Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение gulnaraSAT » 09 мар 2016, 16:44

Викторина «Башҡортостанды беләһеңме?»
1. Нисәнсе йылда Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушыла?
2. Башҡортостан гербының авторы.
3. Башҡортостан гимнының авторы.
4. Башҡортостан флагының авторы.
5. Башҡортостан флагы ниндәй төҫтә?
6. Башҡортостан флагында ниндәй сәскә һүрәтләнгән?
7. Башҡортостандың майҙаны.
8. Башҡортостанда нисә район бар?
9. Башҡортостанда күпме халыҡ йәшәй?
10. Башҡортостанда нисә ҡала бар?
11. Башҡортостан ниндәй өлкәләр һәм республикалар менән сиктәш?
12. Башҡортостан Республикаһының президенты кем?
13. Баш ҡалабыҙҙың башҡортса исеме?
14. Башҡортостандың милли геройы?
15. Салауат Юлаев ҡасан, ҡайһы төбәктә тыуған?
16. “Урал батыр”эпосы ҡасан ижад ителгән?
17. Башҡортостандағы иң ҙур күл?
18. Башҡортостандағы иң ҙур йылға?
19. Башҡортостанда иң бейек тау.
20. Ниндәй башҡорт халыҡ йырҙарын беләһегеҙ?
21. Һеҙ ниндәй башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарын беләһегеҙ?
22. Башҡорт милли аштарын яҙығыҙ.
23. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һана.
24. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларын һана.
25. Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә?
26. Башҡорт дәүләт академия драма театры кем исемен йөрөтә?
27. Күренекле артистарыбыҙҙы һана.
gulnaraSAT
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 09 мар 2016, 16:27

Re: Методическая копилка

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 09 мар 2016, 07:19

Хөрмәтле коллегалар! Һөнәри оҫталыҡ күтәреү курстарында беҙ һәр ваҡыт шундай фекер әйтеп йөрөйбөҙ: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа контрастив лингвистика алымдары, йәғни телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү - методик йәһәттән отошло. Урыҫ телле балаларҙы уҡытыуҙа, мәҫәлән, профессор Н.К.Дмитриев концепцияһына таянырға кәрәк. Ғалим "Строй тюркских языков" хеҙмәтендә хәҙерге рус телендә 2 меңгә яҡын төрки һүҙҙәре (шул иҫәптән, башҡорт) булыуын таный: очаг > усаҡ; отава > ут (үлән); лачуга >аласыҡ; лощадь > алаша; товарищ > тауар ише һ.б. Был күренеш - рус һәм төрки халыҡтарҙың меңәр йылдар буйы аралашып йәшәү, мәҙәни бәйләнештәр һөҙөмтәһе ул. Ике халыҡ та былар менән ғорурланып, ҡыуанып йәшәргә тейеш.
Беҙҙеңсә, сыуаш, мари, мордва, украин балалары менән эшләгән уҡытыусы ошо телдәрҙе белһә, йәки бер сығанаҡлы һүҙҙәрҙе таба белһә, ике телде сағыштырып өйрәнеү методик яҡтан ифрат уңышлы буласаҡ. Башҡа милләт балаларының башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Күптән түгел Ауырғазы районында курстар үткәрҙем, Таштамаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Нәсимә Бәһәмән ҡыҙы Сидорованың эш алымдары менән таныштым. Әбйәлил ҡыҙы ошо ауылға эшкә килә, башлы - күҙле була. 20 йыл ошонда йәшәү һөҙөмтәһендә коллегабыҙ сыуаш телен һыу кеүек эсә, сыуаш балаларына башҡорт телен сағыштырма алым менән уҡыта. Проф. Ж.Ғ. Кейекбаев фекеренсә, бынан 2. 5 мең йыл элек беҙ бер телдә һөйләшкәнбеҙ.Сыуаш теле боронғолоғон һаҡлап ҡалған берҙән - бер тел: хура - ҡаҙ; херсем - ҡыҙҙар; күҫ(күщ) - күҙ (күреү ҡылымында "р" һаҡланған) һ.б. Ошолай уҡытыу сыуаш балаларының үҙҙәрен төркиҙәр итеп таныуына булышлыҡ итә, лингвистик һәләттәрен үҫтерә. Шуға күрә мәктәп уҡыусылары йыл да республика олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай. 2016 йылды Никитина Алена БР мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Бындай алым, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияларын формалаштырыуға булышлыҡ итә, уларҙа толерантлыҡ тәрбиәләй. Бөгөнгө шарттарҙа был бик мөһим. Фәнзил Саньяров.
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Re: Методическая копилка

Сообщение зульфия ягафарова » 01 мар 2016, 18:26

“Сифат. З.Биишеваның тормошо һәм ижады менән танышыу” темаһына дәрес конспекты (6-сы класс)
Маҡсат: сифат тураһында белешмә биреү;
алдағы кластарҙа алған белемдәрен дөйөмләштереп, Зәйнәб Биишева тормошо һәм ижады менән танышыу;
бөйөк яҙыусы өлгөһөндә уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, таблица, китаптары, проектор.
I. Артикуляцион күнегеү.
Хәйерле көн алһыу таңдарға!
Хәйерле көн ап-аҡ яуған ҡарға!
Хәйерле көн уңған балаларға!
Хәйерле көн тыуған еремә!
Кроссворд
1-се төркөм
1
2
3
4
5
6

1. время
2. урема
3. ядро, пуля
4. очередь
5. болеть, страдать
6. ребенок
2-се төркөм
1
2
3
4
5
6
7

1. богатырь
2. страна
3. искренно верить
4. кречет
5. костный мозг
6. должность
7. святыня
3-сө төркөм
1
2
3
4
5

1. расход
2. ходить на четвереньках
3. приказ
4. борьба, битва
5. зря, попусту

II. Төп өлөш
1. Текст өҫтөндә эш, һорауҙарға яуап биреү
ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА
(1908 - 1996)
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Зәйнәб Биишева – әҙәбиәттең бөтә тармаҡтарында ла (проза, поэзия, драматургия) эшләгән яҙыусы. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда “Октябрь”(“Ағиҙел”) журналында баҫылып сыға. 1942 йылда “Партизан малай” тигән китабы сыға. Йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡ-этик проблемаларын сағылдырған “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” повестарын яҙа. “Дуҫ булайыҡ” повесында баланың шәхесен формалаштырыуҙа ғаилә тәрбиәһенең хәл иткес роле күтәрелә.
“Һөнәрсе менән Өйрәнсек”, “Мөхәббәт һәм нәфрәт” әҫәрҙәре менән яҙыусы үҙен хикәйәттәр оҫтаһы итеп тә танытты.
Зәйнәб Биишеваның халыҡ ижады традициялары ерлегендә яҙылған “Тылсымлы ҡурай”, “Зөлхизә”, “Нәҙер” кеүек драматик поэмалары ла бар.
1968 йылда Зәйнәб Биишеваға “Яҡтыға” трилогияһы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде.
Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева өс тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләнде, 1990 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелде.
Һорауҙар:
1) Зәйнәб Биишева ҡасан, ҡайҙа һәм ниндәй ғаиләлә тыуған?
2) Әҙәбиәттең ниндәй тармаҡтарында эшләй?
3) Тәүге хикәйәһе ҡасан сыға ?
4) Тәүге китабы нисек атала ?
5) Ниндәй әҫәрҙәрендә әхлаҡ-этик проблемаларын сағылдырған?
6) Ниндәй хикәйәттәре бар?
7) Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы ҡасан һәм ни өсөн бирелә?
8) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем ҡасан бирелә?

2. Һүҙлек менән эш.
1-се төркөм

сифат тәржемә исем
Һалҡын
Бәләкәс
Ҡараңғы
кескәй

2-се төркөм
сифат тәржемә исем
нәҙек
ҙур
яланғас
тишек

3-сө төркөм
сифат тәржемә исем
ҡыйыш
алама
өр-яңы
ҡара

3. 47-се күнегеү (дәреслек менән эш): тексты уҡыу, “сифат+исем” ҡалыбындағы һүҙбәйләнештәрҙе дәфтәргә яҙыу
Һығымта : сифат – предметтың билдәһен
4. 48-се күнегеү
Һығымта: исем үҙгәрә, ә сифат үҙгәрмәй
5. - 49-сы күнегеү
Сифат дәрәжәләре Яһалыу юлдары Миҫалдар
сағыштырыу -раҡ,-рәк
-ыраҡ, -ерәк, -ораҡ, -өрәк
“ҡарағанда, сағыштырғанда”
артыҡлыҡ -п, -м
бик, үтә, иң, ифрат, бигерәк, ғәжәп, сылт, уғата, өр-, дөм
Һүҙҙәр ҡабатлана
аҙһытыу -ғылт, -гелт, -ғолт, -гөлт, -ҡылт, -келт, -келтем, -көлтөм, -ғусҡыл, -һыл, -һел
-һыу, -елйем, -һылтым, -һелтем, -мыс, -са

- Ниндәй сифаттар төҫтө белдермәй?
- Һүҙбәйләнеш төҙөйбөҙ: оҙон – юл, сәс, ҡолаҡ, ...; ҡыҫҡа – ваҡыт, таҡта, һүҙ, буй, ...
- Был сифаттар тураһында тағы нимә әйтеп була? (антоним)
- Синонимдарын әйтергә: оҙон –1) оҙаҡ, оҙайлы; дауамлы ваҡыт эсендә булған, тиҙҙең киреһе.2) һонтор, буйға ғәҙәттәгенән артыҡ; ҡыҫҡаның киреһе
- ҡыҫҡа – тоҡор ҡойроҡ, тоҡос бармаҡ, топос (ҡырҡҡандан һуң ҡыҫҡарып ҡалғанды белдерә);
- ФИЗМИНУТ
Аҡ ҡуянҡай ултыра,
Ҡолаҡтарын һелкетә,
Бына шулай, бына шулай
Ҡолаҡтарын һелкетә.
Аҡ ҡуянҡай өшөнө,
Аяҡтарын йылыта,
Бына шулай, бына шулай
Аяҡтарын йылыта.
6. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе тултырып яҙ.
Уралда ... ҡыш тора. Ерҙә ... ҡар ята. Ваҡыты-ваҡыты менән ... бурандар булып тора.
Һүҙҙәр: һалҡын, ҡалын, көслө
Йомғаҡлау :
* Сифат – предметтарҙың ... белдерә.
* Исем - ..., ә сифат ... .
* Зәйнәб Биишева кем ул?
7. Баһалау.
III. Өй эше: Р.Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһынан “сифат + исем” ҡалыбындағы 10 һүҙбәйләнеш яҙырға.
зульфия ягафарова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 01 мар 2016, 18:06

Re: Методическая копилка

Сообщение зульфия ягафарова » 01 мар 2016, 18:16

Тема: Ҡышҡы биҙәктәр. Н. Исламғолова. Эйә менән хәбәр (ҡабатлау).
Маҡсат: ҡышҡы тәбиғәт тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү;тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу; нәҫер тураһында төшөнсә биреү.
Йыһазландырыу: дәреслек; ҡыш тураһында һүрәттәр; электрон хат.
- Электрон хатты уҡыу.
“Сәләм. Мин Джон. Үҙем Вашингтондан. Башҡорт телен өйрәнәм. Башҡортостанға килергә теләйем. Башҡортосанда көндәр нисек? Ҡыш бик һыуыҡмы?”
Бына беҙ һеҙҙең менән Джон биргән һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ һәм уға яҙасаҡ хатыбыҙҙа нимәләр тип яуап биреүебеҙҙе лә асыҡларбыҙ. Бының өсөн төрлө эштәр башҡарырбыҙ, белемдәребеҙҙе күрһәтербеҙ.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
Ә Ө Ү
Ҡ Ғ Ҙ
Ң Ҫ Һ
“Ижектәр таблицаһы” менән эш.
УҠЫ ЛА ЯУАПТАРЫН ДӨРӨҪ ҠУЙ.
1.Бөгөн көн ниндәй? Йөҙөрлөк түгел.
2.Һеҙҙә һауа һалҡынмы? Йә яуа, йә яумай.
3.Иртәгә ямғыр яуамы, юҡмы? Түгел.
4.Был йылға таҙамы? Еүеш.
Фонетик-артикуляцион күнегеү.
Кемдер, селтәр биҙәк яһап,
Тәҙрәгә һуҙа ҡорған.
Мамыҡтай ҡарҙар яуҙырып,
Түшәй аҡ, йомшаҡ юрған.
ҺҮҘЛЕК:
Селтәр- кружево
Ҡорған- пәрҙә; штора
Мамыҡ- пух
Өйөрөлөшөп- клубясь, вихрясь
Түшәлә- стелется
Усҡа- на ладонь
Маһайған- зазналась
Ыжғырып- завывая
Ҡоторорға- разбушеваться
Үҙенсәлекле- своеобразная
Илаһилыҡ- таинственность, волшебство
Сайпылып- расплеснувшись
Нәҫер- ғәрәпсә “проза”, “сәсеп ебәреү” мәғәнәһендә- лирик йөкмәткеле бәләкәй күләмле проза әҫәре
“Ижектәр таблицаһы” б-са ҠЫ,Ш,ҠЫ БИ, ҘӘ, К, ТӘ,Р һүҙҙәрен табыу
174-се күнегеү (тексты уҡытыусы уҡыуы)
Уҡыусылар тексты сылбырлап уҡыйҙар, тәржемә итәләр.
ПЛАН:
1. Аҡ тәңкәләр.
2. Тәбиғәттә ҡышҡы биҙәктәр.
3. Буран ҡотороуы.
4. Ҡыштың йәме.
5. Кеше күңеленең биҙәктәре сағылыуы.
Төркөмдәр менән эш (3 төркөм)- НИМӘ? НИМӘ ЭШЛӘЙ? Һорауҙары яҙылған ҡағыҙҙар таратып бирелә.
1-се төркөм “ҡар бөртөктәре” –ҡойола, түшәлә, ялтлап күренә,тамсыға әйләнә, юҡ була, яуа
2-се төркөм “ҡыш”-йәлләмәй, моңһоу, һағышлы, сафлыҡ, илаһилыҡ миҙгеле,илай,шатлана, ҡайғыра, көлә
3-сө төркөм “буран” – ыжғырып ҡотора,өйөрөлтә, өйә, хәле бөтә, баҫыла
(һәр төркөм фломастер менән ҡағыҙ артына һүрәтен төшөрә, үҙенең эшен яҡлай). Эйә менән хәбәрҙәрен табалар. Уҡытыусы таҡтаға “кеше” һүҙен яҙа ла” ҡағыҙҙарға яҙылған һүҙҙәрҙең ниндәйҙәрен кешегә ҡарата ла әйтеп була?” ти. ЙӘНЛӘНДЕРЕҮ т-да төшөнсә бирелә.
ҠЫШ МИН … ЙӨРӨЙӨМ. (нөктләр урынына кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуй)
Скейтборд, мотоцикл, машина, саңғы, катамаран, велосипед, ат, коньки
-ла,-лә;-та,-тә; -да,-дә; -ҙа,-ҙә ялғауҙарының ҡайһыһы ҡуйыла?
ФИЗМИНУТ (“ЕЛ ИҪӘ”- баҫалар, “ЕЛ ТЫМДЫ”- урындарында торалар, “ӨЙГӘ ҠАЙТАБЫҘ”- ултыралар)
(Зима) етте. Ер өҫтө (белым-белым снегом) ҡапланды. (Иней) ҡунған ағастар шул тиклем (красивы)! Тын ғына (пушистый) ҡар (идет). –йәйәләрҙәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп, һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға, эйә менән хәбәрҙең аҫтына һыҙырға
ҺЫНАМЫШТАР (“Йәшлек” гәзитенән ҡыш тураһындағыларын уҡырға)
Гәзит уҡырға яратаһығыҙмы?
-Тағы ла һынамыштар беләһегеҙме? Дауам итегеҙ.
1) Ҡышын урман ныҡ шаулаһа,(йылы көндәр килеүен көт).
2) Ағаста ҡыш бәҫ күп булһа,(йәй бал күп булыр).
3) Төндә бәҫ булһа,(аяҙ көндө көт).
4) Эт ҡарҙа аунаһа, (буран сығыр).
-Уҡыусылар, бына дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Джонға яуап яҙғанда һеҙ үҙегеҙҙең өйрәнгәндәрҙе, белгәндәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ, юғалып ҡалмаҫһығыҙ.
Башҡортостанда бик ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Шуның өсөн Джонды ҡунаҡҡа саҡырып хат яҙырға кәрәк. Тимәк, өйгә эш: электрон хатҡа яуап хаты яҙырға; 174-се күнегеүҙән “шыршы, тәбиғәт ни эшләй?” һорауына яуап бирергә, йәнләндереүҙәрҙе табырға.
БАҺАЛАР ҠУЙЫУ.
ЙОМҒАҠЛАУ.
зульфия ягафарова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 01 мар 2016, 18:06

Re: Методическая копилка

Сообщение Люция Рифовна » 28 фев 2016, 13:05

Дуҫлыҡ, дуҫлыҡ...
Дуҫлыҡ хаҡында халҡым ниндәй генә һығымталар яһамаған!
“Дуҫ — дуҫтың көҙгөһө”. Ысынлап та, әгәр дуҫың ышаныслы икән, ул, һис шикһеҙ, көҙгө кеүек һинең кәйефеңде сағылдыра. Һиңә һөйөнөс килгән икән, уға ла күңелле, ҡайғыға юлыҡһаң, уның да йөрәге әрней. Улай ғына ла түгел, дуҫ — был йәһәттән уртаҡ фекерҙәш тә. Ошондай осраҡта дуҫлыҡ ныҡлы, бер-береһенә таяныс кешеләр берҙәм була. “Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма”, “Дуҫы ныҡты яу алмай”, “Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленер” кеүек мәҡәлдәр ҙә тап юғарыла әйтелгәндәрҙе нығыта.
Тик халыҡ дуҫлыҡ бар ерҙә дошман барлығын да иҫкәртмәй ҡалмай. Ә инде ысын дуҫ тип йөрөгән кешең аҫтыртын дошман булып сыҡһа, был — иң хәтәре! Шуға ла “Боҙолошҡан дуҫ дошмандан да яман” тигән аҡыл эйәләре. “Дошмандан илең һаҡла, дуҫыңдан серең һаҡла”, “Дошманыңды танырға тырыш — дуҫ кейемендә булмаһын”, “Дуҫың тип серең һөйләмә, дуҫыңдың да ысын дуҫы булыр, ул да һөйләр дуҫына”, “Ысын дуҫ артыңда маҡтар”, “Ялған дуҫ ялағай булыр” кеүек мәҡәлдәр ҙә ысын дуҫты ялған дуҫтан айырырға өйрәтә.
Эс серҙәрен бушатырҙай ысын дуҫ күп булмай. Ундай дуҫты табыу һынауҙар аша үтә. Дуҫтың иң яманы — ике йөҙлө булыуы. “Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы”, тип киҫәтә был турала халыҡ мәҡәле. Аҡһаҡалдар, дуҫыңа баш булма, иш бул, ти. Утты-һыуҙы кискән, күпте күргән оло быуын кешеләренең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки уларҙа халыҡ аҡылы ята. Дуҫ булғас, уның ҡәҙерен дә белеү мөһим, әммә халыҡ әйткәнсә: “Ысын дуҫ көлгәндә түгел, ә бөлгәндә беленә”.
Заман башҡа — заң башҡа, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә дуҫлыҡҡа аҡсалы кешеләрҙе генә “һайлай”. Тимәк, аҡсаң күп булһа, имеш, дуҫтарың да күп булыр. Был хаҡта халыҡ бик үткер итеп: “Кеҫәң ҡалын булһа, дуҫтар табыла”, — тигән. Ләкин аҡсаға ғына ҡоролған дуҫлыҡты ысын дуҫлыҡ тип әйтергә телем әйләнмәй. Был осраҡта аҡса бөтһә, “дуҫлыҡ” та селпәрәмә киләсәге көн кеүек асыҡ. Донъяла үҙенең ысын дуҫын ғүмере буйы таба алмаған яңғыҙ кешеләрҙең булыуы ла ғәжәп түгел. Уларҙың тормош рәүеше, моғайын, “Кешенең иң ышаныслы һәм тоғро дуҫы — ул үҙе” тигән әйтемгә ҡайтып ҡалалыр.
Дуҫ — ул һинең шатлығыңды уртаҡлашыусы, ҡайғыңды таратыусы, йыуатыусы, күңелеңә иң яҡын кешең. Дуҫтарҙың ҡараштары тап килеүе — оло ҡыуаныс. Береһе — бер, икенсеһе икенсе төрлө һүҙ һөйләгәндәр тиҙ хушлаша. Дуҫлыҡҡа тап төшмәһен өсөн һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белергә кәрәк. “Дуҫҡа баш булмайҙар, тиң булалар”, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Дуҫыңа вәғәҙә биргәнһең икән — мотлаҡ үтәргә тейешһең. “Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, ти ошо хаҡта халыҡ мәҡәле.
Иң насары — көнләшеү. Дуҫыңдың уңышына, байлығына көнләшеү йүнһеҙлек, күңел боҙоҡлоғо хаҡында һөйләй, киреһенсә, уның һөйөнөстәренә һөйөнөп, бер ғаилә кеүек йәшәргә кәрәк. Ошо хаҡта халҡымдың мәңге йәшәр мәҡәлдәренең береһе шулай ти: “Дуҫҡа дуҫ бул, йөк булма”. Дуҫлыҡ — иң изге, йылы мөнәсәбәтте аңлатыусы төшөнсә. Мәҫәлән, “Кеше — дуҫы менән, ҡар бөртөктәре менән көслө”, тиҙәр. Донъяла кеше бер үҙе генә бөтә ауырлыҡты еңә алмай, уға һәр саҡ дуҫтар кәрәк. Дуҫлыҡ һынауы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, бергә булырға, күҙгә ҡарап бер-береңә дөрөҫлөктө әйтергә өйрәтә.
“Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңдан ғәйбәт һатыр”, ти халҡыбыҙ. “Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер”, тип тә әйтәләр. Кем һине саманан тыш маҡтай — ундай дуҫтың булмауы хәйерлерәк, быны боронғоларҙың “Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр” тигән мәҡәле дәлилләй.
Ысын дуҫлыҡты ауыр саҡта беләһең. Иң ҡәҙерле дуҫ тип һанаған кешең һине ҡайғылы мәлдә ташлап китһә, был дуҫлыҡ түгел инде. Ҡыйын саҡта ысын дуҫлыҡтың һыналыуы хаҡында “Өйөңдөң өй икәнен — ҡыш төшкәндән, дуҫыңдың дуҫ икәнлеген эш төшкәндән һуң белерһең” тигән мәҡәл бар. Дуҫ тип йөрөгәнең юлыңа соҡор ҡаҙып ҡуйһа, дуҫлыҡ тураһында һүҙ ҙә йөрөтөү мөмкин түгел. “Йылан менән дуҫ булһаң, ағыуланырһың”, тигән был турала халыҡ.
Яңы дуҫтарың күп булһа ла, иҫке дуҫтар ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ, сөнки улар менән һин һыуҙы ла, утты ла кискәнһең. Тимәк, “Кейемеңдең яңыһын маҡта, дуҫтың иҫкеһен маҡта”, йә иһә “Бер иҫке дуҫ ике яңы дуҫтан яҡшы”. Дуҫһыҙ йәшәү — йәшәү түгелдер. Дуҫлыҡ юлы өҙөлмәһен өсөн кеше бер-береһенә ышанырға, иғтибарлы булырға, ярҙамлашырға тейеш. Гел бергәләшеп йәшәү кәрәк, сөнки берлектә — көс.
Люция Рифовна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 28 фев 2016, 12:39

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:37

"Әҙәбиәт-әҙәп нигеҙе" йыйынтығындағы өлгөлө дәрестәрҙең барыһында индереп булмай, сөнки дәрестәр технологик карта нигеҙендә эшләнелгән. Дәрес эшкәртмәләрен күсергән ваҡытта таблица юҡҡа сыға, дәрес структураһы боҙола, дәрес аңлашылмаясаҡ. Йыйынтыҡтағы дәрестәр менән беҙҙең институт сайтында "Методическая копилка" бүлегендә таныша алаһығыҙ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:31

«АРЫСЛАН ҺӘМ ЭТ»
(4 класс)
Сәгъдиева Гөлназ Флюр кызы,
Октябрьский шәһәренең
2 нче санлы гимназиясе

Максат: 1. Л.Н. Толстойның тормыш юлы, иҗаты турында кыскача мәгълүмат бирү; “Арыслан һәм эт” әсәре белән танышу һәм аны анализлау;
2. Фикерләрне эзлекле, ачык әйтә белү күнекмәсен үстерү;
3. Кешеләргә, хайваннарга карата шәфкатьлелек хисе тәрбияләү.
Җиһазлау:
Дәрес барышы
I. Оештыру моменты

− Дәресебезне Шәүкәт Галиев язган шигырь юллары белән башлап җибәрәбез:
Туган тел иң таталы тел,
Туган тел иң тәмле тел.
Тәмле дип телең йотма,
Туган телне онытма.
Укучылар айның ничәнче числосын хор белән әйтәләр. Дежур укучы белән әңгәмә.
− Сыйныфта бүген кем дежур?
− Атнаның нинди көне?
− Сыйныфта бүген кем юк?
− Бүген көннең торышы нинди?
− Яхшы, утыр.
− Бүген уку дәресе. Анда без бер хикәя белән танышачакбыз. Аның белән танышу барышында сәнгатьле итеп уку өстендә дә эшләрбез, җөмләләр дә төзиячәкбез. Дәресебезне хайваннар һәм кешеләрнең аларга карата мөнәсәбәтләре темасы белән бәйләп алып барачакбыз.
II. Тел гимнастикасы
− Укучылар, дөрес итеп уку һәм сөйләү өчен авазларны дөрес әйтергә әзерләнәбез.
Иҗекләр өстендә эш:
Ка кә
Ку кү
Ко кө
Кы ке
ки
− Бу иҗекләрне парлап укыйбыз, сузып укыйбыз, бер сулышта укыйбыз.
− Шушы иҗекләр нинди кыргый һәм йорт хайваннарының исемендә бар.
Слайд №2.
(куян, төлке, кәҗә, көчек, керпе)
− Шушы сүзләр белән җөмләләр төзегез. (Укучылар бернчә җөмлә төзеп карыйлар).
− Менә бу җөмләне укып карыйк.
Слайд№3.

Кара кәҗә кәбестә кимерә.
− Бу җөмләне 3 тапкыр әкрен, тиз һәм бик тиз итеп укыйбыз.
− Сорау җөмлә итеп укып карыйк.
Слайд№4.

Кара кәҗә кәбестә кимерә?
Кара, кәҗә кәбестә кимерә.
− “Кара” һәм “кара” сүзләре үзара омоним сүзләр. Ә хәзер менә бу җөмләне укып карыйк.
Тактага плакат эленә.
Шәфкатьлелек кешене бизи.
− Тәрҗемә итегез (Мелосердие украшает человека).
III. Алган белемнәрне актуальләштерү.

1. Өй эшен тикшерү.

− Алдагы дәрестә сезгә шәфкатьле һәм шәфкатьсез кешеләр нинди була икәнен белеп килергә кушылган иде.
Шәфкатьле кеше Шәфкатьсез кеше
Яхшы кеше сугыша
Кешеләргә ярдәм итә дуслары аз
Дуслары күп ярдәм итми
Йорт хайваннрын ярата. Тәрбиясез, хайваннарны яратмый.
− Укучылар, сезнең алда төрле сүзләр һәм сүзтезмәләр язылган карточкалар бар. Әйдәгез, шуларны ике группага бүлеп карыйк әле.
Яхшы кеше.
Дуслары күп.
Йорт хайваннарын ярата.
Кешеләргә ярдәм итә.
Сугышырга ярата.
Тәрбиясез
Хайваннарны яратмый.
Ярдәм итми.
Менә сезнең нинди кеше буласыгыз килә?
Укучылар сүзләрне һәм сүзтезмәләрне ике төркемгә аералар.
− Тәрбияле, олыларга карата хөрмәтле, хайваннарга карата мәрхәмәтле, әти-әниләргә ярдәмчел булырга кирәк.
2. Проблемалы сорау:
− Укучылар, хәзер укыячак хикәядә кешеләр шәфкатьлеме, әллә шәфкатьсезме? Хикәяне игътибар белән укысак, бу сорауга дәрес азагында җавап бирә алырбыз.
IV. Яңа тема
– Укучылар, нинди хикәя укыячакны табышмакларның җавабын тапкач белә алырбыз.
Слайд № 5.

Җәнлекләр патшасы? (арыслан)
Кешенең дусты,
Йортның сакчысы? (эт)
− Без бүген дәрестә “Арыслан һәм эт” исемле хикәя белән таныша башлыйбыз. Сезнең бу әсәрне рус телендә укыганыгыз бармы? Бу хикәяне кем язган?
− Лев Николаевич Толстой.
– Аның нинди хикәяләрен укыганыгыз бар?
– “Акула”, “Филиппок”, “Три медведя”.
Слайд №9
– 1828нче елны туган.
Слайд № 10
– Ул балаларны бик яраткан.
Слайд №11
– Якты аланда (Ясная полянада) ярлы гаиләләрдә үскән балалар өчен мәктәп ачкан.
Слайд №12
– Аның хикәяләре күп телләргә тәрҗемә ителгән. Укучылар, безнең китапханәдә Л.Н. Толстойның күп кенә китаплары бар, сез аларны алып укый аласыз.
Китапларны күрсәтү.
Слайд №13
Лев Николаевич Толстой
“Арыслан һәм эт”
(Булган хәл – Рассказ-быль)
– Укучылар, рассказ-быль дигәнне ничек аңлыйсыз?
– Чынында булган хәл дип аңлыйбыз.
− Бу хикәядәге хәл Рәсәй җиреннән еракта урнашкан Лондон шәһәрендә зоопаркта булган. Бәлки бу хәлне Толстойга шул шәһәрдән килгән берәр моряк сөйләгәндер.
– Укучылар, сезнең зоопаркта булганыгыз бармы?
– Анда нинди җәнлекләр күргәнегез бар? (Бүреләр, төлкеләр, тигрлар, арысланнар)
– Ә безнең Башкортстан урманнарында нинди җәнлекләр яши? (Бүре, куян, керпе, төлке, аю)
– Куян нәрсә ашый? (Куян кишер ашый)
– Тиен нәрсә ашый? (Тиен гөмбә һәм чикләвек ашый)
– Аю нәрсә ярата? (Аю бал ярата)
– Ә арысланны Башкортстан урманында очратырга буламы? (Юк)
– Дөрес.
– Ә ул нәрсә ашый икән? (Ит ашый)
– Менә элек кайбер илләрдә ерткыч хайваннар туклансын өчен, хуҗасыз, өйсез калган этләрне һәм песиләрне дә аларга ашарга биргәннәр икән. Бервакыт менә нинди хәл булган. Шул хакта безгә Л.Н.Толстой үзенең хикәясен язган.

Сүзлек эше

– Хикәяне укыганда яңа сүзләр очрар, шуларның кайберләрен языйк. Бу сүзләр хикәяне укыганда, җөмләләр төзегәндә безгә ярдәмгә килер.
Слайд№14
читлек – клетка
иснәде – понюхал
бик (йозак) – замок
җибәрмәде – не отпускал
кайгы – горе
( Сүзләрне уку, күчереп язу, алар ярдәмендә җөмләләр төзү башкарыла)
Ял минуты. Күзләр өчен гимнастика
Китап белән эш
– Китапларыгызның 30 нчы битен ачыгыз.
– Будем читать по абзацам и переводить главную мысль прочитанного.
1. Укытучы укуы.
2. Кайтаваз белән уку.
3. Чылбыр белән уку.
4. 2нче абзацны бер укучы укый.
− Алга таба текстны үзаллы укып бетерәсез һәм аңлаганыгызны тәрҗемә итәрсез.

Анализ

– Укучылар, сезгә хикәя ошадымы? Кызганычмы, әллә кызыклымы? Кемне яки нәрсәне кызгандыгыз? (Арысланны һәм этне бик кызгандык)
– Хикәянең башын искә төшерик. Ул ничек башлана? (Бер кешенең бик тә ерткыч хайваннар күрәсе килә. Ул этен алып зоопаркка килә, һәм этне читлеккә арысланга ыргыта)
– Бу кеше яхшы кешеме? Ул хайваннарны яратамы?

Слайд№23
– Рәсемгә карагыз. Бу рәсемгә туры килгән юлларны табып укыгыз.
Диалог төзү
– Әгәр арыслан белән эт сөйләшә белсәләр, нәрсә турында сөйләшерләр иде? Парларда, берегез эт, икенчегез арыслан булып, диалог төзегез.
Ике укучы диалог төзиләр
– Исәнме, арыслан!
– Исәнме, эт!
– Арыслан, мин синнән бик куркам.
– Эт, син миннән курыкма.
– Мин бик кечкенә, ә син шундый зур һәм көчле.
– Ә синең дусларың бармы?
– Юк.
– Әйдә дуслашыйк.
– Әйдә.

Слайд №24

– Укучылар, арыслан белән этнең дуслыгы кайда күренә? (Эт арысланга башын куеп йоклый, арыслан эткә ашамлыгын бүлеп бирә)
– Арыслан белән эт дуслашкач, күпме вакыт бергә яшиләр? (Бер ел)

Слайд№25

– Менә бу рәсемгә карагыз әле. Кем ничек уйлый, рәсемдә хикәянең кайсы вакыты төшерелгән?
V. Дәресне йомгаклау
1. Проблемалы ситуация тудыру
– Укучылар, бу хикәядә кешеләр шәфкатьлеме, әллә шәфкатьсезме? Ә арыслан белән эт ниндиләр? (Зоопарктагы кешеләр шәфкатьсезләр. Ә арыслан белән эт исә әйбәтләр, дуслаша беләләр)
– Укучылар, бу хикәядәге кешеләр кебек булмыйк. Йорт хайваннарын яратыйк, аларга ярдәм итик. Сыйныфташларыгыз белән әйбәт мөнәсәбәттә булыгыз. Әгәр берәр кеше белән ачуланышып йөрсәгез, тиз арада аның янына барып: “Әйдә, алай ачуланышып йөрмик, дус яшик”, – дип әйтергә тартынмагыз.
2. Бәяләү.
– Бүген дәрестә барыгыз да әйбәт эшләдегез. Тырышып эшләвегез өчен рәхмәт.
Көндәлекләргә билгеләр куела.
VI. Өй эше
1. 30-32 нче битләрдәге грамматик материалны укырга.
2. Яңа сүзләрне ятларга, ул сүзләр кергән 3 җөмлә төзеп язарга.
3. Бер укучыга (Сәмигуллинга) хикәянең азагын үзгәртеп язарга.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:30

АЛЕКСАНДР СЕРГЕЕВИЧ САВЕЛЬЕВ-САС
Ванюшина Алена Валерьевна,
МБОУ Лицей с.Толбазы, Аургазинский район
Пĕлӳ тĕллевĕсем: Савельев-САС биографине аса илесси.
Аталану тĕллевĕсем: Çыхăнуллă пуплеве, шухăшлава, тимлĕхе, илемлĕ вулав хăнăхăвĕсене аталантарасси.
Воспитани тĕллевĕсем: Тăван чĕлхене, аслисене хисеплеме вĕрентесси.
Лексика материалĕ (çĕнĕ сăмахсем): хайлав, çар хесмечĕ, мехел.
Урокра кирлĕ хатĕрсем: компьютер, проектор, экран, темăпа хатĕрленĕ слайдсем; вĕренӳ кĕнеки, юрăсен пуххи (курмаюрăсем).

Урок юхăмĕ
I. Класа урока йĕркелени.
- Сывлăх сунатăп ачасем!
- Сывлăх сунатпăр вĕрентекен!
II. Пуплев хăнăхтарăвĕ. (Çанталăк çинчен калаçни)
III. Килти ĕç тĕрĕслени.
IV. Кроссвордри тĕп сăмах тăрăх урок темине, тĕллевĕсене паллăртни.
(1-мĕш слайд).
А.С.Савельев-САС биографине каласа пани. (Информаци.) (2-мĕш слайд). Александр Сергеевич Савельев-САС пирĕн районти паллă çыравçă, поэт. Унăн хайлавĕсене ачасем те, ваттисем те вулаççĕ. Унăн пултарулăхĕ тĕрлĕ тĕслĕ. Вăл тĕрлĕ литература жанрĕсемпе усă курать. Перине ăста тытса, вăл пĕр пек пултаруллă лирикăллă сăвăсем тата ачасем валли сăвăсем, пысăк калăпăшлă повеçсем çырать. Писатель драматургире те хăйĕн вăйне хурать. Çыравçă сатирăпа юмор жанрĕпе те питĕ ăнăçлă ĕçлет.
Александр Сергеевич Савельев-САС Пушкăрт Республикинчи Авăркас районне кĕрекен Юламан ятлă чăваш ялĕнче авăн уйахĕн 26-мĕшĕнче 1932 çулта колхозник çемйинче çуралнă. Ашшĕ, Сергей Максимович, Пĕрремеш тĕнче варçине хутшăннă çын, хутла пĕлмен. Амăшĕ, Елена Алексеевна, Çтерлĕ тăрăхĕнчи Ямансас ялĕнчен пулнă. Сергей Максимовича качча тухсан ĕмĕрне Юламанта пурăнса ирттернĕ. (3-мĕш слайд).
Пĕчĕк Сантăрăн ачалăхĕ вăрçă çулĕсемпе тĕл килнĕрен çăмăлах пулман. Ялти çичĕ çул вĕренмелли шкул хыççăн аслисемпе пĕрле колхоз хирĕнче çум çумланă, кĕтӳ кĕтнĕ, ытти ĕçсенчен те пăрăнман. Йывăр вăхăт пулсан та вĕренес килнĕ ачан. Вăл шкулта вĕреннĕ çулсенчех литература миниатюрисем çырнă.
Ялти шкула пĕтернĕ хыççăн 1951-1954 çулсенче Германире çар хесметĕнче тăнă. Çав вăхăтра литературăпа кăсăкланса сăвă çырма пуçланă. Салтакран таврăнсан Юламан шкулĕнче физкультура урокĕсем илсе пынă, каярах район хаçатĕнче куçаруçăран редактор çумĕ таран ÿснĕ. Çав вăхатрах Толбазăри каçхи вăтам шкултан вĕренсе тухнă, Çтерлĕри патшалăх педагогика институнче куçăм мар вĕренсе пĕлӳ илнĕ.
Пичет органĕсене тухăçлă ĕçленĕшĕн 1968 çулта Пушкăрт АСССР Верховнăй Совечĕн Президиумĕн Хисеп грамотине тивĕçнĕ.
Александр Сергеевич шкул пурнăçĕ çинчен питĕ лайăх пĕлет. Вăл пенсие тухиччен нумай çул учитель ĕçĕнче вăй хунă.
Ку таранччен унăн Шупашкарта хаçат-журналсенче калавсемпе повеçсем чылай пичетленнĕ. Вĕсенчен пахараххи, сăмахран, «Ют арăм» повесть. 11 кĕнеке авторĕ.
А. Савельев-САС РФ «Халăха вĕрентес ĕç отличникĕ», «Ĕç ветеранĕ» наградăсем илнĕ. Ырă ĕçĕсене тивиçлипе хакласа «Авăркас районĕ умĕнчи ырă ĕçсемшĕн» медаль панă. Чăваш Республикин М.Трубина ячĕллĕ, Авăркас район администрацийĕн Г.Ибрагимов тата Пелепей хулипе район администрацийĕн Ф.Карим ячĕллĕ литература премийĕсен лауреачĕ. (4-мĕш слайд).
А. Савельев-САС 1994 çултанпа Раççей Федерацин Писательсен союзĕн членĕ, Чăваш Республикин Писательсен союзĕн хастар ĕçченĕ, республикăри Стерлитамакри писательсен организацийĕнчи çумĕнчи «Шуратăл» литература пĕрлешĕвĕн председателĕ пулнă.
Пуçламăш тата вăтам классем валли вăл тĕслĕхрен: «Ялти сукмаксем» (1981), «Кам пысăкрах» (1975), «Парне», калавсемпе повеçсен сборникĕсем: «Кашкăр сукмакĕ» (1987), «Шăнкăравлă пĕкĕ» (1993), «Сăвăсем». Вулакансем унăн «Юратупа юн» романне вуланă хыççăн тата çывăхрах паллашаççĕ унпа. Ку хайлавра вăл Пушкăртăстанри чăвашсем Аслă Тăван çĕршыв вăрçинче çапăçни çинчен çырнă. Çыравçăн кĕске кулăшла калавĕсем, сăввисем час-час районти хаçатри литература кĕтесĕнче пичетленеççĕ. (5-мĕш слайд).
Республикăра тухса тăракан «Урал сасси» хаçатра пĕр номер те çук пулĕ хăшĕнче А.Савельев-САСăн ĕçĕсем пичетленменни. Кашни номертех е унăн статьисем, е сăввисем, е калавĕсем пичетленсех тăраççĕ. Унăн хайлавĕсем нумайрах ялти халăх пурнăçĕсем çичен. Вăл хăйĕн темисене, сюжечĕсене Авăркас районпа, тăван кĕтеспе çыхăнтарать, хăй ăçта çуралса ÿснĕ çĕртен илет. Çавăнпа та унăн хайлавĕсем пурне те çывăх, ăнланмалла. Вĕсене вулама та ансат, çăмăл.
А.Савельев-САСăн произведенисене тĕрлĕ чĕлхене куçарнă: тутарла, пушкăртла, вырăсла. Вăл хăй те куçару ĕçĕсемпе ăнăçлă ĕçлет. М.Каримăн, Ш.Бабичăн, К.Аралбайăн, С.Рахматуллан, Р.Назаровăн, Р.Бикбаевăн, А.Асадуллинан сăввисене, С.Шариповăн калавĕсене тата ыттисене чăвашла куçарнă. (6-мĕш слайд).
Питĕ нумай сăвăсем çырать. Чылай сăввисемпе юрăсем хывнă. «Кучченеç» кĕнекери сăвăсенчен кăна М.Луков композитор 34 ача-пăча юрри çырса çав ятпах видеодиск кăларнă. Вăлах «Хĕвеле пуç тайса» кĕнекери 32 сăвва кĕвве хывса тепĕр диск кăларма та мехел çитернĕ, 13 чăваш композитрĕ ун сăввисенчен юрă кĕвĕленĕ. (7-мĕш слайд).
V. Ваттисен сăмахĕсемпе ĕçлени. (8-мĕш слайд).
«Эп – Пушкăртстан чăвашĕ » сăвăпа ĕçлени.
1. Словарь ĕçĕ.
-Ача вуласа вырăсла куçарни;
- Сăнчăрпа пĕрерĕн вулани;
- Ыйтусем çине хуравлани.
VI. Физкультура саманчĕ.
Видеозапись пăхасси. Савельев-САС сăввисем, Михаил Луков юрлать.
VII. Çыру ĕçĕ. (класа икĕ ушкăна пайлани.)
Çырса
VIII. Пĕлме интереслĕ рубрика.
«Тупсăмне тупăр»
«ÇАПЛА – ÇУК» вăйă
1. Савельев-САС Юламанта çуралнă? (çапла)
2. Вăл Чăваш республикинче пурăнать? (çук)
3. Ытларах ачасем валли çырать? (çапла)
4. Куçаруçă тесе калаятпăр-и? (çапла)
5. Александр Сергеевич 85 çула çитнĕ? (çук)
6. 1951-1954 çулсенче Германире çар хесметĕнче тăнă? (çапла)
7. «Шăнкăравлă пĕкĕ» кĕнеке 1993 çулта пичетленсе тухнă? (çапла)
8. «Кучченеç» кĕнекери сăвăсенчен М.Луков композитор 34 ача-пăча юрри çырса çав ятпах видеодиск кăларнă? (çапла)
9. Республикăри Стерлитамакри писательсен организацийĕнчи çумĕнчи «Шуратăл» литература пĕрлешĕвĕн председателĕ? (çук)
10. Юламан ялĕнче пурăнать? (çапла)
IX. Урока пĕтĕмлетни.
Александр Савельев - САС сăввисемпе калавĕсем ачасене тӳсĕмлĕ, хастарлă, хăйсен çирĕп принципне тытса пурăнма, аслисене пулăшма, хисеплеме, вĕсен пурнăçне çăмăллатма, пĕр-пĕринпе туслă пурăнма вĕрентеççĕ.
X. Ачасен ĕçне хаклани.
XI. Киле ĕç пани. 1. Сăвва илемлĕ вуласси.;
2.Килĕшекен сăвва вĕренесси;
3. Сăвă çырасси.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:29

“БЕР ЙЫРЛАНЫМ ШУЛАЙ, БЕР ИЛАНЫМ...”
(Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһенә концептуаль анализ)

Бикмөхәмәтова Сәүиә Ғәбдрәүф ҡыҙы,
Салауат ҡалаһы «25-се башҡорт гимназияһы»
Дәрестең киңәйтелгән план-конспекты.
Дәрестең темаһы: «Бер йырланым шулай, бер иланым…»
(Фәтхелҡадир Сөләймәновтың «Тимербай ҡурайсы» хикәйәһен өйрәнеү).
Эпиграф:
Үлем юрап көлдө юраусы:
Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә
Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..
Юҡ, үлмәне халҡым!
Рәми Ғарипов. «Урал йөрәге».
Дәрес барышы:

I. Психологик инеш.
У. - Һаумыһығыҙ, балалар!
Б. - Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
У. - Хәйерле көн, уҡыусылар! Бына беҙ тағы ла үҙебеҙҙең тыуған өйҙәй яҡын кабинетҡа йыйылдыҡ, сираттағы дәресебеҙҙе башлап ебәрәбеҙ. Күпме йыр-моң, туған халҡыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәре, яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың аҫылташтай балҡыған әҙәби әҫәрҙәре яңғыраған был бүлмәлә!
II. Мотивация булдырыу.
- Элек һәр өсөнсө башҡорт «Урал батыр» эпосын яттан белгән, тимәк, һәр өсөнсө башҡорт сәсән булған. Мин дә дәресте үҙем яҙған акростих менән башлап ебәрәм. Кемдәр акростихтың нимә икәнен белмәй, аҙаҡ үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ. (экранда сыға бара).
Алыҫ Төркиәгә китһә лә,
Башҡортлоғон ул онотмаған.
Дуҫы Әхмәтзәки Вәлиди
Уны «арҡаҙаш» тип атаған.
Лөғәт, дин, милләт өсөн янып,
Ҡатнашҡан ул изге көрәштә.
Аҡшан, Салауат тураһында
Драмалар яҙған тәү башлап.
Инанған ул бары өс нәмәгә.
Рухи көс биргән тәхәллүсе - Инан.
- Уҡыусылар, акростих формаһында яҙылған шиғыр юлдарының 1-се хәрефтәрен вертикаль рәүештә уҡып ҡараһак, ниндәй исем килеп сыға?
- Абдулҡадир.
- Ә хәҙер акрошиғырҙың йөкмәткеһенә иғтибар итәйек.
- Кем ул Абдулҡадир Инан? Уның ысын исеме кем? Уның тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Эйе, Абдулҡадир Инан Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашы булған, милли-азатлыҡ көрәшендә тел, милләт өсөн көрәшкән, аҙаҡ Төркиәгә китергә мәжбүр булған, башҡорт батырҙары тураһында тәүге драмалар яҙған, үҙе лә бик рухлы булған, тип әйтелә. Тәхәллүс итеп «Инан» һүҙен алғас, тимәк, нимәгәлер бөтә йөрәктән инанған, ышанған инде.
III. Актуалләштереү. Дәрес темаһына сығыу. Видеоклип ҡарау.
- Был кадрҙар һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты? Ошо видеоклипҡа ниндәй исем бирер инегеҙ?
- «Ҡурай донъя яңғырата», «Ҡурай даны».
- Эйе, ҡурай һәм башҡорт айырылғыһыҙ төшөнсәләр.
IV. Төп өлөш. Уҡыу ситуацияһын сисеү.
1. Дәрестең темаһы, маҡсаты әйтелә.
- Уҡыусылар, хәҙер инде бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында буласағын әйтә алаһығыҙмы?
- Халыҡ тарихы, башҡорт ҡурайы, ҡурайсы тураһында.
- Эйе, беҙ бөгөн Ф.Сөләймәновтың «Тимербай ҡурайсы» хикәйәһен өйрәнербеҙ һәм был хикәйәнең йөкмәткеһе беҙҙең заманда актуаль булып ҡалғанмы икәнен асыҡларбыҙ. Шулай итеп, дәрестең темаһы «Бер йырланым шулай, бер иланым…» тип атала. Дәфтәрегеҙҙе асып, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
2. Дәрестең эпиграфын күмәкләп уҡыйбыҙ:
Үлем юрап көлдө юраусы:
Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә
Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..
Юҡ, үлмәне халҡым!
Рәми Ғарипов. «Урал йөрәге».
3. – Уҡыусылар, хрестоматияның 165-се битен асығыҙ. Хикәйәнең исеменә ҡарап, кем тураһында һүҙ барасағын әйтеп буламы?
Беренсе һөйләмде уҡығыҙ. Хикәйә кем исеменән алып барыла?
Хикәйә нисәнсе йылда яҙылған? Был осор тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Беренсе донъя империалистик һуғышы бара. Рәсәйҙә капитализм ҡоролошо урынлаша. Халыҡ бөлгөнлөккә төшә.
- Хикәйә жанрына кем аңлатма бирә ала?
(«Әҙәбиәт һүҙлеге»нән уҡыйҙар. Экранда сыға:
«Хикәйә – тормошта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булып үткән бер генә ваҡиға алынып, уның нимә менән башланып, нисек тамамланғанын бөтөн килеш күрһәткән әҙәби әҫәр»).
- Хикәйәлә, ғәҙәттә, бер нисә герой ҡатнаша, шуларҙың берәүһе генә – төп герой. Ошо геройҙар менән бәйле төп ваҡиға һүрәтләнә, ул бер генә сюжетҡа нигеҙләнә .
- Сюжет ниндәй өлөштәрҙән тора?
- 5 өлөштән: экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, төйөнләнеү, сиселеш.
- Әҫәрҙең композицияһына сюжеттан тыш тағы ниндәй элементтар керә? - Портрет, пейзаж, автор характеристикаһы, лирик сигенеүҙәр һ.б.
4. Хикәйәнең сюжет өлөштәрен асыҡлау.
Экспозиция. Кем? Ниндәй? Ҡайҙа? Ҡасан?
- Кем?
- Тимербай ҡурайсы.
- Ниндәй характеристика бирелә?
- Бик шәп, дәртле. Садә, мәрхәмәтле күңелле. Илдең иркәһе.
- Уның кешеләр араһында авторитеты тураһында нимә әйтелгән?
- Уны бөтәһе лә ярата, хөрмәт итә. Уға һәр ишек асыҡ ине. Түрәләр – уға ҡаты бер һүҙ өндәшмәйҙәр ине. Әбейҙәр хөрмәтләп аҡ тирмәгә саҡыралар ҙа ҡымыҙ менән һуғаралар ине.
- Ҡайҙа?
– 1-се абзацта Урал тауҙары һүрәтләнгән.
- Ҡасан?
– Әлегә был урмандарға әҙәм ҡулы теймәгән, ҡәһәрле балта менән бер ботағы киҫелмәгән йәмле, ҡалын урмандар… (XIX быуат аҙағы- XX быуат башы).
- Уҡыусылар, артабан ретроспектив алым ҡулланылған: Тимербайҙың тормошо үткәндәрҙе хәтерләү, һағыныу рәүешендә һүрәтләнә.
- Уҡыусылар, текста йәйләүҙәге иркен, рәхәт тормошто һүрәтләгән өҙөктө кем табып уҡый?
(бер уҡыусы уҡып күрһәтә).
5. Төркөмдәр эшен ойоштороу.
– Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, хыялыбыҙҙа ғына булһа ла беҙ ҙә боронғо башҡорт тормошона әйләнеп ҡайтайык!
Һеҙ бер нисә төркөмгә – ҡорҙарға берләшеп, Тимербай йәшәгән осорҙоң
матди һәм рухи мәҙәниәтен тикшерерһегеҙ.
(Һәр төркөмгә тирмә формаһында карточкаларҙа эш биремдәре
Таратыла. Һәр төркөм үҙ аллы эшләй, текстан биремдәргә яуап яҙып ала. Эште тамамлағас, һәр төркөмдән бер нисә уҡыусы сығыш яһай. Уҡытыусы уларҙың эшенә йомғаҡ яһай).
1-се төркөм телселәр. Һауыт-һаба, аш-һыуҙы аңлатҡан һүҙҙәрҙе табып, уларҙың мәғәнәһен һүҙлектән асыҡлай. (Күбәтәләр, һау күнәк, һаба, еҙ ижау. Ҡымыҙ, ҡорот, май, бүкә).
2-се төркөм тарихсылар. Хикәйәнән тарихи ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе табып, яҙып алырға. (Юлай, Салауат батыр, Ҡаһым түрә, Пугачев фетнәләре, ҡалмыҡ яуҙары, боронғо хандар, бейҙәр заманы).
3-сө төркөм этнографтар. Хикәйәнән халыҡтың көнкүреше, йәшәү урыны, байрам, кәсеп-һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәттәрҙе табып, уларҙың мәғәнәһен һүҙлектән асыҡлай. (Йәйләү, бейә бәйләү, тирмә, көрәш, бәйге, йүгерек аттар, ырыуҙар – ҡатай, салйот, барын аймағы).
6. Төркөмдәрҙең эшен анализлау.
- Уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙе бик оҫта тикшеренеүселәр булараҡ күрһәттегеҙ!
7. – Уҡыусылар, хикәйәнең сюжет өлөштәрен барлауҙы дауам итәйек. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, төйөнләнеү ҡайһы урында бирелгән? Нимә ул төйөнләнеү?
- Төп ваҡиғаның башланып китеүенә сәбәпсе булған хәл-ваҡиға, проблема йәки конфликттың барлыҡҡа килеүе.
- 167-се биттә һуңғы абзацты табып уҡығыҙ әле. Был өлөштә ниндәй проблеманың килеп сығыуы тураһында һүҙ бара? Бында ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
- Көнбайыштан үткен балтаһы, ҡәһәрле бысҡыһы крәҫтиәндең үҙе менән бергә килде. Балта, бысҡы күскенсе халыҡтарҙы сағылдыра. Бында метонимия ҡулланылған, йәғни бер күренеш, әйбер, кешене башҡа күренеш, кеше, әйбергә хас сифат, билдә менән атау.
- Уҡыусылар, ваҡиғалар үҫешен һүрәтләгән юлдарҙы табып уҡығыҙ әле.
- Байҙар, ҡымыҙсы ҡарсыҡтар, «Ҡурай тартсы, ҡунаҡ!» тип торған ҡыҙҙар
юғала бара. Аҡ тирмәләрҙең киң ишектәре ҡурайсы, йырсы ҡунаҡтарға
тарая барҙы. Тимербай заводҡа барҙы, өс йыл эшләне.
- «Тимофейлашты» тигән һүҙҙе нисек аңлатырһығыҙ?
- Рус ғөрөф-ғәҙәттәренә күнекте, кеүәҫ, ҡыярға күнде. Кеүәҫ, ҡыяр – рус
халҡына ғына хас аш-һыу төрҙәре.
- Йәйләү урынында ҡап-ҡара тупраҡ, Йәнтимер кантондың бейә бәйләй
торған ерендә Андрюшка ер һөрә. Был нимәне аңлата?
- Иҡтисади үҙгәрештәр: яңы капиталистик мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән,
Столыпиндың аграр реформаһы һөҙөмтәһендә башҡорт ерҙәре таланған,
тартып алынған.
- Уҡыусылар, тап ошо осорҙа 1889 йылда рус яҙыусы-ғалимы Глеб Успенский «Бөтә башҡорт, бөтә! Һис шикһеҙ бөтөр был башҡорт!» тип яҙған. Ҡайһы бер милләтселәр: «Һуңғы башҡорт ҡәберендә һуңғы башҡорт ҡурай уйнағанын күрер көндәр яҡынлаша», - тип яҙып сыҡҡандар.
- Хикәйәлә ниндәй күренештәр ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләнгән? Был алым нисек атала?
- Антитеза - контраст алымы, әҫәрҙә төшөнсә һәм күренештәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү.
- Әйҙәгеҙ, ошо урынды схемаға һалып ҡарайыҡ.
Геройҙар Тимербай Ауылдаштары
Хикәйәнең башында
Эш-ҡылыҡ,
тышҡы мөнәсәбәт
Тимербай ҡурай тарта башлай.
Бына «Ашҡаҙар», бына «Тәфтиләү», бына «Ҡаһым түрә», бына «Салауат батыр»… Шаулашып ултырған ағайҙар, шым булып, моңло көйҙәрҙе тыңлай башлайҙар ине.

Эске мөнәсәбәт,
күңел торошо Тимербай ҡурайсы һаман уйнай ине. Һаман моңло, тәрән мәғәнәле көйҙәр менән кешеләрҙең йөрәген ҡуҙғата…
… йәйләү балаларының дәртле, ярһыу күңелдәренең бик тәрән бер мөйөшөндә күмелеп ятҡан асы, ләкин мөҡәддәс тойғоларын уята ине. Моңло ҡурайҙың тәьҫире аҫтында аҡ һаҡаллы ҡарттар йәш быуынға мөҡәддәс тойғоларын күсерәләр ине…
Хикәйәнең аҙағында
Эш-ҡылыҡ,
тышҡы мөнәсәбәт
Ул моңландырып ҡурай уйнай башлай
Ташбулат, Бикбулаттар «Андрюшканан бер бот он һораным», «Гришканан бер әсмуха сәй алып булһа ярар ине», - тип һөйләшә башлайҙар ине.
Эске мөнәсәбәт,
күңел торошо Ҡаһым түрәне, Салауат батырҙы һөйләп, ҡурайын уйнап ҡараны.
Ләкин башҡорттарҙың күңелендә дәрт, моң, мөҡәддәс тойғолар һүнгән ине, туңған ине…

- Уҡыусылар, ошо контраст алымдар менән автор ни әйтергә теләгән?
- Ҡурай юҡҡа сыҡһа, кешеләрҙең күңелендә рух, моң бөтә.
- Эйе, рух бөтһә, тел, ил дә юҡҡа сыға. Ҡурай аша халҡыбыҙ шатлығын да, ҡайғыһын да һөйләгән. Уҡыусылар, ҡурай концептының портретын төҙөп ҡарайыҡ әле. Ҡурай халыҡ ижадында, сәнғәттә, дәүләт атрибуттарында, матур әҙәбиәттә нисек сағылыш тапҡан?
(Уҡыусылар күмәкләп ҡурай концептының портретын төҙөйҙәр).
- Ә хәҙер хикәйәнең кульминацияһын һәм сиселешен табып уҡығыҙ.
- 25 йыл крәҫтиән ағымынан ҡасып йөрөгән башҡорт крәҫтиән өйөндә
үлде. Ҡурай сусҡаларҙң аяҡ аҫтында ҡалды…
- Уҡыусылар, автор хикәйәне шулай ҡапыл ғына тамамлай һәм беҙгә уйланырға урын ҡалдырған. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Тимербайҙың ғүмере шулай аяныслы тамамланыуында кем йәки нимә ғәйепле?
- Йәмғиәт, яңы ижтимағи мөнәсәбәттәр, уларға яраҡлаша алмаған башҡорт кешеһе.
8. Нығытыу. Проблемалы һорау ҡуйыла.
- Ә хәҙер дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ: хикәйәлә һүрәтләнгән ваҡиғалар, төп геройҙың проблемалары беҙҙең көндәрҙә лә актуаль булып ҡалған, тип әйтеп буламы?
- Телевизор тапшырыуҙарын ҡарап, гәзит-журнал материалдарын уҡып, беҙ хәҙерге заман талаптарына яраҡлаша алмайынса, эскелеккә бирелгән милләттәштәребеҙ тураһында, аҫаба башҡорт ауылдарында сит яҡтан килеүселәр ер алып, тотош урамдар барлыҡҡа килгәнен дә ишетеп торабыҙ.
- Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп, үҙ урыныңды табыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
- Тырыш, уңған, белемле, ныҡышмал, тәүәккәл, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә тейешбеҙ.
- Эйе, ошо сифаттарға эйә булғанда ғына тормошта уңышҡа ирешергә мөмкин. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйткәнсә, «Юҡ, үлмәне халҡым һәм мәңге йәшәйәсәк!» тип әйтерлек булһын!
V. Рефлексия.
- Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме? Нимә белдек? Кемдәр һәйбәт эшләне? Кемдәр үҙҙәрен маҡтай ала? Ни өсөн?
Кем иптәшен маҡтай ала? Ни өсөн?
Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым, тип уйлай - йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк – ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.
Бик тырышып эшләнегеҙ, рәхмәт!
VI. Өйгә эш биреү.
- Уҡыусылар, өй эшен ике вариантта бирәм. Үҙегеҙ ниндәйен һайлайһығыҙ, шуны эшләп килегеҙ.
а) Өйҙә «Тимербай ҡурайсы» хикәйәһендә башҡорт тормошоноң бирелеше тигән темаға бәләкәй инша яҙырға.
б) Ф.Сөләймәновтың «Башҡорт йәйләүендә» тигән китабынан башҡа хикәйәләрен уҡып сығырға һәм класта һөйләргә әҙерләнергә.

VII. Йомғаҡлау.
– Уҡыусылар, һеҙ бөгөн бик күп нәмәләрҙе белдегеҙ, иҫкә төшөрҙөгөҙ, төркөмләшеп күп эштәр башҡарҙығыҙ. Киләһе дәрестә осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:27

ӘҘӘБИӘТКӘ ДАН ЙЫРЫ

Кәримова-Алдырханова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы,
Сибай ҡалаһы гимназия-интернаты

Сәхнәлә бығауланған Кинйәбай. Алтын, көмөш, гәүһәрҙәре менән йылҡылдап, һылыуҡайға әүерелгән Юха уның янында урала.(слайдта З.Биишеваның портреты һәм “Тылсымлы ҡурай”поэтик драма яҙыуы)
Юха ҡосағын йәйеп:
Йә, кил инде, егет, үбәйем.
Һөйгәнеңде бер күрәйем.
Ни теләйһең?
Йә, әйт, әгәр ҡушһаң,
Ошо ерҙә ятып үләйем...
Юха Кинйәбайҙы арбарға уйлағанда бөркөт уны ҡотҡарып алып ҡала:
Саңҡ!.. Саңҡ!..
Мәкеренә ҡабып ҡуйма
Юха йыландың!
Сәсән:
Иҫеңдәме, һин элек тә
Шулай алдандың?
Кинйәбай ҡылысын ала:
Асылыңа ҡайт.
Ҡыҙ төҫөңдө ташла.Ҡыланма.
Ҡыҙҙар менән көрәшеү яйһыҙ миңә...
Тиҙ бул! Ваҡытымды күп алма.
Юха:
Ни һөйләйһең, егет?
Мин-ҡыҙ кеше.
Батша ҡыҙы-Гөлйыһан...
Кинйәбай:
Беләм, үтә күреп торам һине.
Йөрәгеңдә ҡайнай мең йылан!
Ҡурай моңо тәүҙә талғын ғына, ә аҙаҡ яңғырауыҡлы, ул көсәйгән һайын Юха хәлһеҙләнә бара, Кинйәбай ҡылысын уйнатып бейеү хәрәкәттәре яһай, Юха сәхнәнән юғала.
Кинйәбайға көс-ҡеүәт биреп торған Сәсән:
Ҡара көс еңелде.
Яҡтырҙы күңелдәр,
Ал ҡояш мәңгегә
Яуланы күңелде,
Йәмләне күгемде.
Бейеү хәрәкәттәре менән Бөркөт саңҡ-саңҡ итеп егетте урап уға маҡтауын еткерә.
Кинйәбай:
Эй, туғандар, беҙҙә тылсымлы көс!
Юха тәхете шуға ҡоланы.
Бөтә мәкер, вәхшәттәрҙе еңде
Кеше булып ҡалыу йолаһы.
Серле ҡурай, йырлы, моңло ҡурай!
Ер-әсәнең изге бүләге.
Ул бар саҡта, кеше ҡоштай азат,
Ҡояштай шат, яҡты йөрәге.
Ант итәйек, дуҫтар, изге моңдо
Һаҡларға, тип, мәңге сафы, таҙа.
Антты боҙһаҡ, изге Ер-әсәбеҙ
Ләғнәтләһен үҙе, бирһен яза!
Ҡурайҙа уйнай, сәсән дәртләнеп бейергә төшә. Сылтыр-сылтыр шишмә сылтырлауы, сут-сут ҡоштар һайраған тауыш ишетелә.Сәхнәлә Урал батыр күренә. (слайдта Урал батыр һүрәте йәки китап тышы һәм “Урал батыр” эпосы яҙыуы һәм эпостан эпиграф)
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло итегеҙ,-
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе итегеҙ,-
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.-
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!-
Сәсән:
Һүҙҙәрең хаҡ, Урал батыр,
Васыят һәммәбеҙгә.
Тик изге юлдан барайыҡ,
Ҡояш йылмайыр беҙгә.
Булайыҡ берҙәм, бергә.
Нурҙар һибәйек ергә!
Булайыҡ берҙәм, бергә.
Урал батыр:
Ҡурайҙың тылсымлы моңдары еремә, халҡым күңеленә һибелһен, тәбиғәтемде данлаһын! Ә беҙ ҡурайға дан йырлайыҡ.
Йәншишмәнең һыуын уртлап, тирә -яҡҡа, ҡурайға бөркә. Сәхнә ситендәрәк ете тажлы ҡурай пәйҙә.
Ҡурай :
Рәхмәт, Урал батыр тереһыуыңа, рәхмәт Кинйәбай минең моңома ҡолаҡ һалыуыңа. Халҡым моңо йәшәһә, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте юғалмаҫ. Быйылғы әҙәбиәт йылында кинәнеп бер моң ҡояйым әле . Минең тылсымлы моңома кемдәр юлдаш икән, күрәйексе.
-Иң әүәле мин юлдаш.
Сәсән уҙған юлда һүҙ ҡала.
Һүҙгә ҡолаҡ һалайыҡ,
Һүҙ ҡәҙерен беләйек.
Һүҙ тылсымын алайыҡ,
Һүҙҙән һабаҡ алайыҡ.

Һүҙгә тоғро ҡалайыҡ!
Мәрхәмәтлек һалайыҡ,
Изгелектәр ҡылайыҡ,
Эй, хөрмәтле халайыҡ!
(ҡобайырын әйтә лә ҡурайға таҫма элә)

Алыҫта думбыра сыңы ишетелә. Аҡмулла думбыра сиртеп, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” те йырлап килеп сыға. (слайдта М.Аҡмулла портреты һәм “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” яҙыуы)
-Әссәләмәғәләйкүм, башҡорттарым! Халҡымдың данлы уландары!
Бөтәһе бергә:
Вәғәләйкүмәссәләм!
- Һай-һай, ниндәй тылсымлы моңдар! Белемлелек арыҫландай көслө батыр, әйҙә, белем нурҙары ла һибелһен әле үҙеңдән.
(ҡурайға таҫма бәйләй)
Рәми Ғариповтың тауышына барыһы ла тынып ҡала. (слайдта Р.Ғариповтың портреты һәм “Туған тел” шиғыры яҙыуы)Ҡулында ҡауырый ҡәләм, ҡағыҙ тотҡан егет аһәңле шиғырын уҡый “Туған тел”
-Һаумыһығыҙ, рух илселәре! Серле ҡурай тауышын ишетеп, мин дә уның янына ашыҡтым. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ. Илһөйәрлек, телһөйәрлек таҫмаһын һалам, илемә, телемә дан йырла!
- Бөтәһе бергә:
Амин шулай булһын!
Гармун тауышы ишетелә. Мәрәһим “Мәрәһим йыры” (слайдта М.Кәримдең портреты һәм “ Оҙон оҙаҡ бала саҡ ” әҫәре яҙыуы)
-Йәшәһен, мөхәббәт! Тыуған ергә, халҡыма, ғаиләгә,туғандарға, дуҫтарға булған һөйөү хистәрен маҡтап көйләһен , ҡурайҡайым, тип тажыңа таҫмамды һалам!
- Бөтәһе бергә:
Амин шулай булһын!
Гармун, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ тауыштары, таҡмаҡтар йырлау-шау-гөр килгән йәштәр күренә. (М.Буранғоловтың портреты “Башҡорт туйы”драмаһы яҙыуы)
Сәсән:
-Һеҙ ҡайҙа юлландығыҙ?
Йәштәр:
-Беҙ башҡорт туйынан ҡайтып киләбеҙ? Ә һеҙҙең ниндәй байрам?
Ҡурай телгә килә:
-Илемдең аҫыл егеттәре үҙҙәренең әҫәрҙәрендә кемдәрҙе данлауы хаҡында бәйән иттеләр, ете ир-уҙаманы әҙәбиәтебеҙҙең йәйғор төҫөндәй таҫмаларына ҡушып, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Йәштәр:
-Ә-ә-ә быйыл бит әҙәбиәт йылы, әйҙәгеҙ беҙ ҙә таҡмаҡтарыбыҙ менән байрамды биҙәп ебәрәйек әле.


Әҙәбиәт йәшәһен
Ул әҙәпкә өйрәтә.
Әҙәпһеҙҙе тамуҡ утында
Йәлләмәйсә көйрәтә.
Беҙ әҙәбиәтебеҙҙең
Иң сағыу көҙгөләре.
Кәңәш, нәсихәттәргә тиң
Иң аҫыл өлгөләре.

Бейейбеҙ ҙә, йырлайбыҙ ҙа
Күтәренке күңелдәр.
Әҙәбиәт һабаҡ биргән
Әҙәплене күрһендәр.
Һәр әҫәр оло тәрбиә
Белем нурын алабыҙ.
Илем, телем, халҡыма беҙ
Һәр саҡ тоғро ҡалабыҙ.

Төрлө музыка ҡоралдары уйнай, йәштәр түңәрәктә бейей, “өс таған” бейеүе, парлы бейеү һ.б.
Ҡурай:
-Афарин, барығыҙға ла рәхмәт! Ә хәҙер әҙәбиәтебеҙҙе тылсымлы ҡәләмдәре менән нурлаған шағир-яҙыусыларыбыҙҙы данлап йырлайыҡ әле, дуҫтар!
Йәштәр ярымтүңәрәккә баҫа, таҫмаларға биҙәлгән ҡурайҙы уртаға ҡуялар һәм ете тажы янында ете егет - образдар теҙелә (мөмкин һәр образ нимәгә дан йырлай-шул темаға мәҡәл-әйтем әйтеп, ҡурай янына килеп баҫырға)-Кинйәбай, сәсән, Урал батыр, Аҡмулла, Р.Ғарипов, Мәрәһим, Юлдыбай )
Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре Гүзәл Баянова көйө
Тылсымлы ҡәләмдәр
(йыр)
1.Ҡулында аҡ ҡаурый
Яҙыусы изге йән.
Йәшәргә өйрәтә
Күңелгә өҫтәй йәм.
Әҙәбиәт иле
Әҙәп ул тийелгән.
Фәһемле фекерҙәр
Мәрйендәй теҙелгән.

2 Уй-хыялдар тыуһын.
Шиғри күңелдәргә
Илһам ҡошо ҡунһын.
Мөғжизәле ҡәләм
Изгелеккә тарта
Ҡәләм белгәндәрҙең
Бәхеткәйе арта

Ҡушымта:
Халҡым ынйылары
Ҡиммәтле һүҙҙәре.
Рухиәт-хазина
Ижадтың серҙәре.
Йөрәктән бал тама
Әй, илаһи мәлдәр.
Баллы һүҙҙәр теҙә
Тылсымлы ҡәләмдәр
(Йыр-моң менән байрам тамамлана).
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 6