Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:59

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары
Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

8 класс
1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?
2. Нимә ул ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.
4. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
5. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.
6. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?
7. “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.
8. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын ҡыш етте…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:46

Рус мәктәптәре өсөнн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
инша темалары:

7-се кластар өсөн

1. Уралып ятҡан Уралда.
2. Тарихи йырҙар – халыҡ күңеленең көҙгөһө.
3. Ф.Иҫәнғолов әҫәрҙәрендә хеҙмәтте һәм кешене данлау.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:45

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн инша темалары һәм башҡорт (дәүләт) теле булараҡ текстар тәҡдим итәбеҙ. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе көтәбеҙ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:43

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

11 класс
1. Орфоэпия, орфография нимә өйрәнә?
2. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Уларҙы һорауҙары менән бергә яҙығыҙ һәм бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
3. Ниндәй һүҙҙәр тарихи һүҙҙәр тип атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
4. Тура телмәр автор һүҙҙәренең уртаһында , аҙағында килгән осраҡтарға берәр миҫал яҙығыҙ.
5. Әгәр рус һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙең әйтелеше еңелләштереү өсөн һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул һүҙ нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
6. Составында һандар булған өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.
7. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен атағыҙ.
8. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.
9. Картиналарҙың авторҙарын билдәләгеҙ.
1) “Салауаттан һорау алыу” А.Лежнев
2) “Салауатты ҡулға алыу” Р.Нурмөхәмәтов
3) “Шәриғәт ҡорбандары” А.Кузнецов
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 6-8 һөйләм яҙығыҙ.
Китап - кешелектең хәтере, заманалар һулышы, заманалар теле…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:43

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары
10 класс

1. Башҡорт теле тураһындағы фәндең ниндәй бүлектәрен беләһегеҙ?
2. Ялғауҙар нисә төргә бүленә? Һәр төрөнә миҫалдар яҙығыҙ.
3. Һүҙбәйләнеш төрҙәрен атап күрһәтегеҙ, миҫалдар килтерегеҙ.
4. Ябай һөйләм ҡушма һөйләмдән ни яғы менән айырыла?
5. Редукция тип ниндәй тел күренешен атайҙар? Миҫалдар килтерегеҙ.
6. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.
Ғ.Ибраһимов “Ер”, “Ҡаһым түрә”
З.Биишева “Кинйә”
М.Кәрим “Шоңҡар”
Ғ.Сәләм “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”
7. Салауат Юлаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
8. М.Ғафуриҙең ниндәй әҫәрендә үткән тормоштоң фажиғәле картиналары, дин әһелдәренең йәштәр яҙмышын хәл итеүе һүрәтләнә?
9. Башҡортостандың ете мөхжизәһен һанап сығығыҙ.
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 6-8 һөйләм яҙығыҙ.
“Әҙәбиәт йылы” үтеп бара…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:42

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

9 класс

1. Нимә ул һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе?
2. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
3. Сифат һүҙ төркөмөнә аңлатма бирегеҙ. Йылы сифатын барлыҡ дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.
4. Һөйләмдәр ниндәй киҫәктәрҙән тора? Миҫалдар яҙып аңлатығыҙ.
5. Һөйләмдә тейешле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ:
Артабан ул Беүә Танып Әтәр Төй кеүек йылғаларҙы артта ҡалдырып Ирән буйҙарына килеп сыҡты. (К.Мәргән)
6. Нимә ул текст?
7. Ғ.Хөсәйеновтың кейек-хайуандарға, аттарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү темаһы күтәрелгән әҫәре нисек атала?
8. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен билдәләгеҙ.
М.Ғафури “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”
Ш.Бабич “Йәмле Ағиҙел буйҙарында”
Р.Ниғмәти “Мин ҡайҙа”, “Гөлдәр баҡсаһында”
9. “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналарының авторын яҙығыҙ.
10. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Ап-аҡ ҡар яуа…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:42

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

8 класс
1. Башҡорт телендә ниндәй тартынҡы өндәр бар? Һанап күрһәтегеҙ?
2. Нимә ул ялғау? Нимә ул яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар? Миҫалдар яҙығыҙ.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын, ҡыш, ял, уҡыусы, күңелле, уйындар.
4. Башҡорт телендә нисә килеш бар? Бер һүҙҙе килеш менән үҙгәртегеҙ.
5. Б.Рафиҡовтың тарихи фаразының исемен атағыҙ.
6. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?
7. “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.
8. Бирелгән теманы дауам итеп, 5-7 һөйләм яҙығыҙ.
Һалҡын ҡыш етте…
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:41

2015-2016 уҡыу йылында район кимәлендә уҙғарылған башҡорт (туған) теленән олимпиада һорауҙары

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (туған) теленән һәм әҙәбиәтенән
олимпиада һорауҙары

7 класс

1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар? Яҙығыҙ.
2. Һүҙҙәрҙе төбәү килешкә ҡуйып яҙығыҙ.
Класс, артист, лагерь, повесть, поезд, металл.
3. Һәр ике һүҙҙе бер һөйләм эсенә индереп, өс һөйләм яҙығыҙ.
Декабрь, ҡыш, каникул, уҡыусы, Яңы йыл, байрам.
4. Бер тамырҙан яҙылған һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар яҙығыҙ.
5. “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы кем? Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙығыҙ.
6. Әҫәрҙә алтын йыйыусыларҙың тормошон кәүҙәләндереү, унда төп геройҙар булып, Ғайзулла, уның атаһы Хәйретдин ҡарт , Хажисолтан бай булған романдың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.
7. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ:
Әҙәбиәт –
Тормош –
Берҙәмлек –
Ватандаш –
Дуҫлыҡ –
Тоғролоҡ –
8. Ике мәҡәл яҙығыҙ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:41

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (11 класс)

1. Ҡышҡы каникулдар етеп килә. Иптәшегеҙҙән ҡайҙа ял итеүен һәм нимәләр эшләүе тураһында белеү өсөн һорауҙар яҙығыҙ.
2. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.
Мин алыҫ сәйәхәттән ҡайтып киләм.
3. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.
4. Күренекле шәхестәр исемлеге араһынан һәр төркөмгә тура килгән исемдәрҙе һайлап алып яҙығыҙ.
Тимер Йосопов, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рәми Ғарипов, Муса Гәрәев, Әхмәт Лутфуллин, Роберт Заһретдинов, Шайморатов Генерал, Арыҫлан Мөбәрәков, Даян Мурзин, Ноғман Мусин, Александр Филиппов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Светлана Арғынбаева, Владислав Меос, Абдулхаҡ Игебаев, Илдар Абдразаҡов, Ҡәҙим Аралбаев, Сергей Аксаков.
Яҙыусылар –
Сәнғәт оҫталары –
Рәссамдар –
Батырҙар –

5. Башҡортостандағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың бер әҫәренең исемен яҙығыҙ.
6. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырының авторы кем? Шиғыр нимә тураһында? Яҙығыҙ.
7. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ.
8. Башҡортостанда Республикаһында ниндәй газета, журналдар сыға һәм ниндәй телдә?
9. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде? Һеҙ ниндәй
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 11 мар 2016, 07:40

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (10 класс)

1. Яңы йыл менән ҡотлап, класташығыҙҙың электрон почтаһына ебәреү өсөн ҡотлау хаты яҙығыҙ.
2. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.
3. Түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә сифат булып килгән һүҙҙәр аҫтына тулҡынлы, рәүештәр аҫтына бер һыҙыҡ һыҙығыҙ.
Яҡшы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, матур сәскә, яҡшы китап, тырышып эшләй, тырыш уҡыусы, аҡ ҡағыҙ, матур йырлай.
4. Тәбиғәт менән бәйле һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн буш шаҡмаҡтарҙы тултырығыҙ.

у м
м р
с ә
ҡ у
о т

5. Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.
Мин ҡышты яратам…
Һин ҡышты …
Ул ҡышты…
Беҙ ҡышты …
Һеҙ ҡышты …
Улар ҡышты …
6. Үҙегеҙҙең ҡасан, ҡайҙа тыуғанығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, олатай-өләсәйегеҙҙең исемен яҙығыҙ.
7. “Кем өсөн?” шиғырының авторын яҙығыҙ.
8. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ:
М.Кәрим-
Р.Бикбаев –
М.Аҡмулла -
9. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 6