Методические рекомендации

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методические рекомендации

Сообщение Рамиля Исхакова » 25 янв 2020, 15:13

Хөрмәтле коллегалар! Бер нисә йыл элек, Обрнадзор талабы буйынса, курс сәғәттәре 108 сәғәт булырға тейеш ине. Бөгөнгө көндә нисек? Әллә 48 сәғәт тә етәме? Рәхмәт. Исхаҡова Р.Ф.
Рамиля Исхакова
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 24 окт 2019, 13:10

Re: Методические рекомендации

Сообщение AlfinaGab » 24 янв 2020, 15:12

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар ҡулланыу", темаһына педагогик инициативамды тәҡдим итәм.
Хәҙерге уҡыу-уҡытыу процесында нисек итеп һәр уҡыусыға юғары сифатлы белем бирергә, заман талаптарына яуап биргән яңы алымдар, технологиялар ҡулланырға, һәр балаға шәхес булып формалашыуына йоғонто яһарға, уҡыуға ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырырға кеүек һорауҙар актуаль. Сөнки бөгөн йәмғиәткә креатив фекерләүсе, төрлө яҡтан килеп тыуған ҡытыршылыҡтарҙан, һикәлтәле юлдарҙан ыңғай йүнәлеш табып, дөрөҫ аҙым яһай белеүсе шәхестәр кәрәк. Уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныусанлыҡты, уҡыу сифатын арттырыу уҡытыусыларҙан яңы алымдар, метод һәм юлдар талап итә.
Эштең актуаллеге. Һуңғы ун йыллыҡта йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәрештәр белем биреү системаһын да ситләп үтмәне. Уҡытыуҙың сифатын һиҙелерлек дәрәжәлә күтәреүсе заманса технологиялар уңышлы файҙаланыла. Дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә.
Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың фекерләү, тикшеренеү, ижади эшләү һәләтен үҫтереү, коммуникатив, интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү маҡсатынан башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар ҡулланыу.
Бурыстар:
• Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм телде өйрәнеүгә теләк уята.
• Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.
• Бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.
• Тикшеренеү объекты башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем биреү процесы.
Тикшеренеү предметы: проект эшмәкәрлегендә информацион технологиялар.
Тикшеренеү гипотезаһы: әгәр ҙә башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлегендә информацион технологияларҙы уңышлы файҙаланһаҡ:
1. уҡысыларҙың фекерләү, тикшеренеү, танып белеү, ижади эшләү һәләте, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫәсәк;
2. проект-тикшереү эштәрен башҡарыуға ҡыҙыҡһыныуҙары артасаҡ;
3. башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм фәһемлерәк үтәсәк.
Философ–прагматик, психолог һәм педагог Джон Дьюи донъя педагогигаһында «проект методы»на нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Проектлы уҡытыу буйынса фекерҙәр Рәсәйҙә XX быуат башында барлыҡҡа килә. 1905 йылда С.Т.Шацкий бер төркөм хеҙмәткәрҙәре менән проект методының беренсе элементтарын уҡытыу тәҗрибәһендә ҡуллана башлай. 20-се йылдарҙа был метод актив ҡулланылһа ла 30-сы йылдарҙа бөтә мәктәптәр ҙә традицион уҡыуға күсә һәм 1931 йылда проекттар методы укытыу өлкәһендә тыйыла.
Бөгөн беҙ проект методына кире ҡайтабыҙ, унда һөҙөмтәле уҡытыуҙың бер вариантын күрәбеҙ. Проект-тикшереү технологияһын Минихана Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова, Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы Йәғәфәрова, Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы Дәүләтшина, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова, Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов үҙ хеҙмәттәрендә яҡтырта.
Нимә һуң ул проект технологияһы?
Проект технологияһы – ниндәй ҙә булһа проблеманы өйрәнеү һәм ғәмәли һөҙөмтәһен күрһәтеү өсөн уҡыусыларҙың үҙ аллы эшсәнлегенә нигеҙләнгән уҡытыу технологияһы.
Иғтибарығыҙға проект технологияһының төрҙәрен тәҡдим итәм: уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге б-са (уйын, эҙләнеү, ижади, информац., лог.мәғ.мод.), уҡ.-ң ҡатнашлығы б-са (инд., парлы, төпк., коллек.), дауамлылығы б-са (мини, ҡыҫҡа, аҙн., йыл.), эстәлеге (монопр., метапр.).
Проект өҫтөндә эш этаптары: әҙерлек этабы, эшмәкәрлекте планлаштырыу, проблеманы сисеү эшмәкәрлеге, проектты тормошҡа ашырыу, проектты яҡлау, баһалау.
Һәр быуынға төрлө алымдар кәрәк. Хәҙер инновацион алымдар индереү уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ ойошторорға, уҡыу сифатын үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Информацион технологиялар ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалар, дәреслектәр бар.
Дәрестә бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Ошо юғарыла һанап кителгәндәрҙе бойомға ашырыу өсөн төрлө проект-тикшереү технологиялары ҡулланыу мотлаҡ. Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙаланырға кәрәк.
Проект эшмәкәрлегендә түбәндәге информацион технологияларҙың тармаҡтары ҡулланыла: Интернет ресурстар, электрон китаптар, энциклопедиялар, онлайн порталдар, сайттар, мультимедиа технологиялары һ.б.
Мультимедиа сараларын ҡулланыу, текст, графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң мәғлүмәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә, еңеләйтә.
Информацион технологиялар ярҙамында проект эшмәкәрлеге төрлө белем биреү технологияларында ҡулланылыш таба ала.
Ҡатнаш уҡытыу - белем биреүҙе традицион һәм интернет уҡытыуҙы бергә ҡушып ойоштороу. "Автоном төркөм" моделендә класты ике төркөмгә бүләбеҙ, һәм береһендә проект эшен традицион формала (стена гәзите сығарыу, китапсыҡ, сығыш әҙерләү һ.б.), икенсе төркөмдә проект эше онлайн режимда башҡарыла. "Класты әйләндереп ҡуйыу" моделендә уҡыусылар өйҙә бирелгән проект темаһы буйынса интернет селтәре аша уҡып, белеп киләләр, ә традицион дәрестә практик эш ойошторола. "Эш урынын алмаштырыу" моделендә кабинет зоналарға бүленеп проект эшен башҡаралар: онлайн зона; төркөмдәрҙә проект эше; уҡытыусы менән эш.
Кейс-технологияһы - case-study йәки конкрет ситуацилар методы (ингл. case - осраҡ, ситуация), актив рәүештә проблемалы-ситуацион анализға, конкрет бурысты – ситуацияны сисеүгә нигеҙләнә. Методтың бурысы – уҡыусылар төркөмө бергәләп case-ты анализлауы һәм проблеманан сығыу юлының алгоритмын төҙөүҙәре, проектты тормошҡа ашырыуҙарын ғибәрәт.
(ТОГИС - Технология Образования в Глобальной Информационной Сети) класс уҡыусыларын эҙләнергә, заманса мәғлүмәти сараларҙы эҙләргә мәжбүр итә. Шулай уҡ технология уҡыусыларҙы бәләкәй төркөмдәрҙә эшләргә бергәләп сығыш яһарға, уңыштарҙы һәм кәмселектәрҙе анализларға өйрәтә.
Веб-квест (ингл. webquest - "интернет селтәренән эҙләү") технологияһы ул билдәле мәсьәләне сисеү өсөн уҡыусылар ҡулланған интернет селтәрендәге сайттар. Тикшеренеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып веб-сайттар, йәки веб-биттәр тора.
Дальтон-план (Dalton-Plan - "лаборатор план") уҡыусының индивидуаль үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, азатлыҡ, үҙаллылыҡ, хеҙмәттәшлек принциптарына таянған был белем биреү методында ла информацион технологиялар ярҙамында проект эшмәкәрлеген ҡулланырға мөмкин. Проект эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып конференция (сығыш) тора.
Проект эшмәкәрлегенең күп ыңғай яҡтарын күрәм һәм уҡыусыларымды ла был эшмәкәрлеккә ылыҡтырым. Сөнки:
Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, методик маҡсатҡа ярашлы, компьютерҙы ҡулланыуҙа гигиеник талаптарҙы теүәл үтәгәндә проект-тикшереү технологияһы уҡыусыларҙы ғилми-популяр әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итә, фәнни-тикшереү эшенә йәлеп итә, һүҙ байлыҡтарын арттыра, телмәрҙәрен байыта, дөйөм аң даирәһен киңәйтә.
Мәктәпте тамамлап юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп курс, диплом эштәре башҡарғанда, аҙаҡ оло тормош юлында үҙ эштәрен, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа бөгөн мәктәптә атҡарған проект эшмәкәрлеге ныҡлы нигеҙ, башланғыс булып тора.
AlfinaGab
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 24 янв 2020, 13:33

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 15 апр 2019, 05:04

В Уфе прошел I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы

12 апреля в уфимском Конгресс-холле «Торатау» завершил работу I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы.
На пленарном заседании I Всероссийского съезда учителей башкирского языка и литературы выступил врио Главы Башкортостана Радий Хабиров и вручил государственные награды.
Съезд проводился в целях развития башкирского языка и культуры, расширения научно-образовательных связей и сотрудничества в сфере национального образования, поиска новых научно-методических и инновационных подходов в преподавании башкирского языка и литературы. В работе съезда принимали участие депутаты Государственной Думы Российской Федерации, Государственного Собрания – Курултая РБ, начальники управлений образования городов и районов республики, учителя башкирского языка и литературы из 12 регионов России – Оренбургской, Челябинской, Курганской, Самарской, Саратовской, Свердловской областей, Пермского края, Ханты-Мансийского автономного округа, Татарстана, Бурятии, Москвы, Санкт-Петербурга, а также из Германии.
Перед началом заседания руководитель региона ознакомился с интерактивной выставкой, посвящённой инновационным технологиям в изучении башкирского языка. В их числе – проект с элементами дополненной реальности «Живые слова», образовательная платформа «Электронная игровая школа», онлайн-словари, интерактивное оборудование для проведения уроков по башкирскому языку, международная система дистанционного обучения башкирскому языку, виртуальная 3D-юрта и другие современные разработки. По словам авторов проектов, предлагаемые ими инструменты позволят по-новому подойти к методике изучения башкирского языка, сделать занятия увлекательными и интересными, учитывать психофизиологические особенности разных возрастных категорий.
- Башкортостан – в числе лидеров в стране по развитию и изучению родных языков, - отметил и.о. министра образования Республики Башкортостан Айбулат Хажин. - В школах республики изучается 14 родных языков. Принята государственная программа по их сохранению и развитию. Создан Фонд по развитию башкирского языка. Лучшие проекты поддерживаются грантами Главы республики.
Также, в своем выступлении Айбулат Хажин отметил,что необходимо совершенствовать методику преподавания родных языков, сделать процесс обучения эффективным и увлекательным, активнее использовать электронные учебники, интерактивные и интернет-технологии. В рамках проекта «Взлетай!» будет реализован модуль «Интерактивный башкирский», расширяющий возможности школьников и всех желающих изучать башкирский язык.
После обеда, состоялось подведение итогов I Всероссийского съезда учителей башкирского языка и литературы. В подведении его итогов принял участие врио Главы Башкортостана Радий Хабиров.
Делегаты съезда озвучили результаты обсуждения актуальных вопросов развития и преподавания башкирского языка, предложения, выработанные в ходе работы дискуссионных площадок.
– Наша задача – вместе оценить произошедшие серьёзные изменения в нашей жизни, науке, методике преподавания и сообразно текущей ситуации подумать, что мы можем сделать для сохранения и развития языка, – сказал руководитель региона. – Очень важно, чтобы в обществе было ощущение важности, нужности, востребованности башкирского языка. Изучение родных языков надо делать модным, престижным. Нашим детям нужно объяснять простую вещь: открывая для себя башкирский язык, вы открываете дверь в тюркоязычную культуру, огромный тюркоязычный мир. Это большое конкурентное преимущество.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение karimgul29@l.ru » 10 апр 2019, 16:27

Тесты по башкирскому языку для изучающих
башкирский язык как государственный
Тест 1. Найдите правильный перевод:
Теплый
1)яҡшы 2)насар 3)матур 4)йылы 5)һалҡын
Тест 2. Найдите правильный перевод:
Моя мама работает в школе.
1)Әсәй мәктәптә эшләй. 2)Әсәйем мәктәптә уҡый. 3)Минең әсәйем мәктәптә эшләй. 4)Әсәйем мәктәптә эшләй.
Тест 3. Найдите неправильный ответ на реплику:
Һау булығыҙ!
1)Һау булығыҙ! 2)Хушығыҙ! 3)Хәйерле юл! 4)Иҫән булығыҙ!


Тест 4. Найдите неправильное предложение:
1.Мин театрға барҙым. 2.Һин театрға барҙың. 3.Ул театрға барҙы.
4.Беҙ театрға барабыҙ. 5.Һеҙ театрға барҙығыҙ. 6.Улар театрға барҙылар.
Тест 5. Найдите ошибку:
1) туғыҙынсы 4) ҡырыҡынсы 2) унынсы 5) алтмышынсы
3) алтынсы 6) туҡһанынсы
Тест 6. К данному ответу найдите правильный вопрос:
Беҙ кисә театрға барҙыҡ.
1.Һеҙ театрға кем менән барҙығыҙ? 2.Һеҙ театрға ҡасан барҙығыҙ?
3.Һеҙ театрға барҙығыҙмы? 4.Һеҙ театрға нимә менән барҙығыҙ?
Тест 7. Найдите правильный перевод:
Сегодня тепло, но нет солнца.
1.Бөгөн һалҡын, ләкин ҡояш юҡ. 2.Бөгөн йылы һәм ҡояш юҡ.
3.Бөгөн йылы, ҡояш юҡ. 4.Бөгөн йылы, ләкин ҡояш юҡ.


Тест 8. Найдите неправильное предложение:
1. Әсәйем – һатыусы 6. Ҡыҙы – уҡыусы
2. Атайым – уҡытыусы 7. Еңгәһе – бейеүсе
3. Апайым – тегеүсе 8. Дуҫының – шахматсы
4. Өләсәйебеҙ – һауынсы 9. Малайы – әҙәбиәтсе
5. Олатайыбыҙ – көтөүсе 10. Ағайҙары – рәссам
Тест 9. Раскройте скобки:
1.Азаттың (книга) иҫке. 2.Зәлиәнең (старший брат) заводта эшләй.
3.Фәриҙәнең (мачеха) уҫал. 4.Өләсәйҙең (очки) матур.
5.Мараттың (родственники) күп. 6.Апайымдың (часы) алтын.
7.Атайыбыҙҙың (день рождения) унынсы мартта. 8.Дуҫымдың (младший брат) – уҡыусы.
9.Уҡытыусыбыҙҙың (имя) – Гөлназ Азамат ҡыҙы. 10. Удмуртияның (столица) – Ижевск.
Тест 10. Найдите ошибку:
1.Мин аңлайым. 2.Мин тыңлайым.
3.Мин һөйләйем. 4.Мин уҡыймын.
5.Мин эшләйем.
Тест 11. Найдите правильный перевод:
Ул һеҙҙе һорай.
1.Он вам говорит. 2.Он вас слушает. 3.Он вас спрашивает. 4.Он вас понимает.
Тест 12. Найдите антоним:
Иртән
1) көндөҙ 3) кисен 2) төндә 4) ҡышын
Тест 13. Выберите подходящий послелог:
Миңә милли ризыҡтар ... китап кәрәк.
1) менән 2) тураһында 3) өсөн 4) табан
Тест 14. Найдите антоним:
Йылы
1) тәмле 2) тоҙло 3) тәмһеҙ 4) әсе 5) һалҡын
Тест 15. Найдите правильный перевод:
Беҙ башҡортса ғына һөйләшәбеҙ.
1.Мы по-башкирски понимаем. 2.Мы только по-башкирски говорим.
3.Мы по-башкирски только говорим. 4.Мы по-башкирски только слушаем.
5.Мы говорим только по-башкирски.
Тест 16. Найдите названия башкирского национального блюда:
1) борос 4) һалма 2) бәлеш 5) бишбармаҡ 3) ит 6) былау
Тест 17. Найдите правильный перевод:
Они хотят изучать башкирский язык.
1.Уларҙың башҡортса һөйләшкеләре килә. 2.Уларҙың башҡорт телен яҡшы белгеләре килә. 3.Уларҙың башҡорт телен өйрәнгеләре килә.
Тест 18. Найдите правильный ответ:
Нимә һайыраҡ?
1) күл 4) шишмә 2) быуа 5) йылға 3) һыуһаҡлағыс 6) диңгеҙ
Тест 19. Найдите правильный перевод:
Муйыл
1) береза 4) черемуха 2) дуб 5) рябина 3) сосна 6) осина
Тест 20. Подберите пары:
1) ҡурҡаҡ 6) төлкө 2) уҫал 7) хайуан 3) хәйләкәр 8) йылан 4) ҡырағай 9) бүре
5) асыулы 10) ҡуян
Тест 21.
Спросите по-башкирски:
1. Рыбак ходил на реку? 2. Охотник ходил в тайгу? 3. Повар сварил суп?
4. Корреспондент написал статью? 5. Путешественник доехал до города?
Тест22. Вставьте пропущенные глаголы в предложения:
а) Айтуған Башҡортостан тарихы тураһында китап ... .
1) түләй 3) уҡый 2) ашай 4) дауалай
б) Дуҫымдың өләсәһе тәмле башҡорт ризыҡтары ... .
1) үлсәй 3) өйрәнә 2) һөйләй 4) бешерә
в) Өҫ кейеме бүлегендә матур тундар ... .
1) тыңлайҙар 3) һаталар 2) аңлайҙар 4) яһайҙар
г) Мәскәүгә барғас, беҙ бик күп тарихи урындарҙа ... .
1) ҡараныҡ 3) белдек 2) күрҙек 4) булдыҡ
ғ) Бөгөн дәрестәр булмаясаҡ, сөнки уҡытыусы ... .
1) килгән 3) ауырып киткән 2) ҡайтҡан 4) яҙған
д) Башҡорт телен өйрәнһәгеҙ, һеҙ күп төрки телдәрен ... .
1) һорарһығыҙ 3) аңларһығыҙ 2) әйтерһегеҙ 4) барырһығыҙ
е) Ваҡытың күп булһа ла, һин спорт менән ... .
1) уйнамайһың3) шыумайһың 2) йөрөмәйһең4) шөғөлләнмәйһең
ж) Быйыл Төркиәгә барғым килһә лә, аҡсам ... .
1) булмаясаҡ 3) белмәйәсәк 2) бөтмәйәсәк 4) бирмәйәсәк
з) Ул, дуҫтары менән урамда һөйләшкәс, китапханаға ... .
1) ҡайтты 3) күрҙе 2) инде 4) ишетте
ҙ) Башҡорт телен яҡшы өйрәнеүсе уҡыусылар имтихандарҙа һәр ваҡыт бишле ... .
1) әйтәләр 3) һөйләшәләр 2) алалар 4) яҙалар
Тест 23. Имена существительные поставьте в нужном падеже:
1.(Илдар) был кешеләр менән осрашырға кәрәк.
2.(Ағай) дуҫы Өфөнөң Дим районында йәшәй.
3.(Ҡала) сит илдәрҙән күп ҡунаҡтар килде.
4.(Ҡазан) (Мәскәү) ҡәҙәр поезд 12 сәғәт бара.
5.(Башҡортостан) башҡорттар, рустар, украиндар, мариҙар,
сыуаштар, удмурттар, татарҙар һ.б. милләт кешеләре йәшәй.
6.(Дуҫтарым) иртәгә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ.
7.(Ҡунаҡтар) сәк-сәк, ҡоймаҡ, сәй ҡуйҙылар.
8.(Өфө) мәсеттәре төрлө йылдарҙа төҙөлгән.
9.Ҡыҙҙар бүлмәләге (гөлдәр) һыу һиптеләр.
10.Башҡорт академия драма (театры) (М. Кәрим) “Салауат” премьераһы булды.
Тест 24. Преобразуйте в предложениях прошедшую форму глагола в будущее время:
1.Йәй еткәс, ҡустым ауылға китте. 2.Кем тырышты, шул башҡорт телен яҡшы өйрәнде.
3.Минең һорауыма ул бик тиҙ яуап тапты. 4.Дуҫым ауыл хужалығы академияһына уҡырға ингән. 5.Сит илдән килгән ҡунаҡтар бер ай самаһы торҙолар.
6.Мәктәпте бөтөргәс, мин ауылда ҡалманым. 7.Мин һеҙгә хат ебәрмәнем.
8.Ейәнем быйыл мәктәптә уҡыманы. 9.Яҙып бөтөргәс, мәҡәләмде мин мөхәрриргә бирҙем. 10.Килеүегеҙҙе беҙ бик көттөк.
Тест 25. Выберите названия птиц:
1) кесерткән 6) сыйырсыҡ 2) күгәрсен 7) имән 3) тейен 8) турғай
4) йылан 9) кәкүк 5) үлән 10) һандуғас
karimgul29@l.ru
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 14 ноя 2018, 16:18

Re: Методические рекомендации

Сообщение гузель рифовна » 08 апр 2019, 14:16


Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлектәр менән эш.

Уҡытыу-тәрбиә эштәре рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеү – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Һәр дәрестә уҡыусының һөйләм күнекмәләрен шымартыу, телмәр хаталарын төҙәтеү, һүҙлек байлығын байытыу йәһәтенән төрлө алым һәм методтар ҡулланыла. Рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәтеү өсөн дәрестә һүҙлек эшенә күп ваҡыт бүлергә тура килә.Һәр һүҙҙе руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тәржемә итеп, уның мәғәнәһен һүрәттәр, сюжетлы картиналар, уйындар ярҙамында аңлатҡанда, ул уҡыусының хәтерендә яҡшыраҡ һаҡлана.
Рус телле балалар менән эшләгәндә төп маҡсат – уҡыусыларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм әүҙем ҡулланырға өйрәтеү.
Башҡортса-русса һүҙлек менән үҙ аллы башҡарылған эштәр уҡыусыларҙы логик фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә. Ғәҙәттә, дәрестәрҙә һүҙҙәрҙе туранан-тура тәржемә итә торған һүҙлектәр генә ҡулланылмай. Уҡытыусы һүҙлек менән эшләүҙең төрлө алымдарын ҡуллана ала. Мәҫәлән, теге йәки был һүҙгә бәйле фразеологик берәмекте табып, уның мәғәнәһенә төшөнөргә, артабан ошо уҡ фразеологизмдың синонимын һәм антонимын табырға ҡуша. Мәҫәлән, Майлап ташлаһаң да эт еймәҫ ( мәғәнәһе : бик йәмһеҙ )
.• Синоним : йөҙөнә ҡарағыһыҙ. Антоним : ҡарап туйғыһыҙ; бер бите ай, бер бите ҡояш. Ағас атҡа атландырыу ( мәғәнәһе : алдау ).
• Синоним : кәкре ҡайынға терәтеү ; төп башына ултыртыу һ. б. Фразеологизмдарҙы өйрәнгәндә “Башҡортса-русса; русса-башҡортса фразеологик һүҙлектәр” ҡулланырға кәрәк. Уҡыусылар фразеологизмдар араһында башҡорт һәм рус телдәрендә уртаҡ булғандарын да, рус теленән һүҙгә-һүҙ тәржемә ителгәндәрен дә күрәсәктәр. Ләкин, әйтеүебеҙсә, башҡорт теленең үҙ милли ерлегендә барлыҡҡа килгәндәре бик күп. Был ҙур байлыҡтың кескәй генә бер өлөшө менән булһа ла таныштырыу уҡыусылар өсөн яңылыҡ буласаҡ, яңы тел өйрәнеүгә этәргес яһаясаҡ.
Фразеология менән танышыуҙы түбәндәге күнегеүҙәр менән алып барырға була:
1 . Русса фразеологик берәмектәрҙе шул уҡ һүҙҙәр менән тәржемә итегеҙ.
Һүҙлектән файҙаланығыҙ. мелко плавать – не бросать слова на ветер – тепленькое местечко – сидеть как на иголках – стиснув зубы –
2 . Фразеологик берәмектәрҙе сағыштырығыҙ. Уларҙың мәғәнәләре уртаҡмы?
Һәр ике телдә нимәгә иғтибар ителгән? үҙ елкәһендә татыу – испытать на своей шкуре
әлифте таяҡ тип белмәү – ни бельмеса не знает
юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙыу – по одежке протягивать ножки
эш баштан ашҡан – дел по горло
сыбыҡ осо – седьмая вода на киселе
утлы табаға баҫтырырға – задать перцу.
3. Түбәндәге фразеологик берәмектәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ: төн тишегенән – ни свет, ни заря; уртаҡ тел таптылар – нашли общий язык; төп башына ултыртты – оставил в дураках; эт ҡайышы – тертый калач; йән дуҫым – закадычный друг.
4. Ике бағанала бирелгән фразеологик берәмектәрҙе тура килтереп әйтегеҙ. һүҙ биреү сдержать слово һүҙен тотоу брать слово һүҙ алып барыу дать слово һүҙ алыу вести разговор Мәҡәлдәр менән танышыу балалар өсөн ҡыҙыҡлы булһын өсөн, дәрестәрҙә төрлө эш төрҙәре, төрлө күнегеүҙәр тәҡдим итергә кәрәк.
Мәҫәлән, 1. “Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге”н файҙаланып, дуҫлыҡ, белем, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр яҙып алығыҙ һәм хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
2. Кәрәкле сифаттар ҡуйып, мәҡәлдәрҙе тултырып яҙығыҙ, мәғәнәләрен аңлатығыҙ. а) … атҡа ҡамсы кәрәкмәй. б) Баш … булһа, бүрек табылыр. в) Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, … һүҙ – тән ҡаҙығы. (яман, яҡшы, һау). 3. Түбәндәге мәҡәлдәрҙә антонимдарҙы табығыҙ. а) Яҡшы һүҙ йәнгә рәхәт, яман һүҙ йәнгә йәрәхәт. б) Белгәнгә яҡты, белмәгәнгә ҡараңғы. в) Күп һүҙҙең эҙе, аҙ һүҙҙең үҙе яҡшы. г) Аҡрын барған тиҙ етер. Мәҡәл-әйтемдәрҙе тәржемә итеү, рус телендәге афористик жанрҙар менән сағыштырыу уҡыусыларҙы эҙләнергә, уйланырға мәжбүр итә. Мәҡәлдәрҙең төрлө темаларға булыуына ла балаларҙың иғтибарын йүнәлтеү мөһим. Шулай итеп, ике теллелек шарттарында тәржемәгә өйрәтеү эше баланың ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә. Балала һүҙ тойғоһо, тел тойғоһо тәрбиәләү тәржемә эштәре аша хәл ителә. Был осраҡта бала һүҙҙең мәғәнәһенә иғтибар итә. Бер үк һүҙҙең башҡорт телендәге мәғәнә биҙәктәрен рус телендәге варианты менән сағыштыра, һүҙҙең мәғәнәүи һәм тасуирилыҡ көсөн тойорға өйрәнә, ике телле һүҙлектәргә мөнәсәбәте, ҡыҙыҡһыныуы арта.
гузель рифовна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 08 апр 2019, 13:36

Re: Методические рекомендации

Сообщение regina247 » 04 апр 2019, 16:18

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү.

Федераль дәүләт стандарттары ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтөүгә, үҙ аллы белем алыуға, үҙенең фекерен әйтә, яҡлай белеүгә, иҫбатлауға, анализлауға, үҙенең эшмәкәрлегенә баһа биреүгә һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итеп ҡуя.
Уҡыусыларҙың фекерләүҙәрен үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән инновацион алымдарҙың береһе - тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы. Был технология өс этаптан тора: саҡырыу, йөкмәткене аңлау, рефлексия.
Һәр этапта ҡулланылған алымдарҙың бер нисәһен З.Биишеваның 4 класта өйрәнелгән “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте өлгөһөндә күрһәтеп китәһем килә.
“Тар һәм киң һорауҙар” алымын саҡырыу һәм рефлексия этаптарына бүлеп ҡулланабыҙ. Саҡырыу стадияһында уҡыусылар бирелгән һүрәткә, һүҙгә тар һорауҙар ҡуя, һорауҙар яҙыла, уҡыусылар телдән яуап бирә, ә инде рефлексия этабында ошо һорауҙарға әйләнеп ҡайтабыҙ һәм киң һорауҙар төҙөп яуап бирәбеҙ.
КӨРШӘК
Тар һорауҙар Киң һорауҙар
Нимә?
Нимәнән?
Ниндәй?
Ҡайҙан? Ҡайһы әҫәрҙән?
Ни өсөн кәрәк?



Дәрес башында һорауҙарҙың бөтәһенә яуап биреп булмай. Һорауҙарға яуап биреү дәрестең маҡсаты булып тора. Был һауыт нисек аталғанын, уны кем яһағанын, ҡайһы әҫәрҙән булыуын белергә кәрәк.
Шулай уҡ “Синквейн” алымын бер үк дәрестең башында ла аҙағында ла үткәреп була. Дәрес башында балалар был көршәк тураһында бер нимә белмәйенсә синквейн яҙһа, ә дәрес аҙағында уҡылған әҫәр буйынса яҙалар. Ике синквейн сағыштырыла (дәрес башында күҙ алдына килгән көршәк дәрес аҙағындағыһы менән сағыштырыла).
Дәрестең саҡырыу этабында “Уйҙар кәрзине” алымын ҡулланыу отошло. Мәҫәлән: «Хеҙмәт» һүҙен асыҡлау өсөн бөтә белгән һүҙҙәрен, уйҙарын уҡыусы үҙ аллы дәфтәренә яҙа. Һүҙҙәрҙе уҡыусылар парлап тикшерә, тап килгән һәм тап килмәгән һүҙҙәрҙе ҡарайҙар, ни өсөн был һүҙҙәрҙе яҙыуҙарын бер-береһенә аңлаталар. Уҡыусылар сылбырлап һүҙҙәр әйтә, уҡытыусы кәрзингә яҙа бара. Был һүҙҙәр дәрес барышында системаға һалына.
Асҡыс һүҙҙәр ярҙамында уҡыласаҡ әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеү уҡыусыларҙың алдан күҙ аллау һәләтен үҫтереү өсөн мөһим.
Йөкмәткене аңлау этабында әҫәрҙең авторы тураһындағы биографик мәғлүмәтте, уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен кластерға һалып, уҡыусы үҙе төҙөгән схемаға таянып башҡаларға һөйләй.
Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһында “Сюжетлы таблица” тигән алым бар. Уҡыусылар төркөмләп, йәки парлап әҫәр уҡыйҙар. Мәҫәлән: Бер төркөм З.Биишеваның хикәйәтен уҡыһа, икенсе төркөм темаға ярашлы берәй әкиәт уҡый, таблицалағы һорауҙарға яуап яҙа. Төркөмдәр таблицалар менән алышып, әҫәрҙең скелетына ҡарап йөкмәткеһен тергеҙәләр (күҙаллайҙар). Бирелгән әҫәрҙәр менән алышып дөрөҫлөгөн тикшерәләр.
“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса ошондай таблица төҙөлдө.
Кем? Ҡайҙа?
Нимә? Ниндәй?
Ни өсөн? Нисек?
Өйрәнсек Тау итәгендәге бер ауылда Көршәк Насар, ауыр, … Табыш өсөн тиҙ
Һөнәрсе Каса,көршәк Еңел, ныҡ, нәфис Халыҡҡа файҙа килтереү тырышып

Рефлексия этабында уҡыусыларға ижади эштәр тәғдим ителә: сылбырҙар төҙөү (мәҫәлән: синквейндар сылбыры), диаманта, эссе яҙыу, әҫәрҙе дауам итеү, киң һорауҙар төҙөү һәм яуап биреү, әҫәр буйынса һүҙлектәр төҙөү һ. б.
З.Биишеваның хикәйәтендә ҡапма-ҡаршы геройҙар булғанлыҡтан диаманта (7 юлдан тора) алымын ҡулланып була.
1,7 юлда ҡапма-ҡаршы геройҙар. 1. Һөнәрсе.
2 юлда – беренсе һүҙҙе асыҡлаған 2 сифат; 2. Уңған, кешелекле.
3 юлда – беренсе һүҙҙе асыҡлаған 3 ҡылым; 3. Ҡыуандыра,
тырыша,матурлай.
4 юлда – исем менән ике һүҙбәйләнеш; 4. Нәфис көршәк,
насар ҡылыҡ.
5 юлда – икенсе һүҙҙе асыҡлаған 3 ҡылым; 5. Һата, мыҫҡыллай,
уйламай.
6 юлда икенсе һүҙҙе асыҡлаған 2 сифат. 6. Ялҡау, Һаран.
1,7 юлда ҡапма-ҡаршы геройҙар. 7. Өйрәнсек.
Ижади биремдәрҙе төркөмдәргә бүленеп тә, парлап та башҡарырға мөмкин. Бер төркөм Өйрәнсектең көршәге , икенсе төркөм Һөнәрсенең көршәге исеменән сығыш яһарға әҙерләнә. Төркөм эсендә һәр уҡыусы үҙ аллы эшләй, кемдер шиғыр, кемдер тел төҙәткес яҙа, кемдер мәкәлдәр эҙләй, кемдер көршәк хужаларына кәңәштәр яҙа. Эштәрҙе бергә йыйып, бер сығыш әҙерләйҙәр. Бер төркөм һөйләгәндән һуң икенсе төркөм һорау бирә. Төркөм эсендә уҡыусылар бер-берһенә баһа ҡуя. Ошо уҡ ваҡытта ике уҡыусы (һәр бер төркөмдән бер уҡыусы) парлап эшләй, “Һөнәрсенең һәм Өйрәнсектең көршәктәре һөйләшә”, уҡыусылар диалог төҙөй.
Һәр дәрес уҡытыусынан ижади эшләүҙе талап итеп ҡуя. Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн балаларға оҡшаған, улар яратып башҡарған эш төрҙәрен тәғдим итеү мөһим. Уҡыусыларға өйгә эш төрөн биреүҙе ҡарайыҡ. З.Биишеваның хикәйәте буйынса план төҙөргә ҡушһаҡ, был өйгә эште уҡыусылар теләп башҡармаясаҡ. Ошо уҡ эш төрөн әҙ генә үҙгәртеп, уҡылған хикәйәт буйынса тел төҙәткес формаһында план төҙөргә ҡушҡанда уҡыусылар дәрестән өйгә эш бирелеүенә шатланып сығып китә. Улар яҙып килгән тел төҙәткесен артикуляцион күнегеү итеп тә ҡулланып була. Уҡыусыларҙың эштәренән миҫал өсөн бер тел төҙәткесе:
Ше-ше-ше – Һөнәрсе менән Өйрәнсек күрше.
Рәк-рәк-рәк-Өйрәнсеккә табыш кәрәк.
Гән-гән-гән – Һөнәрсе йөрәк ҡушҡанса эшләгән.
Гән-гән-гән – хеҙмәт үҙ емешен биргән.
Дәрестә баһалау таблицалары ҡулланыу отошло. Балалар үҙҙәренең, иптәштәренең эштәрен тикшерә, баһа ҡуя. Һәр бер эш төрөнә бала билдә ала.
Бер дәрестә әле һанап кителгән алымдарҙың бөтәһендә ҡулланып булмай. Дәрестең темаһына, маҡсатына ҡарап уҡытыусы кәрәкле материал һайлай, төрлө алымдар ҡуллана, уҡыусының эшмәкәрлеген кәрәкле йүнәлештә ойоштора.
regina247
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 03 апр 2019, 21:28

Re: Методические рекомендации

Сообщение regina247 » 03 апр 2019, 22:01

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү.
Федераль дәүләт стандарттары ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтөүгә, үҙ аллы белем алыуға, үҙенең фекерен әйтә, яҡлай белеүгә, иҫбатлауға, анализлауға, үҙенең эшмәкәрлегенә баһа биреүгә һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итеп ҡуя.
Уҡыусыларҙың фекерләүҙәрен үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән инновацион алымдарҙың береһе - тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы. Был технология өс этаптан тора: саҡырыу, йөкмәткене аңлау, рефлексия.
Һәр этапта ҡулланылған алымдарҙың бер нисәһен З.Биишеваның 4 класта өйрәнелгән “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте өлгөһөндә күрһәтеп китәһем килә.
“Тар һәм киң һорауҙар” алымын саҡырыу һәм рефлексия этаптарына бүлеп ҡулланабыҙ. Саҡырыу стадияһында уҡыусылар бирелгән һүрәткә, һүҙгә тар һорауҙар ҡуя, һорауҙар яҙыла, уҡыусылар телдән яуап бирә, ә инде рефлексия этабында ошо һорауҙарға әйләнеп ҡайтабыҙ һәм киң һорауҙар төҙөп яуап бирәбеҙ.
КӨРШӘК
Тар һорауҙар Киң һорауҙар
Нимә?
Нимәнән?
Ниндәй?
Ҡайҙан? Ҡайһы әҫәрҙән?
Ни өсөн кәрәк?



Дәрес башында һорауҙарҙың бөтәһенә яуап биреп булмай. Һорауҙарға яуап биреү дәрестең маҡсаты булып тора. Был һауыт нисек аталғанын, уны кем яһағанын, ҡайһы әҫәрҙән булыуын белергә кәрәк.
Шулай уҡ “Синквейн” алымын бер үк дәрестең башында ла аҙағында ла үткәреп була. Дәрес башында балалар был көршәк тураһында бер нимә белмәйенсә синквейн яҙһа, ә дәрес аҙағында уҡылған әҫәр буйынса яҙалар. Ике синквейн сағыштырыла (дәрес башында күҙ алдына килгән көршәк дәрес аҙағындағыһы менән сағыштырыла).
Дәрестең саҡырыу этабында “Уйҙар кәрзине” алымын ҡулланыу отошло. Мәҫәлән: «Хеҙмәт» һүҙен асыҡлау өсөн бөтә белгән һүҙҙәрен, уйҙарын уҡыусы үҙ аллы дәфтәренә яҙа. Һүҙҙәрҙе уҡыусылар парлап тикшерә, тап килгән һәм тап килмәгән һүҙҙәрҙе ҡарайҙар, ни өсөн был һүҙҙәрҙе яҙыуҙарын бер-береһенә аңлаталар. Уҡыусылар сылбырлап һүҙҙәр әйтә, уҡытыусы кәрзингә яҙа бара. Был һүҙҙәр дәрес барышында системаға һалына.
Асҡыс һүҙҙәр ярҙамында уҡыласаҡ әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеү уҡыусыларҙың алдан күҙ аллау һәләтен үҫтереү өсөн мөһим.
Йөкмәткене аңлау этабында әҫәрҙең авторы тураһындағы биографик мәғлүмәтте, уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен кластерға һалып, уҡыусы үҙе төҙөгән схемаға таянып башҡаларға һөйләй.
Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһында “Сюжетлы таблица” тигән алым бар. Уҡыусылар төркөмләп, йәки парлап әҫәр уҡыйҙар. Мәҫәлән: Бер төркөм З.Биишеваның хикәйәтен уҡыһа, икенсе төркөм темаға ярашлы берәй әкиәт уҡый, таблицалағы һорауҙарға яуап яҙа. Төркөмдәр таблицалар менән алышып, әҫәрҙең скелетына ҡарап йөкмәткеһен тергеҙәләр (күҙаллайҙар). Бирелгән әҫәрҙәр менән алышып дөрөҫлөгөн тикшерәләр.
“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса ошондай таблица төҙөлдө.
Кем? Ҡайҙа?
Нимә? Ниндәй?
Ни өсөн? Нисек?
Өйрәнсек Тау итәгендәге бер ауылда Көршәк Насар, ауыр, … Табыш өсөн тиҙ
Һөнәрсе Каса,көршәк Еңел, ныҡ, нәфис Халыҡҡа файҙа килтереү тырышып

Рефлексия этабында уҡыусыларға ижади эштәр тәғдим ителә: сылбырҙар төҙөү (мәҫәлән: синквейндар сылбыры), диаманта, эссе яҙыу, әҫәрҙе дауам итеү, киң һорауҙар төҙөү һәм яуап биреү, әҫәр буйынса һүҙлектәр төҙөү һ. б.
З.Биишеваның хикәйәтендә ҡапма-ҡаршы геройҙар булғанлыҡтан диаманта (7 юлдан тора) алымын ҡулланып була.
1,7 юлда ҡапма-ҡаршы геройҙар. 1. Һөнәрсе.
2 юлда – беренсе һүҙҙе асыҡлаған 2 сифат; 2. Уңған, кешелекле.
3 юлда – беренсе һүҙҙе асыҡлаған 3 ҡылым; 3. Ҡыуандыра,
тырыша,матурлай.
4 юлда – исем менән ике һүҙбәйләнеш; 4. Нәфис көршәк,
насар ҡылыҡ.
5 юлда – икенсе һүҙҙе асыҡлаған 3 ҡылым; 5. Һата, мыҫҡыллай,
уйламай.
6 юлда икенсе һүҙҙе асыҡлаған 2 сифат. 6. Ялҡау, Һаран.
1,7 юлда ҡапма-ҡаршы геройҙар. 7. Өйрәнсек.
Ижади биремдәрҙе төркөмдәргә бүленеп тә, парлап та башҡарырға мөмкин. Бер төркөм Өйрәнсектең көршәге , икенсе төркөм Һөнәрсенең көршәге исеменән сығыш яһарға әҙерләнә. Төркөм эсендә һәр уҡыусы үҙ аллы эшләй, кемдер шиғыр, кемдер тел төҙәткес яҙа, кемдер мәкәлдәр эҙләй, кемдер көршәк хужаларына кәңәштәр яҙа. Эштәрҙе бергә йыйып, бер сығыш әҙерләйҙәр. Бер төркөм һөйләгәндән һуң икенсе төркөм һорау бирә. Төркөм эсендә уҡыусылар бер-берһенә баһа ҡуя. Ошо уҡ ваҡытта ике уҡыусы (һәр бер төркөмдән бер уҡыусы) парлап эшләй, “Һөнәрсенең һәм Өйрәнсектең көршәктәре һөйләшә”, уҡыусылар диалог төҙөй.
Һәр дәрес уҡытыусынан ижади эшләүҙе талап итеп ҡуя. Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн балаларға оҡшаған, улар яратып башҡарған эш төрҙәрен тәғдим итеү мөһим. Уҡыусыларға өйгә эш төрөн биреүҙе ҡарайыҡ. З.Биишеваның хикәйәте буйынса план төҙөргә ҡушһаҡ, был өйгә эште уҡыусылар теләп башҡармаясаҡ. Ошо уҡ эш төрөн әҙ генә үҙгәртеп, уҡылған хикәйәт буйынса тел төҙәткес формаһында план төҙөргә ҡушҡанда уҡыусылар дәрестән өйгә эш бирелеүенә шатланып сығып китә. Улар яҙып килгән тел төҙәткесен артикуляцион күнегеү итеп тә ҡулланып була. Уҡыусыларҙың эштәренән миҫал өсөн бер тел төҙәткесе:
Ше-ше-ше – Һөнәрсе менән Өйрәнсек күрше.
Рәк-рәк-рәк-Өйрәнсеккә табыш кәрәк.
Гән-гән-гән – Һөнәрсе йөрәк ҡушҡанса эшләгән.
Гән-гән-гән – хеҙмәт үҙ емешен биргән.
Дәрестә баһалау таблицалары ҡулланыу отошло. Балалар үҙҙәренең, иптәштәренең эштәрен тикшерә, баһа ҡуя. Һәр бер эш төрөнә бала билдә ала.
Бер дәрестә әле һанап кителгән алымдарҙың бөтәһендә ҡулланып булмай. Дәрестең темаһына, маҡсатына ҡарап уҡытыусы кәрәкле материал һайлай, төрлө алымдар ҡуллана, уҡыусының эшмәкәрлеген кәрәкле йүнәлештә ойоштора.
regina247
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 03 апр 2019, 21:28

Re: Методические рекомендации

Сообщение Габитова З.Г. » 28 мар 2019, 04:11

I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы

C 10 по 12 апреля в Уфе состоится I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы.
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы проводится в соответствии с Распоряжением Правительства Республики Башкортостан от 4 марта 2019 года № 181-р в рамках мероприятий, посвященных 100-летию республики, Международному году языков коренных народов.
Состав участников съезда:
учителя башкирского языка и литературы, директора образовательных организаций Республики Башкортостан и регионов РФ с изучением башкирского языка (Оренбургской, Челябинской, Курганской, Самарской, Саратовской, Свердловской областей, Республики Татарстан, Пермского края, Ханты-Мансийского автономного округа, г. Москвы), заведующие дошкольных образовательных учреждений, преподаватели и студенты профессиональных образовательных организаций и образовательных организаций высшего образования, начальники, специалисты и методисты управлений (отделов) образования администраций муниципальных районов и городских округов, представители родительской общественности Всемирного курултая (конгресс) башкир, ветераны в сфере национального образования.
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы проводится в целях поиска новых научно-методических и инновационных подходов в преподавании башкирского языка и литературы, расширения научных и образовательных связей и сотрудничества в сфере национального образования, содействия сохранению и развитию башкирского языка в образовательных организациях Республики Башкортостан и субъектов Российской Федерации.
Программа Съезда:

11 апреля – пленарное заседание, дискуссионные площадки с обсуждением актуальных вопросов изучения башкирского языка, продвижения и популяризация башкирского языка в сфере культуры, науки, СМИ и в сети Интернет.

12 апреля – презентация опыта образовательных организаций г. Уфы, мастер-классы ведущих учителей башкирского языка и родных языков Российской Федерации, внесение предложений в проект Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан, Концепцию преподавания родных языков в Российской Федерации.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методические рекомендации

Сообщение Гульдар Адиповна » 03 мар 2019, 14:12

Бишенсе синыфтар өсөн эштәр:

Беренсе бағаналағы синонимдарзы икенсе бағаналағы һүҙҙәр менән парлап яҙыу:

Тәпәш - Түбән
Өлкән - Ҙур
Һөйләшеү - Аралышыу
Оло - Ҡарт
Ырғытыу - Ташлау
Анһат - Еңел
Ағартыу - Аҡлау
Дәрәжә - Абруй

Антонимдарын табыу:

Йәш – (ҡарт)
Матур – (йәмһеҙ)
Нәҙек – (йыуан)
Тар – (киң)
Түбән –(юғары)
Ҡалын –(йоҡаҡ)
Ҡыйыш- (тигеҙ)

Омонимадар менән һөйләмдәр төҙөү:

Зифа (ҡатын –ҡыҙ исеме) ,зифа буйлы (стройная)
Яҙ (весна),яҙ (пиши)
Май (ай), май (масло)
Баҫма (мост),баҫма (не наступай)
Гульдар Адиповна
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 01 мар 2019, 18:40

Re: Методические рекомендации

Сообщение Гульдар Адиповна » 03 мар 2019, 13:51

6 -сы синыфтарға, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөү, үҙ аллы эҙләнеү эше өсөн һорауҙар:

1. Иң бейек тау?
2. «Төньяҡ амурҙары”ның авторы?
3. “Осто бөркөт” әҫәрендә Муса Мортазин 24 йәшлек кем фамилиялы кеше менән алыша?
4. “Ир ҡанаты” әҫәрендә ниндәй төҫтәге ат тураһында һүҙ бара?
5. Башҡорт теле ниндәй телдәр ғаиләһенә ҡарай?
6. Халыҡҡа йәки айырым шәхескә поэтик мөрәжәғәт?
7. “Самородок” әҫәрендә төп геройҙың исеме?
8. Матросовтың дуҫы Черников Гришаның ысын исеме?
9. “Честь” башҡортса?
10. “Яҡшы һүҙ - .....(нимә) аҙығы”?
11. Саша Матросовтың ысын исеме?
Гульдар Адиповна
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 01 мар 2019, 18:40

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron