Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение Дамира Шарафутдинова » 13 мар 2023, 05:12

Синтаксис
1. Күкте ҡара болот ҡапланы һөйләменең составын билдәлә.
1. Бер составлы 2. Ике составлы
2. Иртә менән һалҡынайтып ебәрҙе Һөйләменең составын билдәлә.
1. Бер составлы 2. Ике составлы
3. Бар донъяны нурға манып, ал ҡояш ҡалҡты ике составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Ике составлы йыйнаҡ 2. Ике составлы тарҡау
4. Ҡояш ҡалҡты ике составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Ике составлы йыйнаҡ 2. Ике составлы тарҡау
5. Һәр эште үҙ ваҡытында үтә бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
6. Ағиҙел аша яңы күпер һалғандар бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
7. Бөгөн бик арытылды бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
8. Йәмле Ағиҙел буйҙары бер составлы һөйләмдең төрөн билдәлә.
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
9. Ҡайһы һөйләм тик эйә составынан ғына тора?
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
10.Хәбәре тик өсөнсө затта килгән ниндәй бер составлы һөйләм бар?
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
11.Ниндәй бер составлы һөйләмдең хәбәре тик беренсе һәм икенсе заттарҙа ғына килә?
1. Билдәле эйәле 3. Эйәһеҙ
2. Билдәһеҙ эйәле 4. Атама
12. -Ҡайҙа бараһығыҙ?
-Урманға.
Былар ниндәй һөйләмдәр?
1. Тулы һөйләм 2. Кәм һөйләм
13. -Һеҙ ҡаҙа бараһығыҙ?
-Беҙ урманға барабыҙ.
Былар ниндәй һөйләмдәр?
1. Тулы һөйләм 2. Кәм һөйләм
14. Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа походҡа сыҡтылар һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
15. Сабир бөгөн бейене, йырланы, күңел асты һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
16. Болон ал, ҡыҙыл, алһыу сәсксләргә күмелде һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
17. Тау битләүендә лә, йылға буйҙарында ла, баҫыуҙарҙа ла йәй үҙе хужа булып алған
һөйләмендә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килгән?
1. Эйә 2. Хәбәр 3. Аныҡлаусы 4. Тултырыусы 5. Хәл
18. Йәштәр, бала-саға, хатта ололар ҙа бөтәһе лә байрамса кейенгән. Бөтәһе һүҙе алдынан ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылыр?
1. Ике нөктә 2. Һыҙыҡ
19. Бөтә мәктәп уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бөгөн етди һынау тота һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе етмәй.
1. Ике нөктә 2. Һыҙыҡ
20. Өндәш һүҙҙәр һөйләмдең ҡайһы урынында килергә мөмкин?
1. Башта. 2. Уртала 3. Аҙаҡта 4. Бөтә урында ла
21. Бәхеткә ҡаршы, көндәр йылы торҙо һөйләмендә инеш һүҙ нимәне аңлата?
1. Шатланыуҙы 2. Икеләнеүҙе 3. Ышаныуҙы 4. Ғәжәпләнеүҙе
Дамира Шарафутдинова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 13 мар 2023, 04:22

Re: Методические рекомендации

Сообщение Айзиля Баянова » 11 фев 2023, 12:55

Рус мәктәптәрендә уҡыусы 5-9 кластар өсөн тестар:
5-се класс өсөн тест һорауҙары


1.Күплек ялғауҙарын тап:

1. –та(тә),-да(дә),-ҙа(ҙә),-ла(лә)

2. –тар(-тәр),-дар(дәр),-ҙар(ҙәр),-лар(ләр)


2. Башҡорт телендә нисә килеш бар:

1. һигеҙ

2. алты

3. биш


3. Гимназияға һүҙе ниндәй һорауға яуап була?:

1. ҡайҙа?

2. ҡайҙан?

3. нимәлә?


4. Мәктәптәрҙә һүҙе ниндәй килештә килгән?:

1. урын-ваҡыт

2. сығанаҡ

3.эйәлек


5. Минән алмашы нисек тәржемә ителә?:

1. у меня

2. от меня

3. мне


6. Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзит:

1. “Башҡортостан”

2. “Йәншишмә”

3. “Аҙна”


7. Һорау алмаштары:

1. кем? нимә?ниндәй? нисек? ҡасан? нисә? ҡайҙа? ҡайҙан? нисәнсе?

2. һис кем, һис ҡасан, һис ҡайҙа

3. һәр ҡайҙа, һәр береһе, бөтәһе

4. әллә кем,әллә ниндәй, әллә ҡайҙан, әллә нисек


8. Республикабыҙҙың тыуған көнө:

1. 10 октябрь

2. 24 декабрь.

3. 11 октябрь


9. Башҡортостанда нисә район бар?:

1. 55

2. 54

3. 64


10. Башҡортостан Гербының авторы:

1. Ә.Лотфуллин

2. Ф.Ислахов

3. Ф.Иҙрисов


11. Башҡортостан Гимны авторы:

1. Ф.Иҙрисов

2. З.Исмәғилев

3. Ф.Ислахов


12. Антонимдар бирелгән рәт:

1. аҡ-ҡара, яй-шәп

2. кәртүк, ер алмаһы, бәрәңге

3. ваҡлау, онтау, турау


13. Синонимдар бирелгән рәт:

1. батыр, ҡурҡаҡ,

2. ҙур, батыр, бәләкәй

3. матур, һылыу, гүзәл


14. Салауат Юлаев һәйкәленең авторы:

1. Т.Нечаева

2. В.Вучетич

3. С.Тавасиев


6-сы класс өсөн тест һорауҙары


1. Башҡортостандың төп халҡы:

1. татар

2. рус

3. башҡорт


2. Балам һүҙендә ниндәй ялғау:

1. күплек ялғауы

2. килеш ялғауы

3. эйәлек заты ялғауы

4. хәбәрлек ялғауы


3.Балаларымды һүҙендә ниндәй ялғауҙар:

1. күплек ялғауы, килеш ялғауы

2. күплек ялғауы, эйәлек заты ялғауы, килеш ялғауы

3. килеш, эйәлек заты, хәбәрлек ялғауы


4. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ:

1. сифат

2. һан

3. ҡылым

4. исем


5. Ап-аҡ, бик матур сифаттарының дәрәжәһе:

1. төп

2. сағыштырыу

3. артыҡлыҡ

4. аҙһытыу


6. Шартлы сифаттар бирелгән рәт:

1. киң урам, һәйбәт һүрәт, иркен өй

2. алтын сәғәт, ҡышҡы юл, тимер юл

3. шәп йүгерә, матур яҙа

7. Синонимдар бирелгән рәт:

1. матур, һылыу,гүзәл

2. матур,йәмһеҙ

3. өҫтәл, ултырғыс


8. Антонимдар бирелгән рәт:

1. кескәй, бәләкәй

2. таҙа, бысраҡ


9. Ҡайһы һүҙҙәр омоним була алмай?:

1. ҡала, алма, яҙ

2. китап, дәфтәр, сумка

3. бер, ике өс


10. Алдау” һүҙенә тап килгән фразеологизм:

1. балауыҙ һығыу

2.морон күтәреү

3. кәкре ҡайынға терәтеү


11. Башҡортостан гимны һүҙҙәренең авторҙары:

1. Р.Шәкүр, Р.Бикбаев

2. М.Кәрим

3. Б.Байым


12. “Тыуған илем”шиғырының авторы:

1. М.Кәрим

2. Б.Бикбай

3. С.Юлаев


13. Ҡапыл, юғары, кисә һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай:

1. рәүеш

2. сифат

3. ылым

14. “Атай, йортоң тәҙрәләре

Үтә лә ҙур уйылған”.(Д.Талхина). Рәүеште табып, дәрәжәһен билдәлә:

1. сағыштырыу

2. артыҡлыҡ

3. бында рәүеш юҡ


15. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙ:

1. исем була

2. сифат була

3. ҡылым була


16. Уҡы ҡылымының һөйкәлеше:

1. бойороҡ

2. хәбәр

3.шарт

4. теләк


17. Шарт һөйкәлеше булған һөйләм:

1.Бөгөн мин унда бармаҡсымын

2. Йөрөүҙәрем бушҡа булманы

3. Ундай һөйләм бында юҡ

4. Ул беҙгә кисә килгән

5. Күп көлһәң-иларһың


18. Ашағым килә ҡылымының һөйкәлеше:

1. бойороҡ

2. хәбәр

3.шарт

4. теләк


19. Бармайым ҡылымының һөйкәлеше:

1. бойороҡ

2. хәбәр

3.шарт

4. теләк


20. Ябай һандар бирелгән рәт:

1. бер, мең, йөҙ, миллион

2. егерме дүрт, алтмыш ете

3. өстән ике, алтынан һигеҙ


21. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Һанды табып, төркөмсәһен билдәлә:

1. сама һаны

2. кәсер һаны

3. бүлем һаны

4. йыйыу һаны

5. төп һан

6. рәт


22. Составында рәт һаны булған һөйләм:

1. Берәүҙән икәү яҡшы.

2. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

3. Мин икенсе булып килдем.

4. Сәғәт өстә дәрес бөтә.


23. Һәр синыфта егерме бишәр уҡыусы бар. Һөйләмдәге һандың төркөмсәһе:

1. сама һаны

2. кәсер һаны

3. бүлем һаны

4. йыйыу һаны

5. төп һан

6. рәт


24. “Сәрбиямал…егерме биш-утыҙ йәштәр самаһындағы ҡатын ине”. (З.Биишева). Һанды табып, төркөмсәһен билдәлә:

1. сама һаны

2. кәсер һаны

3. бүлем һаны

4. йыйыу һаны

5. төп һан

6. рәт

7-се класс өсөн тест һорауҙары


1.“Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм-

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм”.

Был шиғыр юлдарын кем яҙған?:

1.Р.Бикбаев

2.М.Кәрим

3.Р.Ғарипов


2.“Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…”

Был шиғыр юлдарын кем яҙған?:

1.З.Биишева

2. Р.Ғарипов

3. С.Ҡудаш.

4. Р.Бикбаев


3. Мәшһүр “Урал” йырының боронғо исеме:

1. Яйыҡ

2. Ағиҙел

3. Ете ырыу


4.Һөйләмдәге тиң киҫәктәрҙе йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма һөйләм итеп бәйләүсе һүҙ төркөмө нисек атала?:

1. бәйләүес

2. теркәүес

3. киҫәксә


5.Сөнки, шуға, шуға күрә, тимәк, шулай булғас, әгәр, гүйә

Был теркәүестәр:

1.эйәртеүле

2. теҙеү

3. бында теркәүес юҡ

6. Р.Заһретдинов:

1. йырсы

2. бейеүсе

3. ҡумыҙсы


7. Р.Туйсина:

1. яҙыусы

2.шағирә

3. бейеүсе


8. Һөйләмдәге эйәреүсе һүҙҙе-эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй торған һүҙ төркөмө:

1. теркәүес

2. бәйләүес

3. киҫәксә


9. Ҡайһы рәттә бәйләүестәр бирелгән?:

1. менән, өсөн, хаҡында, аша, тураһында

2. ә, һәм, йәнә, әле, ләкин, әммә, бәлки

3. ла баһа, та баһа, ғына-генә, уҡ-үк, бит


10. Үҙ аллы һүҙҙәргә төрлө мәғәнә биреүсе һүҙ төркөмө:

1. теркәүес

2. бәйләүес

3. киҫәксә


11.Һөйләүсенең үҙе әйткән фекергә, эш-хәлгә ҡарата мөнәсәбәтен белдереүсе һүҙҙәр:

1.исем була

2. мөнәсәбәт һүҙ була

3. ымлыҡтар була


12. Их, ур-ра, ҡышты-ҡыштыр. Бирелгән һүҙҙәр:

1. ымлыҡтар

2. мөнәсәбәт һүҙҙәр

3. исемдәр



8-се класс өсөн тест һорауҙары


1. Был ниндәй һөйләм? Мин унда булырға тейеш!

1. һорау

2.өндәү

3. хәбәр

4. бойороҡ


2. Был ниндәй һөйләм? Кисә килдеңме?

1. һорау

2.өндәү

3. хәбәр

4. бойороҡ


3. Ағиҙел менән Ҡариҙелдә суднолар йөрөй ала. Билдәләнгән ҡылым :

1. ябай

2. ҡушма


3. Алма ағасынан алыҫ төшмәй. Был һөйләм:

1. бер составлы

2. ике составлы


4. Себеште көҙ һанайҙар. Был һөйләм:

1. бер составлы

2. ике составлы


5. Ашыҡҡан-ашҡа бешкән. Һөйләмдең эйәһе:

1. ашыҡҡан

2.эйәһе юҡ

3. ашҡа


6. Ике икең-дүрт. Һөйләмдең хәбәре:

1. хәбәре юҡ

2. дүрт

3. икең


7. Эйә ниндәй һорауға яуап бирә?:

1. нимә эшләй?

2. кем? нимә?


8. Юҡлыҡ булмағанлыҡ төшөнсәһе башҡорт телендә нисек бирелә?

1. юҡ, түгел, -ма,-мә, -һыҙ,-һеҙ

2. эйе, ярай


9. Ҡалған эшкә ҡар яуыр. Билдәләнгән һүҙ:

1. тултырыусы

2. хәл

3. аныҡлаусы

10. Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Билдәләнгән һүҙҙәр:

1. тултырыусы

2. хәл

3. аныҡлаусы


11. Егет яуҙа һанала. Билдәләнгән һүҙ:

1. тултырыусы

2. хәл

3. аныҡлаусы


12. “Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур,

Ҡояштай балҡып тора”;

Был шиғыр юлдарының авторы:

1. Р.Ниғмәти

2. М.Харис

3. М.Кәрим


13. “Беләм, әсәй, беләм, ауыр һиңә:

Борсолоулы уйҙар-иптәшең”.

Был шиғыр юлдарының авторы:

1. Р.Ниғмәти

2. М.Харис

3. М.Кәрим




9-сы класс өсөн тест һорауҙары


1. Көслө кеше көсөнә таяныр.

Билдәләнгән һүҙ ниндәй эйәрсән киҫәк?:

1. аныҡлаусы

2. тултырыусы

3. хәл


2. Октябрьскийҙа машиналар төҙөү заводы һалынды.

Билдәләнгән һүҙ ниндәй эйәрсән киҫәк?:

1. аныҡлаусы

2. тултырыусы

3. хәл


3. “Айға үрләп, нурҙа уйнап,

Күкрәгемде нурланым.

-Ит ғәфү, әй, Ай,-тинем мин,-

Нурҙарыңды урланым”. (Ш.Бабич. Кем өсөн?)

Билдәләнгән һүҙ ниндәй эйәрсән киҫәк?:

1. аныҡлаусы

2. тултырыусы

3. хәл


4. Яҡтыра.Был ниндәй һөйләм?:

1. билдәле эйәле һөйләм

2. билдәһеҙ эйәле һөйләм

3. эйәһеҙ һөйләм

4. атама һөйләм


5. Өфө. Бына мәктәп. .Был ниндәй һөйләм?:

1. билдәле эйәле һөйләм

2. билдәһеҙ эйәле һөйләм

3. эйәһеҙ һөйләм

4. атама һөйләм


6. 300 грамм икмәктә организм өсөн кәрәкле 40 процент аҡһым, 80 процент углевод, 70 процент минераль тоҙҙар, 70 процент В һәм 100 процент РР витаминдары, тимер, кальций, фосфор бар.

Билдәләнгән һүҙҙәр:

1. тиң киҫәктәр

2. өҫтәлмәлектәр


7. Ҡышын урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.

Был һөйләм:

1. теҙмә ҡушма һөйләм

2. эйәртеүле ҡушма һөйләм


8. Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Һөйләмдә ҡылым ниндәй заманда килгән?

1.хәҙерге

2.үткән

3. киләсәк


9. Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

Һөйләмдә ҡылым ниндәй заманда килгән?

1.хәҙерге

2.үткән

3. киләсәк


10. “Хушлашыу”картинаһының авторы кем?:

1. Р.Нурмөхәмәтов

2. Ә.Лотфуллин

3. В.Э.Меос


11. Кем ул Нурия Ирсаева?:

1.йырсы

2. бейеүсе

3. халыҡ артисткаһы
Айзиля Баянова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 фев 2023, 12:05

Re: Методические рекомендации

Сообщение Айзиля Баянова » 11 фев 2023, 12:49

Рус телендә алып барылған мәктәптәргә башҡорт (дәүләт) теленән башланғыс класстар өсөн тест һорауҙары:
3-сө класс өсөн тест һорауҙары


1. Дөрөҫ ялғауҙы ҡуш:

1. Башҡортостан(-дан)

2. Башҡортостан(-тан)

3. Башҡортостан(-ҙан)


2. Дөрөҫ яуапты тап:

1. 25-егерме бер

2. 36-утыҙ алты

3. 45-ҡырҡ алты


3. Мостай Кәрим кем ул?:

1. йырсы

2. башҡорт халыҡ шағиры

3. батыр


4. Бер йылда нисә ай?:

1. 12

2. 9

3. 5


5. Ҡайһы рәттә һөнәрҙәр?:

1. китап, дәфтәр, ҡәләм

2. табип, уҡытыусы, һатыусы

3. завод, магазин, кафе


6. Ҡыш көнө кейә торған кейемдәр:

1. яулыҡ, сарафан, күлдәк

2. тун, быйма, бүрек

3. куртка, плащ, сандали


7. Йәй көнө кейә торған кейемдәр:

1. эшләпә, футболка, сарафан

2. бейәләй, итек, башлыҡ

3. куртка, шәл, ойоҡбаш


8. “Ғаилә” темаһына ҡараған һүҙҙәр:

1. итек, салбар, шәл

2. һеңле, ейән, ҡусты

3. зәңгәр, күк, ҡыҙыл


9. Сәғәт нисә? 11.25

1. ун бер сәғәт егерме минут

2. ун ике сәғәт егерме биш минут

3. ун икенсе ярты


10. Йорт хайуандары:

1. айыу

2. һыйыр

3. тауыҡ


11.Тауыҡ нимә бирә?:

1. һөт

2. йомортҡа

3. бәлеш


12. Дарыу үләндәре:

1. кесерткән

2. бал

3. ҡымыҙ


13. Әсәйҙәр байрамы ҡасан була?:

1. 23 февраль

2. 8 март

3. 1 ғинуар


14. Кем ул Заһир Исмәғилев?:

1. йырсы

2. яҙыусы

3. композитор




4-се класс класс өсөн тест һорауҙары


1.Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы өн бар:

1. 9

2. 8

3. 3


2. Батыр һүҙенең синонимын тап:

1. оло

2. ҡаһарман

3. һау


3.Яңы Һүҙенең антонимын тап:

1. иҫке

2. ҡыҫҡа

3. матур


4. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ниндәй хәреф менән яҙырға кәрәк?:

1.бәләкәй

2. ҙур


5. Башҡортостандағы иң ҙур йылға ниндәй?:

1. Ҡариҙел

2. Дим

3. Ағиҙел


6. Үткән заман ҡылымын тап:

1. килә

2. килде

3. килер


7. Хәҙерге заман ҡылымын тап:

1. бара

2. барҙы

3. барыр


8. Киләсәк заман ҡылымын тап:

1. ашаны

2. ашай

3. ашар


9. Кем ул Ғабдрахман Ҡадыров?:

1. мотоуҙышсы, спорт мастеры

2. йырсы

3. балет артисы


10. Төлкө һүҙенә ниндәй сифат тура килә:

1. ҡаты

2. хәйләкәр

3. эҫе


11. Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан журнал:

1. “Аҡбуҙат”

2. “Ватандаш”

3. “Башҡортостан ҡыҙы”


12. Кем ул Салауат Юлаев?:

1. милли батыр

2. яҙыусы

3. бейеүсе


13. Яңғырау тартынҡылар:

1. б,в,г,ғ,д,ҙ,з,ж,й,л,м,н,ң,р

2. б,в,г,ғ,д,ҙ,з,ж,л,м,н,ң,р,ч,һ


14. Һаңғырау тартынҡылар:

1. п,ф,к,ҡ,т,ҫ,с,х,ц,ч,ш,щ,һ

2. п,ф,к,ҡ,т,ҫ,с,х,ц,ч,ш


15. Зат алмаштары:

1. мин, был,ул,беҙ, һеҙ, улар

2. мин,һин,ул,беҙ,һеҙ,улар
Айзиля Баянова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 фев 2023, 12:05

Re: Методические рекомендации

Сообщение Айзиля Баянова » 11 фев 2023, 12:48

Рус телендә алып барылған мәктәптәргә башҡорт (дәүләт) теленән тест һорауҙары:
1-се класс өсөн тест һорауҙары



1. Башҡорт теленә генә хас һуҙынҡы:

1. а

2. ә

3. у


2.Башҡорт теленә генә хас тартынҡы:

1. п

2. в

3. ҫ


3. Башҡорт алфавитында нисә хәреф?:

1. 33

2. 42

3. 43


4.Һүҙ башында килмәй:

1. ы,э

2. ҫ,ң

3. ө,ү


5.Артыҡ һүҙ:

1. әсәй

2. китап

3. атай


6. Шыршы ниндәй төҫтә?:

1. ҡара

2. йәшел

3. ҡыҙыл


7. Ултырғыс һүҙендә нисә ижек?:

1. 2

2. 3

3. 1


8. 1 һаны нисек яҙыла?:

1. бәр

2. бөр

3. бер


9. Артыҡ һүҙ:

1. күлдәк

2. салбар

3. баш


10. Артыҡ һүҙ:

1. әтәс

2. бәрәс

3. тауыҡ


11. Ҡалын һуҙынҡы:

1. а

2. ә

3. ө


12. Нәҙек һуҙынҡы:

1. ө

2. у

3. ы


13. Дөрөҫ вариант:

1. һаумыһығыҙ

2. һамыһыҙ


14. Хата вариант:

1. һау булығыҙ

2. һау булғыҙ


2-се класс өсөн тест һорауҙары


1. Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан журнал:

1. “Башҡортостан ҡыҙы”

2. “Аҡбуҙат”

3. “Пионер”


2. Башҡортостандың баш ҡалаһы:

1.Стәрлетамаҡ

2. Өфө

3. Мәскәү


3. Артыҡ һүҙ:

1. Уҡыусы

2. Уҡытыусы

3. Бесәй


4. Дөрөҫ вариант:

1. Әсәй заводта эшләй.

2. Эшләй әсәй заводта.

3. Заводта эшләй әсәй.


5. “Ғаилә” темаһына ҡараған һүҙ:

1. ҡусты

2. көндәлек

3. китап


6. Магазинда нимә һатыла?:

1. ит

2. күнегеү

3. театр


7. Мин нимә эшләйем?

1. уҡыйым

2. уҡыйбыҙ

3. уҡый


8. Сәйҙе нимә менән эсәләр?:

1. бал

2. дәфтәр

3. сәнске


9. Айрат кем булып эшләй?:

1. табип

2. завод

3. магазин


10. Тун һүҙенә күплек ялғауын ҡуш:

1. –тар

2. –лар

3. –дар


11. Нимә ауырта?

1. баш

2. итек

3. сәс


12. Баҡсала нимә үҫә?:

1. алма

2. бала

3. ҡош


13. Майҙың хаҡы күпме?:

1. 65 һум

2. 65 тин

3. 65 кг


14. Башҡортостан флагында ниндәй төҫтәр бар?:

1. йәшел, аҡ, күк

2. ҡыҙыл, күк, аҡ

3. һары, йәшел, күк
Айзиля Баянова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 фев 2023, 12:05

Re: Методические рекомендации

Сообщение Илюза Вахитовна » 29 ноя 2022, 17:50

. Билдәле булыуынса, кеше тормошонда һандар мөһим роль уйнай. Уларҙы беҙ мәҡәл-әйтемдәрҙә лә күп осратабыҙ. Ошоға бәйле уҡыусылар түбәндәге күнегеүҙе башҡара ала: күп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе яҙып, мәҡәл-әйтемде тултырып ҡуя.
1) Бер сәскә (яланды матурламай).
2) ... (Уҡығандың) теле икәү.
3) Батыр бер үлә (ҡурҡаҡ өс үлә).
4) Ҡурҡаҡтың күҙе (дүрт була).
5) Биште эшләгәнсе (берҙе еренә еткер).
6) Алтылағы —... (алтмышта).
7) (Ете ҡат үлсә), бер ҡат киҫ.
8) (Һигеҙ һыйыр аҫрағансы), һимеҙ һыйыр
аҫра.
9) Дуҫынан айырылған туғыҙ йыл илар,
(иленән айырылған илле йыл илар).
10) Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң (ул ун ҡат
туйҙыра ).
11) Утыҙ тештән сыҡҡан һүҙ (утыҙ ауылға
еткән ).
12) Ҡырын эш (ҡырҡ йылдан һуң да
беленер ).
13) Егет кешегә (етмеш төрлө һәнәр ҙә аҙ).
14) Йөҙ һум аҡсаң булғансы (йөҙ дуҫың
булһын ).
15) Беләге бар берҙе йығыр (белеме бар
меңде йығыр).
Илюза Вахитовна
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 29 ноя 2022, 14:48

Re: Методические рекомендации

Сообщение Мухамадуллина » 30 сен 2022, 07:12

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологтяһын ҡулланыу.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:
1) Демонстратив планда (төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экранда бөтә синыфҡа күрһәтеү);
2) Компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу (дәрес компьютер кабинетында үткәрелә һәм уҡыусы үҙ аллы эшләй);
3) Интерактив таҡтаны файҙаланыу (дәрес ваҡытында интерактив таҡтала күнегеүҙәр эшләү).
Бының өсөн бөгөнгө көндә дәрестә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәптә 4 –се класстан башлап 11-cе классҡа тиклем электрон дәреслектәр, яҙыусылар тураһында дисктар бар.
Дәрестәрҙә электрон дәреслектәрҙән тыш электрон һүҙлектәрҙе ҡулланыу ла отошло. Электрон һүҙлектәр ҡулланыу башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, ишеткәнде аңлау күнекмәләрен булдыра, һүҙ байлығын арттыра, хатаһыҙ яҙыу күнекмәләрен үҫтерә, дәресте йәнләндерә, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.
Белем сифатын арттырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү өсөн мультимедиа сараларын ҡулланыу бигерәк тә эффектлы. Текст графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң мәғлүиәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә. Уҡыусы, һәләтенә һәм ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, күңеленә оҡшаған программаларҙы таба, теге йәки был эште башҡара ала. Был эштәрҙең иң отошлоһо булып презентация яһау тора. Информацион технология ҡулланылған был эш төрөнә уҡыусы үҙенең проект эше, презентацияһы менән сығыш яһай ала. Слайдтарҙы компьютер мониторында, мультимедиа проекторы аша экранда күрһәтеп, күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшеп була.
Мухамадуллина
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 23 сен 2022, 08:44

Re: Методические рекомендации

Сообщение Айгуль Валиева » 25 сен 2022, 20:45

Мин башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытам. Башланғыс класс балаларын башҡорт өндәре менән таныштырғанда инглиз теле менән сағыштырып биреүҙе отошло тип таптым, сөнки күпселек балалар инглиз теле менән балалар баҡсаһында уҡ, төрлө мәктәпкәсә белем биреү үҙәктәрендә лә танышалар. Башҡорт телендәге үҙенсәлекле 9 өн араһынан 7 өн инглиз телендәге өндәр менән тап килә. Был алым билдәленән билдәһеҙгә принцибына нигеҙләнә. Мәҫәлән:
ә: зәңгәр-синий thank [θæŋk]-благодарность
ө: өкө-сова birthday [bɜ:θdei]- день рождения
ү: күрше-сосед to go[goʊ]-ходить
ң: кәңәш- совет interestig [intrәstiŋ]-интересный
ҙ: ҙур- большой this [ðis] - этот
ҫ: баҫма- мост thimble [θimbl]-наперсток
һ: һыу- вода help [help]-помогать
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу дәрестәренең төп маҡсаттарының береһе булып, һүҙ байлығын арттырыу, алған белемдәрен тормошта ҡуллана белеү тора. Хәҙерге заман балаларында - образлы фекерләү күҙәтелә (клиповое мышление). Дәресте иҫтә ҡалдырырлыҡ итеп үткәрер өсөн уҡытыусыларға төрлө платформалар,сайттар, ҡушымталар ярҙамға килә.
Айгуль Валиева
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 25 сен 2022, 18:50

Re: Методические рекомендации

Сообщение Сулпан » 25 сен 2022, 18:16

[b][b]Рус телендә алып барылған мәктәптәргә башҡорт (дәүләт) теленән башланғыс класстар өсөн тест һорауҙары[/b][/b]
1. Укажите строку про школу.
А. Ҡыш, бүлмә, әсәй ,сәскә,
Б. Дәфтәр, уҡыусы, уҡытыусы
В. малай, йәй, дуҫ, уҡыусы, өләсәй
2. Мәктәптә уҡыу ҡасан башлана?
А. 25 май
Б. 1 сентябрь
В. 1июнь
3. Укажите строку где есть предложение про осень
А. Ағастарҙан япраҡтар ҡойола
Б. Көн ҡояшлы һәм йылы.
В. Урамда ап-аҡ ҡар яуа.
4. Найдите лишнее слово
А. Тау
Б. Ағас
В. Кеше
5. Найдите правильный перевод предложения-Башҡорт теле дәресен яратам.
А. Я сижу на уроке башкирского языка
Б. Я люблю урок башкирского языка
В.Мне нравится урок башкирского языка
6. Переведите предложения на русский язык.
А. Көҙ-
Б. Һыуыҡ-
В. Матур-
7. Соотнесите словосочетания.
8. Найдите антоним к слову «Яҡшы”
А.Насар
Б.Бысраҡ
В.Атай
9. Укажите строку где есть собственные имена
А.Урал, Салауат, Өфө, Ағиҙел
Б.Боҙ, Тау, Ағас, Әсәй
В.Апай, Парта, Малай, Инәй
10. Сколько есть времён года?
А.Дүрт
Б.Алты
В.Ун
11. Укажите строку где правильный перевод.
А. Дәфтәр-Мел
Б.Ҡоштар-Птицы
В.Сәскә-Небо
12. Вставьте пропущенные буквы к словам.
По__зд, икм__к, а__ас, м__ктәп, ҡ__ләм, д__фтәр, ҡы__ар.
13. какое время года сейчас?
А.Ҡыш
Б.Йәй
В.Көҙ
Сулпан
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 23 сен 2022, 17:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение ираиля » 22 сен 2022, 08:32

уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн бик күп файҙалы дәрестәр бар
ираиля
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 22 сен 2022, 07:59

Re: Методические рекомендации

Сообщение Закирова Лилия » 19 май 2022, 19:15

Башҡорт теле дәрестәрендә мнемоника алымын ҡулланыу.
Башҡорт телен уҡытыуҙың төп маҡсаты- уҡыусыларҙа коммуникатив компетентлыҡ булдырыу, ә төп бурыс- һүҙ байлығын арттырып, телмәр үҫтереү. Башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң кәрәкле эштәрҙең береһе - һүҙлек запасын даими тулыландырыу һәм һүҙҙәрҙең телмәрҙә әүҙем ҡулланылыу. Аралашырлыҡ һүҙлек запасы тупламай тороп, бала һөйләшергә өйрәнә алмай. Һүҙлек эше һәр- дәрестең (бында бөтә фәндәр буйынса күҙ уңында тотола) айырылғыһыҙ өлөшө. Үҙләштереләһе һүҙҙәр актив һәм пассив һүҙлеккә бүленә. Төрлө кластарҙа уҡыған балаларға үҙләштереү өсөн күпме һүҙ кәрәк һуң? . Ғалимдар фекеренсә, актив үҙләштерелгән 300-400 һүҙ 5-6 репликанан торған диалогта ҡатнашырға, ҡатмарлы булмаған текстарҙы аңларға, 6-7 һүҙҙән торған һөйләм төҙөп яҙырға мөмкинселек бирә. Пассив үҙләштерелгән һүҙ был күрһәткесте тағы ла яҡшырта.. Сит тел өйрәнгән сығарылыш класс уҡыусыһының актив һүҙлек запасына 1500-2000 һүҙ инә. Ошо тиклем һүҙ менән көндәлек тормошта аралашырға мөмкин.
Уҡыусының һүҙлек запасындағы һүҙҙәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына түгел, ә оҙон ғүмерле, йәки бик оҙаҡҡа етерлек итеп хәтерҙә ҡалдырыу мөһим. Бының өсөн төрлө ысулдар, алымдар бик күп. Шуларҙың береһе мнемотехника методы. Нимә һуң ул мнемотехника? Мнемотехника, йәки мнемоника, грек теленән "иҫтә ҡалдырыу сәнғәте". Мнемоника мәғлүмәтте ырамлы иҫтә ҡалдырыу, хәтерҙә һаҡлау, яңынан иҫкә төшөрөүҙе тәьмин итеүсе методтар һәм алымдар системаһы.
Мнемотехниканың уҡытыу маҡсаты-хәтерҙе, фекерҙе, күҙ алдына килтереүҙе, иғтибарҙы үҫтереү, йәғни психик процестарҙы үҫтереү, сөнки улар тулыһынса телмәр үҫтереү менән тығыҙ бәйләнгән. К Д. Ушинский былай тип яҙған:"Балаға ниндәй ҙә булһа ят биш һүҙ өйрәтегеҙ- ул оҙаҡ һәм бушҡа ғына яфаланасаҡ, әммә шундай уҡ ят егерме һүҙҙе һүрәттәр менән бәйләһәгеҙ, бала шунда уҡ уларҙы үҙләштерер". Мнемотехника ҡулланып мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдырыу юлдары бик күп төрлө. Хәҙер бер нисә алымын ҡарап үтәрбеҙ. Уларға мнемоквадраттар, мнемоюлдар, мнемотаблицалар. Мнемосхемалар ярҙамында һүҙ байлығын , йомаҡтар ҡоярға ,шулай уҡ яуаптарын табырға, әҙәби әҫәрҙе һөйләргә өйрәнергә, тел шомартҡыстар, шиғырҙар ятларға, һөйләмдәр, хикәйә төҙөргә була.
Бер нисәһенә миҫалдар ҡарап үтәбеҙ.
Мнемотаблицаға таянып шиғыр (йомаҡ) ятлау юлы.(слайд)
Түңәрәкмен, тәмлемен,
Мин ағаста үҫәмен.
Ярата мине ололар
Һәм бәләкәй балалар.
Мнемотаблицаға таянып хикәйә һөйләү(слайд)
Күктә аҡҡош осоп бара. Уның ҡаурый ҡанаты төшөп китте. Аҡ ҡанатты терпе күреп ҡалды. Ул ҡанатты ҡар бөртөгө тип уйланы. Әгәр ул ҡар бөртөгө икән, тимәк тиҙҙән ҡыш етәсәк. Терпегә өң эҙләргә кәрәк. Ул өң эҙләп тапты һәм яҙға тиклем йоҡларға ятты.
Һүҙлек һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалдырыу мнемоникаһының бер нисә юлдарына туҡталып үтәйек:
- яҙма рәүештә (күреү һәм яҙыу моторикаһы үҫешкән бала яҙып теләмәйенсә лә хәтерҙә ҡалдыра, механик рәүештә.)
-ассоциатив образдар аша хәтерҙә ҡалдырыу (механик рәүештә ятлауға ҡарағанда, образдар аша хәтерҙә нығыраҡ ҡалдыра.) Мәҫәлән, йыл миҙгелдәре абстракт төшөнсөләр. Беҙ уларҙы бер нисек тә тотоп ҡарай алмайбыҙ. Шулайҙа ул"ҡыш"-ҡар, яҙ- умырзая сәскәһе, йәй- ҡояш, көҙ-һары саған япрағы.(сайд)
Һандарҙы образлаштарыу. 0-сәғәт, туп, глобус, компас, тәгәрмәс
1- багана, ручка, ҡәләм, һөңгө, уҡ, ҡаҙаҡ, багор һ.б.;
2- ҡаҙ, аҡҡош, шахмат аты, йылан, элгес, парлы предметтар, мәҫәлән рельстар, игеҙәктәр һ.б.;
3- йөрәк, якорь, өсмөйөш, светофор, өс башлы аждаһа;
4 - ултырғыс, елкән, флаг;
5- бормалы юл, асылган ҡул усы, урак, йондоҙ;
6 йоҙаҡ, тамсы, асыҡ һандыҡ, кинорамка;
7 салғы, балта, кәсәү, итек топор, самолёт, клюшка, крокодил Гена;
8 бинокль, күҙлек, , ҡом сәғәте, гитара, гантелдәр, лампа;
9 - аскыс, зонтик, һыҙғыртмаҡ.
Конкрет темаға туҡталабыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа калейдоскоп ята. Шуның тишегенә иғтибар менән ҡарайбыҙ. Хәҙер барыбыҙ ҙа ошо калейдоскоптарҙың бәләкәй тәҙрәһенән уйҙарыбыҙ менән (мысленно) инеп китәбеҙ.(ошо моментта баланың ҡыҙыҡһыныуы арта) Нимәләр кисерәһегеҙ: төҫтәр ҡатнашмаһын күрәбеҙ(слайд). Тимәк беҙ төҫтәр менән танышасаҡбыҙ. Беҙҙең темабыҙҙың исеме "Серле каледоскоп". Һәр төркөм бына ошо төҫтәрҙән береһен генә һайлап алабыҙ(төҫтәр слайды)( төҫтәрҙе таратып бирәм)
Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү этабы.
1. Уҡытыусы әйткәнде ҡабатлау, телдән һәм яҙма рәүештә иҫтә ҡалдырыу.
2. Текстан табыу. Д. Исламовтың "Көҙгө йәйғор"ҙан өҙөк уҡыу. (Төҫтө белдергән һүҙҙәрҙе табыу) (Ҡайһы төркөм күберәк төҫтө таба, билдәләйбеҙ)
3 Төҫтәре хәтерҙә ҡалдырыу. Мәҫәлән(слайд) "Һүҙ эсендә һүҙ" "ҡыҙыл" - ҡыҙ; "йәшел"- йәш; "ҡара"- ҡара ҡарға "ҡар" ти; "һоро"-русса эвивеленты "серый"(соро) һүҙенең әйтелешенә яҡын, "аҡ"ҡа рифма һүҙ "һаҡ"(аҡ төҫ менән бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки тиҙ бысрана); "алһыу"- "ал+һыу"
4 "Мейе штурмы" -уҡыусы ижади уйлана. Уйығыҙға ошо төҫтәр менән нимәләрҙе күҙаллайһығыҙ? Идеялар башҡа һыймаҫлыҡ фантастик формала ла булырға мөмкин. Һәр төркөм үҙе һайлаған төҫ менән генә эшләй.(ҡағыҙға яҙып баралар),(һәр уҡыусының яуабы булырға тейеш.)
5."Мейе штурмы"нда нимәләргә иғтибар итергә кәрәк: яуаптарҙы тәнҡитләмәҫкә; һәр идеяның тик яҡшы яҡтарын ғына күрә белергә кәрәк; һәр яуапты баһаларға.
6. "Музыкаль калейдоскоп" Һәр төркөм үҙҙәренең төҫтәренә тура килгән йыр йырлайҙар. ("Йәшел", "Ҡыҙыл ", "Зәңгәр ", "Һары", "Аҡ")7. "Башватҡыс" (слайд) (төркөмдәрҙә эшләү)
ҡ у т ә й к
ы ҙ е ш р ө
р ы л г ә н
а һ о ң р и
ҡ о р ә з д

8. "Һөлдә" уйыны. Тартынҡылар араһына һуҙынҡынларҙы ҡуй, ҠҘЛ, ЙШЛ, КРН, ЗҢГР
9. Хәҙер калейдоскоптан үҙегеҙгә оҡшаған төҫтәрҙе бына ошо смайликтарға тура килтереп алып сығабыҙ. (Рефлексия)
Уҡытыусы дәрестә ниндәй генә уҡытыу алымдары ҡулланмаһын, уларҙың барыһы ла уҡыусыны үҙенә йәлеп итәрлек, дәресте хәтерҙә ҡалдырырлыҡ булырға тейеш.
Закирова Лилия
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 19 май 2022, 18:27

След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 0