Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение nabziza » 25 мар 2022, 16:53

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
олимпиада һорауҙары (7 класс)
1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.
Ҙур - килә -
Бейек – йүгерә -
Оҙон – юғары -
Эҫе - ҡаты -
2. Бирелгән исемдәргә тура килгән ҡылымдар өҫтәп яҙығыҙ.
Ел
Үлән
Балыҡ
Машина
Һарыҡ
Эт
3. “Ҡыш” темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.
4. Диалогты дауам итегеҙ.
• Марат, бөгөн дәрестән һуң нимә эшләйһең?
• …
• …
• …
5. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.
1. Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.
2. Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан.
3. Айрат 7-се класта уҡый.
6. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.
М.Кәрим “Башҡорт теле”
З.Биишева “Көҙҙәр еткәс”
К.Кинйәбулатова “Уҡытыусыма”
7. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.
Ҡарға –
Күгәрсен –
Һандуғас –
Кәкүк -

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән
текст (7 класс)
Көҙгө урман ниндәй һоҡландырғыс икән ул! Юғарынан ҡарағанда, әйтерһең, ер өҫтөнә оҫта ҡулдар эшләгән сағыу биҙәкле ҙур кейеҙ түшәлгән. Ҡарағайҙар, йәйге төҫтәрен юғалтып, асыҡ йәшел төҫкә ингәндәр. Ҡайын япраҡтары һары, ә уҫаҡ, саған, муйыл япраҡтары ҡыҙғылт алһыу буяуға мансылған. Мәғрур имәндәр ҡырауҙарға һаман бирешмәгән әле — йәшел шәлдәрен һалмағандар. Йүкәлектәр ҡара көрән төҫтә күренә, уларҙың япраҡтары иртәрәк ҡойола шул. (Н. Мусин
nabziza
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 мар 2022, 15:32

Проект эше

Сообщение zagyra » 24 мар 2022, 12:07

Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Эш дәрестең бер-нисә минутынан алып аҙна йәки айҙарға тиклем алып барылырға мөмкин. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү еңелдән түгел, эште үтәп сығыу уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уятыуы менән дә мөһим. Уҡыусылар төрлө сараларҙа ышаныслы сығыш яһай башлайҙар, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар. Ижади фекерләү, дөрөҫ телмәр уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныуҙы арттыра. Мәктәптәрҙә баланың рухи үҫешенә, үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп маҡсаты булырға тейеш.
Проект эше уҡыусыларға оҡшай.Бик теләп,яратып эшләйҙәр.
zagyra
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 24 мар 2022, 09:53

Re: Методические рекомендации

Сообщение АльбинаC » 19 мар 2022, 15:53

Материалығыҙ бик тә матур. Рәхмәт. Эшемдә ҡулланыр өсөн үҙемә күсереп алдым.
Рафиля писал(а):Дидактик уйындар (методик кәңәштәр)

Дидактик уйындар
Һәр дәрестә балаларҙың йәшен, тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы күнегеүҙәрҙең күләмен иҫәпкә алып, үтәсәк йәки үткән темаға яраҡлаштырып, дәрестең төрлө этабында дидактик уйындар ҡулланырға була. Был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, таныш объекттарҙың яңы сифаттарын эҙләргә, уларҙы ҡулланырға өйрәтә. Тимәк, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, фекер һығылмалвғын үҫтереүгә ваҡыт бүлһәк, белемле генә түгел, тормошта үҙ юлын таба белгән интеллектуаль шәхес тәрбиәләрбеҙ[1].
Өндө өйрәнгәндә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр: Фонетик, орфоэпик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.
1.Уҡытыусы хәреф диктанты яҙҙыра. Бер бала таҡтаға сыға.
Мәҫәлән: [л], [ө], [у], [к], [ү], [д], [ә].
Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү (көл, күл, күлдәк, өкө).
2. “Ҡайһы баҫҡыс бейегерәк? ” (уйын)
Ү
р

Ү
р
ә

Ү
р
м
ә

Ү
р
м
ә
к
с
е
3. “Кем иғтибарлы? ” (уйын)
Балалар һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалыуын әйтергә тейеш?

. уян бес.й ҡар.а

Тур.ай б.ре .ыйыр
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.
4. Уҡытыусы һорауына яуап биреү:
-Һыйыр нисек мөгөрләй? (мө-мө-мө)
-Әтәс нисек ҡысҡыра? (кики-рү-кү-ү-үк)
-Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)
-Кәзә нимә ти? (мә-мә-мә) һ.б.
5.“Фотоға төшөрөү”
Таҡтаға йә айырым карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу өсөн күрһәтәң дә, тиҙ генә ябаһың, һүҙҙәрҙәге хәрефтәр һаны арта бара.
Мәҫәлән: 1. о ә у ө
ө ү о ө и
а у ө ә ү
6. “Тиҙ генә әйт”
Шиғыр юлын йә һөйләмде шәп итеп 10 тапҡыр өҙлөкһөҙ ҡабатларға. Мәҫәлән: Сәй эсә әсәй, Ниндәй тәмле сәй!
7. “Кем тиҙерәк?” уйыны.
Уҡытыусы таҡтаға хәрефтәр яҙылған карточкалар ҡуя. Мәҫәлән: БАНӘҒПҮӨ өаруоаеу
Ике уҡыусы ярышып тик һуҙынҡыларҙы йәки тик тартынҡыларҙы йыя.
8.“Ҡалын йәки нәҙек парын тап!”
Таҡтаға айырым ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар ҡуйыла. Уҡыусылар уларҙың ҡалын йәки нәҙек парҙарын табырға тейеш.
[] – ә [] – ү [] -о
9. “Алма йыйыу” уйыны.
Таҡтаның тәүге яртыһына һуҙынҡы хәрефтәр урынына нөктә ҡуйылған һүҙҙәр яҙылған, икенсе яртыһында алмағас һүрәте. Унда ҡатырғанан киҫеп яҙылған алма һүрәттәренә һуҙынҡылар яҙылған. Уҡыусылар бер-бер артлы таҡта янына сығып, “алма йыя” — бер алманы өҙөп, нөктә урынына беркетә.
10. Уҡытыусы балаларға һүҙҙәр әйтә, ә уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен генә айырып алалар. Мәҫәлән:

алма
сана
сөгөлдөр [ө]
көс [ө]
еләк [ә].

11. Дәрестәрҙә таблицалар ҡулланыу.
Мәҫәлән: [ә]-әсәй, әтәс, бәләкәс
[ө]-өләсәй, өкө, өң
[ү]-күк, күп, кәмә.
Интелектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы, шаян һорауҙар фекерләү ҡеүәһен үҫтерә һәм мәсьәләләрҙе етеҙ сисергә булышлыҡ итә: Мәҫәлән,
1.Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?(ҡыш бабай)
2.Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә?(тәҙрә)
3.Фонтанлы диңгеҙ хайуаны( кит)
4.Ниндәй район оса? (күгәрсен)
5.Алфавмттың бишенсе хәрефе ниндәй?(ғ)
6.Ҡар ниндәй була? (аҡ, йомшаҡ, ҡырпаҡ, епшек. Һалҡын)
7.Һыуҙа ниндәй таш булмай? (ҡоро)
8.Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный?(кесерткән)
9.Нимә саҡһа файҙалы (ҡорт)
10.Нимә һөйәкһеҙ була? (тел)
Ребустар: 6н – алтын

7н – етен
К3өк – көсөк
100ә - йөҙә
100өм – йөҙөм
5ек - бишек
т10 - тун
К3 көс

Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[2]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.

Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[3]

АльбинаC
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 19 мар 2022, 15:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение АльбинаC » 19 мар 2022, 15:47

4 класс уҡыусылары өсөн тест
1. Башҡортостандың иң бейек тауы. Самая высокая гора РБ

а) Ямантау б) Янғантау в) Ирәмәл

2. Дөрөҫ төҙөлгән һөйләмде һайла. Найти правильно составленное предложение.

а)Мин уҡыйым бишенсе класта.
б)Уҡыйым бишенсе класта мин.
в)Мин бишенсе класта уҡыйым.

3.Ҡала исемдәре булған юлды тап. Найти ряд с названиями городов.

а) Ағиҙел, Урал,Дим. б) Өфө,Салауат,,Нефтекама. в) Еҙем, Бөрө,Урал.

4.Ҡайһы һүҙҙәрҙә хәрефтәр дөрөҫ яҙылған. Найти правильно написанный ряд.

а)һаумы, мектәп, дефтәр
б)һоумы, мәктәп, дәфтер
в) һаумы, мәктәп, дәфтәр

5. Дөрөҫ тәржемәһен тап. Найти правильный перевод
Я живу в Уфе

а) Мин йәшәйем Өфөлә.
б)Мин Өфөлә йәшәйем.
в) Мин Уфала йәшәйем.

6.Дөрөҫ тәржемәһен тап.Найти правильный перевод
Я люблю маму.

а)Мин әсәйемде яратабыҙ.
б)Әсәйемде яратам мин.
в) Мин әсәйемде яратам.

7.Дөрөҫ тәржемәһен тап.Найти правильный перевод
Наступает лето.

а) Көҙ етә. б) Йәй етә. в)Ҡыш килә.
АльбинаC
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 19 мар 2022, 15:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Рафиля » 11 фев 2022, 13:40

Дидактик уйындар (методик кәңәштәр)

Дидактик уйындар
Һәр дәрестә балаларҙың йәшен, тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы күнегеүҙәрҙең күләмен иҫәпкә алып, үтәсәк йәки үткән темаға яраҡлаштырып, дәрестең төрлө этабында дидактик уйындар ҡулланырға була. Был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, таныш объекттарҙың яңы сифаттарын эҙләргә, уларҙы ҡулланырға өйрәтә. Тимәк, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, фекер һығылмалвғын үҫтереүгә ваҡыт бүлһәк, белемле генә түгел, тормошта үҙ юлын таба белгән интеллектуаль шәхес тәрбиәләрбеҙ[1].
Өндө өйрәнгәндә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр: Фонетик, орфоэпик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.
1.Уҡытыусы хәреф диктанты яҙҙыра. Бер бала таҡтаға сыға.
Мәҫәлән: [л], [ө], [у], [к], [ү], [д], [ә].
Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү (көл, күл, күлдәк, өкө).
2. “Ҡайһы баҫҡыс бейегерәк? ” (уйын)
Ү
р

Ү
р
ә

Ү
р
м
ә

Ү
р
м
ә
к
с
е
3. “Кем иғтибарлы? ” (уйын)
Балалар һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалыуын әйтергә тейеш?

. уян бес.й ҡар.а

Тур.ай б.ре .ыйыр
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.
4. Уҡытыусы һорауына яуап биреү:
-Һыйыр нисек мөгөрләй? (мө-мө-мө)
-Әтәс нисек ҡысҡыра? (кики-рү-кү-ү-үк)
-Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)
-Кәзә нимә ти? (мә-мә-мә) һ.б.
5.“Фотоға төшөрөү”
Таҡтаға йә айырым карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу өсөн күрһәтәң дә, тиҙ генә ябаһың, һүҙҙәрҙәге хәрефтәр һаны арта бара.
Мәҫәлән: 1. о ә у ө
ө ү о ө и
а у ө ә ү
6. “Тиҙ генә әйт”
Шиғыр юлын йә һөйләмде шәп итеп 10 тапҡыр өҙлөкһөҙ ҡабатларға. Мәҫәлән: Сәй эсә әсәй, Ниндәй тәмле сәй!
7. “Кем тиҙерәк?” уйыны.
Уҡытыусы таҡтаға хәрефтәр яҙылған карточкалар ҡуя. Мәҫәлән: БАНӘҒПҮӨ өаруоаеу
Ике уҡыусы ярышып тик һуҙынҡыларҙы йәки тик тартынҡыларҙы йыя.
8.“Ҡалын йәки нәҙек парын тап!”
Таҡтаға айырым ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар ҡуйыла. Уҡыусылар уларҙың ҡалын йәки нәҙек парҙарын табырға тейеш.
[] – ә [] – ү [] -о
9. “Алма йыйыу” уйыны.
Таҡтаның тәүге яртыһына һуҙынҡы хәрефтәр урынына нөктә ҡуйылған һүҙҙәр яҙылған, икенсе яртыһында алмағас һүрәте. Унда ҡатырғанан киҫеп яҙылған алма һүрәттәренә һуҙынҡылар яҙылған. Уҡыусылар бер-бер артлы таҡта янына сығып, “алма йыя” — бер алманы өҙөп, нөктә урынына беркетә.
10. Уҡытыусы балаларға һүҙҙәр әйтә, ә уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен генә айырып алалар. Мәҫәлән:

алма
сана
сөгөлдөр [ө]
көс [ө]
еләк [ә].

11. Дәрестәрҙә таблицалар ҡулланыу.
Мәҫәлән: [ә]-әсәй, әтәс, бәләкәс
[ө]-өләсәй, өкө, өң
[ү]-күк, күп, кәмә.
Интелектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы, шаян һорауҙар фекерләү ҡеүәһен үҫтерә һәм мәсьәләләрҙе етеҙ сисергә булышлыҡ итә: Мәҫәлән,
1.Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?(ҡыш бабай)
2.Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә?(тәҙрә)
3.Фонтанлы диңгеҙ хайуаны( кит)
4.Ниндәй район оса? (күгәрсен)
5.Алфавмттың бишенсе хәрефе ниндәй?(ғ)
6.Ҡар ниндәй була? (аҡ, йомшаҡ, ҡырпаҡ, епшек. Һалҡын)
7.Һыуҙа ниндәй таш булмай? (ҡоро)
8.Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный?(кесерткән)
9.Нимә саҡһа файҙалы (ҡорт)
10.Нимә һөйәкһеҙ була? (тел)
Ребустар: 6н – алтын

7н – етен
К3өк – көсөк
100ә - йөҙә
100өм – йөҙөм
5ек - бишек
т10 - тун
К3 көс

Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[2]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.

Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[3]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
Рафиля
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 11 фев 2022, 12:24

Re: Методические рекомендации

Сообщение Нургалина Альмира » 09 фев 2022, 12:05

Күп педагогтар алдында уҡытыу сифатын,һөҙөмтәһен күтәреү мәсьәләһе,бурысы тора.Шулай булғас уҡытыу материалының уҡыусылар аңына нисек йоғонто яһауын,ни тиклем үҙләштерелеүен, ижади һәм уҡыу һәләттәрен үҫтереүгә ниндәй кимәлдә булышлыҡ итеүен асыҡларға кәрәк. Ҡала шарттарында төрлө милләт балаларын уҡытҡан башҡорт теле уҡытыусылары алдында был мәсьәлә бигерәк тә актуаль.
Заманса технологиялар файҙаланып, беренсе сиратта, уҡыусыларҙы тексты аңлы уҡыу һәм текст менән эшләргә өйрәтеү юлдарын ҡулланырға тырышам:
-мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар,
-проект методы,
-уҡыусыларҙы тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү
-дифференциациялы уҡытыу
-хеҙмәттәшлек һәм төркөмдәрҙә эшләү технологияһы
- һаулыҡ һаҡлау технологияһы
-уйын технологияһы
-кластер методы
-мейе штурмы методы
-синквейн методы һ.б.
Бөтә был ысулдарҙы һәм технологияларҙы ҡулланыу уҡыу эшмәкәрлеген,танып белеү мөмкинлеген әүҙемләштерергә , предметты өйрәнеүгә мотивация күтәрергә булышлыҡ итә, күнекмә һәм оҫталыҡтарҙы формалаштырыу, тел шымартыу һәм коммуникатив үҫеш өсөн өҫтәмә шарттар булдыра.
Нургалина Альмира
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 09 фев 2022, 10:19

Re: Методические рекомендации

Сообщение Рушания » 23 ноя 2020, 14:16

Белем биреүҙә өй эшенең әһәмиәте.
Дәрестән тыш эштәр араһында өй эше иң әһәмиәтле урынды алып тора. Өй эше – дәрестәге эштең дауамы ул. Уҡыусылар дәрестә өйрәнгән материалды өйҙә тағын бер ҡабат иҫкә төшөрәләр, уны күнегеүҙәр ярҙамында нығыталар, киңәйтәләр.

Өй эше биреүҙә уҡытыусы төп ролде уйнай. Өй эше методик яҡтан дөрөҫ, уйланған булырға тейеш. Әгәр уның асыҡ маҡсаты уҡыусыларға еткерелмәһә, ул ваҡытты бушҡа әрәм итеү генә булырға мөмкин. Педагогик яҡтан уйлап бирелмәгән өй эше уҡыусыға белем дә, күнекмә лә бирмәй, телгә тиҫкәре ҡараш тыуҙыра. Бөгөнгө көн дәрестәрендә уҡыусыларҙы үҙ аллылыҡҡа өйрәтеү төп бурыс булып тора. Үҙаллыллыҡҡа өйрәнгән бала өй эшен дә еңел башҡара. Бына шуға күрә йәш быуынды үҙ аллы эш итергә өйрәтеү, уҡытыусыларҙың төп бурысы.

Башҡорт теле дәрестәрендә өй эштәренең төп төрө - күнегеү. Күнегеүҙәр дәрестә үткән грамматик материалды үҙләштереү һәм нығытыуҙа төп ролде уйнай. Күнегеүҙе, теория менән бәйләп, маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле үтәү мөһим. Логик фекерләү һәләтен үҫтереү һәм теория менән практиканы аңлы рәүештә бәйләргә өйрәтеү өсөн, һәр бер күнегеүҙең маҡсатын, уларҙың ҡайһы тарафҡа эйә булыуын уҡыусыларға аңлата барырға кәрәк. Уҡыусы һәр бер эш алдынан һорау ҡуйып, йәғни эштең маҡсатын теоретик материал менән бәйләнеше тураһында уйлап, үҙе эшләй алырлыҡ булһын. Уҡытыусы өйгә бирелә торған күнегеүҙәрҙе дәреслектән, башҡа сығанаҡтарҙан, дәрестең маҡсатына яуап бирерлек итеп, үҙе ижади төҙөп тә бирә ала. Өй эше итеп уҡыусыларға күнегеүҙәрҙең мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыларын һәм уларҙы эҙләргә мәжбүр итерлеклеләрен биреү уңышлы. Күләме яғынан күп булмаҫҡа тейеш. Уҡыусы ашыға, бысрата, эш ялыҡтыра.

Өй эше биргәндә, шулай уҡ уҡыусыларҙың башҡа фәндәрҙән өйгә ниндәй эш алыуҙарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы уҡыусыларға “ауыр” йәки “еңел” көндәр булмаһын. Дәрескә килгәс уҡыусыларҙың эштәре мотлаҡ тикшерелә, баһа ҡуйыла, дөрөҫ эшләүҙәре, яңы теманы аңлауҙары асыҡлана.
Рушания
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 22 ноя 2020, 08:11

Re: Методические рекомендации

Сообщение Акбирова Л.Л. » 21 ноя 2020, 19:23

Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәттән олимпиада һорауҙары
7 класс
Туған тел
1.Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙәрҙе күрһәтегеҙ: япраҡ, ут, дәфтәр, баян, юрға,ете.
2. Оҙонораҡ, һарыраҡ, тынысраҡ сифаттарының дәрәжәһен билдәләгеҙ.
3.Мәҡәлдәрҙең икенсе өлөшөн табығыҙ
А. Китап 1.күп белерһең
Б. Күп уҡыһаң 2.энә менән ҡойо ҡаҙыу
В. Белем алыу 3.белем шишмәһе
4.Cама һандарын билдәләгеҙ: өсөнсө, унлап, егерме тирәһе, икәү, унынсы.
5.Бирелгән һүҙҙәрҙе башҡортса яҙығыҙ
Гульшат, Алсу, Энже.
Туған әҙәбиәт
1.Тылсымлы әкиәттәр нигеҙендә нимә ята? Йөкмәткеһенә ҡарап, тағы ниндәй әкиәт төрҙәрен беләһегеҙ?
2.Башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү” йөкмәткеһе буйынса ниндәй йырҙар төркөмөнә ҡарай?
3. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырының авторы. Авторҙың тағы 2 әҫәрен яҙығыҙ.
4. – Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән атай-олатайҙар, - ти аҡ һаҡаллы ҡарт. Был юлдар ҡайһы риүәйәттән?
5.Башҡортостан Республикаһының тәүге халыҡ яҙыусыһы.
Инша темалары:
1.Өләсәйем.
2.Яратҡан китабым.
3.Минең дуҫым.
4.Башҡортостан - тыуған илем!

Диалог темалары.
1.Китапханала.
2.Театрҙа.
3.Атай менән әңгәмә.

Туған (башҡорт) телдән яуаптар һәм балдар
7-cе класс

1.Ут,дәфтәр. 2 балл
2.Сағыштырыу. 1балл
3.А3, Б1, В2. 3 балл
4.Унлап, егерме тирәһе. 2 балл
5.Гөлшат, Алһыу, Ынйы. 3 балл

Туған (башҡорт) әҙәбиәттән яуаптар һәм балдар
7-се класс

1.Фантастика. 1балл. Әкиәт төрҙәре: хайуандар тураһында, тормош-көнкүреш. Һәр дөрөҫ яуап өсөн 1-әр балл, бөтәһе – 3 балл.
2.Тарихи йырҙар. 1 балл
3.М.Кәрим. – 1 балл. Һәр әҫәре өсөн 1-әр балл, бөтәһе – 3 балл.
4. «Сыңрау торна» риүәйәтенән. 1 балл.
5. Зәйнәб Биишева. 2 балл.
Акбирова Л.Л.
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 21 ноя 2020, 18:48

Re: Методические рекомендации

Сообщение Акбирова Л.Л. » 21 ноя 2020, 19:22

Сообщение Сулейманов Р.Ф. » 13 май 2020, 08:20

Татар теле һәм әдәбияты укытучылары өчен сылтамалар:
«Ана теле» онлайн мәктәбе http://anatele.ef.com.
Детская мультимедийная библиотека «Бала рф»: http://бала.рф/
Мәктәп электрон библиотекасы: http://tatarile.tatar/
Татар мәгарифе порталы: http://belem.ru/
Образовательный ресурс: http://tatarschool.ru/
Татар телен өйрәнәбез: https://vk.com/tatarbelem
Әйдә онлайн (татар телен өйрәнү дәресләре): https://www.azatliq.org/eyde
Базовый курс татарского языка (татар теле баскычлары): https://www.tatartele.com/
Татар телен өйрәнүчеләр өчен сайт: http://tatar.com.ru/index.php
Методические материалы, учебники, словари, переводчики и разговорники. Всё для изучения татарского языка! http://tugan-tel.com/
Гыйлем: https://vk.com/gylem
Сулейманов Р.Ф.
 
Сообщения: 264
Зарегистрирован: 27 окт 2015, 04:40

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron