Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульфия Айдаровна64 » 11 дек 2018, 11:30

Уҡыусылар мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып һөҙөмтәле урындар яулай.” Республикама дан йырлайым” иншалар бәйгеһендә 4 – се класс уҡыусыһы Миңлеғәлиев Радомир район кимәлендә приз яулаһа, 8 – се класс уҡыусыһы Ҡәйерова Индира 1 – се урын яулап, республика бәйгеселәре араһында көс һынашты. 7-се класс уҡыусыһы Миңлеғәлиева Милена районда үткәрелгән “Ҡаурый ҡәләм” конкурсында “Тыуған илем-ғәзиздәрҙән-ғәзиз” номинацияһына лайык булды.”Мәғарифтең киләсәге” бәйгеһендә 10 –сы класс уҡыусыһы Шәйәхмәтова Әлиә “Киләсәккә сәйәхәт” тигән фантастик хикәйә яҙып муниципаль кимәлдә 1-се урынға сыҡты һәм республика бәйгеһендә ҡатнашты. Йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса үткәргән бәйгеһендә 8 –се класс уҡыусыһы Фәтихова Рената призлы урынға ирешһә, нәҫел ептәрен барлап район кимәлендә үткәрелгән” Шәжәрә” конкурсында Хизбуллина Альбина “Өҙөлмәһен сылбыр быуындары” номинацияһын яуланы.Туған телдәр буйынса олимпиадаларҙа көс һынашабыҙ. “Һаумы,һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә ҡатнашып, уҡыусыларҙа телгә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләйбеҙ. “Дуҫлыҡ хороводы” ярышында” Сөмбөлә байрамы”н сәхнәләштерҙек. Талантлы шағир,оҫта тәржемәсе,Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға,Халыҡ-ара Туған телдәр көнөнә арнап, шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ижадын ентекле, тәрән өйрәндек һәм яттан шиғыр һөйләү бәйгеһе үткәрҙек.Йыл һайын уҡытыусылар кәңәшмәһендә,ата-әсәләр йыйылышында туған телдәрҙе өйрәнеү,һаҡлау һәм үҫтереү буйынса сығыш яһайбыҙ,көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ.Мәктәп бинаһында яҡташ яҙыусы-лар менән осрашыу,ата-әсәләр ҡатнашлығында район Ҡоролтай кәңәшмәһе үтте.Матбуғат баҫмаларын алдырыу,уҡыу,республиканың күренекле сәнғәт оҫталарының сығыштарын ҡарау- бөтәһе лә туған телгә,тыуған илгә,мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү саралары.
Гульфия Айдаровна64
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 11 дек 2018, 11:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Гульнар1988 » 15 ноя 2018, 12:29

Аҡ юрғанын ташлай,
Һыртын аса башлай. /яҙ/

Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып-һағынып килгән. /яҙ/

Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/

Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы яҙыша. /ручка/

Ҡулланған һайын,
Ҡыҫҡара бара.
Ҡыҫҡарған һайын,
Оҫтара бара. /ҡәләм/

Үҙе атта бара,
Үҙе атлап бара. /велосипед/

Үҙе бара, эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/

Гәүһәр һиптем – ергә төшмәй,
Алайым тиһәм – буйым етмәй. /йондоҙҙар/

Килә-килә күп була,
Илай-илай юҡ була. /болот/

Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. /бал ҡорто/

Йәйен түгел, үҫә ҡыш,
Үҫә баш түбән килеш.
Ҡояштан нур бөркөлһә,
Илай-илай ул үлә. /боҙбармаҡ/

Ҡалтыр-ҡолтор күс бара,
Ҡара юрға буш бара. /боҙ китеү/
Гульнар1988
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 11:30

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 11 ноя 2018, 05:45

Тема: Сәғит Агиштың “Турыҡай” хикәйәһен өйрәнеү.
Маҡсат:1. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе менән танышыу,
2.Уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү,
3. Аттарға ҡарата яратыу, һоҡланыу хистәре уятыу, уҡыусыларҙа берҙәмлек, яуаплылыҡ хистәре тәрбиәләү.
Йыһазлау: дәреслек, аттар тураһында презинтация, “Аҡбуҙат” журналы №6, 2008, пазлдар,
Дәрес барышы:
|. Ойоштороу моменты. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырыштыҡ. Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙҙә ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша. Мин һеҙҙе дәрестә әүҙем булырға саҡырам.
||.Яңы тема.
-Уҡыусылар, һеҙҙең алдарығыҙҙа конверттар ята, ә уның эсендэ пазлдар. Иң элек ошо пазлдарҙы йыяйыҡ әле. Нимә килеп сығыр икән?
( Төркөмдәрҙә эш. Пазл йыйыу)
-Ниндәй һүрәт килеп сыҡты? Бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ? Аттар тураһында нимәләр белербеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы, маҡсатты билдәләү)
-Эйе, дәрестә беҙ Сәғит Агиштың “Турыҡай” тигән хикәйәһе өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Йылҡы малына хас сифаттар, Турыҡайҙың батырлығы тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Һеҙгә өй эше итеп әҫәрҙе үҙ аллы уҡырға ҡушылғайны. Хикәйәне уҡынығыҙмы? Оҡшанымы?
Уҡыусылар, һеҙҙең алға бына ошондай һорау ҡуям: автор был әҫәрендә беҙгә нимә әйтергә теләй, уның идеяһы нимәлә? Был һорауға яуапты беҙ дәрес барышында табарға тейешбеҙ.
-Хикәйәлә һүҙ нимә тураһында бара? (йылҡыларҙың тормошо тураһында)
-Әҫәрҙә ниндәй темалар күтәрелә?
(батырлыҡ, яуаплылыҡ)
-Хикәйәнең төп геройы –Турыҡай. Текстан Турыҡайҙы һүрәтләгән урынды табып уҡып күрһәтегеҙ әле.
-Йылҡы көтөүе менән Турыҡай араһында ниндәй мөнәсәбәт?
-Йылҡылар уға ышанамы?
-Ул һеҙҙеңсә ниндәй төҫтә? Тағы аттарҙың ниндәй төҫтәрен беләһегеҙ?
(яуаптар тыңлана, слайдтар ҡарау)

Төркөмдәрҙә эш.
1.Турыҡайҙың етеҙлеген, тәүәккәллеген һүрәтләгәндә яҙыусы ниндәй һүҙҙәр, һүрәтләү саралары ҡуллана?
2.Турыҡайҙың бүреләр менән һуғышыуын тасуирлаған урынды табып уҡырға.
3.Әҫәрҙән ат һүҙе урынында ҡулланылған һүҙҙәрҙе табырға. (йылҡы, ҡолон, ябағалар, бейәләр…
- Ә хәҙер бергәләп Турыҡайға кластер төҙөйбөҙ.
тәүәккәл матур яуаплылыҡты тоя
батыр көслө
етеҙ Турыҡай һиҙгер
ышаныслы дошмандарға рәхимһеҙ
тоғро “егет” ҡайғыртыусан
Физкультминутка. (Слайд)
-Уҡыусылар, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, аттарҙың исемдәре төрлөсә була икән. Ә Турыҡайға нисә йәш? Шағирә Факиһа Туғыҙбаева апай был турала “Аттар – ҡунаҡтар” тигән шиғыр яҙған.
(шиғыр уҡыу, слайдтар ҡарау)

Төркөмдәрҙә ижади эш.
1.Һүрәт буйынса шиғыр яҙырға:
--------------------------------------------
----------------------------------уҙҙырып.
----------------------------------------------
-------------------------------------туҙып.
2. ат тураһында хикәйә яҙырға
3. Мәҡәлдәрҙәге төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйырға:
1) Тыумаған … ,алтын … - атланып, билен һындырма.
2) Аттан … ла тыуа, … ла тыуа.
3) … ысҡынһа тотоп була, … ысҡынһа, тотоп булмай.
4) … урлатҡас, … бикләткән.
5) … тартмаһа, … бармаҫ.
(яҙма эштәрҙе тыңлау)

Рефлексия.
Уҡыусылар, һеҙгә дәрес оҡшанымы?
Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңы мәғлүмәттәр алдығыҙ?
Был хикәйәлә кешеләргә хас ниндәй сифаттар ҡулланылған?
Был атты ысынлап та Турыҡай тип атарға буламы? Ул көтөүенә тоғромо, үҙенә ышанған көтөүҙең ышанысын аҡлай алдымы?
Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн Сәғит Агиштың “Турыҡай” тигән хикәйәһе менән таныштыҡ. Йәгеҙ инде, дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап табылдымы? Автор был әҫәрендә беҙгә нимә әйтергә теләй, уның идеяһы нимәлә? (минеңсә, автор үҙеңә күрһәтелгән ышанысты аҡларға кәрәк, көсһөҙҙәрҙе яҡларға кәрәк,тип әйтә)
Сәғит Агиш – хикәйәләр оҫтаһы. Уның тағын балалар өсөн яҙылған күп кенә хикәйәләре бар.
Үҙбаһа.
Өй эше. Сәғит Агиш тураһында ҡыҫҡаса белешмә төҙөп яҙырға.
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 11 ноя 2018, 05:44

“Матурлыҡтың
ҡәҙерен белергә кәрәк”
(Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү)
Дәрестең маҡсаттары:
1. “ Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү. Хикәйәне анализлау өсөн шарттар тыуҙырыу.
2.Әҫәрҙә тыуған яҡ тәбиғәтенең гүзәллеген, тәбиғәт балаһы булараҡ кешенең урынын билдәләү, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү.
3. Уҡыусыларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрестең бурыстары:
1. Белем биреү маҡсаты: хикәйәнең төп фекерен уҡыусы аңына еткереү өсөн шарттар тыуҙырыу.
2. Фекерләү һәләтен үҫтереү маҡсаты: анализлау, сағыштырыу, гомумиләштереп, йомғаҡ яһау күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү.
3. Тәрбиә биреү маҡсаты: тәбиғәттең матурлығы, байлығы кешенең үҙенән тора икәнлегенә ышандырыу.
Планлаштырылган һөҙөмтәләр:
1.Предмет һөҙөмтәләре: хикәйәнең темаһын аңлау һәм формалаштырыу, идеяһын күрһәтеү.
2.Шәхескә ҡагылышлы һөҙөмтәләр: герой ҡылган ғәмәлдәр аша яҡшыны насарҙан айырырға өйрәнеү.
3.Метапредмет һөҙөмтәләре
- регулятив: әҫәрҙең төп проблемаһын табыу, герой эшсәнлеген бәйәләгәндә, үзеңдең һәм башҡаларҙың фекерен дөреҫ бәйәләү, төп һөҙөмтәне сығарыу эшсәнлегендә ҡатнашыу өсөн тырышыу;
- танып-белеү: булған белемдәргә таянып, “матурлыҡ”, “изгелек” төшөнсәһенә ҡағылышлы мәғлүмәтте табыу һәм анализлау аша уны бәйәләү,
- коммуникатив: төп фекергә килгәнсе, төрлө яуаптарҙы тыңлау; төркөмдәрҙә эшләгәндә, төрлө миҫалдар менән үҙ фекереңде дәлилләү, әҫәрҙең төп фекерен табыу һәм формалаштырыу.
Йыһазлау: 1. Дәреслек,2.тема буйынса презентация, 3.карточкалар
Предметара бәйләнеш: Тирә-йүнде өйрәнеү (Окружающии мир), башҡорт теле.
Эште ойоштороу: фронталь, төркөмдәрҙә, парҙар менән эшләү
Төп төшөнсәләр:тема, идея, матурлыҡ, изгелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
Дәрес төрө: яңы белемдәрҙе үҙләштереү
Дәрес этаптары:
Мотивлаштырыу. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусыларым! Көндө - сағыу ҡояш, ағасты - япраҡ, кешене - яҡшы уйҙары, изге эштәре биҙәй. Мәшһүр “Урал” эпосы иҫкә төшә:
Донъяла мәңге ҡалыр эш-
Ул да булһа изгелек.
Күккә лә осор-изгелек,
Һыуға ла батмаҫ-изгелек,
Телдән дә төшмәҫ-изгелек.
-Изгелек кешенең күңелен матурлай, яҡтырта, мәрхәмәтле итә. Кем ниндәй изге эштәр эшләгәне бар? Һөйләп китегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуабы)
- Хәҙер яҡшы кәйеф менән ҡанатланып эшкә тотонайыҡ.
Актулләштереү. Өйгә эште тикшереү.
-Уҡыусылар, өйҙә Н.Мусин тураһында нимәләр белеп килдегеҙ?
Ноғман Мусин кем ул? Уның ниндәй хикәйәләрен уҡығанығыҙ бар?
(Слайд 1)
(Уҡыусыларҙың яуабы)
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Уҡыусылар, дәрес башында нимә тураһында шиғыр тыңланығыҙ? Ә хәҙер экрандағы һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ эле. (Слайд 2)
“Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? Дәрес барышында беҙ был һорауға яуап табырға тейешбеҙ.
Шулай итеп,бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй темаға һөйләшербеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы : матурлыҡ, изгелек тураһында)
Текст менән танышыу.
-Әйе,беҙ бөгөн дәрестә Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ. Тағы ла тәбиғәт, кейектәр, ҡоралай тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Текст менән танышыр алдынан, әйҙәгеҙ, телдәрҙе яҙҙырып алайыҡ эле. Был һүҙҙәрҙе беҙ хикәйәне уҡығанда осратырбыҙ. (Слайд 3)
- Уҡыусылар, һеҙҙең ҡоралайҙы күргәнегеҙ бармы? Ниндәйерәк кейек икән ул? (Слайд 4)
(Һүҙлек өҫтөндә эш, тексты тасуири уҡыу)
Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
Бына әҫәр менән таныштыҡ. Һеҙгә оҡшанымы? Ул ниндәй темаға яҙылған? Хикәйәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе барлап, әҫәрҙән миҫалдар табып, уларҙы сисеү юлдарын барлайыҡ. Мин һеҙгә төркөмдәрҙә эш тәҡдим итәм.
1-се төркөм. Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡыу.
2-се төркөм. Ҡышын ҡоралайҙарға ниндәй мәшәҡәттәр тыуа? Уларға ярҙам итер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
3-сө төркөм. Көтмөр менән булған хәлде тасуирлап һөйләү.
4-се төркөм. Әбделнәғим бабайҙың эш-ҡылыҡтарына һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана).
Проблеманы сисеү юлдарын эҙләү. Проект эше.
Дәрес башында “Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? тигән һорау ҡуйған инек. Ошо һорауға яуап табыр өсөн мин һеҙгә кескенә проект эше тәҡдим итәм.
(Ике төркөмгә лә А3 форматында ҡағыҙ бирелә, кластер төҙөү юлы менән улар ҡуйылған һорауға яуап яҙалар, таҡтаға сығып һөйләйҙәр)
1 төркөм. Нимә ул матурлыҡ? Матурлыҡ эйәһе булған ҡоралайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.

матурҙар үлән ашайҙар
нәҙек муйынлы аяҡтары ҡурай кеүек нәфис
баштары ҡупшы етеҙ хайуан
ҡарҙа насар сабалар ҡая таштар буйлап шәп сабалар

2 төркөм. Кешенең матурлығы нимәлә? Кемде беҙ матур кеше тибеҙ? Әбделнәғим бабайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.

матурлыҡты ярата
изге күңелле мауыҡтырғыс итеп һөйләй

оҫта һунарсы
ярҙамсыл

тынғыһыҙ йән йәнлектәрҙе ярата

(Яуаптар тыңлана. Көтөлгән яуап: 1.Әбделнәғим бабай изге күңелле, йәнлектәрҙең бөтәһен дә ярата, тик ҡоралайҙарҙы ул нығыраҡ ярата, сөнки улар матур һәм зыянһыҙ. Ул уларҙың тәбиғәтте матурлап йәшәүҙәрен теләй һәм уларға ҡарап һоҡланырға ғына түгел, ә ярҙам кәрәккәндә ҡулдан килгәнде эшләргә кәрәклеген әйтә. 2. Кешенең матурлығы кейенмендә, йөҙөндә генә түгел, ә ҡылған эш-ғәмәлдәрендә лә булырға тейеш)
Ғәмәли эштәр башҡарыу.
-Уҡыусылар, беҙҙең тыуған яғыбыҙ ҙа бик матур, ҡоштарға, кейектәргә йылға, тауҙарға бай. Ә хәҙер дәреслекте һәм күҙәтеүҙәрегеҙҙе файҙаланып парҙар менән эш эшләрбеҙ.
1 пар. Текстан ҡош, кейек исемдәрен яҙып алып, улар менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
2 пар. Текста ниндәй ер-һыу атамалары осраттығыҙ? Үҙегеҙҙең ауыл тирәһендәге ер-һыу атамалары менән сағыштырығыҙ.
3 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй хайуандар йәшәй? (Слайд 5)
4 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй ҡоштар йәшәй? (Слайд 6)
5 пар. Беҙҙең яҡтағы иң матур кейек. Ни өсөн?
Рефлексия.
1.Уҡыусылар, һеҙ бөгөн нимә тураһында өйрәндегеҙ?
2.Ниндәй һығымта яһанығыҙ?
3.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,Ноғман Мусинды ни өсөн “тәбиғәт йырсыһы” тиҙәр икән? (Слайд 7)
(Уҡыусылар экрандағы мәғлүмәтте файҙаланып шундай фекергә киләләр: Ноғман Мусин тәбиғәт һәм уны һаҡлау тураһында бик күп әҫәрҙәр яҙған.
Төп һөҙөмтә: һәр кеше үҙе йәшәгән донъяға, уны солғап алған мөхиткә, тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл булырға тейеш.)
Дәресте йомғаҡлау.
-Был дәрестә беҙ урман күрке булған ҡоралай менән таныштыҡ һәм кешелек сифаттары тураһында һөйләштек. Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уның матурлығын йырлаусы, һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.
Өй эше биреү.
Үҙегеҙгә оҡшаған кейектең һүрәтен төшөрөгөҙ, нисек, ҡайҙа йәшәүен яҙығыҙ.
Эштәрҙе баһалау.
Үҙбаһаларығыҙҙы ҡарағыҙ һәм билдәләр ҡуйығыҙ. Уҡыусылар, дәрес тамам. Дәрестә яҡшы эшләүегеҙ өсөн рәхмәт. (Слайд 8)
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 11 ноя 2018, 05:42

«Республикама дан йырлайым» конкурсына
“Кәрәҙле тылсым”
Инша
Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымда ғына үҫкән матур сәскәгә нәҙекәйбил – бал ҡорто килеп ҡунды һәм тырышып-тырышып сәскә һутын йыя башланы.Мин бөтә донъямды онотоп уны күҙәтә башланым. Шул саҡ миңә йыраҡтан ниндәйҙер серле тауыш килгән кеүек булды һәм мин, бар булмышым менән, серле бал ҡорттары иленә сумдым…
“…Беҙ, бал ҡорттары, бик тырыш йән эйәләре. Беҙҙе Башҡортостандың бөтә райондарында ла үрсетәләр. Ата-бабаларыбыҙ ҡырағай бал ҡорттары булған. Улар урмандағы ағас олонондағы солоҡтарҙа йәшәгәндәр. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге таштарҙағы һүрәттәр ҙә балдың бик боронғо кешеләргә лә билдәле булыуы тураһында һөйләй. Тәүҙә кешеләр әҙер балды ғына йыйғандар, ә һуңыраҡ беҙҙе умарталарҙа тоторға, тәрбиәләргә өйрәнгән. Һин яратып сәй эскән балды яһар өсөн беҙ бик-бик йыраҡтарға осабыҙ. Бигрәк тә көнбағыш, ҡарабойҙай, йүкә сәскәләренән йыябыҙ. Шуның өсөн дә балдың төҫө һәм тәме төрлөсә була. Ә бына файҙаһы! Ҡайҙа ғына ҡулланмайҙар беҙҙең балды! Айырыуса бал балалар өсөн файҙалы, шуға ла һин ауырығанда әсәйең баллы сәй эсерә. Беҙҙҙ…беҙҙҙ…беҙҙҙ…”
Әсәйемдең:
- Бәй, ҡыҙым, нимә эшләп еләк йыймайһың?- тигән һүҙҙәренә һиҫкәнеп киттем. Нимә булды был?
Өйгә ҡайтыу менән мин олатайымдарға йүгерҙем. Ул оҙаҡ йылдар бал ҡорттары ҡарай. Мин барып ингәндә бал һыуыртыу мәшәҡәттәре менән йөрөй ине.
- Ә ҡыҙым, беләһеңме, Ирактағы Ниппур ҡалаһы янында археологтар тапҡан балсыҡ тактаташтарында бал менән дауаланыу серҙәре яҙылған. Тимәк, балдың файҙаһы хаҡында 4000 йыл элек үк билдәле булған! Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ балды оҙон ғүмерле кешеләр аҙығы тип иҫәпләгән. Күп кенә илдәрҙә балды “ҡарттар һөтө” тип тә атайҙар. Ләкин ул йәштәргә лә бик файҙалы. Балдан башҡа бал ҡорто прополис, балауыҙ кеүек файҙалы матдәләрҙе лә бүләк итте кешелеккә. Башҡорт балы донъя кимәлендә лә танылыу яулай бара. Уны Франция, Германия, Япония, Америкала ла табырға була. Башҡорт балы Рәсәй һәм донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә барлығы 300-ҙән ашыу миҙал яулаған. Бына ниндәй ул кәрәҙле тылсым! – тип һөйләне олатайым.
Тирә-яҡҡа хуш еҫле бал иҫе таралды. Ышанмаҫһың да: шундай кескәй генә ҡорттар шул тиклем бал йыйған! Мин элек ҡурыҡҡан был йән эйәләренә ошо көндән башлап һөйөү уянды. Бына ниндәй икән улар-нәҙекәйбилдәр!
-Үҫкәс минең дә, мотлаҡ, бал ҡорттарым буласаҡ! Мин һинең шөғөлөңдө дауам итермен,-тинем мин олатайыма.
-Бындай уй ҡайҙан килде башыңа, ҡыҙым?
- Олатай, мин әле генә еләктән ҡайттым. Унда бал ҡорттарының нисек тырышып эшләгәндәрен күрҙем һәм Рәмзәнә Абуталипова апайҙың “Бал ҡорто” тигән шиғырын иҫкә төшөрҙөм:
Көнө буйы тынғы белмәй,
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн
Бал менән тулы йорто.
- Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым. Тик бал ҡорттары үҙҙәре кеүек тырыштарҙы ғына ярата. Һиңә армай-талмай уларҙы тәрбиәләргә тура киләсәк. Ә тәбиғәт беҙҙең яҡтарҙа иҫ киткес! Һинең йүкә сәскә атҡан ваҡытта урманда булғаның бармы? Бөтә һауа хуш еҫле бал еҫе менән тула. Ә сәскәләрҙең ниндәйҙәре генә юҡ! Бына шундай бай тәбиғәтле, матур, саф һауалы ерҙә генә шундай тәмле, файҙалы бал йыярға мөмкин.
- Эйе, борон-борондан килгән ата-бабаларыбыҙ шөғөлө киләсәктә лә дауам итергә тейеш, - тинем мин, тырыш бал ҡорттарына һоҡланып.
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 11 ноя 2018, 05:39

“Яуҙарҙа сыныҡҡан ижад”

(Мостай Кәримдең һуғыш йылдарындағы ижадына
бағышланған әҙәби-музыкаль кисә)

Төҙөүсе: Тәтешле районы Әнғәм Атнабаев исемендәге Күрҙем урта
мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Шәмсиева Винария Мухиян ҡыҙы

Йыһазлау: М.Кәримдең портреты, өҫтәлдә ҡәнәфер сәскәләре,
интерактив таҡта, магнитофон, аудиояҙма.
Маҡсат: М.Кәримдең һуғыш йылдарындағы ижады менән танышыу,
уҡыусыларҙа уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, патриотик
хистәр тәрбиәләү.

Ай кеүек тыуһаң ине лә
Ай кеүек тулһаң ине.
Ә һүнгәндә йондоҙ һымаҡ Ҡапыл атылһаң ине.
(М.Кәрим)
(Талғын ғына “Йылғалар төнөн серләшә” йыры ишетелә
музыка: Юлай Үҙәнбаев)

Алып барыусы. Дим йылғаһының бейек ярында, Ключарев ҡасабаһынан йыраҡ түгел, Мостай Кәрим йорто тора. Ул ишек алдына сығып тыуған яғына ҡарап торорға ярата. Түбәндә, тупылдар араһынан Дим йылғаһы аға. Унда кисеү. Ә икенсе ярында киң болон, келәшлеләр уны “туғай” тиҙәр. Ошо туғай аша, һулда Аҡманай күлен ҡалдырып, юл түбәләскә юллана, ә уның артында Мостай Кәримдең тыуған ауылы - Келәш.
Ошо кисеүҙә, 1941 йылдың 22 июнендә, ул һуғыш башланыуы тураһында ишетә.
(һалдат кейемендәге, биштәр аҫҡан уҡыусы (М.Кәрим) “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын уҡый)
“Мин фронтҡа ҡитәм, иптәштәр!’’
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа ҡитәм, иптәштәр!
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
һуғарырмын дошман ҡанында.

Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем ҡүҡрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡана тым.

Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөҡлөгөн һаҡлап Уралымдың
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,

Атасаҡ таң, ҡиләсәҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа ҡитәм, иптәштәр!

Алып барыусы. М.Кәрим 1941 йылда БДПИ тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай, һәм шул ук йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына уҡырға ебәрелә. 1942 йылдың майында кесе сержант Мостай Кәрим артдивизияның 17-се мотоуҡсылар бригадаһына элемтә начальнигы итеп ебәрелә. Ошо йылдың август айында ҡаты яралана.

(һалдат кейемендәге уҡыусы “Оҙон - оҙаҡ бала саҡ” повесының “Бөтәһе лә әйләнә” бүлегенән өҙөк һөйләй)
..Мин теремен икән әле. Эргәмдә генә, бүлҡелдәп шишмә сығып ятҡанын ишетәм. Ҡапыл тертләп китәм. Сәйер. Ул шишмә ерҙән түгел, минең күҡрәгемдән бүлҡелдәй: бүлт, бүлт, бүлт...
Мин аҡрынлап зиһенемде туплайым. Хәҙер ап - асыҡ ишетәм: һулыш алған һайын күҡрәгемдең һул яғынан ҡан ҡатыш борҡолдап тын сыға. Һыҙлау ҙа, ғазап та юҡ. Әйтерһең, был мин түгел, бүтән берәү. Ә мин иһә, ике катушка йөкмәп, әле булһа алғы һыҙыҡҡа, ут һыҙығына элемтә тартам. Унда , -һанда ярылған миналарға иғтибар итмәй, ҡола ялан буйлап йүгерәм. Минән алда оҙон шәүләм һуҙылған. Тимәк, инде ҡояш та ҡалҡҡан. Күләгәмдең башы ниндәйҙер ыҙан һымаҡ ерҙә ултырған яңғыҙ имәнгә килеп төртөлдө. Шул саҡ эргәмдә генә гөлт итеп ут ҡүбәһе тоҡанып һүнә. Күбәнең бер осҡоно минең күкрәгемде өтөп ала. Мин ҡапыл туҡталып ҡалам. Бер аҙ сайҡалып торам...
Мин әле булһа сайҡалам. Юҡ, хәҙер мине ер үҙе бәүелтә - сәңгелдәҡтәге кеүеҡ. Офоҡ берсә артҡа сигенә, берсә яҡын килә. Бая йүгергән һалдат менән беҙ икебеҙ йәнә бер кешегә әйләнәбеҙ. Быныһы яҡшы. Бөтөнләйгә айырылышһаҡ, аяныс булыр ине.
...Имән тайшанып китҡәндәй булды. Юҡ, ул ҡуҙғалманы. Кемдәрҙер мине һаҡ ҡына күтәреп носилкаға һалды. Алып киттеләр. Аяҡ осомдан носилканы сибек кенә һалдат күтәреп бара. Мин уның бары төшөнкө яурындарын һәм арыҡ аҡһыл йөҙөн генә күрәм. Минең ҡан эсендәге ауыр кәүҙәмде көс-хәл менән күтәреп барған кеше кем һуң ул? Ул мине әжәлем һағалап торған һәләкәт яланынан
абына - һөрөнә күтәреп сығып китте ”.

Алып барыусы. Ул 9 ай госпиталдә ята. Аҙраҡ һауыҡҡас, һуғышҡа китеүенә бер йылдан һуң, бысраҡ көҙ көнөндә , ҡойма ямғырҙа яҡындарын, ул киткәс тыуған улы Илгизде күрер өсөн тыуған ауылына ашыға. Ә унан һуң тағы фронтҡа...
Мостай Кәрим һуғыш бөткәнсе алғы һыҙыҡта Воронеж фронтының, 3-сө Украина фронтының “Совет һалдаты” тигән фронт гәзиттәрендә хәрби журналист булып хеҙмәт итә. Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәтҡән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.
(Н.Мөстәҡимов музыкаһы “Гөлдәр миңә һаумы, һаумы тиҙәр” йыры яңғырай, һалдат кейемендәге егет ҡайта, уны ҡаршыларға сығалар. “Ҡайтыу” шиғырын уҡыу)
Ерҙә шундай тынлыҡ. Мин ситтәрҙә
Алыҫ илдәр буйлап гиҙә мен.
Ерҙә тынлыҡ. Ете даръя аша
Һинең һулышыңды һиҙә мен.
Юлым оҙон, Тыуған ил яҡын,
Тупрағыңа баҫыр аяғым.
Һиңә ҡайтыу өсөн дүрт йыл буйы
Һуғыш ҡыры буйлап атланым,
Дүрт йыл буйы мин үҙемде түгел,
Һинең мөхәббәтте һаҡланым.
Һүрәтеңде илап үпмәнем,
Ҡайғымды ла елгә түкмәнем.
Артыҡ һағынғанға ҡүрешеү башта
Яманһыу ҙа, ят та тойолор.
Минут уҙыр, минең күгәрсенем
Күҡрәгемә килеп һыйыныр...
Күҙҙәреңә, беләм, йәш тулыр,-
Минең өсөн һуңғы йәш булыр.

Алып барыусы.
Мостай Кәрим хеҙмәт юлын 1938-1939 йылдарҙа “Пионер” журналында башлай. Беренсе шиғырҙар йыйынтығы “Отряд ҡуҙғалды” тип атала. 1941 йылда “Яҙғы тауыштар” тигән икенсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Бында ингән күпселек шиғырҙарҙан йәшлек дәрте, йәшәү йәмен тойоу хисе бөркөлөп тора.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М.Кәримдең шағирлыҡ һәләте тағы ла сағыуыраҡ асыла, һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу кискән шағир-һалдат яугирҙарҙың уй-тойғоларын һүрәтләүгә өлгәште.
М.Кәрим уҙ шиғырҙарында хәтәр йылдарҙа ла илебеҙ кешеләренең рухи ныҡлығын, еңеүгә ышанысын үҙенсә бер йылылыҡ менән тасуирлай. Халыҡтың хаҡ эшенең тантана итәсәгенә ныҡ ышанған шағир “Тәҙрәңде ас та...” тигән шиғырында яугирҙың рухи көсөн дауыл һәм яҡты йәшен менән тиңләй.
(“Тәҙрәңде ас та...” тигән шиғырҙы уҡыу).
“Тәҙрәңде ас та..."
Йәшеренмә һин йәшендән,
Дауылдан ҡасма,
Йәйҙең хәтәр төндәрендә
Тәҙрәңде ас та -
Күкте күҙәт, тирбәлдермәй
Керпек осоңдо,
Бик яҡын итеп хәтерлә
Йырак дуҫыңды.

Йәшен юйһын бүлмәңдәге
Төндөң ҡараһын,
Һибелдереп сәстәреңде
Дауыл тараһын.
Дауыл... дауыл!
Ул бит минең –
Тере хәбәрем,
Яҡын йәшен, яҡты йәшен –
Минең сәләмем.

Мин һулармын, ерҙә дауыл
Тынмаһа әгәр,
Мин янырмын, һуңғы йәшен
Һүнгәнгә ҡәҙәр!

Алып барыусы.
Ғәзиз илгә һәм ҡәҙерле йәргә булған ҡайнар һөйөү яугир күңелен ҡанатлы итә. Ҙур һөйөү яуҙа һалдатҡа яңы көс өҫтәй. Ут эсендә йөрөгән дүрт йылда, бәлки, янар тауҙар һыуынғандыр, әммә һалдат мөхәббәте был йылдар эсендә һыуыныу түгел, тағы көслөрәк ҡабынды, таштар иретерлек булды. Әгәр яу юлдары уның мөхәббәтен иретерлек хистәрҙән арындырып, наҙлау һәм йылы һүҙгә бер аҙ һаранайта төшкән икән, был бары тойғо сабырлығы һәм сынығыу билдәһе. Ул сынығыуҙы таш һымаҡ тип юрағанда, мөхәббәте - ташта үҫкән гөлдәр бәйләменә тиң.

(“Таш өҫтөндәге гөлдәр” шиғыры).

“Таш өҫтөндәге гөлдәр”
Һин яҙаһың: “Йылдар, юлдар буйлап Алыҫлашҡан һайын аралар,
Һинең хаттар һүҙгә һәм наҙлауға
Һаман һараная баралар.

Мин уйҙарҙың әле лә йә дауыллы
Йә тын диңгеҙендә йөҙәмен.
Айырылышыу, ахры, һыуыталыр,
Таш итәлер ирҙәр йөрәген... ”
Һин әйләнеп ҡара Уралдағы
Артта ҡалған яҙғы ҡөндәргә,
Иҫендәме, хайран ҡала инек
Таш өҫтөндә үҫҡән гөлдәргә?

Эҫе нурҙар гөлдөң һабаҡтарын
Шундай сәнскеле иттеләр,
Ә сәсҡәләр, ҡояштан күҙ алмай,
Йәйҙәр буйы хуш еҫ һиптеләр.
Әгәр уттар үтҡән минең йөрәҡ
Мөмҡин икән ташҡа әйләнеү,
Һиңә булған мөхәббәтем минең –
Ташта үҫҡән гөлдәр бәйләме.

Алып барыусы.
Әлбиттә, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Мостай Кәрим “Үлемһеҙлек” шиғырында Ватан азатлығы өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың яҡты исемдәренә дан йырлай. Шағир бында үҙ кәүҙәһе менән дошман дзотын ҡаплаған һуғышсының образын тыуҙыра һәм батырҙың үлемһеҙлеген раҫлай.
Кешеләрҙе ана шундай батырлыҡҡа илткән сәбәптәрҙе һәм уларҙағы гүзәл сифаттарҙы М.Кәрим тулыраҡ итеп үҙенең “Декабрь йыры” һәм “Үлмәҫбай” тигән поэмаларында кәүҙәләндерҙе.
(“Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк).
Алып барыусы.
Эйе, һуғыш бөттө, дошмандар еңелде. Ләкин яу яланында алған яралар ғына һаман туҡтамай һыҡрай.
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ , өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Тимер ярсыҡ - яра төбөндә.
Тәндә ҡалған мина ярсығы йонсоу көндәрҙә яралы кешене әрнетеп һыҙландырғанда, яу яландарын хәтеренә төшөргәндә яңы һуғыш суҡмарҙарына асыу ҡатыш үс булып ташып сыға.
( Сара Садыкова музыкаһы “ Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йырын тыңлау).
Алып барыусы.
Мостай Кәрим һуғыш йылдарында яҙған шиғыр һәм поэмаларында совет һалдатының әхлаҡи йөҙөн, батырлыҡ сифаттарын һүрәтләү менән генә сикләнмәне, бәлки илебеҙҙең ғәскәрҙәре үҙ Тыуған илен генә түгел, фашизм ҡоллоғондағы башҡа илдәрҙе, халыҡтарҙы ҡотҡарыуын да асыҡ күрһәтте. Шағирҙың “Сит утар”, “Яза килә фашист өңөнә”, “Европаға май килә”, “Башҡорт халҡына яуап хаты” һәм башҡа бик күп шиғырҙары ана шул идеяларҙы сағылдыра. Шундай шиғырҙарҙан береһе - “Украина”.

(“Украина” шиғырын һөйләү)

“Украина”
Украина. Ағастарын һығып
Алма бешкән ҡояш нурында.
Украина! Окоп ҡаҙыным мин
Гөл- сәсәк үҫер урында.
Тыныс түгел Украина төнө –
Төн, ҡалтырап, ергә һыйына.
Ҡыҙҙар ҡулы өҙөр был алмалар
Туптар шартлағанда ҡойола.
Һәм йыш ҡына таңғы зәңгәрлектә
Йәш алмағас, гүйә, ҡуҙғала,
Гүйә, минең окобыма эйелә
Катерина тигән кыҙ бала.
Күккә ҡарайым мин. Сулпан ҡалҡа,
(Тулған айҙың - Сулпан серҙәше),
Ә битемә ҡыҙыл алма түгел
Тама ҡыҙҙың ҡайнар күҙ йәше.
Катерина, һылыу Катерина,
Илап ҡаршылама таң алдын.
Украина! һине ҡотҡа р ыр ға
Мин тупрағын үптем Уралдың.
Иламасы, һылыу. Яҙҙар килер,
Һуғыш һүнер, ҡояш һүрелмәҫ,
Алма бешер, ләкин ул алмаға
Һинән башҡа ҡулдар үрелмәҫ.

Алып барыусы.
Тормошҡа дәртләнеп аяҡ баҫҡан саҡта ут эсенә инеүҙәр, ҡаты яраланыу, унан һуңғы һыҙланыуҙар һәм ҡаты һынауҙар Мостай Кәрим өсөн тормошто айырыуса ҡәҙерле итте, ерҙәге һәр матурлыҡтың, һәр имен көндөң мәғәнәһен йылдан - йыл нығыраҡ аңлатты. Мостай Кәрим ижады ватандаштарына өмөт һәм ышаныс өҫтәне, күңелдәрендә миһырбанлыҡ, иман һәм мөхәббәт арттырҙы, йәшәйештең ҡатмарлылығындағы һәм ябайлығындағы мәңгелек рухи ҡиммәттәрҙең бөйөклөгөн, бөтөнлөгөн асты.
Рауил Бикбаев Мостай Кәрим ижадын ошондай матур һүҙҙәр менән баһалай: “ Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар”.

(“Шағир булам” Факиһа Туғыҙбаева шиғырын уҡыу)
“Шағир булам”
Китапханала бер көндө
Серҙәш таптым үҙемә.
Тылсым йәшеренгән икән
Уның һәр бер һүҙенә.

Осрашҡанда дуҫым менән
Көсөм, белемем арта.
Атайым да, әсәйем дә:
“Ҙур үҫтең!”- тип ярата.
Гел “бишле”ала башланы,
Тип аптырай малайҙар.
Тылсымыңды өйрәт, тиеп
Артымдан да ҡалмайҙар.

Бик әҙәпле малай, тиеп
Маҡтай хәҙер өлкәндәр.
Улар минең шуҡлыҡтарҙан
Күптән өр көп бөткәндәр.

Мостай Кәрим китабы ул-
Тылсымсым да, серҙәшем.
Берәйһе илатһа мине
Күрһәтмәйем ҡүҙ йәшем.

Хәҙер инде үҙемдең дә
Шағир булыу иҫәбем.
Мостай ола тай кеүек мин
Яҙасаҡмын шиғырҙарҙың
Тылсымлыһын, иң шәбен.

("Ҡулына сәскәләр тотҡан уҡыусы Рамай Ҡаһирҙың “Мәңге тере” шиғырын уҡый)

“Мәңге тере”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлегенә.
Мостай киткән, тиҙәр, ышанмайым,
Ундайҙарҙы әжәл ала алмай.
Ул бит шундай ҡыйыу рухлы ине
һәм саф хисле, сабый балалай.

Ул бит шундай яҡты кеше ине,
Йәме ине бөтә донъяның.
Ундай кеше берәү генә була,
Ошо хаҡта бөгөн уйланым.
Хатта ҡояш байый, тине берәү,
Юк, ҡояшы уның һүнмәне.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерлерәк булып,
Нурҙар сәсеп, өҫкә үрләне.
Мостай ағай мәңге тере, тинем,
Ярып әйттем, йөрәк түҙмәне.
Күҙҙәремдән әсе йәштәр тамды,
Ярай әле, бер кем күрмәне...
(Баш эйеп, ҡулындағы сәскәләрҙе Мостай Кәрим портреты янына ҡуя).
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 11 ноя 2018, 05:38

Тема:
Мостай Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй
саҡта” хикәйәһен өйрәнеү.

Уҡытыусы: Шамсиева В.М.

Тема: Мостай Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһен
өйрәнеү.

Маҡсат: - Мостай Кәрим ижады менән танышыуҙы дауам итеү,
- “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһенең йөкмәткеһе менән танышыу,
- уҡыусыларҙа изгелек, шәфҡәтлелек хистәре тәрбиәләү.
Йыһазлау: интерактив таҡта, компьютер, З.Биишева “Әҫәрҙәр” 4 том.

Дәрес барышы:
1. Ойоштороу моменты. Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

2. Өйгә эште тикшереү:
1) Мостай Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһенең 1,2-се бүлектәренең йөкмәткеһе менән танышыу.
2) Был бүлектәрҙең төп геройы кем?
3) 5 синыфта беҙ тағын М.Кәримдең ниндәй хикәйәһендә Әлфиә менән таныштыҡ?
4)Ҡала майҙанындағы шыршы янына Яңы йыл байрамына ниндәй йәнлектәр килгән?
5) Әлфиәнең тәҙрә быялаһына Ҡыш бабай ниндәй биҙәктәр төшөрә?
6) Ошо бүлектәрҙән сығып, Әлфиәгә характеристика бирегеҙ.

(Слайд 1)
3. Яңы теманы өйрәнеү.
Уҡытыусы. Ә хәҙер хикәйәнең дауамы менән танышырбыҙ. Уҡыу барышында яҙыусының беҙгә әйтергә теләгән фекерен асыҡларға тырышығыҙ. Уҡый башлағансы һүҙлек өҫтөндә эш эшләп алайыҡ.
1) һүҙлек өҫтөндә эш:
ағуна – белая куропатка
әүәләү – лепить
ҡыҙғаныу – жалеть
иш - пара
аҫтыртын – исподтишка
яфа – трудность
ҡырау – заморозки
әңгәмә - беседа
2) 3-сө бүлекте тасуири уҡыу.

Уҡытыусы. Хикәйә оҡшанымы? Хәҙер Һорауҙарға яуап бирербеҙ.

3)Һорауҙарға яуап биреү:

- Хикәйәләге геройҙарҙы һанап сығығыҙ әле. (Ҡыш бабай, Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай, Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ)

- Кемдәр улар – Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ һәм Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ?
Китаптан Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай башҡарған эштәре тураһындағы өҙөктө табып уҡыу.
“… Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ минең кәүҙәмә бик аҡыллы бер баш ултыртты, үткер күҙҙәр ҡуйҙы, һиҙгер ҡолаҡтар тиште, ҙур ғына танау йәбештерҙе, ике эшлекле ҡул яһаны. Ҡыҫҡараҡ булһа ла аяҡтарым да бар ине. Торғаны менән кеше булдым.
Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай мине һәр саҡ бәләнән ҡотҡара торҙо. Һынған ҡул урынына яңыны яһанылар, китек танау урынына тағы ла яҡшыраҡ танау ҡуйҙылар. Бөтөнләй ҡолаҡһыҙ ҙа тороп ҡалманым.”

- Ә Яман малай ниҙәр эшләй?
“…Тик Яман малай ғына миңа тынғы бирмәне. Кеше күрмәгәндә , йә ҡулымды һындырып ташлай, ҡолағымды ҡуптарып ала, йә танауымды китеп төшөрә, йә кәүҙәмә таяҡ тығып китә. Ҡыҙғаныу ҙа, оят та юҡ үҙендә. Ҡарҙан яһалған булһамда, мин дә кеше бит эле. Кешене шулай ыҙаларға яраймы ни?”
- Уҡып киткән өҙөктәрҙән сығып, беҙ ни өсөн Ҡыш бабайҙың уларға ошондай исем ҡушҡанын әйтә алабыҙ.

(төп гаройҙарға характеристика биреү, таблица тултырыу)

Ыңғай геройҙар Уларға хас сифаттар Кире геройҙар Уларға хас сифаттар

Уҡытыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева апай ҙа яҡшылыҡ менән яманлыҡ тураһында шиғыр яҙған. ( Слайдтар 2- 4)

Яҡшы: әгәр кеше хеҙмәт һөйһә,
Шатлыҡ тапһа изге хеҙмәттән.
Халыҡ күңеле иркен – мәхрүм итмәҫ
Ундайҙарҙы оло хөрмәттән.

Яман: үҙен үҙе күккә сөйөп,
Ҡарсығамын, тиеп маһайған.
Иң яманы: ундай ғәриптәрҙе
Ялағайҙар һөйөп яһайҙар.

Яҡшы: хаҡлыҡ өсөн үҙ хаҡында
Онота алған ярһыу батырҙар.
Улар үлмәй – халыҡ күңеле мәңге
Һаҡлай батырҙарҙы хәтерҙә.

Яман: төшөнкөлөккә, көсһөҙлөккә,
Ялҡау, һәлкәүлеккә һабышыу.
Кәрәк саҡта “ике икең дүрт” тип,
Әйтә белмәгәнгә һалышыу.

Яҡшы: һығылып, түгелеп илар ерҙә
Тыйылып ҡала алыу сер бирмәй.
Ауыр ерҙә аумай, йәш күрһәтмәй
Ҡалыуҙа көс – ҡеүәт, кәмһенмәй.

Яман: кемуҙарҙан ҡорал эшләү,
Нейтрон бомбалары үрсетеү.
Кешеләрҙе кеше үлтерһен тип,
Ерҙе үртәһен тип үҫтереү.

Яҡшы: күктән һәр саҡ ҡояш көлһә,
Ерҙе япһа сәскә, игенлек.
Кеше күңелен мөлдөрәмә итһә,
Ергә хеҙмәт, илгә изгелек.

Яман: кеше һөймәҫ, ҡәҙер белмәҫ,
Тар күңелле ваҡ йән кешеләр.
Үрмәкселәй мәкер ауын һуҙып,
Боҫоп ята уның ишеләр.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, шиғыр юлдарынан сығып, әйтегеҙ эле, нимә ул яҡшылыҡ, нимә ул – яманлыҡ.

(Слайд 5)
Яҡшылыҡ – хеҙмәт һөйөү, илеңде һәм халҡыңды яҡлау һәм һаҡлау, ауырлыҡтарға бирешмәү, ҡояш көлөп торһа, ерҙә сәсәкәләр, игендәр үҫһә.

Яманлыҡ – маҡтаныу, үҙ – үҙеңде генә яратыу, төшөнкөлөккә, көсһөҙлөккә, ялҡау, һәлкәүлеккә һабышыу, алдашыу, һуғыш өсөн ҡоралдар эшләү, кешеләргә насарлыҡ эшләү.

Уҡытыусы. Ә хәҙер үҙегеҙ бөгөнгө уҡылған әҫәрҙән сығып, ошо яҡшылыҡ һәм яманлыҡ төшөнсәләренә тағы ниҙәр өҫтәй алаһығыҙ? (уҡыусыларҙың яуабы)

4. Йомғаҡлау. (Рефлексия)

Уҡытыусы. Был дәрестә беҙ М.Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”
тигән әҫәрен өйрәндек. Уның идея – тематик йөкмәткеһе өҫтөндә эшләнек. Ошонан сығып, яҙыусының беҙгә әйтергә теләгән төп фекерен асыҡлайыҡ.
(Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ кеүек кешеләр тормошта үҙ урындарын, юлдарын табалар, каршылыҡтарҙан ҡурыҡмайҙар, ә Яман малай менән Илаҡ ҡыҙ кеүектәр бер нигә лә өлгәшә алмайҙар.)
Дөрөҫ, уҡыусылар. Һеҙ ҙә киләсәктә Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ кеүек кешеләргә һәр саҡ яҡшылыҡтар ғына эшләгеҙ, был сифаттарҙы үҙегеҙҙә тәрбиәләгеҙ.

Өйгә эш: 1. Йөкмәткене тулы итеп һөйләргә өйрәнергә.
2. Үҙегеҙгә оҡшаған урындың һүрәтен төшөрөргә.

Баһалар ҡуйыу.
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 09 ноя 2018, 17:06

Сообщение ziasheva.v » 09 ноя 2018, 17:03

«Республикама дан йырлайым» конкурсына
“Кәрәҙле тылсым”
Инша
Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымда ғына үҫкән матур сәскәгә нәҙекәйбил – бал ҡорто килеп ҡунды һәм тырышып-тырышып сәскә һутын йыя башланы.Мин бөтә донъямды онотоп уны күҙәтә башланым. Шул саҡ миңә йыраҡтан ниндәйҙер серле тауыш килгән кеүек булды һәм мин, бар булмышым менән, серле бал ҡорттары иленә сумдым…
“…Беҙ, бал ҡорттары, бик тырыш йән эйәләре. Беҙҙе Башҡортостандың бөтә райондарында ла үрсетәләр. Ата-бабаларыбыҙ ҡырағай бал ҡорттары булған. Улар урмандағы ағас олонондағы солоҡтарҙа йәшәгәндәр. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге таштарҙағы һүрәттәр ҙә балдың бик боронғо кешеләргә лә билдәле булыуы тураһында һөйләй. Тәүҙә кешеләр әҙер балды ғына йыйғандар, ә һуңыраҡ беҙҙе умарталарҙа тоторға, тәрбиәләргә өйрәнгән. Һин яратып сәй эскән балды яһар өсөн беҙ бик-бик йыраҡтарға осабыҙ. Бигрәк тә көнбағыш, ҡарабойҙай, йүкә сәскәләренән йыябыҙ. Шуның өсөн дә балдың төҫө һәм тәме төрлөсә була. Ә бына файҙаһы! Ҡайҙа ғына ҡулланмайҙар беҙҙең балды! Айырыуса бал балалар өсөн файҙалы, шуға ла һин ауырығанда әсәйең баллы сәй эсерә. Беҙҙҙ…беҙҙҙ…беҙҙҙ…”
Әсәйемдең:
- Бәй, ҡыҙым, нимә эшләп еләк йыймайһың?- тигән һүҙҙәренә һиҫкәнеп киттем. Нимә булды был?
Өйгә ҡайтыу менән мин олатайымдарға йүгерҙем. Ул оҙаҡ йылдар бал ҡорттары ҡарай. Мин барып ингәндә бал һыуыртыу мәшәҡәттәре менән йөрөй ине.
- Ә ҡыҙым, беләһеңме, Ирактағы Ниппур ҡалаһы янында археологтар тапҡан балсыҡ тактаташтарында бал менән дауаланыу серҙәре яҙылған. Тимәк, балдың файҙаһы хаҡында 4000 йыл элек үк билдәле булған! Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ балды оҙон ғүмерле кешеләр аҙығы тип иҫәпләгән. Күп кенә илдәрҙә балды “ҡарттар һөтө” тип тә атайҙар. Ләкин ул йәштәргә лә бик файҙалы. Балдан башҡа бал ҡорто прополис, балауыҙ кеүек файҙалы матдәләрҙе лә бүләк итте кешелеккә. Башҡорт балы донъя кимәлендә лә танылыу яулай бара. Уны Франция, Германия, Япония, Америкала ла табырға була. Башҡорт балы Рәсәй һәм донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә барлығы 300-ҙән ашыу миҙал яулаған. Бына ниндәй ул кәрәҙле тылсым! – тип һөйләне олатайым.
Тирә-яҡҡа хуш еҫле бал иҫе таралды. Ышанмаҫһың да: шундай кескәй генә ҡорттар шул тиклем бал йыйған! Мин элек ҡурыҡҡан был йән эйәләренә ошо көндән башлап һөйөү уянды. Бына ниндәй икән улар-нәҙекәйбилдәр!
-Үҫкәс минең дә, мотлаҡ, бал ҡорттарым буласаҡ! Мин һинең шөғөлөңдө дауам итермен,-тинем мин олатайыма.
-Бындай уй ҡайҙан килде башыңа, ҡыҙым?
- Олатай, мин әле генә еләктән ҡайттым. Унда бал ҡорттарының нисек тырышып эшләгәндәрен күрҙем һәм Рәмзәнә Абуталипова апайҙың “Бал ҡорто” тигән шиғырын иҫкә төшөрҙөм:
Көнө буйы тынғы белмәй,
Бигерәк уңған бал ҡорто.
Шулай уңған булған өсөн
Бал менән тулы йорто.
- Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым. Тик бал ҡорттары үҙҙәре кеүек тырыштарҙы ғына ярата. Һиңә армай-талмай уларҙы тәрбиәләргә тура киләсәк. Ә тәбиғәт беҙҙең яҡтарҙа иҫ киткес! Һинең йүкә сәскә атҡан ваҡытта урманда булғаның бармы? Бөтә һауа хуш еҫле бал еҫе менән тула. Ә сәскәләрҙең ниндәйҙәре генә юҡ! Бына шундай бай тәбиғәтле, матур, саф һауалы ерҙә генә шундай тәмле, файҙалы бал йыярға мөмкин.
- Эйе, борон-борондан килгән ата-бабаларыбыҙ шөғөлө киләсәктә лә дауам итергә тейеш, - тинем мин, тырыш бал ҡорттарына һоҡланып.
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 09 ноя 2018, 17:01

“Матурлыҡтың
ҡәҙерен белергә кәрәк”
(Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү)
Дәрестең маҡсаттары:
1. “ Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү. Хикәйәне анализлау өсөн шарттар тыуҙырыу.
2.Әҫәрҙә тыуған яҡ тәбиғәтенең гүзәллеген, тәбиғәт балаһы булараҡ кешенең урынын билдәләү, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү.
3. Уҡыусыларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрестең бурыстары:
1. Белем биреү маҡсаты: хикәйәнең төп фекерен уҡыусы аңына еткереү өсөн шарттар тыуҙырыу.
2. Фекерләү һәләтен үҫтереү маҡсаты: анализлау, сағыштырыу, гомумиләштереп, йомғаҡ яһау күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү.
3. Тәрбиә биреү маҡсаты: тәбиғәттең матурлығы, байлығы кешенең үҙенән тора икәнлегенә ышандырыу.
Планлаштырылган һөҙөмтәләр:
1.Предмет һөҙөмтәләре: хикәйәнең темаһын аңлау һәм формалаштырыу, идеяһын күрһәтеү.
2.Шәхескә ҡагылышлы һөҙөмтәләр: герой ҡылган ғәмәлдәр аша яҡшыны насарҙан айырырға өйрәнеү.
3.Метапредмет һөҙөмтәләре
- регулятив: әҫәрҙең төп проблемаһын табыу, герой эшсәнлеген бәйәләгәндә, үзеңдең һәм башҡаларҙың фекерен дөреҫ бәйәләү, төп һөҙөмтәне сығарыу эшсәнлегендә ҡатнашыу өсөн тырышыу;
- танып-белеү: булған белемдәргә таянып, “матурлыҡ”, “изгелек” төшөнсәһенә ҡағылышлы мәғлүмәтте табыу һәм анализлау аша уны бәйәләү,
- коммуникатив: төп фекергә килгәнсе, төрлө яуаптарҙы тыңлау; төркөмдәрҙә эшләгәндә, төрлө миҫалдар менән үҙ фекереңде дәлилләү, әҫәрҙең төп фекерен табыу һәм формалаштырыу.
Йыһазлау: 1. Дәреслек,2.тема буйынса презентация, 3.карточкалар
Предметара бәйләнеш: Тирә-йүнде өйрәнеү (Окружающии мир), башҡорт теле.
Эште ойоштороу: фронталь, төркөмдәрҙә, парҙар менән эшләү
Төп төшөнсәләр:тема, идея, матурлыҡ, изгелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
Дәрес төрө: яңы белемдәрҙе үҙләштереү
Дәрес этаптары:
Мотивлаштырыу. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусыларым! Көндө - сағыу ҡояш, ағасты - япраҡ, кешене - яҡшы уйҙары, изге эштәре биҙәй. Мәшһүр “Урал” эпосы иҫкә төшә:
Донъяла мәңге ҡалыр эш-
Ул да булһа изгелек.
Күккә лә осор-изгелек,
Һыуға ла батмаҫ-изгелек,
Телдән дә төшмәҫ-изгелек.
-Изгелек кешенең күңелен матурлай, яҡтырта, мәрхәмәтле итә. Кем ниндәй изге эштәр эшләгәне бар? Һөйләп китегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуабы)
- Хәҙер яҡшы кәйеф менән ҡанатланып эшкә тотонайыҡ.
Актулләштереү. Өйгә эште тикшереү.
-Уҡыусылар, өйҙә Н.Мусин тураһында нимәләр белеп килдегеҙ?
Ноғман Мусин кем ул? Уның ниндәй хикәйәләрен уҡығанығыҙ бар?
(Слайд 1)
(Уҡыусыларҙың яуабы)
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Уҡыусылар, дәрес башында нимә тураһында шиғыр тыңланығыҙ? Ә хәҙер экрандағы һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ эле. (Слайд 2)
“Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? Дәрес барышында беҙ был һорауға яуап табырға тейешбеҙ.
Шулай итеп,бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй темаға һөйләшербеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы : матурлыҡ, изгелек тураһында)
Текст менән танышыу.
-Әйе,беҙ бөгөн дәрестә Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ. Тағы ла тәбиғәт, кейектәр, ҡоралай тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Текст менән танышыр алдынан, әйҙәгеҙ, телдәрҙе яҙҙырып алайыҡ эле. Был һүҙҙәрҙе беҙ хикәйәне уҡығанда осратырбыҙ. (Слайд 3)
- Уҡыусылар, һеҙҙең ҡоралайҙы күргәнегеҙ бармы? Ниндәйерәк кейек икән ул? (Слайд 4)
(Һүҙлек өҫтөндә эш, тексты тасуири уҡыу)
Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
Бына әҫәр менән таныштыҡ. Һеҙгә оҡшанымы? Ул ниндәй темаға яҙылған? Хикәйәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе барлап, әҫәрҙән миҫалдар табып, уларҙы сисеү юлдарын барлайыҡ. Мин һеҙгә төркөмдәрҙә эш тәҡдим итәм.
1-се төркөм. Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡыу.
2-се төркөм. Ҡышын ҡоралайҙарға ниндәй мәшәҡәттәр тыуа? Уларға ярҙам итер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
3-сө төркөм. Көтмөр менән булған хәлде тасуирлап һөйләү.
4-се төркөм. Әбделнәғим бабайҙың эш-ҡылыҡтарына һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана).
Проблеманы сисеү юлдарын эҙләү. Проект эше.
Дәрес башында “Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? тигән һорау ҡуйған инек. Ошо һорауға яуап табыр өсөн мин һеҙгә кескенә проект эше тәҡдим итәм.
(Ике төркөмгә лә А3 форматында ҡағыҙ бирелә, кластер төҙөү юлы менән улар ҡуйылған һорауға яуап яҙалар, таҡтаға сығып һөйләйҙәр)
1 төркөм. Нимә ул матурлыҡ? Матурлыҡ эйәһе булған ҡоралайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.

матурҙар үлән ашайҙар
нәҙек муйынлы аяҡтары ҡурай кеүек нәфис
баштары ҡупшы етеҙ хайуан
ҡарҙа насар сабалар ҡая таштар буйлап шәп сабалар

2 төркөм. Кешенең матурлығы нимәлә? Кемде беҙ матур кеше тибеҙ? Әбделнәғим бабайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.

матурлыҡты ярата
изге күңелле мауыҡтырғыс итеп һөйләй

оҫта һунарсы
ярҙамсыл

тынғыһыҙ йән йәнлектәрҙе ярата

(Яуаптар тыңлана. Көтөлгән яуап: 1.Әбделнәғим бабай изге күңелле, йәнлектәрҙең бөтәһен дә ярата, тик ҡоралайҙарҙы ул нығыраҡ ярата, сөнки улар матур һәм зыянһыҙ. Ул уларҙың тәбиғәтте матурлап йәшәүҙәрен теләй һәм уларға ҡарап һоҡланырға ғына түгел, ә ярҙам кәрәккәндә ҡулдан килгәнде эшләргә кәрәклеген әйтә. 2. Кешенең матурлығы кейенмендә, йөҙөндә генә түгел, ә ҡылған эш-ғәмәлдәрендә лә булырға тейеш)
Ғәмәли эштәр башҡарыу.
-Уҡыусылар, беҙҙең тыуған яғыбыҙ ҙа бик матур, ҡоштарға, кейектәргә йылға, тауҙарға бай. Ә хәҙер дәреслекте һәм күҙәтеүҙәрегеҙҙе файҙаланып парҙар менән эш эшләрбеҙ.
1 пар. Текстан ҡош, кейек исемдәрен яҙып алып, улар менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
2 пар. Текста ниндәй ер-һыу атамалары осраттығыҙ? Үҙегеҙҙең ауыл тирәһендәге ер-һыу атамалары менән сағыштырығыҙ.
3 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй хайуандар йәшәй? (Слайд 5)
4 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй ҡоштар йәшәй? (Слайд 6)
5 пар. Беҙҙең яҡтағы иң матур кейек. Ни өсөн?
Рефлексия.
1.Уҡыусылар, һеҙ бөгөн нимә тураһында өйрәндегеҙ?
2.Ниндәй һығымта яһанығыҙ?
3.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,Ноғман Мусинды ни өсөн “тәбиғәт йырсыһы” тиҙәр икән? (Слайд 7)
(Уҡыусылар экрандағы мәғлүмәтте файҙаланып шундай фекергә киләләр: Ноғман Мусин тәбиғәт һәм уны һаҡлау тураһында бик күп әҫәрҙәр яҙған.
Төп һөҙөмтә: һәр кеше үҙе йәшәгән донъяға, уны солғап алған мөхиткә, тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл булырға тейеш.)
Дәресте йомғаҡлау.
-Был дәрестә беҙ урман күрке булған ҡоралай менән таныштыҡ һәм кешелек сифаттары тураһында һөйләштек. Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уның матурлығын йырлаусы, һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.
Өй эше биреү.
Үҙегеҙгә оҡшаған кейектең һүрәтен төшөрөгөҙ, нисек, ҡайҙа йәшәүен яҙығыҙ.
Эштәрҙе баһалау.
Үҙбаһаларығыҙҙы ҡарағыҙ һәм билдәләр ҡуйығыҙ. Уҡыусылар, дәрес тамам. Дәрестә яҡшы эшләүегеҙ өсөн рәхмәт. (Слайд 8)
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 4