Методическая копилка
Re: Методическая копилка
2 класҡа контроль эше
1. “Уҡыу әсбаптары” темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе табығыҙ. Найдите слова на тему “Учебные принадлежности”
а) китап, ҡәләм, дәфтәр;
б) йома, дүшәмбе, шәмбе;
в) бер, ике , биш.
2.Артыҡ һүҙҙе табығыҙ һәм аҫтына һыҙығыҙ. Найдите и подчеркните лишние слова.
а) китап, ҡәләм, дәфтәр, олатай;
б) әсәй, алма, олатай, ҡусты;
в) бәлеш, һары, йәшел, ҡыҙыл.
3. Һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите предложения на русский язык.
Мин алма, икмәк, сәй яратам. Өләсәй аш, ҡоймаҡ бешерҙе. Туңдырма тәмле.
________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
4. Тәржемә итегеҙ. Переведите слова на русский язык.
Һары - Ҡыҙыл -
Һоры - Йәшел -
Зәңгәр - Шәмәһә -
Күк -

-
Сария Мухамедьяновна
- Сообщения: 5
- Зарегистрирован: 19 мар 2022, 16:43
Re: Методическая копилка
Башҡорт телендә сыҡҡан метбуғат баҫмалары һәм уларҙың мөхәррирҙәре
ЖУРНАЛДАР:
“Аҡбуҙат” 1991 йылдан башлап сыға (башта “Ағиҙел” журналы эсендә “Бәпембә” тип аталған ҡушымта рәүешендә баҫтырыла) мөхәррир -Лариса Абдуллина
“Аманат” – 1929 йылдың мартында “Керпе” исеме менән сыға башлай. 1936 йылдан “Пионер” тип исемләнә, 1991 йылдан “Аманат” баш мөхәррир - Сәлмән Ярмуллин
“Шоңҡар” – 1993 йылдан сыға. Баш мөх - Айгиз Баймөхәмәтов
“Ағиҙел” – 1923 йылда “Яңы юл” исеме менән сығарыла; 1927 йылдан – “Сәсән”, 1930 йылдан – “Октябрь”, “1949 йылдан - “Әҙәби Башҡортостан”, 1961 йылдан – “Ағиҙел”. Баш / мөх - Мөнир Ҡунафин
“Башҡортостан уҡытусыһы” – 1920 йылда “Мәғариф эштәре” исеме менән сыға башлай 1924 – “Белем”, 1931 – “Культура революцияһы”, 1936 йылдан – “Башҡортостан уҡытыусыһы”. Б/ Мөх -Салауат Кәримов
“Башҡортостан ҡыҙы” –1968 йылдан сыға. Б/мөх - Гөлназ Ҡотоева
“Ватандаш” – 1996 йылдан сыға.
“Һәнәк” – 1925 йылдан сыға; 1937 йылда ябыла, 1956 йылдан яңынан сыға башлай.
“Тамаша” – 1995 йылдан сыға. Сөләймән Латыпов
ГӘЗИТТӘР:
“Йәншишмә” – 1930 йылдан сыға. Тәүге исеме “Йәш төҙөүсе”, 1959 йылда – “Башҡортостан пионеры”, 1991 йылдан –“Йәншишмә” – б/мөх - Мирсәйет Юнысов
“Йәшлек” – 1923 йылдан “Йәш юҡһыл”, 1930 йылда – “Йәш коммунан”, БВ һуғышы йылдарында һәм унан һуң нәшер ителмәй, 1951 йылдан башҡорт һәм рцс телендә “Ленинсе” һәм “Ленинец” булараҡ баҫыла, 1990 йылда н “Йәшлек”. Б/мөх - Артур Дәүләтбәков
“Башҡортостан” – 1919 йылда Сәтрлетамаҡта “Башҡортостан хәбәрҙәре” исеме менән баҫыла, 1922 й – “Башҡортостан”, 1937 й – “Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1951 й – “Совет Башҡортостаны”,1990 й. “Башҡортостан”. Б/мөх - Вәдүт Исхаҡов
“Киске Өфө” – 2002 йылдан нәшер ителә. б/м- Гөлфиә Янбаева

• Үҙ еренең йәдкәре (сценарий фрагменты)
Ҡатнашалар:
Ғәли Хәмзин - Юлдаш
Сәфәрғәли(бәләкәй саҡта); аҙаҡ Наил - Ильяс
Хәмзә – Ғ. Х. олатаһы; аҙаҡ Ишморат Илбәков - Айтуған
Һауынсы ҡатын; аҙаҡ Тәнзилә Үҙәнбаева - Айгүзәл
Ғәббәс - Данил
Сәмсихан әсәһе - Розанна
Мәстүрә – еңгәһе Гөлгөнә
Йәштәр
Күренеш
Бесәнлек. Күбәләр күренә. Сәмсихан табын әҙерләй.
Сәмсихан (ҡысҡырып).Эһеһей-й-й!
Сәхнә артынан: “Әү”, - тигән тауыш ишетелә.
Сәмсихан. Әйҙәгеҙ! Һыныҡ яҙып алайыҡ!
Ҡулдарына тырма, һәнәк тотоп бесәнселәр инә.
Ғәббәс. Ҡайҙа, кәләш, айраныңдан ауыҙ иттерә һал. Һыуһатты.
Хәмзә. Һай, рәхмәт яуғыры. Бирҙе бит Хоҙай көнөн, бесән ни, шаптырлап кипкән. Бакуйҙарҙы өйөп кенә ҡуяһы ҡалды.
Сәмсихан. Әйтәгүр, ҡайным. Бөгөн ынтылһаҡ, был яландың да осона сығырбыҙ. Ана, малайҙар ҙа ҡул араһына инде. Йүгертеп йыйып бирһәләр, беҙгә эш тә ҡалмай инде.
Сәфәрғәли. Әсәй, ни... мин бөгөн йыя алмам ул... Баш ауырта.
Сәмсихан. Атаҡ-атаҡ, тере ҡулһыҙ ҡалдырҙың былай булғас.
Ғәббәс. Һин, малай ишараты, тағын эштән ҡасырға булдыңмы?
Мәстүрә. Ҡуйсәле, еҙнә. Бер Сәфәрғәле эшләмәгәндән, бесәнһеҙ ҡалмаҫбыҙ әле. Ул йырлап ҡына торһон.
Хәмзә. Ана... шулайтып баланы боҙоп бөтәһегеҙ инде.
Сәфәрғәли. Олатай, мин боҙолмайым ул...
Ғәббәс. Һәр нәмәнең үҙ урыны, балдыҙ.
Мәстүрә. Үҙ урыны тип ни инде. Йырлаһынсәле. Шул өтөктөң йырлыуын тыңлар өсөн яландағы бесәнде бер үҙем йыйырға ризамын.
Сәмсихан. Ай ошоно, үҙ һүҙен бирмәҫ.

Дәрес өлгөһө.
Дәрес өлгөһө
Тема: Башҡортостан скульптураһы.
Маҡсат: Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарындағы һәйкәлдәр менән таныштырыу, яңы һүҙҙәр менән таныштырыу, уларҙы иҫтә ҡалдырыу;
Диалогтарҙа ҡатнашыу аша, балаларҙың аралашыу мөмкинлеген арттырыу, телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын киңәйтеү;
Республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, билдәле шәхестәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ноутбук, презентация,
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу мәле.
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, БАЛАЛАР.
* Бөгөнгө дәресте мин, Белорет ҡалаһы Я. Хамматов исемендәге гимназия уҡытыусыһы, Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы үткәрәсәкмен.
Психологик комфорт.
Хәйерле көн, балалар!
-Әйҙәгеҙ бергәләп үҙебеҙҙе сәләмләп үтәйек.
Матур үтһен көнөбөҙ,
Көләс булһын йөҙөбөҙ.
Отоп матур ғәҙәтте,
Булайыҡ беҙ әҙәпле.
БашланыП китһен дәрес,
АЛҒА БАРҺЫН ҺӘР БЕР ЭШ.
-Балалар, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе белер өсөн, түбәндәге башватҡыста төшөп ҡалған хәрефтәрҙе атарға кәрәк.
-Һәр һүҙ бөгөнгө дәрестең ниндәй булыры, нисек үтәсәге хаҡында һөйләй.
БАШВТҠЫС:
...ӘЙБӘТ
...ҮҘЕМ
...ЫЛДАМ
ЭШЛЕ..ЛЕ
Ф...ҺЕМЛЕ
КҮҢЕЛ...Е
ҺӘЙБӘТ
ӘҮҘЕМ
ЙЫЛДАМ
ЭШЛЕКЛЕ
ФӘҺЕМЛЕ
КҮҢЕЛЛЕ
-Бөгөн Башҡортостан һәйкәлдәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
-Экранда күрһәтелгән һөйкәлдәрҙең ҡайһыныһын беләһегеҙ?
-Эйе, дөрөҫ, бында С. Юлаев, М.Аҡмулла, М. Кәрим, Дуҫлыҡ монументы, Аҡбуҙат һөйкәлдәрен күрәһегеҙ.
3. Башҡортостандағы һәйкәлдәр тураһында уҡытыусының һөйләүе + слайд.
4.”Башҡортостан һәйкәлдәре” – текст уҡыла.
Башҡортостанда тарихи һәйкәлдәр бик күп. Уларҙың күбеһе Өфөлә урынлашҡан. Бында Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаевҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Мостай Кәримгә һәйкәлдәр бар.
Ә Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа ла һәйкәл
ҡуйылды.
Һәйкәлдәр матур, бейек.
Улар Башҡортостан тарихы тураһында һөйләй.
“Тәржемәселәр” уйыны.
Уҡытыусы һөйләмдәрҙең руссаһын бирә, балалар тап килгән башҡортсаһын уҡып ишеттерә.
-Ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙылған?
-Дөрөҫ, һеҙгә был һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Иғтибар менән тыңлағыҙ.
Һәйкәл – памятник
Ҡуйылды – установлен
Бейек – высокий
Тарихи – исторический
Урынлашҡан – расположен
5. Дәрестә дөрөҫ яуап бирер өсөн, ошондай ҡағиҙәне белергә кәрәк. Әгәр ҡала исеме ҡалын икән, уға ҡалын ялғау ҡушыла; әгәр ҡала исеме нәҙек әйтелә икән, уға нәҙек ялғау ҡушыла.
Өфө -лә, -ла
Стәрлетамаҡ -тә, -та
Салауат -тә, -та
Белорет -тә, -та
Бөрйән -дә, -да
Сибай -ҙә, -ҙа
Мәләүез -дә, -да
Ишембай -ҙә, ҙа
Һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан?
5. Диалог ҡороу.
- Был һәйкәл кемгә ҡуйылған?
- Салауат Юлаевҡа.
- Кем ул Салауат Юлаев?
- Ул башҡорттарҙың милли батыры.
- Был һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан?
- Өфөлә.
- Салауат Юлаев һәйкәле ниндәй?
- Бейек, матур.
Уҡыусыларҙың диалогты үҙҙәре алып барыуы:
- Был ...... кемгә ҡуйылған?
- ...........................
- Кем ул ......................?
- Ул башҡорттарҙың ....... батыры.
- Был ........... ...... урынлашҡан?
- .............. .
- Салауат Юлаев ........... ниндәй?
- ......, ...........
6. Диалог “М. Аҡмулла һәйкәле”
Был һәйкәл кемгә ҡуйылған?
Мифтахетдин Аҡмуллаға.
Кем ул Аҡмулла?
Ул –мәғрифәтсе-шағир.
Ни өсөн уны «мәғрифәтсе» тиҙәр?
Сөнки ул башҡорттарҙы уҡырға саҡырған?
Башҡорттарға ул нимә тип өндәшә?
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!»- тигән.
“Үҙеңде тикшер” уйыны
................ ................ ................ ...............?
Мифтахетдин Аҡмуллаға.
......... ............. ..........?
Ул –мәғрифәтсе-шағир.
............. .............. ......... ....... ............?
Сөнки ул башҡорттарҙы уҡырға саҡырған?
.......... ........... .......... ........... ..........?

7. Диалог “М. Кәрим һәйкәле”
-Кемдең һәйкәлен күрәһең?
Мин Мостай Кәримдең һәйкәлен күрәм.
Кем ул Мостай Кәрим?
Мостай Кәрим - билдәле шағир.
Шағир булғас, ул нимәләр яҙған?
Ул матур-матур шиғырҙар яҙған.
8. “Билдәһеҙ һалдат һәйкәле” – Стәрлетамаҡта. М. Кәрим шиғырынан өҙөк уҡыу һәм тыңлау
Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,
Был – билдәһеҙ һалдат һөйкәле.
Билдәһеҙме ошо баҡыр һалдат?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!
9. Аҡбуҙат һәйкәле хаҡында үҙегеҙ һөйләп ҡарағыҙ. (балаларҙың сығышы)
Һин бөгөн ниндәй яңылыҡ алдың?
Ниндәй яңы һүҙ иҫеңдә ҡалды?
Һәйкәлдәр тураһында нимә белдең?
Ҡайһы һәйкәл һиңә нығыраҡ оҡшаны?
Ни өсөн?
Үҙең белгән яңылыҡты кемдәргә һөйләрһең?
10. Теләк-шиғыр аша һаубуллашыу.
Имен генә атһын килер таңдар,
Аяҙ булһын күге илемдең.
Башҡорт рухы тулһын күңелдәргә,
Ҡото артһын туған телемдең!

1. Мәҡәлдәрҙе дауам итеп яҙығыҙ.
Ике уйла, ……………….
Аҫыл таш ………………...
Ашланған ер …………….
Яңғыҙ ҡайынға ………….
2. Исемдәргә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле сифаттар ҡушып яҙығыҙ.
Йәй – ҡыш Ҡыҙ – малай
Юл – һуҡмаҡ Йылға - күл
Көн – төн Ағас – ҡыуаҡ
Батыр - ҡурҡаҡ
Өлгө: Йылы йәй – һыуыҡ ҡыш.
3. Һүҙҙәрҙән ҡылымдар һәм сифаттар яһап яҙығыҙ.
Аш, баш, тоҙ, ҡыш, тәм, теш, бал.
4. Һорауҙар буйынса һүҙҙәргә тейешле ялғауҙар ҡушып яҙығыҙ.
1. Беҙ үҙгәрештәрҙе календарь.....(нимәгә?) яҙабыҙ.
2. Сентябрь......(ҡасан?) уҡыуҙар башлана.
3. Балалар июнь...(ҡасан?) лагерь........(ҡайҙа?) бара.
4. Апрель...(ҡасан?) йылғалар таша.
5. Башҡотостан нефть....... (нимәгә?) бай республика.
6. Урамда фонарь....(нимәләр?) яна.
5.“Сифат” темаһы буйынса контроль эш.
1. Сифат нимәне белдерә?
2. Сифаттың һорауҙарын яҙ.
3. Сифаттың нисә дәрәжәһе бар?
4. Төҫтәрҙе тәржемә итеп, артыҡлыҡ дәрәжәһендә яҙ.
Красный - ҡыҙыл – ҡып-ҡыҙыл белый –
голубой – синий -
зеленый – черный -
желтый – коричневый –
5. Йәйәләрҙе асып һүҙҙәрҙе күсереп яҙ.
(Бик)матур, (һоп)һоро, (үтә)ҙур, (ҡып)ҡыҙыл, (иң)бейек, (оп)оҙон,
(бик)батыр, (бәп)бәләкәй.
6. Сифаттарҙы сағыштырыу дәрәжәһендә яҙ.
Аҡыллы, тырыш, ҡыҙыҡ, ҙур, аҡ, күк, тиҙ, күңелле, алһыу, һимеҙ, оҙон.

Нафиҡов Ильяс (15 йәш)
Урман бабай
Борон-борон заманда бер бабай йәшәгән, ти. Ул шул тиклем кеше менән аралашырға яратмаған икән. Шуға ла бер көндө ул үҙенең әбейен алып, ҡара урман эсенә күсенеп киткән, ти. Әбей нимә эшләһен, теләмәһә лә ауылдан сығып киткән: энә ҡайҙа, еп шунда. Урманда уға шундай рәхәт икән, бер кем ҡайһылай өндәшмәҫһең, йә булмаһа, ауыҙыңа һыу алдыңмы, тип ҡаңғыртмай икән. Былар бәләкәй генә ер өй эшләп алғандар ҙа шунда йәшәй башлағандар.
Бабай йорт тирәһендәге эштәрҙе эшләй ҙә урман буйлап йөрөргә сығып китә икән. Ҡайһы ваҡыт ҡапҡанына эләккән йәнлек, ҡайһы мәл балыҡ ҡармаҡлап алып ҡайтҡан, ти. Көнө буйы урманда йөрөгәне өсөн, әбейе уға Урман бабай, тип өндәшер булған.
Бабайы сығып китһә, әбей эс бошоуынан төрлө тәм-том бешеренергә тотона икән. Бешергән бер ризығы шул тиклем уңа, уның еҫе әллә ҡайҙарға тиклем тарала, имеш. Әбей үҙе лә ашаған, Урман бабайға ла ҡалдырған, өй тирәһенә йыйылып киткән йәнлектәрҙе лә һыйлаған.
Бер көндө шулай бешеренеп йөрөһә, тышта ниндәйҙер тауыш ишетеп ҡалған. Әбей:
-Йәнлеккәйҙәрем, килеп тә еттегеҙме? – тип бешкән тәмлекәстәрен тотоп тышҡа сыҡҡан икән, уның башына тоҡ кейҙереп, ат арбаһына һалып алып та киткәндәр, ти. Әбей ҡысҡырырға ла өлгөрмәй ҡалған.
Бабай ҡайтһа, өй ишеге асыҡ, тупһала ҡуяндар, түмәр өҫтөндә тейендәр илап ултыра икән. Бабай аптырап:
-Был әбей ишекте асыҡ ҡалдырып ҡайҙа йөрөй икән? – тип уйлаған. Уның уйын йәнлектәр аңлап алғандар:
-Әбейеңде урман аръяғында йәшәгән батша хеҙмәтселәре алып ҡасты, - тигән бер ҡуян күҙ йәштәрен һөртөп.
Бабай йәнлектәрҙе һөйләшә белгәненә шаҡ ҡатты, ти.
-Һин һөйләшә белгән көйө һөйләшеүҙән баш тарттың. Ә беҙ һөйләшә белмәй инек, әбейҙе юғалтыу ҡайғыһынан һөйләшә башланыҡ, - тигәндәр, ти.
Йәнлектәр бабайға әбейҙе нисек ҡотҡарырға икәнен белеү өсөн батшаға һайыҫҡан менән тейенде ебәрергә булғандарын әйткәндәр, ти. Уларҙың икеһе лә сос, моғайын, берәй нәмә белеп ҡайтырҙар, тип уйлағандар улар.
Бер-ике көндән былар әйләнеп ҡайтҡан да былай тип хәбәр һалғандар:
-Батша һарайына әбей бешергән тәм-томдарҙың еҫе барып еткән икән. Уның һарайында оҫта бешереүсе хеҙмәтселәре юҡ икән. Шуға батша ошо тәмле еҫ буйынса барып, оҫтаны табып алып килергә ҡушҡан икән. Әбейҙе матур итеп һөйләшә белгән кеше генә кире алып ҡайта ала икән. Йәнлектәр бабайға батшаның үҙенә барып, уның менән һөйләшеп ҡарарға кәңәш иткәндәр:
-Һин өндәшмәй йөрөп, Урман бабай, кеше менән матур һөйләшергә лә онотоп бөткәнһең. Шуға һин һандуғастан моңло тауыш һорап алып тор, тигәндәр.
Ни эшләһен Урман бабай. Киткән батшаға. Барғас, батша йортонда бешеренеп йөрөгән әбейен күреп ҡалған да илап ебәргән. Был тауышҡа батша сыҡҡан. Урман бабай уның эргәһенә барып, хәлде шул тиклем матур итеп аңлатҡан, батша уның күңелде арбарлыҡ итеп һөйләшеүенә хайран ҡалған. Тик оҫтаны эргәһенән ебәргеһе килмәй икән. Әбей уға:
-Батша, мин Урман бабайымды һағындым. Өндәшмәҫ кеше ине, ана мине юғалтыу ҡайғыһы уны һөйләшергә өйрәткән. Ҡайтар мине өйөмә, - тигән.
Урман бабай:
-Һүҙ ҡәҙерен аңланым мин. Батша, минең әбей һинең хеҙмәтселәреңде бешеренергә әйрәткән инде. Ҡайтар һин беҙҙе, - тигән.
Батша әбейгә рәхмәт әйтеп, ә Урман бабайҙан кешеләр менән аралашып йәшәргә һүҙ алып, ҡайтарып ебәргән, ти, уларҙы. Шунан алып улар күгәрсендәй гөрөлдәшеп йәшәп алып киткәндәр, имеш.

Инша өлгөһө менән бүлешергә теләйем
Инша.
Һ. Дәүләтшинаның “Айбикә” повесында ҡатын-ҡыҙ образы.
Кеше тормошон ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ҡайҙа ғына ҡараһың да, ҡатын-ҡыҙҙар менән тап булаһың Бөтә ғаиләләрҙең йәме булып әсәйҙәр тора. Ҡатын ҡыҙҙар төрлө эштәрҙә лә эшләйҙәр, хатта начальник булып ултырған эштәр ҙә бар.
Ә элекке ваҡытта улай булмаған. Һәҙиә Дәүләтшина йәшәгән замандарҙа ҡатын-ҡыҙҙы кешегә лә һанамағандар. Һәм үҙе йәш сағындағы ҡатындарҙың ауыр яҙмышын яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә күрһәтергә тырышҡан. Быға миҫал итеп, Һ. Дәүләтшинаның “Айбикә” повесын күрһәтергә була.
Был әҫәрҙә ул бер нисә ҡатын-ҡыҙ образынала. Миҫал өсөн ике образды сағыштырырға була: уҫал, мыжыҡ Ғәйшә, шым, тыңлаусан, эшсән Айбикә.
Ғәйшә Айбикәгә хеҙмәтсе итеп ҡарай. Ул Айбикәне бер туҡтауһыҙ әрләй, уның бер генә эшен дә оҡшатмай. Ғәйшә – эре кеше, үҙен әллә кем итеп тота. Ул ярлыларҙы йәлләй белмәй, тик үҙенең балаларын ғына ярата. Ғәйшә бер кеше менән бер төрлө, икенсе кешеләр менән икенсе төрлө була белә. Ул күршеләрендә йәшәгән Көмөш еңгәһе өсөн һәйбәттер, сөнки уны сәйгә саҡырттыра. Шулай уҡ Ғәйшәнең ялҡау микән, түгел микәнен аңлап булмай. Быны уның Яңы ғына йоҡларға ятҡан Айбикәне уятҡанынан күрергә була. Айбикәне эш эшләргә тип уята ла, үҙе кире йоҡларға ята. Эш яратҡан кеше көнө буйы эш эшләмәй түҙмәҫ ине.
Айбикә образы бик ҡыҙыҡ ҡына. Башта ул ҡыйыуһыҙ, өндәшмәҫ кеше һымаҡ күренә. Ғәйшә менән Ҡотлоярҙың өйөндә ҡол һымаҡ эшләй. Уға сәй эсергә ла ваҡыт бирмәйҙәр, көнө буйы эш ҡушалар. Ләкин урамда Хәҙисә һәм Алмабикә менән осрашып. Комсомолдар йыйылышына барғас, ул батырая башлай. Ҡотлояр үҙен әрләй башлаһа, уларҙың өйҙәрен ташлап китергә лә ҡурҡып тормай. Уның тормошо бөткәнсе үҙгәрә, ул тракторисҡа уҡый, яҡшы эшләй. Кеше араһында һүҙ әйтергә лә ҡурҡмай башлай.
Һ. Дәүләтшина үҙенең повесында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр яҙмышын Айбикә аша күрһәтеп, кеше үҙенең тормошон үҙгәртә ала икәнен әйтә. Шуға Айһылыу һымаҡ ҡурҡмай йәшәргә кәрәк.

Тема: Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Маҡсаттар:
1)Белем биреү маҡсаты – бойороҡ һөйкәлеше тураһында төшөнсә биреү,уларҙың телмәрҙәге ролен аңлатыу,
2)үҫтереүсе маҡсат- уҡыусыларҙың фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә бәйләнешле итеп биреү күнекмәләрен үҫтереү,һүҙлектәрен байытыу,
3)тәрбиәүи маҡсат-телгә хөрмәт тәрбиәләү,уҡыусыларҙы изге эштәр башҡарырға өндәү.
Йыһаҙландырыу: компьютер,экран,мультимедиа проекторы,дәреслек,һүҙлектәр.
Дәрес барышы:
1.Психологик инеш.Уҡыусыларҙың шиғыр юлдары менән уҡытыусыны ҡаршы алыуы.
Бөгөн беҙҙә башҡорт теле
Яратам һине,телем.
Рәхмәт һиңә! Һинең аша
Алам мин яҡшы белем.
Слайд 1. Уҡытыусының сәләмләүе.
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл,ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем
Хәйерле көн һеҙгә,балалар!
Уҡыусылар,һеҙҙең алдығыҙҙа эшмәкәрлек картаһы ята.Дәрес барышында эшмәкәрлегегеҙҙе шул картаға яҙып барырһығыҙ.хәҙер шуның өҫтөнә төҫлө түңәрәктәрҙең береһен һайлап алып һалығыҙ.Ул һеҙҙең дәрес барышындағы кәйефегеҙҙе күрһәтеп торорға тейеш.Ниндәй төҫтәр була?Һынлы сәнғәт дәресенән уларҙы иҫкә төшөрәйек.
Уҡыусылар йылы,нейтраль,һалҡын төҫтәр була.
Слайд 2.Төҫтәр.
Уҡытыусы.Мин һары төҫ һайлайым.Әле дәрес башланып ҡына тора.Беҙҙең һөйләшеү килеп сығырмы тип бер аҙ хафаланам.
Слайд 3.Уҡыусылар,бөгөнгө дәрескә маҡсаттар билдәләп алайыҡ.Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуяйыҡ.
Слайд 4. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә эшләйбеҙ.
Тимәк,бөгөнгө дәрестең маҡсаттарын “эшмәкәрлек картаһы”на яҙа барабыҙ.
Ә хәҙер яңы теманы башлар алдынан,Һорау-яуап алымы менән мин һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайым.
1.Нимә ул ҡылым?
2.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
3.Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?
4.Ҡылым нисә төрлө заманда килә ала?
5.Ҡылымдың нисә төрлө һөйкәлеше бар?
6.Килә,уҡый,яҙа ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
7.Килде.уҡыны,яҙҙы ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
8.Уҡыясаҡ,яҙасаҡ,уҡыр.яҙыр ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
Афариндар,ҡылым тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк.
Динис,минең эргәмә кил.Ошо күнегеүҙе уҡы,эшлә.Мин Динисҡа нимә ҡуштым.
Кил,уҡы,эшлә бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары,тимәк мин Динисҡа бойороҡ бирҙем.
Бөгөнгө дәрестең темаһы:Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Слайд 5.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Слайд 6.Бөгөнгө дәрестең девизында табайыҡ әле.
Слайд 7.Дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны,теманы,девизды яҙып ҡуяйыҡ.
Киләһе эш төрө:бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ҡулланып һөйләмдәр төҙөйөк.
Тимәк,нимә ул бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары?
Слайд 9.Ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр.( Бойороҡ һөйкәлеше - ниндәйҙер бер эште башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләһен? Ни эшләһендәр? Зат, һан менән үҙгәрә. Бир, бирегеҙ, бирһен, бирhендәр. Беренсе заты юҡ: ҡайт, ҡайтыгыҙ, ҡайтhын, ҡайтhындар. Юҡлыҡ формаhы - барма, бармағыҙ.)
1.Ғәҙәти бойороу:Уҡыусылар,дәрестән һуң спорт майҙанына волейбол уйнарға килегеҙ,берегеҙҙә ҡалмағыҙ.
2.Ҡаты бойороу: Походҡа барырға әҙерлекһеҙ килеп тә йөрөмәгеҙ!
3.Рәсми бойороу:Класта өлгәшмәүсе бер уҡыусы ла булмаһын!Һәр кем кластың намыҫы өсөн көрәшһен!
4.Үтенес,инәлеү,ялбарыу:”Инегеҙ инде,инегеҙ,апай”, - тип инәлде Самат.
Дәреслек менән эш. Күнегеү 279..
Ял минуты.
Балалар,күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ.Беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып,төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ.Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә.Күк йөҙө шул тиклем яҡты,хатта ундағы Зөһрә ҡыҙҙа бик асыҡ күренә.Ай тирәләй көмөш тәнкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй.Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ,береһенән-береһе сағыуыраҡ,тылсымлыраҡ...Ниндәй серле йондоҙҙар!..Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ:берсә күтәреләбеҙ,берсә түбәнгә төшәбеҙ,йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ...Күңелдәребеҙгә дәрт,көс өҫтәп,кире әйләнеп ҡайтабыҙ.(Көй туҡтай).
Күҙҙәрҙе асабыҙ,дәрес дауам итә.
Карточкалар менән эш.Төркөмдәрҙә.
1-се төркөмдәге уҡыусылар өсөн.Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип иғлан ителде. (Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау йылы).
Һеҙҙең төркөм тәбиғәтте һаҡларға саҡырып,дуҫығыҙҙа хат яҙаһығыҙ.
Слайд 10.2-се төркөмдәге уҡыусылар өсөн.Бирелгән һөйләмдәрҙе бойороҡ һөйкәлешенә үҙгәртергә.
1.Уҡыусылар ҙур залға йыйылалар.
2.Мәүлит менән сиратлашып эшләйҙәр.
3.Мине тикшереү эше ҡыҙыҡһындыра.
4.Ҡоштар йылы яҡтан ҡайта.
5.Рөстәм сыйырсыҡтарға оя эшләй.
6.Гөлнар тырышып уҡый.
7.Батыр тыуған ерен һаҡлай.
Слайд 11.Дөрөҫ яуаптар.
3-сө төркөмдәге уҡыусылар өсөн.
Төшөп ҡалған һүҙҙәр урынына бойороҡ ҡылымдары ҡуйып яҙырға.
1.Ҡарағыҙ,бына хәҙер ниндәй матур ултыраһығыҙ.
2.Оло кешеләргә ярҙам итегеҙ.
3.Маратта һинең менән уҡыһын.
4.Байрас менән дуҫлаш.
5.Ситтә йөрөмә,ауылға ҡайт.
6.Уҡыусылар тырышып уҡығыҙ.
Эштәр тикшерелә.
Таҡтала эш.
Уҡы,уйна ҡылымдарын затта һәм һанда үҙгәртергә.
Уйла,эҙлә,тап.
Кешене...(хурлама),үҙеңде...(ҙурлама).
Һандуғас булһаң,һайрай ҙа ...(бел).
(Ололаһаң)... олоно,ололарҙар үҙеңде.
Дошмандың көлгәненә ...(ышанма).
Ауға барһаң эирәк...(бул),юлдашыңа терәк...(бул).
Дошмандан илең...(һаҡла),ярамһаҡтан серең...(һаҡла).
Кеше холҡон...(күҙәт),үҙеңдекен ...(төҙәт).
Намыҫыңды йәштән...(һаҡла).
Коллектив эш. Уҡыусылар ВОТУМ системаһы менән тест эшләйҙәр.
ВОТУМ.Тест һорауҙары.
1.Нимә ул ҡылым?
1)предметтың атамаһы
2)эш-хәрәкәт
3)предметтың билдәһе
4)эш-хәрәкәттең билдәһе
2.Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
1.Ниндәй?Ҡайһы?
2.Кем?Нимә?
3.Ни эшләй?Ни эшләгән?Ни эшләйәсәк?
4.Нисә ?Күпме?
3.Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?
1.Килеш,һан,зат
2.Зат,һан,барлыҡ-юҡлыҡ,заман?
3.Дәрәжә
4.Бер нәмә менән дә үҙгәрмәй
4.Ҡылымдың нисә төрлө заманы бар?
1.2
2.4
3.3
4.5
5.Ҡылымдың нисә һөйкәлеше бар?
1.6
2.4
3.3
4.2
6.Кил,яҙ,эшлә ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә килгән?
1.Шарт
2.Хәбәр
3.Бойороҡ
4.Теләк
7.Уйна,уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?
1.1-се зат
2.2-се зат
3.3-сө зат
8.Барығыҙ,барһындар бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй һанда килгән?
1.Берлек
2.Күплек
3.Бер ниндәй һанда ла түгел
9.Балалар уҡығыҙ тигән һөйләмдә ҡылым ниндәй затта килгән?
1.1-се зат
2.2-се зат
3.3-сө зат
10.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы нимәне аңлата?
1.Ниндәйҙер бер эште башҡарыуға бойороуҙы,инәлеүҙе белдерә.
2.Ниндәйҙер бер эштең үтәлеүен шарт булыуын белдерә.
3.Эш-хәрәкәтте башҡарыуға теләкте белдерә.
4.Эш-хәрәкәттең эшләнеү-эшләнмәүен белдерә.
Кәйефтәр нисек,уҡыусылар (төҫтәрегеҙ үҙгәрмәнеме).
Дәрестә нимәләр белдең?
Нимә аңлашылманы?
Өйгә эш биреү.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары менән 3 һөйләм төҙөргә.Ҡылымдарҙы һанда,затта үҙгәртергә.
279-сы күнегеү (2-се эш).

Алина Хабировна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 03 фев 2021, 17:54
Re: Методическая копилка
Дәрес планы бик әһәмиәтле.Салауат Юлаев темаһын үткәндә файҙалы мәғлүмәт.
-
Алина Хабировна
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 03 фев 2021, 17:54
Re: Методическая копилка
Тема: Рәми Ғарипов-халыҡ шағиры.
Маҡсат:Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса үҙләштерелгән белемде системаға килтереү, йомғаҡлау; уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; шағирға ихтирам һәм уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу.Шағирҙың портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журнал материалдары,тормош юлын сағылдырған плакат, интерактив таҡта.
Уйындың шарты. Һәр тур һайын бер генә уйынсы сыға, уйын аҙағында кемдең күпме мәрәй йыйғаны иҫәпләнә һәм етеҙ уйынсы билдәләнә.
Халҡым теле - миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ,
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ.
( Р. Ғарипов )
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған "Кем етеҙ!" уйынын башлайбыҙ. Уйындың шарты менән һеҙ барығыҙҙа таныш. Уңыштар һеҙгә!
1-се тур
Рәми Ғариповтың китаптарының баҫылып сығыу йылын дөрөҫ тәртиптә билдәләгеҙ.
а) “Таш сәскә” б) “Йүрүҙән”
в) “Осоу” г) “Аманат”
(б,а,в,г)
1-се уйынсыға һорауҙар:
1. Рәми Ғариповтың тыуған районын әйтегеҙ?
а)Салауат б)Ҡыйғы в)Өфө г)Баймаҡ
2. Рәми Ғарипов нисәнсе йылда тыуған?
а)1930 б)1932 в)1935 г)1931
3. Шағирҙың тәүге шиғыры нисек атала?
а) “Ленин” б) “ Йүрүҙән” в) “Туған тел” г) “Урал йөрәге”
4. 1955 йылда ниндәй гәзиттә әҙәби һәм бүлек мөдире вазифаларын башҡара?
а) “ Йәшлек” б) “Совет Башҡортостаны” в) “Йәншишмә”
5. Киләсәк менән һөйләшеүен сағылдырған шиғыры нисек атала?
а) “ Туған тел” б) “ Йырҙарыма ҡайтам”
в)“Урал йөрәге” г) “ Киләсәгем!Ас һин ишегеңде!”
6. Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан-тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем!
Был юлдар ниндәй шиғри әҫәргә ҡарай?
а) шиғыр б)ҡобайыр в)шиғри хикәйәт г) поэма
7. Шағирҙың тәүге китабының исеме нисек атала?
а) “Йүрүҙән” б) “Миләш-кәләш” в) “Осоу” г) “Киләсәк”
8. 1964 йылда ниндәй поэмаһы яҙыла?
А) “Уйҙарым” б) “ Аманат” в) “Табыныу” г) “Киләсәк”
9. 1988 йылда Р.Ғариповҡа ниндәй арҙаҡлы шәхес исемендәге премия бирелә?
а) С.Юлаев б)Ш.Бабич в)Ғ.Сәләм г) Д.Юлтый
2-се тур
Рәми Ғарипов Сергей Есениндың ниндәй шиғырҙар циклын ҙур оҫталыҡ менән тәржемә итә?
а) “Фарсы моңдары” б) “Ғәрәп яҙмаһы” в) “Робағиҙар”
2-се уйынсыға һорауҙар
1.Рәми Ғарипов ғаиләлә нисәнсе бала була?
а) беренсе б)икенсе в)өсөнсө г) дүртенсе
2.Уның тәүге әҫәре нисәнсе йылда баҫыла?
а)1959 б)1950 в)1961 г)1951
3.Тыуған яғындағы йылғаға дан йырлаған ниндәй шиғыры бар?
а) “Умырзая йыры” б) “Урал йөрәге” в) “ Йүрүҙән” г) “Һағыш”
4.Ниндәй әҫәрендә ул үҙенең кисерештәрен етемдәрҙең һәм толдарҙың һуғыш йылдарындағы әсе яҙмышын тормошсан һәм тетрәндергес итеп әйтеп бирә?
а) “Әсәм ҡулдары” б) “Туған тел “ в) “Табыныу” г) “Аманат”
5. “Таш сәскә” китабы нисәнсе йылда баҫылып сыға?
а)1966 б) 1979 в)1958 г)1978
6. “Табыныу” поэмаһының беренсе исеме ниндәй?
А) “Табыныу” б) “ Аманат” в) “Уйҙарым” г) “1937”
7.Рәми Ғариповҡа нисәнсе йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исем бирелә?
а)1992 б)1990 в)1999 г)2000
8. “Табыныу” поэмаһының төп темаһы нимә?
а)туған тел яҙмышы б)шәхес һәм йәмғиәт ҡаршылыҡтары
в)милләт яҙмышы г)тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы
3-сө тур
Тормош юлындағы мөһим ваҡиғаларҙы дөрөҫ тәртипкә ҡуйығыҙ.
а)тыуған районында хәбәрсе булып эшләй
б)Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә
в)Мәскәүҙә инстиутта уҡый
г)урта мәктәпте тамамлай
(г, в, а, б)
3-сө уйынсыға һорауҙар
1.Рәми Ғариповтың туған ауылының исеме нисек атала?
а)Арҡауыл б)Мәсетле в)Салауат г) Ләмәҙтамаҡ
2.Өфөлә Рәми Ғарипов исеме менән бәйле нимә бар?
а)театр б)күргәҙмә в)гимназия-интернат г)урам
3.Нисәнсе йылда Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йәш булған?
а)1990 б)2000 в)2017 г)2009
4.Рәми Ғариповтың ҡатынының исеме кем?
а)Нәзирә б)Гөлмәрйәм в)Валентина г)Надежда
5.Тәүге поэмаһын нисәнсе йылда яҙа?
а)1964 б)1960 в)1950 г)1966
6.Туған тел яҙмышы, милләттең киләсәге тураһында уйланыу шағирҙың ниндәй әҫәрендә сағыла?
а) “Йырҙарыма ҡайтам” б) “Туған тел”
в) “Урал йөрәге” г) “Һабантурғай”
7.Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия ҡасан булдырыла?
а)1990 йыл,ноябрь б)1985 йыл, июнь
в)1987 йыл,февраль г)1988 йыл,май
8. “Йәшлек” гәзитендә щағирҙың көндәлектәре ниндәй исем аҫтында баҫыла?
а) “Рәми көндәлеге” б) “Рәми иҫтәлеге”
в)“Рәми хәтирәһе” г) “Рәми шиғырҙары”
Еңеүсене билдәләү.
Йомғаҡлау.Рәми Ғарипов беҙҙең күңелебеҙҙә һәр саҡ һаҡланасаҡ.Ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, милләтебеҙ ғорурлығы. Шағир һүҙе – уның аманаты булып киләсәк быуындырға барып етер һәм киләсәк быуын уға тоғро булыр.
Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормошона арналған уйыныбыҙ тамам. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы том. Өфө, 1996 йыл.
2.Рәми Ғарипов шиғырҙар йыйынтығы.