Интерактив башҡорт теле

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Аниса Гатауллина » 02 дек 2022, 17:03

Мин Әнисә Фәнил ҡыҙы. Әлеге көндә дистанцион рәүештә “Использование электронных ресурсов в преподавание башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС” курсын үтеп йөрөйөм. Курс ҡыҙыҡлы, эш стажым ҙур булмағанлыҡтан күп әйберҙәргә әле төшөнөп бөтмәгәнмен, был курс үҙенә күрә ярҙам.
Аниса Гатауллина
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 01 дек 2022, 14:54

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Илюза Вахитовна » 29 ноя 2022, 14:59

Хәйерле көн!!! Мин Таймасова Илүзә булам. Әлеге ваҡытта башҡорт теле буйынса курс үтәм. Мәғлүмәт бик күп һәм ҡыҙыҡ. Белемде камиллаштырыу өҫтөндә эшләү өсөн ойоштороусылар күп көс һалған. Уларға эштәрендә ҙур уңыштар теләйем.
Илюза Вахитовна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 29 ноя 2022, 14:48

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение khadisaishem@mail.ru » 28 ноя 2022, 19:02

Һаумыһығыҙ! Мин Ишемғолова Хәҙисә Әхиәр ҡыҙы.Әлеге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС" дистанцин формала үтәм. Үҙеңдең буш ваҡытыңа ҡарап, үҙ темпыңда дистанцион уҡыу бик уңайлы.Шулай ҙа уҡытыусылар менән йәнле аралашыу етешмәй.Эштәрҙең күләмле булыуы күп көс ,хеҙмәт, тырышлыҡ талап итә,сөнки һуңғы ваҡытта мөктәптә төрлө документ, отчеттар күбәйеп китте. Төп эштән айырылмағас, барыһына ла өлгөрөүе ҡыйыныраҡ.
Минең өсөн был курстар алдағы эшмәкәрлегемдә бик ярҙам итәсәк. Видеолекциялар бик ҡыҙыклы, фәһемле.Ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм.Эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйем.
khadisaishem@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 28 ноя 2022, 18:39

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Акберова Л.Ф. » 30 сен 2022, 15:55

"Интерактив башҡорт теле" проекты башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн дә, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыу өсөн дә ҙур ярҙамсы булып тора.Төрлө ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр, видеодәрестәр, визуаль һүҙлек, үҙеңде баһалау өсөн тестарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә ҡулланыу отошло. Яңы һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә, уны тыңлап ишетеү мөмкинлеге бар. Визуаль һүҙлектә иһә, картиналарҙы, һүрәттәрҙе ҡарап ҡабатларға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт теленең грамматикаһын өйрәнгәндә грамматика бүлеге ҙур ярҙамға килә. Башланғыс төркөмгә һәм дауам итеүсе төркөмгә тәғәйенләнеп эшләнеүе лә бик отошло. Теләгән кеше телефондан асып, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, ҡуллана ала. Проект авторҙарына ҙур рәхмәт!
Акберова Л.Ф.
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 30 сен 2022, 13:18

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Айгуль Валиева » 25 сен 2022, 20:58

Һаумыһығыҙ. Мин "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС среднего общего образования" курсын дистанцин формала үтәм. Бик уңайлы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтергә мөмкинлек бирә. 2017 йылда үткәйнем. Әле яңы эш төрҙәре өҫтәлгән. Бик ҡыҙыҡлы эштәр! Интерактив башҡорт теле дәрестәрҙе үткәргәндә ҙур ярҙамсы булып тора. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Был курстар йылдан йыл беҙгә яңылыҡ алып килә.
Айгуль Валиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 25 сен 2022, 18:50

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Сулпан » 25 сен 2022, 18:07

Һаумыһығыҙ! Мин Ҡоҙашева Сулпан Рауил ҡыҙы. Хәҙерге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС среднего общего образования" тигән курс үтәм. Бик фәһемле лециялар, дәрестәр. Эштәргә килгәндә инде, ҡайһы берҙәре ауыр ҙа булып китте, бер нисә сәғәт ултырырға тура килде, әммә атҡарып сығырлыҡ эштәр. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм!! :) :) :)
Сулпан
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 23 сен 2022, 17:17

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Regina82 » 25 сен 2022, 15:52

Мин Регина Вәрис ҡыҙы. Әлеге көндә дистанцион рәүештә “Использование электронных ресурсов в преподавание башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС” курсын үтеп йөрөйөм. Курсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм! Курстың һәр бер бүлеге бик матур, аңлайышлы, тулы күләмдә бирелгән. Видеодәрестәр, видеолекциялар бик фәһемле. Шулай уҡ сайтта күп нәмә табырға була. Тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт! Бындағы методик ҡумта ла булған материалдарҙы мотлаҡ үҙ дәрестәремдә ҡулланасаҡмын.
Regina82
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 25 сен 2022, 11:11

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Закирова Лилия » 19 май 2022, 18:52

Һаумыһығыҙ. Әлеге көндә дистанцион формала курс үтәм. Бындай курсты 2017 йылда үткәйнем. Ул ваҡытта курсы бер айға һуҙылғайны. Быйыл бик тиҙ генә, уңайлы, яңыртылған. Дистанцион уҡыу бөгөнгө көндә үҙен аҡлай; ваҡыт янға ҡала, үҙеңдең буш ваҡытыңда инеп эшләй алаһың, төрлө ИКТ алымдарын ҡулланырға өйрәнәһең, карантин , пандемия ваҡытында бер ҡая сығып йөрөмәейенсә белем алып була.
Закирова Лилия
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 19 май 2022, 18:27

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение nabziza » 25 мар 2022, 16:57

Мин Зинфира Зәниф ҡыҙы. Хәҙерге ваҡытта "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС" курсын үтәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып мари гимназияһында эшләйем. Минең өсөн был курстар алдағы эшмәкәрлегемдә бик ярҙам итәсәк. Видеолекциялар бик ҡыҙыклы, фәһемле. Заман талаптарына ярашлы электрон ресурстарҙы дөрөҫ ҡуллынырға өйрәтәләр. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!!!
nabziza
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 мар 2022, 15:32

Re: Интерактив башҡорт теле

Сообщение Ильмухаметов А.Г. » 24 мар 2022, 16:10

АльбинаC писал(а):Хәйерле көн. Мин Сәлмәнова Альбина. Әле курс үтәм. Интерактивный башкирскийҙа тағы ла яңы дәрестәр булыр микән?

Хәйерле кис! "Интерактив башҡорт теле" веб-ресурсында Элементарный уровень өлөшө өҫтәлде бит.
Ильмухаметов А.Г.
 
Сообщения: 332
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 10