Задать вопрос
-
Bur.rasima
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:01
Re: Задать вопрос
Курс ваҡытында биргән лекцияларығыҙ, күрһәткән оҫталыҡ дәрестәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдергем килә, мин был курстар ваҡытында бик күп фәһемле һәм әһәмиәтле информациялар алдым. 
Re: Задать вопрос
Эш программаһын һәр параллелгә (мәҫәлән, ҡала мәктәптәрендә 5-се а һәм 5 -се б кластарына айырым төҙөргәме), әллә шул уҡ эш программаһы икеһенә лә яраймы?admin писал(а):...
-
Мамбетова Альфира
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 06 фев 2016, 08:39
Re: Задать вопрос
Учитель Хайбуллинского района Мамбетова А.А.
С 1 февраля 2016 по 10 февраля 2016 г мы слушатели курсов повышения квалификации по башкирскому языку и литературе. Курсы насыщенные, очень интересные и познавательные. Большое спасибо организаторам курсов за доступное изложение материалов, за мастер классы, смогла усвоить много нового о применении и совершенствовании методов образовательных технологий в области ФГОС и дополнила свои знания.
С 1 февраля 2016 по 10 февраля 2016 г мы слушатели курсов повышения квалификации по башкирскому языку и литературе. Курсы насыщенные, очень интересные и познавательные. Большое спасибо организаторам курсов за доступное изложение материалов, за мастер классы, смогла усвоить много нового о применении и совершенствовании методов образовательных технологий в области ФГОС и дополнила свои знания.
-
Диля Шафкатовна
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 06 фев 2016, 08:02
Re: Задать вопрос
Әлеге көндә ИРО РБ үткәргән башҡорт теле буйынса курстарҙа ултырабыҙ. Был курста тынлаған бөтә лекциялар ҙа фәһемле, үҙебеҙ өсөн күп янылыҡ астыҡ. Һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тынлап ултырҙыҡ. Мин үҙем быйыл ғына мәктәптә эшләй башлағас, уҡытыу эшендә күп һорауҙар килеп тыуа бит инде, ә бында оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр, уҡыусыларҙы дәрескә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырыу алымдарын өйрәттеләр. Әлбиттә, былар барыһы ла минен өсөн бик файҙалы. Уҡыуҙы ойоштороусыларҙын бөтәһенә лә ҙур рәхмәт.
-
Ильмухаметов А.Г.
- Сообщения: 333
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27
Re: Задать вопрос
Ошо форум сиктәрендә дауам итәйек курстарҙы. Киләп тыуған һорауҙарығыҙҙы, яңылыҡтарығыҙҙы, эш тәжрибәгеҙҙе яҙығыҙ.Самат писал(а):Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары институт бинаһында 26 ноябрҙән курстар үтәбеҙ. Курстар бик файҙалы булды, тик ҡыҫҡа ғына, шуныһы ҡыҙғаныс. Рәхмәт.
-
Ильмухаметов А.Г.
- Сообщения: 333
- Зарегистрирован: 23 янв 2012, 03:27
Re: Задать вопрос
Призлы урындар яуламаған хәлдә лә республика, төбәк-ара, Рәсәй кимәлендәге викторина, фестиваль, форум,конкурстарҙа ситтән тороп булһа ла (Интернет аша) ҡатнашыу һәр уҡытыусы, бигерәк тә юғары категориялы уҡытыусы, өсөн мотлаҡ, әлбиттә.Гульнара Зиннуровна писал(а):Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!
Юғары категоряға аттестация үтеү өсөн республика кимәлендәге күрһәткестәрҙең булыуы мотлаҡмы?
-
Гульдар Хидиятовна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 30 ноя 2015, 09:15
Re: Задать вопрос
26 ноябрҙән 2 декабргә тиклем үткәрелгән курстарҙа практик өлөш (ФГОС шарттарына ярашлы дәрес пландары төҙөү) файҙалы булды. Шулай уҡ баш ҡаланың талантлы уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән оҫталыҡ дәрестәре лә бик кәрәкле, тип иҫәпләйем.
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Задать вопрос
Хөрмәтле Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы! Тулы исемлекте уҡытыусыларҙы аттестациялау үҙәгенең сайтына инеп ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ.Гульдар Хидиятовна писал(а):Какие документы нужно вложить в портфолио для аттестации?
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Задать вопрос
Хөрмәтле коллега! БР мәғариф министрлығы өлкән синыфтар өсөн дә ФГОС талаптарына яуап биргән барлыҡ линиялар өсөн дә уҡыу-методик ҡулланмалар әҙерләй. Бөгөн 5, 6 синыфтар өсөн әҙер. 2017 йылға барлыҡ комплекттар тулыһынса әҙер булыуы көтөлә.Айгол писал(а):Скажите, пожалуйста, когда будут изданы рабочие тетради по ФГОС для старших классов? Спасибо.
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Задать вопрос
Коллега! Башланғыс синыфтар өсөн технологик карталар өлгөһө Ф.Ш. Сынбулатованың "Башҡорт теле": методик ҡулланма( Өфө: Китап, 2011 -2015) хеҙәмтенә ингән. Шуның менән файҙаланығыҙ.Айгол писал(а):Скажите, пожалуйста, когда будут изданы рабочие тетради по ФГОС для старших классов? Спасибо.