Яңы йыл менән!
(5 сәғәт)
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса уҡыусылар ҡыш миҙгеле тураһында һөйләй, был миҙгелдең үҙенсәлектәрен билдәләй белергә тейеш. “Ҡыш”, “Яңы йыл” темаһына арналған әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр, кисәләр үткәреү ҙә ошо теманы үткәндә ҡаралған. Уҡыусыларҙы яңы йыл байрамы менән ата-әсәләрен, класташтарын, туғандарын ҡотларға, ҡотлау открыткаһын, электрон почтаға, смс хәбәрҙәрҙе башҡорт телендә яҙырға өйрәтеүҙе лә иғтибарҙан ситкә ебәрергә ярамай. Тема буйынса шиғырҙар хикәйәләр уҡыу, уҡылған материалдар буйынса һөйләргә өйрәнеү, дөрөҫ итеп аралаша белеү, яңы мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар табыу, фекер алышыу, сығыштар яһарға өйрәнеү.
Исемдәрҙең күплек ялғауҙарын, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен нығытыу, уларҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡуллана белеү ҙә иғтибар үҙәгендә тора.
Был блокта грамматик һәм лексик материал түбәндәгесә бүленә:
1. Ф.Иҫәнғолов “Алдаҡсы йондоҙҙар”.
Исемдәрҙең күплек ялғауҙары………………………………1 сәғәт
2. З.Биишева. Ауырыуҙан ҡотолдо. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау…1 сәғәт
3. М.Ғәли “Беҙҙең елка”. ………...………………………………1 сәғәт
4. Т.ү. Ҡышҡы уйындар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе………….2 сәғәт
1-се дәрес
Ф.Иҫәнғолов “ Алдаҡсы йондоҙҙар”. Исемдең күплек ялғауҙары.
Маҡсат: 1.Хикәйәнең йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2. Тәбиғәттә үҙгәреште күҙәтә, ҡыш билдәләренең үҙенсәлектәрен билдәләй белеү.
3. Телмәр үҫтереү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
“Яңы йыл менән!” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Ф.Иҫәнғоловтың ижад һәм тормош юлы менән ҡыҫҡаса танышыу. Тема буйынса текстар уҡыу, өҫтәлмә материалдар туплау, презентациялар эшләү, видеояҙмалар ҡарау. Текст йөкмәткеһен һөйләү, текст буйынса бер-береһенә һорауҙар биреү һәм уларға яуап биреү.
Исемдең күплек ялғауҙары темаһын ҡабатлау, нығытыу.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
2-се күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу.
II. Белемде актуалләштереү.
1. 1-се күнегеү. Г.Юнысова шиғырҙы тасуири итеп уҡыу.
2. Шиғырҙы ятларға әҙерләү.
3. Уҡыусыларға экранда текст тәҡдим ителә.
Яңы йыл ҡайҙа, ҡасан килә?
Һәр илдең үҙенең тылсымлы Яңы йыл килтереүсеһе бер. Беҙҙә уны ҡыш бабай алып килә. Ә бына Америкала – Санта Клаус. Үзбәк халҡында түбәтәй кейгән Ҡар баба, молдавандарҙа ҡаракүл бүрекле Мош Джерилә бүләк һәм күстәнәстәр тарата. Төрлө илдә был байрам төрлө ваҡытта үткәрелә. Мәҫәлән, Авғанстанда ул баҫыу эштәре башланғас тыуа. Һиндостанда ноябрь айында Йылан көнө тип байрам ителә. Һәр кеше ҡағыҙҙан аждаһа, йылан уйынсыҡтары эшләйҙә теләк яҙып, һауаға осора.
Ә беҙҙә яңы йылдың тәүге көнө тип 1 ғинуар иҫәпләнә. Һәр ғаилә өйөнә ҡупшы шыршы ултыртып, уны төрлө уйынсыҡтар менән биҙәй.
Яңы йылды ҡаршылау – ғаилә байрамы. Шуға күрә был кисте бөтә ғаилә ағзаларының да ултыруы зарур. Уны нисек ҡаршылаһаң, йылың шулай үтә, тигән ырым йәшәй халыҡта. Тимәк, байрамды күтәренке кәйеф менән дуҫтарың, туғандарың араһында үткәрергә кәрәк.
(“Мәктәп календарынан”)
III. Яңы тема.
1. Ф.Иҫәнғоловтың “Алдаҡсы йондоҙҙар” хикәйәһе өҫтөндә эш:
1) автор тураһында белешмә.
Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында ярлы крәҫтиән ағаиләһендә тыуған. Бала сағы Үтәймулла ауылында уҙа.
1935-1945 йылдарҙа ул урта мәктәптә уҡый. 1945 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1949 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай.
1949 -1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы Бишаул-Унғар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, завуч булып эшләй. 1951 йылда Башҡортостан китап нәшриәтенә уүсерелә, художество әҙәбиәт бүлегендә мөхәррир, унан өлкән мөхәррир сифатында 1957 йылға тиклем эшләй.
1957 йылда “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып үрләтелә.1958-1960 йылдарҙа СССР яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡандан һуң, 1965 йылға тиклем “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты һәм партия ойошма секретары булып эшләй.
Фәрит Иҫәнғоловтың тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк “Йәш төҙөүсе” газетаһында баҫыла башлай. Студент йылдарында инде уның шиғырҙары өлкә матбуғатта һирәкләп баҫыла килә. Ләкин Фәрит Иҫәнғолов башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булараҡ таныла. Уның әҙәбиәткә ныҡлы әҙерлек менән килеүе 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ҡотлоәхмәт бабай” тигән тәүге хикәйәһендә үк яҡшы беленә ине.
Артабан инде ул мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендә айырыуса активлыҡ күрһәтә башлай. Ре-бер артлы баҫылған “Тәүге һанау”, “Баҫҡыс”, “Хәмит күпере”, “Быйыл йәй” һәм башҡа хикәйә һәм повестарн туплаған китаптары әһәмиәтле урын тота.
2) Һүҙлек эше: йондоҙ, бейәләй, ҡасыу;
3) Тексты уҡытыусының уҡыуы;
4) Үҙ аллы уҡыу;
5) Уҡыусыларҙың абзацлап уҡыуы;
6) Ролләп уҡыу;
7) Һорауҙарға яуап биреү, өҫтөлмө һорау: ни өсөн хикәйә “Алдаҡсы йондоҙҙар” тип атала?
8) Күҙ асып йомған арала һүҙбәйләнешен аңлатығыҙ;
9) Ҡар бөртөктәре һүрәттәрен төшөрөү.
2. Төркөмдә эш ойоштороу: 5-6 - сы күнегеүҙәр.
IV. Рефлексив анализ. Баһалау.
V. Өйгә эш: 1-се күнгеүҙәге Г.Юнысованың шиғырын ятларға.