Новости
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Новости
Ошо йылдың11 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес моделле мәҙәниәт йортонда районда йәшәп, ижад иткән төрлө йәштәге ҡәләм тирбәтеүселәр ижад байрамын уҙғара. Унда уҡыусы балалар, ауыл мәктәптәре уҡытыусылары актив ҡатнашасаҡ. Күптән түгел был ауылда күренекле прозаик Фәрит Иҫәнғоловҡа һәйкәл асылды. Мәҙәниәт йорто мәктәп менән бер төптән эшләй.Ошо мәктәптә оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Фирүзә Абдуллина һуңғы йылдарҙа үҙен өлгөргән шағирә итеп танытты. Бөгөн уның һүҙҙәренә күп кенә йырҙар яҙылған.Уҡытыусы - шағирә "Атайыма" исемле поэмаһын тамамланы. Сарала шағирҙарҙың поэтик әҫәрҙәре тикшереләсәк. Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяровтың ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы көтөлә.
-
Лилия Калимуллина
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 20:05
Re: Новости
Дистанцион курстың һәр бер дәресе бик аңлайышлы, ауырҙан түгел, шуға мин коллегаларымды дистанцион курс үтеүе ҡатмарлы тип уйламауҙарын һорайым.
-
Лилия Калимуллина
- Сообщения: 4
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 20:05
Re: Новости
28.01-13.02 осоронда Заһиҙә Әйүп ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселегендә дистанцион курс үтеүсе коллегаларымдан һәм минән ҙур рәхмәтемде белдерәм,сөнки дистанцион курсты ойоштороу һәм үтеү бик еңелдәрҙән түгел.
-
Нурзиля Аслямовна
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:03
Re: Новости
Хөрмәтле Әхәт Ғәлим улы! Курстарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең дәрестәрҙә үҙебеҙгә бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ!
Re: Новости
Хөрмәтле уҡытыусылар! Беҙҙе йыйып, беҙгә күп мәғлүмәттәр өләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт!
-
liliya1993
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:01
Re: Новости
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы уҡыу йортонда 8 февраль көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Лариса Абдуллина менән осрашыу үткәрҙе.Сара бик фәһемле һәм файҙалы үтте. Ойоштороусоларға ҙур рәхмәт!
-
Нурзиля Аслямовна
- Сообщения: 3
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:03
Re: Новости
Бөгөн Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса курс тынлаусыларынын башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллина менән осрашыуы булды. Осрашыу бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булды. Бик матур шиғырҙар тынланыҡ. Шағирәгә ижади уныштар теләйбеҙ!
-
Гүзәл Илдар ҡыҙы
- Сообщения: 1
- Зарегистрирован: 08 фев 2016, 10:01
Re: Новости
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн 1 февралдә башланған квалификация үҫтереү курстары аҙағына ла етеп килә. Курстар бик күнелле булды, беҙҙен өсөн төрлө саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙолар. Үҙебеҙҙен күп һорауҙарға яуаптар алдыҡ, фекерҙәребеҙ менән бүлештек. Кураторыбыҙ Ҡыуатова Гөлсиә Диасовнаға, уҡытыусыларға, осрашыуға килгән яҙыусыларға, журналистарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!!!
-
Фанзиль Булякович
- Сообщения: 19
- Зарегистрирован: 02 дек 2015, 04:09
Re: Новости
Өфө ҡалаһының 22- се дөйөм белем биреү ойошмаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, йәш педагог Әлфинә Таһир ҡыҙы Шәмиғолова "Башҡорт халҡының традицион өҫ, аяҡ кейемдәре һәм биҙәнеү әйберҙәре лексикаһы" темаһына БДУ - ның докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса махсуслашҡан советында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы.Ғилми етәксеһе, БДУ - ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина. Рәсми оппоненттары татар телсеһе, филология фәндәре докторы Айнур Әхәт улы Тимерханов (Ҡаҙан), ф.ф. к., доцент Фәнзил Саньяров. Сығыш яһаусы ғалимдар диссертацияның бик актуль булыуын, практик әһәмиәте барлығын билдәләне. Әйткәндәй, Әлфинә Шәмиғолова республика гранты ярҙамында ҙур күләмле һүҙлек нәшер итте. Оҙаҡламай монографияһы донъя күрәсәк."Башҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2016" конкурсында ла ҡатнашып, йәш ғалимә үҙенең оҫта һәм һәләтле уҡытысы булыуын иҫбатланы. Ошондай йәштәребеҙ булғанда туған телебеҙ һәм фәнебеҙ киләсәге яҡты өмөттәр уята. Фәнзил Саньяров.
-
Акманова Фархана
- Сообщения: 2
- Зарегистрирован: 06 фев 2016, 08:28
Re: Новости
Хөрмәтле коллегалар! ФДББс талаптарына ярашлы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү өсөн 5-се синыф "Башҡорт теле" дәреслектәре сыҡтымы?