Задать вопрос

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Задать вопрос

Сообщение Рита Харисовна » 09 фев 2022, 08:29

Хәйерле көн! Белемде камиллаштырыу курсы өсөн ҙур рәхмәт. Үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдым. Педагогик эшмәкәрлегемдә киләсәктә улар булышлыҡ итер, тип уйлайым. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләһе, уның киләсәге бик борсой.
Рита Харисовна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 09 фев 2022, 08:09

Re: Задать вопрос

Сообщение Резида Ахмадеева » 23 мар 2020, 19:29

Һаумыһығыҙ! Урта махсус белем биреү уҡыу йорттары өсөн яңы дәреслек ҡасан сығыр икән? Хоҡуҡ һәм иҡтисад белгестәре өсөн башҡорт теле дәреслектәр булырмы?
Резида Ахмадеева
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 23 мар 2020, 19:09

Re: Задать вопрос

Сообщение Чулпан Рәлиф ҡыҙы » 22 мар 2020, 10:25

Курстың йомғаҡлау өлөшө.
Мин был курстан бик күп кәрәк мәғлүмәт алдым.Дәрестәрҙе үткән ваҡытта видео дәрестәр,лекцияләр бик ярҙам итте.Аңлашылмаған теманы шул видеоны ҡат-ҡат ҡарап,аңларға тырыштым.Дәрестә иң ҡыҙығы минең өсөн диаграмма төҙөү булды.Киләсәктә эшемдә ошоларҙы ҡулланырмын тип уйлайым.Сөнки был эштәр башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел,ә класс етәксеһе булараҡ та бик кәрәк.Уҡытыусы эшен компьютерһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.Ниндәй генә эштәр башҡарһаҡ та (дәрес,уйын,класстан тыш саралар,байрамдар,отчеттар һ.б.) интернет селтәренән төрлө сайттарҙан,порталдарҙан мәғлүмәт эҙләйбеҙ.Һеҙ мәғлүмәт эҙләп табыу эштәрен беҙгә тағы ла еңеләйтеп,белемдәребеҙҙе тулыландырырға ярҙам итәһегеҙ.
Ҡаршылыҡтар ҙа булды. Беренсенән ваҡыт етмәү ине,ә икенсенән тәү тапҡыр эш башлағанда бик ауыр һәм йырып сыға алмаҫ кеүек инем.Ҡурҡыу хистәре барлыҡҡа килде.Үҙемде еңеп,лекцияләрҙе уҡырға һәм видеодәрестәрҙе ҡарарға тырыштым.Курс буйынса, эш өҫтәлемдә папка асып, бөтә бирелгән лекцияләрҙе йыйҙым.Онотҡанда ҡарап алырға еңел булһын тип.
Яңалыҡтар бик ҡыҙыҡлы.Шуға күрә уҡытыусы замана менән бергә, ул яңалыҡтарҙан ҡалышмаҫҡа тейеш тип уйлайым.Биремдәр ауыр булһа ла, беҙгә сайт ИРО РБ бик ныҡ оҡшай.Дистацион курс өсөн ҙур рәхмәт!Бик күп нәмәгә өйрәндем.Һәр дәресте ентекләп,ҡыҙыҡһындырып аңлатып эшләтәһегеҙ.Байтаҡ яңа эштәр эшләргә өйрәттегеҙ.Ойошторолған курс бөтәһе өсөн дә бик файҙалы.
Чулпан Рәлиф ҡыҙы
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 22 мар 2020, 08:47

Re: Задать вопрос

Сообщение Лилия Бакирова » 17 апр 2019, 20:36

Хәйерле көн! Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ киләһе уҡыу йылында нисә сәғәт булыр икән?
Лилия Бакирова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 17 апр 2019, 20:09

Re: Задать вопрос

Сообщение Габитова З.Г. » 15 апр 2019, 05:20

Айгуль Насабутдинова писал(а):Һаумыһығыҙ! Мин дүрт йыл эшләмәгәндән һуң, декабрь айында ғына эшләй башланым, шуға күп яңылыҡтарҙан артта ҡалғанмын. Башҡорт (дәүләт) теленән кем авторлығында һәм ҡасан, нисәнсе йылда сыҡҡан программаға таянып эш программаһы төҙөү дөрөҫ була?


Хөрмәтле Айгөл Насабутдинова! Башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе
Габитова З.М. «Примерные программы по башкирскому для 5-9, 10-11 классов башкирских школ». –Уфа: «Китап», 2017 программаға таянып төҙөү кәрәк буласаҡ.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Задать вопрос

Сообщение Айгуль Насабутдинова » 11 апр 2019, 16:02

Һаумыһығыҙ! Мин дүрт йыл эшләмәгәндән һуң, декабрь айында ғына эшләй башланым, шуға күп яңылыҡтарҙан артта ҡалғанмын. Башҡорт (дәүләт) теленән кем авторлығында һәм ҡасан, нисәнсе йылда сыҡҡан программаға таянып эш программаһы төҙөү дөрөҫ була?
Айгуль Насабутдинова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 11 апр 2019, 15:25

Re: Задать вопрос

Сообщение Габитова З.Г. » 27 мар 2019, 04:13

СултановаР.С. писал(а):Һаумыһығыҙ. Башҡорт дәүләт теле булараҡ уҡытҡан (5-9 кластар өсөн) дәреслектәргә эш дәфтәрҙәре был уҡыу йылына өлгөрәме? Рәхмәт.

Дәүләт теленән 5-се кластар өсөн эш дәфтәре баҫтырылып сығарылды.Авторҙар тарафынан әлеге ваҡытта 6-9-сы кластар өсөн эш дәфтәрҙәре әҙерләнә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Задать вопрос

Сообщение ziasheva.v » 09 ноя 2018, 17:18

Һаумыһығыҙ! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре йылдан-йыл кәмей. Ни өсөн?
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Задать вопрос

Сообщение СултановаР.С. » 09 ноя 2018, 14:26

Һаумыһығыҙ. Башҡорт дәүләт теле булараҡ уҡытҡан (5-9 кластар өсөн) дәреслектәргә эш дәфтәрҙәре был уҡыу йылына өлгөрәме? Рәхмәт.
СултановаР.С.
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 14:21

Re: Задать вопрос

Сообщение Габитова З.Г. » 09 ноя 2018, 09:57

ifira1972 писал(а):Һаумыһығыҙ! Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн яңы программа буласаҡмы?

Уҡытыу рус телендә алып барлыған мәктәптәр өсөн авторҙар тарафынан яңы программалар әҙерләнә.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2