Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение AlfinaGab » 24 янв 2020, 14:54

admin писал(а):...

Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы
Башҡортостан байлыҡтары. Хәбәр һөйләм.
Маҡсаттар:
- Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү, хәбәр һөйләмдәр тураһында мәғлүмәт биреү;
- уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;
- Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек (Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек), Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, карточкалар, тестар.
Дәрестең төрө: яңы тема өйрәнеү дәресе.

Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Һаумы ҡояш! һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр!
II. Артикуляцион күнегеү.
Башҡортостан - ҡурай иле, Башкортостан – родина курая
Башҡортостан - Урал ере, Башкортостан – земля Урала
Башҡортостан - ҡумыҙ теле, Башкортостан – язык кубыза
Башҡортостан - ҡымыҙ сере. Башкортостан – секрет кумыса.

III. Яңы тема өйрәнеү.
А) Дәрестең маҡсатын билдәләү.
- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
- Эйе, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан, Башҡортостан байлыҡтары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Б) Әңгәмә. Тест һорауҙарына яуап биреү.
- Шиғырға кире ҡайтайыҡ әле. (Шиғырҙы уҡыу).
- Ә һеҙ үҙегеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
- Ниндәй байлыҡтары менән дан тота?
- Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең Башҡортостан тураһында белемегеҙҙе һынап ҡарайым әле. Мин һеҙгә һорауҙар тәҡдим итәм, ә һеҙ дөрөҫ яуабын билдәләгеҙ.
Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?
а) Себер
б) Урал
Башҡортостандың милли уйын ҡоралы?
а) барабан
б) ҡурай
Башҡортостандың баш ҡалаһы?
а) Өфө
б) Стәрлетамаҡ
Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?
а) Һаҡмар
б) Ағиҙел

Башҡортостандың иң бейек түбәһе?
а) Ямантау
б) Ирәмәл
Башҡортостандың президенты кем?
а) Путин
б) Хәмитов
Башҡортостандың милли геройы?
а) Салауат
б) Пугачев
В) Һүҙлек эше.
Тәбиғәт - природа
Урман – лес
Тау – гора
Йылға – река
Хайуан – животное
Мәмерйә – пещера
Халыҡ – народ
Бал – мёд
Ял итеү минуты
Аҡҡоштарҙай йөҙәйек,
Бөркөт кеүек осайыҡ.
Ҡуян кеүек һикерәйек,
Айыу кеүек атлайыҡ,
Һәм урынға ултырайыҡ.

Г) Дәреслек буйынса эш.
- Белеүегеҙсә, хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр була. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән хәбәр һөйләмдәр менән танышабыҙ.
- Дәреслектәге 97 бит, 238-се күнегеүҙе асығыҙ.
- Тексты иғтибар менән уҡығыҙ.
- Нимә тураһында һүҙ бара? Ни өсөн текст “Ҡара алтын”, тип атала?
- Нимә ул “аҡ алтын”?
- “Зәңгәр алтын”?
- “Йәшел алтын”?
- Текстан хәбәр һөйләмдәрҙе табығыҙ. Ике хәбәр һөйләмен күсереп алығыҙ.
Ғ) Әңгәмә.
- Башҡортостанда ете мөғжизә бар, тиҙәр. Нимәләр?
-Салауат Юлаев һәйкәле тураһында кем һөйләп китә?
Скульптор С.Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.
- Янғантау нимәһе менән бөйөк?
Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы. Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.
- Киләһе мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.
Был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
- Артабан һүҙебеҙ Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында.
Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөрйән районында урынлашҡан.. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.
- Киләһе мөғжизә – “Урал батыр” эпосы.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора.
- Башҡорт балы тураһында кем һөйләр?
Башҡорт ере – урман – дала,
Башҡорт балҡайы – дауа...
- Етенсе мөғжизә – ҡурай.
Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.
IV. Нығытыу күнегеүҙәре.
- Бирелгән һөйләмдәр дөрөҫмө? Хатаһын табығыҙ.
Башҡортостан Себерҙә.
Учалы, Сибай, Туймазы, Мәләүез – Татарстан ҡалалары.
Өфө - баш ҡала.
Сыуашстан Республикаһының баш ҡалаһы – Салауат.
Ҡурай – башҡорт халыҡ инструменты.
Проект эше башҡарыу.
Төркөмдәрҙә эш.
- Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа плакат һәм һүрәттәр ята. Башҡортостан байлыҡтарын ғына һайлап алып гәзит сығарырға кәрәк.
V. Йомғаҡлау.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?
- Башҡортостан байлыҡтарына нимәләр инә?
“Тыуған яҡ” йырын йырлау.
VI. Баһалау.
- Дәрес оҡшанымы?
-Бөгөн үҙегеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә ниндәй баһа ҡуяһығыҙ?
VII. Өйгә эш.
1) 98 б., 239-сы күнегеү.
2) “Өфө ҡалаһы” темаһына мәғлүмәт алып килергә.
3) “Башҡортостан” темаһына ижади проект башҡарырға.
AlfinaGab
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 24 янв 2020, 13:33

Re: Методическая копилка

Сообщение Гузлик » 03 июн 2019, 15:28

Тема: Икмәк үткән юл. Синонимдар. 5 класс (башҡорт дәүләт теле).

Маҡсат:
 «Синонимдар» темаһын өйрәнеүҙе дауам итеү;
 яңы һүҙҙәр үҙләштереп, һүҙ байлығын арттырыу;
 икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, ноутбук, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, карточкалар, һүрәттәр, икмәк, синонимдар һүҙлеге.

Дәрес барышы:
1. Артикуляцион күнегеү:
Әсәйем мейескә һалһа,
Алһыуланып ҡабара.
Бешкәс өҫтәлгә ултыртһа,
Татлы еҫтәр тарала.
(М.Шиһапов)
Башта шиғырҙы уҡытыусы уҡый, һуңынан хор менән уҡыу. Шиғыр нимә тураһында икәнлеген асыҡлау. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе тәржемә итеү. Аҫтына һыҙылған һүҙгә (татлы) иғтибарҙы йүнәлтеү. Уны икенсе һүҙ менән алмаштырып буламы?(тәмле, телеңде йоторлоҡ). Ундай һүҙҙәр нисек атала? (синонимдар). Теманы билдәләү. Дәрескә маҡсаттар ҡуйыу. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙып ҡуйыу.
Баһалау биттәрен таратыу. Уҡыусылар дәрестең һәр этабында үҙҙәрен баһалап бара.
2. Бөгөнгө дәрестә икмәк үткән юл буйлап үтеү тураһында хәбәр ителә.
1-се этап – иген сәсеү. Дәреслек менән эш(12-се күнегеү 105-се бит).
А) Һүҙлек эше:
иген – хлеба,
сәсергә – сеять,
өлгөрә – созревает,
урырға – жать,
һуғырға – молоть,
он тартыу – молоть муку.
Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.
Һүҙлек эшенән текст нимә тураһында икәнлеген фаразлау.
Б) Текстың авторы тураһында белешмә. Гөлсинә Абдулхаева(фото) Өфө ҡалаһыны 5-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
В) Тексты уҡыу, тәржемә итеү, дәреслектәге һүрәттәргә тап килгән һөйләмдәрҙе табыу.
Г) Синонимдарҙы иҫкә төшөрөү, миҫалдар килтереү. Текста синонимдарҙы табыу (оҙаталар, ебәрәләр).
3. 2-се этап – көҙ көнө уралар. Интерактив таҡтала эш. 2 төркөмгә бүленеп ҙур, тәмле һүҙҙәренең синонимдарын (оло, телеңде йоторлоҡ, эре, татлы, өлкән, шәрбәтле) йыйып алыу. Төркөмдәр бер-береһенең эшен баһалай.
4. 3-сө этап – элеваторға оҙатыу. Ял минуты:
Ҡунаҡтар килеүенә
Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас,
Бына шуундай тәпәш,
Бына шуундай ҡабарған,
Бына шуундай ҡыҫылған,
Бына шуундай йәйелгән,
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Шундай ҙур булды күмәс.
5. 4-се этап – ондо пекарняға килтереү. Синонимдар һүҙлеге менән эш. Парҙарҙа эш. Синонимдар һүҙлегенән икмәк һүҙенең синонимын эҙләйҙәр, ҡайһы бер парҙар интернеттан эҙләй. Ҡайһы парҙың эше уңышлы булыр икәнлеген асыҡлау. Һығымта яһау. Әпәй һүҙенең диалект һүҙе булыуын асыҡлап китеү.
6. 5-се этап – икмәк бешереү. Эш дәфтәрҙәренең 33-сө битендәге 2-се дәрестең 1-се эше. Аҙыҡ-түлектәрҙең ондан бешерелгәндәренең аҫтына һыҙырға. Тағы ондан ниндәй аҙыҡ бешерелгәнлеген асыҡлау.
7. Дәрес буйынса алған белемдәрен тикшереү. Тест һорауҙарына яуап биреү:
1) Мәҡәлдең икенсе яртыһын табырға: Икмәк бөтәһенә лә ...
а) Муйын, б) ҡул, в) баш.
2)Ниндәй юлда синонимдар дөрөҫ бирелгән?
а) Ҙур – бәләкәй, б) тәмле – телеңде йоторлоҡ, в) икмәк – ҡалас.
3)Урыу һүҙенең тәржемәһен табырға:
а) Сеять, б) жать, в) созревать.
Рефлексив анализ: Бөгөн дәрестә ... ауыр булды, ... ҡыҙыҡ булды, ...иҫемдә ҡалды, ...мин өйрәндем.
Йомғаҡлау: Икмәктән оло аҙыҡ юҡ. Һуғыш ваҡытында ул кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарған. Уның бер валсығын ғына ла әрәм итергә ярамай, ҡалған икмәк һыныҡтарын, валсығын ҡоштарға бирергә кәрәк. Бөгөнгө дәрестән күреүебеҙсә, икмәк өҫтәлгә килеп еткәнсе, бик оҙон юл үтә. Икмәккә һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ.
Өй эше: “Икмәк – бөтәһенә лә баш” темаһына проект эше (һүрәт, шиғыр, инша, әкиәт, презентация, стенгазета һ.б.).
Баһалау биттәре буйынса балдарҙы һанау, баһалау.
Гузлик
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 03 июн 2019, 14:54

Re: Методическая копилка

Сообщение Альфия Аслямова » 29 апр 2019, 17:06

Дәрес эшкәртмәсе.
Тема: Р. Миннуллинның тормыш юлы һәм иҗаты. Балалар өчен язылган шигырьләре. “Уйлап табучы”.
Сыйныф: 5
Тәкъдим ителгән дәреснең программадагы урыны: дәрес 5нче сыйныфта “Балалар язучылары” дигән бүлекнең беренче темасы итеп карала.
Дәреснең максатлары:
Дидактик максат: Әсәрне анализлау ысулын танып белү
Үстерешле максат: укучыларның логик һәм иҗади фикеләвен камилләштерү
Тәрбияви максат: Хезмәт аша гына максатка ирешеп булуны танып белү

Планлаштырылган нәтиҗәлелек
1.Предмет нәтиҗәлелеге: Әдәби текст белән эш: тиз һәм аңлап уку, сайлап уку , белешмә сүзлекләрдән файдаланып яңа сүзләр белән эш, әсәрне өйрәнү ысулын танып белү (катнашучыларын (персонажларын, авторын ) һәм аларның гамәлләрен танып белү; укучы – читатель мөнәсәбәтен белдерү.
2. Метапредмет нәтиҗәлелек:
- регулятив гамәлләр камилләшүе өчен җирлек тудырыла: уку мәсьәләсен китереп чыгаруда, адымлап әсәрнең үзенчәлеген ачыклауда, рефлексия ясауда, үзбәя куюда катнашу;
-танып белү гамәлләре: Әсәрнең сюжетын модельдә күрсәтә һәм модельдән файдалана белү
- коммуникатив гамәлләр: төркемдә (парларда) эшләү барышында, аралашу күнекмәләре үсеше өчен җирлек туа: бер-берсен тыңлый, ишетә, фикерләрен дәлилле әйтә белү, башкаларның фикерен тулыландыру, өйрәнелгән материал нигезендә әдәби сөйләм камилләшү.
3. Шәхес буларак үсешне күрсәтә торган нәтиҗәлелек: иптәшләренә, үз-үзләренә матур мөнәсәбәт, үз кичерешләрен иптәшләре кичереше белән килештерә белү; үз эшчәнлекләрен адекват бәяләү.
• Танып белү эшчәнлеген оештыру методлары: проблемалы ситуация тудыру, өлешчә эзләнүле.
• Танып белү эшчәнлеген оештыру формасы: фронталь, парларда эшләү.
Ресурслар:
• экран, ноутбук, проектор;
• терәк-схемалар;
• интернет чыганаклар.

ДӘРЕС БАРЫШЫ
Хәерле көн, укучылар! Карагыз әле, нинди матур көн! Тәрәзәгә карадык – шатландык. Бер-беребезгә карадык – елмайдык! Укучылар, күтәренке кәеф, елмаюлар белән бүгенге көнегез генә түгел, һәр көнегез шулай башлансын! Бүгенге эшебез матур һәм файдалы булса иде дигән нияттә дәресебезне башлыйбыз.
Актуальләштерү.
Без үткән дәрестә нинди темага аяк бастык?
Көтелгән җавап: Язучылар иҗатында юмор.
Нинди әдипләр белән таныштык?
Көтелгән җавап: Ләбиб Лерон, Алмаз Гыймадиев.
Яхшы, ә бүген без шул теманы дәвам итеп, “Уйлап табучы” шигыре белән эшләрбез. Дәфтәрләрне ачып, бүгенге көнне һәм теманы язып алыгыз. Юмор төченчәсен искә төшереп үтик.
Уку мәсәләсен чишү
1нче бирем. Экранга игътибар итик. (Шигырь чыга). Бер кат мин укып чыгам, сез карап барыгыз, ә аннары үзегез укып чыгарсыз. Укып чыкканнан соң, аңлашылмаган сүзләрне ачыкларбыз. (вакыт бирелә)
Кайсы сүзләр сезгә аңлашылмый? Минемчә, “уйлап табучы”, “талант”.
Сүзлек эше: Уйлап табучы сүзен карыйк.
Татар теленең аңлатмалы сүзлегендә аңлатма юк, шуңа күрә баштан рус теленә тәрҗемә, аннары рус теленең аңлатмалы сүзлегеннән мәгънәсен табабыз. Уйлап табучы сүзе рус телендә ничек була?
• Уйлап табучы - изобретатель. Ожегов сүзлегенең онлайн версиясен интернеттан эзләп табабыз.
(Экранга Ожегов сүзлегеннән аңлатмасы чыгарыла)
• Талант – сүзе дә шулай ук экранга чыгарыла.
2 нче бирем.
Бу шигырьнең сюжетын текстка якын итеп сөйләргә әзерләник.
Котелгән җавап: Лирик герой - малай кеше, ул уйлап табучы булырга хыяллана, көн саен кроватьта озак уйланып ята. Гаиләсендәгеләр хәйләләп ятма, дип тиргиләр; көләләр. Уйлап табучы чыкмаячак миннән, чөнки уйларга комачаулыйлар, бүләләр уемнан, ди гаиләсен гаепли.
Димәк, сюжетын ачыкладык.
3 нче бирем.
Әсәрдә кемнәр катнаша? Парларда киңәшеп ачыклагыз.
Көтелгән җавап: Катнашучылар: Лирик герой - малай кеше, Аның якын кешеләре –гаиләсе; автор, укучы. Менә алар (укытучы тактага магнит белән ябештереп чыга)
4 нче бирем: Модельләштерүне дәвам итәр өчен, без катнашучыларның гамәлләрен (эшләгән эшләрен) аерып алыйк. Һәрберегезнең алдында катнашучыларның гамәлләре язылган карточкалар ята. Шуларны без тиешле катнашучы астына ябыштырып барырга тиешбез.
Шулай итеп, укучылар, без авторның гамәленнән чыгып, шыгъри әсәрнең идеясен ачыкладык. Автор безгә җиткерергә теләгән фикерен әйтеп бирдек. Автор шушы вакыйганы сөйләгән булып, безне шушы малай кебек булмаска өнди.
Без дә катнашучы бит, укучылар. Укыдык, аңладык . Һәм үзебезгә нинди нәтиҗәләр ясый алабыз?
Көтелгән җавап:
Без: елмаябыз. Малайның ялгыш уйлавын, хыялының буш булуын күрәбез.

Әсәр белән эш ысулын аерып алу. (Экранда языла бара)
Шулай итеп, без бу әсәрне ничек өйрәндек?
1. Игътибар белән укыдык;
2. Сүзлек эше оештырдык;
3. Катнашучыларны таптык (лирик герой, гаилә, автор, укучы) һәм модельдә күрсәттек;
4. Катнашучыларның гамәлләрен конкретлаштырдык һәм модельдә күрсәттек.
5. Эчтәлеген – сюжетын, тема, автор фикерен ачыкладык һәм үз мөнәсәбәтебезне белдердек.
Физкультминутка
Гөрләвекләр агалар, (утырган килеш
Күктән кояш елмая. кулларны як-якка җәяләр)
Каңгылдашып, торналар
Тезелеп үтте бая. (очу хәрәкәтләре ясыйлар)
Инешләрдә коена
Канатланып үрдәк, каз. (чумалар, йөзәләр)
Җирне яшәртеп, безгэ (кул чабалар)
Гөлләр алып килә яз.

Укучылар, без яңадан үзебезнең шигырьгә әйләнеп кайтабыз. Шушы шигырьне кем язган?
Көтелгән җавап: Роберт Миңнуллин.
Сез аның хакында ниләр беләсез? Сез аның үзен күргәнегез бармы?
(Җаваплар тыңланыла)
Әйе ул безнең якташыбыз (Аннан соң электрон тактада мәгълүмат):
Ул бик билгеле шагыйрь. Китапларның күргәзмәсенә күз салыгыз әле. Ул өлкәннәр өчен дә, балалар өчен дә күп китаплар язган затлы якташыбыз. Быел 1нче августта аңа 70 яшь тулды.
Ә хәзер сезгә сюрприз. Экранда Роберт Миңнуллин (сәлам һәм шигырь).
Китапларның күргәзмәсендә күренгәнчә, Роберт абыегыз кемнәр өчен күбрәк язган икән?
Көтелгән җавап: Балалар өчен.
Ничек уйлыйсыз? Роберт абыегыз талантлы кешеме икән? Уйлап табучы дип буламы аны? Ни өчен?
Көтелгән җавап: Әйе.
Укытучы сүзе: Була ала, чөнки ул бик күп хезмәт итә. Әмма нинди генә кеше булмасын, ул - шагыйрь. Аның бик күп китаплары басылып чыкты. 100 дән артык шигырьләренә көйләр язылган һәм алар өчен зур бүләкләр бирелгән. 1982 нче елда Муса Җәлил, 1998 нче елда Габдулла Тукай исемендәге Дәүләт премиясенә, Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыкара Мактау дипломына лаек булды. 2005 нче елда «Татарстан Республикасының халык шагыйре» дигән исем бирелде.
Ә хәзер, укучылар, компьютерлар артына тезелешеп утыруыгызны сорыйбыз.
(Компьютерда Кластер төзү.)
Рефлексия.
Дәресебезгә нинди нәтиҗә ясый алабыз?
• “Уйлап табучы” шигырен безнең якташыбыз Роберт Миңнуллин язган;
• Лирик герой (малай) уйлап табучы булырга хыяллана;
• Бу шигырь көн саен кроватьта озак уйланып ятуны ачыш ясаучы, уйлап табучы дип ялгышкан малай турында язылган.
2. Дәрестәге эшчәнлеккә Үзбәя.
Укучылар, үзегезнең дәрестә ничек катнашуыгызны бәяләр өчен, татар смайлчыкларын кулланыгыз. Әгәр дә канәгать булсагыз – шатлыклы, булмасагыз – кайгылы смайлчыкларны күтәрегез. (Укучыларны бәһалау)
Дәресебезне тәмамлар алдыннан минем сезгә бер тәкъдимем бар: Роберт Мөгаллим улына җавап итеп, аңа да видеокосәлам җибәрергә.
(Видео төшерелә)
Укучылар, дәресебезне Роберт Миңнуллин сүзләренә Резеда Әхиярова иҗат иткән “Яратыгыз” җыры белән тәмамлыйбыз.
Өй эшләре:
1. 128нче биттәге сорауларга бирергә;
2. “Уйлап табучы” шигырен ятларга;
3. “Уйлап табучы” шигыренә иллюстрация төшерергә.
Альфия Аслямова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 29 апр 2019, 16:58

Re: Методическая копилка

Сообщение гузель рифовна » 08 апр 2019, 13:41

Тема: «Тау баш7орто то7омонан
Салауат затлы булам».
(М.К2римде8 «!лм29бай»поэма3ы буйынса д2рес)
Д2ресте8 ма7саты:
- Б0й0к Ватан 3у4ышы йылдарында М.К2рим поэзия3ыны8 я8ы 3ы6аттар мен2н байып, т2ь9ир ите1 я4ынан та4ы ла ю4арыра7 ким2лг2 к1т2реле1ен асыу.
- «92рг2 проблемалы анализ я3ау к1некм2л2рен 32м у7ыусылар6ы8 30йл21 телм2рен 19тере1, 292рг2 7арата 16 фекер62рен 2йтерг2 0йр2те1, 316лек байлы4ын артырыу.
- батыр я7ташыбы6 мен2н таныштырыу.
- У7ыусылар6а патриотизм той4о3о т2рби2л21.

Йы3азландырыу.
Проектор аша М. К2римде8 портретын, 316лек 31662рен, презентация 32м проблемалы 3орау6ар6ы к1р32те1.
Китаптар к1рг26м23е

Д2рес барышы:
1. Ойоштороу
2. Актуалл2штере1.
У7ыусылар6ы д2ресте8 тема3ы , ма7саты мен2н таныштырыу.
3. Т0п 0л0ш.
Инеш 316.
Уты6ынсы йылдар а6а4ында 262би2тк2 килг2н оло талант эй23е Мостай К2римде8 ижады Б0й0к Ватан 3у4ышы йылдарында та4ы ла активлаша.
№у4ышты8 башынан алып а6а4ына тиклем М. К2рим фронт яландарында батыр6арса 3у4ыша 32м ижад ит2. Х2рби курстар6ы тамамла4андан 3у8 3у4ышта элемт2 б1лекс23е 32м артиллерия дивизия штабы начальнигы булып хе6м2т ит2. 1942 йылда пуля ярсы4ы уны8 1пк23ен 7аты яралай. Госпитальд2 дауаланып сы77андан 3у8 26ип «За честь Родины» 32м «Советский воин» фронт г2зитт2ренд2 х2рби журналист булып хе6м2т ит2 . К1п илд2р6е азат ите162 7атнашып, е8е1 к0н0н ул Вена 7ала3ында 7аршылай. Бе6 М.К2рим мен2н 4орурланабы6, 3о7ланабы6, уны8 ижады алдында башыбы66ы эй2бе6. « х26ер М.К2римг2 з28г2р экран аша к16 3алайы7. (презентация 7арау)
Бик к1п ми6ал 32м ордендар мен2н б1л2кл2н2 26ип. №у4ыш осоронда я6ыл4ан «Мине8 атым», «Ши4ыр6ар» тип исемл2нг2н йыйынты7тарына инг2н поэтик 292р62рене8 б0т23енд2 л2 7ыйыу характерлы, ихтыяр к0с0 ны7 бул4ан Совет 3алдаттарыны8 батырлы4ына 3о7ланып дан йырлана. Был 292р62р62 ша4ир6ы8 Ватан4а м0х2бб2т, дошман4а н2фр2т той4олары са4ыл4ан, ул 16 хал7ына бирг2н анты булара7 я84ыраны.
Шул у7 мотивтар6ы8 19терелеше, совет кешел2рене8 фронт шарттарында4ы батырлы7тары, баш7орт 3алдатыны8 индивидуалл2штерелг2н милли характеры ша4ир6ы8 «!лм29бай» поэма3ында ю4ары художество алымдары мен2н у8ышлы 31р2тл2н2.
!тк2н д2рест2 бе6 3е66е8 мен2н «!лм29бай» поэма3ыны8 й0км2тке3е мен2н таныш7айны7, 2 б0г0н 292р6е8 й0км2тке3ен анализлаяса7бы6. )йг2 эш итеп поэманан 16е82 о7ша4ан 0л0шт0 ятлар4а ине. Х26ер 0й эшен тикшереп 1т2йек.

- «!лм29бай» поэма3ына проблемалы анализ я3ау.
-№е66е8с2 поэма 32м унда4ы герой-патриот !лм29бай образы я6ыусы ижадында нинд2й урын алып тора? (Совет 3алдаттарыны8 3у4ышта к1р32тк2н батырлы7тарын 31р2тл21)
- Поэма 3е662 нинд2й т2ь9ир 7алдыр6ы, нинд2й хис- той4олар уятты?
Проблемалы ситуация булдырыу.
М. К2римде8 Б0й0к Ватан 3у4ышыны8 и8 ауыр йылдарында я6ыл4ан «!лм29бай» поэма3ыны8 гуманистик 292р булыуы ним2л2?
«92р6е8 атама3ыны8 патриотизм идея3ына нинд2й м0н2с2б2те бар?
( «92р6е8 атама3ы ла «!лм29бай» тим2к, 1лем3е6, 7ур7ыу3ы6, 7ыю булган Совет 3алдаты ха7ында)
Проблемалы ситуацияны тикшереп, д2ресте8 т0п проблема3ын билд2л21. ?уйыл4ан 3орау4а нисек яуап бирерг2?
-Бе6г2 ним2 билд2ле? (Поэманы8 тексы)
- Ним2 билд23е6?
- Фашист 42ск2р62рен2 7аршы 7анлы 3у4ыш бар4ан к0нд2р62 я6ыл4ан поэмала гуманизм, патриотизм темалары нисек х2л ител2?
- Поэманы тикшер2 башла4анда 7уйыл4ан 3орау4а нисек яуап бирерг2? Д2ресте8 проблема3ын нисек тип билд2л2рг2?
- «!лм29бай» поэма3ында гуманизм, патритизм идеяларын асыу6ы8 16енс2леге ним2л2? -
(Д2ресте8 т0п проблемалы 3орауын ошолай тип билд2л2рг2 м0мкин)

- Проблеманы х2л ите1.
- Поэмала патриотизм тема3ы нисек, нинд2й образдар6а асыла? (!лм29бай, Теребай 32м батыр егетт2р)

- !лм29бай образы поэманы8 идея- художество й0км2тке3енд2 нинд2й урын тота?
( !лм29бай образы поэманы8 162генд2 тора. «92р6е8 композиция3ы ошо образ4а б2йле ойоша, 30й01 32м н2фр2т, актив патриотизм идея3ы уны8 аша бирел2. !лм29бай 16 хал7ын яуыз дошман4а 7аршы к0р2шк2 рухландырыусы 32м к1т2ре1се, 7е12т, е8е1г2 ышаныс 32м ны7лы7 бире1се ябай, йор теле, шаян егет булып к16 алдына ба9а)

- «Тау баш7орто то7омонан Салауат затлы булам» тиг2н юлдар6ы8 м242н23е т0п герой6ы8 нинд2й 3ы6аттарын аса?
( Метапредмет б2йл2неш. Тарихтан билд2ле булыуынса Салауат Юлаев – батырлы7 символы булып к2162л2нг2н. Был юлдар баш7орт батыр6арыны8 Салауаттай к0сл0, 7ур7ыу3ы6 булыуын к1р32т2. Был б1лект2 !лм29бай6ы8 7ыйыу, т212кк2л булыуын. 7атмарлы 3у4ыш шарттарында урында4ы х2лг2 7арап эш ит2 беле1ен к1р2бе6. !6ене8 т21ге разведка4а барыуын ул бик м2р2к2 итеп 30йл2й. Ул разведка4а барыу ке1ек яуаплы эшк2 ауыр3ынмай, ма7танмай, кире3енс2, е8ел той4о, т212кк2ллек 32м 16 к0с0н2 ышаныу мен2н сы4ып кит2)

- Поэмала 3алдаттар образы нисек бирелг2н?
(№у4ышты8 т21ге йылдарында 16ене8 и4тибарын ша4ир фронт герой6арына, Ватанды 3а7лап фи6а72р к0р2шк2н батыр6арына туплай)

- «!лм29бай» поэма3ында геройлы7 идея3ын бире16е8 16енс2леге ним2л2?
( Б0т2 халы7 геройлы4ын к1р32те1, художестволы д0й0мл2штере162)
- Поэмала гуманизм идея3ын бире16е8 16енс2леге ним2л2? (Проблемалы 3орау)
- «92р62 фашистар6ан 2се к0л0162рен 7ай3ы урындар6а табып була? («92р62н 060кт2р у7ыу)

- Н2фр2т той4о3оно8 ижади к0с булып 21ереле1 ним2л2 к1рен2?
( Н2фр2т той4о3о азатлы7, е8е1 яулап алыр4а рухландыра. Текстан 060кт2р у7ыу)
- Поэманы8 тел, стиль 16енс2леге ним2л2? -«92р6е8 стиле нинд2й стилг2 я7ын тора? (Й2нле 30йл21 стилен2 я7ын 32м унда халы7 теленд2 осрай тор4ан бик к1п 31р2тл21 саралары 7улланыл4ан).
4. Коллектив эш.
№1р2тл21 сараларына ми9алдар килтер2йек:
1-се р2т 2-се р2т 3-с0 р2т
Метафора са4ыштырыу м272лд2р
- Эшт2р6е тикшер2бе6.
Поэманан халы7ты8 30йл21 телен2н инг2н фразалар6ы, 2ки2т алымдарын табыу. ( Тел ас7ысы- тел2ге, 4262т – 7ылы7ты8 эне3е, 2йтк2н 316 – ат7ан у7, эшт2р 2к2м2т малай, 316емде йы7ма, 7о6а) Текстан табып у7ыу.

5. « х26ер, у7ыусылар, бе6 16ебе66е8 ауылдан сы77ан «1лм29бай» мен2н танышып 1т2йек. (Презентация 7арау)
В2лиев «с72т Нури2хм2т улы Т1реш ауылында донъя4а кил2. Х26ерге ва7ытта М2ск21 0лк23енд2 41мер ит2. 1945 йылда Б0й0к Е8е1 парадында 7атнаша. Ул авиация полковнигы, осоусо истребитель. Бик к1п орден 32м ми6алдар мен2н б1л2кл2нг2н. 219 - х2рби осош я3ай, 72 – 3ауа 3у4ыштарында 7атнаша,ш2хс2н 16е 8 дошман самолетын тар-мар ит2.

№ауа4а юл
В2лиев «с72т Нури2хм2т улы 1922 йылды8 15 ноябренд2 Т1реш ауылында кр29ти2н 4аил23енд2 донъя4а кил2. ;аил2л2 5 бала т2рби2л2н2. «с72т баш бала була. Уны8 ике 7усты3ы 32м ике 3ылыуы була. 1930 йылда беренсе класка у7ыр4а бара. Ул м2кт2пт2 у7ы4анда у7 тырыш у7ыусы була. 1937 йылда ете йыллы7 м2кт2пте тамамлап Кушнаренко педагогия училище3ына у7ыр4а ин2. 1940 йылдан «с72т )ф0 аэроклубында ш040лл2н2 башлай. Уны 3ауа ди8ге6е 16ен2 тарта 32м А. Серов исеменд2ге авиам2кт2пк2 у7ыр4а ин2. Ошо ва7ытта Б0й0к Ватан 3у4ышы башланып кит2. 1943 йылда авиам2кт2пте тамамлап ул 164-се истребительд2р полкы составында 0с0нс0 Украина фронтына о6атыла.
«с72т Нури2хм2т улы Украина, Молдавия, Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Австрия, 32м Чехословакия илд2рен фашист илба9ар6арынан азат ите162 7атнаш7ан батыр.
№у4ыштан 3у8 «с72т Нури2хм2т улы х2рби -3ауа к0ст2ре 4илми тикшерене1 институтында 3ынаусы-летчик булып хе6м2т ит2.
1961 йылдан Р2с2й Федерация3ы оборона министрлы4ыны8 162к 4илми тикшерене1 институтында инженер вазифа3ында эшл2й.




Китап7а лайы7 я6мыш

«с72т Нури2хм2т улыны8 тормош юлы я7ты, матур 32м шул у7 ва7ытта е8ел д2 т1гел. Ул 3ис шик3е6 талантлы 32м 16енс2лекле кеше. Я6мыш уны к1п 3ына4ан. №у4ыштан 3у8 М2ск21 0лк23енд2 й2ш2г2н 32м эшл2г2н. )йл2нг2н. ?атыны Людмила мен2н ике ул т2рби2л2п 19терг2нд2р. Оло улы Игорь ата3ына о7шап осоусо 30н2рен 3айлай.
«мм2 «с72т Нури2хм2т улына 7артлы4ын б2хетле 4аил2л2 7аршы алыр4а я6ма4ан. 14 йыл элек уны8 тормош ипт2ше Людмила, 5 йылдан 3у8 оло улы Игорь 32м 1 йылдан 3у8 кесе улы Виктор 6а вафат булалар. . Батыр 3у4ышсы бер я84ы6ы тороп 7ала.
Ту4андары, ей2нд2ре мен2н ду9, татыу й2ш2й. Ей2не Игорь 3ауа флотында хе6м2т ит2.
Ту4андарына я64ан хаттарында «с72т а4ай бер ва7ытта ла зарланмай. Уны8 хаттарында тормошто яратыу, й2ш21г2 к0с, 7е12т са4ыла


6. Йом4а7лау. У7ыусылар, бе6 б0г0нг0 д2рест2 батыр 3у4ышсы , я7ташыбы6 летчик – истребитель В2лиев «с72т а4ай6ы8 фронтта4ы батырлы7тары 32м тормош юлы мен2н танышты7. Бындай батыр6арыбы66ы бе6 белерг2 32м онотма97а тейешбе6.
«!лм29бай» поэма3ында 31р2тл2нг2н ва7и4алар тормошта ла бул4ан: фашистар6ы плен4а алыу, тимер юлдар6ы шартлатыу, штаб7а 30ж1м ите1 – бары3ы ла совет 3алдаттарыны8 т212кк2ллеге, батырлы4ы, зир2клеге 3060мт23е. Ошо сифаттар4а !лм29бай мен2н Теребай 6а эй2, с0нки улар 16 илене8 ысын патриоттары, Салауат то7омдары.
Шулай итеп, М. К2рим Б0й0к Ватан осоронда4ы 292р62ре т2р2н патриотизм мен2н 3у4арыл4ан, шу4а к1р2 улар 6ур 232ми2тк2 эй2.
-№е6г2 «!лм29бай» поэма3ы о7шанымы? Был поэма 3е662 нинд2й той4олар уятты, нинд2й т2рби2 бир6е?
-Егетт2р, 3е6 !лм29бай мен2н Теребай6ы8 нинд2й сифаттарын 16еге662 к1рерг2 тел2р инеге6? (Батырлы7, 7ыйыулы7, т212кк2ллек, т0ш0нк0л0кк2 бирелм21, ауырлы7тар4а бирешм21.)
7.У7ыусылар6ы8 белемен ба3алау.
8.)йг2 эш. «!лм29бай» поэма3ы буйынса тест 3орау6ары т060п килерг2.


















Тема: «Тау баш7орто то7омонан
Салауат затлы булам».
(М.К2римде8 «!лм29бай»поэма3ы буйынса д2рес)



Баш7ар6ы: баш7орт теле 32м 262би2те
у7ытыусы3ы
?айбышева Г1з2л Риф 7ы6ы

Баш7ортостан Республика3ы
Б1зд2к районы муниципаль районыны8
Т1реш т0п д0й0м белем бире1 м2кт2бе
муниципаль м24ариф учреждение3ы











Тема: «Тау баш7орто то7омонан
Салауат затлы булам».
(М.К2римде8 «!лм29бай»поэма3ы буйынса д2рес)

Разработала: Кайбышева Гюзель Рифовна
учитель башкирского языка
и литературы основной общеобразовательной
школы с. Тюрюшево филиал МОБУ СОШ
с. Кузеево муниципального района
Буздякский район Республики Баш7ортостан





2015
гузель рифовна
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 08 апр 2019, 13:36

Re: Методическая копилка

Сообщение regina247 » 03 апр 2019, 21:46

Алмаш ике мәғәнә белдерә:
1) Оло быуындың эшен дауам итерлек йәш быуын;
2) Урынын алмаштырыу;


Һ ]А Н
Ҡ Ы Л Ы М
И С Е М
С И Ф А Т
Ш
1. Нисә? Күпме? Нисәшәр?
Һорауҙарына яуап бирәләр,
Предметтың һанын, иҫәбен
Белдерә бит ул һүҙҙәр. (Һан)

2. Эште, хәлде, хәрәкәтте
Белдерә ул һөйләмдә.
Заман менән үҙгәргәнгә
Ҡулланыла һәр мәғәнәлә. (Ҡылым)

3. Һорауы кем? Нимә?
Белдерә ул предметты
Йә, әйтеп ҡарағыҙ,
Был ниндәй һүҙ төркөмө? (Исем)

4. Предметтың билдәһен
Белдерәбеҙ үҙебеҙ.
Ниндәй? Ҡайһы? кеүек
Һорауҙарға яуап бирәбеҙ. (Сифат)

1. Ҡыҙыҡлы һорауҙар.
1) Ҡайһы күрһәтеү алмашы һулдан уңға ла, уңдан һулға ла бер үк төрлө уҡыла? (ОШО)
2) Ниндәй нотаға Н хәрефе ҡушһаң зат алмашы яһала? (МИН)
3) Ҡайһы күрһәтеү алмашын ике тапҡыр ҡабатлаһаң ҡош исеме килеп сыға? (БЫЛБЫЛ)
4) Атайымдың ҡыҙы, ә үҙе миңә апай ҙа, һеңле лә түгел. Был кем? (МИН ҮҘЕМ)
”Кем тиҙерәк” уйыны .
1)Ҡайһы күрһәтеү алмашы уңдан һулға ла, һулдан уңға ла бер төрлө уҡыла ?
2)Ниндәй күрһәтеү алмашы исем дә була ала ?
3)Ниндәй күрһәтеү алмашы киреһенән уҡығанда исемгә әйләнә?
4) Ниндәй нотаға бер хәреф ҡушһаң, зат алмашы яһала?
5) Атайымдың улы, ә үҙе миңә ағай ҙа, ҡусты ла түгел.был кем?
regina247
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 03 апр 2019, 21:28

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 28 мар 2019, 03:53

I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы

C 10 по 12 апреля в Уфе состоится I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы.
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы проводится в соответствии с Распоряжением Правительства Республики Башкортостан от 4 марта 2019 года № 181-р в рамках мероприятий, посвященных 100-летию республики, Международному году языков коренных народов.
Состав участников съезда:
учителя башкирского языка и литературы, директора образовательных организаций Республики Башкортостан и регионов РФ с изучением башкирского языка (Оренбургской, Челябинской, Курганской, Самарской, Саратовской, Свердловской областей, Республики Татарстан, Пермского края, Ханты-Мансийского автономного округа, г. Москвы), заведующие дошкольных образовательных учреждений, преподаватели и студенты профессиональных образовательных организаций и образовательных организаций высшего образования, начальники, специалисты и методисты управлений (отделов) образования администраций муниципальных районов и городских округов, представители родительской общественности Всемирного курултая (конгресс) башкир, ветераны в сфере национального образования.
I Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы проводится в целях поиска новых научно-методических и инновационных подходов в преподавании башкирского языка и литературы, расширения научных и образовательных связей и сотрудничества в сфере национального образования, содействия сохранению и развитию башкирского языка в образовательных организациях Республики Башкортостан и субъектов Российской Федерации.
Программа Съезда:

11 апреля – пленарное заседание, дискуссионные площадки с обсуждением актуальных вопросов изучения башкирского языка, продвижения и популяризация башкирского языка в сфере культуры, науки, СМИ и в сети Интернет.

12 апреля – презентация опыта образовательных организаций г. Уфы, мастер-классы ведущих учителей башкирского языка и родных языков Российской Федерации, внесение предложений в проект Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан, Концепцию преподавания родных языков в Российской Федерации.

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульшат Лукманова » 05 мар 2019, 17:42

Учалы районы Мәҫкәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
10 - сы класс уҡыусыһы Йәнтүрина Нәркәстең ижади эше.
Яңы мәктәптә.
Хикәйә.
Вәлиғол ауылында Гөлфинә исемле бер ҡыҙ йәшәй ине. Уның дуҫтары ла күп түгел ине. Иң яҡын дуҫы Гөлназ, уның менән балалар баҡсаһынан бергә үҫтеләр.
Бына шулай йылдар үтә торҙо, Гөлфинәгә ун алты, ә Гөлназға ун биш тулып үҫеп тә киттеләр. Үҙҙәренең ауыл мәктәбендә туғыҙ йыл уҡығандан һуң, мәктәптәрен аҙ һанлы, уҡыу шарттары насар тиеп, ябып та ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар күрше Байназар ауылына йөрөп уҡырға мәжбүр булдылар.
Беренсе сентябрь ҙә етте. Ҡыҙҙар: “Иртәгә яңы мәктәптә нисегерәк булыр икән, беҙҙе нисек ҡабул итерҙәр икән?” – тип төн буйы йоҡламай уйланып сыҡтылар.
Иртәнсаҡ улар оҙаҡ ҡына автобус көтөп торҙолар, өшөп тә киттеләр. Әхирәте Гөлфинәнән :
- Тулҡынланаһыңмы? – тип һораны.
- Эйе, бар әҙерәк! – тип яуапланы Гөлфинә.
Артабан улар бер һүҙһеҙ барҙылар. Бына ауылдарынан 30 саҡрымда ятҡан Байназарға килеп тә еттеләр. Ике ҡатлы мәктәп әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра ине. Улар барып еткәндә, уҡыусылар тантаналы линейкаға яңы теҙелеп кенә торалар ине.
Белем байрамынан һуң, һәр класс үҙҙәре уҡыған бүлмәләргә таралыштылар.
Бына класс етәксеһе Әлфинур Гәрәйевна килеп инде. Ул уҡыусыларҙы белем байрамы менән ҡотланы. Гөлфинә һәм Гөлназдың исем – фамилияларын әйтеп, бөтөн класс менән таныштырҙы.
Беренсе дәрес үткәндән һуң, тәнәфескә сыҡтылар. Ҙур, өлкән яҡты мәктәпте ҡарап, танышып сығырға булдылар. Иң тәүҙә яратҡан урындары – китапханаға инделәр. Китаптарҙың күплегенә иҫтәре китеп ҡарап торҙолар. Бындай китаптарҙың күплеген уларҙың күргәндәре лә юҡ ине.
- Эхх, рәхәтләнеп уҡыясаҡбыҙ икән! - тип шатланды Гөлназ.
- Эй, рәхәтләнеп уҡып булмаҫ инде, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк бит... - тип күңелһеҙ генә әйтеп ҡуйҙы Гөлфинә.
Көндәр артынан көндәр үтә торҙолар. Ҡыҙҙар яңы мәктәпкә лә өйрәнә башланылар. Һүҙсән Гөлназ тиҙ арала яңы дуҫтар ҙа табып алды. Тик аҙ һүҙле Гөлфинә генә бер кемгә лә иғтибар итмәгәндәй йөрөй бирҙе.
Бер көндө Гөлфинә атаһы менән район үҙәгенә барҙылар.
- Гөлназдың тыуған көнө лә етеп килә, уға бүләк эшләйем, - тип Гөлфинә уға матур ғына көмөш сылбыр һатып алды, - әхирәте уны алам тип күптән хыяллана ине.
Иртәгәһенә бүләген тотоп коридор буйлап йүгерә - атлай китеп ултырғанда, ҡаршыһына кемдер осрап, төртөлөшөп, икеһе ике яҡҡа йығылып барып төштөләр.
- Ғәфү ит, мин һине нисектер күрмәй ҡалдым, һин ауыртынманыңмы? - тип
йылмайып, иҙәндән бүләктәрен йыйнап алып бирҙе, алдында торған оҙон буйлы егет.
- Юҡ, - тип ҡырыҫ ҡына яуап бирҙе Гөлфинә һәм йәһәтләп китеп тә барҙы. Ә үҙенең ҡыуанысы эсенә һыймай ине. Оҙон буйлы, һылыу был егет күңеленә оҡшап ҡалғайны. “Эх, исмаһам, рәхмәт тә әйтмәнем, исемен дә һораманым”,- бошондо ул.
Артабан коридор буйлап, бер кемде лә күрмәй, уйланып үтеп бара ине, кемдер ҡулына төрттө. Әйләнеп ҡараһа, әхирәте Гөлназ.
- Һаумы, әхирәт, ҡалай мине күрмәйһең дә, ҡотламайһың да... Нимә булды? Ниңә бойоҡһоң? - тип һорауҙар яуҙырҙы ул.
- Юҡсы, Гөлназ, бер ни ҙә булманы, - тип тыуған көнө менән ҡотлап бүләген бирҙе Гөлфинә.
Гөлназ, бүләкте күреп, күктең етенсе ҡатына менгәндәй булып, әхирәтен ҡосаҡлап алды.
Бер көн үтте, ике көн үтте, аҙнаның аҙағы ла килеп етте. Гөлфинәнең күҙ алдынан теге егеттең матур йылмайыуы китмәне. Тик уны юлында осратҡаны ғына юҡ ине. Һорап белешергә исемен дә белмәй бит, исмаһам.
Бына ҡыҙыҡай дәрестәр теҙмәһен ҡарап, көндәлегенә яҙып тора ине, кемдер һаҡ ҡына уның сәс толомдарынан тартты. Боролоп ҡараһа, теге егет тора. Тертләп китеүҙән ҡыҙҙың ҡулынан хатта ручкаһы төшөп китте. Үҙе оялышынан ҡып - ҡыҙыл булды.
- Был бит һин, мин һине таныным... - тине егет шатланып.
- Кем мин?
- Теге көндө мин һине төртөп йыҡҡайным, иҫләйһеңме?
- Эйе.
- Бына бит, тәки эҙләп таптым бит ә!..
- Эҙләгәйнеңме ни?
- Эҙләгәйнем шул. Һин бит миңә рәхмәт тә әйтмәнең бит, исемеңде лә, - тип шаярттты ҡупшы егет. Гөлфинә оялышынан тағы ла нығыраҡ ҡыҙарҙы.
- Рәхмәт инде, - тигән булды ул.
- Мин Кәрим булам, ә һинең исемең кем?
- Гөлфинә.
- Матур исем! - тине Кәрим.
Шул ваҡытта ҡыңғырау шылтыраны.
- Ярай, Гөлфинә, осрашҡанға тиклем, - тине лә Кәрим ручкаһын ҡыҙҙың ҡулына тоттороп, матур йылмайып, китеп тә барҙы.
Күҙҙәре менән генә оҙатып ҡарап ҡалды Гөлфинә уны.
Уларҙың һуңғы дәрестәре булмағас, ул Гөлназдың кейенгәнен көтөп торҙо ла, ҡайтырға сыҡтылар. Юл буйына Гөлфинә әхирәтенә бөтә серен һөйләп бирҙе.
Гөлназ шым ғына тыңланы ла:
- Улай икән...Мин ул Кәрим тураһында әллә нимәләр ишеттем, бик һәйбәт егет түгел ул, - тип ҡуйҙы.
Гөлфинәгә ҡыйын булып китте. Шулай ҙа һиҙҙермәҫкә тырышты. Кисен йоҡларға ятҡанда, ҡыҙыҡай телефон аша интернетҡа инеп, егеттең сәхифәһен эҙләп тапты. Әллә ниндәй шикле нимәләр күрмәне ул. Шулай ҙа ҡыҙҙарҙан ҡотлауҙар, “лайк”тар күп икәнлеген абайланы. “Шулай уҡ насар егетме икән ни?! - тип Гөлфинә, Гөлназдың әйткәнен уйлап, ярты төнгә тиклем йоҡлай алмай ятты.
Ә бер нисә көндән Гөлфинә мәктәптә: “Гөлназ Кәрим менән йөрөй икән”... - тигән хәбәр ишетеп шаҡ ҡатты. “Юҡ, булмаҫ, юҡты һөйләйҙәрҙер, ул минең иң яҡын әхирәтем дә инде! - тип ишеткәненә ышанырға теләмәне.
Һәр йома көн мәктәптә ниндәйҙер кисә үтә ине. Был юлы, ҡыҙҙар ҙа ауылдарына ҡайтмай, ҡалырға булдылар. Бигерәк тә Гөлназ ашҡынды.
Кисә башланды. Гөлфинә Гөлназдың Кәрим тирәһендә уралыуын, уның ауыҙына инеп барғанын, үҙенең яғына мыҫҡыллы ғына йылмайыуын күреп, ишеткән хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанды.
Теге көндө әхирәтенә серен сискәндән һуң, Гөлназдың йөҙөнөң үҙгәреп китеүен дә, уның егетте яманларға тырышыуының сәбәбен дә ул яҡшы аңланы.
Гөлфинәгә ныҡ ҡыйын ине. Ул мәктәптән сығып йүгерҙе. Ә бер аҙҙан үҙенең артынан кемдеңдер йүгереп килеүен тойҙо. Был Кәрим ине...
Гульшат Лукманова
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 05 мар 2019, 16:16

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульшат Лукманова » 05 мар 2019, 17:39

Учалы районы Мәҫкәү мәктәбенең “Бөрөләр” түңәрәгенең ижади эштәре.
Бапанина Регина. 10 - сы класс уҡыусыһы.
Әсә ҡәҙере.

Аяҙ матур көҙгө көн. Фәрит мәктәптән ҡайтып керҙе. Ул аяҡ кейемен тирә - яҡҡа ырғытып, бүлмәһенә кереп бикләнде. Мин күтәрелеп, әсәйемә ҡараным: уның йөҙөнән йылмайыу шундуҡ юғалды.
- Был бала һуңғы ваҡытта мәктәптән шатланып, йылмайып ҡайтҡаны ла юҡ, - тип бошоноп үҙ алдына һөйләнде әсәйем, туҡмас ҡырҡып торған еренән. - Әллә үҙе шундай, әллә бергә уҡыған малайҙары быны яратмайҙар. Нимәлер булды был балаға...
Мин бер һүҙ ҙә әйтмәй, шым ғына тыңлап ултырҙым. Фәритте аңлайым мин. Ул бит атайым өйҙән сығып киткәне бирле, ана шулай күңелһеҙләнде, үҙ - үҙенә бикләнде.
Атайыбыҙҙың беҙҙе ташлап китеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә Фәрит һаман балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөй. Ныҡ ауыр кисерҙе атайҙың ташлауын. Шулай инде, малай кешегә атай ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ була шул...
Ана шундай уйҙарға сумып, туҡмасты нисек ҡырҡып бөткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Аш бешкәнсе тип, мин Фәриттең бүлмәһенә керергә булдым. Ҡулымды йыуҙым да, керһәм, ҡустым йоҡлап ята ине. Өҫтөнә ябып, ҡорғанын ҡороп сыҡтым.
Әсәйем һаман шул бер урында ултырған килеш көйөп ултыра ине. Нисектер ул миңә ҡартайып киткәндәй тойолдо. Мин уны ҡосаҡлап йыуата башланым...
Аш та бешеп сыҡты. Әсәйем өҫтәлгә аш ултырта башланы. Үҙе миңә:
- Ҡыҙым, бар, ҡустыңды уятып, ашарға саҡыр!- тине.
Мин Фәритте уятырға кергәндә, ул кеҫә телефонынан нимәлер ҡарап ята ине. Мин уға:
- Әйҙә, тор инде, аш ашарға сыҡтыҡ! - тинем. Ул теләр - теләмәҫ кенә тороп, ятҡан урынын ипләргә тотондо. Шул ваҡыт ул миңә нисектер сайҡалып киткәндәй тойолдо.
- Ауырыйһыңмы әллә? - тип һораным.
- Юҡ!.. - тип тупаҫ ҡына яуап бирҙе ул.
Бер аҙҙан Фәрит арыған төҫ менән, томһайып өҫтәл артына килеп ултырҙы. Әсәйемдең һорауҙарына ла арлы - бирле генә “эйе”, “юҡ” тип яуапланы. Ашты ла ҡабалан - ҡарһалан ғына ҡапҡыланы ла, йәһәт кенә сәйҙе күтәреп эсеп, тағы бүлмәһенә инеп бикләнде. Әсәйем менән ни уйларға ла белмәй, аптырап ултырып ҡалдыҡ. Ул ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Атайыбыҙҙың ташлап китеүендә тағы ла үҙен ғәйепләй башланы. Үҙе миңә күрһәтмәҫкә тырышып, күҙ йәштәрен һөртөп - һөртөп ала ине. Уны ныҡ йәлләһәм дә йыуатып, бер ни ҙә әйтә алманым. “Былай ҙа атайымдан да яфаларҙы әҙ күрмәне, етмәһә, Фәрит...”- тип эсем бошто.
Тороп һауыт - һабаны йыуҙым да, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ҡустыма ла ярҙам итергә уйлағайным, тик уның бүлмәһе эстән бикле ине. “Ни эшләй икән унда, тағы йоҡлаймы икән? “Өйгә эштәрҙе ҡасан эшләргә уйлай икән?”- тигән уйҙар үтте башымдан.
...Һыйыр көтөүе ҡайтыуға күп ваҡыт та ҡалманы. Әсәйем Фәриткә ишек аша ғына: “Беҙ ҡайтып өлгөрмәһәк, һыйырҙы ҡаршы алып бикләрһең!..” - тип кенә әйтте лә икәүләшеп быҙау эҙләргә сыҡтыҡ. Был ваҡытта Фәриттең бүлмәһенән әллә ниндәй йәмһеҙ тауыш менән аҡырып йырлаған көйҙәр сыға ине.
Беҙ быҙауҙы килтереүгә, һыйыр көтөүе таралышып бөткәйне. Бер беҙҙең генә һыйыр ҡапҡа алдында, кире әйләнеп китергә тора ине. Әсәйем күңелһеҙләнеп китте:
- Бер ҙә мин әйткәнде эшләгәне юҡ. Ҡалай ҡына итәйем икән был баланы?
Әсәйем ҡайғырғанға, минең үҙемә лә ҡыйын булып китте.
- Әлфиә, бар, һин алдан ҡапҡаны асып, һыйырҙарҙы индер! - тине ул миңә.
Малды ҡарап бөткәс, беҙ өйгә индек. Фәрит өйҙә юҡ ине. Әсәйем биҙрәләрен алды ла һыйыр һауырға сыҡты. Ә мин Фәриттең бүлмәһенә... “Исмаһам, үҙем дәрестәрен ҡараштырайым”, -тип китап кәштәһенән урыҫ теле китабын алыуға, унан бәләкәй пакеттарға һалынған он кеүек нимәлер иҙәнгә ҡойолдо.
Мин иң тәүҙә уларҙың нимә икәнлеген аңламай торҙом. Һуңынан башыма барып етте: иҫем китеп, диванға барып ултырҙым. “Бына ни өсөн Фәрит шулай үҙен сәйер тота икән: тиктомалға йә көлөп ебәрә, йә тиҙ генә енләнеп китә, күп ваҡыт күңелһеҙ генә, йоҡомһорап йөрөй” ... “Ниңә, ни өсөн ундай юлға төшкән? Кем килтерә, ҡайҙан ала был порошокты?” - тигән уйҙар үтте башымдан.
- Әсәйемә нисек әйтергә икән? - тип оҙаҡ иҫәңгерәп ултырҙым. - Былай ҙа уның йөрәге сирле...
Әсәйем һыйыр һауып, Фәриттең бүлмәһенә ингәндә, мин һаман шул порошоклы пакетиктарҙы тотоп, диванда иҫем китеп ултыра инем...
Минең аңлатыуымдың да кәрәге булманы уға, ҡулымдағы нимәләрҙе күреп, һүҙһеҙ аңланы. Бына ул йөрәген тотоп, сайҡалып китте, саҡ дивандың башына тотоноп өлгөрҙө.. Үҙе бер туҡтауһыҙ:
- Ниңә улай, улым, нимә етмәй һиңә? Шуның өсөн үҫтерҙемме мин һине? Ҡайһы урында яңылыштым икән? Ниңә атайығыҙ ташлап китмәһен, тип тырышманым икән? Мин китеп барһам, кем ҡарар икән һеҙҙе? - тип һөйләнә ине. Үҙенең биттәренән субырлап йәш ҡойола.
Миңә шул тиклем ҡурҡыныс булып китте. Тиҙ генә кухняға валидол алырға тип йүгерҙем. Сыҡҡанда, бүлмә ишеге төбөндә Фәрит тора ине. Мин уға ҡурҡыу ҡатыш асыу менән : “Әгәр әсәй менән берәй нимә булһа...беҙ нимә эшләйбеҙ ул саҡта?..Кемгә кәрәгебеҙ бар...Их... һин... ”- тинем күҙ йәштәре аша.
Мин дарыу тотоп, кире ингәндә, Фәрит әсәйемде ҡосаҡлап илай ине. Үҙе йәш аралаш:
- Әсәй, әсәй, ҡалдырып китмә беҙҙе... Ғәфү ит мине, мин башҡаса ул нимәне ауыҙыма ла алмаясаҡмын. Инде мин һиңә тик ярҙам итеп, тыңлап ҡына йөрөйәсәкмен... Тик һин генә үлеп ҡуйма...ташлап китмә беҙҙе?!. - тип бик оҙаҡ үкһене ул...
Гульшат Лукманова
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 05 мар 2019, 16:16

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульшат Лукманова » 05 мар 2019, 17:24

Тикшереү эше. 5 - се класс
Изложение.
Ҡотҡарҙы.
Фәрит йылға буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра ине. Шул ваҡыт Гөльямал әбей һыу буйына килде лә керҙәр сайҡарға тотондо. Кер сайҡау ҡармаҡ һалыусыға бәлә инде ул. Фәриттең быға кәйефе ҡырылды. Бәләкәс Гөлдәр ҙә өләсәһенә эйәргән, керҙәр сайҡарға килгән икән. Уныһы тағы ла тыныслыҡ бирмәй.
Фәрит ҡармаҡтарын йыйҙы ла китергә ҡуҙғалды. Шул арала яҡында ғына әллә нимәнең ”султ” итеп һыуға төшкәне ишетелде. Күтәрелеп ҡараһа, яр ситендә генә Гөлдәрҙең аҡ күлдәге ҡабарып торғанын күрҙе. Фәрит ҡурҡып китте. Шул ваҡытта уҡ ҡармаҡ һаптарын ергә ырғытты ла һыуға һикерҙе. Ҡыҙҙы ике ҡулы менән күтәреп алды ла тиҙ генә ярға менде. Ул арала ҡыҙҙың өлөсәһе лә йүгереп килеп етте. Ләкин өлөсәһе бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алмай ине.
Фәрит бер аяғы менән ергә теҙләнде лә Гөлдәрҙе күкрәге менән ятҡырҙы. Унан һуң бер ҡулы менән кәүҙәһен тотоп, икенсеһе менән елкәһенә йомшаҡ ҡына итеп һуҡҡыланы. Шунда ҡыҙҙың йотҡан һыуы ауыҙынан кире сыҡты. Фәрит бәләкәс ҡыҙҙы сиҙәмгә ятҡырып, яһалма һулыш алдырырға тотондо. Шунан һуң ҡыҙыҡай иркен һулыш ала башланы һәм илап та ебәрҙе.
Өләсәһе Гөлдәрҙе ҡосағына алды ла иркәләй башланы. Гөлдәр менән мауығып, әбей Фәриткә бер йылы һүҙ ҙә әйтә алманы. Фәрит ҡармаҡ һаптарын алды ла ҡайтып китте. Уның бөтә еренән һыу аға. Ләкин уға шундай рәхәт, шундай еңел! Баяғы борсолоуҙары бөтөнләй онотолған. Ул баланы ҡотҡарыуына шатлана, үҙ – үҙенә күңелле йылмая ине.
Өҫтәлмә эштәр.
1. Фәрит тураһында үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙығыҙ. Ул ниндәй малай, уның ҡайһы сифаты оҡшаны һеҙгә?
2. Гөлдәрҙең өләсәһе ни өсөн Фәриткә бер йылы һүҙ ҙә әйтмәгән? Ул дөрөҫ эшләгәнме? Ни өсөн?
3. Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә?
4. Аҫтына һыҙылған һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
5. Гөльямал һүҙенә фонетик анализ эшләргә.
6. Текстан эйәлек һәм төшөм килештәге һүҙҙәрҙе яҙырға.
Гульшат Лукманова
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 05 мар 2019, 16:16

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульшат Лукманова » 05 мар 2019, 17:24

Тикшереү диктанты.
Муйыл ағасы.

Йылға буйында, тирә – йаҡҡа ям биреп, муйыл ағасы үсте. Йяҙ килеү менән, шаулатып йапраҡ йарҙы. Ҡойаштың ҡайнарҙығына, донъяның йаҡтылығына, һауаның сафтығына шатланды. Күпертеп сәскә атып йебәрҙе. Сәскәнең аҡлығы күнелде рәһәтләндерҙе, һуш эҫе йераҡтарға таралды.
Муйелдың ошондай матур сағын сәлимә менән миләүшә күреп ҡалдылар.
Бер аҙан ҡосаҡтары муйел сәскәхе менән тулған был ҡыҙар, көлөшә көлөшә, йелға буйынан ҡайтып киләләр ине. Биктә рәнйене муйел ағасы, тәртипхеҙ ҡыҙарҙы күреп:
- Кеше куҙенә куренер йеремде лә ҡалдырманылар вит, - тип йыланы ул.
Көндәр үте. Ул, йылауынан туҡтап, ҡаған сәскәләрен ҡойҙо. Улар урынына яшел генә вулып орҙоҡтар тумаланды.
Хутлы йемештәре менән һыйҙарға уйланы муйел килгән ҡунаҡтарҙы. Бер саҡ ҡап ҡара булып, күҙе ҡыҙҙырырлыҡ йемештәр өлгерҙе.
Ошо ваҡыта ғына теге ҡыҙар тағын килеп йеттеләр. Улар тартынып, күп уйҙап торманылар, ин йемешле ботактарҙы хындырып – хындырып алдыларҙа ҡайтып кителәр. Йараланып, өтәләнгән тауыҡа оҡшап ҡалған муйел ағасының иларҙыҡ хәлелә ҡаманы.
Тағыла яҙ килде. Муйел ағасы быйел йапраҡ та йарманы, сәскәлә атманы.
Муйел йыйыр уаҡыт еткәс, теге ҡыҙар тағы килеп йетелләр. Килделәрҙә аптрап ҡалдылыр. Былтыр күкрәп үскән муйел урынында ҡороған ағас ҡына херәйеп утыра ине.
Ҡыҙарҙың күҙәррен яшь ҡаптаны. Ойалыуҙан һәм йәлдәүҙән ни эшләргәлә белмәне алар. Тик анан ни файҙа?

Өҫтәлмә эштәр.
 тауыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләргә;
 муйыл, ботаҡтар һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә;
 Сәлимә менән Миләүшәгә характеристика (ҡылыҡһырлама) бирергә;
 Был хикәйә нимәгә өйрәтә? Шул хаҡта яҙ;
 ҡыҙҙарҙың, еттеләр, уларға, тәртипһеҙ һүҙҙәренә морфологик анализ;
 тәүге һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһарға;
 текстан 10 исем яҙырға:
 5 ҡылым яҙырға;
 5 сифат яҙырға;
 5 алмаш яҙырға;
 5 киҫәксә яҙырға:
 3 теркәүес яҙырға;
 3 бәйләүес яҙырға;
Гульшат Лукманова
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 05 мар 2019, 16:16

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2