AlfinaGab » 24 янв 2020, 15:12
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар ҡулланыу", темаһына педагогик инициативамды тәҡдим итәм.
Хәҙерге уҡыу-уҡытыу процесында нисек итеп һәр уҡыусыға юғары сифатлы белем бирергә, заман талаптарына яуап биргән яңы алымдар, технологиялар ҡулланырға, һәр балаға шәхес булып формалашыуына йоғонто яһарға, уҡыуға ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырырға кеүек һорауҙар актуаль. Сөнки бөгөн йәмғиәткә креатив фекерләүсе, төрлө яҡтан килеп тыуған ҡытыршылыҡтарҙан, һикәлтәле юлдарҙан ыңғай йүнәлеш табып, дөрөҫ аҙым яһай белеүсе шәхестәр кәрәк. Уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныусанлыҡты, уҡыу сифатын арттырыу уҡытыусыларҙан яңы алымдар, метод һәм юлдар талап итә.
Эштең актуаллеге. Һуңғы ун йыллыҡта йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәрештәр белем биреү системаһын да ситләп үтмәне. Уҡытыуҙың сифатын һиҙелерлек дәрәжәлә күтәреүсе заманса технологиялар уңышлы файҙаланыла. Дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә.
Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың фекерләү, тикшеренеү, ижади эшләү һәләтен үҫтереү, коммуникатив, интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү маҡсатынан башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар ҡулланыу.
Бурыстар:
• Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм телде өйрәнеүгә теләк уята.
• Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.
• Бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.
• Тикшеренеү объекты башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем биреү процесы.
Тикшеренеү предметы: проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар.
Тикшеренеү гипотезаһы: әгәр ҙә башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлегендә информацион технологияларҙы уңышлы файҙаланһаҡ:
1. уҡысыларҙың фекерләү, тикшеренеү, танып белеү, ижади эшләү һәләте, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫәсәк;
2. проект-тикшереү эштәрен башҡарыуға ҡыҙыҡһыныуҙары артасаҡ;
3. башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм фәһемлерәк үтәсәк.
Философ–прагматик, психолог һәм педагог Джон Дьюи донъя педагогигаһында «проект методы»на нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Проектлы уҡытыу буйынса фекерҙәр Рәсәйҙә XX быуат башында барлыҡҡа килә. 1905 йылда С.Т.Шацкий бер төркөм хеҙмәткәрҙәре менән проект методының беренсе элементтарын уҡытыу тәҗрибәһендә ҡуллана башлай. 20-се йылдарҙа был метод актив ҡулланылһа ла 30-сы йылдарҙа бөтә мәктәптәр ҙә традицион уҡыуға күсә һәм 1931 йылда проекттар методы укытыу өлкәһендә тыйыла.
Бөгөн беҙ проект методына кире ҡайтабыҙ, унда һөҙөмтәле уҡытыуҙың бер вариантын күрәбеҙ. Проект-тикшереү технологияһын Минихана Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова, Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы Йәғәфәрова, Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы Дәүләтшина, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова, Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов үҙ хеҙмәттәрендә яҡтырта.
Нимә һуң ул проект технологияһы?
Проект технологияһы – ниндәй ҙә булһа проблеманы өйрәнеү һәм ғәмәли һөҙөмтәһен күрһәтеү өсөн уҡыусыларҙың үҙ аллы эшсәнлегенә нигеҙләнгән уҡытыу технологияһы.
Иғтибарығыҙға проект технологияһының төрҙәрен тәҡдим итәм: уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге б-са (уйын, эҙләнеү, ижади, информац., лог.мәғ.мод.), уҡ.-ң ҡатнашлығы б-са (инд., парлы, төпк., коллек.), дауамлылығы б-са (мини, ҡыҫҡа, аҙн., йыл.), эстәлеге (монопр., метапр.).
Проект өҫтөндә эш этаптары: әҙерлек этабы, эшмәкәрлекте планлаштырыу, проблеманы сисеү эшмәкәрлеге, проектты тормошҡа ашырыу, проектты яҡлау, баһалау.
Һәр быуынға төрлө алымдар кәрәк. Хәҙер инновацион алымдар индереү уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ ойошторорға, уҡыу сифатын үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Информацион технологиялар ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалар, дәреслектәр бар.
Дәрестә бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Ошо юғарыла һанап кителгәндәрҙе бойомға ашырыу өсөн төрлө проект-тикшереү технологиялары ҡулланыу мотлаҡ. Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙаланырға кәрәк.
Проект эшмәкәрлегендә түбәндәге информацион технологияларҙың тармаҡтары ҡулланыла: Интернет ресурстар, электрон китаптар, энциклопедиялар, онлайн порталдар, сайттар, мультимедиа технологиялары һ.б.
Мультимедиа сараларын ҡулланыу, текст, графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң мәғлүмәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә, еңеләйтә.
Информацион технологиялар ярҙамында проект эшмәкәрлеге төрлө белем биреү технологияларында ҡулланылыш таба ала.
Ҡатнаш уҡытыу - белем биреүҙе традицион һәм интернет уҡытыуҙы бергә ҡушып ойоштороу. "Автоном төркөм" моделендә класты ике төркөмгә бүләбеҙ, һәм береһендә проект эшен традицион формала (стена гәзите сығарыу, китапсыҡ, сығыш әҙерләү һ.б.), икенсе төркөмдә проект эше онлайн режимда башҡарыла. "Класты әйләндереп ҡуйыу" моделендә уҡыусылар өйҙә бирелгән проект темаһы буйынса интернет селтәре аша уҡып, белеп киләләр, ә традицион дәрестә практик эш ойошторола. "Эш урынын алмаштырыу" моделендә кабинет зоналарға бүленеп проект эшен башҡаралар: онлайн зона; төркөмдәрҙә проект эше; уҡытыусы менән эш.
Кейс-технологияһы - case-study йәки конкрет ситуацилар методы (ингл. case - осраҡ, ситуация), актив рәүештә проблемалы-ситуацион анализға, конкрет бурысты – ситуацияны сисеүгә нигеҙләнә. Методтың бурысы – уҡыусылар төркөмө бергәләп case-ты анализлауы һәм проблеманан сығыу юлының алгоритмын төҙөүҙәре, проектты тормошҡа ашырыуҙарын ғибәрәт.
(ТОГИС - Технология Образования в Глобальной Информационной Сети) класс уҡыусыларын эҙләнергә, заманса мәғлүмәти сараларҙы эҙләргә мәжбүр итә. Шулай уҡ технология уҡыусыларҙы бәләкәй төркөмдәрҙә эшләргә бергәләп сығыш яһарға, уңыштарҙы һәм кәмселектәрҙе анализларға өйрәтә.
Веб-квест (ингл. webquest - "интернет селтәренән эҙләү") технологияһы ул билдәле мәсьәләне сисеү өсөн уҡыусылар ҡулланған интернет селтәрендәге сайттар. Тикшеренеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып веб-сайттар, йәки веб-биттәр тора.
Дальтон-план (Dalton-Plan - "лаборатор план") уҡыусының индивидуаль үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, азатлыҡ, үҙаллылыҡ, хеҙмәттәшлек принциптарына таянған был белем биреү методында ла информацион технологиялар ярҙамында проект эшмәкәрлеген ҡулланырға мөмкин. Проект эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып конференция (сығыш) тора.
Проект эшмәкәрлегенең күп ыңғай яҡтарын күрәм һәм уҡыусыларымды ла был эшмәкәрлеккә ылыҡтырым. Сөнки:
Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, методик маҡсатҡа ярашлы, компьютерҙы ҡулланыуҙа гигиеник талаптарҙы теүәл үтәгәндә проект-тикшереү технологияһы уҡыусыларҙы ғилми-популяр әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итә, фәнни-тикшереү эшенә йәлеп итә, һүҙ байлыҡтарын арттыра, телмәрҙәрен байыта, дөйөм аң даирәһен киңәйтә.
Мәктәпте тамамлап юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп курс, диплом эштәре башҡарғанда, аҙаҡ оло тормош юлында үҙ эштәрен, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа бөгөн мәктәптә атҡарған проект эшмәкәрлеге ныҡлы нигеҙ, башланғыс булып тора.