Методическая копилка
-
Илюза Вахитовна
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 29 ноя 2022, 14:48
Re: Методическая копилка
Беҙҙең синыф
Минең исемем _________ , фамилиям ________ . Мин ___ – сы мәктәптең ___ синыфында уҡыйым. Беҙҙең мәктәп ___ ҡатлы, ________ һәм ________. Бөтәһе ____ синыф, ___ уҡыусы, _____ уҡытыусы. Беҙҙең мәктәп _____ йылда асылған. Тиҙҙән уңа ____ йыл буласаҡ.
Мәктәп директорының исеме _________ ________ ________ . Ул _________ фәненән уҡыта. Синыф етәксеһе - _______ ________ _________. Ул ________ фәненән уҡыта.
Мәктәптә иң яратҡан кабинетым – ___________ кабинеты. Иң яратҡан уҡытыусым- ________ ________ _________. Яратҡан дәрестәрем - ________ , _________ , _________ .
Беҙ мәктәптә _________ , ________ , ____ _________ байрамдарына кисәләр үткәрәбеҙ.
Был мәктәптә уҡыуым менән ғорурланам.

khadisaishem@mail.ru
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 28 ноя 2022, 18:39
Re: Методическая копилка
Рефлексия – уҡытыуҙың һөҙөмтәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған сара.
Дәрес рефлексияһы ул - уҡыусыға шәхес булараҡ йүнәлтелгән уҡыусы һәм уҡытыусының уҡыу процесын камиллаштырыуҙа мөмкинлек биреүсе уртаҡ эшмәкәрлек.
Рефлексияның бер нисә төрө билдәле.
I. Йөкмәткеһе буйынса рефлексия өс төрлө булыуы мөмкин: символик, тел, яҙма.
Символик –уҡыусы символдар менән отметка ҡуя. Тел – бала үҙенең уйҙарын бәйләнешле әйтә ала, хис-тойғоларын һүрәтләй. Яҙма – иң ҡатмарлыһы, күп ваҡыт ала; уҡыу материалының тулы бүлеген йәки ҙур теманы өйрәнеп бөткәндән һуң үткәреү урынлы.
II. Эшмәкәрлектең формаһы буйынса рефлексия: коллектив, төркөмдәрҙә, фронталь, шәхси.
Тап ошо тәртиптә балаларҙы был эш төрөнә өйрәтеү уңайлы.
Тәүҙә – бөтә класс менән, унан –төркөмдәрҙә, һуңынан – ҡайһы бер уҡыусыларҙан һорау. Был уҡыусыларҙы үҙ өҫтөндә үҙ аллы эшләргә әҙерләй.
Рефлексияның бер нисә төрөн айыралар: тел, шәхси, интеллектуаль, эмоциональ.
Ваҡыт категорияһы ла рефлексияның төрөнә тәьҫир итә: ситуатив, ретроспектив, проспективҡа бүлеп йөрөтәләр. [4, с. 438-448.]
Айырым шарттарҙан сығып, уҡытыусы уҡыусы менән бәйләнештә кешенең дүрт сфераһының асылын яҡтыртыусы рефлексияның бер төрөн ҡуллана:
1) физик (өлгөрҙө-өлгөрмәне)
2) сенсор (комфорт- дискомфорт)
3) интеллектуаль (аңланы-аңламаны)
4) рухи(яҡшы-насар яҡҡа үҙгәреү) [7, с. 153].
Әгәр физик, сенсор һәм интеллектуаль рефлексияларҙы индивидуаль, төркөмдәрҙә үткәрергә мөмкин булһа, рухи яҡлап рефлексияны - фәҡәт яҙма, индивидуаль, һөҙөмтәһен иғлан итеүһеҙ үткәрелә.
Шулай итеп, рефлексия:
1)эшмәкәрлектең теоретик формаһы, шәхси эшмәкәрлектең алымдарын, маҡсатты, йөкмәткене асыусы фекерләү ысулы булып(интеллектуаль рефлексия);
2)кешенең эске хәлен сағылдырыусы (сенсор рефлексия);
3)үҙ-үҙеңде танып белеү тора.

Уҡыу эшмәкәрлегенең йөкмәткеһе һәм һөҙөмтәһенең рефлексияһы уҡыу материалы менән рациональ эшләү ысулы һәм алымдарын эҙләргә, төшөнөргә мөмкинлек бирә. Был рефлексияны дәрес аҙағында ҡулланып һәр баланы һәр этапта баһаларға мөмкин.
Уның төрҙәре киң билдәле: «Баһалау баҫҡысы», «Уңыш диаграммаһы», «Эссе», төрлө Портфолиолар, «Үҙеңә хат», «Ҡаҙаныштар бите».
Ғәҙәттә, дәрес аҙағында, йомғаҡлау үткәргәндә, нимә белгәндәре, нисек эшләгәндәре тураһында фекер алышалар. Һәр кем дәрес башында ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүгә күпме өлөш индереүен, активлығын, кластың эффектив эшләүен, мауығыусанлығын, һайланған дәрес формаһының файҙаһын баһалай. Балалар сылбыр буйынса, түбәндәге фразаларҙың береһен һайлап, бер һөйләм менән фекерҙәрен әйтәләр: …ҡыҙыҡ булды, ..ауыр булды, …эшләй алдым, …мине ғәжәпләндерҙе.
Тағы ла «плюс-минус-ҡыҙыҡлы» күнегеүен ҡулланып, һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим ителә:
- Эш төрөнөң формаһы оҡшанымы?
- Үҙ эшеңдең нәтижәһе менән ҡәнәғәтһеңме?
- Дәрес файҙалы үттеме?
Дәрес аҙағында балаларға ҙур булмаған анкета тәҡдим итергә мөмкин:
Мәҫәлән:
I. Дәрестәге эшегеҙҙең һөҙөмтәһен анализлағыҙ:
1. дәрестең маҡсатын аңланым:
А) эйе; б) юҡ; в) өлөшләтә.
2. Дәрестә нимә ауыр булды?
А) таблиц төҙөргә; б) кәрәкле терминды табырға; в) икенсе яуап.
3. Ҡайһы эштә күп хата ебәрҙегеҙ?
А) тексты анализлағанда; б) таблица төҙөгәндә.
II. Дәрестәге эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
А)эйе; б) юҡ.
III. Ҡәнәғәтһегеҙ, ни өсөн?
Әгәр ҡәнәғәт түгелһегеҙ, бәлки:
1. Борсолдоғоҙ. Ни өсөн?
2. Үткән дәрестәрҙә алған белем етмәне.
3. Кәйеф насар.
4. Уҡытыусы аңлатҡанды аңламаным.
5. Класташтар ҡамасауланы.
Үҫтереүсе уҡытыу системаһы балаларҙың төрлө йүнәлештә эшләүен күҙ уңында тота: индивидуаль, төркөмдә, коллектив. Уҡыусыларға төркөмдәрҙә нисек эшләүен күрһәтеү өсөн эш процесын, һөҙөмтәһен түбәндәге алгоритм буйынса анализларға була:
1. Эш барышында үҙ-ара мөнәсәбәт нисек йоғонто яһаны?
2. Үҙ-ара мөнәсәбәттә ниндәй стиль өҫтөнлөк алды?
3. Эш барышында төркөмдөң берлеге һаҡландымы?
4.Төркөмдә кем һәм нимә төп ролде уйнаны?
Шулай итеп, дәрестәге рефлексив – баһалау эшмәкәрлеге дәрестә өйрәнгән яңы йөкмәткене билдәләргә, дәрестәге үҙ эшмәкәрлегеңде баһаларға, киләһе уҡыу эшмәкәрлегенең йүнәлешен аныҡларға мөмкинлек бирә. Уҡыусыларҙы актив эшмәкәрлеккә ҡушыу маҡсаты менән уҡыуҙарҙы яңыса ҡулайлы ойоштороуҙа эффектив үҙ-ара бәйләнеш педагогка балаларҙың эшмәкәрлеген анализларға һәм баһаларға юл ҡуя.

Ишемгулова Х.А.
учмтельница башкирского языка МОБУ СОШ с.Новофедоровское
Башкортостан, Стерлитамакский район
Рефлексия – уҡытыуҙың һөҙөмтәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған сара.
Хәҙерге белем биреү концепцияһының приоритет маҡсаты булып шәхестең үҙ алдына белем алыуы, үҙен үҙе тәрбиәләүе, үҙ алдына үҫеше тора.
Шунлыҡтан хәҙерге заман талаптарына тура килгән дәрестең бер мәсьәләһе булып уҡыусының уҡырға өйрәнеү һәм нигеҙ сығанағы булараҡ танып белеү ихтияжы, уңышлы уҡырға әҙер булыуын белдереүсе үҙ эшмәкәрлегенә рефлексив тикшереү тора.
Әгәр ҙә уҡыусы уҡыуҙың маҡсатын, уның кәрәклеген аңлаһа һәм һәр аҙымы аңлы, аңлайышлы булһа, ул дәрестә актив ҡатнаша.
Дәрестә үҫешеү мөхите булдырыуҙа мотлаҡ шарт булып рефлексия этабы тора.
Федераль дәүләт стандарттары талаптары буйынса ла рефлексия этабы дәрес төҙөлөшөндә мотлаҡ этап, дәрес аҙағында үткәрелергә тәҡдим ителә.
Был осраҡта уҡытыусы - ойоштороусы, ә уҡыусылар төп ҡатнашыусылар вазифаһын үтәй.
Рефлексия нимә өсөн кәрәк һуң?
Әгәр ҙә уҡыусы бирелгән теманы ни өсөн өйрәнеүен, киләсәктә ул уға ниңә кәрәк буласағын; ошо дәрестә ниндәй маҡсатҡа ирешергә кәрәклеген; дөйөм эшкә ниндәй ҡушымта индерә аласағын аңлаһа; үҙенең һәм класташтарының эшен адекват баһалай алһа; уҡыу-уҡытыу процесы уҡыусы, уҡытыусы өсөн дә ҡыҙыҡ һәм еңел була.
Баланың үҫеше белем алыу барышында үҫә тип, фаразлана. Үҫеш процесы үҙ алдыңа белем алыу, үҙ алдыңа үҫеште үҙ эсенә ала. Рефлексияһыҙ үҫеш процесы ла юҡ.
Рефлексия XXI быуатта кәрәк булған кешеләге өс мөһим сифатты (һыҙатты) үҫтерергә ярҙам итә: үҙаллылыҡ, булдыҡлылыҡ, көнәркәшлеккә һәләтлек.
Үҙаллылыҡ. Уҡытыусы уҡыусы өсөн түгел, ә уҡыусы үҙенең мөмкинлектәренән сығып, үҙ эшмәкәрлегенең активлыҡ самаһын, яуаплылығын билдәләй, үҙе шәхси юлдар һайлай.
Булдыҡлылыҡ. Уҡыусы аңлай: яҡшыраҡ булһын өсөн хәҙер, ошонда тотонорға кәрәк. Әгәр уңышһыҙлыҡҡа осраһа өмөтһөҙлөккә бирелмәй, хәлен баһалап, яңы шарттарҙан сығып, үҙе алдына яңы маҡсат һәм бурыстар ҡуя, уларҙы уңышлы үтәй.
Көнәркәшлеккә һәләтлек. Нимәнелер башҡаларҙан яҡшыраҡ эшләй, теләһә ҡайһы ситуацияла ла(хәлдә) нәтижәлерәк эш итә.
Һәр бер кеше уңышлы килеп сыҡҡан эшен шатлыҡ менән башҡарғанын беҙ бик һәйбәт беләбеҙ. Әммә һәр бер эшмәкәрлек ауырлыҡтарҙы еңеүҙән башлана. Рефлексив кешеләрҙең беренсе ауырлыҡтан беренсе уңышҡа юлдары байтаҡ ҡыҫҡараҡ.

5-се синыф өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
Исемең;
Фамилияң;
1 .Башҡорт телендә нисә хәреф?
а) 33
б) 42
в) 32
г) 41
2. Бирелгән исемдәргә һорау бирегеҙ һәм ике бағанаға айырып яҙығыҙ.
Атай, бесәй, әтәс, шыршы, урам, айыу, бала, ат, ручка, ҡуян, кеше.
3. Бирелгән исемдәргә күплек ялғауын ҡушығыҙ.
Урам... , дәфтәр... ,китап... ,сәскә... ,атай... ,ҡош... , кеше... ,һыу... ,эш... ,ҡала... ,компьютер... .
4.Бирелгән һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ.
Азат ҡурайҙа уйнай. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы – Ағиҙел. Минең әсәйем магазинда эшләй. Булат быйыл бишенсе синыфта уҡый. Беҙҙең синыфта егерме биш уҡыусы.
5. “Тәртипкә килтер” уйыны
Яратам, аш, ашарға, мин. Дуҫ, минең, урамында, Аврора, йәшәй.
6. Ҡалын һуҙынҡылар - ...
нәҙек һуҙынҡылар - ...
7. Сифат булған юлды күрһәтегеҙ.
а) Һыу, мәктәп, уҡыусы;
б) ултыра, ҡарай, йөрөй;
в) бер, егерме, ун;
г) ҙур, ҡыҙыл, матур.
8. Арыҫлан, кеше һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртегеҙ.
9. “Кем күп һүҙҙәр таба?” уйыны.
Кейем-һалым: ...
Ҡоштар: ...
Хайуандар:...
Йәшелсә:...
Ағастар: ...
Уҡыу әйберҙәре: ...
10.Башҡортостан Президенты кем?
11.Башҡортса сыҡҡан гәзит-журналдарҙы һанап сығығыҙ?

Мухамадуллина
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 23 сен 2022, 08:44
Re: Методическая копилка
Тема. Сифат дәрәжәләре.
Дәрес төрө. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу дәресе.
Маҡсат : а) шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш:
телмәрҙе матур һүҙҙәр менән байытырға, уларҙы кәрәк урында дөрөҫ итеп ҡуллана белергә;
б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:
- диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү;
в) предмет өлкәһендәге үҫеш:
- предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе дәрәжәләре буйынса сағыштырыу, һәр береһенең төп үҙенсәлектәрен билдәләү һәм һөйләмдә дөрөҫ табырға өйрәнеү.
Дәрес барышы.
Психологик комфорт тыуҙырыу.
Һаумыһығыҙ, балалар!
Кәйефтәрегеҙ нисек?
Ҡарағыҙ әле , балалар, ә ни өсөн был малай кәйефһеҙ тора икән? (фото)
Күңелен күтәрергә нисек ярҙам итә алабыҙ?
Матур һүҙҙәр (комплимент) әйтәйек.
II. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.
А) һүҙлек эше: яғымлы
- дәфтәргә яҙыу: число, Класта эш, икешәр тапҡыр һүҙлек һүҙҙәрен
- ОШО һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ, синоним- антонимдар табыу
- тел шымартҡыстар: лы-лы-лы – Минең һеңлем яғымлы
лы- лы- лы – ......................................;
лы- лы- лы - ........................... (үҙҙәре уйлай)
хата төҙәтеү:
Балалар, әйҙәгеҙ матур шиғырҙар һөйләйек. Кемегеҙ бесәй тураһында шиғыр белә?
Б) шиғри минут
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
– Балалар, ә һеҙҙең бесәйегеҙ бармы?
Үҙегеҙҙең бесәйегеҙ тураһында нимә һөйләй алаһығыҙ?
(Минең бесәйемдең ҡушаматы.... . Ул .... төҫтә. Бесәйем менән уйнарға яратам. Өйҙә берәү ҙә булмаһа, бесәйем миңә иптәш.)
Ә беләһегеҙме, мин дә бесәй яратам ул. Бесәйемде фотоға ла төшөрөп бөтәм. Бына ҡарағыҙ әле бер фотоһүрәтте (фото).
Ошо һүрәткә ҡарап һөйләм төҙөп әйтегеҙ .
(бесәй йәшел йомғаҡ уйната)
Ә был һүрәттә бесәй ниндәй йомғаҡ уйната?
(йәп- йәшел, йәшкелт, йәшелерәк)
Йомғаҡты ниндәй һүҙҙәр менән һүрәтләнек?
(предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр менән)
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Улар ниндәй һүҙ төркөмө була?
(предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе ниндәй? һорауы буйынса табабыҙ, улар предметтың төҫөн, размерын, ауырлығын аңлата, сифат тип аталалар )
Эйе, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр предметтың тышҡы, эске сифаттарын аңлата.
Ә бына йәшел, йәп- йәшел, йәшкелт, йәшелерәк – һүҙҙәре тураһында нимә әйтерһегеҙ?
( улар предметтың төҫөн белдереүсе һүҙҙәр, тик төҫтө төрлө һүҙҙәр менән һүрәтләйҙәр)
Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
(предметтың бер үк билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе төрлөсә әйтеп булғанын өйрәнәсәкбеҙ)
Эйе, әйҙәгеҙ дәреслектең 56-сы битен асып бөгөнгө дәрестең темаһын бергәләп уҡыйыҡ: “ Сифаттарҙың мәғәнәләре. Сифат дәрәжәләре.”
Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?
(ниндәй дәрәжәләр була? сифаттарҙы төрлө дәрәжәлә ҡуйырға өйрәнәсәкбеҙ, предмет һүҙҙәргә төрлө сифаттар ҡуйырбыҙ, төрлө сифаттарҙы ҡулланып һөйләшергә өйрәнербеҙ)
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү
А ) – Йомғаҡтарҙың төҫөн белдергән һүҙҙәрҙе асайыҡ та, дәрәжәләрҙе бергәләп асыҡлайыҡ . Беҙ һөйләшкәндә күберәк ниндәй һүҙҙе ҡулланабыҙ? Йәшелме, йәп – йәшелме? Йәшелерәкме?
Был төп дәрәжә була. Ә йәп- йәшел төҫтөң нисек икәнен белдерә?
Ул ниндәй дәрәжә була икән? Йәшкелт төҫтөң нисек икәнен белдерә?
Ә ҡайһы ваҡытта йәшелерәк һүҙен ҡулланабыҙ? Дәрәжәләрҙе тағы бер тапҡыр бергәләп уҡып сығайыҡ. Китаптың 65-се битен асабыҙ, шыбырлап ҡына уҡып сығабыҙ, хәтеребеҙҙә ҡалдырабыҙ.
Яҡшы, был турала һеҙ юғары кластарҙа төплөрәк өйрәнерһегеҙ.
Балалар, сифаттарҙың дәрәжәләре ни өсөн кәрәк икән?
(сағыштырыу өсөн, билдәне төрлөсә аңлатыу өсөн)
Б ) – Ә хәҙер бергәләп 87- се күнегеүҙе эшләйек.
Гөлгенә бирелешен уҡы .
1-се рәт - йыуаш, 2-се рәт – еңел, 3- сө - рәт һоро һүҙҙәрен дәрәжәгә ҡуйып яҙалар (таҡтала 1 уҡыусы эшләй, дәфтәрҙәрҙе документкамеранан күрһәтеү)
Ғәмәли эштәр
А ) – Балалар, ә хәҙер дәреслектең 51- се битендәге , 49- сы күнегеүҙе табабыҙ : хикәйәне уҡыу, ҡалын хәреф менән бирелгән предметтарҙың ниндәй билдәләре ниндәй дәрәжәлә күрһәтелеүен әйтеү.
Балалар, ни өсөн автор ошо текста тик артыҡлыҡ дәрәжәһен генә ҡулланған икән?
(бесәйен ныҡ яраталыр)
Б ) ял минуты: бесәй тураһында йыр, балалар эшләгән клип “Бесәй”
В) – Беҙ бөгөн бесәй тураһында матур- матур шиғырҙар тыңлайбыҙ, ә беләһегеҙме уларҙы кем яҙған?
- Инга Карам ҡыҙы Илембәтова тураһында мәғлүмәт биреү , энциклопедия күрһәтеү.
Г) И.Илембәтованың бесәй тураһында шиғырын уҡыу, күсереп яҙыу, билдәне белдереүсе һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙыу (парлап эш)
(документ камера буйынса тикшереү)
Д ) – Ә хәҙер төркөмдәрҙә эшләйбеҙ. Иштуғандың төркөмө үҙҙәренең проект эшен әҙерләй. Ике төркөм бесәй тураһында йомаҡ уйлай. Тағы ла бер төркөм ҡәләмдәрҙәрҙең төҫтәрен билдәләй.
( Төркөмдәрҙең эштәрен тикшереү.)
Д) - Хәҙер дәрестә алған белемдәребеҙҙе тикшереп, тест һорауҙарына яуап бирәйек (парлап эш)
Рефлексив анализ
Дәрес этаптарын иҫкә төшөрөү: бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
Ни өсөн кәрәк булды һуң әле ул сифаттарҙы төрлө дәрәжәлә әйтә белеү?
(сөнки ундай һүҙҙәр телмәребеҙҙе байыта, предметты төрлөсә матур итеп һүрәтләргә ярҙам итә)
Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек баһаларһығыҙ?
(бик яҡшы эшләнем, һорауҙарға яуап бирә алдым, мин башҡаларҙың фотоһын йыйып алып бесәй тураһында клип эшләнем, мин бөгөн дәфтәремә матур итеп яҙҙым)
Баһалау

Айгуль Валиева
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 25 сен 2022, 18:50
5 класс. Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре.
Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре. 5 класс.
Маҡсат: һуҙынҡы өндәр, уларҙың төрҙәре тураһындағы белемдәрен нығытыу.
Бурыстар:
- һуҙынҡы өндәрҙең яҙылыш менән әйтелеш араһындағы айырманы һиҙемләргә өйрәтеү;
-дөрөҫ әйтелеш нормаларын күҙәтеп һөйләү күнекмәләрен булдырыу;
-тәбиғәткә һәйөү тойғоһо тәрбиәләү,ҡоштарҙы һаҡлау уларға ярҙам итерҙәй йәш быуынды тәрбиәләү.
Йыһазлаү: компьютер, экран, таблицалар, ҡош һүрәттәре
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
-Һуҙынҡы өндәр һәм уларҙың төрҙәргә бүленеше тураһында белем биреү.
-Һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлау, улар паузаһыҙ әйтелгәндә өндәрҙең үҙгәреше тураһында төркөмдәрҙә эшләү, төркөмдәрҙең сығыштары.
-Ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү өҫтөндә эш. Уҡыусыларҙың индивидуаь эшләүҙәре.
-Төркөмдәрҙә эшләү һәм фекер алышыу.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу өлөшө.
1.Сәләмләү.
(слайд)
Һаумы ҡояш
Һаумы дуҫым
Һаумыһығыҙ уҡытыусым!
- Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.
-Ә хәҙер, уҡыусылар, башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшеү өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.
(уҡытыусының уҡыуы)
-Мин һеҙгә Мәжит Ғафурийҙың шиғырын уҡыйым, ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.
(слайд)
Көндөҙ һалҡын ел иҫә
Таң менән ҡырау төшә.
Ҡояшты болот ҡаплаған
Ҡыҙҙырмай ул йәйгесә.
Ҡыр баҫыуҙар һап-һары
Ҡыуарып бөткәндәр бары.
Тик ужым баҫыуҙарын
Йәшел тиергә ярай.(Мәжит Ғафури)
-Билдәләнгән һүҙҙәрҙе ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәрҙә әйтелештә ҡыйынлыҡ тыуҙырған башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре бар. Әйҙәгеҙ уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәнәйек.
-уҡытыусы әйтә
-хор менән
-берәмләп
-Хәҙер шиғырҙы …. матур итеп уҡый.
-- Был шиғыр нимә тураһында? (көҙ миҙгеле)
- Афарин бик матур уҡының.
-эште дауам итәбеҙ.
¬II.Төп өлөш.
1. Дәрестең темаһын билдәләү.
-Таҡтаға ҡарайбыҙ. Яңы һүҙҙәр килеп сыҡһын өсөн нөктәләр урынына кәрәкле хәреф ҡуйырға кәрәк.
(слайд)
Көҙ
К.ҙ Күҙ
Ҡ.ҙ Ҡыҙ
Ҡ.ҙ Ҡуҙ
Ҡ.ҙ Ҡаҙ
- Әйҙәгеҙ килеп сыҡҡан һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Тәржемә итәйек.
-Был һүҙҙәрҙе беҙ нисек әйттек?
(һуҙып)
- Был өндәр нисек атала?
(һуҙынҡылар)
-Бөгөнгө дәрестең темаһын әйтеп ҡарағыҙ
(Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре)
2.Дәрестең маҡсаты.
-Дәрестә ни эшләйәсәкбеҙ?
өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнәбеҙ
Һорауҙарға яуап бирәбеҙ
Һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәбеҙ.
-дәфтәрҙе астыҡ бөгөнгө числоны яҙҙыҡ.
3/ Ресурс менән эш. Копьютер менән
- Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтер өсөн иғтибар менән экранға ҡарайбыҙ.
(диктор артынан ҡабатлау)
-диктор әйтә
-пауза
-мин әйтәм
-уҡыусылар ҡабатлай
4.Ҡағиҙә сығарыу.
-Афарин. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәндек. Хәҙер экранға ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәрҙә ниндәй хәрефтәр төшөп ҡалған?
(слайд)
Бала- бәлә
Ҡул – к.л
Ҡол – к.л
Был – б.л
Ит - ?
-уҡытыусы уҡый
бала- бәлә
-ошо һүҙҙәргә ҡарап яңы һүҙҙәр төҙөйбөҙ.
Бала- бәлә
Ҡул – күл
Ҡол – көл
Был – бел
Ит - ?
-Беренсе бағананан һуҙынҡыларҙы яҙып алығыҙ.
-икенсе бағананан һуҙынҡыларҙы яҙып алығыҙ.
(слайд)
А - ә
У - ү
О - ө
Ы - е
И - ?
-был һуҙынҡыларға ҡарап ни әйтерһегеҙ?
- парлы һәм парһыҙ һуҙынҡыларҙы әйтегеҙ.
- ни өсөн и өнөнөң пары юҡ?
(һуҙынҡы өндәр башҡа юҡ)
(ҡағиҙә әйтеп ҡарау)
1 – бөтәһе - 9 һуҙынҡы өн
2 – башҡорт телендә ҡалын һуҙынҡылар һәм нәҙек һуҙынҡылар була. 3 - парлы һәм парһыҙ һуҙынҡылар була.
4 – һүҙҙә бер хәрефте алыштырһаң. Икенсе һүҙ килеп сыға.
5/Китап менән эш.
1. -Хәҙер китапты асып ҡағиҙәне уҡыйбыҙ.
- Ҡағиҙәне дөрөҫ әйткәнбеҙме?
- Был ҡағиҙәне уҡып беҙ әйтмәгәндәре бармы?
Физминутка. (слайд)
2. -Белемдәрҙе нығытып китәйек.
III.Нығытыу.
1.Электрон дәреслектән (ноутбуктар менән эш) 41-се күнегеүҙе эшләйбеҙ. Парҙар менән эш.
- Парлап эшләйбеҙ. Бер-берегеҙҙән һорап һүҙҙәрҙә төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙырға кәрәк.
- Тикшерәбеҙ. Эште документ-камера ярҙамында тикшерәбеҙ.
2. Текст менән эш.
- Бик яҡшы уҡыусылар. Эште дауам итәбеҙ . Хәҙер төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.
-эште башлар алдынан төркөмдәрҙә эшләү ҡағиҙәһен иҫкә төшөрәйек.
Командир һайлайбыҙ
Бер-беребеҙҙән һорайбыҙ
Командир яуап бирә
Оҙаҡламай ҡыш етер. Ҡаты _____башланыр. _____ҡыҫҡарыр. Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә _____ҙа ҡаты һалҡындан, аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса алмайҙар. Улар _____янына аҙыҡ эҙләп киләсәк. Был ваҡытта уларға ярҙам кәрәк. Шуға күрә балалар ҡоштарға ярҙам итәләр: тағараҡтар эшләйҙәр, унда ем һалалар.
Ҡоштар-беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ,дуҫтарыбыҙ.Уларҙы эйәләштерергә һәм ашатырға кәрәк!
Һүҙҙәр:
һыуыҡтар көндәр ҡоштар кешеләр
-уҡырға
-төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙырға
-текстка исем бирергә
-ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға һүҙҙәр табырға
Һорауҙар:
- Көндәр ни эшләй?
- Ҡоштар ни эшләй?
- Балалар ни эшләй?
3.Тәрбиәүи өлөш.
-Ә һеҙ ҡоштарға ярҙам итәһегеҙме?
- Ни эшләйһегеҙ?
-беҙҙең мәктәптә лә ҡоштарҙы һаҡлау буйынса бик күп эштәр эшләнә.
(рәсемдәр конкурсы. Тағараҡтар эшләү конкурсы)
(слайд)
IV.Йомғаҡлау.
1.-Тимәк дәрестә беҙ ни эшләнек?
(рефлексия)
(слайд)
(слайдтағы һорауҙарға яуап биреү)
2.Өй эше.
- Бөтәгеҙ ҙә 45-се кунегеүҙе эшләйһегеҙ
- 46-сы күнегеү кем эшләй ала
- Өсөнсө эш «Ҡышлаусы ҡошта « темаһына рәсем төшөрөргә.
3.Билдә ҡуйыу. ( төркөм командирҙары билдә ҡуя)

Закирова Лилия писал(а):Тел төҙәткестәр
Ҙа- ҙа –ҙа ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы- ҙы- ҙы ҡаҙҙар йылғаға барҙы,
Ҙә- ҙә- ҙә рәхәтләнеп йөҙ әйҙә,
Ҙы- ҙы- ҙы ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
Ға- ға- ға әйҙә киттек урманға,
Шә- шә- шә урманда еләк бешә,
Ле- ле- ле ауыҙ итәйек әле,
Ге- ге- ге ҡалай тәмле еләге.
Ва- ва- ва тәгәрәй икән арба,
Ма- ма- ма арбаға яҡын барма,
Һы- һы- һы бигерәк матур арбаһы,
Лап- лап, тыңғыр- тыңғыр йыр йырлап,
Һы- һы- һы бараһы ла бараһы.
Да- да- да ҡуян саба урманда,
Ды- ды- ды иңләп- буйлап урманды,
Дә- дә- дә барса бөжәк үләндә,
Ды- ды- ды ҡуян күреп ҡыуанды.
Кәк-күк, кәк- күк, саҡыра кәкүк,
Рүк- рүк, рүк- рүк, туҡтама берүк,
Рәк- рәк, рәк- рәк, саҡыр шәберәк,
Кәк- күк, кәк- күк, ниндәй аяҙ күк.
Һең- һең- һең ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң- һаң- һаң ял итеп ал арыһаң,
Һәң- һәң- һәң дәртле баҫып йөрөһәң?
Һең- һең- һең мораҙыңа ирешерһең,
Һәң- һәң- һәң бөтә эшкә өлгөрөрһөң.
Ша- ша- ша Шакир шарға талаша,
Шы- шы- шы ҡыҙыу уйын барышы,
Шә- шә- шә малайҙар шар бәрешә,
Ше- ше- ше уйнай ала һәр кеше.
Һы- һы- һы был Һәҙиәт ҡустыһы,
Һе- һе- һе кемдеке һуң берәүһе?
Һең- һең- һең танып алдым берәүһең,
Һөң- һөң- һөң саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе- һе- һе нисә булды бөтәһе?
Ыж- ыж- ыж һыуыҡ әйтә:”Ыж- ыж- ыж!”
Аж- аж- аж йүгереп йөрөй Гилаж,
Жыу-жыу-жыу елдәр әйтә:”Жыу-жыу- жыу!”
Шыу- шыу- шыу Гилаж тауҙан шыуҙа шыу.
ңө- ңө- ңө ана айыуҙыү өнө,
нө- нө- нө үкерә көнө-төнө,
ңы- ңы- ңы өнө уның өр яңы,
нә- нә- нә япраҡ өйә өйөнә,
ңы- ңы- ңы етер уянмаҫ таңы,
нә- нә- нә һунарсының күҙенә,
ғы- ғы- ғы күренмәй йоҡлар тағы.
Өп- өп- өп эттәр сабыша өрөп,
Өп- өп- өп төндәр буйына йөрөп,
Эп- эп- эп хужаһы еткән,
Эп- эп- эп эте икәнен белеп.
Рә- рә- рә урман буйлап йүгерә,
Ра- ра –ра ҡулын болғап саҡыра,
Рө- рө- рө япраҡ ярған бөрө,
Рө- рө- рө урманда тыныс йөрө.
Са- са- са был бит беҙҙең Миңниса,
Се- се- се Миңниса ярҙам итсе,
Сә- сә- сә әсәйең шалҡан сәсә,
Се- се- се орлоҡтарҙы бирһәңсе.
ҫа- ҫа- ҫа ҡайһылай матур баҫа,
са- са- са тыпырлап күңел аса,
са- са- са дәртләндерәм:”Их асса!”
Са- са- са бейей шулай башҡортса.
Та- та- та Талип тауыҡ ашата,
Ти- ти- ти саҡыра:”Ти- ти- ти”
Те- те- те Талип тағы ем һипте,
Тө- тө- тө Талиптың еме бөттө.
Уа- уа- уа хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы- уы- уы татлы шул шишмә һыуы,
Уа- уа- уа үҙе инде бер дауа,
Уы- уы- уы ялан буйлап атлауы.
Фа- фа- фа тырышып яҙа Сафа
Фе- фе- фе кәкре –бөкрө хәрефе.
ҫа- ҫа- ҫа ручканы ул баҫа
Са- са- са хәрефтәр унан ҡаса.
Һа- һа- һа Һәҙиә айға осһа
Һә- һә- һә ракетала ул елһә
Һы- һы- һы бар бит кире ҡайтаһы
Һе- һе- һе ҡыуанысты бүләһе.
Re: Методическая копилка
Башҡорт теленән
һорауҙар (7 класс)
1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.
Ҙур - килә -
Бейек – йүгерә -
Оҙон – юғары -
Эҫе - ҡаты -
2. Бирелгән исемдәргә тура килгән ҡылымдар өҫтәп яҙығыҙ.
Ел
Үлән
Балыҡ
Машина
Һарыҡ
Эт
3. “Ҡыш” темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.
4. Диалогты дауам итегеҙ.
• Марат, бөгөн дәрестән һуң нимә эшләйһең?
• …
• …
• …
5. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.
1. Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.
2. Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан.
3. Айрат 7-се класта уҡый.
8. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.
М.Кәрим “Башҡорт теле”
З.Биишева “Көҙҙәр еткәс”
К.Кинйәбулатова “Уҡытыусыма”
9. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.
Ҡарға –
Күгәрсен –
Һандуғас –
Кәкүк -
Башҡорт теленән тәржемә өсөнтекст (7 класс)
Көҙгө урман ниндәйһоҡландырғысикәнул! Юғарынан ҡарағанда, әйтерһең, ер өҫтөнә оҫта ҡулдар эшләгән сағыу биҙәкле ҙур кейеҙ түшәлгән. Ҡарағайҙар, йәйге төҫтәрен юғалтып, асыҡ йәшел төҫкә ингәндәр. Ҡайын япраҡтары һары, ә уҫаҡ, саған, муйыляпраҡтарыҡыҙғылталһыу буяуға мансылған. Мәғрур имәндәр ҡырау¬ҙарға һаман бирешмәгән әле — йәшел шәлдәрен һалмағандар. Йүкәлектәр ҡара көрән төҫтә күренә, уларҙың япраҡтарыиртәрәкҡойолашул. (Н. Мусин.)

Закирова Лилия
- Сообщения: 6
- Зарегистрирован: 19 май 2022, 18:27
Re: Методическая копилка
Тел төҙәткестәр
Ҙа- ҙа –ҙа ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы- ҙы- ҙы ҡаҙҙар йылғаға барҙы,
Ҙә- ҙә- ҙә рәхәтләнеп йөҙ әйҙә,
Ҙы- ҙы- ҙы ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
Ға- ға- ға әйҙә киттек урманға,
Шә- шә- шә урманда еләк бешә,
Ле- ле- ле ауыҙ итәйек әле,
Ге- ге- ге ҡалай тәмле еләге.
Ва- ва- ва тәгәрәй икән арба,
Ма- ма- ма арбаға яҡын барма,
Һы- һы- һы бигерәк матур арбаһы,
Лап- лап, тыңғыр- тыңғыр йыр йырлап,
Һы- һы- һы бараһы ла бараһы.
Да- да- да ҡуян саба урманда,
Ды- ды- ды иңләп- буйлап урманды,
Дә- дә- дә барса бөжәк үләндә,
Ды- ды- ды ҡуян күреп ҡыуанды.
Кәк-күк, кәк- күк, саҡыра кәкүк,
Рүк- рүк, рүк- рүк, туҡтама берүк,
Рәк- рәк, рәк- рәк, саҡыр шәберәк,
Кәк- күк, кәк- күк, ниндәй аяҙ күк.
Һең- һең- һең ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң- һаң- һаң ял итеп ал арыһаң,
Һәң- һәң- һәң дәртле баҫып йөрөһәң?
Һең- һең- һең мораҙыңа ирешерһең,
Һәң- һәң- һәң бөтә эшкә өлгөрөрһөң.
Ша- ша- ша Шакир шарға талаша,
Шы- шы- шы ҡыҙыу уйын барышы,
Шә- шә- шә малайҙар шар бәрешә,
Ше- ше- ше уйнай ала һәр кеше.
Һы- һы- һы был Һәҙиәт ҡустыһы,
Һе- һе- һе кемдеке һуң берәүһе?
Һең- һең- һең танып алдым берәүһең,
Һөң- һөң- һөң саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе- һе- һе нисә булды бөтәһе?
Ыж- ыж- ыж һыуыҡ әйтә:”Ыж- ыж- ыж!”
Аж- аж- аж йүгереп йөрөй Гилаж,
Жыу-жыу-жыу елдәр әйтә:”Жыу-жыу- жыу!”
Шыу- шыу- шыу Гилаж тауҙан шыуҙа шыу.
ңө- ңө- ңө ана айыуҙыү өнө,
нө- нө- нө үкерә көнө-төнө,
ңы- ңы- ңы өнө уның өр яңы,
нә- нә- нә япраҡ өйә өйөнә,
ңы- ңы- ңы етер уянмаҫ таңы,
нә- нә- нә һунарсының күҙенә,
ғы- ғы- ғы күренмәй йоҡлар тағы.
Өп- өп- өп эттәр сабыша өрөп,
Өп- өп- өп төндәр буйына йөрөп,
Эп- эп- эп хужаһы еткән,
Эп- эп- эп эте икәнен белеп.
Рә- рә- рә урман буйлап йүгерә,
Ра- ра –ра ҡулын болғап саҡыра,
Рө- рө- рө япраҡ ярған бөрө,
Рө- рө- рө урманда тыныс йөрө.
Са- са- са был бит беҙҙең Миңниса,
Се- се- се Миңниса ярҙам итсе,
Сә- сә- сә әсәйең шалҡан сәсә,
Се- се- се орлоҡтарҙы бирһәңсе.
ҫа- ҫа- ҫа ҡайһылай матур баҫа,
са- са- са тыпырлап күңел аса,
са- са- са дәртләндерәм:”Их асса!”
Са- са- са бейей шулай башҡортса.
Та- та- та Талип тауыҡ ашата,
Ти- ти- ти саҡыра:”Ти- ти- ти”
Те- те- те Талип тағы ем һипте,
Тө- тө- тө Талиптың еме бөттө.
Уа- уа- уа хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы- уы- уы татлы шул шишмә һыуы,
Уа- уа- уа үҙе инде бер дауа,
Уы- уы- уы ялан буйлап атлауы.
Фа- фа- фа тырышып яҙа Сафа
Фе- фе- фе кәкре –бөкрө хәрефе.
ҫа- ҫа- ҫа ручканы ул баҫа
Са- са- са хәрефтәр унан ҡаса.
Һа- һа- һа Һәҙиә айға осһа
Һә- һә- һә ракетала ул елһә
Һы- һы- һы бар бит кире ҡайтаһы
Һе- һе- һе ҡыуанысты бүләһе.
Ҙа- ҙа –ҙа ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы- ҙы- ҙы ҡаҙҙар йылғаға барҙы,
Ҙә- ҙә- ҙә рәхәтләнеп йөҙ әйҙә,
Ҙы- ҙы- ҙы ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
Ға- ға- ға әйҙә киттек урманға,
Шә- шә- шә урманда еләк бешә,
Ле- ле- ле ауыҙ итәйек әле,
Ге- ге- ге ҡалай тәмле еләге.
Ва- ва- ва тәгәрәй икән арба,
Ма- ма- ма арбаға яҡын барма,
Һы- һы- һы бигерәк матур арбаһы,
Лап- лап, тыңғыр- тыңғыр йыр йырлап,
Һы- һы- һы бараһы ла бараһы.
Да- да- да ҡуян саба урманда,
Ды- ды- ды иңләп- буйлап урманды,
Дә- дә- дә барса бөжәк үләндә,
Ды- ды- ды ҡуян күреп ҡыуанды.
Кәк-күк, кәк- күк, саҡыра кәкүк,
Рүк- рүк, рүк- рүк, туҡтама берүк,
Рәк- рәк, рәк- рәк, саҡыр шәберәк,
Кәк- күк, кәк- күк, ниндәй аяҙ күк.
Һең- һең- һең ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң- һаң- һаң ял итеп ал арыһаң,
Һәң- һәң- һәң дәртле баҫып йөрөһәң?
Һең- һең- һең мораҙыңа ирешерһең,
Һәң- һәң- һәң бөтә эшкә өлгөрөрһөң.
Ша- ша- ша Шакир шарға талаша,
Шы- шы- шы ҡыҙыу уйын барышы,
Шә- шә- шә малайҙар шар бәрешә,
Ше- ше- ше уйнай ала һәр кеше.
Һы- һы- һы был Һәҙиәт ҡустыһы,
Һе- һе- һе кемдеке һуң берәүһе?
Һең- һең- һең танып алдым берәүһең,
Һөң- һөң- һөң саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе- һе- һе нисә булды бөтәһе?
Ыж- ыж- ыж һыуыҡ әйтә:”Ыж- ыж- ыж!”
Аж- аж- аж йүгереп йөрөй Гилаж,
Жыу-жыу-жыу елдәр әйтә:”Жыу-жыу- жыу!”
Шыу- шыу- шыу Гилаж тауҙан шыуҙа шыу.
ңө- ңө- ңө ана айыуҙыү өнө,
нө- нө- нө үкерә көнө-төнө,
ңы- ңы- ңы өнө уның өр яңы,
нә- нә- нә япраҡ өйә өйөнә,
ңы- ңы- ңы етер уянмаҫ таңы,
нә- нә- нә һунарсының күҙенә,
ғы- ғы- ғы күренмәй йоҡлар тағы.
Өп- өп- өп эттәр сабыша өрөп,
Өп- өп- өп төндәр буйына йөрөп,
Эп- эп- эп хужаһы еткән,
Эп- эп- эп эте икәнен белеп.
Рә- рә- рә урман буйлап йүгерә,
Ра- ра –ра ҡулын болғап саҡыра,
Рө- рө- рө япраҡ ярған бөрө,
Рө- рө- рө урманда тыныс йөрө.
Са- са- са был бит беҙҙең Миңниса,
Се- се- се Миңниса ярҙам итсе,
Сә- сә- сә әсәйең шалҡан сәсә,
Се- се- се орлоҡтарҙы бирһәңсе.
ҫа- ҫа- ҫа ҡайһылай матур баҫа,
са- са- са тыпырлап күңел аса,
са- са- са дәртләндерәм:”Их асса!”
Са- са- са бейей шулай башҡортса.
Та- та- та Талип тауыҡ ашата,
Ти- ти- ти саҡыра:”Ти- ти- ти”
Те- те- те Талип тағы ем һипте,
Тө- тө- тө Талиптың еме бөттө.
Уа- уа- уа хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы- уы- уы татлы шул шишмә һыуы,
Уа- уа- уа үҙе инде бер дауа,
Уы- уы- уы ялан буйлап атлауы.
Фа- фа- фа тырышып яҙа Сафа
Фе- фе- фе кәкре –бөкрө хәрефе.
ҫа- ҫа- ҫа ручканы ул баҫа
Са- са- са хәрефтәр унан ҡаса.
Һа- һа- һа Һәҙиә айға осһа
Һә- һә- һә ракетала ул елһә
Һы- һы- һы бар бит кире ҡайтаһы
Һе- һе- һе ҡыуанысты бүләһе.