Рафиля » 11 фев 2022, 13:40
Дидактик уйындар (методик кәңәштәр)
Дидактик уйындар
Һәр дәрестә балаларҙың йәшен, тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы күнегеүҙәрҙең күләмен иҫәпкә алып, үтәсәк йәки үткән темаға яраҡлаштырып, дәрестең төрлө этабында дидактик уйындар ҡулланырға була. Был балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, таныш объекттарҙың яңы сифаттарын эҙләргә, уларҙы ҡулланырға өйрәтә. Тимәк, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, фекер һығылмалвғын үҫтереүгә ваҡыт бүлһәк, белемле генә түгел, тормошта үҙ юлын таба белгән интеллектуаль шәхес тәрбиәләрбеҙ[1].
Өндө өйрәнгәндә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр: Фонетик, орфоэпик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.
1.Уҡытыусы хәреф диктанты яҙҙыра. Бер бала таҡтаға сыға.
Мәҫәлән: [л], [ө], [у], [к], [ү], [д], [ә].
Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү (көл, күл, күлдәк, өкө).
2. “Ҡайһы баҫҡыс бейегерәк? ” (уйын)
Ү
р
Ү
р
ә
Ү
р
м
ә
Ү
р
м
ә
к
с
е
3. “Кем иғтибарлы? ” (уйын)
Балалар һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалыуын әйтергә тейеш?
. уян бес.й ҡар.а
Тур.ай б.ре .ыйыр
Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү.
4. Уҡытыусы һорауына яуап биреү:
-Һыйыр нисек мөгөрләй? (мө-мө-мө)
-Әтәс нисек ҡысҡыра? (кики-рү-кү-ү-үк)
-Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)
-Кәзә нимә ти? (мә-мә-мә) һ.б.
5.“Фотоға төшөрөү”
Таҡтаға йә айырым карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыу өсөн күрһәтәң дә, тиҙ генә ябаһың, һүҙҙәрҙәге хәрефтәр һаны арта бара.
Мәҫәлән: 1. о ә у ө
ө ү о ө и
а у ө ә ү
6. “Тиҙ генә әйт”
Шиғыр юлын йә һөйләмде шәп итеп 10 тапҡыр өҙлөкһөҙ ҡабатларға. Мәҫәлән: Сәй эсә әсәй, Ниндәй тәмле сәй!
7. “Кем тиҙерәк?” уйыны.
Уҡытыусы таҡтаға хәрефтәр яҙылған карточкалар ҡуя. Мәҫәлән: БАНӘҒПҮӨ өаруоаеу
Ике уҡыусы ярышып тик һуҙынҡыларҙы йәки тик тартынҡыларҙы йыя.
8.“Ҡалын йәки нәҙек парын тап!”
Таҡтаға айырым ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар ҡуйыла. Уҡыусылар уларҙың ҡалын йәки нәҙек парҙарын табырға тейеш.
[] – ә [] – ү [] -о
9. “Алма йыйыу” уйыны.
Таҡтаның тәүге яртыһына һуҙынҡы хәрефтәр урынына нөктә ҡуйылған һүҙҙәр яҙылған, икенсе яртыһында алмағас һүрәте. Унда ҡатырғанан киҫеп яҙылған алма һүрәттәренә һуҙынҡылар яҙылған. Уҡыусылар бер-бер артлы таҡта янына сығып, “алма йыя” — бер алманы өҙөп, нөктә урынына беркетә.
10. Уҡытыусы балаларға һүҙҙәр әйтә, ә уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен генә айырып алалар. Мәҫәлән:
алма
сана
сөгөлдөр [ө]
көс [ө]
еләк [ә].
11. Дәрестәрҙә таблицалар ҡулланыу.
Мәҫәлән: [ә]-әсәй, әтәс, бәләкәс
[ө]-өләсәй, өкө, өң
[ү]-күк, күп, кәмә.
Интелектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы, шаян һорауҙар фекерләү ҡеүәһен үҫтерә һәм мәсьәләләрҙе етеҙ сисергә булышлыҡ итә: Мәҫәлән,
1.Йыл һайын кем балаларға бүләк өләшә?(ҡыш бабай)
2.Уның аша урамдағы бөтә нәмә күренә?(тәҙрә)
3.Фонтанлы диңгеҙ хайуаны( кит)
4.Ниндәй район оса? (күгәрсен)
5.Алфавмттың бишенсе хәрефе ниндәй?(ғ)
6.Ҡар ниндәй була? (аҡ, йомшаҡ, ҡырпаҡ, епшек. Һалҡын)
7.Һыуҙа ниндәй таш булмай? (ҡоро)
8.Ниндәй үләнде һуҡыр кеше лә таный?(кесерткән)
9.Нимә саҡһа файҙалы (ҡорт)
10.Нимә һөйәкһеҙ була? (тел)
Ребустар: 6н – алтын
7н – етен
К3өк – көсөк
100ә - йөҙә
100өм – йөҙөм
5ек - бишек
т10 - тун
К3 көс
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[2]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.
Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, тапҡырлығын, зирәклеген һынап ҡарау өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү – борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡ атамаһының “йомоу” һүҙенән килеп сыҡҡанлығы яҡшы аңлашыла, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.[3]
Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәренә арналған йомаҡтар:
1.Ем- ем итә, емелдәп китә (йәшен)
2.Күктән килде, ергә китте.(ямғыр)
3.Аллы-гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым (йәйғор)
Төн тыуҙыра, көн йыуҙыра (ысыҡ)
Йәш килен һыуға бара,
Тәңкәләре ҡойолоп ҡала. (ҡар яуыуы)
Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә (тамсы) һ.б.
Шулай уҡ дәрестәрҙә мәҡәлдәр, логик мәсьәләләр, кроссвордтар, чайнвордтар, сканвордтар, төрлө ижади эштәр ҡулланыу отошло.