Методическая копилка

Модераторы: Ильмухаметов А.Г., Куватова Г.Д., Сулейманов Р.Ф., Акьюлова Р.Р.

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 09 ноя 2018, 17:00

“Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда”
(Инша)

Кеше! Кеше!
Ғәмһеҙ булма!
Ер яҙмышы -
Һинең ҡулда!
Ауылдаш яҙыусы Ҡаһим Әүхәтовтың был һүҙҙәре бөгөнгө көндә бик актуаль. Бындай һүҙҙәрҙе бик йыш ишетәбеҙ. Әммә уларҙың ысын мәғәнәһен беҙ аңлап етәбеҙме икән һуң? Ә бит был һүҙҙәргә киләсәгебеҙ тураһында ҙур мәғәнә һалынған.
Кеше тормошо өсөн бик күп әйберҙәр кәрәк. Йәшәү өсөн – йорт, ашар өсөн ризык, эсер өсөн таҙа һыу, һулар өсөн саф һауа.Тормош көткәндә һәр ваҡыт кәрәк әйберҙәрҙе булдырыу өсөн кеше тәбиғәткә мөрәжәғәт итә. Ҡаһим Әүхәтов шиғырындағыса:
Беҙ- кешеләр, тыумышыбыҙ ерҙә,
Тормошобоҙ, һулар һауабыҙ.
Йәшәү өсөн кәрәк булғандарҙың
Бөтәһен дә ерҙән алабыҙ.
Алған һайын һаман алабыҙ беҙ
Һайлап-һайлап ҡына яҡшыһын…
Бирә алһаҡ икән шуның кире
Һис юғында алған саҡлыһын.
Юҡ шул. Кешеләр тәбиғәт байлыҡтарын ишәйтеүгә ҡарағанда, күбрәк файҙаланырға омтола.
Тыуған илебеҙҙең саф һыулы йылға һәм күлдәрен бысратыу, осһоҙ-ҡырыйһыҙ урмандарын бер мәғәнәһеҙ киҫеп бөтөрөү, завод-фабрикаларҙан сыҡҡан ағыулы газдар менән һауабыҙҙы боҙоп бөтөрөү, хәрби уйындар ваҡытында тупраҡты һәм һауаны ағыулау, авиация яғыулығының ағыулы ҡалдыҡтары – болар әле хәҙерге цивилизацияның тәбиғәткә һалған зыянының бер өлөшө генә.
Киләсәк быуындар яҙмышын фән-техника ҡаҙаныштары ғына түгел, ә ер-һыуҙарҙың экологик торошо ла хәл итәсәк. Бындай тәбиғәт кешеләрҙең сәләмәтлегенә ҙур зыян килтерә. Бигерәк тә балалар организмы зарарлы һауаға, һыуҙарға бик һиҙгер.
Йәйге урман… Ял көндәрендә төркөм-төркөм кешеләр урманға ашығалар. Берәүҙәр ярамаһа ла , һунарға сығалар, берәүҙәр ял итәләр, ә арттарынан тәрән “эҙҙәр”, “иҫтәлектәр” ҡалдыралар: усаҡ яғалар, ағастарҙы һындыралар.
Үҙебеҙҙең яҡтарҙы алһаҡ та, хайран ҡалырлыҡ бит. Ауыл һайын сүплектәр йылдан-йыл күбәйә. Елле көндәрҙә сүптәр кешеләр йәшәгән ерҙәргә ҡәҙәр осоп тарала. Мин кешеләрҙең йылға, шишмә буйҙарына, урман эстәренә сүп-сар сығарып түгеүҙәрен бер нисек тә аңламайым. Был бит беҙҙең тыуған еребеҙ! Беҙ уны һаҡларға һәм яҡларға тейеш.
Беҙ, уҡыусылар ҙа, ҡулдан килгәнсә тәбиғәтте һаҡлауҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерегә тырышабыҙ. Тирә-яҡты йәшелләндереү өмәләре ойошторабыҙ. Ә шишмәләрҙе һауыҡтырыу – беҙҙең иң яратып башҡарған эштәребеҙҙең береһе, сөнки шишмәләр – һыу сығанағы ла, гүзәллек сығанағы ла, йән тыныслығы биреүсе ял урыны ла. Йыл һайын ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Хәҙрәт шишмәһе”, “Иман” шишмәләрен төҙөкләндереүҙә ҡатнашабыҙ, таҙартабыҙ.
Бик күп яҙыусы-шағирҙарыбыҙ был темаға әҫәрҙәр, шиғырҙар, поэмалар ижад итә. Ноғман Мусин “Мәңгелек урман”ында урмандарҙың күпләп киҫелеүе тураһында яҙһа, Рауил Бикбаев “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында һыуҙарыбыҙҙы һаҡларға, бысратмаҫҡа өндәй, ә Әнғәм Атнабаев “Аҡ ҡайындар ҡая булғандар?” шиғырында :
Һуғыш ҡырындағы ҡәберлектәй,
Секерәйеп тора төпһәләр,
Ҡайырылып ҡайын үҫкән ерҙә
Һыҙғырышып елдәр иҫәләр.
Тик бер генә көнгә власть бирһәләр,
Шул ҡайынды киҫкән кешеләрҙең
Тотоп киҫер инем үҙҙәрен! – тип асынып яҙған.
Тәбиғәтте һауыҡтырыу буйынса бик күп саралар күрелә. Башҡортостанда һуңғы йылдар “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы”, “Төҙөкләндереү йылы” тип иғлан ителде. Әйе, Дәүләт кимәлендә ҙур эштәр эшләнә, ләкин әле тирә-яҡ мөхитте сафландырыуҙа эшләнәһе эштәр күп әле.
Тәбиғәт – туған йортобоҙ. Уның байлыҡтарын һаҡлау – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Һәр кем ағас ултыртырға, ҡош оялары яһап ҡуйырға тейеш. Урмандарҙы киҫмәҫкә, йәшел келәм йәйелгән болондарҙы бөтөрмәҫкә, ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа кәрәк. “Минән һуң һыу баҫһа ла ярай” тигән принцип менән йәшәргә ярамай. Минең фекерем шундай һәм мин бөтә кешеләргә лә:
Тәбиғәт бөтһә әгәр ҙә
Кешелек тә бит бөтә.
Шуға күрә уйлан ныҡлап,
Алда һине ни көтә? – тип әйткем килә.
Был ергә беҙ мәңгелеккә килмәгәнбеҙ.Халыҡ та бит:”Беҙ был ерҙә ҡунаҡ ҡына”, ти. Шулай булғас, тыйнаҡ булып, матурлыҡҡа һоҡланып, киләсәк быуындарға ла үрнәк булып йәшәйек.
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение ifira1972 » 09 ноя 2018, 16:57

“Шәжәрәлә минең яҙмышым”
Маҡсат: Нәҫелдәр ебен, быуындар сылбырын барлау, атайҙарға, тыуған яҡҡа һөйөү, халҡыбыҙҙың үткәненә һәм хәҙергеһенә ихтирам уятыу, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.


Йыһазлау: ”Шәжәрәлә минең яҙмышым”,
“Шәжәрә… Тарих төпкөлөнән киләсәккә тәҙрә”,
“Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ” тигән һүҙҙәр яҙылған плакаттар, шәжәрәләр күргәҙмәһе.


Зал матур итеп биҙәлгән. Сәхнәлә стенаға төрлө яҙыулы плакаттар эленгән:
“Шәжәрәлә минең яҙмышым”,
“Шәжәрә… Тарих төпкөлөнән киләсәккә тәҙрә”,
“Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ”.

Күңелле муҙыка яңғырый. Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.



1.а.б Шәжәрә - ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.

2.а.б .Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.

1.а.б Шәжәрә - ул моңло « Буранбай » ҙай,
Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,
Буш тормаған бала бишегендәй,
Арҡа терәр мәғрүр Уралдай.

2.а. б. Шәжәрә - ул бөйөк, изге йортоң.
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һине туғаныңа Ер ҙә,
Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

1 а. б. Тыуған ерем, ғәзиз ерем
Тәүге аяҡ баҫҡан ерем.
Намыҫыңа тап төшөрмәй
Йәшә тип әйткән ерем.


2 а.б. Бала саҡтың хәтирәһен
Һаклаусы – һин, тыуған ерем.
Бар белгәнең тик – изгелек,
Рәхмәт һиңә, тыуған ерем.

1 а.б. Һаумыһығыҙ. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар.

2 а.б. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Шәжәрә байрамы. Һеҙҙе ошо байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

1 а. б. Тыуған ауылым, илһам шишмәһе һин,
Һине һағынып ҡайта һәр кем.
Ҙур һөйөнөс менән бөгөн
Байрамға килгән халҡым.
2 а.б. “Ер, әсә” һүҙҙәре,
Ата- бабам эҙен юллап,
Сумамын мин тарихтарға,
Ырыу ҡаны тарта беҙҙе
Төрлө тарафтарҙан.
1 а.б. Уралып та аҡҡан оло йылға
Һүтәйек әле тарих йомғағын.
1 уҡыусы “Шәжәрә” шиғырын яттан һөйләй.(
1 а.б. Шәжәрә - ул ырыу тарихы. Борон башҡорттар ырыу- ҡәбиләләргә бүленеп йәшәгән. һәр ырыуҙың үҙ исеме булган. Халыҡ элек – электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған. Шәжәрәлә бөтә ир- ат исемдәре күрһәтелгән.

2 а.б. Шәжәрә ғәрәп телендә “ағас” тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ үҙ нәҫелен, ата- бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни өсөн ағас?

1 а.б. Сөнки ағас – һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон сағылдырған.

2 а.б. Тамыры- үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбеҙ, тармаҡ- ботаҡтары – киләсәгебеҙ.

1.а.б. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә, беҙҙең ауылыбыҙҙың да тамырҙары бар. Тамыр ул – беҙҙең кисәге көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ. Әйҙәгеҙ әле ауыл тарихына күҙ һалайыҡ.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Еремйә ауылының хөрмәтле кешеһе, оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләп, лайыҡлы ялға киткән ____________Хәҙер һүҙҙе уға бирәбеҙ.Рәхим итегеҙ.



1 а.б. Һуңғы йылдарҙа нәҫел шәжәрәңде төҙөү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте мотлаҡ талап ителә.

2 а.б. Нәҫелде 7 быуынға тиклем барлау хәҙер ғәҙәти хәл, ә ҡайһы берәүҙәр 10-12 быуынға тиклем дә үҙ нәҫелдәрен беләләр.

1 а.б. Кем булған олатайың,
Олатайыңдың атаһы?
Уларҙан тыш нәҫелеңдә,
Йә, кемдәр булған тағы?

2 а.б. Ниндәй һөнәр белгәндәр,
Ниндәй кейем кейгәндәр?
Был яҡҡа, был ауылға,
Улар ҡайҙан килгәндәр?

1 а.б. Хәҙер уҡыусылар үҙ шәжәрәләре менән таныштырып алырҙар.
Уҡыусылар (һәр кластан берәр уҡыусы) үҙ шәжәрәләре менән таныштыралар.
Сәхнәг үҙ шәжәрәһе менән 5-се класс уҡыусыһы ……Рәхим итегеҙ!


Башҡорт халыҡ бейеүе (8-се класс ҡыҙҙары)

Сәхнәгә үҙ шәжәрәһе менән 6-сы класс уҡыусыһы …….сыға. Рәхим итегеҙ!


“Туғандарҙың ҡәҙерен бел” йыры башҡарыла.


Сәхнәгә үҙ шәжәрәһе менән 7-се класс уҡыусыһы ……..сыға. Рәхим итегеҙ!

2.а.б. Шәжәрә байрамдары - сикһеҙ әһәмиәтле сараларҙың береһе. Улар үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Әле шәжәрә байрамдары Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә үтеп, матур бер йола итеп тергеҙелә.
Был аңлашыла ла, сөнки күптән билдәле бер хәҡиҡәт бар – тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла. Был күркәм сараның төп ҡаҙанышы – ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеү ул.

1а.б. Эйе, ауылымдың ғорурлығы булған, һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә ауаҙ һалған, тәпәй баҫҡан һәм яҙмышын туған тупрағы менән бәйләгән, ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында тырышып эшләгән яҡташтарыбыҙ бихисап.

2 а.б. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм арабыҙҙа шундай шәхестәр булғанда, нәҫел шәжәрәбеҙҙә матур эҙҙәр ҡалыуына ҡыуанабыҙ.

1 а.б. Тыуған ауыл, тыуған яҡ. Ниндәй изге, илаһи көскә эйә төшөнсәләр. Яҙмыш елдәре төрлөбөҙҙө төрлө яҡтарға илткәндә лә,. һағынып, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ашҡынып ҡайтырбыҙ һиңә, тыуған яҡ!

“Тыуған яҡ” йыр

Сәхнәгә үҙ шәжәрәһе менән 8-се класс уҡыусыһы ……сыға. Рәхим итегеҙ!

Сәхнәгә үҙ шәжәрәһе менән 8-се класс уҡыусыһы ……сыға. Рәхим итегеҙ!

Башҡорт бейеүе (8-се класс ҡыҙҙары)

Сәхнәгә үҙ шәжәрәһе менән 9-сы класс уҡыусыһы …….
сыға. Рәхим итегеҙ!

Сәхнәгә үҙ шәжәрәһе менән 10-сы класс уҡыусыһы …….
сыға. Рәхим итегеҙ!

“Тәҙрәләр” йыры башҡарыла

2 а.б. Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күп яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма; ҡор ояңды. Үр шәжәрә!

1.а.б :Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,
Күкте терәп ерҙә һин торғанда,
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
ifira1972
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 12:09

Re: Методическая копилка

Сообщение ziasheva.v » 09 ноя 2018, 16:51

Тема: Сәғит Агиштың “Турыҡай” хикәйәһен өйрәнеү.
Маҡсат:1. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе менән танышыу,
2.Уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү,
3. Аттарға ҡарата яратыу, һоҡланыу хистәре уятыу, уҡыусыларҙа берҙәмлек, яуаплылыҡ хистәре тәрбиәләү.
Йыһазлау: дәреслек, аттар тураһында презинтация, “Аҡбуҙат” журналы №6, 2008, пазлдар,
Дәрес барышы:
|. Ойоштороу моменты. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырыштыҡ. Дәресте башлайбыҙ.
||.Яңы тема.
-Уҡыусылар, һеҙҙең алдарығыҙҙа конверттар ята, ә уның эсендэ пазлдар. Иң элек ошо пазлдарҙы йыяйыҡ әле. Нимә килеп сығыр икән?
( Төркөмдәрҙә эш. Пазл йыйыу)
-Ниндәй һүрәт килеп сыҡты? Бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ? Аттар тураһында нимәләр белербеҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы, маҡсатты билдәләү)
-Эйе, дәрестә беҙ Сәғит Агиштың “Турыҡай” тигән хикәйәһе өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Йылҡы малына хас сифаттар, Турыҡайҙың батырлығы тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Һеҙгә өй эше итеп әҫәрҙе үҙ аллы уҡырға ҡушылғайны. Хикәйәне уҡынығыҙмы? Оҡшанымы?
Уҡыусылар, һеҙҙең алға бына ошондай проблемалы һорау ҡуям: автор был әҫәрендә беҙгә нимә әйтергә теләй, уның идеяһы нимәлә? Был һорауға яуапты беҙ дәрес барышында табарға тейешбеҙ.
-Хикәйәлә һүҙ нимә тураһында бара? (йылҡыларҙың тормошо тураһында)
-Әҫәрҙә ниндәй темалар күтәрелә?
(батырлыҡ, яуаплылыҡ)
-Хикәйәнең төп геройы –Турыҡай. Текстан Турыҡайҙы һүрәтләгән урынды табып уҡып күрһәтегеҙ әле.
-Йылҡы көтөүе менән Турыҡай араһында ниндәй мөнәсәбәт?
-Йылҡылар уға ышанамы?
-Ул һеҙҙеңсә ниндәй төҫтә? Тағы аттарҙың ниндәй төҫтәрен беләһегеҙ?
(яуаптар тыңлана, слайдтар ҡарау)
Төркөмдәрҙә эш.
1.Турыҡайҙың етеҙлеген, тәүәккәллеген һүрәтләгәндә яҙыусы ниндәй һүҙҙәр, һүрәтләү саралары ҡуллана?
2.Турыҡайҙың бүреләр менән һуғышыуын тасуирлаған урынды табып уҡырға.
3.Әҫәрҙән ат һүҙе урынында ҡулланылған һүҙҙәрҙе табырға. (йылҡы, ҡолон, ябағалар, бейәләр…)
- Ә хәҙер бергәләп Турыҡайға кластер төҙөйбөҙ.
тәүәккәл матур яуаплылыҡты тоя
батыр көслө
етеҙ Турыҡай һиҙгер
ышаныслы дошмандарға рәхимһеҙ
тоғро “егет” ҡайғыртыусан

Физкультминутка.
-Уҡыусылар, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, аттарҙың исемдәре төрлөсә була икән. Ә Турыҡайға нисә йәш? Шағирә Факиһа Туғыҙбаева апай был турала “Аттар – ҡунаҡтар” тигән шиғыр яҙған.
(шиғыр уҡыу, слайдтар ҡарау)
Аттар – ҡунаҡтар
Ҡонан менән Ҡонажын
Йыйғандар, ти, ҙур табын.
Хәбәр биреп һәр яҡҡа,
Саҡырғандар ҡунаҡҡа
Улар төрлө аттарҙы –
Танышты һәм яттарҙы.
Аттар һаулыҡ һорашҡан,
Унан, ти, ултырышҡан.
Белмәйҙәр, ти, исемен
Оло йәки кесенең.
Шау-шыуҙы ташлағандар,
Таныша башлағандар.
Арала, ти, иң йәше-
Ҡолон, ҡолҡай, ҡолоҡай,
Эй ҡолоҡас, ҡолонсаҡ –
Уйнап тора һылыуҡай.
Икенсе йәш Ҡырҡмышҡа,
Ябағаға – тап ике,
Икенсе йәш – шуҡ Тайға,
Бигерәк ул белекле.
Ҡонан менән Ҡонажын
Киткән өсөнсө йәшкә.
Ҡонан атай булмаҡсы,
Ҡонажын булыр әсә.
Олпат Дүнәжен апай,
Дүнән ағай ултыра.
Улар инде бик өлкән-
Дүрт йәштәрен тултыра.
Биш йәш – Айғыр ағайға,
Ул бигерәк ғәйрәтле.
Байтал, йәғни, Бейә лә
Тай-тулаҡты табында
Әҙәпкә тиҙ өйрәтте.
Танышҡас, ти, ҡунаҡтар
Кесе йә оло менән,
Һыйланған, ти, бергәләп,
Туйғансы һоло менән.



Төркөмдәрҙә ижади эш.
1.Һүрәт буйынса шиғыр яҙырға:
--------------------------------------------
----------------------------------уҙҙырып.
----------------------------------------------
-------------------------------------туҙып.
2. Һүрәт буйынса хикәйә яҙырға
3. Мәҡәлдәрҙәге төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйырға:
1) Тыумаған … ,алтын … - атланып, билен һындырма.
2) Аттан … ла тыуа, … ла тыуа.
3) … ысҡынһа тотоп була, … ысҡынһа, тотоп булмай.
4) … урлатҡас, … бикләткән.
5) … тартмаһа, … бармаҫ.
(яҙма эштәрҙе тыңлау)
Рефлексия.
Уҡыусылар, һеҙгә дәрес оҡшанымы?
Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңы мәғлүмәттәр алдығыҙ?
Был хикәйәлә кешеләргә хас ниндәй сифаттар ҡулланылған?
Был атты ысынлап та Турыҡай тип атарға буламы? Ул көтөүенә тоғромо, үҙенә ышанған көтөүҙең ышанысын аҡлай алдымы?
Ә хәҙер бергәләп Турыҡайға синквейн төҙөйбөҙ:
Турыҡай
Матур, көслө
Яҡлай, ҡайғырта, һуғыша
Турыҡай көтөүен бүреләрҙән һаҡлай.
Батыр

Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн Сәғит Агиштың “Турыҡай” тигән хикәйәһе менән таныштыҡ. Йәгеҙ инде, дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап табылдымы? Автор был әҫәрендә беҙгә нимә әйтергә теләй, уның идеяһы нимәлә? (минеңсә, автор үҙеңә күрһәтелгән ышанысты аҡларға кәрәк, көсһөҙҙәрҙе яҡларға кәрәк,тип әйтә)
Сәғит Агиш – хикәйәләр оҫтаһы. Уның тағын балалар өсөн яҙылған күп кенә хикәйәләре бар.
Үҙбаһа.
Өй эше.
1.Сәғит Агиш тураһында ҡыҫҡаса белешмә төҙөп яҙырға.
2.Сәғит Агиштың балалар өсөн яҙылған хикәйәләрен уҡырға.
3.”Турыҡай” хикәйәһе буйынса һүрәт төшөрөргә.
ziasheva.v
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 09 ноя 2018, 16:42

Re: Методическая копилка

Сообщение Габитова З.Г. » 09 ноя 2018, 03:57

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары!"Йәшлек"газетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы менән Гөлнур Юлдашеваның әңгәмәмәһе донъя күргән. Һеҙҙең иғтибарығыҙға коллегабыҙ менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
Тәү сиратта – мин уҡытыусы”

“Тәү сиратта – мин уҡытыусы”
йәки Ейәнсураға күңелен бүләк итеүсе шағирә

Шағирә, журналист, Рәсәй Федерацияһының “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсы еңеүсеһе, мәғариф алдынғыһы Земфира АҠБУТИНА Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫһә лә, өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен Ейәнсура ере менән бәйләгән. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә өр-яңы шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен баҫтырып тора.
Бөгөн Земфира Хәкимйән ҡыҙы менән әҙәбиәт һәм тормош тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Земфира апай, ижадҡа кешене талант килтерә, тиҙәр. Ер йөҙөндә таланттар күберәкме әллә талантһыҙҙармы?
– Аллаһы Тәғәлә бөтә кешене лә бер тигеҙ итеп яралтҡан. Айырма шунда ғына: таланттар төрлө. Кемдер йырлай, кемдер машина уйлап таба, кемдер телеңде йоторлоҡ ризыҡтар бешерә. Ҡайһы берәүҙәр күҙҙең яуын алыр­ҙай итеп бәйләм бәйләй, бәғзеләр мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡулланып, әңгәмә ҡора. Быларҙың барыһы ла таланттан килә. Шуға күрә мин, таланттар бик күп, тип әйтер инем. Ә талантты үҫтереү өсөн тырышлыҡ та һалырға кәрәк. Әгәр ҙә кешелә әҙәбиәткә, һүҙ сәнғәтенә тартылыу һәм талант бар икән, тимәк, ул яҙырға, халыҡ өсөн ижад итергә бурыслы.
– Ижадсы булараҡ, үҙегеҙҙең остаздарығыҙ тип кемдәрҙе атар инегеҙ? Әҙәби мөхиткә нисек килеп эләктегеҙ?
– Иң тәүҙә Самат ағай Ғәбиҙуллинды әйтер инем. Бала саҡта гел нәҫерҙәр ижад итә инем. Уларҙы һәм яҙған мәҡәләләремде район гәзитенә ебәрһәм, унда эшләүсе Самат ағай менән Инсур ағай Йәһүҙин кәңәштәр биреп, төҙәтер ерҙәрен төҙәтеп баҫтыр­ҙы. Миңә һәр саҡ Айһылыу Ғарифуллинаны миҫалға ҡуйып, әүҙем яҙышырға өндәнеләр. Хәтерләйем, иң тәүге мәҡәләм ағайым Ғилфан Яубаҫаровтың әсәһе Йәнбикә инәй тураһында ине. Ул быҙау ҡарай торғайны. Гәзиттә сыҡҡас, кешеләр: “Лайыҡлы кешене яҙғанһың, афарин!”– тип маҡтағас, ҡанатланып киттем.
Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға ингәс, ундағы “Тамсылар” түңәрәгенә йөрөй башланым. Шунда ҡанат нығыттым, тип әйтә алам. Тәүге шиғыр­ҙарымды ла шунда ижад иттем. Тағы ла бер кәңәшсемде әйтеп үтер инем. “Йәшлек” гәзите ойошторған конкурста тәүге хикәйәләремдең береһе менән ҡатнашырға булдым. Ул баҫылып сығыу менән Әмир ағай Әминевтан ҡалын хат килеп төштө. Уны ҡайта-ҡайта уҡыным, әллә ниндәй әҙәбиәт теорияларынан да ҡиммәтлерәк булды ул минең өсөн. Иғтибары, кәңәштәре өсөн Әмир ағайға оло рәхмәтлемен!
– Институтты тамамлап, республиканың 1-се балалар йортонда өлкән пионервожатый булып эшләп йөрөүсе ҡыҙ нисек итеп Ейәнсура яҡтарына килеп юлыҡты?
– Ундағы ауыр мөхит оҡшап етмәне. Бер йыл эшләгәс, “Йәшлек” гәзитендә корректор булып та эшләп алдым. Ирем Дәүләтбай менән беҙҙе Өфө таныштырҙы, ул ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡый ине. Өйләнешкәс, ике йыл Өфөлә йәшәнек. Кинйә бала булараҡ, ул атай йортонда йәшәргә, яңғыҙ әсәһенә терәк булырға тейеш ине. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, кейәүгә сыҡҡас, мин дә Ейәнсураға ҡайттым.
– Дәүләтбай ағай әҙәбиәткә ынтылышығыҙҙы аңлаймы? Үҙе шиғырҙар уҡыймы?
– Әлбиттә. Тәүге баламды тапҡас, декрет ялында әсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайтҡайным, хат яҙышабыҙ. Бер хатында: “Рәми Ғариповтың “Алырымҡош менән Бирмәмҡош” тигән китабын алғайным, һин ҡайтҡансы уҡып бөтәйем тип тырышам. Юҡһа миңә эләкмәҫ. Шул тиклем шиғырҙары матур!” – тип яҙған. Эй шундағы ҡыуаныуым! Ул да минең кеүек әҙәбиәт уҡып үҫкән, хәҙер ҙә гәзит-журналдарҙа сыҡҡан яңы әҫәрҙәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый, фекере менән уртаҡлаша.
– Һеҙ үҙегеҙҙе кем тип тояһығыҙ: уҡытыусымы әллә әҙәбиәтсеме?
– Мин – тәү сиратта уҡытыусы. Был һөнәрҙе яратып һайланым, көн һайын дәртләнеп эшкә барам, уҡыусыларым көтөп тора. 2012 йылдан алып райондың башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе менән етәкселек итәм. Был минең өсөн оло йөкләмә, әммә уны намыҫ менән атҡарам. Беҙҙең район уҡытыусыларының кимәле юғары, гел маҡтау һүҙҙәре генә ишетәбеҙ. Өс уҡытыусы төрлө йылда “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында эксперименталь майҙансыҡ эшләй, унда һәр саҡ әүҙем ҡатнашабыҙ. Ә ҡәләмде илһамлы мәлдәрҙә, күңел талабы буйынса ҡулыма алам.
– Һуңғы арала уҡытыусы һөнәренең баһаһы төшә бара кеүек. Һеҙ быны үҙ эшегеҙҙә һиҙәһегеҙме?
– Уҡытыусы үҙен нисек тота инде. Ул исемгә лайыҡ булырға ла кәрәк бит, ә ул ни етте кешенең ҡулынан килмәй. Юғары белем алып та, мәктәптә эшләй алмағандар бар бит. Беҙҙең ауылда уҡытыусының баһаһы бер ҡасан да төшмәйәсәк. Сөнки интернет, радио, телевидение мәғлүмәт кенә бирә. Ә мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр менән бер рәттән, белем һәм тәрбиә бирә. Быны уҡыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә аңлай.
– Шағирә киленде Ибрай ауылы нисек ҡаршы алды?
– Хәзирә тигән нәзәкәтле, ихлас инәй бар ине, ул миңә һәр ваҡыт “Аҡ килен” тип өндәште. Минең өсөн ошо – иң оло баһа. Мәктәптә тәүге йылда уҡ “Ҡаурый ҡәләм” тигән түңәрәк асып ебәрҙем дә, балалар менән ижади мөхит булдырып, эш башланым. Шуның өсөн дә ижадтан һүрелмәгәнмендер ул. Ауыл тарихы, ер-һыу атамаларын йыйҙыҡ, ауылға концерт йәки спектакль килһә, артистар менән осрашыуҙар ойоштора инем. Балалары аша ата-әсәләр менән бәйләнеш барлыҡҡа килде. Класс сәғәттәрен дә күңелле итергә тырыштым. Бар йөрәгемде ошо эшкә һалғанғалыр, уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла һәр ваҡыт ихтирам күрһәтә.
– Тимәк, һеҙ Ейәнсура килене булып түгел, ҡыҙы булып ижад итәһегеҙ?
– Был осраҡҡа минең “Батып барам” исемле шиғырым бар:
Атай йорттарынан оҙатҡанда
Иҫтәремдә әле, иҫемдә:
“Төшкән ерҙәреңдә таш булып
бат”, –
Теләк яуа минең исемгә.
Зәңгәр күҙле һүрәм һыуҙарына
Һайлап алып таштар ташланым,
Килен – ташмы инде?
Таш-киленде
Мин ырғыттым. Һүрәм ашаны.
Бөрйәндә бары тик яҡын кешеләрем йәшәй, күңелемдә тыуған яҡтың татлы хәтирәләре һаҡлана. Ә бында 25 йылдан ашыу ғүмерем үткән. Атай-әсәй янына ҡунаҡҡа барам да, Ибрайҙы һағынып ҡайтыр юлға сығам.
– Ибрайҙың ике әҙибәһе – ил инәһе исеменә лайыҡ булыусы Мәрйәм апай Бураҡаева менән Земфира Аҡбутина аралашып йәшәйме? Уның менән яҡындан танышыу нисек булды?
– Уның тураһында элек-электән ишетеп, китаптарын уҡып белә инем. 1997 йылда бер уҡыусым менән ижади конкурста ҡатнашыр­ға барҙыҡ Өфөгә. Юл төшкәндә тип, Матбуғат йортона индем. Бер кабинетта байтаҡ журналист йыйылған, араларында Мәрйәм апай ҙа бар. Тап шул мәлдә Рамаҙан Өмөтбаевтың ҡатыны менән бер көндө вафат булыуы билдәле булды. Артабан һөйләшә-һөйләшә тышҡа сыҡтыҡ та урам буйлап барабыҙ. “Бына ниндәй мөхәббәт! Аҡҡоштар кеүек бит был! Бәхетле ғүмер шулай тамамланалыр ул!” – тип хисләнеп китеп барам. Йәш саҡ, күңелдә романтика, мөхәббәт хистәре мөлдөрәмә саҡ. Мәрйәм апай: “Бәхеттер ҙә бит, ә балалары өсөн ике яҡын кешене бер көндә юғалтыу оло трагедия бит...” – тип әйткәс кенә уйға ҡалдым. Яҡындан танышыу шулай булды.
Артабан ул аҡыллы кәңәштәре, фекерҙәре менән күп тапҡыр ярҙам итте. Эштә лә, ижадта ла, тормош көткәндә лә, ғаилә мәшәҡәттәрендә лә. Тығыҙ аралашабыҙ, ул миңә яҡын дуҫым кеүек. Ауылда булһа, сәй эсергә лә инеп сығам. “Арғымаҡ” китабы һәр саҡ өҫтәлдә ята, бик күп һорауыма шунан яуаптар табам.
– Һеҙ әҙәбиәткә шағирә һәм журналист булараҡ килдегеҙ...
– Һуңғы йылдарҙа проза әҫәрҙәре лә ижад итәм. Әммә уларҙы яҙыр өсөн ваҡыт кәрәк. “Иҙел ҡыҙы” тигән повесым “Йән­шишмә” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ошо көндәрҙә оло шатлыҡ кисерәм: “Китап” нәшриәтендә “Иҙел ҡыҙы” исемле балалар өсөн китабым баҫылып сыҡты! Китапҡа шулай уҡ балалар өсөн яҙылған хикмәтле хикәйәләр ҙә индерелде. Байтаҡ проза әҫәрем ваҡытлы матбуғатта донъя күрҙе.
Хәтеремдә, Мөкәрәмә Сади­ҡованың “Сәмреғош ҡанат ҡаға” тигән китабын уҡығас, әсәйемдең үҙ тормошонан һөйләгән ваҡиғалар күҙ алдына килде. шул саҡта: ”Мин дә бит әсәйем тураһында китап яҙа алам!”– тигән уй тыуҙы. Әммә уны һаман да тормошҡа ашырмағанмын. Күңелдә йөрөй ул, образын да таптым. Ултырып яҙыр­ға мәл етмәгән, күрәһең.
– Ә күңелегеҙҙә тағы ла мәлен көткән шундай әҫәрҙәр бармы? Ғөмүмән, хикәйә яҙыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
– Әйтеүе ауыр. Төрлө емеш төрлөсә өлгөргән кеүек, әҫәрҙәр ҙә төрлө ваҡытта яҙыла. Мәҫәлән, “Ағиҙел” журналында донъя күргән “Бүре алған Миңленур” хикәйәһендә бала саҡта уҡ ишеткән ваҡиға һүрәтләнә. “Мәрхәб яланы”нда килен булып төшкәс, Ибрайҙа ишеткән тарих яҙыл­ған. 30 йылға яҡын күңелдә йөрөнө. Ә яҙырға теләгән әҫәрҙәр тураһында һөйләү кәрәкмәҫ, ҡағыҙға төшкәс, уҡыусыларға барып етер, тигән өмөттә ҡалам.
– Һеҙ шулай уҡ Ейәнсурала йәшәп ижад итеүселәрҙең “Үҫәргән” әҙәби берекмәһе етәксеһе. Уның эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– 1992 йылдан, Ейәнсураға күсеп ҡайтҡандан бирле, ошо берекмәгә йөрөйөм, нигеҙ һалған аҡһаҡалдар менән бергә эшләргә насип булды. Етәкселек эшен Маһинур апай Мозафарованан ҡабул итеп алдым. Берекмә һәр ваҡыт китапхана һәм “Ейәнсура таңдары” гәзите менән әүҙем эшләне. Әҙәби кисәләр, осрашыу­ҙар ойошторола, ағзаларҙың ижад емештәрен тикшерәбеҙ. “Күңел утрауы” тип атайбыҙ уны. Хәлебеҙ менән яҡташ шағирыбыҙ Хәсән Назар, яҙыусылар Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Ғөбәй­ҙуллина, Мәрйәм Бураҡаевалар һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып тора.
Йәш, әүҙем ижадсыларҙан Зәйтүнә Түләбаева-Ҡарабашева, Миңлегөл Түләбаева, Нурия Ҡунысбаева, Зифа Ишмыр­ҙиналарҙы атап үтер инем. Ололарҙан Тимерғәле Исламов менән Шаһивилдан Иҙрисов камил шиғырҙар яҙа. Китапханасы Фәүзиә Йосопованың шиғырҙары матур, тик уларҙы уҡыусылар иғтибарына сығарырға ояла. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыһы Наил Юлдашбаев матур әҫәрҙәр ижад итә, мәҡәләләре лә даими баҫылып тора. Ул, әлбиттә, беҙҙең берекмәгә йөрөмәй, әммә Ейәнсура еренең талантлы улы булараҡ исемен әйтмәү яҙыҡ булыр.
– Күңелегеҙҙә йөрөгән хистәр шиғыр йәки хикәйә булып ҡағыҙға төшһә, бушаныу кисерәһегеҙме?
– Бала тыуҙырһаң, рәхәт булған кеүек, күңелдә йөрөгән, борсоған әйбер әҫәр булып тыуһа, еңел булып ҡала. Ул турала шиғырым да бар:
Әйтергә һүҙең булғанда,
Шиғыр еңел ойоша.
Яҙып ҡына өлгөр, әйҙә,
Һүҙҙәр, гүйә, ҡойола.
Шул һүҙҙәр балаң һымаҡ,
Тыуа улар ғазаплы.
Йәнде ярып сыҡҡанғалыр,
Ғәзиз, булмай аҙаплы.
Аптырама, тыуғандан һуң
Шиғыр түгел минеке.
Төндә күргән төш шикелле,
Инде улар илдеке.
Инде улар илдеке...
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Земфира Хәкимйән ҡыҙы. Ижади уңыштар насип булһын һеҙгә!
Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.
Габитова З.Г.
 
Сообщения: 822
Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:17

Re: Методическая копилка

Сообщение Зөһрә Заһит ҡыҙы » 08 ноя 2018, 16:21

Йомаҡтар конкурсы
Маҡсаты- уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-зирәклек,тапҡырлыҡ сифаттарын тәрбиәләү;
-уларҙа башҡорт халыҡ ижадына ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

1.Аяғы юҡ – ил гиҙә,
Күҙҙәре юҡ – йәш түгә(болот)

2.Аллы – гөллө көйәнтәмде
Йылға аша ташланым(йәйғор)

3.Өй башында ярты икмәк.(ай)

4.Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Бер таҡтаға йыйылдыҡ,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ.(йондоҙҙар)

5.Башы – тауҙа,
Аяғы – диңгеҙҙә(йылға)

6.Сәскәһе – ағасында,
Алмаһы – тамырында.(картуф)

7.Дөбөр – дөбөр итер,
Дөбөрдәтеп китер,
Ялт – йолт итер,
Ялтырап китер.(күк күкрәү, йәшен йәшнәү)

8.Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,
Аҡса биреп алалар.
Уны күргән балалар,
Тилмерешеп ҡалалар(ҡарбуз)

9.Башы бар – сәсе юҡ,
Күҙе бар – ҡашы юҡ.
Ҡанаты бар – оса алмай,
Болоттарҙы ҡоса алмай(балыҡ)

10.Быҙлай ҙа быҙлай,
Үпкән ере һыҙлай(серәкәй)

11.Башы – тараҡ
Ҡойроғо – ураҡ.(әтәс)

12.Ҡуян ҡолаҡлы
Ат тояҡлы(ишәк)

13.Ике малай бергә тора,
Берен – бере күрә алмай(күҙҙәр)

14.Арымай – талмай
Арттан ҡалмай(күләгә)

15.Үҙе генә ашалмай,
Унан башҡа аш бармай(тоҙ)

16.Мейес артында бисура,
Билен быуып ултыра(һепертке)

17.Башы булмаһа ла – эшләпәле,
Аяғы булһа ла – итекһеҙ(өҫтәл)

18.Бәләкәй генә бер көсөк
Өрмәй ҙә, индермәй ҙә(йоҙаҡ)

19.Ура, һуға, елгәрә
Үҙе тейәп ебәрә(комбайн)

20.Ҡат – ҡат ҡатлама, аҡылың булһа ташлама(китап)

21.Ҡалаһы бар- халҡы юҡ,
Диңгеҙе бар – һыуы юҡ(карта)

22.Бер алмағаста алты ботаҡ,
Ботаҡ һайын һигеҙ сәтләүек
Бөтәһе нисә сәтләүек(алмағаста сәтләүек үҫмәй)

23.Ике ата, ике улға өс йомортҡа бешергәндәр.Уларҙың һәр береһе берәр йомортҡа ашаған.Нисек улай.(улар өсәү атаһы, улы, ейәне)

24.Һыйыр ниңә ята(ултыра белмәгәнгә)

25.Эт ниңә өрә(һөйләшә белмәгәнгә)

26.Ҡанаты бар – йөнө юҡ,
Күккә менһә тиңе юҡ(Самолет)

27.Аҡ яланда ҡара малай
Ҡыҙыу йөрөп эҙ яһай,
Эҙ яһамай, һүҙ яһай(ҡағыҙға яҙыу)

28.Эй ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе.
Тояҡтары резинка,
Тимерҙән дилбегәһе.(Машина)

29.Шәкәр тиһәң шәкәр түгел,
Һөт тә түгел – үҙе аҡ.
Мамыҡ тиһәң – мамыҡ түгел,
Йә был нимә, уйлап тап.(ҡар)
Зөһрә Заһит ҡыҙы
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 16:11

Re: Методическая копилка

Сообщение Зөһрә Заһит ҡыҙы » 08 ноя 2018, 16:20

Баш3ортостан Республика8ы
Т9тешле районы муниципаль районы
хакими9тене4 м91ариф б7леге
(н19м Атнабаев исеменд9ге
К7р2ем урта д5й5м белем бире7 м9кт9бе




Ярай 9ле бе22е4 я3та тыу1ан.
(М91риф9тсе ша1ир2арыбы2 !9ли Со3орой2о4 тыуыуына 185 йыл, !арифулла Кейековты4 тыуыуына150 йыл тулыу1а арнал1ан 929би музыкаль кис9)








Зал байрамса би29лг9н. С9хн9л9 !9ли Со3орой2о4 89м !арифулла Кейековты4 фото87р9тт9ре 89м й9ш9г9н йылдары я2ыл1ан плакат.
С9хн9г9 ике алып барыусы сы1а (Дилм5х9м9това Алис9 89м Н9сретдинова Инесса)
1-се у3ыусы: Х9йерле к5н 392ерле 3уна3тар, у3ыусылар, у3ытыусылар, х9йерле к5н 929би9т 89м ши1ри9т 85й57се ду6тарыбы2. Бе22е4 районыбы22а 22 – 23 апрелд9 баш3орт 929би9те к5нд9ре 7т9. Ошо байрам м91риф9тсе – ша1ир2арыбы2 !9ли Со3орой2о4 тыуыуына 185 йыл, уны4 улы !арифулла Кейековты4 тыуыуына 150 йыл тулыу1а арналды. Был байрамда %ф5 3ала8ынан баш3орт 929би9тен9 2ур 5л5ш индерг9н 1алимдар, ша1ир2ар, я2ыусылар:


(3уна3тар мен9н таныштырыу)
2-се у3ыусы: Б5г5н бе229 байрам. М91риф9тсел9ребе2 !9ли Со3орой 89м !9рифулла Кейековты4 ижадтары мен9н я3шы таныш, уны ихтирам итк9н кешел9р бе229 3уна3та.
*72 м9кт9п директоры Исламов Рудил Ринат улына бирел9.
1-се у3ыусы:
Ши1ыр я21ан, хажн9м9л9р я21ан.
Тыу1ан я1ын, ерен ма3та1ан,
Ярай 9ле бе22е4 я3та тыу1ан
Сит ер29р29 ярай 3алма1ан.

(Тал1ын 1ына к5й я41ырай)
2-се у3ыусы: 1826 йыл. И6ке Со3ор ауылы.
!9бдессалих мен9н Х5ббиг5лб989р 1аил98енд9 ата – 9с98ен 89м ту1андарын 85й5нд5р5п донъя1а малай тыуа.У1а ит919тле, а3ыллы, зир9к бала бул8ын тип М5х9м9т19ли исеме 3ушалар. Улар2ы4 тел9кт9ре тормош3а аша. !9ли й9ш са1ынан у3 а1ай – энел9ре, ти6тер29ре ара8ында у3ыу – я2ыу1а 89л9тле, ынтылышлы булыуы мен9н айырылып тора. У1а б9л9к9й29н ата – 9с98е китап3а,1илем19, 929би9тк9 85й57 т9рби9л9й. Беренсе у3ытыусылары ла уны4 ата – 9с98е була. Буласа3 м91риф9тсе – ша1ир т97ге белемен тыу1ан ауылында, Й5г9м9ш, Борай, #а2ансы ауылдарында1ы м92р9с9л9р29 ала. Ул 929би9тк9 1ашик бала булып 769.
Ши1ыр 85йл97.#арамов Айрат
1-се у3ыусы: Со3орой к7рше 5й9229р29ге бер нис9 2ур м92р9с9не, шул и69пт9н Тай8уй1ан м92р9с98ен тамамлай. *а3мар, Яйы3 буй2арында,3а2а3 далаларында с9ф9р 3ылып, балалар у3ыта.1849 йылда ул Баш3ортостанда дан тот3ан Ст9рлебаш м92р9с98енд9 у3ый. К7пмелер 8аба3 ты4ла1ас, м92р9с9 хужаларыны4 т93диме мен9н шунда у3 у3ытыу эше мен9н ш515лл9н9 башлай
2-се у3ыусы: Ата3лы ша1ир Ш9мсетдин З9ки мен9н берг9 эшл97 б9хетен9 иреш9. !9ли Со3орой 72ене4 39л9мд9шене4 ижади ма8ирлы1ына сик8е2 8о3лана 89м унан ши1ри9т сер29рен 5йр9н9. Ни89й9т,1852 йылда ша1ир тыу1ан ауылына 3айта.
Ши1ыр 85йл97. Йосопова Л9йс9н «Тыу1ан я3» !9ли Со3орой
1-се у3ыусы: «Манзумати !9лий9» тиг9н 3улъя2ма китабына я21ан баш 872енд9 92ип 72ене4 ауылда1ы тормошон шулай 87р9тл9й «Бе2 урман баш3орто булабы2. (369р 9л – ш515л5б52 – урман 9рсеп, бес9нлек в9 игенлек я8ама3тыр».
2-се у3ыусы: #атыны М9рфу1а мен9н берг9л9п я2ыусы 5с 3ы2 89м биш ул т9рби9л9п 76тер9. Кинй9 улы !арифулла ата8ы юлынан кит9.Ул Баш3ортостанда1ы м91риф9тселек х9р9к9тенд9 актив 3атнаша, 929би ижад мен9н ны3лап ш515лл9н9, баш3орт хал3ыны4 7тк9не тура8ында 2ур к7л9мле тарихи – этнографик хе2м9тт9р я2а, ши1ри йыйынты3тар ба6тырып сы1ара. !ом7м9н, ул баш3орт 92ипт9рен9н беренсе булып ту1ан телене4 хо3у3тарын я3лап сы1а. Уны4 я2ма мира6ы милли культура тарихын 5йр9не729 3имм9тле сы1ана3 булып тора.
1-се у3ыусы: #азан м92р9с98енд9 у3ы1анда
!арифулла Кейековты4 ата8ыны4 с9л9м9тлеге насарайыу с9б9пле, ул тыу1ан ауылына 3айтыр1а м9жб7р була. О2а3ламай ул К7р2ем ауылына к7сеп кил9 89м м519ллимлек ит9 башлай. 1891 йылда ауыл хал3ы яр2амы мен9н ике 3атлы м92р9с9 8алдырып у3ытыу ойоштороп еб9р9. Х92р9т 72 йортонда дауахана, етем 9бей – бабай2ар 5с5н интернат та булдыра.
*аба3 алыу2ан к7ренеш.
Зал урта8ына,3улына китап тот3ан, тая33а таян1ан !9рифулла х92р9т сы1а. Тая33а таянып 9бей ин9.
(бей: (сс9л9м919л9йк7м, х92р9т.
!9рифулла х92р9т: В919л9йк7мм9сс9л9м, (мин9 ин9й! Нинд9й йомош 8ине ми49 килтер2е?
(бей: Ая3- 3улдарым 8ы2лай. *ис бер ауыртма1ан к5н5 ю3. Ошо сырхау1а шифа табар2ай тылсымлы эсемлеге4 булма6мы, х92р9т?
!9рифулла х92р9т: Борсолма, бар у1а мине4 дауам. Дарыуы ошо булыр. Аштан 8у4 т5н9теп эсер8е4. Был дарыу ете к72ле шишм9 8ыуынан 89м т5рл5 шифалы 7л9нд9р29н я8ал1ан. Шифа8ы тей8ен ин9й!
(бей: Р9хм9т яу8ын, х5рм9тле х92р9т. 3ул-ая1ы4 8ы2лау8ы2 бул8ын. Кешег9 к7р89тк9н изгелект9ре4 72е49 ме4 булып 3айт8ын.
(бей сы1ып кит9. Малай2ар (ш9кертт9р ) ин9.
Ш9кертт9р: (сс9л9м919л9йк7м, х92р9т. Бе2 8аба33а килдек.
!9рифулла х92р9т:В919л9йк7мм9сс9л9м. (й29ге2 инеп ултырышы1ы2.*аба3ты башлайы3. У21ан 8аба3та бе2 8е22е4 мен9н ши1ыр ятла1айны3, и6к9 т5ш5р5п 7т9йек.
%с й9шенд9 й7гер9, 5й29рг9 8ыйма6,
Биш й9шенд9 с9хр9н9н, ба3салар2ан туйма6.
Алты й9шенд9 май2андар в9 урмандар2ы 3уйма6,
Ете й9шенд9 у3ый башлар (лифбаны 35рь9н г7й9.
!9рифулла х92р9т: Б9й, б9й бе2г9 я4ы ш9керт т9 килг9н. (й27к С91и2улла, р9хим ит белем донъя8ына. Бе2 5йр9нг9н х9рефт9р мен9н таныштырып 7т9йек С91и2улланы. С91и2улла, 8ине х9реф 5йр9те7се булдымы?Был нинд9й х9реф?
С91и2улла: Был бит х9реф т7гел , 8е22е4 3улы1ы22а1ы ке7ек тая3.
!9рифулла х92р9т:Был тая3 т7гел, 9 у1а о3ша1ан х9реф. «(лиф» тип атала. ( быны8ы ним9г9 о3ша1ан?
С91и2улла: Был бит сел97сен.
!9рифулла х92р9т: Ш9кертт9р, кем был х9рефте С91и2улла1а у3ып к7р89т9?
Ш9керт: Был х9реф «Б9»
!9рифулла х92р9т: ( быны8ы С91и2улла, «Т9».
С91и2улла: Ике к72е бар , танауы 1ына ю3.
!9рифулла х92р9т: С91и2улла 8и49 кил98е 8аба33а ошо х9рефт9р2е ятлап киле7 мотла3.
Тейеш ма3судмы 8и49,
У3ыу ма3судмы 8и49.
У3ыу м91л7м 979л,
*9р к5н кил 8ин 8аба33а.
С919те4де я22ырма.
Ал1а кит98е4 кил89,
У3ыу м91л7м 979л.
Белг9не4де онотма,
Китабы4ды 8ис йыртма.
Б9хетле була8ы4 кил89,
У3ыу м91л7м 979л.
К7пме х9леге229н кил9, шул тиклем 1илем алыр1а тырышы1ы2, улдарым. Т5рл5 85н9р эй98е булы1ы2, ва3ыты1ы22ы буш3а 9р9м 7тк9рм9ге2. *ис бер ва3ытта ял3ау булма1ы2, 3оро 872 кеше8е т7гел, эш кеше8е булы1ы2. Ата-9с9ге22е х5рм9т итеге2, я3ындары1ы22ы онотма1ы2, улар 5с5н изгелект9р эшл9ге2.Белемг9 ,я4ылы33а, я3шылы33а ынтылы1ы2!
2-се у3ыусы: Х92ер 29 ауылыбы22ы4 урта8ында, м58аб9т 2ур бинала !арифулла х92р9тте4 эшен дауам итеп ю1ары белемле у3ытыусылар балалар1а а4 – белем бир9л9р, я3тылы3 нуры 5л9ш9л9р. Талантлы у3ыусыларыбы22ы4 89м у3ытыусыларыбы22ы4 яула1ан 3а2аныштары, 5лг9шк9н у4ыштары ихтирам1а лайы3.
1-се у3ыусы: Ауылыбы2, районыбы2 таланттар1а бик бай. Баш3ортостанды4 халы3 ша1иры д9р9ж98ен9 тиклем к7т9релг9н (н19м Атнабаев та !арифулла Кейековты4 эшен дауам ите7се, уны4 н96ел тарма1ы булып тора.
Ши1ыр у3ыу. Ал8ыу #арамова «!9ли Со3орой1а м9дхи9» (н19м Атнабаев
2-се у3ыусы: *9р йыл 8айын ауылыбы22а «К7р2ем шишм9л9ре» ши1ри9т фестивале 7т9. Бе22е4 у3ыусыларыбы2 унда бик 972ем 3атнаша. Х92ер ошо фестивалды4 лауреаттары, «Й9ш ша1ир» номинация8ында е4е7се у3ыусыларыбы21а 872 бир9бе2.
Зарипова Элина
Ш98иева Ал8ыу
1-се у3ыусы: К7р2ем ауылыны4 урта8ынан ете к72ле шишм9 а1ып сы1а. Уны !арифулла х92р9т х5рм9тен9 «Х92р9т шишм98е» тип атай2ар. Ул ошо шишм9 янында йыл 8айын май айында йыйын йыйып 3орбан салдыр1ан, в919з 85йл9г9н, иман нуры 5л9шк9н.Б5г5нг5 к5нд9 л9 ошо изге эш онотолма1ан, ауылыбы22ы4 а38а3алдары, а1ин9й29ре йыйылып 9руахтар1а до1а у3ып, улар2ы4 рухтарына ба1ышлап 3орбан салдыра, 2ур байрам я8ай.
2-се у3ыусы:
Оло 85й57 й5р5тк9н8е4 8ин 89р са3
Тыу1ан т5б9к, тыу1ан теле49.
Ха3 мосолмандар2ы 9й29г9н8е4
Изге эшк9 – динг9, белемг9.

Килг9н 3уна3тар1а 872 бире7
1-се у3ыусы: *722е район хакими9т башлы1ыны4 урынба6ары ауылдашыбы2 (хм9тов Дамир Хужи улына бир9бе2.
2-се у3ыусы: !9ли Со3орой 2а, !арифулла Кейеков та бар 17мер29рен а4 – белем алыу1а ба1ышлай, кил9с9к быуын1а бай мира6 3алдыра.
1-се у3ыусы: «Сабый2ары1ы22ы бишект9н 7к инсафлы33а 5йр9теге2», «Динебе22е к72 3ара8ы ке7ек 8а3ла1ыз, килер бер к5н, ул 8е22е 8а3лаяса3» тип я2ып 3алдыр1ан улар.
(йе, был к5нд9р килеп етте. Бе22е4 к5нд9ребе2 иманлы, к7гебе2 ая2, кил9с9гебе2 я3ты.
Бейе7 т749р9генд9 ш515лл9не7сел9р тарафынан 92ерл9нг9н бейе7 «Б9хетле баласа3»
Концерт номер2ары
Зөһрә Заһит ҡыҙы
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 16:11

Re: Методическая копилка

Сообщение ifira1972 » 08 ноя 2018, 13:11

Медодическая копилка
"Белем нуры таратыусылар"
Талғын ғына көй уйнай. Алып барыусылар сыға.

Ал.б. Йылдар теҙелеп үтә бер-бер артлы
Быуаттар артҡа ҡала –
Халыҡ үҙенең шағирын
Онотмай иҫкә ала.
Онотмабыҙ, юғалтмабыҙ
Йәшәйһең күңелдәрҙә
Белем нурын таратыусы тиеп
Һине гел хәтерләрҙәр!

Ал.б. Яҡты ҡояш көндә сығып,
Яҡтырта йөрөгән юлыңды,
Барлыҡ төрки халыҡтар
Тоя йөрәк йылыңды!
185 йыл тулды инде
Тыуыуыңа Бөйөк Соҡорой
Ғалим, шағир, бөйөк уҡытыусы
Остаҙыбыҙ һин бит Соҡорой!

Ал.б. Хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры______________ бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡыусылар! Бөгөн мәктәбебеҙҙә ҙур ваҡиға – күренекле шағирыбыҙ, танылған мәғрифәтсе, ғалим, яҡташыбыҙ Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 185,һәм бөйөк мәғрифәтсе Ғарифулла Кейековҡа 150 йыл тулыуға бағышланған кисәгә йыйылдыҡ.

Ал.б. Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар,уҡытыусылар, уҡыусылар. Хәйерле көн, шиғриәт, йыр-моң һөйөүсе дуҫтар!
Тәтешле ере – бәрәкәтле ер! Күренекле яҙыусылар, шағирҙар, артистар, копмозиторҙар үҫтергән төбәк ул беҙҙең тыуған яғыбыҙ. Әнғәм Атнабаев, Әҙип Маликов, Сажидә Сөләймәнова кеүек яҡташ яҙыусыларыбыҙ, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Зинира Атнабаева кеүек сәнғәт оҫталарыбыҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.

Йыр “Тыуған яҡ”.

Ал.б. Районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормошон мәктәптә үткәрелгән кластан тыш сараларҙа, туған әҙәбиәт,Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрендә ҡыҙыҡһынып өйрәнәбеҙ һәм балаларҙа улар менән ғорурланыу хисе тәрбиәләйбеҙ.

Ал.б. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡыусылар! Бөгөн мәктәбебеҙҙә ҙур ваҡиға – күренекле шағирыбыҙ, танылған мәғрифәтсе, ғалим, яҡташыбыҙ Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 185,һәм бөйөк мәғрифәтсе Ғарифулла Кейековҡа 150 йыл тулыуға бағышланған кисәгә йыйылдыҡ.




Ал.б. Күренекле башҡорт шағиры Ғ.Соҡорой 1826 йылда Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуған.

Ал.б. Йәгеҙ әле, ошо ғаилә менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Сәхнәгә ике малай сыға.
1-се малай. Биш тигәндә - ни яман?
2-се малай. Ҡурсаҡ һымаҡ өй эсендә бишек булмау – шул яман.

Кендек инәй сыға. Ҡулында бәпес итеп уралған ҡурсаҡ.

Кендек инәй. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам – бәпесебеҙ тыуҙы, Аллаға шөкөр, имен-аман.Атаһы ла ҡайтып етмәне.
Уңын бир!
Йүнен бир!
Йүнен бир!
Уңын бир!

Атаһы Ғәбдессалих һөйләнә-һөйләнә ҡайтып инә.
Атаһы. Баҫыуҙарҙы әйләнеп ҡайттым. Быйыл, Аллаға шөкөр, ҡар күп яуған, игендәр мул булыр.
(Бала тауышы килә).
Атаһы. Ҡара әле, улым тыуған, бына ҙур шатлыҡ, миңә тауыш бирәһеңме? Ҡайттым, улым, ҡайттым. ( Бишек янына килә).
Кендек әбей. Баланың исеме юҡ, шуға илай ул. Баланы исемһеҙ оҙаҡ тотарға ярамай.
Атаһы. Ысынлап та, шулай инәй. Ниндәй исем ҡушайыҡ икән? Әллә Мөхәмәтғәли тип исем ҡушһаҡ, нисек булыр икән?
Кендек әбей. Мәғәнәһе лә бик ҙур бит. Ул бөйөк, доғалы, маҡтаулы, намаҙлы булырға тейеш.
Бөтәһе бергә. Эйе, эйе, Мөхәмәтғәли булһын. Бик матур исем.
Кендек әбей. Бар улым, улайһа, мулланы саҡырып кил.

( Мулла инә)
Мулла Әссәләмәғәләйкүм,үҙегеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға бәрәкәт, оҙон ғүмерле булһын.
Кендек әбей. Иҫән-һаубыҙ. Һиңә лә таҙа-иҫәнлек теләйбеҙ, мулла ағай.
Мулла. Исем ҡуштырып алабыҙмы?
Кендек әбей. Эйе, мулла.Балабыҙ үҙенә исем һорай.
Мулла. Ниндәй исем ҡушарға булдығыҙ инде?
Атаһы. Мөхәмәтғәли тип уйланыҡ.
Мулла. Бик күркәм, бик матур исем. Мәғәнәһе лә бик ҙур.Аллаһы тәғәләгә тапшырып башлайым.

( Исем ҡушыу йолаһы башҡарыла)
Баланы ҡыйблаға ҡаратып һалалар. Мулла аҙан әйтә.Уң ҡолағына эйелеп өс тапҡыр исемен әйтә.
Атаһы. Бына, улым, исемле дә булдың. Бәхетле бул!
Кендек әбей. Ата-әсәле, алтын ҡанатлы , тәүфиҡлы бул.

Сығып китәләр.
Муз. номер. Башҡорт халыҡ бейеүе.

Ал.б. Ғәли Соҡорой ете йәшенән егерме бер йәшенә тиклем Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәренә ҡараған биш мәҙрәсәлә уҡыған. 1849 йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Унда уҡып сыҡҡас, шул уҡ мәҙрәсәлә уҡытырға ҡала. 1852 йылда ул тыуған ауылы Иҫке Соҡорға йәшәргә ҡайта.

“Бала сағымда” шиғырын һөйләү.

Ал.б. Ғәли Соҡоройҙой тыуған йортона ҡайтыуына атаһы донъя ҡуйған. Ауылда уға донъяһын өр-яңынан ҡорорға, тормош кәрәк-яраҡтарының һәммәһен үҙенә хәстәрләргә тура килә.

Ал.б. Ғәли Соҡорой шиғырҙарының идея-тематик даирәһе киң. Күп шиғырҙарында Башҡортостан төбәгендә булған хәл-ваҡиғалар башҡорт тормошон һүрәтләү өҫтөнлөк итә.

Шиғыр “Тыуған яҡ ҡәҙере”.
Муз. номер. Йыр.

Ал.б. Заманының күренекле шәхесе, башҡорт халҡының тарихын, тормошон барлаусы Ғәли Соҡорой ҡатыны Мәрфуға менән 3 ҡыҙ һәм 5 ул тәрбиәләп үҫтерә.

Ал.б. Кинйә улы Ғарифулла Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә ихлас ҡатнаша. Ул башҡорт халҡының үткән тормошо хаҡында тарихи-этнографик хеҙмәт яҙа. Башҡорт әҙиптәренән беренсе булып туған теленең хоҡуҡтарын яҡлап сыға.

Ал.б. Ғарифулла Кейеков “Дуҫтарым” исемле шиғырында үҙе кеүек уҡымышлы заттарға, дуҫтарына мөрәжәғәт итеп, берҙәм һәм татыу булып, халыҡтың киләсәген ҡайғыртып йәшәргә саҡыра.

Шиғыр “Дуҫтарым”.
Муз номер. Башҡорт бейеүе.


Ал.б. Ғәрифулла Кейековтың ижади мираҫы ярайһы уҡ бай һәм күп яҡлы. Беҙҙең көндәргә уның 2 баҫма китабы, ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргән бер нисә мәҡәләһе, хаттары һәм ҙур күләмдә ҡулъяҙма әҫәрҙәре килеп етте.
Ә хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Ә. Атнабаевтың “Ғәли Соҡоройға” бағышлап яҙылған мәдхиәһен тыңлап үтәйек.

Шиғыр “Ғәли Соҡоройға” мәдхиә
Муз. номер. Башҡорт бейеүе.

Ал.б. Ғ.Соҡоройҙой исемен мәңгеләштереү тураһында Президент Указы сыҡҡандан һуң күп эш башҡарылды. Күп сығымдар, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр талап иткән был изге сараны тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индергән ғалимдарға, шағирҙар, яҙыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ал.б. Бөгөн беҙҙең алдыбыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң әҙәби мираҫын өйрәнеүгә бик ҙур көс һалған……
Хәҙер һүҙҙе уларға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

( Уҡыусыларҙың һорауҙары….)
Муз. номер. Йыр ……..

Ал.б. Йылдар аша әлеге мәшһүр Ғәли Соҡоройҙоң тарих боролоштарында юғалып ҡала яҙған исемдәрен, ижадтарын бөгөн……………………………….. дауам иттерә. Улар ижадында тыуған ер, тыуып-үҫкән төбәк, ғаилә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тураһында уйланыуҙар ҙур урын тота, әхлаҡи эҙләнеүҙәрен тыуған илдең ҡеүәте, ҡөҙрәте, бөгөнгөһө, киләсәге менән ғорурланыуҙан тыуған рәхмәт, ихтирам хисе яҡынлаштыра.

Ал.б. Бөгөнгө сараның иҫтәлеге итеп сувенирҙар тапшырырға рәхим итегеҙ. (бүләктәр тапшырыу).
ifira1972
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 08 ноя 2018, 12:09

Re: Методическая копилка

Сообщение gylhis » 07 ноя 2018, 16:58

Туған телем - наҙлы гөлөм
Туған телгә арналған ата –әсәләр конференцияһы

Йыр яңғырай.
1-се уҡыусы.
Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгөнәм,
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бергенәм,
Башҡортостан- илгенәм.
Һулар һауам, йәнгә дауам.
Сыуаҡ, матур көнгөнәм,
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм,
Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм,
Ғүмер иткән, донья көткән
Йән ереккән ергенәм
Башҡортостан- илгенәм
2-се уҡыусы
Башҡортостан – гүзәл гөлләмә һин
Сәскә атһын барлыҡ көндәрең.
Халҡың азат, илдә муллыҡ булһын,
Нурлы булһын килер көндәрең.
3-се уҡыусы
Ерҙә тыныслыҡ булғанда,
Сәскә ата илебеҙ.
Ғорур яңғырай бөтә ерҙә.
Ғәзиз башҡорт телебеҙ
4- се уҡыусы
Минен телем- йәйҙен еле,
Яҙҙын наҙы, көҙ һағышы.
Ыжғыр ҡыштын аҡ нағышы,
Һәр бер өнө- эй ҡәҙерле!
Телемдә тау мәнгелеге,
Иҙелемден тәрәнлеге,
Сал далалар иркенлеге,
Башҡортомдон ғәййәрлеге.
5 - се уҡыусы
Донъяла ин-ин матур ил –
Ул минен Тыуған илем.
Донъяла ин-ин матур тел –
Ул минен туған телем.
(Балам!) – тиеп туған телдә
Өндәшә минә әсәм.
Мин туған телдә әйтәм.
Туған телемдә һөйләшеп,
Йәшәйем Тыуған илдә.
Тыуған ил , Атай, Әсәй тигән һүҙҙе лә
Әйтәм мин туған телдә.

6- сы уҡыусы
Атай, әсәй һеҙҙән башҡа тағын
Кем бар шундай бала бәғерле
Ҡояш ергә берәү булған кеүек,
Һеҙ ҙә беҙгә шулай ҡәҙерле.
Ер йөҙөнөн бөтөн матурлығын,
Килә һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙен дә,
Ин йылыһын һеҙгә әйтәһе.
7-се уҡыусы
Атай-әсәйебеҙ менән
Тормошобоҙ түнәрәк
Беҙ бәхетле , һеҙ булғанға
Һеҙ беҙгә бик тә кәрәк
Ғаиләбеҙ татыу булғас,
Бөтәбеҙҙә бәхетле
Йорт та йәмле, аш та тәмле
Йәшәүҙәре күнелле
8-се уҡыусы
Ғаиләләр татыу булһа
Илемдә күркәм булыр.
Тормош нурлы,тыныс булыр,
Доньялар имен торор.
9- сы уҡыусы
Рәхмәт әйтәм был тынлыҡҡа,
Рәхмәт әйтәм илемә.
Рәхмәт әйтәм матурлыҡҡа,
Ҙур рәхмәт ғаиләмә.
Атай , әсәй, һеҙгә рәхмәт,
Оҙон ғүмер теләйем.
Матур илден тыныслығын
Ҡәҙерҙәрен беләйем
Бергә:
Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Атай һәм әсәй кәрәк
Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Беҙ йәшәгән өй кәрәк?
Беҙ һөйләшкән тел кәрәк
Тыуған –үҫкән ил кәрәк
Мәңге тыныс ер кәрәк

1-се алып барыусы:
Хәйерле көн, уҡыусылар , хөрмәтле ата- әсәләр, уҡытыусылар һәм ҡунактар! Һеҙҙе Туған телем наҙлы гөлөм - ата- әсәләр конференцияһында күреүебеҙгә шатбыҙ!
2 - се алып барыусы:
Тыуған илеңде, туған телеңде яратыу- иң беренсе үҙ ғаиләңдән башлана. Бала тыуғас та уның менән ата –әсә туған телдә аралаша.Бөтә хис –тойғоларын үҙ телендә белдерә. Шуға күрә баланың телде белеү кимәленә һис шикһеҙ ата- әсә бик ҙур йоғонто яһай. Беҙҙең байрамда бөгөн күркәм ғаиләләр йыйылған. Улар балаларҙы тәрбиәләүҙә, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн, уның яҙмышы хаҡына туған телде генә түгел, ә халыҡ йолаларын да өйрәтеүҙә күп көс һалыусылар.
Пленар өлөш:
1-се алып барыусы:
Һүҙҙе , конференцияны асыу өсөн, мәғлүмәт уҡытыу – методика үҙәге методисына бирәбеҙ.
2-се алып барыусы:
Һүҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берекмә етәксеһенә бирәбеҙ.
1-се алып барыусы:
Һүҙ Мәләүез ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенә бирелә.
2-се алып барыусы:
Һүҙ ҡалабыҙҙың 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенә бирелә -
1-се алып барыусы:
Һүҙ –уҡыусыға бирелә.
2-се алып барыусы:
Һүҙ Мәрйәм Күсмәева Тимерхан ҡыҙына бирелә, шағирә, яҙыусы.

Концерт программаһы:
1-се алып барыусы:
Хөрмәтле ата-әсәләр, туған тел уҡытыусылары, ҡунаҡтар! Һеҙҙе уҡыусылар тәбрикләй!
2- се алып барыусы:
Сәхнәлә .Башҡортостан йыры . Ҡаршы алығыҙ!
1- се алып барыусы:
Моң шишмәһе һандуғастай
Йырсы ла һин,
Һығылма бал тал сыбыҡтай
Нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин.
Эй хикмәтле, эй ҡәҙерле башҡорт теле
Йыр «Яратам мин илемде.”
2- се алып барыусы:
Тыныс ергә ҡояш нурын һипһен,
Ер шарыбыҙ гөлгә күмелһен
Илебеҙ йәшәһен, ынйылай булып.
Шаулаһын бала саҡ – шатлыҡҡа тулып
Сәхнәлә “Шатлыҡ бейеүе”
1- се алып барыусы:
Һеҙҙең өсөн йыр.”Минең ғаиләм-минең ҡәлғәм”

1-се алып барыусы:
Ерҙең йөрәк тамырынан
Яралғанһың , ҡурайым,
Шуға ла һин Ер- әсәмдәй,
Моңлоһондор, моғайын.
Ә хәҙер гимназия ҡурайсылары сығыш яһай.Башҡорт халыҡ көйө” Абдрахман”
2-се алып барыусы
Сәхнә түрендә Любизар” бейеүе


1- се алып барыусы
Күсә килгән ата-бабанан!
Бала башын бутамайым тиеп,
Хәл итмәсе, ҡандаш, ҡабалан,

Түкмәй- сәсмәй еткерәйек балаға
Бөйөклөгөн туған телемдең!..
Ҡош йырылай моңон, яғымлығын,
Ғорурлығын ғәзиз еремдең!
Туған телен белмәй икән балаң,-
Бушҡа йәшәлә бит ғүмерең...
Киләсәсәккә мираҫ итеп үҙең
Һалмағандай рухи күперен!






1-се алып барыусы:
Ҡулдар сабып алҡышларға
Дуҫтар булығыҙ әҙер
Бына тигән бейеүсе
Бейергә сыға хәҙер
бейеү


1-се алып барыусы
Иҫән булһын,татыу булһын
Атайҙар һәм әсәйҙәр
Бәхетле булып үҫһендәр
Ерҙә бөтә балалар
2- се алып барыусы
Бөтәбеҙҙең именлеген
Хоҙай һаҡлаһын,
Был донъяла бер бала ла
Етем ҡалмаһын.
Ерҙә тыныслыҡ булһын
1- се алып барыусы
Бында тыуған беҙҙең тәү динебеҙ,
Рухыбыҙға терәк – Тәңребеҙ.
Бында тыуған беҙҙең тәү телебеҙ,
Телебеҙҙә - яҡты көнөбөҙ.

“Тыныслыҡ йыры”. Ҡаршы алығыҙ сәхнәлә “Сатҡылар ансамбле”.3-сө гимназия уҡыусылары.


Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата –әсәләр, туған тел уҡытыусылары! Бөгөнгө конференцияла ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә ғайлә бәхете, иҫәнлек – һаулыҡ теләйбеҙ.
Шандау килеп йылдар төпкөлөнән,
Семтеп-семтеп ала йөрәкте.
Йәшә данлап,маҡтап Тыуған илде
Бындай мондар ерҙә :һирәктеп.(М. Хусмаева)
Телем


Тел
Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар
Һөйөклө туған телдә.
Тыуған ерһеҙ, туған телһеҙ
Йәшәй алмай бер кем дә.
Тел
Һөйләшегеҙ туған телдә,
Туйғансы һөйләшегеҙ!
Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы
Кеше өләшегеҙ!
Тел
Илебеҙ йәшәһен,
Ынйылай булып.
Шаулаһын бала саҡ
Шатлыҡҡа тулып.
Тыныс ергә ҡояш нурын һипһен,
Ер шарыбыҙ гөлгә күмелһен.
Әүлиәләр иле
Башҡортостан - әүлиәләр иле.
Аҫыл заттар иле, нур иле,
Мәнгелектән килеп , мәнгелеккә
Олғашыусы монло йыр иле.
gylhis
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 07 ноя 2018, 16:10

Re: Методическая копилка

Сообщение gylhis » 07 ноя 2018, 16:49

Выступление : « Я и мой родной язык»

Однажды философ Ксанф приказал Эзопу (знаменитому баснописцу древней Греции и своему рабу) приготовить самое лучшее блюдо. Эзоп купил языки и приготовил из них три блюда. Ксанф спросил, почему Эзоп подает только языки. Мудрый философ ответил:
- Ты велел купить самое лучшее. А что может быть на свете самое лучшее, кроме языка! При помощи языка развивается культура, строятся города; при помощи языка люди могут объясняться друг с другом, решать различные вопросы, выполнять просьбы, приветствовать, мириться, вдохновлять на подвиги, выражать ласку, любовь…
Компетентность языка можно рассмотреть в разных аспектах:1)с точки зрения нормативности, правильности речи; 2)с позиции общей культуры человека; 3)с точки зрения становления и развития литературного языка; 4)с точки зрения социологической; 5) в экологическом аспекте- забота об очищении всего того , что засоряет огрубляет, опошляет ее, борьба за чистоту языка, борьба против сквернословия, неприличных выражений, защита от насилия иноязычных слов.
Я остановлюсь на втором пункте.
Языки являются самым эффективным средством сохранения и развития нашего материального и духовного наследия. Все, что делается для популяризации родных языков, способствует не только языковому разнообразию и обучению, но также пониманию лингвистических и культурных традиций во всем мире и укреплению твердое убеждение, что язык каждого народа создан самим народом, а не кем-нибудь другим.
Приняв это положение за аксиому, я однако же, встречаюсь с вопросом, невольно поражающим наш ум: неужели все то, что выразилось в языке народа, скрывается в народе? Находя в языке много глубокого философского ума, истинно поэтического чувства, изящного, поразительно верного вкуса, мы почти отказываемся - верить, чтобы все это создала эта грубая, серая масса народа, по-видимому, столь чуждая и философии, и искусству, и поэзии, не выказывающая ничего изящного в своих вкусах, ничего высокого и художественного в своих стремлениях. Но, в ответ на рождающееся во мне сомнение, из этой же самой серой, невежественной, грубой массы льется чудная народная песнь, из которой почерпают свое вдохновение и поэт, и художник, и музыкант. Гордясь своим образованием, мы смотрим часто свысока на простого полудикого человека, взятого из низших и обширнейших слоев народной массы; но если мы действительно образованны, то должны в то же время преклониться с благоговением перед самим народным историческим организмом, непостижимому творчеству которого мы можем только удивляться.
Как, по каким законам, руководясь какими стремлениями, чьими пользуясь уроками, подслушивая ли говор ручья или дыхание ветра, творит народ свой язык? Почему язык мусульманина звучит иначе, чем язык славянина? Почему в этих языках столько родного и столько чуждого? Что повело один язык в одну сторону, а другой в другую, так что родные братья, сойдясь потом, не узнали друг друга? Все эти вопросы составляют бесконечную задачу филологии и истории; но не нужно еще быть большим филологом, а достаточно сколько-нибудь вдуматься в свое родное слово, чтобы убедиться, что язык народа есть цельное органическое его создание, вырастающее во всех своих народных особенностях из какого-то одного, таинственного, где-то в глубине народного духа запрятанного зерна.
Когда исчезает народный язык,— народа нет более! Вот почему, например, наши западные братья, вынесши все возможные насилия от иноплеменников, когда это насилие, наконец, коснулось языка, поняли, что дело идет теперь уже о жизни или смерти самого народа. Пока жив язык народный в устах народа, до тех пор жив и народ. И нет насилия более невыносимого, как то, которое желает отнять у народа наследство, созданное бесчисленными поколениями его отживших предков. Отнимите у народа все — и он все может воротить; но отнимите язык, и он никогда более уже не создаст его; новую родину даже может создать народ, но языка — никогда: вымер язык в устах народа — вымер и народ.
Являясь, таким образом, полнейшей и вернейшей летописью всей духовной, многовековой жизни народа, язык в то же время является величайшим народным наставником, учившим народ тогда, когда не было еще ни книг, ни школ, и продолжающим учить его до конца народной истории. Все, что видали, все, что испытали, все, что перечувствовали и передумали эти бесчисленные поколения предков, передается легко и без труда ребенку, только что открывающему глаза на мир божий, и дитя, выучившись родному языку, вступает уже в жизнь с необъятными силами. Не условным звукам только учится ребенок, изучая родной язык, но пьет духовную жизнь и силу из родимой груди родного слова. Оно объясняет ему природу, как не мог бы объяснить ее ни один естествоиспытатель, оно знакомит его с характером окружающих его людей, с обществом, среди которого он живет, с его историей и его стремлениями, как не мог бы познакомить ни один историк; оно вводит его в народные верования, в народную поэзию, оно, наконец, дает такие логические понятия и философские воззрения, которых, конечно, не мог бы сообщить ребенку ни один философ.
Ребенок, развитие которого не было извращено насильственно, по большей части в пять или шесть лет говорит уже очень бойко и. правильно на своем родном языке. Но подумайте, сколько нужно знаний, чувств, мыслей, логики и даже философии, чтобы говорить так на каком-нибудь языке, как говорит не глупое дитя лет шести или семи на своем родном? Те очень ошибаются, кто думает, что в этом усвоении ребенком родного языка действует только память: никакой памяти не достало бы для того, чтобы затвердить не только все слова какого-нибудь языка, но даже все возможные сочетания этих слов и все их видоизменения; нет, если бы изучали язык одной памятью, то никогда бы вполне не изучили ни одного языка. Язык, созданный народом, развивает в духе ребенка способность, которая создает в человеке слово и которая отличает человека от животного: развивает дух. Вы замечаете, что ребенок, желая выразить свою мысль, в одном случае употребляет одно выражение, в другом другое, и невольно удивляетесь чутью, с которым он подметил необычайно тонкое различие между двумя словами, по-видимому, очень сходными. Вы замечаете также, что ребенок, услышав новое для него слово, начинает по большей части склонять его, спрягать и соединять с другими словами совершенно правильно; могло ли бы это быть, если бы ребенок, усваивая родной язык, не усваивал частицы той творческой силы, которая дала народу возможность создать язык? Посмотрите, с каким трудом приобретается иностранцем этот инстинкт чужого языка; да и приобретается ли когда-нибудь вполне? Лет двадцать проживет немец в России и не может приобрести даже тех познаний в языке, которые имеет трехлетнее дитя!
Но этот удивительный педагог — родной язык — не только учит многому, но и учит удивительно легко, по какому-то недосягаемо облегчающему методу. Мы хотим передать ребенку пять, шесть неизвестных ему названий, семь, восемь иностранных слов, два, три новые понятия, несколько сложных событий, и это стоит нам значительного труда и еще больше стоит труда ребенку. Он то заучивает, то опять забывает, и если сообщаемые понятия сколько-нибудь отвлеченны, заключают в себе какую-нибудь логическую или грамматическую тонкость, то дитя решительно не может их усвоить; тогда как на практике, в родном языке, он легко и свободно пользуется теми же самыми тонкостями, которые мы напрасно усиливаемся ему объяснить. Мы успокаиваем себя обыкновенно фразой, что ребенок говорит на родном языке так себе, бессознательно; но эта фраза ровно ничего не объясняет. Если ребенок употребляет кстати тот или другой грамматический оборот, делает в разговоре тонкое различие между словами и грамматическими формами — это значит, что он сознает их различие, хотя не в той форме и не тем путем, как бы нам хотелось. Усваивая родной язык, ребенок усваивает не одни только слова, их сложения и видоизменения, но бесконечное множество понятий, воззрений на предметы, множество мыслей, чувств, художественных образов, логику и философию языка — и усваивает легко и скоро, в два-три года, столько, что и половины того не может усвоить в двадцать лет прилежного и методического солидарности, основанной на взаимопонимании, терпимости и диалоге ученья. Таков этот великий народный педагог — родное слово!
Однако определяющим фактором социально-политического развития общества в различных странах мира является дву- и многоязычие, которое заключается в массовом использовании двух и более языков в процессе общения, когда человек, в зависимости от того, с кем и где общается, переходит с одного языка на другой. Известно, что лишь в 22 странах мира проживает одноязычное население. В связи с дву- и многоязычием языки, которыми владеет человек, могут противопоставляться как родной и неродной. Языковая ситуация в республике сегодня такова ,что большинство башкир почти полностью овладело русским языком в качестве средства общения, наблюдается интенсивное развитие двуязычия.
Однако в толковании понятия "родной язык" существует несколько подходов. С одной стороны, родной язык - это "язык нации, язык предков, который связывает человека с его народом, с предыдущими поколениями, их духовным миром". С другой,- первый язык, который осваивает ребенок (или , точнее,- материнский язык, "который ребенок усвоил в процессе биологического отчуждения от матери и перехода к социальному общению с ней ( и с другими окружающими его людьми)"( Шахнарович 1991). Иногда под термином "родной язык" понимают язык, которым человек "владеет с максимальной глубиной и полнотой, на котором легче, быстрее и проще ему мыслится, который является для него наиболее привычной и удобной формой выражения мысли и языкового общения"); подобный язык обозначают еще термином "функционально первый язык".
Известно, что как предпосылка идентификации личности родной (материнский) язык в виде определенных ритмов и речевых интонаций проявляется уже в утробе матери - под влиянием ее речи , а позже - баюканья, колыбельных напевов, хоть и у ребенка, как показывает практика научных исследований, нет генетической предопределенности к конкретному языку. Родной язык входит в младенца, ребенка, подростка путем природных шагов, отступая при этом от биогенетического закона повторения онтогенезом филогенетического развития человека. Начальный этап учения родному языку осуществляется в результате влияния родителей, методом "глаза в глаза" и не имеет аналогов в филогенезе. Даже в случаях одновременного приобретения двух родных языков с младенчества как первоначальных, исходных в процессе становления умения мыслить (чаще методом "один человек - один язык"), по А.М.Шахнаровичу, родным следует считать язык матери.
Таким образом, родной язык как язык, усваиваемый под воздействием матери, приобретает особую значимость для становления личности ребенка
В норме, по мнению В.Г.Костомарова у человека не бывает двух материнских языков, подобно тому как не бывает двух родных матерей. Вполне возможно, что "выученный язык... может стать в жизни человека важнее родного, который, однако, и при забвении остается матерью, пусть и менее любимой, чем мачеха" (

В силу обстоятельств материнский язык, усвоенный человеком в детстве, может функционально вытесняться другим языком, постоянно пользоваться которым человеку необходимо, выгодно и т.п. Со временем этот второй язык становится для человека функционально первым, доминантным, сфера функционирования родного языка в таком случае может сужаться, редуцироваться, даже максимально, но в глубоко интимных моментах жизни, в экстремальных ситуациях возвращение к родному языку оказывается вполне естественным. Иногда за родным языком в таком случае закрепляется та или иная сфера общения, например, это язык внутрисемейного общения, общения с родителями, близкими людьми.
Мой родной язык – башкирский. В школе я изучаю русский язык два урока в неделю, по-русски мы говорим на уроках литературы, и все остальные предметы изучаем на русском языке.
Текут две речки в сердце, не мелея,
Становятся единою рекой,
Забыв родной язык, я онемею,
Утратив русский, стану я глухой.
gylhis
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 07 ноя 2018, 16:10

Re: Методическая копилка

Сообщение gylhis » 07 ноя 2018, 16:42

”Башҡорт халҡының “милли аштар” темаһын
өйрәнеүгә арналған проект эше”
Йөкмәткеһе

1.Проект эштәренә ҡуйылған талаптар
2. Проект эшенә ҡуйылған критерийҙар
3. Практик яҡтан яҡтыртыу
4.Презентация
5. Йомғаҡлау
Проект эш
Проект эштәренә ҡуйылған талаптар:
-дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу;
-эште эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороу;
Уҡыусыларҙың:
-танып-белеү күнекмәләрен үҫтереү;
- үҙ аллы белем алыу, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү;
- информацион киңлектә эшләй белеүе;
- төрлө йәһәттән компетентлылыҡтарын үҫтереүҙәре;
- фекерләү һәләттәрен үҫтереүе;
-төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыу;

Проект эшенә ҡуйылған критерийҙар :
• эштең йөкмәткеһенә ҡарата: актуаллек, проблеманың нигеҙләнеше;
• мәғлүмәти тулылыҡ;
• эштең тәрән, төплө алып барылыуы, ентекле анализ;
• логик эҙмә-эҙлелек;
• практик әһәмиәте;
• башҡарылыу сифаты;
• эштең индивидуаллеге, эшкә үҙ аллы һәм ижади ҡараш;
• эштә ҡатнашыу кимәле;
• эштең перспективаһы: һөҙөмтәләрҙе ҡуллана алыу мөмкинлеге;
• дауам итеү мөмкинлеге;
• дизайн;
• дискуссияға әҙерлек;
• һорауҙарға яуап бирә алыу;
Бурыстарҙы үтәү өсөн түбәндәге принциптарға таяндым:
- Дидактик принциптар: аңлылыҡ, эҙмә-эҙлеклелек;
- Методик принциптар: коммуникативлыҡ, комплекслылыҡ;
- Лингвистик принциптар: системалылыҡ, функционаллек.
Методик бурыстарҙан сығып, проекттың этаптары һәм эш планы билдәләнде.
-Индивидуаль һәм төркөмдәрҙә башҡарылған проект

Индивидуаль проект һәм төркөмдәрҙә башҡарылған проект эштәренең ыңғай яҡтары :
Индивидуаль эш - уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусы билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға, уны системалаштырырға, ҙур аудитория алдында сығыш яһарға өйрәнә,
Төркөмдәрҙә эшләү – уҡыусыларҙы үҙ-ара аралашырға, бер-береһенә йоғонто яһарға өйрәтә, коллектив яуаплылыҡ тойғоһон уята. Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына
тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.

Башҡорт халҡының сәнғәтен,мәҙәниәтен өйрәнеүгә арналған проект эшен башҡарыу.
Проект эшенең паспорты уҡыусылар тарафынан (уҡытыусы ярҙамында ла мөмкин) әҙерләнә.
• проект эшенең исеме;
• ниндәй предмет сиктәрендә алып барылды?
• Класс;
• Маҡсат һәм бурыстар;
• Проект төркөмөнөң составы;
• Ваҡыты, сроктар;
• Проект эшенең етәксеһе, консультанты;
• Проект төрө;
• Проект һорауҙары;
• Аннотация
• Эш һөҙөмтәләре;
• Проект эшенең этаптары
• Кәрәкле ресурстар, материалдар. .

Башҡорт халҡының милли аштар темаһын өйрәнеүгә арналған проект эше
1. Проект эшенең исеме: “Милии аштар”.
2. Проект “Башҡорт теле” дәресендә кластан тыш сара булараҡ алып барылды.
3. Класс: 6

Бурыстар:
1) төрлө аш-һыу милли аштар тураһындағы белемдәрҙе нығытыу;
2) монологик телмәрҙе үҫтереү;
3) Милли аштарҙың мәғәнәләрен, аңлау, төшөнсәләрен биреү, төрлө халыҡтарҙың культураһын хөрмәтләй белеү.
5. Үткәреү ваҡыты: 10 март 2018 йыл
6. Проект эшенең етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы .
7. Проект төркөмөнөң составы: 12 кеше
8. Проект төрө: презентация
9. Аннотация: Проект эше уҡыусыларҙың милли аштар тураһында өҫтәмә белемдәр алыуына йүнәлтелгән.

10. Проект бүлектәре:
Милли аштарҙың барлыҡҡа килеүе
- Милли аштарҙың килеп сығышы
-Төрлө халыҡтарҙың аштары
-Рецепт төҙөү
- Үҙәнселекле аш -һыуҙар


11. Проект эшенең этаптары:

Этаптар
Эш йөкмәткеһе
Әҙерлек
Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү
Ижади төркөмдәр булдырыу:
I Төркөм(2 кеше)- бирелгән тема буйынса әҙәбиәт эҙләү, мәғлүмәт туплау;
II төркөм (2 кеше)- милли аштар тураһында видеояҙмалар туплау;
III төркөм (2 кеше)- һүрәттәр туплау;
IV Төркөм (2 кеше) – презентация эшләү;
V Төркөм (4 кеше) Проект эшенә материалдар әҙерләү
Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү
Планлаштырыу
Стадия Уҡытыусының эшмәкәрлеге Уҡыусының эшмәкәрлеге Мөмкин булған алымдар һәм методтар
Саҡырыу Ҡуйылған һорау буйынса уҡыусы-ларҙың булған бе-лемдәрен иҫкә тө-шөртөү, эшсәнлек-тәрен арттырыу, алдағы эшкә йүнә-леш биреү. Уҡыусы үҙе белгән мәғлүмәттәрҙе иҫенә төшөрә, яңы мәғлүмәт алыр алдынан белемдәрен системаға килтерә, һорауҙар бирә. • Төп һүҙҙәрҙән сығып хикәйә, һөйләмдәр төҙөү.
• Мәғлүмәттәрҙе кластерҙарға, таблица-
ларға, схемаларға һалыу.
• Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәрҙе асыҡлау.
Йөкмәткене аңлау Яңы мәғлүмәтте биргәндә, темаға ҡарай ҡыҙыҡһы-ныуҙы юғалтмаҫҡа, “иҫке” белемдән “яңы” материалға эҙмә-эҙлекле алып барыу. Уҡытыусы тәҡдим иткән актив методтарҙы ҡулла-нып, уҡыусы уҡый, тексты тыңлай. Яңы мәғлүмәтте, аңлаған тиклем, яҙып бара. • Маркировкалау (инсерт).
• Ике көндәлек рәүешендә яҙыу алып барыу.
• Дәрестең беренсе бүлегендә ҡуйылған һорауҙарға яуап әҙерләү.
Рефлек-
сия (фекер-ҙәрҙе анализ-лау) Уҡытыусы баштағы яҙылған һөйләмдәргә ҡайтара. Алған яңы мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, ошо яҙылған һөйләмдәргә үҙгәрештәр, өҫтәлмәләр индерелә, ижади тикшеренеүҙәр йәки практик эштәр бирелә. Уҡыусылар аңлау стадияһында алған белемдәрен ҡулланып, “яңы” һәм “иҫке” мәғлүмәттәрҙе сағыштыралар. • Кластерҙарҙы, схема һәм таблицаларҙы тултырыу.
• Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәргә ҡайтыу.
• Ҡуйылған һорау-ҙарға яуаптар эҙләү.
• Айырым темалар буйынса ижади һәм тикшереүэштәре .

Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау
Проектты эшләү
Әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу
Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү
Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү
Презентация
Башҡарылған эште тапшырыу.
Эште баһалау
Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау
12. Кәрәкле ресурстар, материалдар: һүрәттәр, шиғырҙар, видеояҙмалар.
13. Эш һөҙөмтәләре. Уҡыусылар тәҡдим иткән слайдтар(ҡушымта презентация), ижади эштәр.
gylhis
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 07 ноя 2018, 16:10

Пред.След.

Вернуться в Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 6