GulnazSTR » 20 мар 2020, 04:31
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһында заманса технологиялар, инновацион алымдар
Уҡыу-уҡытыу, үҫеп килгән быуынға кешелек тарихында тупланған белемдәрҙе тапшырыу – мәңгелек, бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмаған проблема. Йәмғиәттәге әхлаҡ, мәҙәни мөхит, рухи ҡиммәттәрҙең үҫтерелеше мәсьәләһе тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек хәл ителеүенә бәйләнгән.
Мәғариф – кешелектең киләсәк йәшәйешен, үҫешен тәьмин итә торған иң мөһим тармаҡтарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы “заманса уҡытыу” (яңыса белем биреү) төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу – заман талабы.
В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләгеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә. Матбуғатта, ғилми-ғәмәли конференция материалдарында төрлө уйындар файҙаланыу, төркөмдәр менән эшләү, проблемалы-дифференциаль уҡытыу, логик мәғәнәүи моделдәр ҡулланыу, терәк сигналдар, блоклап уҡытыу тураһында күп яҙыла, уҡытыусылар уларҙы үҙ дәрестәрендә ҡуллана.