тикшереү өсөн тексты тулы килеш уҡыу;
5) уҡыусыларҙың тексты үҙ аллы тикшереүҙәре.
Өҫтәлмә эш:
1) сифаттарҙың аҫтына һыҙыу;
2) күплек ялғаулы һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу;
3) “ул” алмашын килеш менән үҙгәртеү.
3. Дәресте йомғаҡлау. Яҙма эш дәфтәрҙәрен йыйып алыу.
4. Өйгә эш: үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:12

9-сы дәрес
С.Әлибаев “Матур көн”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү.
2. С.Әлибаев. ”Матур көн” шиғырының йөкмәткеһе менән таныштырыу.
3. Грамматика буйынс алған белемдәрен билдәләү һәм баһалау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Шиғыр йөкмәткеһе менән танышыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү. Бер-береһенең хатаһын төҙәтеү өҫтөндә эшләү. Диалогтар төҙөү, уны дөрөҫ итеп, ролләп уҡыу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. 64-се биттәге һүҙлек һүҙҙәрент тасуири уҡыу;
2. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлау.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәтен тасуири уҡыу (1 уҡыусы).
2. Текстың йөкмәткеһен һөйләү (2 уҡыусы).
III. Белемде актуалләштереү.
1. 43-сө күнегеү. Йәшенләп ямғыр яуғандағы тыйыуҙар буйынса уҡыусылар менән әңгәмә ойоштороу. Бер-нисә уҡыусы үҙҙәренең хәтерендә ҡалдырған тыйыуҙы уҡып ишеттерәләр һәм һәр уҡыусыға бер тыйыуҙы ятларға ҡушыла.
2. 44-се күнегеүҙе дәфтәргә яҙыу. Дәфтәргә яҙыр алдынан һәр һөйләмдә нөктәләр урынына ниндәй һорау алмашы ҡуйылыу тураһында аңлатыу.
3. 45-се күнегеү өҫтөндә эшләү:
1) рус телендәге күнегеүҙе башҡорт теленә тәржемә итеү;
2) ҡуйылған һорауға башҡорт телендә яуап биреү.
4. Матур, бәләкәй, батыр һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр уйлау.
5. Айырым иғтибарҙы матур көн һүҙбәйләнешенә бүлеү. Матур көн- ниндәй көн?, тигән һорауға яуап биреү. Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Тема буйынса диалогтар төҙөйҙәр.
6. Уҡытыусы йомғаҡлап ҡуя һәм матур кән тураһында С.Әлибаев нимәләр яҙа?
IV. Яңы тема. С.Әлибаев. Матур көн.
1. С.Әлибаевтың ижады тураһында уҡытыусының ҡыҫҡаса сығышы.
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 фквралендә Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң Белорет районы Сермән ауылында урта мәктәпте тамамлай. Унан тимер юлында , колхозда һәм Салауат район газетаһында эшләй. 1961-1966 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. 1966 йылда “Башҡортостан пионеры” газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, һуңынан газетаның мөхәррире була.
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Йәшлек тормошона , дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары уиң танылыу тапты. Балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй., тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы”ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һ.б. шағирҙарҙың ә:әрҙәрен тәржемә итте.
Республиканың Ғ.Сәләм премияһы лауреаты.
2. С.Әлибаев. “Матур көн” шиғыры өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) сылбырлы уҡыу;
4) уҡытыусы тарафынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
5) шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә;
6) һәр бер строфа буйынса анализ;
7) йомғаҡлау.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау:
1) уҡытыусы бер тексты экран аша сығара һәм уҡыусыларға бер ни тиклем текст менән танышырға ҡуша, ә һуңынан тексты ябып, әйттерп яҙҙыра;
2) Текст экранға сыға уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә;
3) Грамматика буйынса эш төрҙәре тәҡдим ителә.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш. Диктант яҙыуға әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:11

9-сы дәрес
С.Әлибаев “Матур көн”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү.
2. С.Әлибаев. ”Матур көн” шиғырының йөкмәткеһе менән таныштырыу.
3. Грамматика буйынс алған белемдәрен билдәләү һәм баһалау.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Шиғыр йөкмәткеһе менән танышыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү. Бер-береһенең хатаһын төҙәтеү өҫтөндә эшләү. Диалогтар төҙөү, уны дөрөҫ итеп, ролләп уҡыу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
1. 64-се биттәге һүҙлек һүҙҙәрент тасуири уҡыу;
2. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлау.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәтен тасуири уҡыу (1 уҡыусы).
2. Текстың йөкмәткеһен һөйләү (2 уҡыусы).
III. Белемде актуалләштереү.
1. 43-сө күнегеү. Йәшенләп ямғыр яуғандағы тыйыуҙар буйынса уҡыусылар менән әңгәмә ойоштороу. Бер-нисә уҡыусы үҙҙәренең хәтерендә ҡалдырған тыйыуҙы уҡып ишеттерәләр һәм һәр уҡыусыға бер тыйыуҙы ятларға ҡушыла.
2. 44-се күнегеүҙе дәфтәргә яҙыу. Дәфтәргә яҙыр алдынан һәр һөйләмдә нөктәләр урынына ниндәй һорау алмашы ҡуйылыу тураһында аңлатыу.
3. 45-се күнегеү өҫтөндә эшләү:
1) рус телендәге күнегеүҙе башҡорт теленә тәржемә итеү;
2) ҡуйылған һорауға башҡорт телендә яуап биреү.
4. Матур, бәләкәй, батыр һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр уйлау.
5. Айырым иғтибарҙы матур көн һүҙбәйләнешенә бүлеү. Матур көн- ниндәй көн?, тигән һорауға яуап биреү. Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр. Тема буйынса диалогтар төҙөйҙәр.
6. Уҡытыусы йомғаҡлап ҡуя һәм матур кән тураһында С.Әлибаев нимәләр яҙа?
IV. Яңы тема. С.Әлибаев. Матур көн.
1. С.Әлибаевтың ижады тураһында уҡытыусының ҡыҫҡаса сығышы.
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 фквралендә Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң Белорет районы Сермән ауылында урта мәктәпте тамамлай. Унан тимер юлында , колхозда һәм Салауат район газетаһында эшләй. 1961-1966 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. 1966 йылда “Башҡортостан пионеры” газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, һуңынан газетаның мөхәррире була.
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Йәшлек тормошона , дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары уиң танылыу тапты. Балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй., тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы”ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һ.б. шағирҙарҙың ә:әрҙәрен тәржемә итте.
Республиканың Ғ.Сәләм премияһы лауреаты.
2. С.Әлибаев. “Матур көн” шиғыры өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) сылбырлы уҡыу;
4) уҡытыусы тарафынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
5) шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә;
6) һәр бер строфа буйынса анализ;
7) йомғаҡлау.
3. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау:
1) уҡытыусы бер тексты экран аша сығара һәм уҡыусыларға бер ни тиклем текст менән танышырға ҡуша, ә һуңынан тексты ябып, әйттерп яҙҙыра;
2) Текст экранға сыға уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә;
3) Грамматика буйынса эш төрҙәре тәҡдим ителә.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш. Диктант яҙыуға әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:10

8-се дәрес
Л.Толстой. Бабай менән һыу инәһе. Юҡлыҡ алмаштары.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың тема буйынса һөйләү телмре күнекмәләрен үҫтереү.
2.Уҡыусыларҙа тоғролоҡ, намыҫлы булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү өҫтөндә эшләү.
3. Күрһәтеү алмаштарын ғәмәлдә ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Әкиәт менән танышыу. Әкиәттең халыҡ һәм яҙыусы тарафынан яҙылыуы тураһында иҫкә төшөрөү. Төркөмдәр менән эшләү. Уҡыусыларҙың белемдәрен системалаштырыу. Тема буйынса бер-берһенә һорауҙар биреү, бер-береһе менән әңгәмәләшеү. Башҡорт халыҡ ижады ханрҙары менән таныштырыу. Тексты дөрөҫ итеп тәржемә тиеү өҫтөндә эшләү, уның өсөн һүҙлектәр ҡулланыу.
Юҡлыҡ алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Уҡыусылар бер-береһенең эштәрен тикшереп баһалайҙар.
Критерийҙар: 1 хата – “5” билдәһе;
2-3 хата – “4”;
4-6 хата – "3”.
2. Тексты тәржемә итеүсе уҡыусыларҙың эштәрен баһалау.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 41-се күнегеү өҫтөндә эшләү.
2. Тексты тәржемә итеп, юҡлыҡ алмаштары тураһында белешмә биреү.
3. 62-се биттәге ҡағиҙәне үҙләштереү.
4. 39- сы күнегеү. М.Дилмөхәмәтовтың “Сәскә менән күбәләк” шиғырын тасуири итеп уҡыуҙы ойоштороу:
а) шиғырҙы үҙ аллы уҡыу;
б) шиғырҙан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һайлап алып, тәржемә итеү;
в) бер-ике уҡыусынан тасуири уҡытыу;
г) ролдәргә бүлеп уҡыу;
д) сылбырлы уҡыу;
е) биремдәрҙәге һорауҙар буйынса эшләү.
5. 40-сы күнегеүҙе төркөмдә эш итеп ойоштороу;
1) Һәр төркөмгә диалогты дауам иттереү;
2) Диалогтарҙы уҡыу;
3) Бер-береһенең эшен баһалау.
IV. 1. 38-се күнегеү өҫтөндә эшләү.
2. Йомаҡтарҙың яуаптарын тапҡандан һуң, башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын һанап китеү (мәҡәл, әкиәт, йыр, һынамыш, йомаҡ, көләмәс, таҡмаҡ);
3. Айырым иғтибарҙы әкиәткә биреү һәм түбән кластарҙа ниндәй әкиәттәр уҡыуҙарын (русса, башҡортса) һанап китеү.
4. Бер әкиәттең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөү;
5. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар тарафынан ижад ителгән әкиәттәр тураһында, уларҙың айырмалыҡтарын аңлатыу;
6. Һәр халыҡтың халыҡ һәм яҙыусылар тарафынан ижад ителгән әкиәттер булыуын аңлатыу.
V. Яңы тема. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәте өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) тәржемә итеү;
4) һорауҙарға яуап биреү;
5) текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә;
6) уның тәрбиәүи яҡтарына туҡталыу.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: 1. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе” әкиәтен тасуири уҡыу.
3. Текстың йөкмәткеһен һөйләү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:10

7-се дәрес
Йыл миҙгелдәре. Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Маҡсат: 1. Тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү.
2.Белеү кимәлен тикшереү һәм билдәләү.
3. Нығынған һүҙбәйләнештәр темаһын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. “Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса текстар менән танышыуҙы дауам итеү. Тест һорауҙарына яуап биреү. Төркөмдәр менән эшләү. Уҡыусыларҙың белемдәрен системалаштырыу. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралашыуы, диалог төҙөү.
Билдәләү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцин күнегеү.
Мамыҡ ҡар яуа,
Шундай саф һауа,
Саналар һөйрәп,
Беҙ киттек тауға.
(Ш.Бикҡолов).
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Тест һорауҙарына яуап биреү:
1)кем?нимә? ниндәй алмаштар:
а) билдәләү алмаштары;
б) күрһәтеү алмаштары;
в) һорау алмаштары.
2) Мин ҡыш ... яратам. Һөйләмдә ҡыш һүҙен ниндәй килештә ҡуйырға кәрәк:
а) төп килеш;
б) эйәлек килеш;
в) төшөм килеш.
3) Был, ошо, теге ниндәй алмаштар:
а) һорау алмашы;
б) күрһәтеү алмашы;
в) билдәһеҙлек алмашы.
4) “Дүрт ҡыҙ” шиғырының авторы кем:
а) К.Ушинский;
б) Ф.Рәхимғолова;
в) К.Тәңреҡолов.
5) Билдәһеҙлек алмашын күрһәтегеҙ:
а) әллә кем, әллә нимә, әллә ҡайҙа;
б) һәр кем, һәр береһе, һәр ваҡыт;
в) был, ошо, теге, шул.
6) тыныслыҡ һүҙенең тәржемәһе:
а) мир;
б) дружба;
в) счастье.
Тест һорауҙарына яуаптар: 1- в; 2-в; 3-б; 4-в; 5-а; 6- а.
2. Уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерәләр һәм баһалайҙар.
IV. Теманы нығытыу.
1. Төркөмдәр менән эш: 1 төркөм: С.Муллабаев. Хикмәтле ҡар.
1) тасуири уҡыу;
2) Һорауҙарға яуап биреү.
2 Төркөм: М.Дилмөхәмәтов. Яҙ.
1) тасуири уҡыу;
2) 33-сө күнегеүҙәге бирем буйынса эш.
3 төркөм:һүрәттәр ярҙамында хикәйәне дауам итеү.
2. 1) Уҡыусыларҙың эштәрен йомғаҡлап, уҡытыусы уларҙың эштәрен баһалай һәм яҡщы эштәре өсөн үҙенең шатлығынан (түбәм күккә тейҙе) тигән йә башҡа берәй нығынған һүҙбәйләнеш ҡуллана.
3) Уҡыусыларҙан бындай һүҙбәйләнештәр тураһында үҙҙәренән яуап табыуға алып килергә тейеш. Һүҙбәйләнеште рус телендә сағыштырмаса аңлата. Уҡыусылар менән берлектә нығынған һүҙбәйләнештәр уйлау.
4) 34-се күнегеүҙе уҡыу һәм нығынған һүҙбәйләнештәрҙе аңлатыу.
5) 35-се күнегеү.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 1. 37-се күнегеү.
2. “Ҡыш яҡынлаша” тексын тәржемә итеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:09

6-сы дәрес
Ф.Рәхимғолова. “Ҡайҙан белдең?”. Билдәһеҙлек алмаштары.
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
2.Белем кимәлен билдәләү һәм тикшереү.
3.Билдәһеҙлек алмашын үҙләштереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. Ф.Рәхимғолованың “Ҡайҙан белдең? Шиғырының төп фекерен билдәләү. Һүрәттәр менән эш төрҙәрен башҡарыу. Һүҙлек һәм өҫтәмә мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.
Күрһәтеү алмаштары темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Экранда яҙылған ай исемдәрен дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. 24-се күнегеү. Л.Шаһисолтанова “Көҙгө урманда” шиғырҙың йөкмәткеһен ҡабул итеү өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) шиғырҙы уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы;
3) шиғыр буйынса фекер алышыу;
4) шиғыр буйынса уҡыусыларҙың бер-береһенә һорау биреүе.
2. 28-се күнегеү. Уҡыусылар һынамыштарҙы уҡып, һәр миҙгелгә ҡараған һынамыштарҙы айырып яҙалар. Был эш төрөн башҡарғандан һуң, уҡыусыларҙы “ҡайҙан белдең” тигән һорауҙы әйттереүгә һәм ул һорауға яуап биреүгә алып килеп еткереү. Һуңынан яңы темаға күсеү.
IV. Яңы тема.
V. Ф.Рәхимғолова “Ҡайҙан белдең” шиғыры өҫтөндә эшләү.
1. Ф.Рәхимғолова тураһында белешмә.
Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернатта уҡый, алтынсы кластан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы пионер – вожатыйҙар курсына ебәрелә. Һуңынан Өфө педагогия рабфагында уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.
Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.
Өфөлә байтаҡ йылдар “Пионер” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1965-1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1968-1971 йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй.
Фәүзиә Рәхимғолова 26 китаптың авторы.
1961 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора.
2. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәре:
1) Һүҙлек эше;
2) Уҡытыусының шиғырҙы тасуири итеп уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Сылбырлы уҡыу;
5) Һорауҙарға яуап биреү;
6) Ҡар яуғанда һеҙ ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?
7) Уҡыусыларҙың бер-береһенә һорауҙар биреүе;
8) Йомғаҡлау.
3. 30-сы күнегеү. Һөйләмдәрҙе тәржемә итеү һәм билдәһеҙлек алмаш тураһында мәғлүмәт биреү.
4. 57-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
5. Эш дәфтәрендәге эш төрҙәрен башҡарыу.
VI. Рефлексив анализ. Баһалау.
VII. Өйгә эш: 1. Ф.Рәхимғолова “Ҡайҙан белдең” шиғырын тасуири уҡыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:09

5-се дәрес
К.Ушинский “Дүрт теләк”. Алмаш.
Маҡсат: 1. Текст йөкмәткеһе менән таныштырыу, тасуири уҡыу өҫтөндә эшмәкәрлекте дауам итеү.
2. Йыл миҙгелдәре буйынса тәрәнәйтеү.
3. Грамматика буйынса белемдәрен системалаштырыу.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Йыл миҙгелдәре” темаһы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Башҡа халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү. К.Ушинскийҙың “Дүрт миҙгел” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирергә өйрәтеү. Өҫтәлмә әҙәбиәт менән эшләү күнекмәләрен үҙләштереү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙлек менән эшләү.
Алмаштар темаһын нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйттереү.
II. Өй эшен тикшереү.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡыусыларға “т” өнө менән һүҙҙәр уйларға ҡушыла.
2. Уҡыусыларҙың уйланылған һүҙҙәрен йомғаҡлап, уҡытыусы теләк һүҙенә иғтибар итә (әгәр уҡыусылар тарафынан уйланылмаһа, уҡытыусы һүҙҙе үҙе әйтә).
3. Теләк һүҙенең аңлатмаһы һәм һүҙлек ярҙамында тәржемә итеү
4. Һөйләмдәр уйлау.
IV. Яңы тема.
1.К.Д.Ушинскийҙың “Дүрт теләк” тексы өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше: булһын ине, теләр инем, ҡуйын дәфтәре;
2) уҡытуысның тексты тасуири итеп уҡыуы;
3) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) уҡыус ылар аңламаған һүҙҙәр өҫтөндә эш (ул һүҙҙәрҙе уҡыусылар үҙ аллы уҡыу барышында табалар);
5) абзацлап уҡыу;
6) буксирлы уҡыу (уҡытыусы текстың теләһ ҡайһы урынынан уҡый башлай, ә уҡыусылар шул урында табып, уҡытыусының уҡыуына ҡушыла);
7) дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
8) дәреслектән алмаштарҙы табып, төркөмсәһен билдәләү.
2. 1) 22-23-сө күнегеүҙәр өҫтөндә эш.
3. 25-се күнегеү.Текста һөйләмдәрҙе үҙ урындарына ҡуйып, күсереп яҙыу.
4. 1) 27-се күнегеү. Диалогты уҡыу.
2) Төркөм менән эш. Һәр төркөм диалогты дауам итә.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. Һөйләмдәрҙе тәржемә итеп яҙырыға.
2. Ике һөйләм уйлап яҙырға.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron