Задать вопрос

Ответить
nabziza
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 21 мар 2022, 15:32

Re: Задать вопрос

Сообщение nabziza »

Белемде камиллаштырыу буйынса курстар бик фәһемле. Курстын һәр дәресен, оҫталыҡ сәғәттәрен йотлоғоп тынлайбыҙ. Ойоштороусыларға, белемде үҫтереү институтына, мәғариф министрлығына ҙур рәхмәт!!! Айырыуса рәхмәтебеҙҙе уҡытыусыларыбыҙға, кураторыбыҙға еткерәбеҙ! Шулай уҡ бергә уҡыған коллегаларға ла рәхмәтлебеҙ.
АльбинаC
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 19 мар 2022, 15:40

Re: Задать вопрос

Сообщение АльбинаC »

Дәрестәр һәм бирелгән материалдар бик тә файҙалы. Барыһы өсөн дә рәхмәт.
Ильнира
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 17 мар 2022, 03:41

Re: Задать вопрос

Сообщение Ильнира »

Мин был курстан бик күп кәрәк мәғлүмәт алдым.Дәрестәрҙе үткән ваҡытта видео дәрестәр,лекцияләр бик ярҙам итте.К иләсәктә эшемдә ошоларҙы ҡулланырмын тип уйлайым.Сөнки был эштәр башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел,ә класс етәксеһе булараҡ та бик кәрәк.Уҡытыусы эшен компьютерһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Тәү тапҡыр эш башлағанда бик ауыр һәм йырып сыға алмаҫ кеүек инем.
Дистацион курс өсөн ҙур рәхмәт!Бик күп нәмәгә өйрәндем.Һәр дәресте ентекләп,ҡыҙыҡһындырып аңлатып эшләтәһегеҙ.Байтаҡ яңа эштәр эшләргә өйрәттегеҙ.Ойошторолған курс бөтәһе өсөн дә бик файҙалы.
Рида80+
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 13 фев 2022, 08:30

Re: Задать вопрос

Сообщение Рида80+ »

Хәйерле көн. Укытыу рус телендә алып барылган мәктәптә башкорт теле беренсе класта как внеурочная деятельность алып барыла. Ниндәй дәреслектәр һәм эш дәфтәрзәре кулланырга була?
Рафиля
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 11 фев 2022, 12:24

Re: Задать вопрос

Сообщение Рафиля »

Был дистанцион курстарҙан бик күп мәғлүмәт алдым. Тәғдим ителгән видео дәрестәр, лекциялар бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.Бик күп нәмәгә өйрәндем, байтаҡ яңы эштәр эшләргә өйрәттегеҙ. Киләсәктә шул белемдәрҙе эшемдә ҡулланасаҡмын. Курстарҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмэт! Бөтәһенә лә таҙалыҡ, ҙур уңыштар теләйем.
Рафиля
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 11 фев 2022, 12:24

Re: Задать вопрос

Сообщение Рафиля »

Был дистанцион курстарҙан бик күп мәғлүмәт алдым. Тәғдим ителгән видео дәрестәр, лекциялар бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.Бик күп нәмәгә өйрәндем, байтаҡ яңы эштәр эшләргә өйрәттегеҙ. Киләсәктә шул белемдәрҙе эшемдә ҡулланасаҡмын. Курстарҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмэт! Бөтәһенә лә таҙалыҡ, ҙур уңыштар теләйем.
Нургалина Альмира
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 09 фев 2022, 10:19

Re: Задать вопрос

Сообщение Нургалина Альмира »

10-11 кластарҙа дәрестәр индерелерме икән?
Рита Харисовна
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 09 фев 2022, 08:09

Re: Задать вопрос

Сообщение Рита Харисовна »

Хәйерле көн! Белемде камиллаштырыу курсы өсөн ҙур рәхмәт. Үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдым. Педагогик эшмәкәрлегемдә киләсәктә улар булышлыҡ итер, тип уйлайым. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләһе, уның киләсәге бик борсой.
Резида Ахмадеева
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 23 мар 2020, 19:09

Re: Задать вопрос

Сообщение Резида Ахмадеева »

Һаумыһығыҙ! Урта махсус белем биреү уҡыу йорттары өсөн яңы дәреслек ҡасан сығыр икән? Хоҡуҡ һәм иҡтисад белгестәре өсөн башҡорт теле дәреслектәр булырмы?
Чулпан Рәлиф ҡыҙы
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 22 мар 2020, 08:47

Re: Задать вопрос

Сообщение Чулпан Рәлиф ҡыҙы »

Курстың йомғаҡлау өлөшө.
Мин был курстан бик күп кәрәк мәғлүмәт алдым.Дәрестәрҙе үткән ваҡытта видео дәрестәр,лекцияләр бик ярҙам итте.Аңлашылмаған теманы шул видеоны ҡат-ҡат ҡарап,аңларға тырыштым.Дәрестә иң ҡыҙығы минең өсөн диаграмма төҙөү булды.Киләсәктә эшемдә ошоларҙы ҡулланырмын тип уйлайым.Сөнки был эштәр башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел,ә класс етәксеһе булараҡ та бик кәрәк.Уҡытыусы эшен компьютерһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.Ниндәй генә эштәр башҡарһаҡ та (дәрес,уйын,класстан тыш саралар,байрамдар,отчеттар һ.б.) интернет селтәренән төрлө сайттарҙан,порталдарҙан мәғлүмәт эҙләйбеҙ.Һеҙ мәғлүмәт эҙләп табыу эштәрен беҙгә тағы ла еңеләйтеп,белемдәребеҙҙе тулыландырырға ярҙам итәһегеҙ.
Ҡаршылыҡтар ҙа булды. Беренсенән ваҡыт етмәү ине,ә икенсенән тәү тапҡыр эш башлағанда бик ауыр һәм йырып сыға алмаҫ кеүек инем.Ҡурҡыу хистәре барлыҡҡа килде.Үҙемде еңеп,лекцияләрҙе уҡырға һәм видеодәрестәрҙе ҡарарға тырыштым.Курс буйынса, эш өҫтәлемдә папка асып, бөтә бирелгән лекцияләрҙе йыйҙым.Онотҡанда ҡарап алырға еңел булһын тип.
Яңалыҡтар бик ҡыҙыҡлы.Шуға күрә уҡытыусы замана менән бергә, ул яңалыҡтарҙан ҡалышмаҫҡа тейеш тип уйлайым.Биремдәр ауыр булһа ла, беҙгә сайт ИРО РБ бик ныҡ оҡшай.Дистацион курс өсөн ҙур рәхмәт!Бик күп нәмәгә өйрәндем.Һәр дәресте ентекләп,ҡыҙыҡһындырып аңлатып эшләтәһегеҙ.Байтаҡ яңа эштәр эшләргә өйрәттегеҙ.Ойошторолған курс бөтәһе өсөн дә бик файҙалы.
Ответить

Вернуться в «Сообщество учителей башкирского и других родных языков и литератур»