Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:21

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! "Әҙәбиәт йылы" на арналған "Әҙәбиәт - әҙәп нигеҙе" йыйынтығына индерелгән иң яҡшы дәрес һәм дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәләрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
КҮҢЕЛДӘН-КҮҢЕЛГӘ, ЙӨРӘКТӘН-ЙӨРӘККӘ…
Әхмәтшина Г.Х.,
Благовар районының Иҫке Күсәрбай мәктәбе,
Сәхнәлә – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты етәкселәре, әҙиптәр. Залда – уҡытыусылар. Дәртле, күтәренке музыка яңғырай.
Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, һүҙ ҡәҙерен белеүселәр, уның бәҫен арттырыусылар! Хәйерле көн, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләүселәр! Бөгөн ошо ҙур залда хөрмәтле ҡәләм оҫталарыбыҙға уҡытыусылар менән осрашыу икеләтә ҡыуаныс килтерер, тип әйтһәм, һис хата булмаҫ, сөнки уларҙың күңелдәренә башлап ижад ойотҡоһо һалыусы, әлбиттә, туған тел уҡытыусыһы булған. Шиғырҙағыса,
Тел дәресе бирәм балаларға,
Әсәм йыры менән һуғарып,
Шиғриәттең илһам арғымағын
Сабый күңеленә туғарып.
Тел дәресе бирәм балаларға,
Милли рух – ул йәшәү асылы.
Халҡым ынйыларын тиҫбей-тиҫбей,
Камиллаша сабый аҡылы...
Әйҙәгеҙ, тәүге һүҙҙе Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, сәйәсәт фәндәре кандидаты Рәмил Ғиниәт улы Мәжитовҡа бирәйек. Рәхим итегеҙ!
— Халҡыбыҙҙың һүҙ оҫталары - сәсәндәр элек-электән оло йыйындарҙа табындың түрендә булғандар. Үҙҙәренең ялҡынлы сығыштары менән һәр кемдең күңеленә үтеп керә белгәндәр, теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә сәсән һүҙе мөһим роль уйнаған. Бөгөн беҙҙең яҙыусыларыбыҙ ҙа ошо ролде башҡара. Йәмғиәттә барған төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ҡағыҙға теркәп, дөрөҫ йүнәлештә халҡы күңеленә еткереүселәр ҙә улар бит. Бөгөн беҙҙә белемдәрен камиллаштырып йөрөгән тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын яҙыусыларыбыҙ менән осраштырыу осраҡлы түгел. Әҙиптәребеҙҙең яҙғандарын бала күңеленә еткереүсе лә, китапҡа һөйөү тәрбиәләүсе лә уҡытыусы бит. Был осрашыу күңелдәрҙә матур хәтирәләр ҡалдырыр, “белем багажы”ғыҙ тағы ла тулыланыр, тип ышанаһы килә.
Алып барыусы. Ҡасандыр күңелдәрендә туған тел уҡытыусылары ҡабыҙған ижади усаҡтың йылыһын бөгөн хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ күңелдән-күңелгә, йөрәктән-йөрәккә күсерә.
Хөрмәтле яҙыусылар! Һеҙ күпме ишектәрҙе асаһығыҙ, төрлө яҙмыштарҙы бәйләйһегеҙ, күпме ваҡиғаларға сәбәпсе булаһығыҙ... Ә һеҙҙең үҙегеҙҙе ни етәкләй икән? Йөрәгегеҙҙә ниндәй усаҡ утын йөрөтәһегеҙ, күңелдәргә ниндәй ут-ялҡындар, хис-тойғолар илтәһегеҙ?
Һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевҡа бирәбеҙ. Һеҙ республикабыҙҙың күп һанлы китап уҡыусыларына һәм шиғриәт яратыусыларға әҫәрҙәрегеҙҙә заман проблемаларын күтәреүсе булараҡ та, халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, быуындар бәйләнешен дөрөҫ һүрәтләй белеүегеҙ менән дә яҡшы танышһығыҙ. Шағир булараҡ, бар булмышығыҙ беҙҙең барыбыҙға ла яҡшы таныш булған «Рух яҙыуы» поэмаһында ла асыҡ сағыла. Поэмалағы:
Ҡайҙа мәңгеләшкән башҡорт рухы,
Ниндәй һәйкәлдәргә уйылған?
Ниндәй храмдарға күтәрелгән?
Ҡайһы китаптарҙа яҙылған?... – тигән юлдар һәр кемдең күңеленә үтеп керә, уйланырға мәжбүр итә. Заман проблемаларын күтәргән поэманы ижад итергә нимә этәргес булды, Ҡәҙим Әбделғәлим улы? Һүҙ һеҙгә, рәхим итегеҙ!
— Поэманың яҙылыуына ла байтаҡ ваҡыт үтте. Ул мәлдәрҙә тел мәсьәләһе бик ҡатмарлы ине. Беҙ, шағирҙар, үҙ заманының сәсәндәре кеүек, халҡыбыҙҙы телде һаҡларға һәм яҡларға саҡырып, уларға шиғри һүҙ менән өндәшергә тейеш инек. Бөгөн башҡорт теле – дәүләт статусын алған тел, уны республикабыҙҙың бар милләт балалары ла өйрәнә. Был ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Ләкин хәл ителәһе проблемалар ҙа етерлек әле. Шуны онотмаҫҡа кәрәк: милләтен, тамырҙарын юғалтмаған кеше – рухлы, унда рух яҙыуы ныҡлы буласаҡ. Рух яҙыуы – ул халыҡтың күңеленә уйылған яҙыу. Бөгөн әҙип һүҙе китаптарыбыҙға яҙыла бара икән, милли китаптарыбыҙ бар икән, тимәк, халҡыбыҙҙың да киләсәге бар, һәм ул өмөтлө.
Алып барыусы. Хөрмәтле Ҡәҙим ағай! Беҙ һеҙҙең Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премияның лауреаты икәнлегегеҙҙе беләбеҙ. Мәскәү егете Сергей Чекмаревтың Башҡортостандағы тормошон, ижадын яҡтыртҡан хеҙмәттәре билдәлеме? III – IV кластар өсөн «Тере шишмәләр» дәреслегендә уның ижадына урын бирелгән, ваҡытлы матбуғатта һирәк-һаяҡ материалдар күренгеләй. Тәҡдимем дә бар: юғары кластарҙа ла Сергей Чекмаревтың ижады өйрәнелһен ине, сөнки уның өлгөһөндә уҡыусыларҙа рух ныҡлығы, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлау тойғолары тәрбиәләү бик отошло буласаҡ.
— Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Сергей Чекмаревтың ижады, хеҙмәт юлы һис шикһеҙ өйрәнелергә тейеш. Үҙ эшен мөккибән китеп яратҡан, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтенә ғашиҡ булған Сергей Чекмаревҡа һоҡланмау мөмкин түгел.
Алып барыусы.
«Яҙам әле…
Нимә яҙам?
Кемдер шиғыр, тиер. Рәхмәт!
Кемдер, ундай шиғыр буламы ни, тиер.
Барыбер рәхмәт!
Нимә яҙам?
Йоҡоһоҙ төндәрҙә яфаланған күңелемде йыртып сыҡҡан уйҙарымды ҡағыҙға теркәйем. Шул ғына. Был минең күңелем йылъяҙмаһы. Юҡ, көн яҙмаһы, сәғәт яҙмаһы, минут яҙмаһы – мәл яҙмаһы. Яҙам әле…»
...Яҙ әле. Тәрән философик мәғәнәгә эйә булған шиғырҙарың, публицистик яҙмаларың халыҡҡа кәрәк. Инде нисәмә йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында һәләтле балалар менән осрашып, улар менән фәһемле әңгәмә ойоштора алыуығыҙ ҙа, балаларыбыҙға үҙ фекерҙәрен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүегеҙ менән дә оло ихтирамға лайыҡ әҙип һеҙ. Һүҙҙе «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, шағир Азамат Рәмил улы Юлдашбаевҡа бирәбеҙ. Элек яҙыусылар ауылдарға сығып, клуб тултырып халыҡ йыйып осрашыуҙар үткәрә ине. Араларында йырсы-бейеүселәр ҙә була. Белеүебеҙсә, Әнғәм Атнабаев һүҙҙәренә яҙылған «Еҙ ҡыңғырау моңдары» йыры Илеш ерендә үткәрелгән осрашыу ваҡытында тыуған. Хәҙер ундай осрашыуҙар юҡ кимәлендә, булһа ла, мәктәп күләмендә генә үткәрелә. Нисек уйлайһығыҙ, ошо эште ҡабаттан тергеҙеп булмаймы икән? Рәхим итегеҙ!
—Әлбитттә, була. Халыҡ, бигерәк тә, оло быуын кешеләре ярата әҙиптәр менән осрашыуҙарҙы, йәштәребеҙ ҙә ихлас. Салауат һәйкәле янында үткән, йәки интернет селтәре аша ойошторолған шиғри флешмобтар ошо турала һөйләй ҙә инде. Мәктәптәрҙә осрашыу мәлдәрендә шундай матур итеп шиғыр һөйләгән балаларҙы тыңлап күңел кинәнә. Гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡытында башҡалабыҙҙың ҙур мәҙәниәт залдарында гөрләп үткән осрашыуҙар ҙа файҙаһыҙ үтмәй ине. Беҙгә нисек тә халыҡ менән, китап уҡыусылар менән бәйләнеште өҙмәҫкә, киреһенсә, йәнләндерергә кәрәк.
Алып барыусы.
Уҡытыусы!
Һеҙҙең тормош – беҙҙең өсөн маяҡ,
Шул маяҡҡа ҡарап атлайбыҙ.
Һеҙ булғанға беҙҙең юлыбыҙ яҡты,
Күпкә етһен ине яҡтығыҙ! – тип өндәшә Бабич рухлы шағирә, Дүртөйлө ҡыҙы Фәниә Ғәбиҙуллина. Нескә хисле, моңло күңелле ханым ижад кешеһе булараҡ киң ҡатлам уҡыусыларына яҡшы таныш. Фәниә Ғәбиҙуллина – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, бер нисә шиғри һәм публицистик йыйынтыҡ авторы. Йыш ҡына тарихсы-тикшеренеүсе булараҡ та сығыш яһай, үткер ҡәләмле ҡыйыу журналист булараҡ та билдәле. Тирә-яғыбыҙҙағы хәл-ваҡиғалар, күркәм шәхестәр (Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев, Фәриҙә Ҡудашева, Суфиян Поварисов һ.б.) тураһында яҙа, шулай уҡ ул тормоштағы күңелһеҙ күренештәрҙе лә ситтә ҡалдырмай. Шағирәнең күп кенә әҫәрҙәренә композиторҙар йыр ижад иткән. Һүҙ һеҙгә, хөрмәтле ҡунағыбыҙ. Рәхим итегеҙ!
—Мин ғүмерем буйы шиғриәткә һәм журналистикаға тоғро ҡалдым. Икеһен дә берҙәй яраттым. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормош юлын һәм ижадтарын өйрәнеү күңелемә бер рәхәтлек бирә. Тәнҡит мәҡәләләремде уҡыған кешеләр ҡыйыулығым өсөн, тура һүҙем өсөн рәхмәт әйтеп китәләр. Күп кешеләргә яҙмаларым аша ярҙамым да тейҙе. Мин бының өсөн бала кеүек ихлас ҡыуанам. Тимәк, һүҙ ҡеүәте үҙенең көсөн юғалтмай.
Алып барыусы.
Башҡортостан – тыуған, үҫкән ерем,
Ғәзиз ерем минең, булмышым.
Мин бәхетле һиндә яҙылғанға
Ҡыуандырып торған яҙмышым, – тип яҙған Зөһрә Алтынбаеваны күңелендә тыуған еренә, туған халҡына сикһеҙ һөйөү йөрөткән шағирә тип нисек әйтмәйһең инде?! Бар ғүмерен журналистикаға бағышлаған, республикабыҙҙың төрлө гәзит-журналдарында уңышлы эшләгән ҡунағыбыҙ хаҡлы рәүештә «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре» исемен лайыҡлы йөрөтә.
Зөһрә ханым, белеүебеҙсә, һеҙ ҙә республикабыҙҙың бик күп композиторҙары менән ижади бәйләнештәһегеҙ. «Үкенес», «Һөйөүҙән кем туйған» тигән һәм халыҡ араһында киң таралған башҡа бик күп йырҙарҙың да авторы булараҡ беләбеҙ һеҙҙе. Шул уҡ ваҡытта «Иң матур йыр әле яҙылмаған», – тип тә әйтәһегеҙ. Һеҙҙең киләсәккә ижади пландарығыҙ ниндәй?
— Дөрөҫ. Күңелемдәге ижад ҡомары һүрелмәй. Киреһенсә, яңынан-яңы темаларға тотонаһы килә. Ниндәйҙер бер гүзәл әҫәр тыуҙырырға тейешмен мин. Күңелем талабы шулай. Ә ул ҡасан яҙылыр - белмәйем. Телевидение һәм радио аша яңғыраған йырҙарымды ишетһәм, ҡыуаныс кисерәм. Тимәк, яҙғандарым халҡыма барып етә. Был яҙыусы өсөн бик мөһим.
Алып барыусы.
Шаулы майҙан. Хис ташҡыны, уй ташҡыны.
Сәйер генә һорау бирмәк булып торам.
– Әй, һин, Дамир Шәрәфетдин, ҡайҙан киләң, ҡайҙа бараң?
Ни хөрмәткә бынау йыйын, оло байрам?
– Беҙҙең булмыш – йөрөү, – тине шағир уҙаман –
Майҙан йыйып, һүҙ әйтеүҙәр – үҙе байрам.
Бөгөн, тиһәң, ниңә шатлыҡ хаттин ашҡан?
Күрешергә һеҙҙең менән миңә яҙған, – тип ҡыуанып, ҡанатланып ултырған Дамир Шәрәфетдиновты тыңлар алдынан уның тураһында бер-нисә һүҙ ҙә әйтеп китәһе килә.
Бала сағынан уҡ күңелендә шиғри осҡондар йөрөтһә лә, тыуған еренә, тыуған яғының тәбиғәтенә сикһеҙ ғашиҡ булған, ҡоштар һәм хайуандар донъяһын яратҡан, ғөмүмән, ихата тулы мал-тыуарлы ауыл тормошон үҙ иткән йәш үҫмер ветеринар һөнәрен һайлай һәм уҡыуын ауыл хужалығы институтында дауам итә... Бөгөн ул яҙыусы, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, һәләтле шағир, «Үләндәр» исемле йыйынтыҡ авторы. Әҫәрҙәрендә ҡыҙыл тема булып тәбиғәт һәм ауыл темаһы ҡала килә. Һүҙ Дамир Шәрәфетдиновҡа. Рәхим итегеҙ!
— Мин ауыл малайы. Белеүегеҙсә, Башҡортостаныбыҙҙың иң матур төбәктәренең береһе, бай тәбиғәтле Белорет яҡтарында тыуып үҫкәнмен. Мин шиғри йәнле тәбиғәт балаһы. Шуның өсөн дә әҫәрҙәремдә һеҙ атап киткән темалар ярылып ята.
Алып барыусы. Һеҙгә мәктәптә тел һәм әҙәбиәт уҡытырға тура килһә, төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтер инегеҙ?
— Әгәр ҙә шулай була ҡалһа, мин мәктәп программаһына шиғриәт дәресе керетер инем. Һәр дәресемде шиғыр уҡыу менән башлар инем. Әлбиттә, ул шиғырҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булыр ине.
Алып барыусы.
Дуҫтар һорай: «Хәлдәр нисек әле?» –
«Һәйбәт, – тимен, – һәйбәт әлегә».
Эстән генә рәхмәт әйтеп ҡуям
Кергән өсөн минең хәлемә.
Уҡытыусылар һорай һинән бөгөн:
«Хәлдәр нисек әле, Салауат?» –
«Һәйбәт, – тимен, – һәйбәт әлегә».
Йөрәгем дә әле бишек кеүек,
Яңы йырҙар унда бәүелә.
Ижадымда минең – яңы офоҡ,
Геройҙарым бөгөн – сәхнәлә.
Әҙәбиәтебеҙҙә ике жанрҙа ла берҙәй уңышлы эшләгән ҡәләм оҫталары Әнғәм Атнабаев, Назар Нәжми юлынан ышаныслы атлап килгән Салауат Әбүзәров ижады тураһында күп һөйләргә була. Башта шағир булараҡ үҙ уҡыусыһын тапҡан әҙип бөгөн драматург булараҡ та үҙ тамашасыһын тапты. «Хыялый», «Әсир» кеүек пьесалары сәхнә түренән төшмәй. «Хыялый»ҙы күрше Татарстан Республикаһының халҡы ла яратып ҡабул итте. Поэзия. Драматургия. Икеһе ике йүнәлеш. Драматургия күңелегеҙҙәге поэзияға урын ҡалдырамы? Улар икеһе лә һеҙҙең өсөн берҙәй үк яҡынмы?
— Әлбиттә, яҡын, ныҡ яҡын. Халҡым бөгөн мине шағир итеп тә, драматург итеп тә ҡабул итте, тип ышаныслы әйтә алам. Осраҡлы ғына кешеләр ҙә шиғырҙарым тураһында аныҡ фекерҙәрен әйтәләр. Бигерәк тә бала сағымдың һағышлы хәтирәләре менән бәйле булған ат тураһында яҙған шиғырҙарым оҡшай уларға. Тиҫтерҙәремдең күбеһе «беҙҙең “әсе” бала саҡты һүрәтләгәнһең” тиҙәр. Ә драматургияға килгәндә, ул поэзияны күңелемдән ҡыҫырыҡлап сығарманы, киреһенсә, улар икәүләшеп бик татыу ижади ғүмер кисерәләр. Поэзияла әйтеп бөтөрә алмағанымды, драматургияла асам. Сөнки уның мөмкинлектәре ҙурыраҡ.
Алып барыусы.
Күпме йырҙар әле йырланмаған,
Күпме юлдар әле алдымда.
Тыпырсынып, офоҡ артынан
Ниҙер эҙләй ярһыу атым да.
Их, сабырға болот яллы атта,
Оло юлдың саңын туҙҙырып,
Их, табырға алыҫ-алыҫтағы
Офоҡтарҙың яңы бер йырын, – тип ижад атында сая елгән, бихисап уй-хыялдар менән янып йәшәгән Тамара Юлдашеваны тыңлайыҡ.
Тамара ханым! Беҙ һеҙҙе «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире булараҡ беләбеҙ. Һеҙҙең өсөн ниндәй ул балалар журналы донъяһы? Башҡорт балалар әҙәбиәтенең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Рәхим итегеҙ!
– Балалар әҙәбиәте – ихлас, яҡты, мөғжизәле донъя ул. Унда матурлыҡ, батырлыҡ, яҡтылыҡ хөкөм итә. Башҡорт балалар әҙәбиәтенең киләсәген өмөтлө тип күҙаллайым, һәр өйҙә, һәр баланың ҡулында китап, милли баҫмаларыбыҙ булырына ышанам. Мәғлүмәт саралары саманан күп булған бөгөнгө осорҙа балаларыбыҙ ҡулына китап-журнал ала икән – балалар әҙәбиәтенең киләсәге бар, тип әйтә алабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – сабыйҙар өсөн ижад итеү, туған телебеҙҙә һөйләшеү, уларҙа китапҡа, милли матбуғатҡа, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү.
Алып барыусы. Хөрмәтле әҙиптәребеҙ! Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һеҙ үҙегеҙҙең ялҡынлы һүҙҙәрегеҙ менән күңелдән-күңелгә, йөрәктән-йөрәккә әҙәби усаҡ уты ҡабыҙҙығыҙ. Тамашасыларығыҙ – ябай уҡытыусылар. Күбеһе ауыл уҡытыусылары. Һеҙ ҙә ауылдарҙа тыуып, ҡалаларҙа йәшәп ятҡан яҙыусылар. Ауыл өйҙәре күпме яҙыусы ул-ҡыҙҙар үҫтереп, уларҙы ҡош балалары шикелле төрлө тарафтарға осороп ебәргән... Кеше яҙмышы – үҙе бер роман икән, ил яҙмышы – эпопея. Уларҙы аҡ ҡағыҙға күсереүсе яҙыусы – үҙе бер тарих.
Әсә һөтөнән, усаҡ ҡуҙынан һеҙҙең йөрәккә күскән ижади утта йылыныусылар күптер. Туң күңелдәрҙе иретәһе, өшөгәндәрҙе йылытаһы ла бар бит, өйөгөҙҙә лә, йөрәгегеҙҙә лә ижад утығыҙҙы һүндермәгеҙ, яҙыусыларыбыҙ! Ҡулығыҙҙан ҡәләмегеҙ төшмәһен, ижад ҡомарығыҙ кәмемәһен. Яңынан осрашҡанға тиклем! Һау булығыҙ!
R S. Кисәлә яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре улар башҡарыуында яңғыраны, улар һәр кемдең күңеленә үтеп керҙе.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 26 фев 2016, 12:13

2015 йыл Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек, Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Әҙәбиәт йылының төп маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү.
Республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылы сиктәрендә бик күп саралар үтте.
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы Әҙәбиәт йылын Мостай Кәримдең ижадына бағышланған дәрес һәм дәрестән һуң методик эшкәртмәләрҙән торған йыйынтыҡтың исем туйын үткәреү өсөн яҙыусылар менән берлектә, туған тел уҡытыусылары өсөн “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” исемле хәтер кисәһе үткәрҙе.
Яҙыусыларыбыҙҙың юбилейына бағышланған методик эшкәртмәләр конкурсы һәм уның һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарыу кафедра хеҙмәткәрҙәренең матур традицияһына әүерелде. Әҙәбиәт йылында ла туған тел уҡытыусыларының иң яҡшы әҙәбиәт дәресе һәм дәрестән һуң эшкәртмәләр конкурсы иғлан ителде.
Был мәртәбәле конкурста Әбйәлил, Аурғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Дүртөйлө, Күгәрсен, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Хайбулла, Шаран, Янаул райондары, Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Өфө ҡалаларының туған тел уҡытыусылары ҡатнашты.
Әҙәбиәт йылына бағышланып эшләнелгән “Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы” методик эшкәртмәләр йыйынтығы тулыһынса яҙыусыларҙың ижадын, тормош юлын һәм уларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеүгә бағышланған дәрес һәм дәрестән һуң эшмәкәрлек буйынса методик эшкәртмәләрҙән тора.
Йәш быуын халҡыбыҙҙың бөйөк әҫәрҙәрен уҡып белергә тейеш. Уларҙың хаҡлыҡ, ғәҙеллек, киләсәк йырсыһы булыуын, тыуған илдең үткәндәре, бөгөнгөһө, уның киләсәге алдында яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәгәнен, халыҡ яҙмышын үҙ ижадында сағылдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйыуын киләсәк быуынға еткереү беҙҙең мөҡҡәдәс бурыс. Уҡыусылар менән яҙыусыларыбыҙҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү, әҙиптәрҙең шәхесенә ҡарата ихтирамлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, уларҙың әҫәрҙәре өлгөһөндә тәрбиә биреү, әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, әҫәрҙәрен өйрәнеү теләге тыуҙырыу, уларҙың ижады яҡты нур булып балҡып тороуын уҡыусы күңеленә һеңдерергә тейешбеҙ. Бөгөнгө көндә туған тел уҡытыусылары алдына әҫәрҙәр өйрәнеү аша уҡыусыны килеп тыуған проблема алдына ҡуйыу, уны хәл итеү юлдарын билдәләү, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыусыны уйландыра алыу, әңгәмә ҡора белеү, үҙ позицияһын яҡларға өйрәтеү, үҙ фекерҙәрен әйтеп биреү һ.б. кимәлгә еткереү бурыстары ҡуйыла. Мәктәп программаһында тәҡдим ителгән яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлын, уларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеүҙән тыш, уның ҡәләмдәштәре, яҡындары менән осрашыуҙар ойоштороу, улар тураһында яҙмалар ҡарау, шиғырҙарын тыңлау, әҫәрҙәрен тәрәнәйтеп өйрәнеү өсөн уларҙы сәхнәләштереү, кисәләр, уҡыу конференциялары, яҙыусылар һ.б. саралар ойоштороу бик отошло буласаҡ.
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан ебәрелгән башҡорт һәм рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр һәм башҡа предмет уҡытыусыларының эшкәртмәләре иғтибарға лайыҡ. Һәр уҡытыусы яҙыусының тормош юлын, ижадын өйрәнеүгә арналған дәрестәрҙе үҙенсәлекле итеп асҡан. Тәҡдим ителгән дәрестәр араһында традицион методика нигеҙендә төҙөлгәндәре өҫтөнлөк итә, федераль дәүләт белем биреү стандарттар талаптарына яраҡлы дәрестәрҙе ойоштороуға ынтылыш бар, тик уны бөтә асылында күрһәтә алған дәрестәр һаны аҙыраҡ.
Йыйып әйткәндә, Әҙәбиәт йылына бағышланып эшләнелгән “Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы” исемле йыйынтыҡҡа тупланған дәрес һәм дәрестән һуң эшмәкәрлек буйынса методик эшкәртмәләр туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, филология факультеты студенттары өсөн бик кәрәкле ҡулланма буласаҡ.
З.М. Ғәбитова
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульсасяк Галимова » 25 фев 2016, 17:15

2014 йылда Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһында үткән "Шәжәрә байрамы"ның сценарийы.
Сәхнәлә балаҫ йәйелгән, һандыҡ тора. Уның эргәһендә ҡарт ултыра, ул һандыҡтағы нәмәләрҙе ҡарай.Йүгереп ҡыҙ килеп инә.
Ҡ:Һаумы,олатай. Хәлдәрең нисек ?
О: Әәә,ҡыҙым,хәлдәрем аллаға шөкөр.Әйҙә минең янымда улырып ял ит әҙерәк.
Ҡ: Олатай ,ә һин нимә ҡарайһың ул?
О: Былар минең ата-бабаларымдан ҡалған ҡомартҡылар.Бына был уҡ-һаҙаҡ менән минең олатайым һунарға йөрөгән. Был инде һинең өләсәйеңдең ҡул эше.
Ҡ: Бигрәк матур,минең дә шулай өйрәнгем килә.Килеп сығыр микән?
О: Әлбиттә, ҡыҙым,тырышһаң бөтәһе лә була ул.
Ҡ: Ә был нимә ул?
О: Был беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле әйбер- шәжәрә.
Ҡ: Шәжәрә? Беренсе тапҡыр ишетәм.Нимә һуң ул?
О: Шәжәрә – ағас тигәнде аңлата.Борон беҙҙең олатайҙарыбыҙ исемдәрен ағас формаһында яҙып барған. Бына, ҡара әле, тамыры – үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ, ботаҡтары-киләсәгебеҙ.Бөгөн һеҙҙең мәктәптә Шәжәрә байрамы үтә икән, мине лә саҡырҙылар.(слайдҡа күрһәтә,унда ағас формаһында эшләнгән шәжәрә)
Ҡ: Олатай, минең дә барғым килә.
О: Улайһа тиҙерәк булайыҡ.Һуңға ҡалыу ярамаҫ.
Улар сәхнәнән сығып китәләр.
Балалар инә.
1. Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,
Ҡан-ҡәрҙәштәр, ерҙәштәр,
Ҡайнар сәләм,рухташтар,
Фекерҙәштәр, серҙәштәр!
2.Сәләм туған-нәҫелдәрен
Ҙурлап килгән дуҫтарға,
Сәләм һеҙгә, сәләм һеҙгә,
Сәләм, барса дуҫтарға!
3.Беҙ түгел ерһеҙ, исемһеҙ,
Тарихты байҡа ғына.
Рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар,
Шәжәрә байрамына!
4.Ырыу ағасы ҡоромаҫ
Йәш быуын барҙа ғына,
Рәхим ит, йәш быуын
Шәжәрә байрамына!

5.Йыуанып имен таңдарға,
Туҡ башаҡтар шауына,
Рухланып йәшә Уралда,
Былбылдай һайра ғына.
Хуш киләһегеҙ, ҡунаҡтар,
Шәжәрә байрамына!
Сәхнәгә алып барыусылар сыға.
Беренсе а.б. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар.Хәйерле көн ,мөхтәрәм ҡунаҡтар.Һеҙҙе ысын күңелдән бөгөнгө Шәжәрә байрамында тәбрикләйбеҙ!
Икенсе а.б.Тарих һәм халыҡ….Һәр ил,ҡала, ауылдың үҙенсәлекле үткәне,тарихы була. Борон замандарҙан уҡ башҡорт һәм татар халҡында үҙ нәҫелеңде белеү изге эш һаналған.Аҡһаҡалдар нәҫел ағасын төҙөгәндәр һәм үҙ ырыуҙарының ҡабатланмаҫ тарихын яҙып барғандар.
Беренсе а.б.Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр – ул беҙҙең кисәге көнөбөҙ, бер йыл элек, йөҙ йыл элек, мең йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ нәҫелен иң беренсе телдән-телгә һөйләп, ә һуңынан яҙып ҡалдырған. Беҙҙең гимназияла ла үҙ нәҫел ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусылар бар.
Икенсе а.б.Һүҙҙе шуларҙың береһенә – дүртенсе класс уҡыусыһы Сәйфуллин Илназға бирәбеҙ.
(Сәйфуллин Илназ үҙенең шәжәрәһе менән таныштыра)
Беренсе а.б.Рәхмәт,Илназ, бик матур һөйләнең.Ә хәҙер Харисова Илнара башҡарыуында йыр тыңлап алайыҡ.
(концерт номеры йыр “Әниләр бәйрәме )”
Икенсе а.б. “Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел”, - ти халыҡ. Әүәл оло йәштәгеләр “Кем нәҫеле?” - тип һорашыр булғандар. Ете быуын атай-олатаһын әйтеп биргәс кенә уны иҫәпкә алғандар.
Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,
Ҡайһы ырыу, ниндәй заттан?
Киләсәккә айыҡ ҡарар
Үҙ тарихын белгән яттан!
Хәҙер етенсе класс уҡыусыһы Исмәғилова Регина беҙҙе үҙенең шәжәрәһе менән таныштыра.
(Исмәғилова Регина үҙенең шәжәрәһе менән таныштыра)
Беренсе а.б. Рәхмәт, Регина.
Еләндәре - сағыу ҡояш,
Моңланып уйнай ҡурай.
Тыпырҙатып оҫта баҫа,
Һис тә оялып тормай.
Был юлдар гимназиябыҙҙың икенсе класс уҡыусылары Мөхәмәтйәнова Илнара һәм Йәнгирова Ильяна тураһында. Улар башҡарыуында “Татар бейеүе” .
(концерт номеры бейеү )
Сәхнәлә ялан күренеше бер ғаилә яңы урынға күсеп бара
Бабай.Балалар, бына ошо урынды ҡарап, әҙерләп ҡуйғайным.Нисек, нигеҙ ҡороп йәшәп китербеҙме?
Улы.Атай,һин донъя күргән кеше.Бик яҡшы урын,үҙе тигеҙлек яҡында ғына һыу ҙа бар.
Әбей.Бына тигән урын, балалар.Ере,һыуы булғас йәшәйбеҙ инде.
Ҡыҙ.Олатай,мин бында кемдәр менән уйнармын һуң?
Бабай.Ҡайғырма, ҡыҙым, беҙ бит үҙебеҙ генә түгел.Тағын ғаиләләр бар.
Әбей.Эйе, ҡыҙым, беҙ бында дүрт ғаилә килдек.Алла бирһә, дүрт өй ҙә һалырбыҙ.
Ҡыҙ.Ауылыбыҙ дүрт өйлө генә буламы инде?
Улы.Ҡарале, һин ауылға исем дә таптың бит - Дүртөйлө ауылы.
Бабай.Ярар,балалар,әйҙәгеҙ сәй эсеп алайыҡ та эшкә тотонайыҡ.
Бөтәһе лә.Эйе, шул.Әйҙә,әйҙә!
(сығып китәләр)
Икенсе а.б. Районыбыҙҙың ғорурлығы булған, Һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә ауаз һалған, тәпәй баҫҡан һәм яҙмышын туған тупрағы менән бәйләгән, төрлө тармаҡтарҙа бар тырышлыҡтарын һалып эшләгән яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп һөйләргә була. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ. Арабыҙҙа шундай шәхестәр булғанда, нәҫел шәжәрәбеҙҙә матур эҙҙәр ҡалыуы көн кеүек асыҡ.Бөгөн беҙҙә шундай шәхестәрҙең береһе ҡунаҡта, ул – беҙҙең Миленаның өләсәһе Яҡупова Фәнисә Шәрип ҡыҙы. Ул беҙгә Суҡҡул ауылынан ҡунаҡҡа килгән.Фәнисә апа “Һүтелә ғүмер йомғағым”, “Түгеләлер моңдарым” исемле шиғыр китаптары авторы.Әйҙәгеҙ, сәхнәбеҙ түренә рәхим итегеҙ.
Беренсе а.б.
- Нәнәй ,әйт әле,һин шиғырҙарҙы ҡасан яҙа башланың.
- Ә беренсе яҙған шиғырың иҫеңдәме.
- Шиғыр яҙыуы ауырмы, әллә һинең шиғырҙарың еңел генә тыуамы.
- Ә һинең балаларға шиғыр яҙып ҡарағаның бармы.
- Һин нисек уйлайһың,Шәжәрә байрамдары үткәреү,үҙеңдең шәжәрәңде төҙөү кәрәкме икән.
Икенсе а.б.Ошондай фәһемле һәм аҡыллы фекерҙәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.Сәхнәлә үҙҙәренең моңло йырҙары менән Ниғмәтуллин Артур һәм Йәнгирова Эмма.
(концерт номеры йыр “Аҡ ҡалфағым,кәләпүшем” )
Беренсе а.б. Бөгөнгө байрамдағы сығыштарҙан күреүебеҙсә, Шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү - мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөл. Ул хатта дөйөм мәҙәни бурыс та. Был - кешелек хәтерен оҙайтыу һәм киләсәк быуынды тәрбиәләү, милли йолаларҙы һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу бурысы.
Шиғыр “Олатайҙар” Риф Мифтахов.
Кем булған олатайың,
Олатайыңдың атаһы?
Уларҙан тыш нәҫелеңдә,
Йә кемдәр булған тағы?
Ниндәй һөнәр белгәндәр,
Ниндәй кейем кейгәндәр?
Был яҡҡа, был ауылға
Улар ҡайҙан килгәндәр?
Белеп үҫһәң, аңларһың
Тыуған халҡың төйәген.
Олатайҙарҙың юлына
Мең ҡат башың эйәрһең!

Икенсе а.б. Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән – нәсәпһеҙ”, - ти халыҡ. Беҙ игелекле лә, холоҡло ла, нәҫел- нәсәпле лә булып йәшәһәк ине.
Беренсе а.б. Шәжәрәләребеҙҙе өйрәнеп, ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеп, тыуған илебеҙҙе гөл-баҡсалай яһап, Башҡортостаныбыҙ киләсәге хаҡына ең һыҙғанып уҡыйыҡ, татыу йәшәйек, дуҫтар!
2-се а.б. Ошоноң менән Шәжәрә байрамы тамам. Гимназиябыҙ сараһын йәмләндереүсе барлыҡ уҡыусылырға һәм ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Гульсасяк Галимова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 25 фев 2016, 17:04

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 12 фев 2016, 05:26

Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары! "Башҡорт теле-5" дәреслеге буйынса методик кәңәштәрҙәге дәрестәр дауамы "Яңылыҡтар" (новости) бүлегендә(!8 март-ҡатын-ҡыҙҙар байрамы", ""Яҙ етте", "Яҙғы эштәр", "Йәйҙе ҡаршылайбыҙ" бүлектәре) дауам ителә.
З.М.Ғәбитова, башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:21

3 –сө дәрес
Р.Шәкүр “Эшһөйәрҙәр иле”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1.Шиғырҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен аңлап һөйләргә өйрәтеү.
2.Һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу.
3. Хеҙмәт кешеһенә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Р.Шәкүрҙең “Илһөйәрҙәр иле” шиғырын тасуири уҡыу. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғырҙың төп фекерен билдәләү һәм ул фекерҙе дауам итеү төп маҡсат булып тора. Төркөмдәр йәки парҙар менән эшләү аша уларҙы бер-береһен тыңларға, бер-береһенә иғтибарлы булырға, бер-береһен аңларға өйрәтеү. Ижади эш төрҙәрен башҡарыу.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Экранда Д.Талхина “Синонимдар” шиғыры яҙылған, уны тасуири уҡыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. 14-се күннегеүҙәге һүҙҙәрҙе уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыу;
2. Һүҙҙе уҡытыусы тарафынан әйттереп яҙҙырыу һәм дәреслектәрҙа асып, уҡыусыларҙың бер-береһенең эшен тикшереүҙәре (критерийҙарҙы уҡытыусы уҡыусыларҙың мөмкинлегенән сығып, үҙҙәре эшләй);
3. Уҡытыусы был этапты яңы темаға яраҡлаштырып, йомғаҡлай.
III. Үтелгән теманы нығытыу.
1. 13-сө күнегеү. Һүрәт, һорауҙар ярҙамында тексты дауам итегеҙ.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: көҙ, ағастар, япраҡтар, малайҙар, ҡыҙҙар, ултырталар, көрәк, лейка, һыу, эт, биҙрә, үҫкентк, ҡоштар, ҡаҙа, ҡоя, ҡоштар, дәрестән һуң, тырышып, бергә, ярҙам итәләр.
1. Төркөмдә эш: 15.1., 15.2.
2. 16-сы күнегеү. Күнегеүҙе башҡарыр алдынан сифат темаһын ҡабатлау.
3. 17-се күнегеү. Магазинда үҙеңде нисек тотоу тураһында ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ һәм һәр уҡыусы яттан бер ҡағиҙәне әйтеп сығыуҙы ойоштороу.
4. 18-се күнегеү. “Китап магазинда” темаһы буйынса текст төҙөүҙе парҙар менән эште ойоштороу.
5. 19-сы күнегеү. Йомаҡтарҙы уҡыу. Яуаптары (кишер, кәбеҫтә, ҡояш).
6. Йомаҡ яуаптары һүҙҙәре менән һөйләмдәр уйлау. Һөйләмдәр уйлап бөткәс, уҡыусыларҙы кишер, кәбеҫтә үҫер өсөн нимә кәрәк?
Яуап: ҡояш.
- Ә ҡояш булып та, кишер, кәбеҫтә түтәлдәрен утамаһаң, нимә була?
- Уңыш яҡшы булһын өсөн, уны утарға, һыу ҡойорға, ҡарарға кәрәк. Тимәк, тырышып эшләргә кәрәк.
- Эшләргә, эште яратырға кәрәк. Яңы теманы билдәләү.
IV. Яңы тема. Р.Шәкүр “Эшһөйәрҙәр иле” шиғыры өҫтөндә эш:
1) Автор тураһында белешмә:
Рәшит Закир улы Шәкүров – күренекле шағир һәм ғалим, тел белгесе. 1937 йылдың 11 ғинуарында Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Сумар ауылында тыуған. Ауылда 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслала оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. Рәшит Шәкүр – тиҫтәгә яҡын китап авторы.
1) Һүҙлек эше: намыҫ, данлы, күркәм, бөйөк;
2) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
3) Үҙ аллы уҡыу;
4) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуы;
5) Һорауҙарға яуап биреү;
6) Шиғырҙың төп фекерен билдәләгеҙ.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 21-се күнегеү, өс эш төрө тәҡдим ителә, береһен һайлап эшләү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:20

2 –се дәрес
Ф.Туғыҙбаева “Яңы күлдәк”. Синонимдар.
Маҡсат: 1. Ф.Туғыҙбаеваның ижады менән танышыу.
Тексты тасуири уҡырға, йөкмәткеһен аңлап һөйләргә өйрәтеү.
3. Хеҙмәт кешеһенә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Ф.Туғыҙбаеваның ижад һәм тормош юлы менән ҡыҫҡаса танышыу. Текстың төп фекерен билдәләү һәм тема буйынса фекер алышыу. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш төрҙәрен башҡарыу. Тексты ролдәргә бүлеп уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.
Грамматика буйынса омонимдар темаһын үҙләштереү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. “Магазинда” уйынын уйнау, тема буйынса диалог ҡороу.
2. Йомғаҡлап, яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема.
1. Ф.Туғыҙбаева “Яңы күлдәк” тексының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Автор тураһында белешмә:
Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева 1950 йылыдң 1 ғинуарында Бүздәк районынынң Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Факиһа Туғыҙбаеваның “Мәк ялҡыны” тигән тәүге шиғырҙар китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы “Күҙ ҡараһы”, “Йондоҙ асам”, “Сәғәт моңо”, “Фатихамды бирәм һиңә”, “Минең ҡошом Һомай” шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
Шағирә балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. “Шаҡмаҡлы дәфтәр”, “Яңы күлдәк”, “Болонда уйнай сәскәләр”, “Алтын асҡыс – бүләккә!” тигән шиғыр, хикәйә, әкиәт китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә “Хлеб да соль”, “Камень счастья” исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары бар.
1992 йылда шағирә “Сәғәт моңо” китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды, 1995 йылда “Фатихамды бирәм һиңә” китабы өсөн Уға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Факиһа Туғыҙбаева Башҡортостандың халыҡ шағиры.
2) Һүҙлек эше: намыҫ, данлы, күркәм, бөйөк;
3) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
4) Үҙ аллы уҡыу;
5) Уҡыусыларҙың тексты тасуири уҡыуы;
6) Ролләп уҡыу;
7) Һорауҙарға яуап биреү.
2. Синонимдар темаһын үҙләштереү:
1) 8, 10-сы күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү;
2) 102 – се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
IV. Теманы нығытыу.
9, 11-12 – се күнегеүҙәр.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 1. 10-сы күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
2. Синоним һүҙҙәр яҙып килергә.
3. “Китап магазинында” темаһы буйынса диалог төҙөү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:20

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.
(3 сәғәт)
Беҙҙең тормошобоҙ туранан-тура эш, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, уларҙы эшләп табыу, һатып алыу һ.б. менән бәйләнгән. Һәр кем әйберҙе магазиндан, баҙарҙан һатып ала. Уҡыусылар менән төрлө уйындар ойоштороу, диалог ҡороу, экскурсиялар ойоштороу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Тема буйынса тәҡдим ителгән материалдарҙы үҙләштереү. Уҡыусыларҙың үҙ аллы, парҙарҙа эшләүе төп иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусыларҙың бер-береһенә һорауҙар биреүен, текстарҙы тәржемә итеүен, һүрәттәр буйынса эшләүен ойоштороу ҙа ҡаралған. Тема буйынса тәҡдим ителгән текстарҙың төп фекерен билдәләү һәм унан иң кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү.
Шуға ла “Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар” темаһы телде ғәмәли үҙләштереү өсөн бик уңайлы темаларҙың береһе.
Синонимдарҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡуллана белеү иғтибар үҙәгендә тора.
Грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Г.Ғәлиева. Икмәк. Исемдең күплек ялғауҙары……………….1 сәғәт
2. Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. Синонимдар. ……………………1 сәғәт
3. Р.Шәкүр. Эшһөйәрҙәр иле. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау………….1 сәғәт

1-се дәрес
Г.Ғәлиева “Икмәк”. Исемдең күплек ялғауҙары
Маҡсат: 1.Шиғырҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен аңлап һөйләргә өйрәтеү.
2.Һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу.
3. Икмәккә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү..
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Г.Ғәлиеваның ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу. “Икмәк” шиғырын тасуири уҡыу. Һорауҙарға яуап биреү. Унда күтәрелгән проблема буйынса фекер алышыу. Төркөм, парҙар, үҙ аллы эшләү. Өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланып, “Бал ҡорто” тураһында проект эше ҡороу.
Исемдең күплек ялғауҙары темаһын ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Икмәк ҡәҙерен бел.
Икмәк –ҙур байлыҡ.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Уҡытыусы уҡыусыларҙан мәҡәлдең нимә тураһында булыуы тураһында һорай.
2. Икмәк һүҙе менән һөйләмдәр уйлау һәм икмәк тураһында әңгәмә ойоштороу.
3. Әңгәмәнән сығып, яңы темаға күсеү.
III. Яңы тема. Г.Ғәлиева “Икмәк” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү:
1) Автор тураһында белешмә:
Гүзәл Ғабдулғаян ҡыҙы Ғәлиева 1955 йылдың 28 ғинуарында Башҡортостандың Учалы районы Имәнғол ауылында тыуа.
Гүзәл Ғәлиеванаң 1982 йылда “Ҙур бейәләй”, 1983 йылда “Ҡыйғас болот”, 1987 йылда “Мин йәшәйем Уралда”, 1991 йылда “Ут һүрелмәй усағымда” , 1996 йылда “Ирәмәл итәгендә” исемле шиғырҙар китаптары сыҡты.
2) Уҡытыусының уҡыуы;
3) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
4) Шиғыр юлдарын уҡытыусы артынан ҡабатлап уҡыу;
5) Ҡәҙерле, аҙыҡ, үҫкәнмен, ҡыҫып, еҫтәре, ҡытырлатып, мөйөшөн, тәртипһеҙ, түҙәм һүҙҙәренең дәрәҫ әйтелеше өҫтөндә эш;
6) Шиғырҙы тасуири уҡыу;
7) Йөкмәткене үҙләштереү;
8) Һорауҙарға яуап биреү;
9) Уҡыусыларға мәктәп ашханаһында икмәкте ҡәҙерләп ашарға кәрәклекте аңлатыу; ҡайһы бер уҡыусыларҙың икмәкте иҙәнгә ташлауҙары йәмһеҙ күренеш, улай эшләргә ярамағанлыҡты аңлатыу.
IV. Теманы нығытыу.
1. Парҙарҙа эш: 2, 3-сө күнегеүҙәр. Һәр парға бер эш төрө.
2. Төркөмдәрҙә эш: 5.1., 5.2. эштәр.
3. Үҙ аллы эш: 6-сы күнегеүҙе шиғырҙы тасуири итеп уҡыу.
4. Проект эше: 7-се күнегеү.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: проект эшен дауам итергә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:19

4-5-се дәрестәр
“Ҡышҡы уйындар” һүрәте буйынса инша яҙыу.
Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү.
2.Инша яҙыу күнекмәләренә төшөндөрөү.
3. Тема буйынса алған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Шиғырҙы яттан һөйләү һәм яҙыу. Уҡыусыларҙы картина өҫтөндә эшләү алымдарына өйрәтеү. Картинаны күрә һәм уның йөкмәткеһен һөйләй белеү. Үҙ фекерен, картинанан алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр, бирелгән план буйынса картинаның йөкмәткеһен дөрөҫ итеп башҡортса һөйләү. “Ҡышҡы уйындар” картинаһы буйынса инша яҙыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
II. М.Ғәли “Беҙҙең елка” шиғырын тасуири уҡыу.
III. Өй эшен тикшереү.
1. Кемдәр 22-се күнегеүҙе күсереп яҙғандар, улар дәреслектән ҡарап, бер-береһенең эшен тикшереп баһалай.
Критерийҙар: бер хатаһыҙ –“5”;
Бер - ике хата – “4”;
Өс хата – “3”
2. Кемдәр М.Ғәлиҙең “Беҙҙең елка шиғырын ятлаған, яттан яҙалар һәм дәфтәрҙәрен уҡытыусы йыйып ала.
IV. Инша яҙырға әҙерлек:
1) “Ҡышҡы уйындар” картинаһын иғтибар менән ҡарау;
2) Һүрәттең йөкмәткеһе буйынса айырым һөйләмдәр уйлау;
3) Бәйләнешле текст төҙөү. Белешмә өсөн бирелгән һөйләмдәрҙе ҡулланыу:
Дәрестән һуң, балалр һырғалаҡ эйергә сыҡҡандар. Малайҙар, ҡыҙҙар сана, саңғы шыуалар. Айрат менән Әлфиә ҡар бабай эшләйҙәр. Аҡбай йығылып ятҡан Азатҡа бүреген алып бирергә ярҙам итә. Тауҙан алыҫ түгел Рита конькиҙа шыуа. Ҡоштар ҙа балалр кеүек уйнаған кеүек. Тирә-яҡта уларҙың да осҡаны күренә. Барыһына ла күңелле.
Иҫкәрмә: тәҡдим ителгән текст йөкмәткеһе мотлаҡ тип аңларға ярамай, һүрәт буйынса ниндәй йөкмәткеле текст төҙөүҙәре уҡытыусы ҡарамағында.
4) Бер-нисә уҡыусынан һүрәт буйынса үҙҙәре төҙөгән хикәйәһен һөйләтеү.
5) Инша тексын үҙ аллы яҙыу.
V. Дәресте йомғаҡлау. Яҙма эш дәфтәрҙәрен йыйып алыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:19

3-сө дәрес
М.Ғәли “Беҙҙең елка” .Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1.Шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2.Уҡыусыларҙы үҙ фекерен дөрөҫ итеп әйтергә, уҡыусыларҙың белгәндәрен башҡорт телендә һөйләргә өйрәтеү.
5. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү..
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. М.Ғәлиҙең ижад һәм тормош юлы менән ҡыҫҡаса танышыу. М.Ғәлиҙең “Беҙҙең елка” шиғырының йөкмәткеһе менән танышыу, ятларға әҙерләнеү. Ҡ. Даяндың “Шыршы” шиғырын яттан яҙыу. Үҙләштергән текстарҙы сағыштырмаса анализлай белеү. Һүрәттәр буйынса эшләү. Терәк һүҙҙәр ҡулланып, бәйләнешле текст төҙөү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Ҡ.Даяндың “Шыршы” шиғырын экранда сығарыу һәм уҡыусылар менән бергә шиғырҙы тасуири итеп уҡыу.
II. Өй эшен тикшереү.
1. Шиғырҙы яттан яҙыу.
2. Дәфтәрҙәрҙе йыйып алыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. Экранда матур итеп биҙәлгән елка.
2. Уҡытыусы һорауҙар ярҙамында уҡыусылар менән елканы биҙәү, уны нисек биҙәүҙәре, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеүе хаҡында әңгәмә ойоштороу.
3. Йомғаҡлап, яңы теманы әйттерү.
III. Яңы тема. М.Ғәли “Беҙҙең елка”.
1) Автор тураһында белешмә.
Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939 йылдан ул – Дәүләкән Башҡорт педагогоия учидищеһы уҡыусыһы.
1942 йылдан 1946 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
Муса Ғәли 1948-1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йылдарҙа “Пионер” журналы редакцияһында бүлек мөдире була, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1963-1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.
Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда “Йәш төҙөүсе” һәм Дәүләкәндәге “Колхозсы” гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы “Яҡты көн” тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 50-гә яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир Союз уҡыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп, уның үзбәк, украин һәм татар телендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.
Муса Ғәли – республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ижади уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары менән бүләкләнгән.
1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2) Һүҙлек эше: йыйылдыҡ, бәхетле;
3) Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
4) Үҙ аллы уҡыу;
5) Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири уҡыуы;
6) Һорауҙарға яуап биреү.
2.17-се к-негеү. Кроссвордты сисеү.
3. 18-се күнегеү һүрәт буйынса эш (киләһе дәрескә инша яҙыуға әҙерлек эштәре алып барау):
1) терәк һүҙҙәр: балалар, ҡышҡы уйындар, күңелле, каток, шайба, сәкән, хокккей коробкаһы, боҙ, сана шыуалар, һырғалаҡ, ҡар өйөмө, тау, ағастар, бәҫ, уйнай, йөрөй, ҡыҙҙар, малайҙар (һүҙҙәр теҙмәһен дауам итергә мөмкин);;
2) һөйләмдәр һүрәт буйынса һөйләмдәр уйлау;
3) текст буйынса бәйләнешле текст төҙөү.
4. 19-сы күнегеү. Йомаҡтарҙың яуабын табыу.
5. төркөмдә эш: Ҡарһылыу һүҙенән ҡайһы төркөм күберәк һүҙҙәр яҙыр?
6. 21-се күнегеүҙе дәфтәрҙәргә яҙыу.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V.Өйгә эш: 1. “Беҙҙең елка” шиғырын ятларға.
2. 22-се күнегеүҙе контроль күсереп яҙыу.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 10 фев 2016, 11:18

2-се дәрес
З.Биишева “Ауырыуҙан ҡотолдо”.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Маҡсат: 1.Хикәйәнең йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2.Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү тураһында уҡыусыларҙың белгәндәрен башҡорт телендә һөйләргә өйрәтеү.
4. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. З.Биишеваның ижад һәм тормош юлы менән ҡыҫҡаса танышыу. З.Биишева “Ауырыуҙан ҡотолдо” тексының йөкмәткеһе менән танышыу, йөкмәткеһен һөйләү һәм текст буйынса һорауҙарға яуап биреү. Уҡылған текстың төп фекерен билдәләй белеү. Бындай проблемаларҙы күтәргән текстар тураһында әңгәмә ойоштороу.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Урамда буран,
Мин өйҙә торам,
Тәҙрә аша
Тик ауыҙ йырам.
(Ғ.Туҡай)
II. Өй эшен тикшереү.
Г.Юнысова шиғырын ятлау.
III. Белемде актуалләштереү.
1. Бөгөнгө һауа торошо тураһында әңгәмә.
2. 8-се күнегеү. А.Исмәғилев. Яуа ҡарҙар... шиғырын тасуири уҡыу.
3. Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү.
4. Шиғыр йөкмәткеһен үҙләштергәс, уҡыусылар менән ҡар яуыуы тураһында һөйләшеү.
5. 1) Уҡытыусы һорауы:
- уҡыусыларға ҡарҙар яуғанда, ҡыш көнө һеҙ ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?
- Саңғы шыуыуҙың, саф һауала йөрөүҙең һаулыҡ өсөн бик файҙалы булыуын, сынырға кәрәклек тураһында һөйләшеү.
2) яңы теманы билдәләү.
IV. Яңы тема.
1. З.Биишева. “Ауырыуҙан ҡотолдо” тексының йөкмәткеһе менән танышыу.
1) Автор тураһында белешмә биреү;
2) Һүҙлек эше: ауырыу, ҡурҡыу, шәп;
3) Текстың уҡытыусының уҡыуы:
4) Уҡыусыларҙың шыбырлап уҡыуы;
5) Дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
6) Өҫтәлмә эш һәм эштәр:
а) хикәйәнән Булаттың атаһының теләген уҡығыҙ;
б) һеҙгә ата-әсәйҙәрегеҙ ниндәй теләктәр теләй?
в) Һеҙ атай-әсәй теләген аҡлайһығыҙмы?
2. Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләтеү.
3. Уҡытыусы: - уҡыусыла һеҙ был текстан үҙегеҙ өсөн ниндәй кәрәкле мәғлүмәт алдығыҙ?
4. Был тексҡа ҡарата һеҙҙең фекерегеҙ.
5. 9-14-се күнегеүҙәре (күнегеүҙәрҙе уҡытыусы үҙе һайлап эшләтә) буйынса эш төрҙәре башҡарыу.
6. Ҡ.Даян “Шыршы” шиғырын тасуири уҡыуҙы ойоштороу.
V. Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: Ҡ.Даян “Шырышы” шиғырын яттан яҙырға әҙерләнеү.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2