3-сө дәрес
Тыуған ерем - Башҡортостан. Ҡушма исемдәр.
Маҡсат: 1. Тема буйынса һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү.
2. Тыуған төйәккә ҡарата һөйөү һәи ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
3. Ҡушма исемдәр темаһын үҙләштереү һәм дөрөҫ яҙырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың эшмәкәрленең эш төрҙәре.
“Башҡортостаныңды беләһеңме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен артабан да үҫтереү. Башҡортостан, уның байлыҡтары, уның тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында мәғлүмәттәр үҙләштереү. “Башҡортостан” тексы йөкмәткеһе менән танышыу һәм уның йөкмәткеһен һөйләү. Башҡортостан Республикаһы, уның күренекле шәхестәре, байлыҡтары тураһында бәйләнешле текст төҙөп, һөйләргә өйрәнеү.
Ҡушма исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эшләү.
Дәрес барышы
I. Артикуляцион күнегеү.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа
Һайрай һары һандуғас
II. Өй эшен тикшереү.
1. Экранға ҡала исемдәрен һәм райондар атамаларын сығарыу.
2. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен тикшерәләр һәм баһалайҙар.
III. Белемде актулләштереү.
Ҡала һәм район исемдәренең яҙылышы тураһында уҡыусыларҙың фекерен тыңлау һәм яуаптарҙы йомғаҡлау.
IV. Яңы тема.
1. 68-се биттәге ҡағиҙәне уҡыу.
2. Яҙма исемдәр теҙмәһен дауам итеү.
V. Теманы нығытыу.
1. Уҡытыусы һүҙе: уҡыусылар, кеше, ҡала, район исемдәренән башҡа тағы ла ниндәй исемдәр була?
3. Яуаптар: йылға, тау, күл исемдәре.
4. Теманы нығытыу 7-се күнегеүҙе эшләү.
2. Республикабыҙҙағы йылға, тау, күлдәр исемдәрен уҡыусыларҙан әйттереү.
3. Һөйләгәндәрҙең барыһы ла үҙ республикабыҙ – Башҡортостанда булыуы тураһында әңгәмә үткәреү.
4. “Башҡортостан” тексы темаһына күсеү.
5. Текст уҡыусыларға ҡабул итеү өсөн еңел. Текст өҫтөндә эш:
1) Тексты тасуири уҡыу;
2) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
3) Сылбырлы уҡыу;
4) Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
5) Йомғаҡлау.
6. 9.1. күнегеүҙе дәфтәргә яҙыу.
1) Күнегеү буйынса һорауҙарға яуап биреү.
2. 9.2. уҡыусылар үҙ аллы дәфтәрҙәренә яҙалар.
1) экранда һүрәт буйынса һөнәрҙәр яҙыла;
2) уҡыусылар бер-береһенең эштәрен алыштырып тикшерәләр.
VI. Өйгә эш: 1. 14-се күнегеү. Ф.Ғөбәйҙуллина яҙған тексты тасуири итеп уҡыу.
2.Һандар яҙылған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.